Эсэйзэр коненэ сценарий башкортса балалар бакчасында

Скачать: әсәйҙәр тормош биҙәге(әсәләр көнөнә сценарий).

ӘСӘЙҘӘР
К
ӨНӨНӘ
АРНАЛҒАН
БАЙРАМ.

«ӘСӘЙҘӘР
ТОРМОШ БИҘӘГЕ
»

БАЛАЛАР ШАРҘАР МЕНӘН МЕНӘН
МУЗЫКА АҪТЫНДА БЕЙЕП СЫҒА.

 ГӨЛНАЗ

аумыһығыҙ,
тип башлайым
әле.

Күрешеү
бит
шулай
башлана

Һеҙҙең
мен
ән
осрашҡанға,
әсәйҙәр,

Күңелебеҙ
шундай
шатлана.

АЯЗ

-Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға, 
йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған әсәйҙәргә

ҠАЙНАР СӘЛӘМ!

ИЛЬСУН


«Әсәйҙәр
к
өнөнә
арналған
«ӘСӘЙҘӘРТОРМОШ
БИҘӘГЕ»-
тип
аталған
кисәне
башларға
рөхсәт
итегеҙ.

ГӨЛНАЗ

— Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул
һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе
йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә
һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған
 
изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

ИЛЬСУН

-Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ,
бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

   ГӨЛНАЗ

-Ә хәҙер һүҙҙе мәктәп директоры Гөлназ
Әкрәм ҡыҙына
  бирәйек.

АЯЗ

Тантана
бөгөн ер
ҙә,

Һәр
кешенең йө
ҙөндә.

Шатлыҡ
урғый йөрәктән,

Нур
һибелә кү
ҙҙәрҙән.

Бөгөн
һо
ҡланғыс
байрам-

Әсәйҙәребеҙ
көнө.

АЗАЛИЯ

Әсәй
бит ул һәр кешегә

Ғүмер
бүләк итеүсе.

Әсәй
тиеп әйтеү менән

Донъя
нурға күмелә.

ЙЫР”ӘСӘЙЕМДЕҢ
ҠОСАҒЫ”

НАҘГӨЛ

Ғумерем
буйына

Бурыслы
мин уға

Көслө  
һин, изге һин

Бөйөк
һин, әй-әсә!

Йығылып
илаһам
,

Абынып
тормаһам
,

Ҡулыңды
һу
ҙыусы

Һин
генә әсәйем!

ИЛЬСУН

Рәхмәт
яуһын бе
ҙҙең
әсәй
ҙәргә                        

Уларғалыр
бөтә ауырлы
ҡ

Әсәйҙәргә
я
ҡты
йондо
ҙҙарҙан

Йә
ҡояштан
һәйкәл һалырлы
ҡ.

Һеҙгә
булған бе
ҙҙең
хөрмәтебе
ҙ

Урын
алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ
һәм
ҡыуаныс,
ҙур
бәхеттәр

Юлдаш
булһын һе
ҙгә
ғумергә.

ҠЫҘҘАР
ЙЫРЛАЙ “ӘСӘЙЕМ”

РУСЛАН

Көндәр
я
ҡты
булһын өсөн Әсәй кәрәк!               

Йоҡо
татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан
я
ҡлар
өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья
йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар
тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең
көндәр я
ҡты
булһын өсөн Әсәй кәрәк!

БУЛАТ

Әсәй!Әсә
ер
ҙә
иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең
беләйек
ҡәҙерен,

Ел-дауылдан
һа
ҡлап
ү
ҫтергән
ул,

Ҡызғанмайса
бөтөн ғүмерен,

Уның
кәңәштәре көс-дәрт ө
ҫтәй,

Илһам
бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ
менән һәр са
ҡ яҙһын

“Әсәй”тиеп
уға әйтергә.

ГӨЛНАЗ — Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ,
йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.

Әсәйем
бөгөн эштән

Арып ҡайтты.

Шуға ла ул йоҡларға ла

Иртә ятты.

Өшөмәһен әсәкәйем,

Юрған ябам.

Баш аҫтына тағы ла бер

Мендәр һалам.

Эшем бөткәс карауаты

Тирәһендә

Ултырам да әсәйемдең

Эргәһенә.

Йоҡлатамын бишек йыры

Йырлап ҡына

Ә әсәйем йылмая ла

 Күҙен йома.,

БУЛАТ

Ильмира                  Әсәй
наҙы беҙгә кәрәк

                                       Йылы
һүҙе, ярҙамы

                                       Бөтә
эштә лә өлгөрә

                                       Әсәйҙең
алтын ҡулы.

Асман                     Бәлеш
һала, туҡмас киҫ
ә

                                       Тәмле
аштар бешерә:

                                       Торт
яһаһа өҫтәренә

                                       һырлап
сәскә төшөрә.

Алмаз.                        Аш — һыуына,
тәм — томона

                                       Бөтә
халыҡ һоҡлана.

                                       Шуға,
алтынға тиң күреп,

                                       Әсәй
ҡулы маҡтала.

Ильнар                           Иң
аҫылын йырҙарымдың

                                  
Йырлайым, әсәй, һиңә.

                                   Гөлдәрҙән
дә, йырҙарҙан да,

                                      Сибәрһең,
әсәй миңә.

Радмир                                 Беҙҙе
наҙлап үҫтергәнгә

                                          Әсәйҙәр,
рәхмәт һеҙгә!

                                          һәр
ваҡыт эшсән булғанға,

                                          Әсәйҙәр,
рәхмәт һеҙгә!

Наҙгөл :                    
Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

                                          Иң
беренсе һин беләһең.

                                          Оҙон
юлды яҡын итеп

                                          Ваҡыт
табып һин киләһең.

 Руслан                             Кемебеҙҙә
ниндәй ҡайғы

                                         Әсәй,
тәүҙә һин күрәһең.

                                    ҡайғылырҙы
таратырлыҡ

                                         һүҙҙәр
табып көс бирәһең.

  ильсун                     Беҙ
үҫкәндә күпме борсолоуҙар

                                   Күргән
әсәй ғүмер эсендә.

                                   Онотмабыҙ,
әсәй, мәңге һине,

                                   Рәхмәт
яуһын барыһы өсөн дә.

Йыр “Бәхет өсөн”

Гөлназ
 

Ҡәҙерле әсәйҙәр! һеҙҙе ысын күңелдән
байрам менән
ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар,
сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын,
сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыу
ҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк
исем ю
ҡтыр ул,  шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.

АЛЫП БАРЫУСЫ :  Байрамыбыҙ дауам итә. Ә кемдең әсәһе сибәр ҙә, уңган да, өҫтәүенә
йырға – бейеүгә лә оҫта булыуын асыҡларға бөгөнге бәйге ярҙам итәсәк.! Был
бәйгелә ике команда ҡатнаша. Һеҙ шулай ултырҙығыҙ инде. Конмандаларҙың исемен
беренсе бәйгенән һуң белербеҙ

БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ :Ике команданан  берәр кеше сыға һәм шар шартлата.
Шар эсендә карточкалар , шул карточкаларҙан һүҙ төҙөлә.(бер команда  “ЙОНДОҘ” ,
“ҠОЯШҠАЙ”

1.Хәҙер һеҙҙең өсөн _Руслан Галиакберов йырлай

ИКЕНСЕ БӘЙГЕ: :.”УҠЫМЫШЛЫ ӘСӘЙ” .

1) Башҡортостанда нисә район, нисә ҡала?(54,21)

2) Башҡортостанда нисә кеше ?(4 мил. ашыу)

3)Башҡортостандың иң бейек ике түбәһе?(янғантау, ирәмәл)

 4)Башҡортостандың иң ҙур ике күле?(Асылыкүл, Ҡандракүл)

5)Башҡортоандың иң ҙур алты йылғаһы?(Ағиҙел,Ҡариҙел,Әй, Дим,
Йүрүҙән, Һаҡмар)

6) Башҡортостанда башҡорт  телендә ниндәй  журналдар сыға ?(Ағиҙел,
Башҡортостан ҡыҙы, Аманат, Шоңҡар, Аҡбуҙат, Башҡортостан уҡытыусыһы, Ватандаш)

7) Быйыл ниндәй донья күләмендәге  зур ваҡийғалар булды ?(Олимпиада
в Сочи, Мәҙәниәт йылы ,Рус армияһының Парижға инеүенә ике йөҙ йыл,етмеш йыл
Ленинградтың блокаданан сығыуына, һикһән йәш Юрий Гагаринға).,)

2.Хәҙер һеҙҙең өсөн Асман
Юлмухаметов йырлай

ӨСӨНСӨ БӘЙГЕ:«ЙОМАҠ ҠОЙҘОМ-ҠАС,
ЙОМОЛДОҒОН АС»

 Хәҙер әсәйҙәребеҙҙе тапкырлыкта һәм зирәклектә лә һынап ҡарайык .
йомаҡтар әйтешеү.

3.Һеҙҙең алда  йырлай Ильясова Ильмира “Рәхмәт әсәйем”

ДҮРТЕНСЕ БӘЙГЕ: «БАЛА БИЛӘҮ»
(атрибуттар: ө
ҫтәл, ҡурсаҡтар, распашонка, чепчик, пеленки,
одеяла, лента)

бәйгелә ике әсәй
ҡатнаша. Матур, тиҙ итеп баланы биләргә.

