Кис ултырыу йола?ы сценарий башкортса

"Кис ултырыу" йолаһына арналған сценарий скачать бесплатно в формате DOC (DOCX)

«Кис ултырыу» йолаһына арналған сценарий

  1. Материалы для учителя

  2. Другое

Автор материала: Исхаков Рим Рифович

Содержимое документа:

Сигеү сигә ҡыҙҙар
Ҡыҙҙар сигеү сигеп ултыра.
Ҡыҙҙар йыры. Ай юғары, ай юғары,
Айға менәһем килә.
Айға үрләп, ергә ҡарап,
Һине күрәһем килә.
Таңдан тороп һыуҙар һиптем
Баҡсалағы түтәлгә.
Күҙем төшһә, күңелем төшмәй
Һинән башҡа бүтәнгә.
Оҙон ҡара сәстәреңә
Таҫма кәрәк үрергә.
Өҙөлөп һөйгән йәрең килгән,
Сыҡсы, зинһар, күрергә.
1-се ҡыҙ. Бәй, ҡыҙҙар, ниңә шулай моңайышып ултырабыҙ әле? Балтаһы һыуға төшкән кешеләй.
2-се ҡыҙ. Эйе лә баһа. Әйтерһең, донъя бөтөп бара.
3-сө ҡыҙ. Эй, ҡыҙҙар, ысынлап та. Өләсәйем әйтә, донъя бөтөргә лә мөмкин, ти. Донъя бөтөп ҡуйһа, ни эшләрбеҙ икән, ҡыҙҙар?
4-се ҡыҙ. Их, ҡыҙҙар, иңдәреңә ҡанаттар үҫһен дә, һауаларға осаһы ла китәһе ине. Ете диңгеҙ аръяғында ла донъя бар, ти бит. Осор инем шул яҡҡа.
5-се ҡыҙ. Ҡафтау артында ла кеше аяғы баҫмаған, кеше күҙе күрмәгән илдәр бар икән. Китер ҙә барыр инем шул тарафтарға.
2-се ҡыҙ. Ә мин ете ят ерҙәрҙә түҙә алмаҫ, һағыныуҙан һарғайыр инем.
3-сө ҡыҙ. Мин дә сит ерҙә йәшәй алмаҫмын ул. Шуға күрә донъя бөтә башлаһа, Шеүәҙеләге бейек ҡарағайҙар башына менермен дә ултырырмын инде. Үҙ ерең үҙ ерең инде ул.
1-се ҡыҙ. Эй, бынауҙарҙы, керештеләр. Әкиәт тиһәң, һеҙгә генә ҡуш. Донъя бөтә тиме ни? Быға тиклем бөтмәгәнде бөгөн дә, иртәгә лә, унан һуң да бөтмәҫ.
2-се ҡыҙ. Эй, Аллам, бөтмәһә генә ярар ине. Исмаһам, бынау ҡулъяулығымды сигеп бөтөрөр инем.
3-сө ҡыҙ. Йә, йә, шунан ни эшләр инең?
4-се ҡыҙ. Ни эшләһен, быныһын бөтөрөр ҙә яңыһына тотонор ине.
2-се ҡыҙ. Эй, ошоларҙы. Һүҙ әйтһәң, көлөргә генә торалар. Бүтән өндәшмәҫ тә ҡуйырмын.
3-сө ҡыҙ. Өндәшмәһәң дә беләбеҙ. Тиҙерәк кейәүгә сығырға талпынаһың.
4-се ҡыҙ. Эйе шул, ана, күҙҙәре үҙе әйтеп тора.
2-се ҡыҙ. Сыҡһам ни, сығырмын да. Маңлайға яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай.
5-се ҡыҙ. Бәй, әхирәттәр, былай булғас, беҙгә лә ҡулъяулыҡтарыбыҙҙы тиҙләтергә кәрәк инде. Кешенән ҡалышып булмаҫ.
1-се ҡыҙ. Эй, киттеләр бынауҙар, эй киттеләр. Әйтерһең, күктән әмер төшкән. Һәр кемгә яҙғаны үҙ ваҡыты менән килер, тигән боронғолар. Ҡоралайҙай ирекле мәлдәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
2-се ҡыҙ. Дөрөҫ тә баһа, ҡыҙҙар. Йәшлек үтә лә китә ул.
3-сө ҡыҙ. Өләсәйем әйтә, ҡыҙ бала ата-әсә йортонда ҡунаҡ ҡына бит ул, ти.
4-се ҡыҙ. Ошолай кис ултырыуҙарыбыҙ һағындырыр әле бер заман.
5-се ҡыҙ. Илайым хәҙер, ҡыҙҙар, илайым. Әйҙәгеҙ әле, күңеллерәк нәмә хаҡында һөйләшәйек.
1-се ҡыҙ. Вәт, быныһы дөрөҫ, исмаһам. әйтерһең, бында балауыҙ һығырға йыйылғанбыҙ. Йәгеҙ әле, дәртле генә йыр йырлап алайыҡ.
Ҡыҙҙар йыры. Түңәрәк күл, түңәрәк күл,
Түңәрәк күл туғайҙа,
Ебәк ҡамыш, һыуы көмөш,
Бындай күлдәй күл ҡайҙа?
Күл өҫтөндә тәңкә –тәңкә Томбойоҡ сәскәләнә,
Алтын сабаҡ һикереп-һикереп
Ҡояшта иркәләнә.
Нисек урап йырламайһың,
Күле түңәрәк булғас,
Нисек бейемәй түҙәһең,
Күңел күбәләк булғас?
3-сө ҡыҙ. Әйт шуны. Үҙ күңелеңде үҙең күрмәһәң, бүтәндәр күрмәҫ. Кеше ҡайғыһы төштән кире, ти минең өләсәйем.
4-се ҡыҙ. Өләсәйең асыуланмаһа, әллә бейеп тә ебәрәһе инде, тим. Табандар ҡысытып китте ләсе.
5-се ҡыҙ. Әйҙә әле, беҙ ҡумыҙ сиртербеҙ.
4-се ҡыҙ. Их, ҡурай ҙа булғанда, зәһәр сығыр ине.
Шул саҡ ҡурай тауышы ишетелә. Уйнаусы үҙе лә күренә.
1-се ҡыҙ. Бына һиңә мөғжизә! Кем һин? Әүлиәме әллә?
Ҡурайсы. Әүлиә түгелмен. Мин – һеҙҙең хыялдағы ҡурайсы. Ҡурайым да ябай түгел — тылсымлы.
4-се ҡыҙ. Ҡыҙыҡ. Бәлки минең алдан күреү һәләтем барҙыр?
3-сө ҡыҙ. Минең өләсәйем әйтә, үлеп ғашиҡ булған ҡыҙҙарҙың юрағаны юш килеп, һәр теләге тормошҡа аша, ти. Тимәк, һин ғашиҡтарҙың ғашиғы.
Ҡурайсы. Ҡурайымда минең
Күңелдәрҙе елкетер,
Моңһоҙҙарға моң бирер,
Ҡыйыуһыҙға дәрт бирер,
Баҙнатһыҙға сәм бирер,
Ғашиҡтарҙың күңелен
Дөрләтерлек ут бирер
Шундай сихри көс бар.
4-се ҡыҙ. Улай икән, бик яҡшы. Тылсымлы ҡурайыңды тартып, бер бейетеп ал әле.
5-се ҡыҙ. Күп һүҙ китапҡа яҡшы, әйҙә, уйна, давай.
Ҡурайсы. Төш, һылыуым, ҡурай тартам,
Тыпырлатып баҫ.
Ҡурай тартҡан егеткә, һылыуым,
Бер генә күҙеңде һал.
Ҡурай уйнай. 4-се ҡыҙ бейей.
Ҡурайсы. Һеҙ саҡырҙығыҙ – мин килдем,
Теләнегеҙ – бейеттем,
Күңелегеҙ булғандыр –
Хәҙер инде мин киттем.
Сыға.
2-се ҡыҙ. Әллә төш булды, булдымы әллә өн?
3-сө ҡыҙ. Күренде лә юҡ булды, әйтмәне лә исемен.
4-се ҡыҙ. Булһын ине булғас, ана шундай егетең.
5-се ҡыҙ. Ысындарға ашһа икән хыялдағы өмөтөң
1-се ҡыҙ. Онотолоп китмәгеҙ әле,
Төшөгөҙ ҡабаттан ергә.
Өлөшөнә төшкән көмөшө
Килер бер саҡ һәр кемгә.
Йә-йә, моңайышмағыҙ.
Башлайым хәҙер таҡмаҡ,
Һеҙгә уны дауам итергә кәрәк.
Бейе, бейе, бейеүсе,
Иҙән булап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп – беренсе. (2-се ҡыҙ алдына баҫа). Дауам ит.
2-се ҡыҙ. Тыпыр-тыпыр тыпырлап,
Бергә баҫайыҡ әле.
Уйнап- көлөп, йырлап-бейеп,
Күңел асайыҡ әле. (3-сө ҡыҙ алдына баҫа). Дауамы һинән.
3-сө ҡыҙ. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары
Аҡлы күлдәк кеймәйҙәр.
Егет булһа, уңған булһын,
Ялҡауҙарҙы һөймәйҙәр. (4-се ҡыҙ алдына баҫа). Хәҙер һиңә сират.
4-се ҡыҙ. Стенала сәғәт һуға
Минутын белеп кенә.
Төштәремә һин керәһең
Йылмайып-көлөп кенә. (5-се ҡыҙ алдына баҫа). Әйттер әле, әйҙә.
5-се ҡыҙ. Итек кеймәгән тимә,
Ситек кеймәгән тимә.
Быймаларға боҙҙар ҡатһа,
Итек тауышы килә. Бергәләп.
Бергәләп. Иҫке лә шырпы ҡабы,
Яңы ла шырпы ҡабы.
Матур бейей, матур баҫа,
Бейеһен әле тағы.
Әйҙә, баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле,
Бейейек тә, йырлайыҡ та,
Күңел асайыҡ әле.
1-се ҡыҙ. Йә, ҡыҙҙар, бейенек. Тағы ла ҡул эшенә тотоноп алайыҡ әле.
2-се ҡыҙ. Аулаҡ тип егеттәр йөрөй торған.
3-сө ҡыҙ. Бимазалап йөрөмәһендәр әле.
4-се ҡыҙ. Килһәләр – ишек асыҡ. Килмәһәләр, яулыҡ һалыр уйым юҡ.
5-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, егеттәр килгәнсе ваҡытыбыҙҙы әрәм итмәйек. Сигер, ҡайыр эштәребеҙҙе барлайыҡ.
Ултырышалар. Тәүге йырҙы яй ғына көйләйҙәр.
2 декабрь, 2013 й.

