Эсэлэр кононэ арналган сценарий

Әсәләр көнөн арналған "Әсәләр нур сәсәләр" исемле сценарий-концерт

«Әсәләр  нур сәсәләр» исемле концерт

    Максаты: уҡыусыларға әсәйҙәр яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;

Уҡыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу  һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

Алып барыусылар:

5 класс монтаж менән сығыш яһай.

  1. Йыр “Әсәйем,ҡәҙерлем”

1-се алып барыусы:

Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәйҙәр, уҡыусылар, уҡытыусылар!

Хәйерле көн, тамашасылар!

  Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

  1. “Ҡайындар” бейеүе. Ҡарша алығыҙ!

2-се алып барыусы:

      Көндөң яҡтылығы-ҡояшта,

  Күктең матурлығы-йондоҙҙарҙа,

  Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа.

   Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйеҡ беҙ  әсәйҙәрҙе,ололайыҡ!Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын,тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен!Ҡатын-ҡыҙ һәр вакытта  ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын!

  1.  Һеҙҙең өсөн “Йәшлек”бейеүе.

1-се алып барыусы:

-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребеҙ һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны — бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ- иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.

3. Ҡаршы алығыҙ! 1-се, 3-сө класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Бейеүсе”йыры

1-се алып барыусы:

Әсә бөйөк исем                                                              

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

  1. 2 класс башҡарыуында “Дуҫлыҡ” бейеүе. Ҡаршы алығыҙ!

2-се алып барыусы:                                                           

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

  1. Һеҙҙең өсөн йырлай 4-се класс ҡыҙҙары. Йыр “Татыу ғаилә – ил терәге”. Рәхим итегеҙ!

1-се алып барыусы:

 -Әсә!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяға килгән сәғәтенән уҡ әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп,яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк пәрҙәһе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ.

6. Ҡаршы алығыҙ! Шаян ҡыҙҙар бейей.

2-се алып барыусы:

   —  Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,….йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

7. 7 класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Әсәйемә”йыры.

1-се алып барыусы:

Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

8. Тик һеҙҙең өсөн генә бейей 2 класс ҡыҙҙары

2-се алып барыусы:

“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                    

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.

Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт

Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!

9. 1 класс башҡарыуында йыр “Шаян бесәй балаһы”

 1-се алып барыусы:

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

10. Ҡаршы алығыҙ “Гөлнәзирә” бейеүе

2-се алып барыусы:

Һинән дә яктыраҡ

Һинән дә якшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтә ер шарында.

11. Һеҙҙең өсөн йырлай 6 класс уҡыусылары. Ҡаршы алығыҙ!

1-се алып барыусы:

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!                

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

12. “Бөрйән ҡыҙҙары”бейеүе менән ҡыҙҙар сыға бейергә. Ҡаршы алығыҙ!

2-се алып барыусы:

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

13. 4 класс малайҙары башҡарыуында  йыр.

1-се алып барыусы:

   Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә,   һеҙ  дөрләтеп тораһығыҙ.

14. ҡыҙҙар башҡарыуында “кәсәләр менән” бейеү. Ҡаршы алығыҙ!.

2-се алып барыусы:

  Әсә  һәм бала!Улар бер  бөтөн,айырылғыһыҙ.

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағыла нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

15. “атай-әсәй ҡәҙерлеләрем” йыры менән 9 класс уҡыусылары

    Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағы бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!

ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ.

«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ »

БАЛАЛАР ШАРҘАР МЕНӘН МЕНӘН МУЗЫКА АҪТЫНДА БЕЙЕП СЫҒА.

 ГӨЛНАЗ

-Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

АЯЗ

-Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға,  йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған әсәйҙәргәҠАЙНАР СӘЛӘМ!

ИЛЬСУН- «Әсәйҙәр көнөнә арналған «ӘСӘЙҘӘР-ТОРМОШ БИҘӘГЕ»- тип аталған кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.

ГӨЛНАЗ — Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

ИЛЬСУН

-Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

   ГӨЛНАЗ-Ә хәҙер һүҙҙе мәктәп директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙына бирәйек.

АЯЗ Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

АЗАЛИЯ

Әсәй бит ул һәр кешегә

Ғүмер бүләк итеүсе.

Әсәй тиеп әйтеү менән

Донъя нурға күмелә.