4.Һеҙҙең өсөн:—дүртенсе класс малайҙары
башҡарыуында “ӨЛӘСӘЙЕМ ВАСЫЯТТАРЫ-“-

БИШЕНСЕ БӘЙГЕ: «ӘЛЛИ-БӘЛЛИ БӘҮ-БӘҮ»
Бе
ҙ балаларыбыҙҙың ниндәй булғандарын хәтергә
төшөрә башлағас инде, әйҙәгеҙ бишек эргәһендә үткән йоҡоһоҙ төндәребеҙҙе лә
иҫкә алайыҡ. Ҡайһы саҡта баланы әсәнең яғымлы, наҙлы бишек йыры ғына
тынысландыра ала.
. Бәйгелә ике әсә ҡатнаша. Улар ҡулдарына биләнгән баланы ала һәм
сиратлап бишек йыры йырлап уны йоҡлата

А.Б. Бе
ҙҙең әсәйҙәрҙең тауыштары ниндәй матур, нисек
матур йырлай улар.

5.һеҙең өсөн
генә йырлай Радмир Ибраков.”Әсәйем ҡояшым”

АЛТЫНСЫ БӘЙГЕ: 

“Әртистәр”(шалҡан, теремок) Бәйге  дауам итә . Әсәйҙәр һеҙҙең
тағы бер оҫталығығыҙҙҙы тикшереп үтәһе килә. Һеҙҙең алда маскалар һеҙ хәҙер бер
әкиәт сәхнәләштерегә тейешегеҙ

Ә хәҙер Һеҙҙең өсөн генә икенсе һәм дүртенсе
класс малайҙары башҡарыуында йыр “ҠЫҘЫЛ ЮРҒА”

ЕТЕНСЕ БӘЙГЕ: “МӘКТӘПКӘ
ӘҘЕРЛӘ”

Бала мәктәпкә һуңлай. Ниндәй генә әсә балаһына ярҙамға килмәһен.
Балалар ултырғыстарында йоҡонан уяна алмай ултыраю әсәй тиҙ генә расписание
буйынса портфель йыйырға тейеш. Баланы кейендереп жюриға алып бара.

Һеҙҙең өсөнБИШЕНСЕ КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ БАШҠАРЫУЫНДА БЕЙЕҮ

ҺИГЕҘЕНСЕ БӘЙГЕ: ОҪТА ҠУЛ.

Әсәйҙәр тиҙ генә төймә таға

Һеҙҙең өсөн беренсе класс уҡыусылары башҡарыуында——

ТУҒЫҘЫНСЫ БӘЙГЕ:
“ҠОЯШ ТӨШӨР”

Залдың бер яғында ике
обруч. Һәр ҡатнашыусының ҡулында ҡояш нуры. Сигнал буйынса беренсе ҡатнашыусы
йүгепе бара һәм нурҙы ҡуя. Һәм эстафетаны икенсе кешекгә тапшыра

.Һеҙҙең өсөн генә 
алтынсы класс уҡыусылыары башҡарыуында—

УНЫНСЫ БӘЙГЕ:  “йыр тоҡсайы”

Әсәй һүҙе менән йырҙар иҫкә төшөрөү

Һеҙҙең өсөн унынсы класс уҡыусылары башҡарыуында

УН БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ: “ЙЫР БИТ КҮҢЕЛ КҮТӘРӘ”

Хөрмәтле әсәйҙәр! Бөгөнге бәйгенең һуңгы туры – үҙешсән сәнғәт
туры. Был турҙа беҙҙең әсәйҙәребеҙ йыр башҡарырға тиештәр. Беҙ һеҙгә
шпаргалкалар әҙерләнек һеҙгә йырҙарҙы һайлап алыу мөмкинселеге бирелә

Һеҙҙең өсөн өсөнсө  класс уҡыусылары башҡарыуында

 Ильсун :

Ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм малайҙар! Әсәйҙәребеҙгә иғтибарлы, итәғәтле
булайыҡ, ҡылган яҡшы эштәребеҙ, яғымлы һүҙебеҙ менән уларҙы ҡыуандырып йәшәйек.
Әсәйҙәр алдында беҙ мәңге бурыслы.

Гөлназ

“Әсәй – ул изге  зат. Әгәр биттәреңдән наҙлы елдәр иркәләһә,
һандугас һайрауҙары , агас япраҡтары леперҙәткән ауаздар, йөрәгеңә кереп,
бәғереңде өҙһә, бел – был әсәйең рухы булыр. Әгәр һин шатланһаң, бәхетеңне
тапһаң, бел – бөтәһе лә әсәйеңдең
   йоҡоһоҙ  төндәренән. Улар  иҫән саҡта ҡараштарына күләгә төшөрмәйек, яҡшы уҡыуыбыҙ, матур
йәшәүебеҙ, изгелекле эштәребеҙ менән һөйөндөрәйек”

УҠЫТЫУСЫ:Әсә- һәм бала! Алар бер бөтөн, айырылғыһыз. Ҡәҙерле
әсәйҙәр! Был бөтөнлек,
 бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тагын да нығыһын, бер-берегеҙҙе бер
һүзҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.

«Әсәләр  нур сәсәләр» исемле концерт

    Максаты: уҡыусыларға әсәйҙәр яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;

Уҡыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу  һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

Алып барыусылар:

5 класс монтаж менән сығыш яһай.

  1. Йыр “Әсәйем,ҡәҙерлем”

1-се алып барыусы:

Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәйҙәр, уҡыусылар, уҡытыусылар!

Хәйерле көн, тамашасылар!

  Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

  1. “Ҡайындар” бейеүе. Ҡарша алығыҙ!

2-се алып барыусы:

      Көндөң яҡтылығы-ҡояшта,

  Күктең матурлығы-йондоҙҙарҙа,

  Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа.

   Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйеҡ беҙ  әсәйҙәрҙе,ололайыҡ!Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын,тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен!Ҡатын-ҡыҙ һәр вакытта  ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын!

  1.  Һеҙҙең өсөн “Йәшлек”бейеүе.

1-се алып барыусы:

-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребеҙ һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны — бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ- иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.

3. Ҡаршы алығыҙ! 1-се, 3-сө класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Бейеүсе”йыры

1-се алып барыусы:

Әсә бөйөк исем                                                              

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

  1. 2 класс башҡарыуында “Дуҫлыҡ” бейеүе. Ҡаршы алығыҙ!

2-се алып барыусы:                                                           

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

  1. Һеҙҙең өсөн йырлай 4-се класс ҡыҙҙары. Йыр “Татыу ғаилә – ил терәге”. Рәхим итегеҙ!

1-се алып барыусы:

 -Әсә!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяға килгән сәғәтенән уҡ әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп,яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк пәрҙәһе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ.

6. Ҡаршы алығыҙ! Шаян ҡыҙҙар бейей.

2-се алып барыусы:

   —  Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,….йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

7. 7 класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Әсәйемә”йыры.

1-се алып барыусы:

Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

8. Тик һеҙҙең өсөн генә бейей 2 класс ҡыҙҙары

2-се алып барыусы:

“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                    

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.

Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт

Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!

9. 1 класс башҡарыуында йыр “Шаян бесәй балаһы”

 1-се алып барыусы:

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

10. Ҡаршы алығыҙ “Гөлнәзирә” бейеүе

2-се алып барыусы:

Һинән дә яктыраҡ

Һинән дә якшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтә ер шарында.

11. Һеҙҙең өсөн йырлай 6 класс уҡыусылары. Ҡаршы алығыҙ!

1-се алып барыусы:

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!                

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

12. “Бөрйән ҡыҙҙары”бейеүе менән ҡыҙҙар сыға бейергә. Ҡаршы алығыҙ!

2-се алып барыусы:

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

13. 4 класс малайҙары башҡарыуында  йыр.

1-се алып барыусы:

   Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә,   һеҙ  дөрләтеп тораһығыҙ.

14. ҡыҙҙар башҡарыуында “кәсәләр менән” бейеү. Ҡаршы алығыҙ!.

2-се алып барыусы:

  Әсә  һәм бала!Улар бер  бөтөн,айырылғыһыҙ.

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағыла нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

15. “атай-әсәй ҡәҙерлеләрем” йыры менән 9 класс уҡыусылары

    Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағы бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!

Әсәләр көнөнә байрам сценарийы
«Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!»

(Ярыш барышы)

Сәхнә матур итеп биҙәлгән: баннер «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!», кәрзиндә яһалма сәскәләр, ҡатнашыусылар һанынса ултырғыстар ҡуйылған. Музыка яңғырай.)

Алып барыусы 1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! . 8 Март алдынан һеҙҙе бында күреүебеҙгә бик шатбыҙ!

Алып барыусы 2. Әсәй-ошо наҙлы һүҙҙә
Тик мөхәббәт кенә сағыла.
Әсәйемдең йырҙарынан беҙгә
Бөтмәҫ һөйөү генә ағыла.
Алып барыусы 2. Һеҙҙең өсөн һөйкөмлө, сибәр, уңған, аҡыллы, етеҙ, әсәйҙәр беҙ ярыш үткәрәбеҙ.
Бөтәһе: Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!
Алып барыусы 2. Әсәйҙәр, һеҙҙе сәхнәгә саҡырабыҙ! Бөгөн беҙҙең ярышта ҡатнашалар____________________________

Алып барыусы 1. Беҙҙең һөйкөмлө ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотлау өсөн мәктәп директорына һүҙ бирелә. 

