Ижад кис??ен? сценарий

Cкачать: Сценарий "Шағирә Халисә Мөдәрисованың ижадына бағышланған кисә"

Йыр
булырлыҡ һүҙҙәр биргән,

Туған
телем, рәхмәт һиңә!

(Шағирә
Халисә Мөдәрисованың ижадына бағышланған кисә)

Ҡатнашалар:

беренсе
алып барыусы: Габдрахманова Диана – 8 класс уҡыусыһы;

икенсе
алып барыусы: Ибатова Линиза – 11 класс уҡыусыһы;

шағирә
Халисә Мөдәрисова, туған телдәр методик ойошмаһының уҡытыусылары.

Диана:

Эй
Ту
ған тел! Һин ғәзизһең
миңә,

Күҙәтәһең
минең яҙмышымды,

Ауыр
саҡта- миһырбанлы әсә,

Ә
яңылышһам – гүйә олпат атай,

Төҙәтәһең
минең яңылышымды.

Линиза:

И
Туган тел! Син газизсең миңа,

Сүзләр
бармы әйтеп аңлатырлык?

Кабатланмас
балам елмаюы,

Сөйгәнемең
җылы
күз салуы,

Газизләрдән
газиз синең барлык.

Диана:

Хәйерле
көн, хөрмәтле уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар һәм уҡыусылар!

Линиза:

Исәнмесез.
Без зур бәйрәмгә
җыелдык.

Диана:

Бөгөн
– Туған телдәр көнө!

Линиза:

Үзенең
ана теленә ваемсыз караган кеше – кыргый кеше – кыргый кеше – зарарлы кеше.
Чөнки аның белән ул  үз халкының үткәненә, хәзерге хәленә һәм киләчәгенә гәмсезлеген,
битарафлыгын күрсәтә.

Диана:

Иле
юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ- ти халыҡ мәҡәле. Ә ни өсөн һуң 21 февраль
– Туған телдәр көнө
— тип иғлан ителгән? Был һорауға яуап бирер өсөн, беҙ,
һүҙҙе татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғилванова Рәмилә Рафаил  ҡыҙына
бирәбеҙ.

(
Үҙенең слайттары менән Рәмилә Рафаиловна аҙ ғына телдәр тураһында һөйләп китә.)

Диана:

Туған
тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итергә
кәрәк. Ысынлап та, шағирҙар – улар ысын поэтик һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен
белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар.

Линиза:

Тел
халык тарихы, уның мәдәнияте, белем һәм тәрбия коралы булуын исбат итүче әдипләребез
бихисап.

Диана:

 Шулар
араһында, беҙҙең райондашыбыҙ, илһамланып ижад итеүсе шағирәбеҙ, Халисә Сәғит
ҡыҙы Мөдәрисова (Янгирова)

Линиза:

Бүген
ул үзе бездә кунакта. Әйдәгез аны, алкышларга күмеп, сәхнәнең түренә чакырыйк.

Диана:

Ә
хәҙер иғтибарығыҙҙы экранға йәлеп итәбеҙ. Халисә Сагитовнаның тормош һәм ижад
юлына ҡыҫҡаса ғына байҡау яһайыҡ.

(
Яҙыусының тормош һәм ижад юлына арналған слайттар күрһәтелә)

Линиза:

Әлеге
вакытта бу китаплардан күргәзмә оештырылган. Теләгәннәр кичәдән соң карап китә
ала. Хәзер сүзне Халисә апай Сәгийтовнаның үзенә бирик. Рәхим итегез.

(Х.
Сагитовнаның сығышы)

Диана:

Рәхмәт.
Ә хәҙер Халисә Мөдәрисованың һүҙҙәренә яҙылған йыр. Башҡара 10 класс уҡыусыһы
Халфина Аида.

Линиза:

7
класс кызлары башкаруында бию. Рәхим итегез, кызлар!

Диана:

Каримова
Камилла башҡарыуында шиғыр.

Линиза:

Халиса
апа Мөдәрисова талантлы 
шағирә, прозаик кына
түгел, танылган драматуг та.
Ә хәзер аның ижадыннан
Башкортостан сәхнәсендә аншлаг белән үткән “Бәхет хакы” мелодраммасынан өзекләр
карап китик.

(Видео
яҙма ҡарау)

Диана:

Бик
матур эстәлекле мелодрамма, рәхмәт Халисә апай.
 Хөрмәтле
уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар һәм уҡыусылар! Бәлки һеҙҙең, үҙегеҙҙең, Халисә
апайға һорауҙарығыҙ барҙыр?

(Зал 
һорауҙар бирә)

Линиза:

Сорауларыгыз
беттеме? Ярый, алай булса хәзер, Халисә апа Мөдәрисованың шиғырьләр шәлкеменнән 
Газетдинова Риана                                 башкаруында “ Нуриман таңнары“
дигән шигырын тыңлап китик.

(Шигыр
Нуриман таңлары )

Габдрахманова
Диана башкарыуында
җыр
“Йолдоз тимә, кояш тимә”.

Линиза:

Бас,
бас, бас әле,

Изәне
сынмас әле…

5
класс укыучылары башкаруында башкорт биүе “Бөрлөгән”.

(Ҡыҙҙар
бейей)

Диана:

Хөрмәтле
уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар һәм уҡыусылар! Илдең бәҫен түрә, халыҡтың бәҫен
шәхес күтәрә, тиҙәр. Халисә апай беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә ныҡлы
сәләмәтлек, бәхет, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Линиза:

Безгә
дә сезнең белән бергә күп-күп кичәләр үткәрү бәхете тисен иде. Укыучыларыгыз,
тамашачыларыгыз, дусларыгыз белән бергә калыгыз. Озон гүмер телибез сезгә.

(сәскә
тапшырабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ)

Диана:

Ошоноң
менән кисәбеҙ тамам. Ҡарап ултырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ә хәҙер иҫтәлеккә
фотоға төшөргә саҡырабыҙ.

1 сентябрь – Белем көнө.

Сценарий.

1. — Хәйерле көн, хөрмәтле ата — әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар!

1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ! ( Р2с2й 32м Башҡортостан гимндары яңғырай ).

2. — Ҡәҙерле бөгөнгө тантанаға йыйылыусылар! Белем байрамы, беренсе ҡыңғырау байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ошо минутта меңәрләгән уҡыусылар беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.

Үткән уҡыу йылында беҙҙең мәктәпте 5 уҡыусы уңышлы тамамлағайны. Бөгөн уларға алмашҡа беренсе класҡа 5 кескәй дуҫыбыҙҙы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бергәләп ҡул сабып ҡаршы алайыҡ.

3. — Ҡәҙерле балалар! Бөгөнгө көн һеҙҙең өсөн тантаналы һәм мөһим: һеҙ мәктәпкә уҡырға килдегеҙ. Һеҙҙең тәүге уҡытыусығыҙ Нурзидә Ғүмәр ҡыҙы Ғәлина булыр. Һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ, хөрмәтле беренселәр! ( Беренселәрҙең сығышы ).

4. Бер ғәмһеҙ бала саҡтарым

    Үтер ҙә китер инде.

    Уҡытыусымдың һүҙҙәре

    Күңелдә ҡалыр инде.

— Бөгөнгө байрам тантанаһын мәктәп директоры ________________________________ дауам итә. Рәхим итегеҙ!

5. Байрам кәйефен уртаҡлашыр өсөн район вәкиле ____________________________________________________________________________________________________________________килгән. Рәхим итегеҙ!

6. – Уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары менән таныштырыу өсөн _____________________________________________ һүҙ бирәбеҙ.

7. – Мәктәп йылдарының һәр миҙгелен

       Күңел түрегеҙҙә һаҡлағыҙ.

       Яҡшы кәңәш, һәйбәт үрнәктәрҙе

       Киләсәктә беҙҙән алығыҙ!

 – ти беҙҙең уҡыусыларға ветеран уҡытыусыларыбыҙ. ( Бер ветеран уҡытыусы һөйләй ).

8. – Юлдаш булһын аҡ бәхеттәр,

       Аяҙ булһын күгебеҙ.

       Беҙҙең сәскә бәйләмдәре

       Булһын рәхмәт һүҙебеҙ.

( уҡыусылар сәскә шәлкемдәрен уҡытыусыларына тапшыралар).

( Уҡыусылар сығышы ).

9. – Мәңге хәтерҙә һаҡлана

       Ҡыңғыраулы был иртә.

       Саҡыра ул ҙур тормошҡа,

       Белем тауына илтә.

— Ә хәҙер тәүге ҡыңғырау сыңын яңғыратыу хоҡуғы уҡыу алдынғыһы, 9 класс уҡыусыһы ________________ һәм 1 класс уҡыусыһы _________________________________ тапшырыла.

( Тәүге ҡыңғырау сыңы яңғырай ).

10. – Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, буласаҡ беренселәрҙе Белем иленең Фәндәр тауына илтәсәк яҡты, иркен класс бүлмәһенә оҙатыуығыҙҙы һорайбыҙ! Хәйерле юл һеҙгә, беҙҙең беренселәребеҙ!

11. – Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар!

1 сентябрь – бала саҡтың иң матур, иң сағыу байрамдарының береһе булып ҡалһын. Ә уҡыусы өсөн иң мөһиме – тырышып уҡыу һәм тәртипле, телһөйәр, илһөйәр, белемле шәхес булып үҫеү.

Ошоноң менән тантаналы линейкабыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

1 сентябрь – Белем көнө.

Сценарий.

Байрам мен2н 7отлап, йомарт 7ояш

№иб2 ерг2 са4ыу нур6арын.

М2кт2п юлында4ы балалар6ы8

Г0лл2м2л2р би62й 7улдарын.

У7ыусылар 0с0н яулар 1р62р,

:ур 3ынау6ар алда к0т2л2р.

Белем, ма7сат, хыял 1р62рен2

Тик тырыштар 4ына ет2л2р.

1. — Хәйерле көн, хөрмәтле ата — әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар! 1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ! (Р2с2й 32м Башҡортостан  гимндары яңғырай).

2. — Ҡәҙерле бөгөнгө тантанаға йыйылыусылар! Белем байрамы, беренсе ҡыңғырау байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ошо минутта меңәрләгән уҡыусылар беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.

Бөгөн беренсе класҡа  __ кескәй дуҫыбыҙҙы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бергәләп ҡул сабып ҡаршы алайыҡ.

( Беренсел2р сы4а).

3. Бер ғәмһеҙ бала саҡтарым

    Үтер ҙә китер инде.

    Уҡытыусымдың һүҙҙәре

    Күңелдә ҡалыр инде.

— Бөгөнгө байрам тантанаһын мәктәп директоры Мостафин Р2ис Ишмыр6а улы дауам итә. Рәхим итегеҙ!

4. Байрам кәйефен уртаҡлашыр өсөн район вәкиле ____________________________________________________________________________________________________________________килгән. Рәхим итегеҙ!

5.  – Мәктәп йылдарының һәр миҙгелен

       Күңел түрегеҙҙә һаҡлағыҙ.

       Яҡшы кәңәш, һәйбәт үрнәктәрҙе

       Киләсәктә беҙҙән алығыҙ!

 – ти беҙҙең уҡыусыларға ветеран уҡытыусыларыбыҙ. ( Бер ветеран уҡытыусы һөйләй ).

6. – Беренсел2р, ана, й1гер2 — атлай

Ашы4алар ши4ыр 30йл2рг2.

Ошо к0нд2н улар 6ур к0с 3алып

Ынтылалар белем 1рен2.

Ҡәҙерле балалар! Бөгөнгө көн һеҙҙең өсөн тантаналы һәм мөһим: һеҙ мәктәпкә уҡырға килдегеҙ. Һеҙҙең тәүге уҡытыусығыҙ Ризида Зинур 7ы6ы С24262това булыр. Һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ, хөрмәтле беренселәр! ( Беренселәрҙең сығышы ).

7. – Юлдаш булһын аҡ бәхеттәр,

       Аяҙ булһын күгебеҙ.

       Беҙҙең сәскә бәйләмдәре

       Булһын рәхмәт һүҙебеҙ.

( уҡыусылар сәскә шәлкемдәрен уҡытыусыларына тапшыралар).

( Уҡыусылар сығышы ).

8. – Мәңге хәтерҙә һаҡлана

       Ҡыңғыраулы был иртә.

       Саҡыра ул ҙур тормошҡа,

       Белем тауына илтә.

— Ә хәҙер тәүге ҡыңғырау сыңын яңғыратыу хоҡуғы 9 класс уҡыусыһы  __________________________  һәм 1 класс уҡыусыһы _______________________________________________ тапшырыла.

( Тәүге ҡыңғырау сыңы яңғырай ).

9. – Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, буласаҡ беренселәрҙе Белем иленең Фәндәр тауына илтәсәк яҡты, иркен класс бүлмәһенә оҙатыуығыҙҙы һорайбыҙ! Хәйерле юл һеҙгә, беҙҙең беренселәребеҙ!

10. – Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар!

1 сентябрь – бала саҡтың иң матур, иң сағыу байрамдарының береһе булып ҡалһын. Ә уҡыусы өсөн иң мөһиме – тырышып уҡыу һәм тәртипле, телһөйәр, илһөйәр, белемле шәхес булып үҫеү.

Ошоноң менән тантаналы линейкабыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

1 сентябрь – Белем көнө.

Сценарий.

№ауа 3ал7ыная бара,

Ая7 ба9абы6 к06г2.

Япра7тар 6а 3ары т09т2,

Салына инде к16г2.

Хушлашты7 бе6 й2мле й2й мен2н

!тте л2 каникулдар.

Б0г0н байрам – Белем к0н0

М2кт2пк2 илт2 юлдар.

1. — Хәйерле көн, хөрмәтле ата — әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар! 1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ! (Р2с2й 32м Башҡортостан гимндары яңғырай).

2. — Ҡәҙерле бөгөнгө тантанаға йыйылыусылар! Белем байрамы, беренсе ҡыңғырау байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ошо минутта меңәрләгән уҡыусылар беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.

( 5,6 класс у7ыусыларыны8 ши4ыр 30йл21е, йыр « Нурлы бала са7»)

— Бөгөнгө байрам тантанаһын мәктәп директоры Мостафин Р2ис Ишмыр6а улы дауам итә. Рәхим итегеҙ!