ЙЫР”ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠОСАҒЫ”

НАҘГӨЛ

Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

ИЛЬСУН

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

ҠЫҘҘАР ЙЫРЛАЙ “ӘСӘЙЕМ”

РУСЛАН Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

БУЛАТ Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

Әсәй”тиеп уға әйтергә.

ГӨЛНАЗ — Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.

Әсәйем бөгөн эштән

Арып ҡайтты.

Шуға ла ул йоҡларға ла

Иртә ятты.

Өшөмәһен әсәкәйем,

Юрған ябам.

Баш аҫтына тағы ла бер

Мендәр һалам.

Эшем бөткәс карауаты

Тирәһендә

Ултырам да әсәйемдең

Эргәһенә.

Йоҡлатамын бишек йыры

Йырлап ҡына

Ә әсәйем йылмая ла

Күҙен йома.,

Ильмира Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

Асман Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Алмаз. Аш — һыуына, тәм — томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.

Ильнар Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Радмир Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

Наҙгөл : Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Руслан Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

ильсун Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

Йыр “Бәхет өсөн”

Гөлназ

Ҡәҙерле әсәйҙәр! һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул,  шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.

АЛЫП БАРЫУСЫ :  Байрамыбыҙ дауам итә. Ә кемдең әсәһе сибәр ҙә, уңган да, өҫтәүенә йырға – бейеүгә лә оҫта булыуын асыҡларға бөгөнге бәйге ярҙам итәсәк.! Был бәйгелә ике команда ҡатнаша. Һеҙ шулай ултырҙығыҙ инде. Конмандаларҙың исемен беренсе бәйгенән һуң белербеҙ

БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ :Ике команданан берәр кеше сыға һәм шар шартлата. Шар эсендә карточкалар , шул карточкаларҙан һүҙ төҙөлә.(бер команда “ЙОНДОҘ” , “ҠОЯШҠАЙ”

1.Хәҙер һеҙҙең өсөн _Руслан Галиакберов йырлай

ИКЕНСЕ БӘЙГЕ: :.”УҠЫМЫШЛЫ ӘСӘЙ” .

1) Башҡортостанда нисә район, нисә ҡала?(54,21)

2) Башҡортостанда нисә кеше ?(4 мил. ашыу)

3)Башҡортостандың иң бейек ике түбәһе?(янғантау, ирәмәл)

4)Башҡортостандың иң ҙур ике күле?(Асылыкүл, Ҡандракүл)

5)Башҡортоандың иң ҙур алты йылғаһы?(Ағиҙел,Ҡариҙел,Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар)

6) Башҡортостанда башҡорт телендә ниндәй  журналдар сыға ?(Ағиҙел, Башҡортостан ҡыҙы, Аманат, Шоңҡар, Аҡбуҙат, Башҡортостан уҡытыусыһы, Ватандаш)

7) Быйыл ниндәй донья күләмендәге зур ваҡийғалар булды ?(Олимпиада в Сочи, Мәҙәниәт йылы ,Рус армияһының Парижға инеүенә ике йөҙ йыл,етмеш йыл Ленинградтың блокаданан сығыуына, һикһән йәш Юрий Гагаринға).,)

2.Хәҙер һеҙҙең өсөн Асман Юлмухаметов йырлай

ӨСӨНСӨ БӘЙГЕ:«ЙОМАҠ ҠОЙҘОМ-ҠАС, ЙОМОЛДОҒОН АС»

Хәҙер әсәйҙәребеҙҙе тапкырлыкта һәм зирәклектә лә һынап ҡарайык . йомаҡтар әйтешеү.

3.Һеҙҙең алда йырлай Ильясова Ильмира “Рәхмәт әсәйем”

ДҮРТЕНСЕ БӘЙГЕ: «БАЛА БИЛӘҮ»
(атрибуттар: өҫтәл, ҡурсаҡтар, распашонка, чепчик, пеленки, одеяла, лента)
бәйгелә ике әсәй ҡатнаша. Матур, тиҙ итеп баланы биләргә.