Алып барыусы 2. Беҙҙең әсәйҙәр һөйкөмлө йылмайыуҙар, күңелле шаярыуҙар, әсәлек оҫталыҡтары менән ярышҡа ҡоралланып килгәндәрҙер тип ышанабыҙ. 
Алып барыусы 1. Ә әлегә жюри менән таныштырабыҙ.Ул: …… Жюри 5 балл менән билдәләр ҡуясаҡ. 
Алып барыусы 2. Шулай итеп ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләйек!

Алып барыусы 1.Беренсе конкурс – ғаиләнең визит карточкаһы Һәм концерт номеры–был өйгә эш. 
^
Конкурс «Визит карточкаһы һәм концерт номеры»

Әсәйҙәр үҙҙәре тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр һәм һуңынан бер концерт номеры күрһәтәләр.

Алып барыусы 2. Тәүге ярышҡа йомғаҡ яһайбыҙ. 

Конкурс «Минең балам»
Әсәйҙәр балаларының һүрәтен эшләйҙәр һәм улар тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр

Алып барыусы 1. Мөғжизәләр иле беҙҙе
Гел саҡыра үҙенә.
Их, күңелле әкиәттәрҙә,
Ғашиҡмын һәр һүҙенә!

Алып барыусы 2. Әкиәт һөймәгән бер бала ла юҡ. Һәм һеҙҙең алдығыҙҙа, ҡәҙерле әсәйҙәр, таныш әкиәттәрҙән өр-яңы бер әкиәт ижад итеү бурысы тора. 

( «Шалҡан», «Сыбар тауыҡ», «Ҡыҙыл Башлыҡ», , «Йомро күмәс», «Тирмә» тигән яҙыуҙар һалынған батмус сығарыла. Һәр әсәй бер ҡағыҙ ала)

Алып барыусы 1. Һәр берегеҙ үҙегеҙгә әкиәт һайлап алды, хәҙер уны үҙ сюжетығыҙҙы индереп, яңы бер ҡыҙыҡлы һәм матур әкиәт килеп сығырлыҡ итеп һөйләйһегеҙ. 
Алып барыусы 2. Ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләйбеҙ, кәрәк ерҙә көйләбеҙ^
Конкурс «Әкиәт»

Алып барыусы 1. Ниндәй яҡшы әкиәтселәр беҙҙең әсәйҙәр!
Алып барыусы 1. Хөрмәтле жюри, һүҙ һеҙгә бирелә.

(Жюри конкурсҡа йомғаҡ яһай.)

Алып барыусы 1. Илгизә, һин үҙеңдең бала саҡта нисек булыуыңды хәтерләйһеңме?

Алып барыусы 2. Әлбиттә, мин бик ҡыҙыҡһыныусан бала инем.Әсәйемде һәр ваҡыт ни өсөн һорауҙарын биреп арытып бөтә торғайным . 

Алып барыусы 1. Эйе, һәр әсәйгә әллә күпме төрлө-төрлө көтөлмөгөн һорауҙарға яуап бирергә тура килә. Киләһе ярыш бына шундай һорауҙарға яуап табыу. 
Алып барыусы 2. Беҙ һорауҙар, ә һеҙ яуап бирәһегеҙ.
^
Конкурс «Һорау-яуап»

Һорауҙар:

1. 
5 картуфты 2 балаға нисек итеп тигеҙ итеп бүлергә? (пюре.)
2. 
Кем һорау бирмәй, әммә яуап талап итә? (Телефон)
3. Волгала ҡом ниндәй? (Һыулы)
4.Әгәр ашанғанда яңылыштан сәскесте йотһаң, ни буласаҡ? (Ҡул менән ашарға тура киләсәк)
5
Ниндәй бала мыйыҡлы булып тыуа? (Бесәй балаһы)
6
Ҡара бесәйгә ҡасан өйгә кереүе еңел? (Ишек асыҡ саҡта).

7. 
Тәүге летчик-ҡатындың исемен әйтегеҙ. (Убыр ҡарсыҡ).
8. 
Сыйылдаусы сусҡанан ике тапҡыр нығыраҡ нимә сыйылдай? (2 сусҡа).
9
Бер мөгөҙ, бер күҙ, әммә носорог түгел! Ул нимә? (Мөйөштәге һыйыр)
10. 
Балыҡтарҙың һәм күп һөйләүселәрҙең уртаҡ яғы? (Бер туҡтауһыҙ ауыҙ асалар .)
11. 
Әтәс үҙен ҡош тип әйтә аламы? (Юҡ, һөйләшергә белмәй)
12. 
Ни өсөн Робин Гуд байҙарҙы талаған? (Сөнки ярлыларҙың аҡсаһы юҡ)
13. 
Кем башы менән эшкә сума? (Водолаз).
14. 
Нимәне әҙерләп була, тик ашап булмай? (Дәрестәр).
15. 
Ни өсөн тауыҡ йомортҡа һала? (Ташлаһа, йомортҡа ватылыр ине)
16. 
Кем ултырып ҡына йөрөй? (Шахматист)
17. 
Ғәҙәти зонт аҫтындағы 6 бала һәм 2 эт ҡасан һыуланмаҫтар? (Ямғыр булмаһа)

Алып барыусы 1Һүҙ жюриға бирелә

Алып барыусы 2. Ә хәҙер һеҙгә әсәләрҙең бер иртәһен тәҡдим итәбеҙ. Әсәйҙәр роль алалар. (кәкүкле сәғәт, әсәй, будильник, плита, бутҡалы кәстрүл, бала).

(Ролдәр таратыла ).
^
Конкурс «Театр»

Алып барыусы тексты уҡый, әсәйҙәр һүҙһеҙ генә ым-ишара менән уйнай .

Алып барыусы 2. Таң атты. Сәғәттәге кәкүк 7 тапҡыр кәкүк тип ҡысҡырҙы. Әсә йоҡоһоҙ төндән һуң һис тә уяна алмай. Шул ваҡыт будильник шылтыраны, һәм әсәй урынынан һикереп килеп торҙо. Кухняға йүгерә, плитаны тоҡандыра. Унда бутҡалы кәстрүлде ултырта. Сәғәт тыҡылдай, инде һигеҙенсе яртыны күрһәтә. Әсә баланы уята башлай. Бала тормаҫҡа тырыша, хәленән килгәнсә ҡаршылаша. Әсә ни эшләргә белмәй: ҡулдарынан, аяғынан тартҡылай. Шул саҡ кәстрүлдәге бутҡа түгелә башлай һәм плитала бышылдаған тауыш ишетелә. Етмәһә кәкүкле сәғәт ватыла һәм кәкүге хыялый кеүек бер туҡтамай ҡысҡыра ла ҡысҡыра. Һәм ниһайәт әсә балаһын уятып кейендерә. Балаһын мәктәпкә оҙатҡан ыңғайы плитанан кәстрүлен ала, плитаны һөртә һәм ашыға-ашыға үҙе эшкә йүгерә. 
Алып барыусы 1. Жюри еңел булмаған бурыс ҡуйылғайны– әсәйҙәрҙең ижади һәләтен билдәләү. Жюри, һеҙгә һүҙ бирелә. 

Алып барыусы 1. Балалар үҙҙәре генә өйҙә ҡалған мәлдәр була. Бына шул саҡта нимә булғанын беҙ һеҙҙең менән хәҙер күрәсәкбеҙ. 
Алып барыусы 2.
Әсә өйҙән сығыу менән
Диванға һикерә бала.
Тәҙрәләге бар шаршауҙы
Тартып иҙәнгә һала.

Елкәнле кәмә эшләй ул, 
Ә үҙен ҡара-пират!
Бөтә донъя шау-шыу килә,
Әйтерһең йөрөй ҙур ат.

Алып барыусы 1.
Әсәй ҡайтҡас аптыраған
Өнөммө был, төшөммө?
Аҫты-өҫкә килгән донъя,
Әллә бурҙар төштөмө.

Алып барыусы 2. 
Юҡ, ҡурҡырлыҡ бер ни ҙә юҡ,
Тик шаярған балалар.
Бына хәҙер йыйыштырып
Әсәйҙәр тиҙ алырҙар.

Алып барыусы 1. Ярыш «Тәртипкә килтер». Бына төрлө-төрлө әйберҙәр тулып ята. Һәр әсәйгә йә кейем генә, йә гәзит-журнал, йә баш кейеме, йә уйынсыҡтар, йә мәктәп кәрәк-яраҡтарын ғына йыйыр кәрәк. 
Конкурс «Тәртипкә килтер»

Көй яңғырай. Әсәйҙәр әйберҙәрҙе йыйыштырып ултырғысҡа һала. 

Алып барыусы 2. Ә хәҙер әйҙә тикшереп алайыҡ, әсәйҙәр дөрөҫ йыйҙылармы икән.
Алып барыусы 1. Әсәйҙәргә билдә ҡуябыҙ . 