Предпросмотр онлайн:

Скачать 20.11 Kb

Посмотрите также:

«Кис ултырыу» йолаһына арналған сценарий

Предмет: Другое
Категория материала: Конспекты
Автор:

Сигеү сигә ҡыҙҙар
Ҡыҙҙар сигеү сигеп ултыра.
Ҡыҙҙар йыры. Ай юғары, ай юғары,
Айға менәһем килә.
Айға үрләп, ергә ҡарап,
Һине күрәһем килә.
Таңдан тороп һыуҙар һиптем
Баҡсалағы түтәлгә.
Күҙем төшһә, күңелем төшмәй
Һинән башҡа бүтәнгә.
Оҙон ҡара сәстәреңә
Таҫма кәрәк үрергә.
Өҙөлөп һөйгән йәрең килгән,
Сыҡсы, зинһар, күрергә.
1-се ҡыҙ. Бәй, ҡыҙҙар, ниңә шулай моңайышып ултырабыҙ әле? Балтаһы һыуға төшкән кешеләй.
2-се ҡыҙ. Эйе лә баһа. Әйтерһең, донъя бөтөп бара.
3-сө ҡыҙ. Эй, ҡыҙҙар, ысынлап та. Өләсәйем әйтә, донъя бөтөргә лә мөмкин, ти. Донъя бөтөп ҡуйһа, ни эшләрбеҙ икән, ҡыҙҙар?
4-се ҡыҙ. Их, ҡыҙҙар, иңдәреңә ҡанаттар үҫһен дә, һауаларға осаһы ла китәһе ине. Ете диңгеҙ аръяғында ла донъя бар, ти бит. Осор инем шул яҡҡа.
5-се ҡыҙ. Ҡафтау артында ла кеше аяғы баҫмаған, кеше күҙе күрмәгән илдәр бар икән. Китер ҙә барыр инем шул тарафтарға.
2-се ҡыҙ. Ә мин ете ят ерҙәрҙә түҙә алмаҫ, һағыныуҙан һарғайыр инем.
3-сө ҡыҙ. Мин дә сит ерҙә йәшәй алмаҫмын ул. Шуға күрә донъя бөтә башлаһа, Шеүәҙеләге бейек ҡарағайҙар башына менермен дә ултырырмын инде. Үҙ ерең үҙ ерең инде ул.
1-се ҡыҙ. Эй, бынауҙарҙы, керештеләр. Әкиәт тиһәң, һеҙгә генә ҡуш. Донъя бөтә тиме ни? Быға тиклем бөтмәгәнде бөгөн дә, иртәгә лә, унан һуң да бөтмәҫ.
2-се ҡыҙ. Эй, Аллам, бөтмәһә генә ярар ине. Исмаһам, бынау ҡулъяулығымды сигеп бөтөрөр инем.
3-сө ҡыҙ. Йә, йә, шунан ни эшләр инең?
4-се ҡыҙ. Ни эшләһен, быныһын бөтөрөр ҙә яңыһына тотонор ине.
2-се ҡыҙ. Эй, ошоларҙы. Һүҙ әйтһәң, көлөргә генә торалар. Бүтән өндәшмәҫ тә ҡуйырмын.
3-сө ҡыҙ. Өндәшмәһәң дә беләбеҙ. Тиҙерәк кейәүгә сығырға талпынаһың.
4-се ҡыҙ. Эйе шул, ана, күҙҙәре үҙе әйтеп тора.
2-се ҡыҙ. Сыҡһам ни, сығырмын да. Маңлайға яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай.
5-се ҡыҙ. Бәй, әхирәттәр, былай булғас, беҙгә лә ҡулъяулыҡтарыбыҙҙы тиҙләтергә кәрәк инде. Кешенән ҡалышып булмаҫ.
1-се ҡыҙ. Эй, киттеләр бынауҙар, эй киттеләр. Әйтерһең, күктән әмер төшкән. Һәр кемгә яҙғаны үҙ ваҡыты менән килер, тигән боронғолар. Ҡоралайҙай ирекле мәлдәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
2-се ҡыҙ. Дөрөҫ тә баһа, ҡыҙҙар. Йәшлек үтә лә китә ул.
3-сө ҡыҙ. Өләсәйем әйтә, ҡыҙ бала ата-әсә йортонда ҡунаҡ ҡына бит ул, ти.
4-се ҡыҙ. Ошолай кис ултырыуҙарыбыҙ һағындырыр әле бер заман.
5-се ҡыҙ. Илайым хәҙер, ҡыҙҙар, илайым. Әйҙәгеҙ әле, күңеллерәк нәмә хаҡында һөйләшәйек.
1-се ҡыҙ. Вәт, быныһы дөрөҫ, исмаһам. әйтерһең, бында балауыҙ һығырға йыйылғанбыҙ. Йәгеҙ әле, дәртле генә йыр йырлап алайыҡ.
Ҡыҙҙар йыры. Түңәрәк күл, түңәрәк күл,
Түңәрәк күл туғайҙа,
Ебәк ҡамыш, һыуы көмөш,
Бындай күлдәй күл ҡайҙа?
Күл өҫтөндә тәңкә –тәңкә Томбойоҡ сәскәләнә,
Алтын сабаҡ һикереп-һикереп
Ҡояшта иркәләнә.
Нисек урап йырламайһың,
Күле түңәрәк булғас,
Нисек бейемәй түҙәһең,
Күңел күбәләк булғас?
3-сө ҡыҙ. Әйт шуны. Үҙ күңелеңде үҙең күрмәһәң, бүтәндәр күрмәҫ. Кеше ҡайғыһы төштән кире, ти минең өләсәйем.
4-се ҡыҙ. Өләсәйең асыуланмаһа, әллә бейеп тә ебәрәһе инде, тим. Табандар ҡысытып китте ләсе.
5-се ҡыҙ. Әйҙә әле, беҙ ҡумыҙ сиртербеҙ.
4-се ҡыҙ. Их, ҡурай ҙа булғанда, зәһәр сығыр ине.
Шул саҡ ҡурай тауышы ишетелә. Уйнаусы үҙе лә күренә.
1-се ҡыҙ. Бына һиңә мөғжизә! Кем һин? Әүлиәме әллә?
Ҡурайсы. Әүлиә түгелмен. Мин – һеҙҙең хыялдағы ҡурайсы. Ҡурайым да ябай түгел — тылсымлы.
4-се ҡыҙ. Ҡыҙыҡ. Бәлки минең алдан күреү һәләтем барҙыр?
3-сө ҡыҙ. Минең өләсәйем әйтә, үлеп ғашиҡ булған ҡыҙҙарҙың юрағаны юш килеп, һәр теләге тормошҡа аша, ти. Тимәк, һин ғашиҡтарҙың ғашиғы.
Ҡурайсы. Ҡурайымда минең
Күңелдәрҙе елкетер,
Моңһоҙҙарға моң бирер,
Ҡыйыуһыҙға дәрт бирер,
Баҙнатһыҙға сәм бирер,
Ғашиҡтарҙың күңелен
Дөрләтерлек ут бирер
Шундай сихри көс бар.
4-се ҡыҙ. Улай икән, бик яҡшы. Тылсымлы ҡурайыңды тартып, бер бейетеп ал әле.
5-се ҡыҙ. Күп һүҙ китапҡа яҡшы, әйҙә, уйна, давай.