4.Һеҙҙең өсөн:—дүртенсе класс малайҙары башҡарыуында “ӨЛӘСӘЙЕМ ВАСЫЯТТАРЫ-“-

БИШЕНСЕ БӘЙГЕ: «ӘЛЛИ-БӘЛЛИ БӘҮ-БӘҮ»
Беҙ балаларыбыҙҙың ниндәй булғандарын хәтергә төшөрә башлағас инде, әйҙәгеҙ бишек эргәһендә үткән йоҡоһоҙ төндәребеҙҙе лә иҫкә алайыҡ. Ҡайһы саҡта баланы әсәнең яғымлы, наҙлы бишек йыры ғына тынысландыра ала.. Бәйгелә ике әсә ҡатнаша. Улар ҡулдарына биләнгән баланы ала һәм сиратлап бишек йыры йырлап уны йоҡлата
А.Б. Беҙҙең әсәйҙәрҙең тауыштары ниндәй матур, нисек матур йырлай улар.

5.һеҙең өсөн генә йырлай Радмир Ибраков.”Әсәйем ҡояшым”

АЛТЫНСЫ БӘЙГЕ: “Әртистәр”(шалҡан, теремок) Бәйге дауам итә . Әсәйҙәр һеҙҙең тағы бер оҫталығығыҙҙҙы тикшереп үтәһе килә. Һеҙҙең алда маскалар һеҙ хәҙер бер әкиәт сәхнәләштерегә тейешегеҙ

Ә хәҙер Һеҙҙең өсөн генә икенсе һәм дүртенсе класс малайҙары башҡарыуында йыр “ҠЫҘЫЛ ЮРҒА”

ЕТЕНСЕ БӘЙГЕ: “МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛӘ”

Бала мәктәпкә һуңлай. Ниндәй генә әсә балаһына ярҙамға килмәһен. Балалар ултырғыстарында йоҡонан уяна алмай ултыраю әсәй тиҙ генә расписание буйынса портфель йыйырға тейеш. Баланы кейендереп жюриға алып бара.

Һеҙҙең өсөнБИШЕНСЕ КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ БАШҠАРЫУЫНДА БЕЙЕҮ

ҺИГЕҘЕНСЕ БӘЙГЕ: ОҪТА ҠУЛ.

Әсәйҙәр тиҙ генә төймә таға

Һеҙҙең өсөн беренсе класс уҡыусылары башҡарыуында——

ТУҒЫҘЫНСЫ БӘЙГЕ: “ҠОЯШ ТӨШӨР”

Залдың бер яғында ике обруч. Һәр ҡатнашыусының ҡулында ҡояш нуры. Сигнал буйынса беренсе ҡатнашыусы йүгепе бара һәм нурҙы ҡуя. Һәм эстафетаны икенсе кешекгә тапшыра

Һеҙҙең өсөн генә алтынсы класс уҡыусылыары башҡарыуында—

УНЫНСЫ БӘЙГЕ: “йыр тоҡсайы”

Әсәй һүҙе менән йырҙар иҫкә төшөрөү

Һеҙҙең өсөн унынсы класс уҡыусылары башҡарыуында

УН БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ: “ЙЫР БИТ КҮҢЕЛ КҮТӘРӘ”

Хөрмәтле әсәйҙәр! Бөгөнге бәйгенең һуңгы туры – үҙешсән сәнғәт туры. Был турҙа беҙҙең әсәйҙәребеҙ йыр башҡарырға тиештәр. Беҙ һеҙгә шпаргалкалар әҙерләнек һеҙгә йырҙарҙы һайлап алыу мөмкинселеге бирелә

Һеҙҙең өсөн өсөнсө класс уҡыусылары башҡарыуында

Ильсун :

Ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм малайҙар! Әсәйҙәребеҙгә иғтибарлы, итәғәтле булайыҡ, ҡылган яҡшы эштәребеҙ, яғымлы һүҙебеҙ менән уларҙы ҡыуандырып йәшәйек. Әсәйҙәр алдында беҙ мәңге бурыслы.

Гөлназ

Әсәй – ул изге зат. Әгәр биттәреңдән наҙлы елдәр иркәләһә, һандугас һайрауҙары , агас япраҡтары леперҙәткән ауаздар, йөрәгеңә кереп, бәғереңде өҙһә, бел – был әсәйең рухы булыр. Әгәр һин шатланһаң, бәхетеңне тапһаң, бел – бөтәһе лә әсәйеңдең   йоҡоһоҙ  төндәренән. Улар  иҫән саҡта ҡараштарына күләгә төшөрмәйек, яҡшы уҡыуыбыҙ, матур йәшәүебеҙ, изгелекле эштәребеҙ менән һөйөндөрәйек”

УҠЫТЫУСЫ:Әсә- һәм бала! Алар бер бөтөн, айырылғыһыз. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бөтөнлек,  бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тагын да нығыһын, бер-берегеҙҙе бер һүзҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.