Алып барыусы 2. Әсәй – был беҙҙең иң тәүге һүҙебеҙ. Сөнки бала һәм әсә -ул бер бөтөн.
Алып барыусы 1. Ниндәй генә беҙ ҙур үҫһәк тә, көслө, аҡыллы булһаҡ та, әсәйҙәргә һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ. 
Алып барыусы 2. Һәм һәр ҡайһыбыҙ бала саҡта әсәйебеҙ беҙҙе нисек атауын онотмайбыҙ. 
Киләһе ярыш «Минең иң яғымлым, иң наҙлым …»

«Дәфтәр битенә ҡояш һүрәте төшөрәбеҙ һәм һәр нур һайын балаларыбыҙҙы ниндәй бер яғымлы һүҙҙәр менән атайбыҙ , шуны яҙабыҙ. 
^
Конкурс «Минең иң яғымлым, иң наҙлым …»

Алып барыусы 2. Әсәләр үҙ балаларын нисек кенә атамай. Әсә һөйөүе сикһеҙ, уны бер ни менән дә сағыштырып булмай! Бөйөк тә ул һәм мәңгелек тә.
Алып барыусы 1. Төн йоҡоларын йоҡламай, балаһының тәмле йоҡоһон ул һаҡлай. Әҙ генә тауыш ишетеү менән урынынан һикереп тора. Бына хәҙер һеҙгә балағыҙҙың тауышын таныуы ауыр булмаҫ тип уйлайым. 
(Әсәйҙәр арттары менән балаларға ултыра.)

Хәҙер балаларығыҙ һеҙҙең бала саҡтағы кеүек илар. Көймәгеҙ, был шаярып ҡына. Һеҙгә үҙ балағыҙҙың тауышын танырға кәрәк. 
(Балалар микрофонға «уа-уа» тигән илау тауышы сығара . Балаһының тауышын таныған әсә ҡул күтәрә. 

Алып барыусы 2. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был илау тауыштары һеҙҙең балағыҙҙың иң һуңғы илауы булыуын теләйем. 
Алып барыусы 1. Жюри, беҙҙең хәлдәр нисек? Кем бөгөн «Йыл әсәһе» 

Жюри билдәләй:
— Иң яғымлы әсәй

— Иң шат әсәй

— Иң һөйкөмлө әсәй

— Иң наҙлы әсәй

— Иң сибәр әсәй….

Алып барыусы 1.Тағы ла барығыҙҙы ла 8 март-ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайым. Таҙалыҡ, һаулыҡ, түҙемлек, тырышлыҡ, оҙон ғүмер теләйем !
Һау булығыҙ.

Ғаилә байрамы «Иң яҡшы әсәйҙәр»
Маҡсат:
-әсәйҙәргә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, әсәләр һәм балалар араһында йылы мөнәсәбәт тәрбиәләү.
-балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, әсәләргә байрам ойошторорға теләк уятыу.
-әсәйҙәргә һөйөү, рәхмәт тойғоһо тәрбиәләү.
Байрам барышы:
Алып барыусы:
-Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ! Бөгөнгө байрам Ер йөҙөндәге иң яҡын кеше-әсәйгә арнала. Кешенең иң тәүге һүҙе лә ул- «әсәй».
-Кем беҙҙе гел уята? (әсәй)
-Ҡайғы килһә, йыуата? (әсәй)
-Бешерә тәмле бутҡа? (әсәй)
-Асыуланмай ул юҡҡа? (әсәй)
-Мине үбеп ярата? (әсәй)
-Иң яҡшыһы донъяла? (әсәй)

Балалар:
Әсәй-ул Ҡояш,
Әсәй- ул бәхет, 
Әсәй-ул Һауа,
Әсәй-ул рәхәт,
Әсәйҙән яҡын кеше юҡ!

Әсәй-әкиәт,
Әсәй-йылмайыу,
Әсәй-мөхәббәт,
Әсәй-яратыу!

Әсәй йылмайыр
Һәм әсәй көйөр,
Әсәй ул йәлләр
Һәм ғәфү итер.

Әсәй -ул алтын,
Әсәй-иң яҡын.
Ташламаҫ бер ҙә,
Килһә лә бәлә.

Һинән яҡын юҡ
Бар Ер йөҙөндә,
Мине һөйөүең
Күренә күҙеңдән.

Байрам менән беҙ
Һеҙҙе ҡотлайбыҙ.
Тик һеҙҙең өсөн
Йырҙар йырлайбыҙ.

Алып барыусы:
-Бөтәгеҙгә! Бөтәгеҙгә! Бөтәгеҙгә! Шат, тапҡырҙар клубын башлайбыҙ! Бөгөн беҙ һорауҙар бирербеҙ, йомаҡтар ҡойорбоҙ,
Йырҙар йырларбыҙ һәм уйнарбыҙ. Байрамда 2 команда ҡатнашасаҡ. Уң яҡтағы команда-«Йондоҙсоҡ», һул яҡтағы- «Ҡояшҡай».

Байрам девизы: 
Балалар
-Бер ни ҡурҡыныс түгел, әсәй янда булһа гел.
1-се конкурс- «Разминка»
-Әсәйҙәр тураһында күп йомаҡтар бар. Балалар һәм әсәйҙәрҙең белемен тикшереп ҡарайыҡ. Мин башлайым, сиратлап һеҙ бөтөрәһегеҙ.
-Баланың бармағы ауыртһа, (әсәнең йөрәге ауырта),
-Әсә һөйөүенең (сиге юҡ)
-Әсә булмай, (әсә ҡәҙерен белмәҫһең)
-Әсә янында бала (етем булмай)
-Атаһыҙ бала етем түгел, (әсәһеҙ бала етем)
-Үҙ әсәң бауырһаҡ, (үгәй әсә һарымһаҡ)
-Ҡояш янында йылылыҡ, (әсәй янында изгелек)
-Ишеге ямандың өйөнә барма, (әсәһе ямандың ҡыҙын алма)
-Бала шатлығы- (әсә шатлығы)
-Бала өсөн әсәнең йөрәге, (атаның беләге ауырта).

Алып барыусы:
-Афариндар! Ә һеҙ беләһегеҙме һеҙҙең әсәйҙәрҙең күҙҙәре ниндәй?
Балалар:
-Һоро, яғымлы, иғтибарлы…

Алып барыусы:
-Әсә күҙҙәрендә беҙҙең ғүмер. Унда беҙҙең үткән, бөгөнгө, киләсәк сағыла. Ә әсә ҡулдары ниндәй?
Балалар:
-ҡайғыртыусан, яғымлы, йылы…

Алып барыусы:
-Әсә ҡулдары тик торорға белмәй. Улар йә тегә, йә бәйләй, йә бешерә, йә йыуа. Әсә ҡулдары мөғжизәле булыуын беҙ беләбеҙ. Берәй еребеҙ ауыртһа, беҙ әсәйгә йүгерәбеҙ. Әсә ҡулдары ҡағылыу менән ауыртыу ҙа баҫыла. Ә хәҙер бәйле күҙҙәр менән әсәй ҡулын таныйбыҙ. 
2-се конкурс
Уйын «Әсәйеңде таны»

3-сө конкурс «Ғаилә-ғаилә булмаҫ ине, уның ағзалары булмаһа». (сират буйынса ғаилә ағзаларын атау, кем һуңғы әйтә, шул еңә).

4-се конкурс «Пантонима»(мәҡәл буйынса)

1-се команда- Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
2-се команда-Ҡош һауала, ат тауҙа, егет яуҙа һынала.

5-се конкурс- «Ижади конкурс»
-Ер йөҙөндә иң яғымлы
Ул әйтсе нимә?
-Әсәйемдең йылмайыуы
Иң яҡын ….(миңә).

-Яҙғы йылы көндәр кеүек
Иркәләй, һөйә.
-Әсәкәйем беҙҙең өсөн
Һәр ваҡыт—-(көйә)

-Иң яғымлыһы нимә ул?
-Әсә ҡулдары.
Һине һәр ваҡыт ярата
Ҡыҙ һәм —-(улдарың)

6-сы конкурс-«Әкиәттә ҡунаҡта»
-Бысраҡ ике бәләкәс
Мәктәпкә барып ингәс,
Уҡытыусы саҡ ҡалған,
Йығылмайса ҡурҡыуҙан. (Айыухас менән Айыукәс мәктәптә)

-Турғай тотоп шатланған
Айыу киткән төлкөгә,
Ләкин хәйләкәр янынан
Ҡайтҡан ҡалып көлкөгә.(Төлкө һәм айыу)

-Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙе тағы ла әсәләр көнө менән ҡотлайбыҙ. 

Йоҡоһоҙ төндәр аҙ үтмәгән,
Һанап бөтөү мөмкин түгел.
Яратабыҙ, хөрмәтләйбеҙ,
Әсәкәйем, һеҙҙе беҙ гел!

Музыка яңғырай, балалар бүләктәрен бирәләр.

ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ.

«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ »

БАЛАЛАР ШАРҘАР МЕНӘН МЕНӘН МУЗЫКА АҪТЫНДА БЕЙЕП СЫҒА.

 ГӨЛНАЗ

-Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

АЯЗ

-Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға,  йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған әсәйҙәргәҠАЙНАР СӘЛӘМ!

ИЛЬСУН- «Әсәйҙәр көнөнә арналған «ӘСӘЙҘӘР-ТОРМОШ БИҘӘГЕ»- тип аталған кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.

ГӨЛНАЗ — Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

ИЛЬСУН

-Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

   ГӨЛНАЗ-Ә хәҙер һүҙҙе мәктәп директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙына бирәйек.

АЯЗ Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

АЗАЛИЯ

Әсәй бит ул һәр кешегә

Ғүмер бүләк итеүсе.

Әсәй тиеп әйтеү менән

Донъя нурға күмелә.

