Кластан тыш саралар сценарий

Мәктәптә үткәрелгән бик күп сараларға үҙем сценарийҙар яҙырға тырышам. Күп ваҡыт был эшемдең һөҙөмтәһе күңелемә йыуаныс килтерә, эшкә илһам өҫтәй.[[{"type":"media","view_mode":"media_large","fid":"161

1 сентябрь – Белем көнө.

Сценарий.

1. — Хәйерле көн, хөрмәтле ата — әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар!

1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ! ( Р2с2й 32м Башҡортостан гимндары яңғырай ).

2. — Ҡәҙерле бөгөнгө тантанаға йыйылыусылар! Белем байрамы, беренсе ҡыңғырау байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ошо минутта меңәрләгән уҡыусылар беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.

Үткән уҡыу йылында беҙҙең мәктәпте 5 уҡыусы уңышлы тамамлағайны. Бөгөн уларға алмашҡа беренсе класҡа 5 кескәй дуҫыбыҙҙы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бергәләп ҡул сабып ҡаршы алайыҡ.

3. — Ҡәҙерле балалар! Бөгөнгө көн һеҙҙең өсөн тантаналы һәм мөһим: һеҙ мәктәпкә уҡырға килдегеҙ. Һеҙҙең тәүге уҡытыусығыҙ Нурзидә Ғүмәр ҡыҙы Ғәлина булыр. Һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ, хөрмәтле беренселәр! ( Беренселәрҙең сығышы ).

4. Бер ғәмһеҙ бала саҡтарым

    Үтер ҙә китер инде.

    Уҡытыусымдың һүҙҙәре

    Күңелдә ҡалыр инде.

— Бөгөнгө байрам тантанаһын мәктәп директоры ________________________________ дауам итә. Рәхим итегеҙ!

5. Байрам кәйефен уртаҡлашыр өсөн район вәкиле ____________________________________________________________________________________________________________________килгән. Рәхим итегеҙ!

6. – Уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары менән таныштырыу өсөн _____________________________________________ һүҙ бирәбеҙ.

7. – Мәктәп йылдарының һәр миҙгелен

       Күңел түрегеҙҙә һаҡлағыҙ.

       Яҡшы кәңәш, һәйбәт үрнәктәрҙе

       Киләсәктә беҙҙән алығыҙ!

 – ти беҙҙең уҡыусыларға ветеран уҡытыусыларыбыҙ. ( Бер ветеран уҡытыусы һөйләй ).

8. – Юлдаш булһын аҡ бәхеттәр,

       Аяҙ булһын күгебеҙ.

       Беҙҙең сәскә бәйләмдәре

       Булһын рәхмәт һүҙебеҙ.

( уҡыусылар сәскә шәлкемдәрен уҡытыусыларына тапшыралар).

( Уҡыусылар сығышы ).

9. – Мәңге хәтерҙә һаҡлана

       Ҡыңғыраулы был иртә.

       Саҡыра ул ҙур тормошҡа,

       Белем тауына илтә.

— Ә хәҙер тәүге ҡыңғырау сыңын яңғыратыу хоҡуғы уҡыу алдынғыһы, 9 класс уҡыусыһы ________________ һәм 1 класс уҡыусыһы _________________________________ тапшырыла.

( Тәүге ҡыңғырау сыңы яңғырай ).

10. – Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, буласаҡ беренселәрҙе Белем иленең Фәндәр тауына илтәсәк яҡты, иркен класс бүлмәһенә оҙатыуығыҙҙы һорайбыҙ! Хәйерле юл һеҙгә, беҙҙең беренселәребеҙ!

11. – Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар!

1 сентябрь – бала саҡтың иң матур, иң сағыу байрамдарының береһе булып ҡалһын. Ә уҡыусы өсөн иң мөһиме – тырышып уҡыу һәм тәртипле, телһөйәр, илһөйәр, белемле шәхес булып үҫеү.

Ошоноң менән тантаналы линейкабыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

1 сентябрь – Белем көнө.

Сценарий.

Байрам мен2н 7отлап, йомарт 7ояш

№иб2 ерг2 са4ыу нур6арын.

М2кт2п юлында4ы балалар6ы8

Г0лл2м2л2р би62й 7улдарын.

У7ыусылар 0с0н яулар 1р62р,

:ур 3ынау6ар алда к0т2л2р.

Белем, ма7сат, хыял 1р62рен2

Тик тырыштар 4ына ет2л2р.

1. — Хәйерле көн, хөрмәтле ата — әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар! 1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ! (Р2с2й 32м Башҡортостан  гимндары яңғырай).

2. — Ҡәҙерле бөгөнгө тантанаға йыйылыусылар! Белем байрамы, беренсе ҡыңғырау байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ошо минутта меңәрләгән уҡыусылар беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.

Бөгөн беренсе класҡа  __ кескәй дуҫыбыҙҙы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бергәләп ҡул сабып ҡаршы алайыҡ.

( Беренсел2р сы4а).

3. Бер ғәмһеҙ бала саҡтарым

    Үтер ҙә китер инде.

    Уҡытыусымдың һүҙҙәре

    Күңелдә ҡалыр инде.

— Бөгөнгө байрам тантанаһын мәктәп директоры Мостафин Р2ис Ишмыр6а улы дауам итә. Рәхим итегеҙ!

4. Байрам кәйефен уртаҡлашыр өсөн район вәкиле ____________________________________________________________________________________________________________________килгән. Рәхим итегеҙ!

5.  – Мәктәп йылдарының һәр миҙгелен

       Күңел түрегеҙҙә һаҡлағыҙ.

       Яҡшы кәңәш, һәйбәт үрнәктәрҙе

       Киләсәктә беҙҙән алығыҙ!

 – ти беҙҙең уҡыусыларға ветеран уҡытыусыларыбыҙ. ( Бер ветеран уҡытыусы һөйләй ).

6. – Беренсел2р, ана, й1гер2 — атлай

Ашы4алар ши4ыр 30йл2рг2.

Ошо к0нд2н улар 6ур к0с 3алып

Ынтылалар белем 1рен2.

Ҡәҙерле балалар! Бөгөнгө көн һеҙҙең өсөн тантаналы һәм мөһим: һеҙ мәктәпкә уҡырға килдегеҙ. Һеҙҙең тәүге уҡытыусығыҙ Ризида Зинур 7ы6ы С24262това булыр. Һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ, хөрмәтле беренселәр! ( Беренселәрҙең сығышы ).

7. – Юлдаш булһын аҡ бәхеттәр,

       Аяҙ булһын күгебеҙ.