Әсәләр көнөнә байрам сценарийы
«Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!»

(Ярыш барышы)

Сәхнә матур итеп биҙәлгән: баннер «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!», кәрзиндә яһалма сәскәләр, ҡатнашыусылар һанынса ултырғыстар ҡуйылған. Музыка яңғырай.)

Алып барыусы 1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! . 8 Март алдынан һеҙҙе бында күреүебеҙгә бик шатбыҙ!

Алып барыусы 2. Әсәй-ошо наҙлы һүҙҙә
Тик мөхәббәт кенә сағыла.
Әсәйемдең йырҙарынан беҙгә
Бөтмәҫ һөйөү генә ағыла.
Алып барыусы 2. Һеҙҙең өсөн һөйкөмлө, сибәр, уңған, аҡыллы, етеҙ, әсәйҙәр беҙ ярыш үткәрәбеҙ.
Бөтәһе: Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!
Алып барыусы 2. Әсәйҙәр, һеҙҙе сәхнәгә саҡырабыҙ! Бөгөн беҙҙең ярышта ҡатнашалар____________________________

Алып барыусы 1. Беҙҙең һөйкөмлө ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотлау өсөн мәктәп директорына һүҙ бирелә. 

Алып барыусы 2. Беҙҙең әсәйҙәр һөйкөмлө йылмайыуҙар, күңелле шаярыуҙар, әсәлек оҫталыҡтары менән ярышҡа ҡоралланып килгәндәрҙер тип ышанабыҙ. 
Алып барыусы 1. Ә әлегә жюри менән таныштырабыҙ.Ул: …… Жюри 5 балл менән билдәләр ҡуясаҡ. 
Алып барыусы 2. Шулай итеп ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләйек!

Алып барыусы 1.Беренсе конкурс – ғаиләнең визит карточкаһы Һәм концерт номеры–был өйгә эш. 
^
Конкурс «Визит карточкаһы һәм концерт номеры»

Әсәйҙәр үҙҙәре тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр һәм һуңынан бер концерт номеры күрһәтәләр.

Алып барыусы 2. Тәүге ярышҡа йомғаҡ яһайбыҙ. 

Конкурс «Минең балам»
Әсәйҙәр балаларының һүрәтен эшләйҙәр һәм улар тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр

Алып барыусы 1. Мөғжизәләр иле беҙҙе
Гел саҡыра үҙенә.
Их, күңелле әкиәттәрҙә,
Ғашиҡмын һәр һүҙенә!

Алып барыусы 2. Әкиәт һөймәгән бер бала ла юҡ. Һәм һеҙҙең алдығыҙҙа, ҡәҙерле әсәйҙәр, таныш әкиәттәрҙән өр-яңы бер әкиәт ижад итеү бурысы тора. 

( «Шалҡан», «Сыбар тауыҡ», «Ҡыҙыл Башлыҡ», , «Йомро күмәс», «Тирмә» тигән яҙыуҙар һалынған батмус сығарыла. Һәр әсәй бер ҡағыҙ ала)

Алып барыусы 1. Һәр берегеҙ үҙегеҙгә әкиәт һайлап алды, хәҙер уны үҙ сюжетығыҙҙы индереп, яңы бер ҡыҙыҡлы һәм матур әкиәт килеп сығырлыҡ итеп һөйләйһегеҙ. 
Алып барыусы 2. Ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләйбеҙ, кәрәк ерҙә көйләбеҙ^
Конкурс «Әкиәт»

Алып барыусы 1. Ниндәй яҡшы әкиәтселәр беҙҙең әсәйҙәр!
Алып барыусы 1. Хөрмәтле жюри, һүҙ һеҙгә бирелә.

(Жюри конкурсҡа йомғаҡ яһай.)

Алып барыусы 1. Илгизә, һин үҙеңдең бала саҡта нисек булыуыңды хәтерләйһеңме?