Ҡурайсы. Төш, һылыуым, ҡурай тартам,
Тыпырлатып баҫ.
Ҡурай тартҡан егеткә, һылыуым,
Бер генә күҙеңде һал.
Ҡурай уйнай. 4-се ҡыҙ бейей.
Ҡурайсы. Һеҙ саҡырҙығыҙ – мин килдем,
Теләнегеҙ – бейеттем,
Күңелегеҙ булғандыр –
Хәҙер инде мин киттем.
Сыға.
2-се ҡыҙ. Әллә төш булды, булдымы әллә өн?
3-сө ҡыҙ. Күренде лә юҡ булды, әйтмәне лә исемен.
4-се ҡыҙ. Булһын ине булғас, ана шундай егетең.
5-се ҡыҙ. Ысындарға ашһа икән хыялдағы өмөтөң
1-се ҡыҙ. Онотолоп китмәгеҙ әле,
Төшөгөҙ ҡабаттан ергә.
Өлөшөнә төшкән көмөшө
Килер бер саҡ һәр кемгә.
Йә-йә, моңайышмағыҙ.
Башлайым хәҙер таҡмаҡ,
Һеҙгә уны дауам итергә кәрәк.
Бейе, бейе, бейеүсе,
Иҙән булап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп – беренсе. (2-се ҡыҙ алдына баҫа). Дауам ит.
2-се ҡыҙ. Тыпыр-тыпыр тыпырлап,
Бергә баҫайыҡ әле.
Уйнап- көлөп, йырлап-бейеп,
Күңел асайыҡ әле. (3-сө ҡыҙ алдына баҫа). Дауамы һинән.
3-сө ҡыҙ. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары
Аҡлы күлдәк кеймәйҙәр.
Егет булһа, уңған булһын,
Ялҡауҙарҙы һөймәйҙәр. (4-се ҡыҙ алдына баҫа). Хәҙер һиңә сират.
4-се ҡыҙ. Стенала сәғәт һуға
Минутын белеп кенә.
Төштәремә һин керәһең
Йылмайып-көлөп кенә. (5-се ҡыҙ алдына баҫа). Әйттер әле, әйҙә.
5-се ҡыҙ. Итек кеймәгән тимә,
Ситек кеймәгән тимә.
Быймаларға боҙҙар ҡатһа,
Итек тауышы килә. Бергәләп.
Бергәләп. Иҫке лә шырпы ҡабы,
Яңы ла шырпы ҡабы.
Матур бейей, матур баҫа,
Бейеһен әле тағы.
Әйҙә, баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле,
Бейейек тә, йырлайыҡ та,
Күңел асайыҡ әле.
1-се ҡыҙ. Йә, ҡыҙҙар, бейенек. Тағы ла ҡул эшенә тотоноп алайыҡ әле.
2-се ҡыҙ. Аулаҡ тип егеттәр йөрөй торған.
3-сө ҡыҙ. Бимазалап йөрөмәһендәр әле.
4-се ҡыҙ. Килһәләр – ишек асыҡ. Килмәһәләр, яулыҡ һалыр уйым юҡ.
5-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, егеттәр килгәнсе ваҡытыбыҙҙы әрәм итмәйек. Сигер, ҡайыр эштәребеҙҙе барлайыҡ.
Ултырышалар. Тәүге йырҙы яй ғына көйләйҙәр.
2 декабрь, 2013 й.

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 20.11 Kb
Количество скачиваний: 367

Скачать

Просмотров: 545

Похожие материалы

  • Классный час по теме «Правила поведения в школе»
  • Воспитательное мероприятие «Природа- наш дом»
  • Введение в программу «спортивное ориентирование»
  • Классный час «Россия – Родина моя»
  • Внеклассное мероприятие «Языки и их развитие»
  • Рабочая программа по шахматам
  • «Сценарий Дня Святого Валентина»
  • Классный час на тему: «Умеем ли мы прощать?»
  • Беседа с родителями: «Не хлебом единым, жив человек!»
  • Внеклассное мероприятие «Родина моя — Башкортостан мой»

Сценарий конкурса Һылыуҡай

Сценарий городского конкурса  Һылыуҡай-2014 СГБДТ

27 апреля 15.00

Ведущая за кулисами:

Һин йырлаһаң, ҡоштар тынып ҡала,

Оттоңмо әллә былбыл тауышын

Шул моңһоу йыр һаман хәтерләтә

Йылғаларҙың серле ағышын

1. Муз. номер
2. Башкирская народная песня “Ҡыйғас  ҡара  ҡаш  ҡынам”

(Музыка.  Ҡыҙҙарҙың исем-фамилиялары әйтелә)

3. Выход ведущих

Фанфары

Ведущая: Хәйерле кис, хөрмәтле дуҫтар, ҡәҙерле тамашасылар, килгән ҡунаҡтар!

Ведущий: Добрый вечер друзья, уважаемые гости, дорогие зрители! Мы рады приветствовать Вас в этом прекрасном зале на празднике весны и красоты — городском конкурсе “Һылыуҡай – 2014”

Ведущая:  Быйылғы йыл Республикабыҙ Президенты Указы менән Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде!Шуның өсөн быйылғы конкурс Донъяны матурлайыҡ девизы аҫтында уҙасаҡ!

Ведущий:В этом Году наш конкурс проводится в рамках объявленного Президентом Республики Башкортостан и Президентом Российской Федерации Года культуры. «Сделаем мир прекраснее!» — таков слоган Года, который созвучен и нашему конкурсу своим стремлением сделать мир чуточку добрее и красивее!

Ведущая:  Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре. Ошо һүҙҙәр менән «Һылыуҡай – 2014» конкурсын башлап итәйек. Ҡәҙерле тамашасылар, һеҙҙе хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ!