ЙЫР”ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠОСАҒЫ”

НАҘГӨЛ

Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

ИЛЬСУН

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

ҠЫҘҘАР ЙЫРЛАЙ “ӘСӘЙЕМ”

РУСЛАН Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

БУЛАТ Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

Әсәй”тиеп уға әйтергә.

ГӨЛНАЗ — Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.

Әсәйем бөгөн эштән

Арып ҡайтты.

Шуға ла ул йоҡларға ла

Иртә ятты.

Өшөмәһен әсәкәйем,

Юрған ябам.

Баш аҫтына тағы ла бер

Мендәр һалам.

Эшем бөткәс карауаты

Тирәһендә

Ултырам да әсәйемдең

Эргәһенә.

Йоҡлатамын бишек йыры

Йырлап ҡына

Ә әсәйем йылмая ла

Күҙен йома.,

Ильмира Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

Асман Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Алмаз. Аш — һыуына, тәм — томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.

Ильнар Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Радмир Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

Наҙгөл : Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Руслан Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

ильсун Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

Йыр “Бәхет өсөн”

Гөлназ

Ҡәҙерле әсәйҙәр! һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул,  шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.

АЛЫП БАРЫУСЫ :  Байрамыбыҙ дауам итә. Ә кемдең әсәһе сибәр ҙә, уңган да, өҫтәүенә йырға – бейеүгә лә оҫта булыуын асыҡларға бөгөнге бәйге ярҙам итәсәк.! Был бәйгелә ике команда ҡатнаша. Һеҙ шулай ултырҙығыҙ инде. Конмандаларҙың исемен беренсе бәйгенән һуң белербеҙ

БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ :Ике команданан берәр кеше сыға һәм шар шартлата. Шар эсендә карточкалар , шул карточкаларҙан һүҙ төҙөлә.(бер команда “ЙОНДОҘ” , “ҠОЯШҠАЙ”

1.Хәҙер һеҙҙең өсөн _Руслан Галиакберов йырлай

ИКЕНСЕ БӘЙГЕ: :.”УҠЫМЫШЛЫ ӘСӘЙ” .

1) Башҡортостанда нисә район, нисә ҡала?(54,21)

2) Башҡортостанда нисә кеше ?(4 мил. ашыу)

3)Башҡортостандың иң бейек ике түбәһе?(янғантау, ирәмәл)

4)Башҡортостандың иң ҙур ике күле?(Асылыкүл, Ҡандракүл)

5)Башҡортоандың иң ҙур алты йылғаһы?(Ағиҙел,Ҡариҙел,Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар)

6) Башҡортостанда башҡорт телендә ниндәй  журналдар сыға ?(Ағиҙел, Башҡортостан ҡыҙы, Аманат, Шоңҡар, Аҡбуҙат, Башҡортостан уҡытыусыһы, Ватандаш)

7) Быйыл ниндәй донья күләмендәге зур ваҡийғалар булды ?(Олимпиада в Сочи, Мәҙәниәт йылы ,Рус армияһының Парижға инеүенә ике йөҙ йыл,етмеш йыл Ленинградтың блокаданан сығыуына, һикһән йәш Юрий Гагаринға).,)

2.Хәҙер һеҙҙең өсөн Асман Юлмухаметов йырлай

ӨСӨНСӨ БӘЙГЕ:«ЙОМАҠ ҠОЙҘОМ-ҠАС, ЙОМОЛДОҒОН АС»

Хәҙер әсәйҙәребеҙҙе тапкырлыкта һәм зирәклектә лә һынап ҡарайык . йомаҡтар әйтешеү.

3.Һеҙҙең алда йырлай Ильясова Ильмира “Рәхмәт әсәйем”

ДҮРТЕНСЕ БӘЙГЕ: «БАЛА БИЛӘҮ»
(атрибуттар: өҫтәл, ҡурсаҡтар, распашонка, чепчик, пеленки, одеяла, лента)
бәйгелә ике әсәй ҡатнаша. Матур, тиҙ итеп баланы биләргә.

4.Һеҙҙең өсөн:—дүртенсе класс малайҙары башҡарыуында “ӨЛӘСӘЙЕМ ВАСЫЯТТАРЫ-“-

БИШЕНСЕ БӘЙГЕ: «ӘЛЛИ-БӘЛЛИ БӘҮ-БӘҮ»
Беҙ балаларыбыҙҙың ниндәй булғандарын хәтергә төшөрә башлағас инде, әйҙәгеҙ бишек эргәһендә үткән йоҡоһоҙ төндәребеҙҙе лә иҫкә алайыҡ. Ҡайһы саҡта баланы әсәнең яғымлы, наҙлы бишек йыры ғына тынысландыра ала.. Бәйгелә ике әсә ҡатнаша. Улар ҡулдарына биләнгән баланы ала һәм сиратлап бишек йыры йырлап уны йоҡлата
А.Б. Беҙҙең әсәйҙәрҙең тауыштары ниндәй матур, нисек матур йырлай улар.

5.һеҙең өсөн генә йырлай Радмир Ибраков.”Әсәйем ҡояшым”

АЛТЫНСЫ БӘЙГЕ: “Әртистәр”(шалҡан, теремок) Бәйге дауам итә . Әсәйҙәр һеҙҙең тағы бер оҫталығығыҙҙҙы тикшереп үтәһе килә. Һеҙҙең алда маскалар һеҙ хәҙер бер әкиәт сәхнәләштерегә тейешегеҙ

Ә хәҙер Һеҙҙең өсөн генә икенсе һәм дүртенсе класс малайҙары башҡарыуында йыр “ҠЫҘЫЛ ЮРҒА”

ЕТЕНСЕ БӘЙГЕ: “МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛӘ”

Бала мәктәпкә һуңлай. Ниндәй генә әсә балаһына ярҙамға килмәһен. Балалар ултырғыстарында йоҡонан уяна алмай ултыраю әсәй тиҙ генә расписание буйынса портфель йыйырға тейеш. Баланы кейендереп жюриға алып бара.

Һеҙҙең өсөнБИШЕНСЕ КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ БАШҠАРЫУЫНДА БЕЙЕҮ

ҺИГЕҘЕНСЕ БӘЙГЕ: ОҪТА ҠУЛ.

Әсәйҙәр тиҙ генә төймә таға

Һеҙҙең өсөн беренсе класс уҡыусылары башҡарыуында——

ТУҒЫҘЫНСЫ БӘЙГЕ: “ҠОЯШ ТӨШӨР”

Залдың бер яғында ике обруч. Һәр ҡатнашыусының ҡулында ҡояш нуры. Сигнал буйынса беренсе ҡатнашыусы йүгепе бара һәм нурҙы ҡуя. Һәм эстафетаны икенсе кешекгә тапшыра

Һеҙҙең өсөн генә алтынсы класс уҡыусылыары башҡарыуында—

УНЫНСЫ БӘЙГЕ: “йыр тоҡсайы”

Әсәй һүҙе менән йырҙар иҫкә төшөрөү

Һеҙҙең өсөн унынсы класс уҡыусылары башҡарыуында

УН БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ: “ЙЫР БИТ КҮҢЕЛ КҮТӘРӘ”

Хөрмәтле әсәйҙәр! Бөгөнге бәйгенең һуңгы туры – үҙешсән сәнғәт туры. Был турҙа беҙҙең әсәйҙәребеҙ йыр башҡарырға тиештәр. Беҙ һеҙгә шпаргалкалар әҙерләнек һеҙгә йырҙарҙы һайлап алыу мөмкинселеге бирелә

Һеҙҙең өсөн өсөнсө класс уҡыусылары башҡарыуында

Ильсун :

Ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм малайҙар! Әсәйҙәребеҙгә иғтибарлы, итәғәтле булайыҡ, ҡылган яҡшы эштәребеҙ, яғымлы һүҙебеҙ менән уларҙы ҡыуандырып йәшәйек. Әсәйҙәр алдында беҙ мәңге бурыслы.

Гөлназ

Әсәй – ул изге зат. Әгәр биттәреңдән наҙлы елдәр иркәләһә, һандугас һайрауҙары , агас япраҡтары леперҙәткән ауаздар, йөрәгеңә кереп, бәғереңде өҙһә, бел – был әсәйең рухы булыр. Әгәр һин шатланһаң, бәхетеңне тапһаң, бел – бөтәһе лә әсәйеңдең   йоҡоһоҙ  төндәренән. Улар  иҫән саҡта ҡараштарына күләгә төшөрмәйек, яҡшы уҡыуыбыҙ, матур йәшәүебеҙ, изгелекле эштәребеҙ менән һөйөндөрәйек”

УҠЫТЫУСЫ:Әсә- һәм бала! Алар бер бөтөн, айырылғыһыз. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бөтөнлек,  бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тагын да нығыһын, бер-берегеҙҙе бер һүзҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.

ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ.

«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ »

Сәхнә байрамса биҙәлгән, шат балалар тауышы ишетелә.

Сценка. 8 синыф

Говорил нерожденный малыш:
-Я боюсь приходить в этот мир…
Столько здесь неприветливых, злых
Глаз колючих, усмешек чужих…

Я замерзну, я там заблужусь,
Я промокну под сильным дождем…
Ну к кому я тихонько прижмусь?
С кем оставшись, побуду вдвоем?…

Отвечал ему тихо Господь:
— Не печалься, малыш, не грусти…
Ангел добрый, он будет с тобой,
Пока будешь мужать и расти…

Будет он тебя нежить, качать,
Наклонясь, колыбельные петь.
Будет крепко к груди прижимать,
Будет крыльями бережно греть.