Алып барыусы 2. Әлбиттә, мин бик ҡыҙыҡһыныусан бала инем.Әсәйемде һәр ваҡыт ни өсөн һорауҙарын биреп арытып бөтә торғайным . 

Алып барыусы 1. Эйе, һәр әсәйгә әллә күпме төрлө-төрлө көтөлмөгөн һорауҙарға яуап бирергә тура килә. Киләһе ярыш бына шундай һорауҙарға яуап табыу. 
Алып барыусы 2. Беҙ һорауҙар, ә һеҙ яуап бирәһегеҙ.
^
Конкурс «Һорау-яуап»

Һорауҙар:

1. 
5 картуфты 2 балаға нисек итеп тигеҙ итеп бүлергә? (пюре.)
2. 
Кем һорау бирмәй, әммә яуап талап итә? (Телефон)
3. Волгала ҡом ниндәй? (Һыулы)
4.Әгәр ашанғанда яңылыштан сәскесте йотһаң, ни буласаҡ? (Ҡул менән ашарға тура киләсәк)
5
Ниндәй бала мыйыҡлы булып тыуа? (Бесәй балаһы)
6
Ҡара бесәйгә ҡасан өйгә кереүе еңел? (Ишек асыҡ саҡта).

7. 
Тәүге летчик-ҡатындың исемен әйтегеҙ. (Убыр ҡарсыҡ).
8. 
Сыйылдаусы сусҡанан ике тапҡыр нығыраҡ нимә сыйылдай? (2 сусҡа).
9
Бер мөгөҙ, бер күҙ, әммә носорог түгел! Ул нимә? (Мөйөштәге һыйыр)
10. 
Балыҡтарҙың һәм күп һөйләүселәрҙең уртаҡ яғы? (Бер туҡтауһыҙ ауыҙ асалар .)
11. 
Әтәс үҙен ҡош тип әйтә аламы? (Юҡ, һөйләшергә белмәй)
12. 
Ни өсөн Робин Гуд байҙарҙы талаған? (Сөнки ярлыларҙың аҡсаһы юҡ)
13. 
Кем башы менән эшкә сума? (Водолаз).
14. 
Нимәне әҙерләп була, тик ашап булмай? (Дәрестәр).
15. 
Ни өсөн тауыҡ йомортҡа һала? (Ташлаһа, йомортҡа ватылыр ине)
16. 
Кем ултырып ҡына йөрөй? (Шахматист)
17. 
Ғәҙәти зонт аҫтындағы 6 бала һәм 2 эт ҡасан һыуланмаҫтар? (Ямғыр булмаһа)

Алып барыусы 1Һүҙ жюриға бирелә

Алып барыусы 2. Ә хәҙер һеҙгә әсәләрҙең бер иртәһен тәҡдим итәбеҙ. Әсәйҙәр роль алалар. (кәкүкле сәғәт, әсәй, будильник, плита, бутҡалы кәстрүл, бала).

(Ролдәр таратыла ).
^
Конкурс «Театр»

Алып барыусы тексты уҡый, әсәйҙәр һүҙһеҙ генә ым-ишара менән уйнай .

Алып барыусы 2. Таң атты. Сәғәттәге кәкүк 7 тапҡыр кәкүк тип ҡысҡырҙы. Әсә йоҡоһоҙ төндән һуң һис тә уяна алмай. Шул ваҡыт будильник шылтыраны, һәм әсәй урынынан һикереп килеп торҙо. Кухняға йүгерә, плитаны тоҡандыра. Унда бутҡалы кәстрүлде ултырта. Сәғәт тыҡылдай, инде һигеҙенсе яртыны күрһәтә. Әсә баланы уята башлай. Бала тормаҫҡа тырыша, хәленән килгәнсә ҡаршылаша. Әсә ни эшләргә белмәй: ҡулдарынан, аяғынан тартҡылай. Шул саҡ кәстрүлдәге бутҡа түгелә башлай һәм плитала бышылдаған тауыш ишетелә. Етмәһә кәкүкле сәғәт ватыла һәм кәкүге хыялый кеүек бер туҡтамай ҡысҡыра ла ҡысҡыра. Һәм ниһайәт әсә балаһын уятып кейендерә. Балаһын мәктәпкә оҙатҡан ыңғайы плитанан кәстрүлен ала, плитаны һөртә һәм ашыға-ашыға үҙе эшкә йүгерә. 
Алып барыусы 1. Жюри еңел булмаған бурыс ҡуйылғайны– әсәйҙәрҙең ижади һәләтен билдәләү. Жюри, һеҙгә һүҙ бирелә. 