Ведущий:Позвольте представить вашему вниманию жюри городского конкурса “Хылыукай-2014»:

    1. Председатель жюри –
    2. Члены жюри —

4. Ведущая: Хөрмәтле жюри агзалырына рәхмәтебеҙҙе ектерәбеҙ Һеҙҙең өсөн Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисттарысығыш яһай.

5. Муз. номер

6. Визитка

Ведущая: Беренсе конкурсыбыҙҙы «Һылыуҡайҙарҙың визит карточкаһы» тип атаныҡ. Был конкурста ҡыҙҙарыбыҙҙың һөйләү теле үҫеше, уларҙың тапҡыр, үткер теллеге һынала.

Ведущий: Визитная карточка поможет жюри оценить разговорную речь и острословие наших участниц

Ведущая: Тамашасы зарыҡмаһын,

Минуттарығыҙ етә.

Рәхим итегеҙ, гүзәл ҡыҙҙар,

Сәхнәбеҙ һеҙҙе көтә!

Звучит музыка.Выходят девушки в национальных костюмах.

Ведущая:  Ҡыҙҙар йырлай, ҡыҙҙар бейей,

Ҡыҙҙар гүйә оса ғына.

Хискәйҙәрен ҡанат итеп,

Гүзәл йәшлек ҡосағында

Для Вас выступает  Муз. номер

    1. Ведущий: Башкирское народное творчество включает в себя огромное богатство песенного и поэтического материала, кладезь обычаев, игр и обрядов. Один из таких обычаев называется “Кис ултырыу” или “Вечерние посиделки”.

“Кис ултырыу”

Муз. номер

5. “Звезды Голивуда”

Для Вас поет  Марина Матвеева (кулиса закрывается, девочки выстраивают мольберты)

6. Конкурс рисунка

ВедущаяМатурлыҡ йөҙҙә түгел – һүҙҙә тип юҡҡа әйтәмәгәндәрҙер. Киләһе конкурс һылыуайҙарыбыҙҙың үҙҙренең уй-фекерҙәрен асыҡлай белеүен, ижади һәләттәрен күрһәтер тип өмөт итәбеҙ.

Ведущий:Следующий конкурсный этап – конкурс рисунка, где участницам предстоит раскрыться с новой стороны и попытаться выразить мысли в живописи. Нам поможет народный артист Республики Башкортостан Риза Магадеев  (название песни). Встречаем!

После песни

—         Ә хәҙер инде беҙҙең ҡыҙҙарға шундай һорау. Төшөргән һүрәттәрегеҙ нимәне аңлата һәм ошо һүрәттәр аша ниндәй уй-фекерҙәрегеҙҙе еткеререгә тырыштығыҙ?

Ведущая:  Беҙҙең ҡыҙҙар моңло ла, дәртле лә, йырға маһир, бейеүгә оҫта, шунан башҡа бигерәк аҡыллы икән үҙҙәре!

Ведущий:Красавицы и просто умницы! Рисунок зачастую может многое рассказать о человеке. Мы же в очередной раз убеждаемся, что конкурсантки талантливы, умны, целеустремленны и великодушны. Давайте поблагодарим их и народного артиста РБ Ризу Магадеева овациями.

7. KiraPlastinina

Ведущий:Хөрмәтле дуҫтар! Беҙҙең тамаша ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Киләһе бәйге Kira Plastinina Студияһының кейемдәрен тәҡдим итеү.

ВедущаяСледующий этап конкурса — дефиле модной весенне-летней коллекции! Чтобы быть красивой современная девушка непременно должна шагать в ногу со временем и следовать самым последним тенденциям.

Ведущий:  Девушки демонстрируют одежду Студии стиля Kira Plastinina Коллекции, представленные Студией стиля Kira Plastinina, создают модные образы для современных активных девушек, вдохновляют их в поиске своего стиля, помогают быть успешными в профессиональной деятельности и в личной жизни. Студия стиля Kira Plastinina находится по адресу г.Салават, торговый комплекс Гостиный двор, 2-й этаж.

ВедущийСпасибо участницам. Для Вас выступает

Для Вас выступает

8. Хореографический коллектив

9. Куклы

Ведущая:  Беләһегеҙме, ҡәҙерле тамашасылар, киләһе конкурсты беҙ «Ҡурсаҡтар” тип атаныҡ, ни өсөн тиһәһегеҙ – бер яҡтан ҡыҙҙарыбыҙ ҡурсаҡ кеүек матур! Икенсе яҡтан — бар яҡтан да уңған, хатта ҡул эшенә лә оҫта. Һылыуҡайҙар үҙ ҡулдары менән теккән күлдәктәр коллекцияһы һеҙҙең өсөн!

Муз. номер

10. «Ангелы» — Вечернее дефиле

Ведущий:  Это был последний этап конкурсной программы! Благодарим участниц, а наше уважаемое жюри просим пройти в зал голосования, для Вас, зрители, поет

Муз. номер

11. Награждение

Ведущий: Дорогие друзья, приближается кульминационный момент городского конкурса “Хылыукай-2014”.

Ведущая: Жюри ағзаларының тантаналы ҡарарын ишетер алдынан тамашаны ойоштороуға ярҙам иткән бағымсыларыбыҙҙы әйтеп үтергә рөхсәт итегеҙ.

Ведущий: Прежде чем услышать вердикт жюри, позвольте поблагодарить партнеров и спонсоров нашего конкурса:

Ведущая  Огромную благодарность выражаем также педагогам и хореографам, которые провели большую работу по подготовке конкурсанток:

Ведущая:  Кисәнең иң тулҡынлы мәле килеп етте. Һылыуҡайҙарыбыҙҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ.

Ведущий:  Приглашаем участниц на сцену.

Участницы выходят в вечерних платьях.

Ведущая: Бына улар Салауат ҡалаһының гүзәлдәрҙән гүзәл, һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙҙарыбыҙ! Алҡыштар менән ҡаршылайыҡ!

Ведущий  Для объявления результатов конкурса в номинациях на сцену приглашается

ВедущийПобедительницей городского конкурса «Һылыукай-2014» в номинации Мисс Грация» становится……………………………..

Ведущая  «Иң һомғол һылыу» номинацияһын яулаусы ҡыҙ……………………………

Ведущий  Победительницей городского конкурса «Һылыукай-2014» в номинации «Мисс Очарование» («Иң һөйкөмлө һылыу») становится…………………………………..

Ведущая«Иң һөйкөмлө һылыу»………….

Ведущий Победительницей городского конкурса «Һылыукай-2014» в номинации «Мисс Артистичность» («Юғары оҫталыҡ» номинацияһы) становится………………………….

Ведущая:  «Юғары оҫталыҡ» номинацияһын яулаусы ҡыҙ………………………

Ведущий:Обладательницей специального приза городского конкурса «Һылыукай-2014» в номинации приз зрительских симпатий становится………..

Ведущая:  Тамашасы һөйөүе исемен яулаусы ҡыҙ……………….

Ведущий:  Объявляется победительница в номинации «Мисс-интернет» .  Для объявления победителя в номинации “Мисс-Интернет” на сцену приглашается

На сайте Газеты Выбор салаватцы и жители других городов в течение трех недель выбирали самую красивую девушку конкурса «Хылыукай-2014″. Ею стала

Ведущая:  Для награждения специальным призом ф

Ведущий: Настал ответственный момент награждения дипломами 1,2 и третьей степени. Для вручения диплома третьей степени на сцену приглашается                              ____________________________________________________

Ведущая: Өсөнсө дәрәжә дипломын тапшырыу өсөн сәхнәбеҙ түренә                          _________________________________________________________________.

Выход члена жюри и объявление им обладательницы третьего места

Ведущий:  Диплом второй степени. Для награждения на сцену приглашается

______________________________________

Ведущая:  Икенсе дәрәжә дипломын тапшырыу өсөн сәхнәбеҙ түренә

____________________________________________________

(выход члена жюри и объявление им обладательницы второго места)

Ведущий:  Для вручения диплома первой степени на сцену приглашается

____________________________________________________________

Ведущая: Беренсе дәрәжә дипломын тапшырыу өсөн сәхнәгә

________________________________________________________ саҡырыла.

(выход члена жюри и объявление им обладательницы первого места)

Ведущая:  Вот и настал самый волнующий момент.