       Беҙҙең сәскә бәйләмдәре

       Булһын рәхмәт һүҙебеҙ.

( уҡыусылар сәскә шәлкемдәрен уҡытыусыларына тапшыралар).

( Уҡыусылар сығышы ).

8. – Мәңге хәтерҙә һаҡлана

       Ҡыңғыраулы был иртә.

       Саҡыра ул ҙур тормошҡа,

       Белем тауына илтә.

— Ә хәҙер тәүге ҡыңғырау сыңын яңғыратыу хоҡуғы 9 класс уҡыусыһы  __________________________  һәм 1 класс уҡыусыһы _______________________________________________ тапшырыла.

( Тәүге ҡыңғырау сыңы яңғырай ).

9. – Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, буласаҡ беренселәрҙе Белем иленең Фәндәр тауына илтәсәк яҡты, иркен класс бүлмәһенә оҙатыуығыҙҙы һорайбыҙ! Хәйерле юл һеҙгә, беҙҙең беренселәребеҙ!

10. – Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар!

1 сентябрь – бала саҡтың иң матур, иң сағыу байрамдарының береһе булып ҡалһын. Ә уҡыусы өсөн иң мөһиме – тырышып уҡыу һәм тәртипле, телһөйәр, илһөйәр, белемле шәхес булып үҫеү.

Ошоноң менән тантаналы линейкабыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

1 сентябрь – Белем көнө.

Сценарий.

№ауа 3ал7ыная бара,

Ая7 ба9абы6 к06г2.

Япра7тар 6а 3ары т09т2,

Салына инде к16г2.

Хушлашты7 бе6 й2мле й2й мен2н

!тте л2 каникулдар.

Б0г0н байрам – Белем к0н0

М2кт2пк2 илт2 юлдар.

1. — Хәйерле көн, хөрмәтле ата — әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар! 1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ! (Р2с2й 32м Башҡортостан гимндары яңғырай).

2. — Ҡәҙерле бөгөнгө тантанаға йыйылыусылар! Белем байрамы, беренсе ҡыңғырау байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ошо минутта меңәрләгән уҡыусылар беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.

( 5,6 класс у7ыусыларыны8 ши4ыр 30йл21е, йыр « Нурлы бала са7»)

— Бөгөнгө байрам тантанаһын мәктәп директоры Мостафин Р2ис Ишмыр6а улы дауам итә. Рәхим итегеҙ!

3. На наш праздник приехал гость из районного _________________ _________________________________________________________________________________________________Вам слово!

4. – Кил2с2к быуын4а 2йтер 31662рен ауыл бил2м23е башлы4ы Фуат Х2й62р улы А9ыл4ужин еткер2. Р2хим итеге6.

5.  – Мәктәп йылдарының һәр миҙгелен

       Күңел түрегеҙҙә һаҡлағыҙ.

       Яҡшы кәңәш, һәйбәт үрнәктәрҙе

       Киләсәктә беҙҙән алығыҙ!

 – ти беҙҙең уҡыусыларға ветеран уҡытыусыларыбыҙ. ( Бер ветеран уҡытыусы һөйләй ).

6. Бына, кил2 б2л2к2ст2р,

    Юлдар6ы г0лг2 к1меп.

    И8 кесел2р – беренсел2р,

    !662ре г0лд2р ке1ек.

Бөгөн беренсе класҡа  5 кескәй дуҫыбыҙҙы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ. Улар6ы белем илен2 т21ге у7ытыусылары Ризида Зинур 7ы6ы С24262това алып инер. «й62ге6, 3166е у4а бир2йек.

7. —Аллы-г0лл0 б1кет 7улдарымда

    У7ытыусыма б1л2к итерг2.

    « ул ми82 ши8м2й тор4ан

    Белем орло4о бирер с2серг2.

( уҡыусылар сәскә шәлкемдәрен уҡытыусыларына тапшыралар)..

8. – ?ы84ырау, 7ы84ырау,

Сылтыра, шат йырлап.

У7ыусы исемен

А7ларбы6 я7шыра7.

Бына  быйыл4ы у7ыу йылына т21ге 7ы84ырау шылтыратыу ва7ыты ла етте.  Байрамыбы66ы8 т1рен2 9 класс уҡыусыһы  С24итов ;аязды  һәм 1 класс уҡыусыһы Ишм0х2м2това Ид2ли2не  са7ырабы6!

( Тәүге ҡыңғырау сыңы яңғырай ).

9. – Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, буласаҡ беренселәрҙе Белем иленең Фәндәр тауына илтәсәк яҡты, иркен класс бүлмәһенә оҙатыуығыҙҙы һорайбыҙ! Хәйерле юл һеҙгә, беҙҙең беренселәребеҙ!

10. – Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар!

1 сентябрь – бала саҡтың иң матур, иң сағыу байрамдарының береһе булып ҡалһын. Ә уҡыусы өсөн иң мөһиме – тырышып уҡыу һәм тәртипле, телһөйәр, илһөйәр, белемле шәхес булып үҫеү.

Ошоноң менән тантаналы линейкабыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Кластан тыш саралар

Сценарий

Алып барыусы:

  • Хәйерле көн, хөрмәтле ата-әсәләр, уҡытыусылар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла ата-әсәләр йыйылышында күреүебеҙгә шатбыҙ һәм ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ!

Ғаилә ул – мөхәббәт,

Ғаилә ул – шатлыҡ,

Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,

Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,

Ғаилә – ул балалар!

Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!

— Ғаилә — киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә — ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә — ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

— Ғаиләне ғаилә итеп һаҡлаусы, бәхет утын һүндермәүсе, бөтәбеҙҙе бәлә-ҡазанан ҡурсалаусы кеше – әсәй тураһында бер халыҡ аҡылы уҡып китергә теләйбеҙ.

— Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: «Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ.» Алла әйткән: «Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен. Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың. Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар» — тине Алла. Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: «Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!» Алла тыныс ҡына тауыш менән: «Уның исеме бик ябай ғына — Әсәй» — тине.

— Һеҙҙең алда класс уҡыусыһы “Әсә” шиғыры менән.

Әсә!

Йөрәгемдең иң ҡәҙерле хисе,

Күңелемдең ул иң түрендә;

Ул-һалҡында йылытыусың һинең,

Йыуанысың ауыр көнөңдә.

Һоҡланып ҡарап торорлоҡ-

Күҙҙе ала алмайбыҙ.

Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн

Йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

Алып барыусы:

— Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек. Тик әсә үҙе генә яңғыҙ ҡанат кеүек оса алмаҫ ине. Әсәнең терәге – атай бит ул! Атай — ул матур һүҙҙәр ҙә гел һөйләмәйҙер, наҙлап ҡына һәр саҡ ҡарамайҙыр, тик ул һәр саҡ балаға авторитет та, яҡлаусы ла, ярҙамсы ла, ғаилә тотҡаһы ла…

— Һеҙҙең өсөнкласс уҡыусыһы сығышы. “Атайыма” шиғыры.

АТАЙЫМА Фирүзә Абдуллина

Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,

Сабырлығың, тыныс аҡылың

Бәләкәйҙән миңә терәк булды,

Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.

Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,

Һин булғанға башым юғары,

Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,

Шуға ышаныслы юлдарым.

Атай, һинең менән донъя йәмле,

Шат йылмая һәр көн әсәйем,

Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,

Тыныс күңел менән йәшәйем.

— Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға концерт номерҙары теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ. Башҡарылған йыр-бейеүҙәр – һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт сәләме. Ҡул сабып, йылмайып ял итегеҙ!

-Һеҙҙең өсөн 2 класс уҡыусылары башҡарыуында “…………………………..” йыры яңғырай

— Һеҙҙең иғтибарҙа класс уҡыусылары сығышы…………………………

— 4 класс уҡыусылары башҡарыуында ………………………….. йыры

— 6 класс уҡыусылары башҡарыуында һинд бейеүе

— класс уҡыусылары башҡарыуында йыр. “Бәхеттә, шатлыҡта”

— 10 класс уҡыусылары башҡарыуында татар бейеүе

— 7 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр. “Рәхмәт, атай, әсәй!”

— 6 класс уҡыусылары сығышы. ……………………………

-5 класс уҡыусылары башҡарыуында кавказ бейеүе

Алып барыусы:

— Ғаиләнең гөлө — ул бала. Ата-әсәнең һәр алған һулышы, һәр ынтылышы, һәр ҡыуанысы — ул бала. Бала – киләсәк тигәндәй, яҡты киләсәк булдырыу өсөн тәрбиәле балалар тәрбиәләү мотлаҡ. Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле булған нәмә-тәрбиәле балалыр. Ата үә әсә өсөн тәрбиәле баланан да ҙур байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала һәр саҡ йөҙгә аҡлыҡ килтерер. Тәрбиәле баланы һәр кем яратыр үә маҡтап һөйләр. Тәрбиәһеҙ баланы бер кеше лә яратмаҫ, бәлки хурларҙар үә кәмһетерҙәр. Тәрбиәле бала ата-әсәһен хөрмәт итер, яратыр, ҡәҙерләр, ярҙам итер, һүҙҙәрен йыҡмаҫ һәм һәр саҡ изгелек кенә ҡылырға ынтылыр.

— Тәрбиәлелек, ата-әсә һүҙен тотоу-тотмау хаҡында 9 класс уҡыусыһы башҡарыуында ҡобайырҙан өҙөк.

Алып барыусы.

“Ил тыныслығы ирҙә булһа, йән тыныслығы – ҡатында, ил киләсәге балала!” – тиелә бит халыҡ мәҡәлендә …Эйе, кешелектең киләсәге бөгөнгө балалар ҡулында. Уларҙың һау-сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен өсөн өлкәндәр ҡайғыртырға тейеш.

Уҡыусылар:

Сабый тыуа, ҡабыҙып киң ғәләмгә

Яҙмышының серле йондоҙон.

Бәхетле әсә, һөйөнөп, бәхет бағлап,

Ҡулдарына ала ул- ҡыҙын.

Уҡыусы:

Шул минуттан яңы кеше өсөн

Тормош һынауҙары башлана.

Йә, Хоҙайым, көсһөҙ был сабыйҙы

Рәхмәтеңдән генә ташлама.

Уҡыусы:

Татыу тыныс ғаиләлә үҫһен,

Тойоп пар ҡанаттар йылыһын.

Киләсәккә юлдар һайлағанда

Тәүге аҙымдары ныҡ булһын.

Уҡыусы:

Балаларға ерҙә йәшәү өсөн,

Атай- әсәй кәңәше бик кәрәк,

Әсәй наҙы йәнгә шифа булһа,

Ауыр саҡта атай ныҡ терәк.

Уҡыусы:

Балаларҙың көлөүҙәре

Тыныслыҡтың йыры һымаҡ.

Ул көлөүгә бала саҡтың

Әллә күпме йыры һыйған.

Уҡыусы:

Кәрәк түгел тәржемәсе-

Көлөшәбеҙ бер телдә беҙ.

Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ,

Бирешмәйбеҙ бер кемгә беҙ.

Алып барыусы:

— Хөрмәтле ата-әсәләр! 2018 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һәммәбеҙҙең ғаиләләре ныҡ, тулы, йылы булһын! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ – именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләрегеҙгә муллыҡ — бәрәкәт теләйбеҙ! Бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын!

— Һүҙҙе мәктәп директоры Рәмилә Әсҡәт ҡыҙына бирәбеҙ!

“ Исемдәремәңге хәтерҙә” исемле

Жәлил Кейекбаевҡа арналған әҙәби кисәнең

сценарийы.

1 а.б.Һаумыһығыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар! Үҙенең арҙаҡлы улдарын хөрмəт иткəн йырлы-моңло Сəйетбаба урта мәктәбендә һеҙҙе күреүебеҙгə сикһеҙ шатбыҙ. Бөгөн беҙ күренекле яҡташыбыҙ, арҙаҡлы башҡорт ғалимы, донъя тюркологияһындағы киң билдəле фəн əһеле һəм талантлы əҙип, филология фəндəре докторы, профессор, күренекле тел белгесе, полиглот-тюрколог, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре, Ленин, Почет билдәһе ордены кавалеры Жəлил Ғиниəт улы Кейекбаевтың 105 йыллығына арналған “Исемдәре мәңге хәтерҙә” исемле әҙәби уйын- кисәгә йыйылғанбыҙ.

2 а.б.: Һəр бер кеше башҡа берəүгə лə оҡшамаған тылсымлы йондоҙ, тик үҙенə генə хас серле донъя ул. Əлбиттə, күк көмбəҙендəге йондоҙҙарҙың үтə сағыуҙары, уртаса яҡтылары һəм тоноҡтары булған кеүек, кешелəрҙең дə төрлөһө була. Берəүҙəре менəн айҙар, йылдар бергə йəшəйһең, ə айырылышҡас хəтер һандығыңды аҡтарып ҡараһаң, уларҙың ҡалдырған эҙҙəренə юлыға алмай ыҙаланаһың.