Алып барыусы 1. Балалар үҙҙәре генә өйҙә ҡалған мәлдәр була. Бына шул саҡта нимә булғанын беҙ һеҙҙең менән хәҙер күрәсәкбеҙ. 
Алып барыусы 2.
Әсә өйҙән сығыу менән
Диванға һикерә бала.
Тәҙрәләге бар шаршауҙы
Тартып иҙәнгә һала.

Елкәнле кәмә эшләй ул, 
Ә үҙен ҡара-пират!
Бөтә донъя шау-шыу килә,
Әйтерһең йөрөй ҙур ат.

Алып барыусы 1.
Әсәй ҡайтҡас аптыраған
Өнөммө был, төшөммө?
Аҫты-өҫкә килгән донъя,
Әллә бурҙар төштөмө.

Алып барыусы 2. 
Юҡ, ҡурҡырлыҡ бер ни ҙә юҡ,
Тик шаярған балалар.
Бына хәҙер йыйыштырып
Әсәйҙәр тиҙ алырҙар.

Алып барыусы 1. Ярыш «Тәртипкә килтер». Бына төрлө-төрлө әйберҙәр тулып ята. Һәр әсәйгә йә кейем генә, йә гәзит-журнал, йә баш кейеме, йә уйынсыҡтар, йә мәктәп кәрәк-яраҡтарын ғына йыйыр кәрәк. 
Конкурс «Тәртипкә килтер»

Көй яңғырай. Әсәйҙәр әйберҙәрҙе йыйыштырып ултырғысҡа һала. 

Алып барыусы 2. Ә хәҙер әйҙә тикшереп алайыҡ, әсәйҙәр дөрөҫ йыйҙылармы икән.
Алып барыусы 1. Әсәйҙәргә билдә ҡуябыҙ . 

Алып барыусы 2. Әсәй – был беҙҙең иң тәүге һүҙебеҙ. Сөнки бала һәм әсә -ул бер бөтөн.
Алып барыусы 1. Ниндәй генә беҙ ҙур үҫһәк тә, көслө, аҡыллы булһаҡ та, әсәйҙәргә һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ. 
Алып барыусы 2. Һәм һәр ҡайһыбыҙ бала саҡта әсәйебеҙ беҙҙе нисек атауын онотмайбыҙ. 
Киләһе ярыш «Минең иң яғымлым, иң наҙлым …»

«Дәфтәр битенә ҡояш һүрәте төшөрәбеҙ һәм һәр нур һайын балаларыбыҙҙы ниндәй бер яғымлы һүҙҙәр менән атайбыҙ , шуны яҙабыҙ. 
^
Конкурс «Минең иң яғымлым, иң наҙлым …»

Алып барыусы 2. Әсәләр үҙ балаларын нисек кенә атамай. Әсә һөйөүе сикһеҙ, уны бер ни менән дә сағыштырып булмай! Бөйөк тә ул һәм мәңгелек тә.
Алып барыусы 1. Төн йоҡоларын йоҡламай, балаһының тәмле йоҡоһон ул һаҡлай. Әҙ генә тауыш ишетеү менән урынынан һикереп тора. Бына хәҙер һеҙгә балағыҙҙың тауышын таныуы ауыр булмаҫ тип уйлайым. 
(Әсәйҙәр арттары менән балаларға ултыра.)

Хәҙер балаларығыҙ һеҙҙең бала саҡтағы кеүек илар. Көймәгеҙ, был шаярып ҡына. Һеҙгә үҙ балағыҙҙың тауышын танырға кәрәк. 
(Балалар микрофонға «уа-уа» тигән илау тауышы сығара . Балаһының тауышын таныған әсә ҡул күтәрә. 

Алып барыусы 2. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был илау тауыштары һеҙҙең балағыҙҙың иң һуңғы илауы булыуын теләйем. 
Алып барыусы 1. Жюри, беҙҙең хәлдәр нисек? Кем бөгөн «Йыл әсәһе» 

Жюри билдәләй:
— Иң яғымлы әсәй

— Иң шат әсәй

— Иң һөйкөмлө әсәй

— Иң наҙлы әсәй

— Иң сибәр әсәй….