Ведущий: Для объявления обладательницы Гран-при нашего конкурса и титула “Хылыукай – 2014» на сцену пригалашается Председатель жюри – заместитель главы Администрации городского округа город Салават Республики Башкортостан – Мустафина Дильбар Радиковна.

Ведушая: Гран-при исемен әйтеү өсөн сәхнәбеҙ түренә Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһының ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мостафина Дилбәр Радик ҡыҙы саҡырыла .

(выход члена жюри и объявление им обладательницы Гран-при)

Ведущая Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ведущий………….От всей души поздравляем …………..!

(праздничное конфетти, подарки и поздравления)

Ведущая  Афарин!

Ведущий: …………….примите наши искренние поздравления!

Ведущие: Хылыукай-2014……………!

ВедущаяХөрмәтле тамашасылар, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Осрашыуҙарға тиклем, һау булығыҙ!

ВедущийДорогие друзья, наш праздник на сегодня закончен, спасибо за внимание, до новых встреч! Жюри мы просим пройти на сцену для памятного коллективного фото.

Сценарий подготовила Салихова А.Р.

Автор: Шакирова Румия Ахметзакиевна
Должность: преподаватель

Учебное заведение: ГБПОУ ОНК
Населённый пункт: г. Октябрьский
Наименование материала: Сценарий башкирского народного обычая
Тема: Сценарий башкирского народного обычая Свободный дом

Раздел: среднее профессиональное

Министерство образования Республики Башкортостан

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение

Октябрьский нефтяной колледж имени С.И. Кувыкина

Сценарий башкирского народного

обычая “Свободный дом”

Преподаватель:

Шакирова Р.А.

2018г.

Маҡсат: «Аулаҡ өй» йолаһы аша башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәте менән танышыу.

Бурыстар: «Аулаҡ өй» йолаһы менән танышыу.

Башҡорт халыҡ йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеү.

Һүҙлек

байлығын

арттырыу.

Башҡорт

халҡының

үткәненә,

киләсәгенә

ҡыҙыҡһыныу, өйрәнеүгә теләк уятыу.

Йыһазландырыу: Келәм, ашъяулыҡ, таҫтамал, самауыр, башҡорт халыҡ аштары

(бауырһаҡ,

бәлеш,

һөт,

ҡатыҡ

һ.б.),

ҡурай

моңо,

башҡорт

халыҡ

костюмдарынан

күлдәктәр һәм алъяпҡыстар; «Һәүәнәй әбей» уйынына кейемдәр: бәләкәс мендәрҙәр,

яулыҡ, шәл, бүрек, тун, быйма, көрәк, күлдәк; кис ултырыуға ҡул эштәре (туғыҙ ҡыҙға),

баян, ҡурай, иҙән йыуғыс таяғы, «Һуҡыр тәкә» уйынына яулыҡ, ағас ҡалаҡ, йөҙөк,

тимер оло каса (ҡоймаҡ ҡойорға),

«Аулак өй» йыры яңғырай.

Илназ: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле студенттар!

Константин: Здравствуйте уважаемые гости, наши дорогие студенты!

Илназ: Бөгөн беҙ һеҙҙең алдығыҙға Аулаҡ өй тигән башҡорт халҡының ата-бабаларҙан

ҡалған

ғөрөф-ғәҙәтен

тәҡдим

итәбеҙ.

Йортта

хужа

булып

ҡалған

ҡыҙҙар,

иптәштәрен саҡырып, ҡул эштәре менән булышҡандар. Аулаҡ өйгә уйынға егеттәр ҙә

килгән. Уйындар уйнап, йырҙар йырлап та ҡараңғы кискә тиклем күңел асҡандар.

Константин: «Аулаҡ өй» — это старинный обычай. На русский язык переводится как

«Свободный дом». Когда взрослые уезжают в гости,

девушки оставшиеся дома одни,

приглашают в гости молодёжь. Там они играют в игры, танцуют, поют песни до

самого позднего вечера.

Сәхнәлә ике ҡыҙ. Ҡул эштәре менән булышалар.

Ләйсән: Эльвира, өйҙә кеше юғында аулаҡ өй ойошторабыҙмы әллә?

Эльвира: Әйҙә. Ҡыҙҙарҙы саҡырайыҡ, егеттәр ҙә килер.

Эльвина инә.

Эльвина: Сәләм, ҡыҙҙар!

Эльвира: Һаумы, Эльвина!

Ләйсән:

Һаумы,

Эльвина,

беҙ

аулаҡ

өй

ойошторабыҙ.

Күрше

ҡыҙҙарҙы

саҡырып

килтерсе? Беҙ өйҙө йыйыштыра торабыҙ.

Эльвира: Ә мин ҡоймаҡ бешереп алам. Бәлеш тә мейестә бешә.

Эльвина: Ярар, мин хәҙер.

Ҡыҙҙар йырлай-йырлай өй йыйыштыралар, бейеп-бейеп тә алалар.

Бер аҙҙан ҡул эштәрен күтәргән ҡыҙҙар килеп керәләр. Ҡайһы берҙәрендә күстәнәстәр ҙә

күренә.

Ҡыҙҙар иҫәнләшәләр.

Эльвина: Мин күстәнәскә бауырһаҡ алып килдем.

Елена: Ә мин ҡып-ҡыҙыл алма.

Зарина: Мин ваҡ бәлеш алып килдем.

Эльвира: Ҙур рәхмәт. Ә бына беҙ ҡоймаҡ бешерҙек.

Ләйсән: Әйҙәгеҙ үтегеҙ, иң алда бер аҙ ҡул эше менән ултырып алайыҡ.

Ҡыҙҙар ултырышалар, сигеү, бәйләм менән булалар.

Ситтән шиғыр ишетелә.

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,

Сиккәндәре, беләм – бирнәлек.

Апайымды былтыр һораттылар-

Әле йәшерәк, тип бирмәнек.

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,

Биҙәктәргә ялғап биҙәкте.

Биҙәктәре шундай гүзәл, матур,

Тик йырҙары өҙә үҙәкте…

Йырлай-йырлай егеттәр килә.

Беҙ үҙебеҙ Дәү Аҡтаныҡ-

Йөрөмәйбеҙ маҡтанып.

Беҙ урамдан үткән саҡта,

Ҡыҙҙар ҡала уфтанып.

Һай, илдәре, илдәре,

Илдәрендә күлдәре.

Был илдәрҙә ҡыҙҙар йырлай,

Һандуғастай телдәре.

Ҡыҙҙар тыз-быз киләләр, кейемдәрен төҙәтәләр.

Айбулат: Ҡыҙҙар-йондоҙҙар, былбыл ҡоштар, инергә мөмкинме?

Ҡыҙҙар: Юҡ-юҡ кертмәйбеҙ.

Денис:

Керетегеҙ

инде,

беҙ

мөйөштә

генә

ултырып

торабыҙ.

Беҙ

буш

килмәнек,

күстәнәскә йыр-бейеү алып килдек.

Ҡыҙҙар: Әллә керетәбеҙме?

Елена: Ләйсән, Эльвира, әйҙәгеҙ керетәйек?

Ҡыҙҙар: Эйе-эйе, беҙ риза. Инһендәр.

Ләйсән: Ярар инде. Мин дә риза.

Эльвира: (Ишекте аса.) Рәхим итегеҙ!

Руслан: Бөркөттәрҙән һандуғастарға сәләм!

Егеттәр: Сәләм!

Ләйсән: Кәнфитле һүҙҙәрегеҙҙе алдыҡ.

Ҡапма-ҡаршы таҡмаҡ әйтеү.

Айҙар: Егеттәр! Ҡыҙҙарға таҡмаҡ әйтеп алайыҡ әле.