Первый зуб, первый шаг видеть твой.
И ладошкой слезинки стирать.
А в болезни, склонясь над тобой,
Жар губами со лба убирать…

И когда, начиная взрослеть,
Ты дорогу отыщешь твою,
Ангел будет вослед лишь смотреть,
Повторяя молитву свою…

— Как же Ангела имя? Скажи…
Как его мне средь тысяч узнать?
— Это вовсе не важно, малыш…
Мамой будешь ты Ангела звать.

Анелия: Добрый вечер, говорим мы вам. Мы не случайно собрались сегодня в этот ноябрьский вечер, в нашем уютном зале. Ведь именно в ноябре мы отмечаем такой праздник, как Мамин День. Приветствуем всех мам и бабушек, кто пришел на наш вечер, который мы посвятили самым добрым, самым чутким, самым нежным, заботливым, трудолюбивым, и, конечно же, самым красивым, нашим мамам.

 Инсаф

-Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

Анелия:
День особенный мы отмечаем,
И всех мам мы сейчас поздравляем,
Всем желаем любви, красоты,
Чтобы близкие вас берегли!

Инсаф:

-Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға,  йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған әсәйҙәргә

Ҡайнар сәләм!

Анелия:

Любому, кто живет на белом свете,
Любить, кто может, думать и дышать,
На нашей голубой планете
Роднее слова нет, чем мать.

Инсаф:

«Әсәйҙәр көнөнә арналған «ӘСӘЙҘӘР-ТОРМОШ БИҘӘГЕ»- тип аталған кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.

Анелия:

Любимая мама, тебя поздравляю,
В День мамы я счастья, здоровья желаю.
Ты в сердце моём, даже, если в разлуке,
И помню всегда твои теплые, нежные руки.

Инсаф:

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

  • Байрам менән ҡотлау өсөн һүҙ Ырғыҙлы мәктәбе директоры һәм Ырғыҙлы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Лилиә Миңлеғәле ҡыҙына бирелә. Рәхим итегеҙ. (Лилиә Миннигалиева ҡотлай)

  • Әсәйҙәр байрамына арналған иншалар конкурсы еңеүсеһе 9 синыф уҡыусыһы Көҫәпова Земфира үҙенең иншаһын уҡып ишеттерә.

Анелия:

Самый лучший день на свете —
Поздравляют мам всех дети!
Счастья вам, родные наши.
Нет Вас лучше, нет вас краше!

— Для вас поют самые маленькие учащиеся начальных классов кл. руководители Сайфуллина Гузяль Миннибаевни и Сайфуллина Василя Исхаковна.

Песня “Мамочка”

Инсаф:

Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

  • Башланғыс синыф ҡыҙҙары башҡарыуында йыр “Топни ножкой”.

Анелия:

Что за день сегодня теплый,
Очень ласковый и добрый —
Мамин день в календаре,
Вот и солнце на дворе,
Пусть для мам всегда оно
Дарит ласку и добро

  • Наши мальчишки из начальных классов дарят вам песню “Һыбайлылар”.

Инсаф:

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

“Әсәй” тиеп уға әйтергә

  • Ҡәҙерле әсәйҙәр һеҙгә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе башланғыс синыф ҡыҙҙары үҙҙәренең “Нағышсылар” бейеүен бүләк итә. Етәкселәре Газина Айгөл Султановна.

Анелия:

  • Дорогие мамы, учащиеся 9 класса Янбердин Риф, Рысбаева Амина и Галина Зульхиза дарят вам стихи собственного сочинения. (читают стихи)

  • А теперь для вас танцуют девочки 8 класса кл. рук. Газина А.С.

Инсаф:

  • Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
    Шат бейеүҙәр, матур йырҙар
    Һеҙгә бүләк итеп
    Әҙерләндек үҙебеҙ.

  • Хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙҙең өсөн йырлайҙар 5-се синыф егеттәре. Синыф етәкселәре Абдульманова Альбина Раилевна. Йыр “Эх, егеттәр, егеттәр”.

Инсаф:

Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

Һырлап сәскә төшөрә.

  • Һеҙгә, ҡәҙерле әсәйҙәр, 6-сы синыф егеттәре “Бишбармаҡ ” әҙерләнеләр, әйҙәгеҙ ауыҙ итәйек.

Анелия:

  • Пусть День матери подарит
    Волшебство, надежду, веру!
    В сердце нежности добавит,
    Доброты, любви без меры.

    — Для вас поют парни вокального ансамбля “Бүгәсәү”, руководитель Газина Айгуль Султановна, “Башҡортостан”.

Инсаф:

Әсәй ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен.

  • Ҡәҙерле әсәйҙәр, һәр саҡ матур, йәш, зауыҡлы булып ҡалығыҙ. Һеҙҙең өсөн 6-сы синыф ҡыҙҙары “Беләҙегем-йөҙөгөм” бейеүен бүләк итә.

Анелия:

Мама — лучшее из слов!
Это значит: чистый дом,
Вкусный на столе обед,
Добрый искренний совет.

  • Для вас поют девочки 5 класса, песня “Әсәйемә”.

Инсаф:

6-с ы синыф уҡыусыһы Хөснөтдинов Айгиз ,7-се синыф уҡыусыһы Ғәйнуллина Аҙилә һәм 8 – се синыф уҡыусыһы Мостафина Рәмилә , һеҙгә үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын бүләк итә. (шиғыр уҡыйҙар)

Инсаф:

  • Бөрөләрҙе тирбәлдереп,

Йылы, йомшаҡ елдәр иҫә,

әсәләрҙең наҙлы һүҙе

Бәхетле һәм көслө итә.

  • 10 синыф уҡыусыһы Галина Юлиә һеҙгә “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен бүләк итә.

Анелия:

  • Для вас, прекрасные мамы, выступает ученица 7-го класса Зарипова Ильвина. (стих)

Инсаф:

Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Һеҙҙең өсөн “Бүгәсәү” ансамбле егеттәре йырлай “Беҙ ауылдың шәп егеттәре”.

Анелия:

Мамочка моя родная,
В День я твой тебе желаю
Быть счастливой и веселой,
И всегда-всегда здоровой

  • Для вас танцует ученица 10 класса Йәнбирҙина Гөлкәй “Оҙон сәс”

Анелия:

Как хорошо, когда есть мама,

Её улыбка — так чудесно,

Когда она всегда есть с нами.

Друзья, ведь это так прелестно!

-И хочется танцевать, говорят учащиеся 7-го класса и дарят вам зажигательный танец кл. руководитель Ккульдавлетова Елена Николаевна.

Инсаф:

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

— Һеҙҙең өсөн “Бүгәсәү” ансамбле егеттәре йырлай “Иҙел буйы һары сәскә”.

  • Беҙҙең әсәйҙәр матурлыҡ алиһәһе беҙ уларға таждар әҙерләнек. Әйҙә Виталий !

Виталий:

Для единственной на свете 
Эту песню я пою.
Я сегодня поздравляю
Маму милую свою.
Много женщин на планете, 
Но для меня милее ты,
Потому что моя мама —
Королева красоты!

А я одной тобой любуюсь, 
И сама не знаешь ты,
Что красотой затмишь любую
Королеву красоты.
И я иду к тебе навстречу,
И я несу тебе цветы
Как единственной на свете 
Королеве красоты!

УЙЫНДАР.

Поделитесь с коллегами:

«Изгеләрҙән изге әсәләр»

Әсәләр көнөнә арналған кисәнең сценарийы.

Маҡсат. Уҡыусыларҙа әсәләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, әсәләрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтеү, балаларға үҙ таланттарын асырға ярҙам итеү.

Сәхнә байрамса биҙәлгән. Презентация.

( ҡотлау открыткалары)

Сәхнәгә ике алып барыусы сыға.

1-се алып барыусы

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,
Күңелебеҙ шундай шатлана.

2-се алып барыусы

Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

1-се алып барыусы

Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар!

2-се алып барыусы

Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәләр!

1-се алып барыусы

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Әсә көнөнә бағышланған байрам кисәһендә ҡайнар сәләмләйбеҙ.

2-се алып барыусы

Рәсәйҙә 1998 йылдан башлап Рәсәй Президенты ҡарары буйынса ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе Әсә көнө тип билдәләп үтелә.

1-се алып барыусы

Әсә көнөнә арналған « Изгеләрҙән изге әсәләр » тип аталған кисәбеҙҙе башларға рөхсәт итегеҙ.

2-се алып барыусы

Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ уҡыусыларға бирелә!

Рәвил: Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

Ләйлә: Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Мансур: Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

Земфира: Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Аделина: Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

«Әсәй»тиеп уға әйтергә.

Азамат; Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

Эмиль: Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Аш — һыуына, тәм — томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.

Рузалина: Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Арсен: Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

Эльза: Бар донъяны яҡтыртҡан ҡояштан
Йылыраҡтыр әсә күҙҙәре.
Бала — әсәләргә биргән ғәзиз,
Иң ҡәҙерле Хоҙай бүләге.

Илһөйәр : Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

Нияз: Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

Йыр «Бәхет өсөн»

1-се алып барыусы

Эй, һылыу ҙа буйҙары,

Серле лә ҡараштары

Ул бейей башлаһа инде

Китер иҫең-хуштарың.

Яндырып баҫ, өҙҙөрөп баҫ,

Сәсрәп китһен осҡондар.

Һин бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

Һеҙҙең алдығыҙҙа башҡорт бейеүе менән 2 класс уҡыусыһы Аделина.