3. На наш праздник приехал гость из районного _________________ _________________________________________________________________________________________________Вам слово!

4. – Кил2с2к быуын4а 2йтер 31662рен ауыл бил2м23е башлы4ы Фуат Х2й62р улы А9ыл4ужин еткер2. Р2хим итеге6.

5.  – Мәктәп йылдарының һәр миҙгелен

       Күңел түрегеҙҙә һаҡлағыҙ.

       Яҡшы кәңәш, һәйбәт үрнәктәрҙе

       Киләсәктә беҙҙән алығыҙ!

 – ти беҙҙең уҡыусыларға ветеран уҡытыусыларыбыҙ. ( Бер ветеран уҡытыусы һөйләй ).

6. Бына, кил2 б2л2к2ст2р,

    Юлдар6ы г0лг2 к1меп.

    И8 кесел2р – беренсел2р,

    !662ре г0лд2р ке1ек.

Бөгөн беренсе класҡа  5 кескәй дуҫыбыҙҙы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ. Улар6ы белем илен2 т21ге у7ытыусылары Ризида Зинур 7ы6ы С24262това алып инер. «й62ге6, 3166е у4а бир2йек.

7. —Аллы-г0лл0 б1кет 7улдарымда

    У7ытыусыма б1л2к итерг2.

    « ул ми82 ши8м2й тор4ан

    Белем орло4о бирер с2серг2.

( уҡыусылар сәскә шәлкемдәрен уҡытыусыларына тапшыралар)..

8. – ?ы84ырау, 7ы84ырау,

Сылтыра, шат йырлап.

У7ыусы исемен

А7ларбы6 я7шыра7.

Бына  быйыл4ы у7ыу йылына т21ге 7ы84ырау шылтыратыу ва7ыты ла етте.  Байрамыбы66ы8 т1рен2 9 класс уҡыусыһы  С24итов ;аязды  һәм 1 класс уҡыусыһы Ишм0х2м2това Ид2ли2не  са7ырабы6!

( Тәүге ҡыңғырау сыңы яңғырай ).

9. – Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, буласаҡ беренселәрҙе Белем иленең Фәндәр тауына илтәсәк яҡты, иркен класс бүлмәһенә оҙатыуығыҙҙы һорайбыҙ! Хәйерле юл һеҙгә, беҙҙең беренселәребеҙ!

10. – Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар!

1 сентябрь – бала саҡтың иң матур, иң сағыу байрамдарының береһе булып ҡалһын. Ә уҡыусы өсөн иң мөһиме – тырышып уҡыу һәм тәртипле, телһөйәр, илһөйәр, белемле шәхес булып үҫеү.

Ошоноң менән тантаналы линейкабыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

“Ҡанатлы Гөлфиә”

(әҙәби-музыкаль кисә)

( Талғын моң. Экранда Г. Юнысованың портреты. Сәхнә артынан алып барыусы һөйләй.)

Уның йылдам хәрәкәтенә, әүҙемлегенә, өлгөрлөгөнә ҡараһаң, көләс йөҙөнә баҡһаң, һис кенә үҙ йәшен бирмәйһең. Ҡайҙан килә икән был тиклем көс, энергия, тип уйлағанда, Гөлфиә апайҙың булмышына яуапты уның исеменән эҙләргә кәрәктер. Күрәһең, 1948 йылдың 10 сентәбрендә Әлшәй районының Һарыш ауылында беренсе бала булып донъяға килгән ҡыҙҙарына юҡҡа ғына Гөлфиә тип исем ҡушмағандыр Аҙнағол олатай менән Хөмәйрә инәй. Унан һуң тыуған алты бер туғанына ла терәк булырҙай мәғәнәләр ята шағирәнең исемендә.

( Экранда “Г- гүзәл ҡатын” тигән яҙыу сыға)

1-се уҡыусы. Гөлфиә булғас исеме, “Г” хәрефенән башлайыҡ. Ул гүзәл ҡатын, гүзәл яҡты күңелле шағирә. 17 йәшендә яҙған “Ҡайыным” тип аталған шиғырын һеҙгә лә һөйләп үтке килә.

( Бер уҡыусы “Ҡайыным” шиғырын һөйләй )

Нисә ҡайын үҫә икән ерҙә

Аҡ филтәле йәшел ут булып

Ниндәй нурҙар-һыуҙар ҡайнай икән

Ҡайындарҙа йәшәү-һут булып?!

Кешеләр ҙә, ошо ҡайындар ҙа

Бер үк һауа менән тын ала.

Бик күп булһалар ҙа, үҙҙәренә

Бер генә бит һәр кем донъяла.

Ошо бик күптәрҙең береһе мин дә-

Бер ҡайынға өҙөлөп табынам.

Шул ҡайынға тамып, япраҡ ярған

Тәүге хистәремде һағынам.

Бала сағым яулыҡ болғап ҡалды

Алыҫтарҙа тыуған төбәктә.

Дим ярында шаулай бер ҡайынҡай,

Тамырҙары – минең йөрәктә.

Ябай ғына ҡайындан тәрән мәғәнәле образ табып, йәш кешенең тәрән уйланыуҙары һоҡландыра. Ә иң күркәме шул – Гөлфиә апай ана шул күңел яҡтылығын, ошо шиғырындағыса, әлегә тиклем һаҡлап ҡала белгән. Ата-әсәһенең уң ҡулы булған өлкән ҡыҙға, белем алыуҙан, мәктәп эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙан тыш, береһенән-береһе бәләкәй туғандарын ҡарашырға, ашатырға, өй эштәрен әҙерләшергә лә ярҙам итергә кәрәк булған. Әммә Дим бөгөлдәренә, тауҙарға ҡарап уйланғанда, үҫмер Гөлфиәнең күңеленә Хоҙай шиғри орлоҡ һалып, уны ҡанатлы иткәндер. Әйтерһең, алда яҡты хыялдары, өмөттәре көтөп торғанын тойғандай, ул һәр эшкә сәмләнеп, ең һыҙғанып тотонорға, ниндәйҙер еңеллек менән атҡарып сығарырға бала сағынан уҡ өйрәнә.

Тәүге шиғырҙары 5-се синыфта уҡыған сағында уҡ республикабыҙҙың журналдарында һәм район гәзиттәрендә донъя күрҙе. Хоҙай Тәғәлә һәр кемгә һайлау мөмкинлеге бирә, тиҙәр бит, шағирә Гөлфиә Юнысова, бәләкәйҙән үк гүзәллек, яҡтылыҡ юлын һайлап, үҙенең тормош юлын алдан билдәләп ҡуйғандай.

( Г. Юнысова “Тәнәфес” шиғыры)

Онотола тәнәфестә

Икелеләр, бишлеләр.

Тәнәфестә бөтәһе лә

Аҡыллылар, көслөләр.

Һағынып көтөп алабыҙ

Мәктәптә сәғәт һайын.

Күп нәмәгә өлгөрөргә

Табып торабыҙ яйын.

Тәнәфес кенә булһа ла,

Ваҡыты уның оҙон.

Сөнки үҙенә йыйған бит

Мәктәптең бар ҡыҙығын.

Баҫҡыстарҙан йүгертә лә.

Ишек алдын буйлата.

Кесеһен дә, олоһон да

Гөр килтереп уйната.

Тәнәфесте яратмаған

Бала юҡтыр донъяла.

Тик ҡыҙғаныс, һәр ваҡыт ул

Саҡ ҡына етмәй ҡала.

Эй, тәнәфес, тәнәфес

Ялыҡтырмай беҙҙе һис.

( Тамашасылар менән Г.Юнысова ижад иткән йомаҡтарҙың яуаптарын табыу, дөрөҫ яуаптар өсөн авторҙың портреты менән биҙәлгән календарҙар тапшырырға мөмкин)

( Экранда “Ө-өлгөр кеше” тигән яҙыу сыға )

2-се уҡыусы. Исеменең икенсе хәрефе-“Ө”. Ул өлгөр кеше. Ә өлгөрлөк сифаты егәрле, сәмле, маҡсатҡа ынтылыусандарға хас. Уйлап ҡарағыҙ әле: Раевканың 1-се башҡорт урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында уҡ уның “Миңә бары өс кенә”, “Зәңгәр тубым” исемле балалар өсөн тәғәйенләнгән шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. 25йәшендә СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителеүен, РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, РСФСР Яҙыусылар союзында иң йәш яҙыусы булыуын иҫәпкә алғанда, уның өлгөрлөгөнә иҫең китерлек!

29 йәшендә генә “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баш мөхәррир булараҡ эш башлауы – үҙе бер батырлыҡ!

Шағир Ирек Кинйәбулатов бер мәҡәләһендә: “Әгәр ҙә минән, Гөлфиәне 40 йылдан ашыу белгән кешенән, уның бөтә булмышын ниндәй бер-ике менән генә билдәләр инегеҙ, тип һораһалар, һис уйланып тормайынса “ҡанатлы Гөлфиә” тип яуап бирер инем”,- тигән. Шағирәнең өлгөрлөгө лә тап ҡанатлы булыуынан киләлер ул. Ул һәр эште осоп, ҡанатланып, йүгереп йөрөп башҡара төҫлө. Шуға ла ул һәр ерҙә алдынғы, күрәһең. Ошо булмышын шағирә үҙе лә нескә тоя төҫлө.

( Г.Юнысова шиғырына ижад ителгән йыр — “Инәйҙәр”,

Ғ.Дәүләтбирҙин музыкаһы)

Йырлай, йырлай инәйҙәр Ни уйлай был инәйҙәр,

Мамыҡ шәлдәр бәйләйҙәр. Юлдан кемде күҙләйҙәр?

Өйгә кемдәр ингәнен дә, Берәүһенең ҡыҙы ситтә,

Өҫтәлгә сәй килгәнен дә Икенсеһе улын көтә,

Улар яҡшы шәйләйҙәр, Һағышлылар инәйҙәр,

Улар яҡшы шәйләйҙәр. Һағышлылар инәйҙәр.

Ҡай сағында инәйҙәр Йәйен-ҡышын тимәйҙәр,

Ҡул эшенә тәймәйҙәр. Бәйләм бәйләй инәйҙәр.

Тәҙ(е)рәнән тышҡа бағып Бына балам ҡайтыр, тиеп,

Онотолоп, һүҙһеҙ ҡалып, Йәки килер хаты, тиеп,

Оло юлды күҙләйҙәр, Өмөт итә инәйҙәр,

Оло юлды күҙләйҙәр. Өмөт итә инәй

( Бейеүсенең итәгенә

Гөлемештәр тағылған

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ

Яңы бейергә төшкән. “Бөрйән ҡыҙы” бейеүе)

( Экранда “Л –лайыҡлы” тигән яҙыу сыға )

3-сө уҡыусы. Исеменең өсөнсө хәрефе – “Л”. Лайыҡлы. Туҡай һәм Андерсен исемендәге премиялар лауреаты, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллиндың: “Бөтә яҙмышын балалар әҙәбиәтенә бағышлаған шағирә ул. Гөлфиә Юнысова – башҡорт шиғриәтенең ғорурлығы”,-тигән юлдарын уҡығас, хатта бер ни тиклем ғәжәпләнеп киттем әле. Татар шағирының башҡорт шағирәһенең булмышын асып биреүе ҡыуандырҙы. Ысынлап та, Гөлфиә Юнысова – башҡорт әҙәбиәтенең Агния Бартоһы ул. Уның матурлыҡ, яҡтылыҡ иленә саҡырып балалар донъяһын, психологияһын нескә тойоп яҙған шиғырҙары – башҡорт балалар шиғриәтенең өлгөһө.

Гөлфиә апайҙың балалар өсөн яҙылған шиғырҙары йәйғор төҫөндәге сағыу бер донъяны хәтерләтә. Урыҫтар, ана, Бартоны

нисек пропагандалаған, ул да шундай уҡ популяр һәм китабы киң таралған автор булырға тейештер.Сөнки уның яҙғандары аша бала матур, тәбиғи, яҡты донъя менән таныша. Төрлө компьютер уйындары, телефондар баланың аңын томаларға, күңеленә инеп ояларға торған заманда ҡайҙа һуң йылы шиғырҙар менән бала йәнен һуғарыу! Аллаға шөкөр, беҙҙә балалар яҙыусылары ла бар, китаптар ҙа сығып тора. Саф күңелле баланың рухын нығытыр, яҡшылыҡҡа өндәр, донъяны танытыр өсөн Гөлфиә Юнысова кеүек шағирәнең китаптары һәр башҡорт ғаиләһенең өйөндә булһа, ҡалай күңелле булыр ине. Ә бит әле уның балалар өсөн 100-ҙән ашыу йырҙары ла бар.

Гөлфиә Юнысова – балалар әҙәбиәтендә ижады менән лайыҡлы урын алған Һ.Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

( Г.Юнысованың “Йәйғор төҫтәре” исемле шиғри композицияһы )

( Г.Юнысова шиғырына “Бишле”таҡмаҡтары)

Ике икең нисә булһын? Уҡытыусым, йә, әйтегеҙ:

Ике икең биш була. Мин кешенән кәмме ни?!

Бына шундай ялған бишле Кешенән кәм итмәҫ өсөн,

Ялҡауҙарға иш була. Бер “бишлегеҙ” йәлме ни?!

Икегә өстө ҡушһаң да, Төшөмә инә “бишлеләр”,

Килеп сыға бер “бишле”. Шатланып уянамын,

Тырышмағас, шул кәрәк, тип Төштә булһа ла күргәнгә,

Үсекләп тора төҫлө. Һикереп ҡыуанамын.

“Өслөләр” менән “дүртлеләр” Бер саҡ “биштең” ҡанатынан

Ҡала ҡайсаҡ күренеп. Ҡайырып тотоп алдым.

“Бишлене” эләктерергә Ҡош шикелле осоп китте,

Буйым етмәй үрелеп. Ҡул болғап тороп ҡалдым.

Сәмем дә бар, хәлем дә бар,

Ятһынма минән, “бишле”.

Көндәлегемә көн һайын

Һин ҡунырға тейешле!