Егеттәр:

Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Сәсен тарап үрә белмәй –

Егет һайлаған була.

Ҡыҙҙар

Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Ат туғарып егә белмәй –

Ҡыҙҙар һайлаған була.

Егеттәр

Алын алырһың микән.

Гөлөн алырһың микән?

Минең кеүек шәп егетте

Ҡайҙан табырһың икән?

Ҡыҙҙар

Беҙҙең урам аҡ балсыҡ –

Бата күрмә, атлап сыҡ.

Һин дә минән артыҡ түгел –

Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

Егеттәр

Ҡыҙҙар кейә ҡыҙыл салбар,

Беҙгә ҡарайһы ла юҡ.

Ҡыҙҙар беҙгә үҙе килә,

Барып алаһы ла юҡ.

Ҡыҙҙар

Ҡалын юрғандарығыҙҙы

Ябынырһығыҙ әле.

Беҙгә түгел, әбейҙәргә

Ялынырһығыҙ әле.

Үәт!

Ҡыҙҙар-егеттәр көлөшәләр.

Шул ваҡыт ҡыҙҙарҙың өләсәһе ҡайтып керә.

Әбей (Румия Закиевна): Ниндәй матур йыр ишетелә тиһәм, үҙебеҙҙекеләр йырлай

икән.

Эльвира: Өләсәй, ҡайтып та еттеңме ни?

Ләйсән: Зинһар, асыуланма инде, дуҫтарҙы аулаҡ өйгә саҡырған инек.

Әбей: Ярай-ярай, уйнағыҙ, көлөгөҙ. И-и-и беҙҙең дә йәш саҡтар бар ине бит. Беҙ ҙә

шулай аулаҡ өйгә йыйыла торған инек.

Рита: Әбей, һин күп кенә киҫәтеүҙәр беләһең бит, әйт әле бер нисәһен.

Әбей: Элек-электән иң оло ниғмәт икмәк булған (икмәк ала).

Бер ҡасан да икмәк өҫтөнә әйбер ҡуймағыҙ.

Икмәктән өҫтөн нәмә юҡ.

Икмәктең валсығы ла беҙҙән оло, ҡойоп ашамағыҙ. Бына шулай икмәкте

ололағыҙ, балаҡайҙарым.

Ҡыҙҙар-егеттәр: Ололайбыҙ, әбей, ололайбыҙ.

Әбей: Өҫтәлде ҡағыҙ менән һөртмәгеҙ, тауыш сығыр.

Оло кешегә үҙең башлап сәләм бир.

Эльвина:Өләсәй, беҙ ҙә мәҡәлдәр беләбеҙ бит. Ағас емеше менән, кеше эше менән

татлы.

Юлиә:Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Руслан: Һөнәрле үлмәҫ,һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.

Константин:Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.

Оля: Ҡалған эшкә ҡар яуыр.

Әбей: Бигерәк булдыҡлы егеттәр, уңған ҡыҙҙар икәнһегеҙ. Булдырҙығыҙ. Ярай, мин

төпкө бүлмәгә инеп, ял итәйем.

Светлана: Әйҙәгеҙ, күмәк уйындар уйнап алайыҡ.

“Ҡалаҡ“ уйыны

Юлиә: Ниндәй уйын уйнайбыҙ?

Илнар: “Ҡалаҡ“ уйынын. Бына, исмаһам, уйын!

Айбулат: Нисек уйнайбыҙ?

Светлана: Көй уйнап туҡтаһа, ҡалаҡ кемдә ҡала, шуға яза бирәбеҙ.

Уйын башлана.

Көйлө-көйлө ҡалағым

Һиңә минең таҡмағым.

Ҡушһаң, уйнайым,

Ҡушһаң йырлайым

Беренсегә яза бирелә.

Светлана: Ниндәй яза бирәбеҙ?

Айҙар: Йырлаһын!

Илназ: Шиғыр һөйләһен!

Елена: Әтәс булып ҡысҡырһын!

Илнар: (Уртаға ултырғыс ҡуя.) Эйе-эйе, өс тапҡыр әтәс булып ҡысҡырһын.

(Ки-кри-кү-ү-үк)

Икенсегә яза.

Светлана: Ниндәй яза бирәбеҙ?

Ләйсән: Бейеһен!

Эльвина: Таҡмаҡ әйтеп бейеһен!

Рита: Әйҙәгеҙ, түбә таҡтаһы һанатабыҙ.

Барыһы ла: Эйе-эйе.

Өсөнсөгә яза.

Светлана: Ниндәй яза бирәбеҙ?

Константин: Йырлап күрһәтһен!

Барыһы ла: Эйе-эйе.

Рита: Һеҙгә йомаҡ әйтәм, яуабын дөрөҫ әйтһәгеҙ, йырлайым, әйтмәһәгеҙ – юҡ! Ҡара

урман башында ала ҡарға ултыра. Нимә ул?

Илназ: Трактор.

Айбулат: Ер өҫтөндәге трактор.

Рита: Дөрөҫ түгел, үҙем әйтәм – түбәтәй . Йырламайым.

Денис: Эй, улай ҡыҙыҡ түгел. Әйҙәгеҙ, “Һуҡыр тәкә” уйынын уйнап алабыҙ.

“Һуҡыр тәкә” уйыны

Ләйсән: Әйҙәгеҙ. Кемдең күҙен бәйләйбеҙ?

Денис: Айбулаттыҡын инде.

Айбулаттың күҙен бәйләп, һамаҡлай-һамаҡлай әйләндерәләр:

Әбей-әбей, әптер,

Береһен алып эләктер.

Дөбөр-дөбөр-дөптөр,

Тибер-тибер-тип-тип.

Һамаҡты әйтеп бөтөү менән, барыһы ла йүгереп таралышалар. Айбулат эҙләй.

Береһен тотоп алһа, исемен әйтергә тейеш. Исемен дөрөҫ әйтһә, тотолған кешегә “яза”

әйтәләр. Яза үтәлгәндән һуң, тотолғандың күҙен бәйләйҙәр, уйын дауам итә.

Уйын башлана. Беренсегә яза бирелә.

Айбулат: Тәк. Был Рита.

Барыһы ла: Дөрөҫ.

Рита: Мин бейейем.

Барыһы ла: Эйе. Әйҙә, бейеһен.

Рита башҡарыуында бейеү. Икенсегә яза.

Айбулат: Был Эльвирамы?

Илнар: Юҡ, дөрөҫ түгел. Һинең үҙеңә яза. Ләйсәндең битенән үбергә!

Ләйсән: Юҡ инде. Юҡ.

Айбулат күҙе бәйләнгән килеш Ләйсәнгә табан атлаған була. Ләйсән, тиҙ генә өҫтәлдән

тәрилкә алып, Айбулаттың битенә терәй.

Барыһы ла көлөшә.

Эльвина: Әсәйем йәш саҡта «Һәүәнәй әбей» уйынын уйнай торғайныҡ, тип һөйләй ине.

Әйҙәгеҙ беҙ ҙә уйнайыҡ.

Барыһы ла: Беҙ риза.

Илнар: Кем «Һәүәнәй әбей» була?

Светлана: Беренсе һорағас, үҙең булаһың инде.

«Һәүәнәй әбей»ҙе кейендереп, ауылды урап килергә ебәрәләр.

Илназ: Ауылды урап кил.

Юлиә: Нисә өй бар икәнлеген һанарға онотма.

«Һәүәнәй әбей» ишектән сығыу менән биҙрәләр шалтырағаны ишетелә.

Рита: Ул әйләнеп килгәнсе «Йөҙөк һалыш» уйынын уйнап алайыҡ.

“Йөҙөк һалыш» уйыны.