2-се алып барыусы

Әсә күңеле дингеҙ, тиҙәр,

Унда күпме ынйы бар!

Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән

Бала өсөн саф мөхәббәт

Ынйылары бит улар!

1-се алып барыусы

Әсә күңеле сәхрә, тиҙәр,

Унда күпме хозурлыҡ?

Нисек һүҙҙәр табырға һуң

Ошо сихри хозурлыҡты

Йырҙа тасуир ҡылырлыҡ?!

2-се алып барыусы

Ҡәҙерле Әсәләр! Һеҙҙе барығыҙҙы ла Әсә көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек,тыныс , матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

1-се алып барыусы

Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк

Күстәнәсем башҡа юҡ минең ,- ти

Луиза һәм һеҙгә «Әсәйемә» исемле йырын бүләк итә.

2-се алып барыусы

Әсәй бит ул һәр кешегә

Ғүмер бүләк итеүсе.

Әсәй тиеп әйтеү менән

Донъя нурға күмелә.

Ябай ғына был һүҙҙән

Мәрхәмәтлек бөркөлә.

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ!

Әсәйгә дан йырлайыҡ!

1-се алып барыусы

Мәрхәмәтле беҙҙең әсәләр!
Ергә матурлыҡты, илгә батырлыҡты,
Һеҙ бирәһегеҙ, гүзәл әсәләр.
Һеҙҙә йәшәй һүрелмәҫлек хистәр,
Йөҙөгөҙҙә шәфҡәт нурҙары.
Һеҙҙең йырҙар аша күсә беҙгә
Туған халҡыбыҙҙың моңдары.

2-се алып барыусы

Әйтәһебеҙ килә

Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,

Шатлыҡ йыры илем күгендә

Әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап,

Ҡоштар йырлай тыуған еремдә.

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы,

Бөгөн — ҙур бер тамаша.

Бөгөнгө теләктәребеҙ, йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ — барыһы ла ысын йөрәктән,

күңелдәрҙең иң-иң түренән — әсәйҙәр өсөн.

1-се алып барыусы

Һеҙҙең өсөн 1-4-се класс малайҙары башҡарыуында бейеү.

2-се алып барыусы

Әсә! Ошо һүҙҙә күпме тәрән мәғәнә ята. Беҙҙең бар булмышыбыҙ уға бәйләнгән. Ул беҙгә ҡояш, тыныслыҡ һүҙҙәре кеүек яҡын. Яҡын ғына түгел, алтын һүҙ.

1-се алып барыусы

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә,

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ.

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан,

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныстар, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

Һеҙҙең өсөн 7 класс Йылмайып алайыҡ әле миниатюраһы менән сығыш яһай.

2-се алып барыусы

Матур булһын ерҙә һәр бер нәмә,

Матур булһын уйҙар — хыялдар,

Матур, ихлас булһын йылмайыуҙар

Шул саҡ хистәр бергә үрелер.

Әсә бәхете-балала.Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә терәк,таяныс булырҙай балалар үҫтерә алған әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ.Ундай әсәләр беҙҙең арала бик күптәр һәм улар бөгөн беҙҙең менән.

Был йырым һеҙҙең өсөн ти Юсупова Гөлсибәр ————————————————-

1-се алып барыусы

Һөйҙөргән дә бала, көйҙөргән дә бала,- ти халыҡ. Тыуған илде үҙҙәренең хеҙмәттәре менән данларлыҡ, егәрле, күркәм холоҡло балалар үҫтереү — һәр әсәнең бурысы. Бала изгелеген күреү — ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет.

2-се алып барыусы

Ғаилә — ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә — ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар — көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

1-се алып барыусы

Ә хәҙер 8а класы уҡыусыһы «Әсә һәм бала» исемле шиғыр уҡыясаҡ.

Әсә һәм бала

Бар донъяны яҡтыртҡан ҡояштан
Йылыраҡтыр әсә күҙҙәре.
Бала — әсәләргә биргән ғәзиз,
Иң ҡәҙерле Хоҙай бүләге.

Бала башҡайына бәлә килһә,
Әсә бөйөк Урал тауындай,
Бар хәленсә ярҙам юлын эҙләй,
Ғазап упҡынында ҡалдырмай.
Йомшаҡ елдәй һыйпай сәстәренән,
Йырҙар йырлап бишек тирбәтә,
Үҫә килә, балаҡайын әсә
Тәрбиәгә, эшкә өйрәтә.

Ваҡыт үтә, күпме һыуҙар аға,
Балалар ҙа үҫеп етәләр,
Тик әсәгә әле һаман кескәй,
Иркә генә сабый кеүектәр.
Әсә менән бала — ике ҡояш,
Илаһи көс бәйләй уларҙы,
Бер-береһенә ярҙам, терәк булып
Үтә улар ауырлыҡтарҙы.

Алыҫ йылдар, юлдар ята, бала
Һәр саҡ һиҙә әсә йылыһын,
Ул ашҡына ғәзиз кешеһенә
Еткерәм тип күңел яҡтыһын.

2-се алып барыусы

Тәрбиәле бала- өйҙөң күрке,
Ата-әсәйҙәрҙең көҙгөһө.
Нигеҙендә әҙәп, иман булған
Матур ғаилә һәр саҡ өлгөлө.
Тәрбиәһе өсөн балаларҙың
Атай-әсәйҙәр бит яуаплы.
1-се алып барыусы

Әсәләр хаҡында бик күп әҫәрҙәр, поэмалар, йырҙар яҙылған. Улар тураһында күпме генә һөйләнһә лә, йырланһа ла, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бирә белеүсе әҫәр һаман юҡ кеүек.

2-се алып барыусы

Берҙән-берем, күҙ нурым, тип

Сирләгәндә төн йоҡламай,

Иркәләй һине, һөйә,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул — һөйөклө әсәй.

1-се алып барыусы

Әйе, әсәй һәр бер кеше өсөн дә иң яҡшыһы, иң ҡәҙерлеһе. Әсә — ул донъяла иң изге кеше! Уларҙың ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек!

2-се алып барыусы

2 класс уҡыусыһы Фахретдинова Ләйлә » » исемле йыр бүләк итә.

1-се алып барыусы

— «Әсәй, әсәкәйем!» Ошо һүҙ эсендә генә әллә күпме хис-тойғолар йәшеренгән. «Әсәй» тигән һүҙҙе ишетеү менән, күңелдәр йылынып, нурланып китә.

2-се алып барыусы
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бөтә күрке әсә булыуҙа, тибеҙ. Әсә булыу — ҙур яуаплылыҡ. Барыбыҙ ҙа ғәзиздәрҙән-ғәзиз бөйөк әсәйҙәргә баш эйәбеҙ. Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, данлайыҡ, бер ҡасан да рәнйетмәйек.

1-се алып барыусы

Йыр үлемһеҙ, йәшәй, көрәшә.

Бар доньяға шатлыҡ өләшә.

2-се алып барыусы

4-се класс уҡыусылары барлыҡ әсәләргә » » йырын бүләк итәләр.

1-се алып барыусы

Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

2-се алып барыусы
Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,
Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.
Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,
Тик ырыҫтан торор тыуған ер.

1-се алып барыусы.
2 класс уҡыусылары башҡарыуында « » бейеүе.
2-се алып барыусы

Иң йомшаҡ ҡулдар,
Иң көслө иңдәр-
Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.

1-се алып барыусы
Әсәйҙәр күҙе —

Иң матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе-

Иң наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр
Иң дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар
Иң яҡшы серҙәш.

2-се алып барыусы

Әсәкәйем,
Һин наҙлап йылыңды өләштең,
Һоҡландың беҙ үҫеп буй еткәс.
Талпынып оҙатып ҡалғанда,
Күҙҙәрең сыланды беҙ киткәс.
Һеҙҙең өсөн Калимуллина Наҙгөл башҡарыуында йыр » » .

1-се алып барыусы

Әсә наҙы — ерҙә ул мәңгелек,
Мәңгелек йыр — бишек йырығыҙ.
Беҙ уҙаһы юлда маяҡ булып
Ғүмер буйы балҡып тороғоҙ.

2-се алып барыусы
Йәшәү йәмен һеҙ
Биргән бит беҙгә,
Әсәйҙәр, рәхмәт,
Мең рәхмәт һеҙгә!

1-се алып барыусы

Әйе, Әсә — бөйөк исем,

Нимә етә әсә булыуға!

Шуға күрә

Ҙур ғорурлыҡ менән

Беҙ һөйләйбеҙ Әсә хаҡында.

2-се алып барыусы

Ни булыр ине доньяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа

Кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа.

Ә хәҙер һеҙҙең өсөн ___________________________________________________

1-се алып барыусы

Әсә күңеле кеүек йылы, нурлы

Күк йөҙөндә ҡояш, йондоҙ юҡ.

Әсә һөйөүе кеүек сикһеҙ тәрән

Ер йөҙөндә һис бер диңгеҙ юҡ.

Һинең турала ҡайғыртыусы әсәң булыуы ниндәй ҙур бәхет ул. Уны яратыу ғына етмәй, уның ҡәҙерен белергә, һүҙен тыңларға, яҡшы уҡыуың, үҙеңде үрнәк тотоуың, эшкә өйрәнеп үҫеүең менән уны шатландырырға кәрәк.

2-се алып барыусы

Ишетелһен беҙҙең сәләмебеҙ

Әсә торған барлыҡ йорттарға.