( Экранда “Ф – фиҙәҡәр” тигән яҙыу сыға )

4-се уҡыусы. Фиҙәҡәрлек тигән һүҙ бар беҙҙә. Исемендәге дүртенсе хәрефе “Ф” бит әле, шул хаҡта һөйләргә ине. Был сифаттың йоғонтоһо уның фиҙәҡәрлек күрһәтмәһә, ҡәләм ташлаһа, бөгөн ул әҫәрҙәре 25 телгә тәржемә ителгән 35 китап авторы була алыр инеме?! Юҡтыр ул. Әгәр уның балалар өсөн яҙылған бер шәлкем шиғырҙары донъялағы иң һәйбәт әҫәрҙәр иҫәбенә “Балалар әҙәбиәте буйынса хрестоматия”ға (Мәскәү, “Просвещение”, 1984) ингән, башҡорт, татар, рус телдәрендәге байтаҡ дәреслектәргә һәм синыфтан тыш уҡыу китаптарына керетелгән икән, был яҙыусының ижад кимәле хаҡында һөйләй.

Ә республикабыҙҙың ғаилә журналы булған “Башҡортостан ҡыҙы”нда 1978 йылдан 1999 йылға тиклем баш мөхәррир вазифаһын башҡарыу, һәр хат авторына яуап яҙыу фиҙәҡәрлек түгелме ни?! Шағирә Гөлнур Яҡупова үҙенең бер мәҡләһендә уның хаҡында: “Күпме ғаиләләрҙе татыулаштырҙы журнал, күпме сабыйҙарҙың күҙ йәшен һөрттө — хисабы юҡтыр”,-тип яҙа.

1990-1993 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаты, Юғары Совет ағзаһы сифатында һәм 1999-2003 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһы депутаты булараҡ республика халҡын яҡлап күпме тырышлыҡ күрһәтелгән…Сөнки ул “Иртәгәләр бөгөн башлана” тигән шиғырындағы һымаҡ йәшәй.

(Г.Юнысова “Иртәгәләр бөгөн башлана” (Г.Юнысова шиғырына ижад ителгән йыр “Кермәгеҙ араларға!”, Р.Хәким музыкаһы)

Һары бөҙрә сәстәремде

Буятам ҡараларға.

Һөйөү уттарында янам,

Килегеҙ араларға.

А-а-а-а…

Килегеҙ араларға.

Ләкин берүк тотонмағыҙ

Иң һуңғы сараларға.

Уттан аралаған булып,

Теймәгеҙ яраларға.

А-а-а-а…

Теймәгеҙ яраларға.

Бөҙрә-бөҙрә сәстәремде

Ә ниңә ҡараларға?

Өҙөлөп-өҙөлөп ғашиҡ булдым,

Кермәгеҙ араларға.

А-а-а-а…

Кермәгеҙ араларға.

(Экранда “И – игелекле” тигән яҙыу сыға)

5-се уҡыусы. Исеменең сираттағы, “И” хәрефенә лә килеп еттек. Ул – игелекле кеше. Әлбиттә, ысын ижадсы булған күптәргә был сифат хас, әммә Гөлфиә апайҙа ул бигерәк тә ярылып ята.

Гөлфиә апайҙың игелекле, кеселекле булыуы ата-әсәһенән килә. Күп балалы булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар туғандары менән аралашып, ярҙамлашып йәшәгән. Хөмәйрә инәй йор һүҙле, йыр-моңға әүәҫ, алдынғы ҡарашлы ханым булған. Күптәр Гөлфиә апайҙың булмышын әсәһенә оҡшата.

Хәйер, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы үҙе лә шулай инде. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, кемдәр менән генә аралашһа ла, кәңәше, һүҙе, эше менән туғандарына, яҡындарына ғына түгел, бөтөнләй таныш түгел кешеләргә ярҙам итеп китә.

Тап шағирә булған өсөн дә Гөлфиә Юнысованың төрлө даирәләрҙә һүҙе үтеүенә һис шикләнмәйем. Сөнки Шағирә аңлап, тойоп, йөрәге менән һүҙ әйтә. Уға ышанмау, уны ҡеүәтләмәү,уға ярҙам итмәү, уны аңламау мөмкин түгел! Бик күптәрҙең яҙмышы хәл ителгәндә, халыҡ исеменән һүҙ әйткендә, илһөйәрлеге, сәсәнлеге, моғайын, уға иң тәү сиратта ярҙамға килгәндер. Шуныһы ғына үкенесле: һәр ерҙә кәрәкле кешеләрҙең, ярҙам һорап килеүселәрҙең күңелен, рухын шиғри һүҙ менән һуғарғанда, Шағирә бер ни тиклем ижадтан ситтәрәк йәшәгән. Дөрөҫөрәге, ул шиғыр түгел, ә күңел

камиллығы, донъя бөтөнлөгө, зиһендәр аяҙлығы ижад иткән. Ул бит хатта, бер генә хатты ла яуапһыҙ ҡалдырмай инем, ти?!! Үҙенән кесерәк бар туғандарын үҙ ғаиләһендә бергә ҡараған киң күңелле апай ҙа булған. Рәхмәт һүҙе, күңел алҡышы барыбер кешенең үҙенә әйләнеп ҡайталыр.

(Г.Юнысова шиғырына ижад ителгән йыр “Һандуғас моңо”,

Н.Дауытов музыкаһы)

Дим талына ҡунып,

Ниҙәр көткән булып,

Һайрай икән һары һандуғас?

«Кис ултырыу» йолаһына арналған сценарий

  1. Материалы для учителя

  2. Другое

Автор материала: Исхаков Рим Рифович

Содержимое документа:

Сигеү сигә ҡыҙҙар
Ҡыҙҙар сигеү сигеп ултыра.
Ҡыҙҙар йыры. Ай юғары, ай юғары,
Айға менәһем килә.
Айға үрләп, ергә ҡарап,
Һине күрәһем килә.
Таңдан тороп һыуҙар һиптем
Баҡсалағы түтәлгә.
Күҙем төшһә, күңелем төшмәй
Һинән башҡа бүтәнгә.
Оҙон ҡара сәстәреңә
Таҫма кәрәк үрергә.
Өҙөлөп һөйгән йәрең килгән,
Сыҡсы, зинһар, күрергә.
1-се ҡыҙ. Бәй, ҡыҙҙар, ниңә шулай моңайышып ултырабыҙ әле? Балтаһы һыуға төшкән кешеләй.
2-се ҡыҙ. Эйе лә баһа. Әйтерһең, донъя бөтөп бара.
3-сө ҡыҙ. Эй, ҡыҙҙар, ысынлап та. Өләсәйем әйтә, донъя бөтөргә лә мөмкин, ти. Донъя бөтөп ҡуйһа, ни эшләрбеҙ икән, ҡыҙҙар?
4-се ҡыҙ. Их, ҡыҙҙар, иңдәреңә ҡанаттар үҫһен дә, һауаларға осаһы ла китәһе ине. Ете диңгеҙ аръяғында ла донъя бар, ти бит. Осор инем шул яҡҡа.
5-се ҡыҙ. Ҡафтау артында ла кеше аяғы баҫмаған, кеше күҙе күрмәгән илдәр бар икән. Китер ҙә барыр инем шул тарафтарға.
2-се ҡыҙ. Ә мин ете ят ерҙәрҙә түҙә алмаҫ, һағыныуҙан һарғайыр инем.
3-сө ҡыҙ. Мин дә сит ерҙә йәшәй алмаҫмын ул. Шуға күрә донъя бөтә башлаһа, Шеүәҙеләге бейек ҡарағайҙар башына менермен дә ултырырмын инде. Үҙ ерең үҙ ерең инде ул.
1-се ҡыҙ. Эй, бынауҙарҙы, керештеләр. Әкиәт тиһәң, һеҙгә генә ҡуш. Донъя бөтә тиме ни? Быға тиклем бөтмәгәнде бөгөн дә, иртәгә лә, унан һуң да бөтмәҫ.
2-се ҡыҙ. Эй, Аллам, бөтмәһә генә ярар ине. Исмаһам, бынау ҡулъяулығымды сигеп бөтөрөр инем.
3-сө ҡыҙ. Йә, йә, шунан ни эшләр инең?
4-се ҡыҙ. Ни эшләһен, быныһын бөтөрөр ҙә яңыһына тотонор ине.
2-се ҡыҙ. Эй, ошоларҙы. Һүҙ әйтһәң, көлөргә генә торалар. Бүтән өндәшмәҫ тә ҡуйырмын.
3-сө ҡыҙ. Өндәшмәһәң дә беләбеҙ. Тиҙерәк кейәүгә сығырға талпынаһың.
4-се ҡыҙ. Эйе шул, ана, күҙҙәре үҙе әйтеп тора.
2-се ҡыҙ. Сыҡһам ни, сығырмын да. Маңлайға яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай.
5-се ҡыҙ. Бәй, әхирәттәр, былай булғас, беҙгә лә ҡулъяулыҡтарыбыҙҙы тиҙләтергә кәрәк инде. Кешенән ҡалышып булмаҫ.
1-се ҡыҙ. Эй, киттеләр бынауҙар, эй киттеләр. Әйтерһең, күктән әмер төшкән. Һәр кемгә яҙғаны үҙ ваҡыты менән килер, тигән боронғолар. Ҡоралайҙай ирекле мәлдәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
2-се ҡыҙ. Дөрөҫ тә баһа, ҡыҙҙар. Йәшлек үтә лә китә ул.
3-сө ҡыҙ. Өләсәйем әйтә, ҡыҙ бала ата-әсә йортонда ҡунаҡ ҡына бит ул, ти.
4-се ҡыҙ. Ошолай кис ултырыуҙарыбыҙ һағындырыр әле бер заман.
5-се ҡыҙ. Илайым хәҙер, ҡыҙҙар, илайым. Әйҙәгеҙ әле, күңеллерәк нәмә хаҡында һөйләшәйек.
1-се ҡыҙ. Вәт, быныһы дөрөҫ, исмаһам. әйтерһең, бында балауыҙ һығырға йыйылғанбыҙ. Йәгеҙ әле, дәртле генә йыр йырлап алайыҡ.
Ҡыҙҙар йыры. Түңәрәк күл, түңәрәк күл,
Түңәрәк күл туғайҙа,
Ебәк ҡамыш, һыуы көмөш,
Бындай күлдәй күл ҡайҙа?
Күл өҫтөндә тәңкә –тәңкә Томбойоҡ сәскәләнә,
Алтын сабаҡ һикереп-һикереп
Ҡояшта иркәләнә.
Нисек урап йырламайһың,
Күле түңәрәк булғас,
Нисек бейемәй түҙәһең,
Күңел күбәләк булғас?
3-сө ҡыҙ. Әйт шуны. Үҙ күңелеңде үҙең күрмәһәң, бүтәндәр күрмәҫ. Кеше ҡайғыһы төштән кире, ти минең өләсәйем.
4-се ҡыҙ. Өләсәйең асыуланмаһа, әллә бейеп тә ебәрәһе инде, тим. Табандар ҡысытып китте ләсе.
5-се ҡыҙ. Әйҙә әле, беҙ ҡумыҙ сиртербеҙ.
4-се ҡыҙ. Их, ҡурай ҙа булғанда, зәһәр сығыр ине.
Шул саҡ ҡурай тауышы ишетелә. Уйнаусы үҙе лә күренә.
1-се ҡыҙ. Бына һиңә мөғжизә! Кем һин? Әүлиәме әллә?
Ҡурайсы. Әүлиә түгелмен. Мин – һеҙҙең хыялдағы ҡурайсы. Ҡурайым да ябай түгел — тылсымлы.
4-се ҡыҙ. Ҡыҙыҡ. Бәлки минең алдан күреү һәләтем барҙыр?
3-сө ҡыҙ. Минең өләсәйем әйтә, үлеп ғашиҡ булған ҡыҙҙарҙың юрағаны юш килеп, һәр теләге тормошҡа аша, ти. Тимәк, һин ғашиҡтарҙың ғашиғы.
Ҡурайсы. Ҡурайымда минең
Күңелдәрҙе елкетер,
Моңһоҙҙарға моң бирер,
Ҡыйыуһыҙға дәрт бирер,
Баҙнатһыҙға сәм бирер,
Ғашиҡтарҙың күңелен
Дөрләтерлек ут бирер
Шундай сихри көс бар.
4-се ҡыҙ. Улай икән, бик яҡшы. Тылсымлы ҡурайыңды тартып, бер бейетеп ал әле.
5-се ҡыҙ. Күп һүҙ китапҡа яҡшы, әйҙә, уйна, давай.
Ҡурайсы. Төш, һылыуым, ҡурай тартам,
Тыпырлатып баҫ.
Ҡурай тартҡан егеткә, һылыуым,
Бер генә күҙеңде һал.
Ҡурай уйнай. 4-се ҡыҙ бейей.
Ҡурайсы. Һеҙ саҡырҙығыҙ – мин килдем,
Теләнегеҙ – бейеттем,
Күңелегеҙ булғандыр –
Хәҙер инде мин киттем.
Сыға.
2-се ҡыҙ. Әллә төш булды, булдымы әллә өн?
3-сө ҡыҙ. Күренде лә юҡ булды, әйтмәне лә исемен.
4-се ҡыҙ. Булһын ине булғас, ана шундай егетең.
5-се ҡыҙ. Ысындарға ашһа икән хыялдағы өмөтөң
1-се ҡыҙ. Онотолоп китмәгеҙ әле,
Төшөгөҙ ҡабаттан ергә.
Өлөшөнә төшкән көмөшө
Килер бер саҡ һәр кемгә.
Йә-йә, моңайышмағыҙ.
Башлайым хәҙер таҡмаҡ,
Һеҙгә уны дауам итергә кәрәк.
Бейе, бейе, бейеүсе,
Иҙән булап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп – беренсе. (2-се ҡыҙ алдына баҫа). Дауам ит.
2-се ҡыҙ. Тыпыр-тыпыр тыпырлап,
Бергә баҫайыҡ әле.
Уйнап- көлөп, йырлап-бейеп,
Күңел асайыҡ әле. (3-сө ҡыҙ алдына баҫа). Дауамы һинән.
3-сө ҡыҙ. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары
Аҡлы күлдәк кеймәйҙәр.
Егет булһа, уңған булһын,
Ялҡауҙарҙы һөймәйҙәр. (4-се ҡыҙ алдына баҫа). Хәҙер һиңә сират.
4-се ҡыҙ. Стенала сәғәт һуға
Минутын белеп кенә.
Төштәремә һин керәһең
Йылмайып-көлөп кенә. (5-се ҡыҙ алдына баҫа). Әйттер әле, әйҙә.
5-се ҡыҙ. Итек кеймәгән тимә,
Ситек кеймәгән тимә.
Быймаларға боҙҙар ҡатһа,
Итек тауышы килә. Бергәләп.
Бергәләп. Иҫке лә шырпы ҡабы,
Яңы ла шырпы ҡабы.
Матур бейей, матур баҫа,
Бейеһен әле тағы.
Әйҙә, баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле,
Бейейек тә, йырлайыҡ та,
Күңел асайыҡ әле.
1-се ҡыҙ. Йә, ҡыҙҙар, бейенек. Тағы ла ҡул эшенә тотоноп алайыҡ әле.
2-се ҡыҙ. Аулаҡ тип егеттәр йөрөй торған.
3-сө ҡыҙ. Бимазалап йөрөмәһендәр әле.
4-се ҡыҙ. Килһәләр – ишек асыҡ. Килмәһәләр, яулыҡ һалыр уйым юҡ.
5-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, егеттәр килгәнсе ваҡытыбыҙҙы әрәм итмәйек. Сигер, ҡайыр эштәребеҙҙе барлайыҡ.
Ултырышалар. Тәүге йырҙы яй ғына көйләйҙәр.
2 декабрь, 2013 й.