Уйында ҡатнашыусылар теҙелешеп ултыралар. Бер студент көтөүсе, икенсеһе “йөҙөк

һалыусы” була. Ул ҡулдарын ҡуш услап ултырған студенттарҙың барыһына ла йөҙөк

һалып

сыға,

йөҙөктөң

кемгә

тура

килеүен

бер

кем

дә

һиҙергә

тейеш

түгел,

унан

көтөүсенән кемдә йөҙөк икәнлеген һорай. Йөҙөклө кешене тапһа, шуға наказ бирелә,

тапмаһа тағы ла көтөүсе була.

Илназ: Мин көтөүсе булам.

Оля: Мин йөҙөк һалам. (Һалып сыға.) Кемдә йөҙөк?

Илназ: Русланда.

Денис: Дөрөҫ түгел. Язаға бер шиғыр.

Илназ шиғыр һөйләй.

Илназ: Был юлы йөҙөк Айнурҙа.

Барыһы ла: Дөрөҫ.

Эльвира: Ҡурайҙа уйнаһын.

Айнур ҡурайҙа уйнай.

Биҙрәләр шалтырауы ишетелә. Илнар килеп инә. Уны ултырғысҡа ултырталар.

Константин уның таяғын ала. Елена уға һыу эсерә.

Илнар: Уф, арыным.

Юлиә: Йә, нисә өй һананың?

Илнар: Эйе, һананы тей. Мөршиҙә әбей менән Әхәт бабай ҡунаҡтан ҡайтып барғанда

ҡаршыларына мин осраным. Әбей әпсен-төпсөн уҡып ҡалды, Әхәт бабай таяғы менән

йығылғансыға тиклем ҡыуаланы. Саҡ- саҡ ҡотолдом.

Барыһы ла көлөшә.

Ләйсән: Уф, арытты. Инде бер аҙ ял итеп, сәй эсеп алмай булмаҫ.

Айбулат: Беҙ сәйләп ултырмайбыҙ, ҡыҙҙар.

Денис: Мейестәге бәлеште ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырайыҡ та таяйыҡ.

Егеттәр йырлай-йырлай ҡайтып китәләр.

Улай итергә кәрәк,

Былай итергә кәрәк.

Хужаларға рәхмәт әйтеп

Ҡайтып китергә кәрәк.

Эльвина: Бигерәк күңелһеҙ булып ҡалды бит әле егеттәр киткәс.

Светлана: Уның ҡарайһы, рәхәтләнеп сәй эсербеҙ хәҙер.

Рита: Ә һеҙгә күңелле булдымы? Оҡшаһа, иртәгә Нурияларҙа аулаҡ!

“Аулаҡ өй” йыры уйнай. Барыһы сәхнәгә сығып йыр башҡарыла.

Осраштыра, таныштыра,

Ҡауыштыра аулаҡ өй.

Аулаҡ өйҙән китмәҫ егет

Үҙенә йәр һайламай.

Моңло тальян гармундарҙа

Кемдәр уйнай аулаҡ өй.

Гармун уйнамаған егет

Ҡыҙҙар күң(е)лен яуламай.

Аулаҡ өй, аулаҡ өй,

Эй аулаҡ өй, аулаҡ өй.

Уйната ла, йырлата ла

Бейетә лә аулаҡ өй.

Аулаҡ өй, аулаҡ өй,

Эй аулаҡ өй, аулаҡ өй.

Аулаҡ өйгә йөр(ө)мәгән ҡыҙ

Егет күң(е)лен яуламай.

Уҡытыусылар көнөнә сценарий

(Бейеү “Уҡытыусы һәм уҡыусылар”)

1 уҡыусы.   Хәйерле кис, хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Бөгөн ошо залда ултырыусыларға сикһеҙ шатбыҙ һәм барығыҙҙы ла байрам менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

2 уҡыусы.   Добрый день, уважаемые учителя,  учащиеся! Сегодня у нас праздник, профессиональный праздник – День учителя!

3 уҡыусы.   Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ! Һеҙҙең еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар, шатлыҡ – ҡыуаныстар, ғаилә бәхете һәм һәр ваҡыт шулай шат, бөгөнғөләй йәш, дәртле һәм һөйкөмлө булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ

4 уҡыусы. Сегодня мы дарим вам не только цветы и улыбки. Мы говорим  «Спасибо» за ваш труд, за терпение и умение, которые вы проявляете к каждому из учеников.

5 уҡыусы.  Йыл һайын 5 октябрҙә 100-ҙән ашыу илдә бөтә халыҡ мәғарифы өлкәһендә эшләгән барлыҡ эшселәрҙең, уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы билдәләнә. 1966 йылдың 5 октябрендә Парижда конференцияла уҡытыусыларҙың статусы тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыла. Совет осоронан башлап, 44 йыл инде, был байрам октябрҙың башында билдәләнеп кителә ине һәм, ниһәйәт,1994 йылда уҡытыусылар көнө итеп 5 октябрь иғлан ителде.

6 уҡыусы. Укытыусым! Алтын хәрефтәрҙе

                  һин бит башлап миңә өйрәттең.

                Алтындан да ҡиммәт аҡылың белән

                Зиһенемде минең киңәйттең.

7 уҡыусы.  От А до Я, к любым открытиям

                  Путь начинается с тебя.

                  Да будет славен труд учителя.

                  Да будет славен День учителя!

(Йыр “С днем учителя, милые дамы”)

(Видеопоздравление)

9 уҡыусы.            Укытыусы – ғилем шишмәһе тип

                        Маҡтау һүҙе килгән борондан.

                        Бәлки шуға ихтирамын алған

                        Ул халыктың быуын-быуындан.

10 уҡыусы.            Укытыусы! Йәшлек иртәһенең

                        Ҡабындыра тормош усағын.

                        Меңдәр өсөн ата-әсә булып

                        Ул киң аса күңел ҡосағын.

1.Йыр (на мотив песни «Улыбка «

 из кинофильма «Карнавальная ночь»)

2.Инсценировка

1 а.б.   Хөрмәтле уҡытыусылар! Мәктәптә бөгөн «дублер көнө» уҙҙы. Беҙ шунан файҙаланып, һеҙҙе уҡыусылар тип хис  итеп, имтихан тапшыртырға уйлайбыҙ. Дөрөҫ һәм тулы итеп яуап бирһәгеҙ, бирелгән эште теүәл үтәһәгеҙ «5» билдәһе ҡуясаҡбыҙ, яуап булмаһа, әлбиттә, «2». Имтихан биреүселәрҙе сәхнә түренә саҡырабыҙ!

1.Үҙегеҙҙең коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ  бар?

2.Мәктәпте 10 йылдан нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

3. Уҡытыусының иң ҙур бәхете нимәлә?

4. Рәсәйҙең Мәғәриф министры кем? (Ольга Васильева)

5. «Антошка» йырын сәхнәләштерегеҙ.

— Афариндар! Бөтәгеҙ ҙә имтиханды уңышлы тапшырҙығыҙ, тип һанайбыҙ һәм “5” билдәһе ҡуябыҙ. (5 ҡуйыу,

2 а.б. Хөрмәтле  _____________________________________________________! Һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, ауыр эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Сәскәләребеҙҙе һәм уҡыусыларығыҙ сығышын бүләк итеп алығыҙ! (сәхнәгә сыҡҡан уҡытыусыларға сәскә биреү)

(Сығыш ____________)

1 а.б.  Имтиханды дауам итәбеҙ. Сәхнә түренә имтихан биреү өсөн киләһе уҡытыусыларҙы саҡырабыҙ!

6.  Һеҙ бөгөн үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Иҫбат итегеҙ.

7. Нисек дәрескә әҙерләнмәйенсә килеп тә «2» алмаҫҡа?

8. Иртәнге гимнастика ойоштороғоҙ.

— Афариндар! Һеҙҙе лә имтиханды уңышлы тапшырҙығыҙ, тип һанайбыҙ һәм “5” билдәһе ҡуябыҙ.(5 ҡуйыу)

2 а.б. Хөрмәтле _____________________________________________________! Һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ менән ҡотлап, сәскәләр һәм 5 класс уҡыусыларының сығышын  бүләк итәбеҙ! Рәхим итеп ҡабул итегеҙ!