1 а.б.: Икенселəре менəн иһə һынаулы көндəр генə бергə булаһың, шуға ҡарамаҫтан, улар һинең күңелеңдə мəңге һүнмəҫ яҡты нур, аңыңда тормошоңа мəғəнə һəм йүнəлеш бирə алырлыҡ идеалдар ҡабыҙып китə. Жəлил Ғиниәт улы Кейекбаев беҙҙең хəтерҙə тап шундай аҫыл ирҙəрҙең береһе булып ҡалды һəм ҡаласаҡ.

Концерт номеры “лирик бейеү”

1 а.б.: Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 7 ноябрендә(иҫке стиль буйынса 25 октябрь) Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында донъяға килә. Башҡорт педагогия техникумын тамамлағандан һуң Мәскәүҙең Беренсе сит ил телдәре институтында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа – 1942-1943 йылдарҙа – Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбендә директор булып эшләй, немец теленән дәрестәр бирә.

2 а.б.:Өфөгә килгәс, төрлө институттарҙа лекциялар уҡый. 1949 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында проректор булып эшләй. Артабанғы бөтә тормошо университет менән бәйле була.

1 уҡыусы Жəлил ағай һəр көн иртə менəн

Атлап уҙыр ине һылтыҡлап.

Ҡара тышлы ауыр ҙур портфелен

Ҡултыҡ аҫтарына ҡултыҡлап.

Йырланы ул «Сибай», «Һанаҡаны»

Аҡ ташына баҫып Мəндемдең.

Ҙур булһа ла үҙе ябай булды,

Яҡын дуҫы булдыһəр кемдең.

Тыуған яҡтарына ҡайтҡанда ла

Киткəндə лə ошо яҡтарҙан.

Ғорур бөркөт кеүек осор инее

Юғарыраҡ ашып Уралдан.

Алға табан ҡараш ташланы ла

Килəсəккə ҡыйыу атланы.

Ғəҙеллекте генə яҡын итте

Саф намыҫы булды ҡалҡаны.

1 а.б.: Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса йөҙҙән артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфологияһы өлкәһендә уңышлы эшләй. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа. Телсе ғалим 50-нән ашыу сит телдәрҙе яҡшы белә. Немец һәм венгр телдәренән башҡортсаға туранан-тура тәржемәләр яһай. “Туғандар һәм таныштар” романын, повестар, ҡобайырҙар, балалар өсөн әкиәттәр ижад итә.

2 а.б.: Ғалимға Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул «Ленин», «Почет Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә. Күренекле ғалимдың исеме Сәйетбаба урта мәктәбенә бирелә, Жәлил Кейекбаев исемендәге республика премияһы булдырыла, тыуған ауылы Ҡаранйылғала ғалимдың тормош юлын, фәнни хеҙмәттәрен сағылдырған Йорт- музейы эшләп килә, йыл һайын уның тыуған көнөндә беҙҙең мәктәптә “Кейекбаев уҡыуҙары” үткәрелә.

1 а.б.: Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы гимназияһы ла беҙҙең яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә. Сәйетбаба, Ҡаранйылға ауылдарында Кейекбаев исемендәге урамдар бар. Бөгөн шуныһы ҡыуанаслы: яҡташыбыҙ, оло əҙиптең исеме бөтə донъяға билдəле мираҫтары халҡыбыҙҙың күңеленə үтеп инеп, рухи хазинабыҙ булып йөрəктəрҙə мəңгелек урын алды.

1 а.б.: Бөгөн беҙ уҡыусылар һеҙҙең менән “Нимә?Ҡайҙа?Ҡасан? уйынында ҡатнашып,Жәлил Кейекбаев тураһында белгәндәребеҙҙе иҫебеҙгә төшөрөп,белмәгәндәребеҙҙе белеп үтәсәкбеҙ.

2 а.б. Сәхнә түренә ярышта ҡатнашыусы 3 команданы саҡырабыҙ.

Рәхим итегеҙ!

2 а.б.: Хөрмәтле уйынсылар,һеҙҙе жюри рәйесе һәм ағзалары менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ.

1 а.б.: Жюри рәйесе – Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы,Почет билдәһе ордены кавалеры,остазы Жәлил Кейекбаевтың эшен дауам итеүсе,арымай-талмай ғалимдың йорт-музейын булдырыусы,ауылыбыҙҙың почетлы имам-хатибы Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов,

Жюри ағзалары:Рима Камил ҡыҙы Ишмырҙина – филология фәндәре кандидаты,бөгөнгө музейҙың алмаштырғыһыҙ етәксеһе,

Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллина – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,

Аида Аҙнаева- 11 класс уҡыусыһы,уҡыусылар советы рәйесе.

2 а.б. Ярышҡа фатиха бирер өсөн һүҙ һеҙгә Ғиндулла Ширияздан улы.

1 а.б. Танышыу(командалар үҙҙәре менән таныштыра).

2 а.б. Ярыштың икенсе төрө: викторина һорауҙарына яуаптар(командалар алып барыусылар әйткән һәр һорауға яуап бирәләр,дөрөҫ яуапҡа 1 очко).

2 а.б. Беҙ бәләкәйҙән әкиәт тыңларға яратабыҙ.Киләһе ярыштың төрө әкиәттәргә бағышлана ла инде.Жәлил Кейекбаевтың “Урман әкиәттәре” тигән йыйынтығына тупланған әкиәттәрен сәхнәләштереү(был эш алдан өйгә эш итеп бирелгән ине).

1 а.б. Кроссворд сисеү.

2 а.б. Артабанғы ярыш: Ж.Кейекбаев әҫәрҙәренән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.Һәр дөрөҫ яуапҡа 1 очко.

1 а.б. Бирелгән монографиялар араһынан Ж.Ғ.Кейекбаевтың монографияларын һайлап алырға.

2 а.б. Жюри очколарҙы иҫәпләй торғансы,беҙ Ж.Кейекбаевтың яратып башҡарған йырҙарын тыңлап алайыҡ(фонояҙма тыңлау).

1 а.б. Һүҙ жюриға(жюри урындар билдәләп,командаларҙы бүләкләй).

1 а.б. Башҡорт халыҡ мәҡәле шулай ти:”Атаңдың ғына улы булма- халҡыңдың да улы бул”.Эйе,Жәлил Кейекбаев башҡорт халҡының ғына түгел,ә күп төрлө милләт халыҡтарының да һөйкөмлө,яратҡан улы булып ҡалды һәм ҡаласаҡ.

2 а.б.: Ғилем ынйыларын мул тараттың

Төрлө илдə,төрлө телдəрҙə

Башҡортостан улы, халҡың улы

Һин булырға хаҡлы аҫыл ир.

Яңғыҙ ағас булып йəшəмəнең,

Оло ағас булдың урманда.