Предпросмотр онлайн:

Скачать 20.11 Kb

Посмотрите также:

“Тел бәйгеһе” уйын-ярыш.

Маҡсат: 1) Бергәләп күңел асыу;

2) Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү;

3) Туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

4) Уҡыусыларҙың белемдәрен барлау.

Йыһазландырыу: ҡағыҙ, ручка, плакаттар

Кисәнең барышы:

Уҡытыусы.

— Тел ул — бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллион-

лаған кешеләрҙең күп ғасырлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡ-

лау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү — һәр кемдең изге бурысы.

Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Менә ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн мин бөгөнгө кисәбеҙҙе уйын – ярыш формаһында үткәрергә булдым.

— Шуның өсөн хәҙер беҙгә 2 командаға бүленергә кәрәк.

Командаларға бүленеү.(«Зирәктәр», «Отҡорҙар»)

— Ә хәҙер, һеҙҙе,беҙҙең командаларыбыҙға баһа биреү өсөн жюри члендары менән таныштырып китәм:

Ғәҙел, тырыш, намыҫлы ул,

Бөтөн эште булдыра.

Шуға күрә яратабыҙ,

Ул Зәки абый була.

Менә тигән уҡытыусы,

Сабыр, хеҙмәт ярата,

Беҙ ҙә уны яратабыҙ,

Ул бит Әнисә апа.

Өсөнсө жюри членыбыҙ

Барыбыҙға ла таныш.

Һәр саҡ шат була белә ул,

Беҙҙең Ирина апабыҙ.

-Менә жюри члендары менән дә танышып үттек. Ярышыбыҙҙы башлап ебәрһәк тә була.

1-се бирем. «Йомаҡтар»

  1. Бабай бүреге йөҙ ямау. (Глобус)

  1. Көн һайын ябыға,

Йыл аҙағында үлә. (Календарь)

  1. Ҡалаһы бар – халҡы юҡ,

Диңгеҙе бар – һыуы юҡ. (Карта)

  1. Һиндә лә бар, миндә лә бар,

Әҙәмдә юҡ, донъяла бар. (Н хәрефе)

  1. Ауыҙы юҡ, күп телле,

Дәртләндермәй һуң кемде? (Гармун)

  1. Эсе ҡыуыш,

Дыңғылдарға уны ҡуш. (Барабан)

  1. Һүҙе килә — үҙе килмәй. (Хат)

8) Көн үткәнде кем белә,

Мин онотһам, ул белә. (Сәғәт)

9) Тәҙрә башында терәү,

Һөйләп тора берәү. (Радио)

10) Урманға барғанда, өйгә ҡарай,

Өйгә ҡайтҡанда, урманға ҡарай. (Билдәге балта)

11) Береһе әйтә: «Йәй тыныс»,

Икенсеһе әйтә: «Ҡыш тыныс»,

Өсөнсөһө әйтә: «Йәй ҙә, ҡыш та бер тормош,

Юҡ ул миңә тиктормош». (Сана, арба, ат).

  1. Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш)

2-се бирем. Ҡайһы команда тиҙәйткесте дөрөҫ һәм тиҙ

әйтә.

(Команданан бер кеше)

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,мөгөҙө үгеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме,мөгөҙө

үгеҙҙекеме?

3-сө бирем. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе урыҫ теленә

тәржемә итергә

Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай.

(Ворон ворону глаз не выклюнет)

Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ.

(Куй железо, пока горячо)

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.

(Всему свое время)

Беҙ ҡапсыҡта ятмай.

(Шила в мешке не утаишь)

Һүҙ жюриға бирелә.

4-се бирем. «Хикәйә яҙабыҙ» тип атала. 1-се команда «Ҡ»

хәрефенә генә башланған һүҙҙәр ҡулланып, ә 2-се

команда «Т» хәрефенә генә башланған һүҙҙәр

ҡулланып хикәйә яҙырға.

— Командалар биремде үтәгән мәлдә ҡарап ултырыусы-

лар менән уйнап алабыҙ.

5-се бирем. «Шаян Һорауҙар» (Ҡарап ултырыусылар

менән уйын)

  1. Ир кеше тол ҡалған ҡатынының һеңлеһенә өйләнә

аламы? (юҡ, сөнки ул үлгән)

  1. Яңғыр яуғанда ҡуян ниндәй ағас аҫтында ышыҡланып

ултыра? (еүеш)

  1. Нимәне әҙерләһәң дә ашап булмай? (дәресте)

  2. Ун метрлы баҫҡыстан һикереп нисек аяҡты һындырмаҫҡа? (баҫҡыстың аҫҡы өлөшөнән генә һикерергә)

  3. Илфат ағай мәктәпкә ҡарағанда бейегерәк һикерә аламы? (юҡ, сөнки мәктәп һикермәй)

  4. Ғәҙәттә ай 30 йәки 31 көн менән бөтә. Ә ҡайһы айҙа

28 көн бар? (барыһында ла)

7) Ниндәй йыл бер генә көн була? (Яңы йыл).

8) Ниндәй һандар бойора ала? (йөҙ, ҡырҡ)

9) Ниндәй ат хайуан түгел? (исем)

10) Ниндәй 100 һан түгел? (бит)

6-сы бирем. «Анаграммалар»

«Ҡыҙыҡ» «Ҡыҙыҡ» булып ҡала

Уҡыһаң да кирегә.

Әйҙә киттек һүҙлек буйлап

Ҡыҙыҡ эҙләп йөрөргә.

Ҡыҙыҡтарҙың бүтәндәрен

Үҙең эҙлә тиҙерәк.

Бирелгән ваҡыт эсендә кем күберәк анаграммалар яҙа.

(Ҡыйыҡ, көсөк, ҡалаҡ, ҡоҙоҡ, оло, сәс, наҙан, ҡыуыҡ, ете, өрө, йәй, ҡабаҡ…)

Һүҙ жюриға бирелә.

7-се бирем. «Бер һүҙ менән әйт»

Күҙ асып йомғансы — тиҙ

Ауыҙы ҡолағына еткән — шатланыу.

Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ — ғәжәпләнеү, аптырау.

Ауыҙ асырға ла ирек бирмәү — һөйләтмәү.

Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел — бик күп

Утлы табаға баҫтырыу — тиргәү

Энә күҙенән үткәреү — ентекләп тикшереү.

8-се бирем. «Рифма тап»

Бик һиҙгер тоя белһәң,

Был донъяла серҙәр күп.

Иркен һулап йөрөргә

Сәхрә генә ……. күп.

Шыбыр-шыбыр япраҡтары –

Туғайҙарҙа дуҫтар бар:

Иртә-кисен серле генә

Сутылдашҡан …… бар.

Тиҙ арала сәскә атҡан

Аҡланда гөлдәр күп-күп,

Һағышланырға беҙҙе лә

Саҡырып йөрөй …… .

Көҙгә хәтлем эшһеҙ ҡалғас,

Бойоғоп тора көрәк.

Әллә ҡайҙа боҫоп ҡына

Быжҡылдап ҡуя …… .

9-сы бирем. «Ребус»

-Яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡырһығыҙ.

10-сы бирем. «Метаграммалар»

-Йәшерелгән һүҙ эсендәге бер хәрефте алыштырып,яңы һүҙ

Сығарыла торған йомаҡтар метаграммалар тип атала.

(Метаграммалар әйтеү)

Һүҙ жюриға бирелә.

— Ошоноң менән беҙҙең «Тел бәйгеһе» уйыны тамам. Рәхмәт

иғтибарығыҙға.

Еңеүселәрҙе бүләкләү.

“Тел бәйгеһе” уйын-ярыш.

Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Уҡытыусыһы Ғилметдинова Л.Н.

(ҡуян йылына арналған сценарий)