(Сығыш ___________________)

1 а.б.  Имтиханды дауам итәбеҙ. Сәхнә түренә имтихан биреү өсөн киләһе уҡытыусыларҙы саҡырабыҙ!

9. Һеҙ балаларҙы яратаһығыҙмы? Иҫбат итегеҙ.

10.Мәктәп директорына ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

11. Уҡытыусы йырсы ла, бейеүсе лә, актер ҙа булырға тейеш тигәнде иҫбатлағыҙ.

— Афариндар! Һеҙҙе лә имтиханды уңышлы тапшырҙығыҙ, тип һанайбыҙ һәм “5” билдәһе ҡуябыҙ.(5 ҡуйыу)

2 а.б. Хөрмәтле _____________________________________________________! Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.(сәскә биреү) Һеҙҙе ҡотлайҙар 7-8 класс уҡыусылары. Рәхим итегеҙ!

(Сығыш __________________)

1 а.б.  Имтиханды дауам итәбеҙ. Сәхнә түренә имтихан биреү өсөн һуңғы төркөмдө  саҡырабыҙ!

12.5 октябрь тағы кемдәрҙең байрамы? (врачтар, архитекторҙар, енәйәт тикшереүселәр)

13. Ошо һүҙҙе уҡымайынса, балаларға аңлат. (пантомимо –дискотека)

15. Бөтәһен дә байрам менән ҡотлағыҙ!

-Афарин! Бөтәгеҙгә лә «5». (5 ҡуйыу) 

2 а.б. Хөрмәтле ______________________________________________________! Профессиональ байрамығыҙ уңайынан сәскәләребеҙҙе ҡабул итегеҙ! Һеҙгә 6 класс уҡыусыларының сығышын   бүләк итәбеҙ!

(Сығыш _______________)

1 а.б.  Ә хәҙер сәхнә түренә имтихан биреү өсөн нисек уйлайһығыҙ, кемде саҡырабыҙ? Әлбиттә, беҙҙе йылдар буйы имтихандар, РПРҙар, ВПРҙар, һанап бөткөһөҙ диагностикалар менән йонсотҡан директорыбыҙ _______________________! Бына хәҙер үҙе имтихан биреп ҡараһын, шулаймы? Беҙ һеҙгә бер генә түгел, күп һорауҙар әҙерләнек. Имтиханды башлайбыҙ!

1.Һәр кешенең дә үҙ маҡсатына ынтылғанда ниндәйҙер девизы була. Һеҙҙең девиз ниндәй?

2.  Һеҙ үҙегеҙҙе, еңел булмаған директор вазифаһын үтәүҙе үҙ өҫтөгөҙгә алғас, ҡыйыу кеше тип һанайһығыҙмы?

3. Һеҙ мәктәпкә эшкә ихлас йөрөйһөгөҙмө, бынан ҡәнәғәтлек кисерәһегеҙме?

4.  Һеҙ тырыш уҡытыусыларҙы нисек дәртләндерәһегеҙ?

5. Ә ниндәйҙер ғәйебе булған уҡыусылар менән нисекһегеҙ?

6. Әгәр ҙә хәҙер тылсым эйәһе килеп керһә, мәктәпкә ҡағылышлы ниндәй теләгегеҙҙе үтәүҙе һорар инегеҙ?

7. Коллегаларығыҙҙы байрам менән ҡотлап нимәләр әйтер инегеҙ?

(директор сығышы)

А.б. Рәхмәт, һынауҙарҙы яҡшы үтеп сыҡтығыҙ, тип уйлайбыҙ. Һеҙгә лә 5 ҡуябыҙ. (5 ҡуйыу) 

А.б. Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.(сәскә биреү) Һеҙҙе ҡотлайҙар 10 класс уҡыусылары. Рәхим итегеҙ!

(Сығыш _______________)

А.б. Ә хәҙер барлыҡ уҡытыусыларҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!          

(уҡытыусылар сәхнәгә сығалар)

А.б. Хөрмәтле уҡытыусылар! Имтиханды барығыҙ ҙа бик яҡшы бирҙегеҙ. Афариндар! Ошо шатлыҡтан һеҙҙе тағы һынап ҡарарға булдыҡ һәм һеҙҙе флешмобҡа саҡырабыҙ! Барыбыҙ ҙа бейеп күңел асайыҡ! Һеҙгә ярҙам итә 11 класс уҡыусылары.

(флешмоб)

(Инсценировка)

Джентльмен 1. Как быстро летит время, джентльмены!

Джентльмен 2. Да-а, не успел проснуться, а уже опоздал на уроки!

Джентльмен 3. А я заметил, сэр, что лучше переесть, чем недоспать!

Джентльмен 1. И лучше переспать, чем недогулять!

Джентльмен2. Но, сэр, лишь вдоволь нагулявшись, ВРЕМЕННО понимаешь, что гуляние – не главное!

Джентльмен3. А главное, джентльмены: никогда не откладывать на завтра то, что можно сделать сегодня!

Джентльмен 1. И, главное, не стойте где попало – попадет еще раз!

Джентльмен 3. Потому что у всех учителей ужасная память – они никогда ничего не забывают!

Джентльмен 2. А вообще, джентльмены, не надо и нам забывать, что всех много, а всего мало!

Джентльмен 1. А значит, знаний все равно на всех не хватит!

Джентльмен 3. Но зато все настоящие джентльмены знают, что в школе есть только два праздника:

Все. День учителя и каждый день!

(Танец “Учат в школе”)

1. Милые, хорошие и добрые,

2. Наши дорогие педагоги!

3. Спасибо вам за труд ваш,

4. Спасибо за уроки!

5. За вашу справедливость,

6. За строгость и заботу

Все. За вашу благородную, нелегкую работу!

1.    Һеҙгә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ

2.    Урын алһын йөрәк түрендә.

3.    Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек

4.    Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!

5.Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, һеҙгә ҘУР РӘХМӘТ!( бергә)

6.Байрамығыҙ менән, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.

Һәм ҡулдарыбыҙҙағы ошо шарҙар кеүек ғүмерегеҙ еңел, сағыу, тулы булһын! Һау булығыҙ!

(Йыр «От улыбок светло вокруг»)

Һалҡын ҡыш уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, Дәүләкән район Мәҙәниәт йорто филиалдарында әүҙем эш ҡайнай. Шаулап-гөрләп Яңы йыл байрамдарына арналған саралар уҙып китте, хәҙер инде мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡа даталарға арналған төрлө саралар ойоштора.
Мәҫәлән, Алға ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Ригина Ғәзизова ошо көндәрҙә халҡыбыҙҙың матур йолаһы «Кис ултырыу» байрамдары уҙғарған. Был сара ошо йоланы тергеҙеү, киләсәктә йәштәр халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаһын тигән маҡсатта уҙғарылған.
Кис ултырыуҙа ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы клубҡа үҙҙәре менән ҡул эштәре алып килгән. Унда ҡатнашҡан гүзәл зат вәкилдәре был саралар ваҡытында йырлап-бейеп күңел асҡан, йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр бәйләгән, сағыу төҫтәрҙәге ултырғыс япмалары бәйләү серҙәре менән уртаҡлашҡан.
«Иң мөһиме, ҡул ҡаушырып ултырмаҫҡа, оҫталығыңды арттырыу өҫтөндә эшләргә, белмәгәнеңде — өйрәнергә, белгәнеңде — өйрәтергә», — тигән девизға таянып эш итә оҫта ҡуллы ханымдар.
Ошо көндәрҙә Алға ауылында ойошторолған » Кис ултырыу»ҙар шаулап-гөрләп, йыр-бейеү, уйын-көлкө менән уҙып киткән. Ошондай кешеләр булғанда, халҡыбыҙҙың матур йолалары тарих төпкөлөнә төшөп юғалмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Кирики улиты праздник 2021
  • Киремет карти чувашский праздник
  • Киргизский праздник сегодня какой
  • Киргизские национальные праздники
  • Киргизские народные праздники