Яҡты иҫтəлегең йөрəктəрҙə

Мəңгелеккə балҡыр Уралда.

1 а.б.: Жәлил ағай Кейекбаев хаҡында иң изге хис-тойғолар менəн һуғарып иҫтəлек яҙыусыларҙың һаны ла бихисап һəм килəсəктə лə бик күп булыр əле.

Һин бɵгɵн дә тере беҙҙеӊ ɵсɵн

Уралыӊда телсе – кейек һин

Халҡыӊ хәтерендә һин мәӊгелек
var container = document.getElementById(‘nativeroll_video_cont’);

if (container) {
var parent = container.parentElement;

if (parent) {
const wrapper = document.createElement(‘div’);
wrapper.classList.add(‘js-teasers-wrapper’);

parent.insertBefore(wrapper, container.nextSibling);
}
}

Башҡорт әҙәбиәтенән кластан тыш сара КВН: Башҡортостан – тыуған ерем!
Маҡсат:  Башҡортостандың   мәҙәниәтен,   әҙәбиәтен   ҡабатлау,   башҡорт   халҡының
мәҙәниәтенә һәм тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, белемде арттырыу,
тыуған ергә һөйөү уятыу.
Йыһазландырыу: компьютер, ҡурай,  карточкалар.
Эпиграф: 
Сәләмләйбеҙ һауаны
Именлек булһын өсөн,
Сәләмләйбеҙ Ер – әсәне
Беҙҙе туйҙырған өсөн,
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!
Кластан тыш сара барышы:
l. Инеш өлөш.               
Уҡытыусының һүҙе:
­ Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Ҡәҙерле балалар, бөгөн мин һеҙҙе шаяндар һәм 
тапҡырҙар клубына саҡырҙым. Беҙҙең дәрескә ике команда ҡунаҡҡа килгән. Беренсе команда – 
Урал батыр, икенсеһе – Аҡбуҙат. Ҡаршы алайыҡ! Бөгөн улар көс һынашасаҡтар. Ҡайһы 
команда көслөрәк икән, ҡайһы команда тыуған ерен яҡшыраҡ белә икән?! Бының өсөн 
командаларға бер нисә һынау үтәргә буласаҡ. Әйҙәгеҙ, башлайыҡ! 
2. Төп өлөш.
Беренсе һынау: командалар үҙҙәре менән таныштырып китәләр.
1­се команда: Командының исеме – Урал батыр. Девиз: кем эшләмәй – шул ашамай.
2­се команда: Командының исеме – Аҡбуҙат. Девиз: тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
Икенсе һынау: Капитандар ярышы. (Яттан шиғыр һөйләү).
1­се капитан:
Тыуған илем, тыуған ерем,
Минең Башҡортостаным,
Имен булһын, аяҙ булһын
Көндәрем һәм ал таңым.
2­се капитан:
Милләтем – урыҫ,
Ләкин тыуған ерем
Гүзәл Башҡортостан илендә,
Шуға ла мин теләп өйрәнәм
Һөйләшергә башҡорт телендә.
Өсөнсө һынау:  «Артыҡ   һүҙҙе   тап»   конкурсы.   Һеҙгә   карточкалар   таратам,   шундағы
һүҙҙәрҙән артыҡ һүҙҙе ҡәләм менән аҫтына һыҙаһығыҙ.
1) Мостай Кәрим
    Рәми Ғәрипов
    Зәйнәп Биишева
    Әхмәт Лотфуллин
    Мәжит Ғафури
2)   Баймаҡ
      Күмертаү
      Сибай
      Өфө
     Әбйәлил Дүртенсе һынау:  викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биреү. Хәҙер таҡтаға капитандар
сыға, өҫтәлдә ятҡан һорауҙарҙы алып, үҙенең командаһына уҡыйҙар. 
1­се командаға һорауҙар: 
Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ?
Башҡортостанда нисә район бар?
Башҡортостандағы ниндәй ҡала батыр исемен йөрөтә? 
Башҡортостандағы иң ҙур йылға?
Башҡортостан флагы ниндәй төҫтә?
Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры кем исемен йөрөтә?
2­се командаға һорауҙар:
Баш ҡалабыҙҙың башҡортса исеме?
Башҡортостанда нисә ҡала бар?
Башҡортостандың милли геройы?
Башҡортостанда иң бейек тау.
Башҡортостан флагында ниндәй сәскә һүрәтләнгән?
Башҡорт дәүләт академия драма тетры кем исемен йөрөтә?
Бишенсе һынау: ребус сисеү. Һеҙгә карточкаларҙа ребус бирелгән, шуны сисеп, һүҙен
ҡәләм менән шунда яҙып ҡуяһығыҙҙа һәм жюриға тапшыраһығыҙ.
Алтынсы һынау:  «Уйлап тап»  конкурсы. Хәҙер командалар әкиәттән өҙөк күрһәтәләр.
Командалар   бер­береһенең   ниндәй   әкиәттән   өҙөк   алынғанын   йәғни   әкиәттең   исемен   әйтергә
тейештәр.
1­се команданың сығышы:
Һөйләүсе:  Борон­борон     заманда   йәшәгән   ти   әбей   менән   бабай.   Яҙ   етеү   менән   бабай
шалҡан   ултыртҡан.   Уны   яҡшылап   ҡараған,   көн   дә   һыу   һипкән,   ҡыйын   утаған.   Шалҡан   ай
үҫәһен көн үҫеп, бик ҙур булып өлгөргән, ти. Бабай сығып тартып ҡарай, көсө етмәй икән.
Бабай: Әбей, сыҡ әле, сыҡ! Шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит! (әбей йүгереп сыға)
Һөйләүсе: Эй тарталар икәүләп, эй тарталар, сығара алмайҙар икән.
Әбей(ҡулын   болғап):   Ейәнсәрем,   кил   әле,   шалҡанды   тартып   сығарырға   ярҙам   ит!
(Ейәнсәре йүгереп сыға)
Һөйләүсе: Икәүҙән өсәү яҡшы, тип эй тарталар былар , уңға тарталар, һулға тарталар, юҡ,
сыҡмай, ти. 
Ейәнсәре: Аҡбай, кил әле ярҙамға! (Эт сыға)
Аҡбай: Уау! Уау!
Һөйләүсе: Дүртәүләп тартып ҡарайҙар, шалҡан урынынан һис ҡуҙғалмай икән.
Аҡбай: Мыяубикә, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит! (Бесәй сыға)
Мыяубикә: Мыяу! Мыяу!
Һөйләүсе: Бишәүләшеп тартып ҡарайҙар, булдыра алмайҙар, ти!
Мыяубикә: Беҙгә ярҙамға сысҡанды саҡырырға кәрәк!
Бөтәһе бергә: Сысҡанды?!
Әбей: Ул нисек кенә беҙгә ярҙам итһен инде!
Ейәнсәр:Ул бит үҙе бигерәк бәләкәй!
Мыяубикә: Сысҡан, кил әле ярҙамға!
Һөйләүсе:Бесәй сысҡанға килеп йәбешеп, күмәкләп бер тартыуҙары була, шалҡан килгән
дә сыҡҡан, ти. Бөтәһе лә бигерәк ныҡ ҡыуанғандар! Әбей тәмле генә итеп бутҡа бешереп
ҡунаҡ иткән, ә сысҡан табындың иң түрендә ултырған икән!
2­се командының сығышы:
Йомро икмәк: 
Мин – йомро икмәк, Әбейҙән дә ҡастым, 
Бабайҙан да ҡастым. 
(Ағас артынан ҡаршыһына Ҡуян килеп сыға)
Ҡуян: Ох, йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Ҡуянҡай! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым, 
Бабайҙан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Бүре килеп сыға.)
Бүре: Йомро икмәк?!Ҡайҙа юл алдың? Хәҙер ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Бүре! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым, 
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам! 
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Айыу килеп сыға.)
Айыу: Уй, тәмле генә йомро икмәк! Хәҙер ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Айыухан ­ тайыштабан! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин – йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым, 
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Бүренән дә ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Төлкө килеп сыға.)
Төлкө:Йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Төлкөбикә! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин – йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым, 
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Бүренән дә ҡастым,
Айыуҙан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
Төлкө: Ах! Ҡалай матур йырлайһың! Тик мин шул тиклем насар ишетәм. Яҡыныраҡ килеп 
йырла әле!
Һөйләүсе: Йомро икмәк шатланып Төлкөгә яҡын килеп йырлай башлаған икән, Төлкө уны
“Ам!” ашаған да ҡуйған! Әәә, юҡ, йомро икмәк барыбер Төлөнән ысҡынып ҡасҡан. Шунан
башҡа әбей менән бабайҙан ҡасмаған һәм маҡтанмаған. 
Етенсе һынау: 
Ниңә аҡ тауыҡтар ҡара тауыҡтан күберәк ашай? (ҡара тауыҡ берәү генә)
Ниндәй ашамлыҡҡа тоҙ һалмай бешерәләр? (йомортҡаға)
Ямғыр яуғанда ҡуян ниндәй ағасҡа йәшенә? (еүеш ағас аҫтына йәшенә)
Һыйыр ниңә ята? (ултыра белмәгәнгә)
Ат ниңә шишмә янына килә? (шишмә үҙе килмәгәнгә)
Туғыҙынсы һынау:  «Яҡшы   әкиәтсе»   конкурсы.   Һәр   бер   команданан   берешәр   кеше
саҡырыла. Өҫтәлдә ятҡан карточкаларҙы алып уҡыйҙар һәм ундағы тема буйынса һөйләйҙәр. Унынсы һынау: «Музыка» конкурсы. Һәр бер команданан бер музыкаль номер. 
3. Йомғаҡлау. 
Уҡытыусы һүҙе: 
­
Афарин, уҡыусылар. Белгән белемдәрегеҙҙе яҡшы күрһәткәнһегеҙҙер тип уйлайым.
Хәҙер   жюриҙарға   һүҙҙе   бирәбеҙ.   Беҙҙең   дуҫлыҡ   командаһы   еңеүсе   булды.   Афарин!   Хәҙер
ҡатнашҡан уҡыусыларға бүләктәр һәм бик актив ҡатнашҡандарына миҙалдар тапшырам. Һәм
һәр ваҡытта ла шулай актив ҡатнашыуығыҙҙы теләп ҡалам. Һәм дәресебеҙҙе ниндәй смайлик
менән   тамамларбыҙ,   уҡыусылар?   Әлбиттә,   йылмайған.
 Ошоноң   менән   дәресебеҙ   тамам.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Һау булығыҙ!
Башkортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районының Ишбулды ауылы 
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
                    Башҡорт әҙәбиәтенән  кластан тыш сара
           Тема: Баш ортостан – тыуған ерем!
ҡ
Уҡытыусы: Хәйбуллина  Мәҙинә 
Ғилмитдин ҡыҙы.
4 класс 2018 йыл