Зал матур итеп биҙәлгән. Иң уртала күркәм шыршы.
Күңелле башҡорт бейеү көйө уйнала. Шул көйгә бейей-бейей төрлө кейем кейгән балалар сыға.
Улар сығып баҫҡас та, Төлкө һөйләнә-һөйләнә килә:
Гөрләп тора бында байрам,
Шатлана һәр береһе,
Эләкмәҫме миңә ҡуян,
Тәтәй түгел, тереһе?
И-их, мин уны
Ярата башлар инем,
Йылы йомшаҡ ҡына көйө
Ботарлап ташлар инем /ауыҙын ҡаплай, тирә-яғына ҡарана/.
Юҡ та, уны яратыр инем,
Өңөмә апҡайтыр инем.
Алып барыусы йүгереп килә. Төлкө апай, ни тураһында һөйләнеп килә инең ул?
Төлкө. Теге, ней, ҡуян күренмәнеме?
Алып барыусы. Әлләсе, мин күрмәнем. Бәлки, балалар күргәндер?
Балалар: Юҡ, күрмәнек.
Төлкө:
ҡуян күренһә, миңә әйтерһегеҙ,
мин уны яратам,
Хәттин ҡыҫып-ҡыҫып,
ҡала күрмәһен боҫоп.
Алып барыусы.
ҡарағыҙ, күпме ҡунаҡтар
Беҙҙең байрамға килгән,
Һәр береһе шундай матур,
Сағыу кейемдәр кейгән.
Беренсе бала.
Әйҙәгеҙ, түргә уҙығыҙ
Күркәм шыршы ҡырына,
Шатланһын урман ҡунағы
Балаларҙың йырына.
Икенсе бала.
ҡыш бабай ҙа, ҡарһылыу ҙа
Байрамға килер тиҙҙән.
Барыһы бергә.
Байрам мөбәрәге менән
Урындар булһын түрҙән!
Бүре килеп сыға.
Бүре. Бөгөн донъя мамыҡ ҡына –
Аҡҡош ҡағынғанмы ни,
ҡарҙар өҫтөбөҙгә ҡуна,
Беҙҙе һағынғанмы ни! /С. Муллабаев/.
Алып барыусы. Бүре ағай, түрҙән уҙ,
Бейе, йырҙарыңды һуҙ.
Төлкө. Байрамдың ҡыҙған мәлендә
И-их, ҡылый йылы алдынан,
Берәй ҡош-ҡортто ҡыҫайым, әтеү
Бүре олой ҡарында.
Балалар. Әйҙә, түрҙән уҙ, Төлкө,
Бында йыр, уйын, көлкө,
Бейеп ал күңел асып…
Төлкө. ҡуян китмәһен ҡасып!
Бүре. Хи-хи-хи, ҡасмаҫ,
Килә уның йылы бит,
Тәпәйҙәре йоп-йомшаҡ,
Күҙҙәре лә ҡылый бит.
ҡуян йылы тигәс тә,
Күңелдәр китте тулып.
Әйҙә, Төлкөбикә апай,
Алайыҡ бер аҙ олоп.
Икәүләшеп олойҙар. У-у-у! У-у-у! У-у-у!
Алып барыусы. ҡуйығыҙ әле, оломағыҙ. Әйҙәгеҙ, балалар менән бергә оломай ғына, ҡәҙерле ҡунаҡтар, шыршы тирәләй йырлап-бейеп алайыҡ.
«Аҡбуҙатта елдереп» /Сафуан Әлибай һүҙҙәренә С. Сәлмәнов көйө/ йыры башҡарыла.
Тек-тек итеп
сәғәт һуға,
Яңы йыл
килә икән,
Беҙгә бүләк
өләшергә,
ҡыш бабай елә
икән.
ҡыш бабай килә
икән,
ҡарһылыу көлә икән.
Беҙгә бүләк өләшергә
ҡыш бабай елә икән.
Аҡ бурандар саба ғына,
Юлдарында ҡар икән,
ҡыш бабайҙың,
ҡарһылыуҙың
Аҡбуҙаты бар икән.
ҡыш бабай килә икән,
ҡарһылыу көлә икән,
Беҙҙең һағынып көткәнде
Үҙҙәре белә икән.
/Ете бәрәсен эйәртеп, Кәзә килеп сыға. Бүре шатлыҡтан ҡулдарын ыуа-ыуа сәпәкәй итеп, олоп ебәрә/.
Бүре. У-у-у, о-о-о! Кәзә-кәзә-кәзәкәй,
Кәзә кейгән кәзәкей,
Кәзәкәйҙең кәзәкейе
Үҙенә бигерәк бәләкәй.
Билен дә быуған булған,
Кәпәс тә кейгән булған,
Кәпәсенең эсенә
ҡар бөртөктәре тулған.
Йомшаҡҡай бәрәстәре,
Тек-тек-тек итектәре,
ҡана, ҡосоп алайым,
Тотоп ҡына ҡарайым,
Ҙур тоғома һалайым
Берәй Кәзә малайын. /Бәрәстәрҙе баҫтыра башлай/.
Кәзә. Мәккә-кә, мәккә-кә,
Беҙ килгәйнек мәктәпкә,
Шыршылы ҙур байрамға,
Бейергә шат майҙанда.
Теймә бәрәстәремә,
Яндарына баҫма ла!
ҡосоп ҡына ҡарайым, тип,
Ауыҙыңды асма ла!
Малайҙарымды теҙеп,
Хәҙер ташларбыҙ һөҙөп.
Бүре /ҡурҡып/. Әстәғин, мин шаяртам!
Кәзә. Йөрөмә беҙҙең арттан!
/Шүрәле килеп сыға/
Шүрәле. Мин Шүрәле-Шүрәле,
Буй-һынымды күр әле,
Бармаҡтарым йылғырҙар,
Шаҡмаҡ күҙҙәр йылтырҙар,
Алартам күҙем менән,
Алдатам һүҙем менән,
Кети-кети ҡытыҡлап,
Алып китәм ҡултыҡлап,
ҡара урман-төпкөлгә,
Йәшәгең килһә, көлмә,
Әтеү ҡалаһың көлгә.
/Шүрәле балаларҙы баҫтырып ҡытыҡлай башлай/.
Алып барыусы. Туҡта, туған, Шүрәле,
Яңы йылды күр әле,
Уйна шыршы уратып,
Балаларҙы йырлатып,
Әйҙә бейе, баҫ әле,
Күңелдәрен ас әле!
/Музыка уйнай, Шүрәле бейей/.
/Албаҫты сыға. Таяҡҡа таянған, сәсе-башы туҙған. Ул таяғы менән төлкөгә төртөп-төртөп ала/.
Тынып ҡалған ҡышҡы урман,
Ағастар аҡ тун кейгән,
ҡуян эләкмәҫме, тиеп,
Төлкө байрамға килгән…
Төлкө. Юҡты һөйләмә, Албаҫты,
Күңел асырға килдем,
Шыршы байрамы барғанын
Мин әллә ҡасан белдем.
Балалар. Һаумы, Албаҫты инәй!
Алып барыусы. Имен-аман ғына килеп еттеңме, Албаҫты инәй? Бала-сағаларың, туған-тыумасаларың имен-аманмы?
Албаҫты. Имендәрме, амандармы, әллә яуыз-ямандармы, уныһын сүплектә бер убыр-шайтан ғына белә инде.
Шүрәле. Һин генә етмәгәйнең бында! Ғүмеремдә бер иркенләп рәхәтләнеп кеше ҡытыҡлап, балаларҙы ҡыҙыҡлап күңел асып алайым тиһәм, килеп тә еткәнсе, мынау!
Албаҫты /аптырап/. Ата-а-ҡ, ҡара һин уны! Минһеҙ, әйтмәй-нитмәй, кәңәшләшмәй байрам итеп яталарсы?!
Төлкө /уға зарланып/. Ай-бай, ҡалай шатланған булалар бит әле, эйеме?
Албаҫты. Ай-бай, Шүрәле,
ҡалай баҫа, күр әле,
Мин дә һинән ҡайтыш түгел,
Сүплектә мин түрә әле!
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, йырлайыҡ,
бергәләп
Йәшел шыршы тирәләп.
/Күмәк йыр/. ҡадир Даян һүҙҙәренә Рафиҡ Сәлмәнов ижад иткән «Тышта ҡар яуа» йыры.
Шүрәле.
Әйҙә әле, Албаҫты,
Минең бит йоҡо ҡасты,
ҡарһылыуҙы тотайыҡ,
Кети-кети ҡытыҡлайыҡ.
ҡыш бабай ҙа килмәһен,
Бүләктәрен бирмәһен,
Бүлешербеҙ уртаҡлап,
ҡаршылайыҡ юртаҡлап!
Албаҫты.
Мин риза, мин риза,
ҡыш бабайға булһын яза,
ҡышына килһен ҡаза,
Йәнем һөймәй шул бурандарын,
ҡар баҫҡан урамдарын,
Сүплекте ҡаплап ҡуя,
Бысраҡ эҙҙәрҙе юя.
/Албаҫты менән Шүрәле быш-быш һөйләшеп сығып китә. Сәпәкәй итә-итә тейендәр килеп сыға/.
Беренсе тейен.
Шыршы үҫә урманда,
Шыршылар бик күп унда,
Уйынсыҡтар эләм тип,
Һикереп йөрөй тейен дә.
Икенсе тейен. Беҙ яратҡан ҡыш бабай
Матур ғына, аҡ ҡына.
Бигерәк йомарт ҡыш бабай,
Өшөттөрә саҡ ҡына.
Өсөнсө тейен.
ҡарһылыу ҙа аҡ ҡына,
Баҫалыр йомшаҡ ҡына,
ҡыш бабай менән бергә
Байрам биҙәр саҡ ҡына.
Дүртенсе тейен.
Шаян бейеү көйөнә
Беҙ ҙә бергә баҫырбыҙ,
Йырлашып, шиғыр һөйләп,
Бергә күңел асырбыҙ! /Тейендәр бейей/.
Алып барыусы. Балалар, әйҙәгеҙ әле, әйҙәгеҙ, саҡырайыҡ ҡыш бабай менән ҡарһылыуҙы. Нишләп улар һаман килеп етмәй икән ул?
Балалар. А-һа-һай, ҡыш бабай! А-һа-һай, ҡарһылыу! Килегеҙ тиҙерәк! Беҙгә һеҙһеҙ күңелһеҙ!
/ҡыш бабай булып кейенгән Албаҫты, ҡарһылыу булып кейенгән Шүрәле килеп сыға/.
Албаҫты-бабай. Килә ятам бит һуң, эй, ошоларҙы, түҙмәҫтәр инде! /ҡыҙыл кәпәсе аҫтынан сәсе-башы туҙып тора/.
Балалар, мин – ҡыш бабай,
Яратың мине давай!
Йырлағыҙ ҙа бейегеҙ,
Матур булһын көйөгөҙ!
Миңә бирегеҙ бүләк,
Кәнфит яратам һәләк!
Алып барыусы. Һауғынаһығыҙмы, ҡарһылыу! Һаумы, ҡыш бабай! Нисек була һуң улай?
Күстәнәсте йыл һайын
Бабай, үҙең бирәһең,
Уның йолаһы шулай!
Балалар. Әйҙәгеҙ, ҡыш бабайҙы бер бейетеп алайыҡ әле.
/Таҡмаҡ әйтәләр/.
Һары япраҡтар ҡойолдо,
Аҡ ҡар менән ҡыш етте,
ҡыш бабайҙы тыпырлатып
Беҙҙең көйҙәр бейетте.
/ҡыш бабай – албаҫты бейегәндә кәпәсе төшөп сәсе туҙып китә. Ул иҙәнгә төшкән кәпәсен алып ҡаса/.
Беренсе бала.
Албаҫты, Албаҫты,
Кәпәсен алып ҡасты.
Икенсе бала /Шүрәлегә/. Әйҙә әле, ҡарһылыу, матур итеп баҫ, һылыу!
Шүрәле-ҡарһылыу.
Кети-кети, мин – һылыу,
Исемем дә ҡарһылыу,
Һеҙҙең байрамға килеп
Төрлө яуыз /ауыҙын баҫа/ әй,
әттәгенәһе,
Төрлө изгелек ҡылыу. /Оҙон бармаҡтарын тырпайтып, балаларҙы баҫтыра башлай/.
Алып барыусы. Балалар, был аҫыл зат, ысынлап та, ҡарһылыумы икән?
Балалар. Түгел!
Шүрәле. Тимәк, миңә ышан­майһығыҙ инде? Әләй­һәң, мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, шуны сисһәгеҙ, ҡарһылыу менән ҡыш бабайығыҙ килеп етер. Бына ниндәй ете йомаҡ:
Тау-тау булып өйөлдө,
Яҙ килгәнгә көйөндө,
Йырғанаҡ булып аҡты,
Ергә һеңде лә батты,
Шунда уҡ үлән ҡалҡты.
Балалар. ҡар, ҡар.
Шүрәле.
Йомшаҡ ҡына, аҡ ҡына,
Сана шыуыр саҡ ҡына,
Урамда оҙаҡ йөрөһәң,
Битте семтей саҡ ҡына.
Һыуыҡлығы көйҙөрә,
Бейәләйҙәр кейҙерә,
Тик ятмай ул гел генә.
Исеме уның нимә?
Балалар. ҡар, ҡар.
Шүрәле.
Бабайым килә ҡағынып,
Аҡ толобон ябынып.
Был кем була инде?
Балалар. ҡыш була.
Шүрәле. Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,
Йөрөй йәшел кейем кейеп.
Балалар. Шыршы, йәшел шыршы.
Шүрәле. Ишектән инә, түргә уҙа,
ҡулһыҙ һүрәт төшөрә,
Телһеҙ тешләй.
Балалар. Һалҡын була был.
Шүрәле. Дөп-дөрөҫ. Утта янмай, һыуҙа
батмай,
Тышта таш була.
Өйгә инһә, һыу була.
Балалар. Боҙ, боҙ. Эйеме?
Шүрәле.
Тәҙрәгә мөғжизәле
Үлән, япраҡ төшөрә,
Буран ыжғырып торғанда
Йәйҙе иҫкә төшөрә.
Уның исеме ябай…
Балалар. Был бит беҙҙең ҡыш бабай.
Шүрәле. Һай, афарин балалар икәнһегеҙ ҙә. ҡуй инде, ҡороғорҙар! Бөтә йомаҡҡа яуап тапты ла бөттөләрсе. Йә, инде, саҡырығыҙ шул яратҡан бабайығыҙҙы.
Балалар. ҡыш бабай! ҡарһылыу, һеҙ ҡайҙа?
/ҡыңғырау тауышы ишетелә/.
Бөтәһе бергә.
Ау, ҡыш бабай!
Күк бүрегә ултырып ел,
Кил инде байрамға, кил!
/ҡыш бабай килеп инә. Уны өҫтөндә аҡ елән, еләнгә алты, һигеҙ мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙҙар сигелгән, башында ҡамсат бүрек/.
ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, ата-әсәләр! Һауғынамы, Шүрәле ҡорҙаш!
Шүрәле. Һау, һау! Рәхәтләнеп бала-сағаны ҡытыҡларға ла өлгөрә алманым. Мынау суҡынмышы килде лә еттесе.
ҡыш бабай. Тауҙар һәм урмандар аша
Һеҙгә ашҡынып килдем,
Байрамға һуңламайым,
тип,
Күк бүрелә мин елдем.
Мәғрур Ирәмәл тауында,
Уралымда төйәгем,
Һәр үҫемлеге ҡәҙерле,
Яратам һәр кейеген.
Һаумыһығыҙ, ололар!
Сәләм һеҙгә, балалар!
Һаумыһығыҙ, ҡош-ҡорттар,
Һыуһылыуҙар, аҡҡоштар,
Гүзәл ҡар бөртөктәре,
Клоундар, эт, ҡуяндар.
Байрамыбыҙҙы биҙәп
Матур шыршы ҡуйғандар.
Һеҙҙең менән бергә-бергә
Күңелдәр күтәрелһен,
Байрамыбыҙ һәр ерҙә лә
Тик күркәм үткәрелһен!
Барыһы бергә. Амин, шулай ғына була күрһен!
Алып барыусы. Бына, ҡыш бабай, балалар күп итеп шиғыр, йыр-бейеү әҙерләне.
ҡыш бабай. Шулаймы ни? Әйҙәгеҙ әле, тыңлап-күреп ҡалайыҡ. Оҫта башҡарыу­сыларға күстәнәстәрем дә күп кенә. /Сәпәкәй итә/. Айыуҙар, минең һандығымды индерегеҙ әле. /Ике айыу һандыҡ индерә. Артабан балаларҙың сығышы. Балаларҙың сығыштары тамамла­ныу­ға залда ыҙғыш-талаш, шау-шыу башлана/.
Шүрәле. Мин асыҡтым! Мин талсыҡтым! Мин хәҙер берәүҙе тотоп ҡытыҡлайым /балаларҙы баҫтыра башлай/.
ҡыш бабай.
ҡайҙа барма, балҡып тора,
Көлөп тора шыршылар,
Шыршы байрамына килгән
Бейеүселәр, йырсылар.
Айыуҙар килгән, бүреләр,
Төлкө, бурһыҡ, тейендәр…
Минең дуҫтарым бит шулай
Хатта матур кейенгән.
Алып барыусы.
Гармунсы, уйна гармунда,
Бейеһендәр беҙҙең менән
ҡыш бабай ҙа, Шүрәле,
Нисек оҫта баҫа улар,
Тыпыр-тыпыр, күр әле.
/Гармунсы уйнай, ҡыш бабай менән Шүрәле бейей/.
ҡыш бабай. Уф, арыным, хәлем бөттө, ҡартаямдыр, ахырыһы, ҡайҙа әле минең ҡар бөртөктәрем? Бейеп, әҙерәк еләҫлек бөркһөндәр ине.
1-се ҡар бөртөгө.
Беҙ тыуҙыҡ зәңгәр күктә,
ҡар болото – әсәбеҙ.
2-се ҡар бөртөгө.
Беҙ – аҡ мамыҡ, аҡ йондоҙ,
Ергә йәм-нур сәсәбеҙ.
3-сө ҡар бөртөгө.
Күңелсәк беҙ, шаян беҙ,
4-се ҡар бөртөгө.
Ел бер өрһә, шул етә:
Аҫҡа төшөрмәй юрый,
Әллә күпме бейетә.
5-се ҡар бөртөгө.
Өшөмәһен Ер-әсә,
6-сы ҡар бөртөгө.
Мамыҡ юрған ябабыҙ,
7-се ҡар бөртөгө.
Яҙҙар еткәс, тауҙарҙан
Йырлай-йырлай сабабыҙ. /Фәүзиә Рәхимғолова шиғыры/. /ҡар бөртөктәре әкрен генә вальсҡа әйләнеп бейей/.
Алып барыусы.
Беҙҙең һылыу ҡарһылыу
Бына хәҙер килеп етер,
Әйҙәгеҙ, бер йырлайыҡ,
Ул юлын тиҙерәк үтер.
/Башҡорт халыҡ йыры «Аҡ ҡуян» башҡарыла./
Аҡ ҡуяндың балаҡайы
Мамыҡ ҡына була икән.
ҡушымта.
Тая-тәти-рәтирәм,
Балаларҙың уйындары
Зауыҡ ҡына була икән.
ҡушымта.
Шылтыр-шылтыр эләйек тә
Шылтыратып кейәйек.
ҡушымта.
Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп
Уйнайыҡ та көләйек.
/ҡарһылыу сыға/.
Балалар. Һаумы, һаумы, ҡарһылыу!
Барса халыҡ. Һаумы, ҡарһылыу!
ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар! Һаумы, олатай! Һаумы, Шүрәле олатай!
Байрамға килгән саҡта ни хикмәт менәндер таш һымаҡ ҡаттым да ҡалдымсы! Алға ла атлай алмайым, артҡа ла сигенеп булмай. ҡар бөртөктәрем дә әллә ҡайҙа юҡ булды ла ҡуйҙысы. Шунан алыҫтан «Аҡ ҡуян» тигән ауаз яңғырап, йылы, рәхәт булып йомшарҙым да, күк боланым менән елеп килеп тә еттем.
ҡыш бабай. Әләйһәң, тағы ла шиғыр-йырҙар башҡарығыҙ әле, балалар, ейәнсәремә тағы ла рәхәтерәк булһын.
Алып барыусы. Әйҙә, олатай, ейәнсәрең менән бергә үҙең дә бергә баҫ әле, күңелдәрең ас әле. /Күмәк бейеү/.
/Абдулхаҡ Игебаев шиғыры/
Беренсе бала.
Күпте күргән, күп белгән
Йөҙ йәшәр сал ҡыш бабай,
Ахыры, һинең ҡулдарың
Бер ҙә эштән бушамай.
Икенсе бала.
Мин йоҡонан тороуға
Көрт тауҙары өйәһең,
Ел атыңа атланып,
Аҙмы ерҙәр
гиҙәһең.
Өсөнсө бала.
Рәсемдәр
төшөрәһең
Тәҙрәләргә көн
һайын.
Һинән дә оҫта
рәссам
Юҡтыр ҙа ул,
моғайын.
Дүртенсе бала.
ҡыш бабай,
нисек итеп
Яһайһың төрлө
һүрәт?
Беҙҙе лә үҙең
һымаҡ
Рәссам булырға
өйрәт!
ҡыш бабай. Ярай, балалар. Мәктәптә тырышып уҡыһағыҙ, барыһына ла өйрәнерһегеҙ.
/Һикерәнләп ҡуян килеп сыға/.
ҡыш бабай /уны күтәреп ала/. Һау­мы, һаумы, шуҡ ма­лай, ифрат етеҙһең ҡалай. Һинең менән ергә именлек кил­һен! Шатлыҡ-бәхеттәр, изге теләктәр тормошҡа ашһын! Төклө аяғың менән!
Балалар. Һаумы, һаумы, Яңы йыл – ҡуян йылы! Дуҫлыҡ, туғанлыҡ йылы!
Алып барыусы.
Туҡта, туҡта!
Елдәй елә,
Осҡон сәсеп, дан малай!
Күҙҙәре йондоҙҙай балҡып
Яналар уның ҡалай?!
Ул – Яңы йыл! Әйҙә, әйҙә,
Алдарыңда яҡты юл,
Көттөк беҙ һине ашҡынып,
Булырһың иң яҡшы йыл.
/Фәүзиә Рәхимғолова шиғыры/.
ҡуян. Мин – Яңы йыл, Яңы йыл,
Һыйым мул – күп кишерем,
Кишерҙән мин тәмлекәстәр
ҡунаҡтарға бешерҙем.
Тейен, тумыртҡа, һайыҫҡан
Тоғро минең дуҫтарым,
Дуҫтар менән күңелле
Йәйҙәрен һәм ҡыштарын.
Дуҫтар менән хатта йөҙ йыл
Йәшәргә лә сама бар,
Бүренән дә ҡурҡмайым мин,
Йәшерә лә ҡуя ҡар.
Бүре. Йәшереп ҡуймаһын әле,
Минең күҙҙәрем осло,
Тәпәйҙәрем ныҡлы-көслө,
Үҙем, һай, үткер тешле!
ҡуян.
Мин һис тә ҡурҡаҡ түгел,
Элек тә батыр инем,
ҡурҡаҡ булһам, Яңы йылды
Башламай ҡасыр инем.
/Абдулхаҡ Игебаев шиғыры/.
ҡуян.
ҡолағым ҡарпыш, ҡылыйҙыр күҙем,
Әммә белегеҙ:
ҡыйыумын үҙем!
«ҡурҡаҡ ҡуян», – тип
Әйтәләр юҡҡа…
Кәрәк икән мин
Керермен утҡа!
Алып барыусы. «ҡуян йылы».­ /Сафуан Әлибаев шиғыры/.
Өйрәнелеп киткән йөрөүҙәре
Ғорур ғына
Барыҫ юлынан.
Аяҡ баҫырға ла ҡыймай торҙом
Елеп килгән
ҡуян йылына.
ҡарһылыу. Улай тиһәң, килгән, киткән
йылдар
Бер-беренә игеҙ,
Оҡшаштар:
Күперелеп ята юлдарымда
Аҡ ҡуяндай ап-аҡ йомшаҡ ҡар.
ҡыш бабай.
ҡуян йылы
Ап-аҡ ҡар сафлығын
Уй-хистәргә һипһен ҡәҙерләп;
Күперелеп ятҡан аҡ мамыҡтың
Йомшаҡлығы күсһен бәғергә.
Алып барыусы.
Ошо йылда беҙгә һеңеп ҡалһын
Аҡ ҡуяндан нәфис етеҙлек.
Шул етеҙлек етһен иң-иң изге
Хыялдарға барып етерлек!
ҡарһылыу.
Аяҡтарға ҡуян ныҡлыҡ бирһен –
Булһаҡ ине
ҡуян йылында ла,
Барыҫ һымаҡ оло
теләкле,
Тик дошмандар ғына
ҡалһын булып
Элеккесә ҡуян йөрәкле!..