Йыйылдыҡ ҡәҙерле әсәләрҙе

Әсә көнө менән ҡотларға.

1-се алып барыусы

Ҡәҙерле тәрбиәселәребеҙ, уҡытыусыларыбыҙ, әсәйҙәребеҙ!

Әсә көнө -һеҙҙең көнөгөҙ.

Һеҙ тәрбиәләгән балаларҙан бөгөн

Ҡайнар ҡотлау ҡабул итегеҙ.

2-се алып барыусы

______________________________________________________________________

1-се алып барыусы

Әсә һәм бала! Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

2-се алып барыусы

Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!

Рәвил: Ғүмерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

Ләйлә: Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Мансур: Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

Земфира: Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Аделина: Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

«Әсәй»тиеп уға әйтергә.

Азамат; Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

Эмиль: Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Аш — һыуына, тәм — томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.

Рузалина: Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Арсен: Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

Илһөйәр : Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

Нияз: Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, Әсәйгә дан йырлайыҡ!

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,

Әсәйгә дан йырлайыҡ!

(Өлкән төркөмдә Әсә көнөнә арналған иртәлек сценарийы)

Музыкаль етәксе:

Алсынова ИльгизаМирхатовна

2016 йыл

Максаты: Балаларға Халыҡ-ара «Әсә көнө» байрамы
тураһында мәғлүмәт биреү, беҙгә иң ғәзиз, ҡәҙерле кеше барлығын
төшөндөрөү; балаларҙың шиғырҙар, йырҙар аша иҗади һәләттәрен,
телмәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу һәм ихтирам
хистәре тәрбиәләү.

Сара барышы:

Бөгөн әсәйҙәр байрамы

Бөгөн ерҙә тантана

Ҡояш шуға көлә бөгөн,

Гөлдәр шуға шатлана

Әсәйҙәрҙең байрамына

Ҡыуана улар шулай

Әсәйҙәрҙе ҡотлай бөгөн

Ерҙә бөтә балалар

Зал байрамса зауыҡлы биҙәлгән. Балалар йөрәк шарҙарын тотоп
бейеп инәләр.

Танец «Мама дорогая »

Беренсе Алып барыусы:

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға

Күңелебеҙ шундай шатлана.

Икенсе алып барыусы;

Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр!

</ Барығыҙға — ҡартығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән, эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә оҫта булған әсәйҙәргә

Барыбыҙҙан ҡайнар сәләм!

Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар
ғына теләйбеҙ, изге байрамығыҙ менән һеҙҙе һәм үҙебеҙҙе ҡайнар
ҡотлайбыҙ!!

Беренсе Алып барыусы:

Балалар! Тыңлағыҙ әле, йомаҡ әйтәм!

Кем йоҡонан тора иртә,

Бешерә тәмле бутҡа,

Кем беҙҙе иркәләп һөйөп

Йоҡобоҙҙан уята

Матур итеп кейендереп

Баҡсабыҙға оҙата?!

Балалар: ӘСӘЙ!

Икенсе алып барыусы;

-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡәҙерле кешебеҙҙе ҡотлап, уларға матур
ял — байрам ойошторорға йыйылдыҡ. Әйҙәгеҙ әле, әсәйҙәрҙе
хөрмәтләп,яратып йыр ҙа башҡарайыҡ.

«Әсәйем,әсәйем » йыры яңғырай.

(Йырҙан һуң балалар урындарына ултыралар)

Әсәй, һинең изгелекте

Йән түрендә һаҡлайбыҙ.

Бөгөн — Әсәйҙәр көнө

Байрам менән ҡотлайбыҙ.

Төн йоҡоңдо ҡалдырып,

Тәрбиәләп үҫтерҙең.

Тормош юлын үтер өсөн

Ҡаҡшамаҫлыҡ көс бирҙең.

Өҫ-башымды ҡарайһың,

Ҡурсалайһың һалҡындан.

Ҡош балаһы шикелле

Һәр саҡ һиңә талпынам.

Йоҡонан уятаһың,

Сәстәремдән иркәләп.

Көн болотло булһа ла,

Балҡып тора иртәләр.

Бөтә кеше хөрмәт итә

Яуаплыһың эшеңә.

Күпме мәшәҡәт төшә

Көн дә әсәй кешегә!

Ауырыһам — дауалай

Күңел төшһә, күтәрә.

Шатлығымды, ҡайғымды

Йөрәгенән үткәрә.

Бергә:

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ,

Әсәйгә дан йырлайыҡ!

Сәхнәгә Әсә сыға.

Әсә:

Әсәләрҙең изге йөрәктәре,

Һеҙ тип тибә, ғәзиз балалар.

Илебеҙҙә тыныс тормош булһын,

Имен атһын һәр көн иртәләр.

Тик яҡшылыҡ һеҙгә юлдаш булһын,

Хәтер һандығына — аманат.

Йәйғор кеүек балҡырмын мин,

Урап үтһә һеҙҙе яманат!

Балалар әсә менән етәкләшеп сығып китәләр.

(Балалар ултыралар)

Беренсе Алып барыусы:-

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Шиғыр ятлайҙар:

Икенсе алып барыусы;

Афарин, Рәмилә, әсәһенә бер эш тә ҡалдырмаған. Ысынлап та,
әсәйҙәрҙең эше бик күп — улар бит донъя тотҡаһы. Балаларҙы
тәрбиәләргә кәрәк, ашарға бешерергә, йыуырға, таҙартырға — һанап
бөткөһөҙ мәшәҡәттәр — барыһы ла әсәйҙәр иңендә. Балалар, ә һеҙ
әсәйҙәргә ярҙам итәһегеҙме? Нисек?(Бер нисә бала тороп яуап бирә)
Бик яҡшы. Беләһегеҙме, әсәйҙәрегеҙҙең һеҙҙән башҡа тағы ла бик ҙур
ярҙамсылары бар

Икенсе алып барыусы;

Бәләкәй генә булһаҡ та,

Беҙ шатлыҡ таратабыҙ.

Тирә-яҡты яңғыратып

Йырларға яратабыҙ —

Тиҙәр беҙҙең ҡыҙҙар.

Ҡыҙҙар башҡарыында йыр Әсәйгә ярҙам итәм

(Бер малай сығып шиғыр ятлай)

Саңдарҙы һөртөп сыҡтым,

ҡоҙоҡтан һыу килтерҙем

Әсәй эштән ҡайтҡанса тип,

бөтөн эште бөтөрҙөм

Бүлмәләрҙе йыйыштырҙым,

бар ер ялт итһен әле!

Үзенең байрамында,

бер әсәй ял итһен әле!

(Бөтә малайҙар йүгереп сығып теҙелеп торалар)

« Генеральная уборка»

Беренсе алып барыусы: Афарин,малайҙар!Хәҙер беҙҙең балалар
әҙерәк ял итеп алһындар. Ә әсәйҙәр ултырып арып киткәндер, әйҙәгеҙ
2 әсәйҙе уйынға саҡырайыҡ.

Уйын « Ашарға бешереү,иҙән һепереү,бала ҡарау»

Икенсе алып барыусы; Бына шундай егәрле,уңған беҙҙең әсәйҙәр.Ә
хәҙер мин ҡыҙҙарҙы,буласаҡ хужабикэләрҙе саҡырам,уйын уйнап алырға.

Уйын «Ҡоймаҡ ҡойоу»

Ике команда ҡатнаша. Балаларҙың ҡулына уйынсыҡ таба тотторола.
Кемуҙарҙан йүгереп өҫтәл эргәһенә баралар, ҡағыҙҙан ҡырҡылған
«ҡоймаҡ»ты табаға һалып, кире урындарына йүгерәләр, башҡаларға
табаны тапшыралар. Ҡағыҙ «ҡоймаҡ» осоп ҡалмаҫҡа тейеш. Ҡайһы
команда тиҙерәк ҡоймаҡты ташып бөтә.

Беренсе алып барыусы:

«Әсәй» тип асыла беҙҙең тел,

Әсәйҙе хөрмәт ит — шуны бел:

Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт

Әйтәйек уларға: мең рәхмәт! (бүләк биреү)

(Бүләк тапшырғандан һуң,парлы бейеүгә теҙелеү)

Икенсе алып барыусы;

Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең

Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.

Шат, күңелле бейеүҙе

Һеҙгә тип әҙерләнек.

«Парлы бейеү»

Йомғаҡлау.

Беренсе алып барыусы:

  • Балалар, бөгөн беҙгә кемдәр ҡунаҡҡа килде, байрамыбыҙ кемгә
    арналды? Эйе, ҡарағаҙ әле, әсәйҙәрегеҙ ихлас йылмайып, һеҙгә
    ҡарап ҡыуанып ултыралар. Улар һәр саҡ шулай яҡшы кәйефтә, матур
    булһын, ҡартаймаһындар өсөн әсәйҙәрҙе тыңларға, көйҙөрмәҫкә,
    ҡайғыртмаҫҡа, һәр эштәрендә ярҙам итергә кәрәк. Килештекме?

-Икенсе алып барыусы;

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

Беҙҙең «Әсәләр көнө»нә арналған иртәлек тамам, ә байрам тәмле
сәй табыны артында дуам итә! Рәхим итегеҙ!

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Эссе про любимый праздник
  • Эстрадный номер пример сценарий
  • Эссе праздники разных народов
  • Эстонский праздник сегодня
  • Эссе праздник навруз