Исемең матур ,кемдәр ҡушҡан?

Маҡсат:1.Исемдәрҙең килеп сығышы,халыҡ тарихы,йырҙары тураһында мәғлүмәт биреү,башҡорт исемдәре
менән таныштырыу.

2.Уҡыусыларҙы эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү,сығыш яһарға өйрәтеү,тасуири ятлау күнекмәләрен,һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.

3.Башҡорт исемдәренә,халыҡ йырҙарына  ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: компьютер,проектор,диаграммалар,китаптар күргәҙмәһе,уҡыусыларҙың ижади
эштәре.Урындыҡ,кейем-һалым өйөлгән.Өҫтәлдәр ярымтүңәрәк рәүешендә ултыртыла.Музыка.

Сара барышы.

I.Инеш өлөш.”Сәлимәкәй”халыҡ йыры яңғырай.

Уҡытыусы һүҙе.Хәйерле көн,хөрмәтле уҡыусылар,уҡытыусылар,ата-әсәләр.Бына әле һеҙ бик матур халыҡ йырын тыңланығыҙ,уны ишеткәнегеҙ бар инеме?Был йырҙың исемен
әйтегеҙ әле.

-“Сәлимәкәй”йыры.

-Эйе,был беҙҙең халҡыбыҙҙың иң матур йырҙарының береһе .Атамаһы кеше исеменән алынған.Был Сәлимә исемле ҡыҙға арналған.(ҡыҫҡаса тарихын һөйләй).Ә ни өсөн был
йырҙан башлап ебәрҙек икән кисәбеҙҙе?Эйе,беҙ бөгөн һеҙҙең менән исемдәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Кисәбеҙ “Исемең матур-кемдәр ҡушҡан?”тип атала.

II.”Исемдәр тарихынан”

1.Уҡытыусы.

-Исемең кем?-тип бер-береһенә мөрәжәғәт итәләр кешеләр.

-Исемең нисек?-тип танышалар йәштәр.

-Кем балаһы булаһың?Ниндәй ырыуҙанһың?-тиҙәр ололар.

-Атың  кем?Ҡайһы һыуҙы һыулайһың?-тип һорар булған боронғолар.Бына шулай танышҡандар кешеләр.”Ат”-ул исем тигәнде аңлата,хәҙерге көндә был һүҙ
атама,атҡаҙанған тигән һүҙҙәрҙә һаҡланып ҡалған.Атҡаҙанған-исеме билдәле тигәнде белдерә.