Ижад кисәһе

Тормош – ул театр. Һәр ижад кешеһе – үҙе бер ҡабатланмаҫ донья.

Тормош – ул театр. Һәр ижад кешеһе – үҙе бер ҡабатланмаҫ донья. Улар болондағы сәскәләр кеүек: төрлө-төрлө һәм һәр береһе дөйөм хозурлыҡҡа үҙ биҙәген өҫтәй. Берәүһен генә өҙ, матурлыҡ һүрелә төшә, гүзәллек кәмей.Сәхнәләргә сығып, халыҡ алдында төрлө образдарға инеп, режиссер ышанып тапшырған ролде тамашасыға тулыһынса еткереү бик оло эш. Район мәҙәниәт йортонда тиҫтәләгән йылдар эшләп килгән “Өмөт” халыҡ театры тарафынан әҙерләнгән спектаклдәргә, тамашаларға тамашасылар ихлас йөрөй, яратып ҡабул итә. Шундай ҙур уңыштарға өлгәшеүҙә театрҙа төрлө йылдарҙа эшләгән режиссерҙарҙың эше менән бер рәттән театрҙа уйнаған актерҙарҙың да өлөшө ҙур.

“Өмөт” халыҡ театрының иң тәжрибәле актерҙарының береһе Рәүфилә Әлимғолованың ошо көндәрҙә ижад байрамы булып үтте. Рәүфилә өсөн театр сәхнә тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә күптән әүерелгән инде. Төрөк халҡының бер мәҡәле бар: “Ашағаныңды берәү күреү кәрәк, эшләгәнеңде күбәү күреү кәрәк”. Рәүфиләнең хеҙмәтен бик күптәр күреп, шундай юғары баһа биреүҙәренә дәлил булған байрам кисәһенең шулай матур ойошторолоуында, әлбиттә, режиссер Вәлимә Өмөтбаеваның хеҙмәте ҙур. Уға оло рәхмәт! Шулай ҙабашҡа нәмә тураһында һүҙем. Һүҙ ябай ауыл ҡыҙы, яҡташтарының ихлас, эскерһеҙ һөйөүе тураһында… Күрше райондарҙан туғандары, дуҫтарының, бигерәк тә ауылдаштарының берҙәм рәүештә кисәгә килеүҙәре, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр тотоп сәхнәгә күтәрелеүҙәре ысын тамашасы ихтирамы һәм рәхмәтле һөйөү хистәрен дә күрһәтте.

Матур тәбиғәтле Абҙан ауылы һыуҙары, тау-урмандары, аллы-гөллө сәскәле яландарына һоҡланыу Рәүфиләнең йөрәген дөрләтеп, илһамын үҫтергән. Ошо ауылдың урам-тыҡрыҡтарынан, һуҡмаҡтарынан оло юлға сыҡҡан. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, бөгөнгө көнгә килеп еткән. Рәүфилә Рәхмәтулла ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле, ире менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, ҙур тормош юлына сығарғандар. Олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетенә лә ирешкәндәр. Эйе, Рәүфиләнең берҙәм, татыу ғаиләһе – тормош иптәше Хәмзә, уларҙың ғаилә биҙәктәре – балалары- тормош юлындағы ҡаҙаныштарының төп терәге һәм илһам сығанағы икәненә асыҡ дәлил булыуын күрһәтте. Үҙеңдең кешеләргә кәрәкле, хөрмәтле икәнеңде тойоу бөтә кешегә лә оло шатлыҡ, кинәнес бирә. Район Советы рәйесе Рәүеф Рәхмәтуллин, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ысын күңелдән сығыш яһап, халҡыбыҙҙың рухлы ҡыҙының хеҙмәтенә оло баһа бирҙеләр. Кисәлә сығыш яһаусы һәр кем Рәүфилә Рәхмәтулла ҡыҙының изге күңелле, ярҙамсыл, мөләйем булыуын ҡабат-ҡабат әйтеп үтте. Күршеләре уның тыныс, хисле булыуын хәтерләһә, бергә эшләгән ижадташы, режиссер Вәлимә Өмөтбаева уның тынғыһыҙ, уңған, һәр эшкә лә яуаплы ҡарауын билдәләп үтте. Ул үҙенең ябайлығы, эскерһеҙлеге, асыҡ күңеллелеге менән бар кешене лә үҙенә һис шикһеҙ йәлеп итәлер. Тормош юлы ҡайҙарға ғына алып барһа ла, һәр ерҙә сәнғәт менән бергә атлай. Тәүге сығыштар сәхнәгә булған ҡыҙыҡһыныуҙы уятып ҡына ҡалмай, тормошоноң мәғәнәһенә әүерелә. Театрҙа тиҫтәләгән ролдәрҙе генә башҡарып ҡалмай Рәүфилә Әлимғолова, ағинәйҙәр үткәргән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҙәниәт бүлеге артистарының сығышы үҙе бер ҡабатланмаҫ, илаһи мәл бүләк итеп, тамашасыларҙың йөрәген елкетте.

«Был байрам кисәһенән һуң яҡташтарым менән ғорурланыу, уларға һоҡланыу һәм оло рәхмәт тойғоһо кисерҙем. Хеҙмәтеңде шулай юғары баһалауҙарын күреү, күңел байрамы кисереү рәхәтлеген тойоу – үҙе ҙур бәхет”,- ти мәҙәниәт хеҙмәткәре. Кисә бер туған ҡыҙҙар Рәүфилә Әлимғолова,Тәғлимә Яҡшығолова һәм Нәилә Кинйәбулатовалар башҡарған “Туғандар” йыры менән тамамланды. Ысынлап та, йылдар үтеү менән сәстәргә сал ҡунһа ла, күңел һәр саҡ йәшлектә ҡала шул. Ижады емешле, изге эштәр менән тулы тормошо уны һәр саҡ ҡыуандырып, тағы ла дәртләндереп торһон.

район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.

Һуғыш осоро балалары

Һуғыш тигән афат килде

Донъя туҡталып ҡалды.

Уй-хыялдар емерелде

Бәхеттәргә ҡул һалды.

Ҡайғы белмәҫ бала саҡтар

Селперәмә киленде.

Тормош тигән арбаларҙың

Тәртәһенә еңелде.

Ил яҙмышы – беҙҙең яҙмыш

Сабый күңеле аңланы.

Тешен ҡыҫып түҙә белде,

Үкереп иламаны.

Тик төштә күреп атаһын

Әрнеп иланы күптәр.

Үкһеҙ йәшәү, етемлектән

Кителде шул йөрәктәр.

Бер туйғансы икмәк ашау

Бала саҡ хыялығыҙ,

Ас, яланғас, хәлһеҙлектән

Нисек иҫән ҡалдығыҙ.

Тамуҡ утын кистегеҙ һеҙ-

Үткәнде барлайһығыҙ.

Тормош тәмен, йәшәү йәмен

Шуға һеҙ аңлайһығыҙ.

Һуғыш йылы балалары,

Йәшәгеҙ һеҙ йөҙгәсә!

Һығылыптар төшмәнегеҙ

Ҡайғы, һынау, хәсрәткә.

Лайыҡлы һеҙ хөрмәткә!

 Һағышлы ана

                                                   

Оҙатты ана һуғышҡа                                                                                            

Баһадирҙай балаһын.

«Хоҙай ғүмерҙәрен биреп

Берүк әйләнеп ҡайтһын.»

Илен һаҡлап һәләк булды

Уның ғазиз балаһы.

Төшөп кенә юғалды шул

Балаһы-күҙ алмаһы.

Ана күңеле ышанмай

Сығып баҫа юлдарға.

Күҙен дә алмай көтә ул,

Ялбара тик Хоҙайға.

Гүйә ана сағыштарҙан

Әйләнде ҡара ташҡа.

Ҡара ҡайғығыға батты ул

Көйөп әсе яҙмышҡа.

Юл сатында һәйкәл тора-

Ана батҡан һағышҡа.

Көтә ул, көтә балаһын

Ышынмайса яҙмышҡа.

ЕрҠояш мөхәббәте

Яҙғы Ҡояш йылмайып

Һипте яҡты нурҙарын.

Иркәләне ул Еркәйҙе,

Ҡыҙғанманы наҙҙарын.

Һөйөү тулы күҙкәйҙәре

Еркәйҙе ялмап алды.

Нур балҡыны күңелендә,

Ялҡыны дөрләп янды.

Татлы һөйөү наҙында

Иҫерҙе ике ғашик.

Йөрәктәр бергә типте,

Мөхәббәт торҙо ташып.

Һөйөү наҙы Еркәйҙе

Йәшеллеккә күмдерҙе,

Аллы-гөллө сәсәктәре

Мөхәббәттә үрелде.

Эй, мөхәббәт, бармы һинән

Тағы ла көслө тойғо?

Буламы ҡаршы торорға —

Йөрәк бит һөйөү тойҙо?!

Тик аңлаймы һуң ғашиҡтар

Алда һынау көткәнен?

Мөхәббәт тулы күңелгә

Һалҡын көҙҙәр кергәнен?!

Моңһоу көҙҙәр Еркәйҙең

Өҙгәләне йөрәген.

Әсе һағыш әселәре

Һарғайттылар йөҙҙәрен.

Һалҡын көҙҙәр артынан

Зәһәр ҡыштар килделәр,

Ер өҫтөнә бурап-бурап

Ҡалын ҡарҙар өйҙөләр.

Туңып ҡатһа ла йөрәге

Хыялы ярҙам итте,

Һөйөү уға көстәр бирҙе,

Яҙҙарҙы Еркәй көттө.

Ҡояштың да  нурҙары

Һалҡынайҙы һағышҡа.

“Һағынып уны Еркәй көтә-

Бирешмәҫкә яҙмышҡа! ”

Күреп былар мөхәббәтен

Боҙ-һөңгө йәшен түкте,

Йәш тамыҙып ҡар өҫтөнә

Гөрләүек булып китте.

Эретә-эретә ҡар, боҙҙарҙы

Наҙланы Ерҙе Ҡояш.

Килде бит, килде Еремә

Һағыныптар көткән яҙ!!!

Таныбыма яҙҙар килгән
 

Таныбыма яҙҙар килгән

Боҙҙары ярыла шартлап.

Ярҙарына һыя алмай

Йылғакайым, тойғанһың шул

Ҡояштың йылы нурын.

Ҡалын боҙҙар баҫалмаған

Ашҡынған шул йөрәккәйең

Йылы ҡояш нурына.

Таныбымда боҙҙар аға

Танып боҙҙарын ҡуҙғалтты,

Үткәндәрҙе яңыртты.

Ҡуҙғалды күңел боҙҙарым,

Яй ғына ағып китте…

Ҡыш айында тыуғанға

Күңелемдең сафлығы-

Ап-аҡ ҡарҙар паҡлығы.

Күңелемдең өшөүҙәре-

Ҡыштарҙың һалҡынлығы.

Күңелемдең һағышы-

Яҙын боҙҙар ағышы.

Күңелемдең шаянлығы- 

Ем-ем ҡарҙар яуыуы.

Күңелемдең илауы-

Төнгө буран ыулауы.

 Күңелемдең нурҙары-

Ергә ҡояш ҡарауы.

Күңелемдең әрнеүҙәре

Әсе елдәр шауҡымы.

Күңелемдең тыныслығы-

Күбәләк ҡар яуыуы.

 Күңелемдең ярһыуы-

 Һепертмә бурандары.

Күңелемдең көләслеге-

Ҡарҙың ем-ем уйнауы.

Ҡыш айында тыуғанғалыр

Күңелем минең шундай.

Бурандарҙан, әсе елдән

Һис кенә лә ҡурҡмай.

Яңы йыл теләктәре

Тултырып асып ишекте

Яңы йыл атлап керһен.

Тыуасаҡ һәр бер көнөң

Бәхет-шатлыҡ килтерһен.

Өйҙәрҙә тыныслыҡ булып

Гөл сәсәккә күмелһен.

Донъяларға йәм өҫтәп

Сабыйҙар тыуып торһон.

Сәләмәтлек- оло байлыҡ

Сирҙәр ситләтеп үтһен.

Тыуған-тыума, күрше-күлән

Ҡайғы-хәсрәт күрмәһен.

Күкрәп ямғырҙар яуып

Ҡояш ерҙе ҡыҙҙырһын.

Шау сәсәкле яландарҙа

Еләк-емеш күп булһын.

Ҡышын ҡарҙарың күп булып

Бар донъя ҡарға тулһын.

Тыуған яҡтарға яҙын

Һағынып ҡоштарың ҡайтһын.

Йәй йәшеллеккә күмелеп

Бесән ҡайрылып торһон.

Келәт ашлыҡҡа тулып

Мал-тыуар артып торһон.

Көҙөн уңһын игендәре

Табындар һығылып торһон.

Дуҫ-иштәрҙе һыйларға

Сәбәптәр булып торһон!

Эй, кешеләр, уйланығыҙ!..

Төрлө милләт халыҡтары

Дуҫ-татыу донъя көткән.

Табындарға саҡырышып

Бер-бер(е)һен ҡунаҡ иткән.

Яуҡ ырында ил һаҡлаған

Иңдәрен ингә ҡуйып.

Туғанлашып йәшәгәндәр

Балалар ҡауыштырып.

Ә бөгөн һуң Ер шарына,

Ер шарына ни булған?

Ялғышып китеп шулай

Күсәренән ысҡынған ?

Боғаҙға боғаҙ килеп

Ҡайһы бүлә дәүләтте

Бер береһен шартлаталар

Бүлә ҡайһы милләтте.

Динебеҙ төрлө булһа ла,

Бер беҙҙең Хоҙайыбыҙ.

Уның ҡаршында гонаһты

Нисек кенә йыуарбыҙ?

Эй, кешеләр, уянығыҙ,

Уйланығыҙ саҡ ҡына!

Ҡан ҡойоуҙы туҡтатығыҙ

Яҡты тормош һаҡына!

                  Донъяға килгәнһең бит һин  гөрләтеп йәшәр өсөн.
              (Ер шарында һәр йыл һайын 100 меңгә яҡын кеше наркотик ҡулланыуҙан,
               2,5 миллион кеше алкоголизмдан үлә. )

Улым – терәгем булһын тип,
Әсәң һине тыуҙырған.
«Бәхеткәйе ташып торһон,”
— Теләге тик бер булған.

Ел-дауылдан һаҡлаған ул
«Сирҙәре ситләп үтһен.
Тыуған илде яҡлай торған
Баһадир булып үҫһен!”

Көнө-төнө эшләгән ул
Һиңә гел яҡшы булһын.
«Улымдың шат тауышынан
Өйҙәрем нурға тулһын!”.

Аҡламаның һин теләкте
Тәгәрәнең упҡынға.
Көсһөҙлөктән эйәрҙең һин
Ҡара, йәмһеҙ тулҡынға.

Боғаҙлаған зәһәр ағыу,
Аңыңды томалаған.
Хайуан кеүек теҙләндергән
Кешелегең ҡалмаған.

Әсәйкәйең ҡара көйгән,
Йөрәккәйе өҙөлә.
Ғүмеркәйен бирер ине,
Мөмкин булһа үҙеңә.

Уян һин ауыр йоҡоңдан,
Күҙеңде асып ҡара.
Ғүмеркәйҙәр ике килмәй,
Тормош бит үтеп бара.

Донъяға килгәнһең бит һин
Гөрләтеп йәшәр өсөн.
Тормош баҫҡысын үрмәләп
Тауҙарға менәр өсөн. 

 

Йөрәктә Борай ҡаны.

Туғанымдың тыуған көнө

Кис ҡунаҡҡа саҡырған.

Туған-тума, күрше-күлән

Табынына саҡ һыйған.

Өҫтәл өҫтө һығ(ы)лып тора,

Был муллыҡҡа иҫ китте.

Юбилярҙы барыһы ҡотлап

Тост артынан тост китте.

Удмурт күрше «Пар алманы”

 Өҙдөрөпләр йырланы.

Мари күршенең кейәүе

Гармунында уйнаны.

Табын ҡыҙа… Рус дуҫтарым

«Күбәләкте” алдыра.

 Барыһы ла моңға батып

«Ой,мороз”ды һалдыра.

Ағайым «Ҡара юрға”ны

Ҡарсығына арнаны.

Ҡаш һикерә, күҙ уйнаҡлай-

Йәш ғүмерен барланы.

Мин дә һиҙмәй «Әпипә”гә

Өҙҙөрөп баҫып киттем.

Ағайымдың йөрәк йырын

Еңгәмә бүләк иттем.

 «Аяғына айыу ”баҫҡан

Туғаныбыҙ һалдырҙы.

Һуңға таба ул марыйса

Бик шәп итеп алдырҙы.

 Төрлө милләт бейеүҙәре

Иҙәнде дер һелкетте.

Рус, башҡорт, мари һүҙҙәре

Ҡушылып бергә китте.

Ҡайһыбыҙ ҡайһы милләттән

Кем тикшерә һуң уны?

Төрлө милләтән булһаҡ та

Йөрәктә Борай ҡаны.

                         МыраубикәМыраубай

Өйҙә ир-ат булһа әгәр

 Ен-пәрей эйәләшмәҫ.

 Сысҡандарҙы тотмаһа ла,

Ата бесәй — ир заты бит,

Аҫрамыйса килешмәҫ.

Дуҫтар миңә шундай бесәй

Тиҙ генә табып бирҙе.

 Бында кәрәклеген һиҙеп,

Хужаларса үҙен тотоп

Ул өйгә килеп керҙе.

Иркә бесәй минең янда

 Тик һыйпаланып торҙо.

Асыҡ йөҙөм, йомшаҡ ҡулым,

 Йылы һөтөм, майлы итем —

 Ни теләһә, шул булды.

 Мыраубайым бик ҡәнәғәт

Диванда мыр-мыр йоҡлай.

«Төнгөлөктән арыған бит,

Сысҡандарҙы күп тотҡандыр»,-

Ҡулдарым уны һыйпай.

Ә бер көндө … Мыраубайым

Мыраубикә булмаҫмы!

Бер көтөү бесәй эйәртеп,

Аҙғын күҙҙәрен ялтратып

Йортҡа ҡайтып кермәҫме!

Кемде ғәйепле итәйек

Бындай хәлдәр күрмәгәс?

Күҙҙәр томаланған булып,

Ата бесәйҙе инәнән

Айыра ла белмәгәс?!

                                                            Еңеүҙе алып килде.
(Мин был шиғырымды үҙемдең Фатыйма өләсәйемә һәм уның кеүек һуғыш осоронда итәк тулы бала менән ҡалған, еңеүгә үҙҙәренең өлөштәрен индергән ҡатындарға бағышлайым.)

Мөлдөрәмә күнәктәре
Фатыйма ҡайта һыуҙан.
Ташып тора бәхеткәйе
Өҙҙөрөп атлай юлдан.

Ғорур баҫып атлағанда
Толомдары сайҡалды.
Хайран ҡалып матурлыҡҡа
Һандуғастар тын ҡалды…

Нимә булды шат күҙҙәргә?
Осҡондары юғалды?
Һуғыш тигән ауыр ҡайғы
Бәхеттәргә ҡул һалды.

Ас, яланғас,һыуыҡ тормош
Йөрәктәрҙе ашаны.
Хәлһеҙлектән йығылмайса
Биш баланы һаҡланы.

Йөрәген ҡандар һауһа ла
Йәш ҡатын түҙә белде.
Тешен ҡыҫып ауырлыҡтан
Еңеүҙе алып килде.

Әтәс булыу ни йәһәт?!

 Ун тауыҡ эйәртеп әтәс

 Урамға килеп сыҡты.

Дәрәжәһен белә бит ул-

Өҙҙөрөп баҫып китте.

«Бына, ниндәй баһадир мин!”,-

Яран һалып ҡысҡырҙы.

Күркәмлеген, матурлығын

Тауыҡтар күреп торҙо.

Бер бер артлы тауыҡтарҙың

Яндарында бөтөрөлдө

Һәр береһенең бер тигеҙ

Күңелкәйҙәрен күрҙе.

 Бер генә бойҙай күрһә лә,

Ҡыт-ҡыт ҡысҡырған булды.

Уҙҙырышып тауыҡтары

Йүгереп барған булды.

…Күрше әтәсе лә шул саҡ

Ҡапҡанан башын тыҡты.

Ҡурҡа – ҡурҡа ғына баҫып

Дүрт тауығы ла сыҡты.

Дәһшәтле әтәс осоп

Әтәскәйгә ташланды.

Йөндәр оса, ҡандар аға

Оло һуғыш башланды.

Ҡыуып кертте кетәккә,

Ҡара ҡанға туҙҙырҙы.

Тауыҡтары ла ҡурҡышып,

Ҡайһы ҡайҙа ысҡынды.

Ник сыҡҡанға үкенде.

Ә ун тауыҡ ғорур баҫып

Батыр ҡырлай бөтөрөлдө.

Эй, дуҫтарым, был яҙманан

Шуны әйтергә кәрәк:

Үҙеңде лә яҡламағас

Әтәс булыу ни йәһәт!?

Хыялдағы БӘХЕТ

     Йәйге матур мәл етә.Балалар үҙҙәренең ялын матур өмөттәр менән, ниндәйҙер мөғжизә булыуына ышанып көтөп ала. Шул уҡ өмөттәр менән улар йәйге лагерға килә. Бер-бер артлы лагерь ҡапҡаһынан атай-әсәйҙәре менән етәкләшеп, һайраша-һайраша балалар керә. Тәбиғәт тағы ла йәмләнә, донъя кескәйҙәрҙең шат тауышына күмелә.Ә беҙгә, тәрбиәселәргә,ҡыҙыу мәл башлана.

      Бына ҡапҡа янына бер төркөм балаларҙы тейәгән автобус килеп туҡтаны. Унан күҙҙәрендә ҡурҡыу, ятһыныу булған,кешеләргә шикле ҡараш менән  ҡараған балалар төштө. Улар балалар йортонан ине.

      Кистәр етһә,береһен телефондан саҡырып хәлдәрен белһәләр, икенселәр ҡырына күстәнәстәр тотоп яҡындары, туғандары төшә. Ата-әсәләрбалаларын итәктәренә ултыртып һөйәләр, яраталар. Ә балалары шатлана-шатлана көндәлек яңылыҡтары менән бүлешәләр. Был минуттар ҡайһы бер балалар өсөн шатлыҡлы булһа, балалар йортонан килгән балалар өсөн — былай ҙа еңел булмаған тормоштоң бер рәхимһеҙ күренеше ине.