Уҡыусылар,һеҙ бер-берегеҙ менән нисек танышаһығыҙ?Ҡайһы һорауҙы бирәһегеҙ?Эйе,күп осраҡта һеҙ “Исемең нисек?”-тип һорайһығыҙ,ә дөрөҫө “Исемең кем?” булырға
тейеш икән.Әбына исем атау,исемләп өндәшеү ҡайһы осорҙа барлыҡҡа килгән икән?Был турала һеҙгә Әлфиә һөйләп китер.

Уҡыусыларҙың сығыштары.

1-се уҡыусы.Мин һеҙгә исемдәр нисек килеп сығыуы хаҡында башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп
китәйем .Борон-борон заманда йәшәгән,ти,бер бабай.уның яңғыҙ ғына улы булған,ти.Икәүҙән-икәү генә донъя көтөп ятҡанда бабай бик ҡаты ауырып  киткән икән.Үлер сағында улына нимәлер тип
әйтергә теләгән,тик”алп”тип кенә өндәшкән дә үлеп тә киткән,ти.Егет бер ни ҙә аңламай ҡалған,ти.Шунан егет урманға барып үҙенә уҡ-һаҙаҡ,һөңгө эшләп алған да ил гиҙергә сығып
киткән,ти.Эй,бара,ти,эй бара.Бына бер саҡ алдына бик матур ҡыҙ килеп сыҡҡан,ти.Егет уны күреп һүҙһеҙ ҡалған икән,ти.”Эй,егет,һинең исемең кем?”тип һораған ҡыҙ.”Ә исем нимә була ул?”-тип аптыраған
егет.”Бына һиңә ата-әсәйең кем тип өндәшә торғайны?”-тип әйткән ҡыҙ.”Атайым үлер сағында “алп”тип кенә әйтеп өлгөрҙө,”-тигән егет.”Ярай,улайһа,һинең исемең Алп була инде,Алпбатыр булыр,”-тигән
ҡыҙ.Ана шул замандан алып кешеләр бер-береһенә исемләп өндәшә башлағандар,ти.

2-се уҡыусы.Борон заманда кешеләрҙең исемдәре бөтөнләй икенсе булған.Хәҙерге исемдәрҙән
айырылып торғандар.Башҡорт исемдәре лә халҡыбыҙҙың төрлө йолаларына,ғөрөф-ғәҙәттәренә,ышаныуҙарына бәйле булған.Бөтә был исемдәрҙе,ғәҙәттә,өс төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:

Тасуири исемдәр.

Ул кешенең ниндәйҙер үҙенсәлеген сағылдырған булырға мөмкин:Миңлебай,Миңһылыу.

Тәбиғәт күренешен күрһәтеүсе:Томансы,Буранбай,Ҡояшбикә.

Төҫтө белдергәндәре:Аҡйән,Күккүҙ:Үләнгә,сәскәгә оҡшатыу:Гөл ниса,Сәсәк һ.б.

Теләк исемдәр.Бала донъяға килеүе-ҙур ҡыуаныс.Шуға уны һаҡларға
теләгәндәр һәм шундай исемдәр ҡушҡандар:Үлмәҫбикә,Теребай,

Ныҡ булһын тип:Тимербулат,Ҡоросбай,Алтынбикә һ.б.

Көслө булһын тип,Арыҫлан,Шоңҡар,Бүребай тигәндәр.

Арнау исемдәр.улар төрлө табыныу йолаларына
бәйле.ямғыр,Елкәй,Абыз,Этҡол һ.б.

3-сө уҡыусы. Кеше исемдәре телдәге бөтә һүҙҙәр кеүек  йәмғиәттә барлыҡҡа
киләләр,йәмғиәттә үҙгәрәләр.Борон барлыҡҡа килгән исемдәр менән хәҙергеләре араһында ҙур айырма бар.Һәр замандың,һәр халыҡтың үҙ исемдәре.Иң борон башҡорттарға дин килеп
ингәс,Фатима,Мөхәммәт,Ғайса,Хәҙисә кеүек исемдәр таралған.Октябрь революцияһынан һуң Рева,Люция,Вилена,Ингел кеүек исемдәр  күбәйгән.

Хәҙер ҙә яңынан-яңы исемдәр уйлап сығарып торалар.Ләкин үҙ халҡыңдың исеме һәйбәтерәк.Башҡорт батырҙарының исемдәрен ҡушыу
йышайҙы:Шайморат,Салауат,Кинйә. 

III.”Исем ҡушыу”йолаһы.(Мулла,ата-әсә,сабый бала.Туғыҙынсы класс уҡыусылары сәхнәләштерә)

Уҡытыусы һүҙе.Балаға исем ҡушыу-яуаплы эш.кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйына
йөрөтә.Ата-әсәләрҙең күбеһе исем ҡушыуға бик етди ҡарай,ләкин бөтөнләй уйламай ҡушыусылар ҙа бар.Яңы тыуған сабыйға исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы,яңғырашы-аһәңле,башҡортса һәм русса
әйтелеше һәм яҙылышы  уңайлы,яҡшы мәғәнәле булырға тейешлеген иҫәпкә алырға кәрәк.

IV.Уҡыусыларҙың сығышы.Ижади эштәре менән таныштыралар:үҙҙәренең исемдәре нимә аңлата,ниндәй телдән
ингән,кем ҡушҡан.Был исемгә йәки үҙҙәренә арнап ниндәй шиғырҙар ижад иткәндәр –уҡып ишеттерәләр.

Мәҫәлән,Ғайса:”Ғайса-ғәрәп теленән ингән исем.Пәйғәмбәр исеме.Был исемде миңә әсәйем
ҡушҡан.                    

Беҙҙең класта бар малай

Исеме уның Ғайса.

Оҙаҡ уҡырға яратмай,

Футболға ул йыш  ҡаса.

Айгөл:Минең исемем менән аталған йыр ҙа бар.Уны “Дәрүишхан” төркөмө башҡара.Беҙ Миләүшә менән шул йырҙы
һеҙгә йырлап ишеттергебеҙ килә.

“Айгөлөм”йырын башҡаралар.

V. Һүҙ ата-әсәләргә бирелә.Ғүмәрова Фатима Сәйфулла ҡыҙы.Минең дүрт балам
бар,исемдәре:Илнур,Айнур,Ғайса,Айгөл.Илнур исеме ул заманда бик киң таралған ине,шуға ҡуштыҡ.Илнурға оҡшатып Айнурҙы атаныҡ.Икеһе лә исемдәрен бик яраталар.Айгөл исеме –башҡорт исеме,яңғырашы ла
,мәғәнәһе лә матур.Ғайса үҙе әйтеп китте,пәйғәмбәр исеме,дини исем булһын тинек.

Башҡа ата-әсәләр ҙә ғаиләләрендәге исемдәр тураһында һөйләп киттеләр.

-Балалар,ә һеҙҙең ғаиләгеҙҙә ниндәй исемдәр бар?Берәй ҡыҙыҡ ваҡиғаға бәйлеләре бармы?(Уҡыусылар менән әңгәмәләшеү)

VI. .”Беҙҙең мәктәптә ниндәй исемдәр  күп?”

4-се уҡыусы.Айлина.Беҙ бишенсе кластан алып ун беренсе класҡа тиклемге уҡыусыларҙың
исемдәрен тикшереп сыҡтыҡ.Ҡайһы телдән ингән исемдәр күп икәнен асыҡланыҡ.Диаграммалар төҙөнөк.Малайҙарҙың исемдәре:

Иң күбе ғәрәп теленән ингән: 74%,Инсаф,Ғәзинур,Мансур,Сафуан һ.б.

Фарсы теленән:Азат,Динар.-1%

Башҡорт теленән:Айҙар,Айнур,Байрас,Иштуған,Иҙел һ.б.-24%

Рус һәм башҡа ситтелдән ингән исемдәр ҙә бар:Айрат,-1%

Ҡыҙҙар исемдәре: Фарсы теленән-45%

Ғәрәп теленән: 20%

Башҡорт –12%

Башҡа телдәрҙән-23%

Дөйөм алғанда,Ғәрәп исемдәре-35%

Фарсы-26%

Ьашҡорт-24%

Башҡа телдәрҙән-15%

Малайҙар араһында иң таралған исемдәр-Динар,Ильяс,Даян.

Ҡыҙҙар араһында иң таралған исемдәр-Айгөл,Лилиә,Диана.

VII.Уҡытыусы.Башҡорт халҡының күп кенә йырҙары кемгәлер арналған,кеше исемдәре менән аталып
йөрөтөлә.Йыр тыңлау:”Буранбай”,”Салауат”.Ә хәҙер уҡыусылар,ярышып алайыҡ:

кем кеше исеме менән аталған башҡорт халыҡ йырҙарын белә?(бүләк)

Кем заманса йырҙар күп  белә икән?(бүләк)

“Салауат”йырын йырлау.Малайҙар башҡара.

Аслаева Дилә башҡарыуында”Алтынай”йыры.

VIII.Әҙәбиәттә кеше исемдәре менән аталған әҫәрҙәр бармы?

С.Злобин”Салауат Юлаев”романы,

Ғ.Ибраһимов”Кинйә”,Б.Рафиҡов”Ҡараһаҡал” һ.б.

Ә бына шағир Ш.Бабич “Исемдәр баҡсаһында “тигән шиғырҙар яҙған.

Бишенсе класс уҡыусылары таныштырып үтһендәр әле.

Асия,Гөлсара,Нәфисә һ.б.  арналған шиғырҙарҙы тасуири ятлайҙар.

IX.Тимәк,уҡыусылар,беҙ бөгөн кеше исемдәре,уларҙың килеп сығышы,исем ҡушыу йолаһы менән
таныштыҡ.Әҙәбиәттә лә ,сәнғәттә лә кеше исеме менән аталған бик матур әҫәрҙәр бар икәнен белдек.Ә хәҙер ошо темаға уйындар уйнап алайыҡ әле.

X.Күңелле уйындар.

1.Ике командаға бүленеп исемдәр уйларға.Ҡыҙҙарға Ил –дан малайҙар исеме,малайҙарға Гөл-дән ҡыҙҙар
исемдәре яҙырға.

2.Ике командаға ла   бер үк кроссворд бирелә.кем тиҙерәк?

3.”Аҙым һайын бер исем”-билдәләнгән ерҙән алып күрһәтелгән урынғаса аҙым һайын берәр исем әйтеп
барып етергә.Исемдәр ҡабатланмаҫҡа тейеш.

4.Алып барыусы әйткән хәрефкә башланған исемле кешеләр тора.Тиҙлек,отҡорлоҡ.

5.”Наза”уйыны.

Уҡытыусы.Балалар,бөгөн беҙ һеҙҙең менән бик матур итеп белем дә,ял да итеп алдыҡ.Һәр ерҙә,һәр эштә шулай ,исемегеҙгә тап төшөрмәй ,әүҙем ,тырыш булып
йөрөгөҙ.Уҡыуҙа ла,ялда ла уңыштар һеҙгә!

Кластан тыш сараларға сценарий

  1. Материалы для учителя

  2. Директору-завучу

Автор материала: Сатлыкова Альфия Миратовна

Описание документа:

Баш һүҙ

Хөрмәтле китап уҡыусылар! Башҡортостан борон-борондан ил данын һаҡлаусы ал бирмәҫ батырҙар, ил рухын яҡлаусы йырсы сәсәндәр, аҡһаҡалдар, ил инәләре менән дан тотҡан. Үткәндәр менән ғорурланып, күкрәк ҡағып ҡына йәшәү етмәй, ә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫты тарҡатмай, быуындар ағышында үҫтереү зарур. Тарихҡа һөйөү уятыу, рухи яҡтан бай шәхес тәрбиәләү өсөн был төп шарт. Ә инде яңы тамырҙарҙы үҫтереү мәктәп тормошонан башлана. Шуға күрә лә, мәктәп сәхнәһе өсөн эшләнгән был йола йыйынтығында халҡыбыҙ тарихында һаҡланып ҡалған, бәлки, онотола барған матур йолалар, көйлө һамаҡтар, төрлө фольклор үрнәктәре урын алды. Мәктәп сәхнәләре йыш ҡына сценарийҙарға, йола байрамдарына ҡытлыҡ кисергәнен үҙ тәжрибәмдән белә күрә, мәктәп уҡыусыларына һәм уҡытыусыларға тәҡдим ителгән китапсыҡ, байрамдарға әҙерләнгәндә, ҙур ярҙамсы булыр тип ышанам. Халыҡ ижадын үҫтереү, яратыу  һәр кемдә булырға тейеш.

Предпросмотр онлайн:

Скачать 94 Kb

Посмотрите также:

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Классташтар осрашыуы сценарий
  • Класстан тыш чаралар сценарий татарча
  • Классовые праздники аллоды
  • Классный час экологический праздник
  • Классный час сценарий юбилей школы