        Ата-әсә наҙынан мәхрүм булған шундай балаларҙың береһе- муйылдай ҡара күҙле, үҙенең шуҡлығы, шаянлығы менән һөйкөмлө күренгән кескәй генә бер малай. Ни сәбәптәндер, башҡа балаларға ҡарағанда мин уны айырып яраттым. Ул да шуны һиҙеп микән, минең янымда бөтөрөлә башланы. Үҙе менән булған ваҡиғаларҙы, күрше әбейе менән бергә ҡаҙ бәбкәләре һаҡлағанда килеп сыҡҡан ҡыҙыҡлы мажараларын иҫенә төшөрә ине. Һыу ҡуша-ҡуша атаһы, әсәһе тураһында ла һөйләй. Ә мин тыңлайым. Үҙенең хыялын ысынбарлыҡ итеп күрәһе килеп һөйләүендә баланың ни ғәйебе бар һуң? Уның да башҡалар кеүек ата-әсәле булғыһы, һөйөләһе-иркәләнәһе килә. Үҙе һөйләгәндәргә үҙе ышанып, күңеле күтәрелә, ҡанаттары үҫеп сыҡҡан кеүек ҡыуана ине.

       Икенсе йылды был малай лагерға бик ныҡ үҙгәреп килде. Уның матур, ҙур ҡара күҙҙәрен моңһоулыҡ баҫҡан ине. Балалар йорто хеҙмәткәрҙәре аша мин шуны асыҡланым:балаһыҙ бер ғаилә малай янына килеп, һөйләшеп, ял көндәрендә бер нисә тапҡыр үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтып йөрөткән. Малай шуларҙы көтөп, бойоғоп йөрөй икән. Лагерь телефоны шылтыраһа ла, беренсе йүгереп барып телефонды ала, күстәнәстәр тейәп килмәгәндәрме икән , тип ҡапҡа янынан да урап килә. Ә «яңы» атай менән әсәйҙең :»Үҙ итә алырбыҙмы, кире уйларға тура килһә, баланың күңелен яраламаҫбыҙмы?»- тип уйланған саҡтары булған.

      Мин уның күңелен нисек тә күтәрергә тырыштым. Әсәйемә шылтыратып, өмөтөн юғалтып килгән малай тураһында һөйләнем. Әсәйем «күрше әбейе» булып, һәр кисте малай менән телефондан һөйләшә башланы. Кис еткәнен түҙемһеҙлек менән көтә ине ул. Көтмәйсә ни, уның да бит башҡа балаларҙыҡы кеүек һөйләшерҙәй кешеһе бар! Һуңыраҡ «күрше әбейе» күстәнәстәр ебәрә башланы. Уларҙы алғас, ул бер башҡа үҫеп китә, ә үҙе тирә-яҡты күҙәтә.Йәнәһе, күрәһегеҙме: мине лә яраталар, миңә лә күстәнәс ебәрәләр! Үҙе шул тиклем йомарт, тәм-томдарҙан  шунда уҡ иптәш малайҙарына ла өлөш сығара.Шулай лагерҙың төрлө ваҡиғаларға бай булған тормошо үтеп тә китте.

       Август айының һуңғы көндәре. Баҙар шаулап тора. Уҡыусылар, уларҙан да алдараҡ атай-әсәйҙәр, мәктәпкә әҙерләнә. Шулар араһында ҡарашым күҙ яуын алырҙай бәхетле күҙҙәрҙә туҡталды. Был минең лагерҙағы дуҫ малайым бит!!! Һиҙҙермәй генә күҙәтеп торам. Атай менән әсәй кеше балаларына беренсе класҡа барырға кейем һайлай, ә малай һөйөнә-һөйөнә улар янында һикергәләй. Атай менән әсәй ҙә: «Икеләнеп, бәхетебеҙҙе ҡулыбыҙҙан саҡ ҡына ысҡындырманыҡ бит»,-шатлана ине. Был өсәү етәкләшеп баҙарҙ

НАЗАР НӘЖМИҘЕҢ ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ ИЖАДЫНА АРНАЛҒАН

НАЗАР НӘЖМИ – ТЫУҒАН ЯҠ ЙЫРСЫҺЫ”

ИСЕМЛЕ ДӘРЕС ӨЛГӨҺӨ

Башҡарҙы: Мишкә районы 2-се Мишкә урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле уҡытыусыһы

Хәсәнова Лилиә Мәүлит ҡыҙы

Тема: Назар Нәжми – тыуған яҡ йырсыһы

Маҡсат: Н. Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу; шағир тураһында күберәк биографик мәғлүмәт биреү;

Бурыстар:

а) уҡытыу : Шағирҙың ижадын өйрәнеү, шиғырҙарына анализ яһау;

б) үҫтереү: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; шиғырҙарына ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү;

в) тәрбиәүи: шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү; уҡыусыларҙа уның ижады аша тыуған илгә, туған телгә, кешеләргә ҡарата һөйөү, игелекле ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Н.Нәжмиҙең портреты, уның китаптарынан күргәҙмә, проектор, таратма материал, “Батырҙар йыры”ның аудиояҙмаһы.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты

  2. Эшмәкәрлеккә әҙерлек. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

  • Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестең темаһын белеү өсөн һеҙгә түбәндәге ребусты сисер кәрәк:

18, 1, 11, 1, 23 18, 40, 10, 17, 12 (Назар Нәжми)

  • Эйе, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

  1. Белемде актуалләштереү. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

— Уҡыусылар, кем ул Назар Нәжми? Һеҙ уның ижады менән танышмы? Ул тик шиғырҙар ғына яҙғанмы икән? (уҡыусыларҙың яуабы)

— Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй уҡыусылар? (Назар Нәжми тураһында мәғлүмәт алыу, уның ижады менән танышыу)

  1. Уҡыу мәсьәләһен сисеү

  • Уҡыусылар, Назар Нәжми тураһында мәғлүмәт алыу өсөн беҙгә һынауҙар аша үтергә тура киләсәк. Ошо һынауҙарҙы уңышлы үткән осраҡта ғына беҙгә шағир тураһында мәғлүмәт асыҡ булыр.

1-се һынау. Йомаҡтарҙы сис:

  1. Аҡ бабай, аҡ бабай,
    Аҡ туныңды ҡаҡ бабай. /ҡыш/

  2. Осоп китә, йөҙөп китә,
    Ваҡыт еткәс, иреп бөтә. /ҡар/

  3. Үкерә лә ҡотора,
    Бөтә ерҙе тултыра. /буран/

  4. Ишектән керер, түргә уҙыр. /һыуыҡ/

  • Афарин, уҡыусылар. 1-се һынауҙы уңышлы үттегеҙ. Беҙҙең йомаҡтар ниндәй темаға булды? (Ҡыш). Эйе, дөрөҫ. Ҡыш миҙгеле беҙгә Башҡортостандың халыҡ шағирын, Назар Нәжмиҙе бүләк иткән миҙгел.

Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә хәҙерге Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә 9 баланың һигеҙенсеһе булып донъяға килә. Бик иртә аталары донъя ҡуя, бар тормош мәшәҡәттәре әсәләре елкәһенә ята. Балалар бар эштә лә әсәләренә ярҙам итергә тырышалар.

Назар 8 йәшендә уҡырға бара. Ул бик тиҙ уҡырға өйрәнә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Назар Нәжми Өфөгә килә. Бында ул 3 йыл металлургия рабфағында уҡый, унан педагогия институтына уҡырға инә. Ошо йылдарҙа яҙыша башлай.

2-се һынау:Шиғыр өҫтөндә эш

Эйәрле ат беҙ менгәндәр,

Һay булығыҙ, йән һөйгәндәр,

Ил саҡыра изге яуға,

Ҡылыс — билдәрҙә.

Бәйге түгел яу ҡырҙары,

Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбеҙгә,

Бәлки, кире тыуған илдәргә…

-Уҡыусылар, был шиғыр өҙөгө ниндәй шиғырҙан? Нисек атала? Шиғыр ниндәй теманы аса?

-Эйе дөрөҫ. Был Назар Нәжмиҙең “Батырҙар йыры” шиғыры. Шағир һуғыш, фронт, илһөйәрлек темаһына күп кенә шиғырҙар ижад итә. Тимәк, Назар Нәжми һуғышта ҡатнашҡанмы ни?

— Һуғыш башланғас, Назар Нәжми ҡәләмен мылтыҡка алмаштырып, педагогия институтының З курсынан фронтҡа китә. Бары тик 1946 йылда күкрәгендә II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм күп миҙалдар балҡытып, тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта. Ҡайтыу менән уҡыуын дауам итә. 1947 йылда Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт бүлеген тамамлай.

3-сө һынау: Кросвордты сисегеҙ:

М

И

Ң

Е

Ш

Т

Е

Н

Ә

Ж

М

И

Ф

Е

В

Р

А

Л

Ь

Д

Ү

Р

Т

Ө

Й

Л

Ө

  1. Назар Нәжмиҙең тыуған ауылы. (МИҢЕШТЕ)

  2. Шағирҙың фамилияһы (НӘЖМИ)

  3. Назар Нәжми ниндәй айҙа тыуған? (ФЕВРАЛЬ)

  4. Шағир ҡайһы райондан? (ДҮРТӨЙЛӨ)

-Балалар, тимәк, киләһе мәғлүмәт шағирҙың ижады тураһында булыр.

1950 йылда «Тамсылар» исемле тәүге йыйынтығы донъя күрә.Ошо йылдарҙа уға Башҡорт академия драма театрын етәкләүҙе тапшыралар һәм ул, күп тә үтмәй, драматург булып таныла. «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә», «Гармунсы дуҫ», «Ҡыңғыраулы дуға» бөгөнгө көндә лә театр хазинаһының күркәм ынйылары булып тора.

Шағир үҙе әйткәнсә, кеше ғүмере – “Бер күҙ асып – йомған ара ғына”. Ул ошо ғүмер эсендә шиғриәтебеҙҙе ун биштән артыҡ поэмалары менән байытты. Ҡырҡҡа яҡын шиғри йыйынтыҡ сығарып өлгөрҙө, бынамын тигән драмалар ижад итте, башҡорт йыр сәнғәтенә лә үҙ өлөшөн индерҙе.

  1. Ял минуты.

  2. Белемде нығытыу

— Уҡыусылар, дәрес башында мин һеҙгә һорау биргән инем: Назар Нәжми шиғырҙар ғына ижад иткәнме?

-Дөрөҫ, Назар Нәжми шағир ғына түгел, ул драмматург. Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесалары менән дә, һуңыраҡ яҙылған «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары донъя күрә. Назар Нәжми – тәржемәсе. Ул башҡорт уҡыусыһына Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Алишер Навои поэмаларын, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡа донъя кимәлендә билдәле шиғырҙарын туған телендә яңғыратты. Ул шулай уҡ – публицист, мемуарсы. Назар Нәжми башҡорт йыр сәнғәтенә тиҫтәләгән йыр бүләк иткән автор.

— Уҡыусылар, әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән тема буйынса синквейн төҙөп ҡарайыҡ

  • Синквейн

Назар Нәжми

Оҫта, талантлы

Яҙа, ижад итә, һуғышта ҡатнаша

Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел…

Халыҡ шағиры

  • Төркөмдәр менән эш.

Йәйә эсендәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеп дәфтәргә күсереп яҙырға.

1-се төркөм:

Эйәрле (лошадь) беҙ менгәндәр,

(До свидания), йән һөйгәндәр,

(Страна) саҡыра изге яуға,

(меч) — билдәрҙә.

Бәйге түгел (сражение) ҡырҙары,

Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары бөтәбеҙгә,.

Бәлки, кире тыуған илдәргә,

2-се төркөм:

Алдыҡ (рана), йә үлдек (мы),

(смерть) бар тип белмәнек беҙ,

Үттек илдәр, үттек (дороги)

Изге яуҙарҙа.

Булманы (башкир) ҡайҙарҙа,

Ат эсерҙек (весна)ғы айҙа’

Висла, Одер, Дунай тигән

(далекий) ярҙарҙа!

3-сө төркөм

(Здравствуй), тыуып үҫкән ерҙәр!

Бар икән дә күрер (день)дәр.

Шатлыҡтары (крыло) йәйә

Беҙҙең (песня)ҙарҙың.

Һағындырған тыуған яҡтар,

Тып-тып баҫып (идет) аттар,

(Слава) бөркөлә, саң бөркөлә

(Наш) юлдарҙан!

Һай, юлдарҙан!

  • Әйҙәгеҙ, уҡып ишеттерегеҙ. Рәхмәт, был Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған “Батырҙар йыры”. Тыңлап үтәйек. (Йыр тыңлау)

  • Балалар, хәҙер бергәләп йырлап ҡарайыҡ. (Бергә йырлау)

VII. Йомғаҡлау. Рефлексия.

-Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим Назар Нәжми тураһында бына нимә тигән: “ Назар Нәжми сатың артында ла, уртаһында ла түгел. Ул – башҡорт лириктары сафының бер командиры. Ә командирҙың урыны марш ваҡытында ҡайҙа икәнен һәр кем белә. Ул сафтан саҡ ҡына алдараҡ бара…”. Ысынлап та Назар Нәжми башҡорт әҙәбиәте, сәнғәтенең үҫешенә, байытыуына ҙур өлөш индергән шәхес. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. Назар Нәжми 1999 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була

  • Уҡыусылар, дәресте тамамлар ваҡыт та етте. Һеҙгә дәрестә ниндәй эш төрө ауыр булды? Ҡайһы эш төрө һеҙгә оҡшаны?

  • Әгәр дәрес оҡшаһа, аңлаһағыҙ парталағы йылмайған смайликты күрһәтегеҙ, әгәр дәрестә һеҙгә эшләүе ауыр булһа бойоҡ смайликты күрһәтеге.

  1. Өйгә эш

  1. Тема буйынса 2 һөйләм төҙөргә.

  2. Назар Нәжмиҙең берәй шиғырын ятларға.

  3. Назар Нәжмиҙең тормош юлы һәм ижадына арналған проект эше (эҙләнеү эше) эшләргә.

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Иерофей влахос митр господские праздники
  • Иеромонах элпидий сценарий конца времен пророчества
  • Иероглиф праздник весны
  • Иерархия церковных праздников
  • Иерархия православных праздников