Алып барыусы 1.Тағы ла барығыҙҙы ла 8 март-ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайым. Таҙалыҡ, һаулыҡ, түҙемлек, тырышлыҡ, оҙон ғүмер теләйем !
Һау булығыҙ.

Ғаилә байрамы «Иң яҡшы әсәйҙәр»
Маҡсат:
-әсәйҙәргә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, әсәләр һәм балалар араһында йылы мөнәсәбәт тәрбиәләү.
-балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, әсәләргә байрам ойошторорға теләк уятыу.
-әсәйҙәргә һөйөү, рәхмәт тойғоһо тәрбиәләү.
Байрам барышы:
Алып барыусы:
-Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ! Бөгөнгө байрам Ер йөҙөндәге иң яҡын кеше-әсәйгә арнала. Кешенең иң тәүге һүҙе лә ул- «әсәй».
-Кем беҙҙе гел уята? (әсәй)
-Ҡайғы килһә, йыуата? (әсәй)
-Бешерә тәмле бутҡа? (әсәй)
-Асыуланмай ул юҡҡа? (әсәй)
-Мине үбеп ярата? (әсәй)
-Иң яҡшыһы донъяла? (әсәй)

Балалар:
Әсәй-ул Ҡояш,
Әсәй- ул бәхет, 
Әсәй-ул Һауа,
Әсәй-ул рәхәт,
Әсәйҙән яҡын кеше юҡ!

Әсәй-әкиәт,
Әсәй-йылмайыу,
Әсәй-мөхәббәт,
Әсәй-яратыу!

Әсәй йылмайыр
Һәм әсәй көйөр,
Әсәй ул йәлләр
Һәм ғәфү итер.

Әсәй -ул алтын,
Әсәй-иң яҡын.
Ташламаҫ бер ҙә,
Килһә лә бәлә.

Һинән яҡын юҡ
Бар Ер йөҙөндә,
Мине һөйөүең
Күренә күҙеңдән.

Байрам менән беҙ
Һеҙҙе ҡотлайбыҙ.
Тик һеҙҙең өсөн
Йырҙар йырлайбыҙ.

Алып барыусы:
-Бөтәгеҙгә! Бөтәгеҙгә! Бөтәгеҙгә! Шат, тапҡырҙар клубын башлайбыҙ! Бөгөн беҙ һорауҙар бирербеҙ, йомаҡтар ҡойорбоҙ,
Йырҙар йырларбыҙ һәм уйнарбыҙ. Байрамда 2 команда ҡатнашасаҡ. Уң яҡтағы команда-«Йондоҙсоҡ», һул яҡтағы- «Ҡояшҡай».

Байрам девизы: 
Балалар
-Бер ни ҡурҡыныс түгел, әсәй янда булһа гел.
1-се конкурс- «Разминка»
-Әсәйҙәр тураһында күп йомаҡтар бар. Балалар һәм әсәйҙәрҙең белемен тикшереп ҡарайыҡ. Мин башлайым, сиратлап һеҙ бөтөрәһегеҙ.
-Баланың бармағы ауыртһа, (әсәнең йөрәге ауырта),
-Әсә һөйөүенең (сиге юҡ)
-Әсә булмай, (әсә ҡәҙерен белмәҫһең)
-Әсә янында бала (етем булмай)
-Атаһыҙ бала етем түгел, (әсәһеҙ бала етем)
-Үҙ әсәң бауырһаҡ, (үгәй әсә һарымһаҡ)
-Ҡояш янында йылылыҡ, (әсәй янында изгелек)
-Ишеге ямандың өйөнә барма, (әсәһе ямандың ҡыҙын алма)
-Бала шатлығы- (әсә шатлығы)
-Бала өсөн әсәнең йөрәге, (атаның беләге ауырта).

Алып барыусы:
-Афариндар! Ә һеҙ беләһегеҙме һеҙҙең әсәйҙәрҙең күҙҙәре ниндәй?
Балалар:
-Һоро, яғымлы, иғтибарлы…

Алып барыусы:
-Әсә күҙҙәрендә беҙҙең ғүмер. Унда беҙҙең үткән, бөгөнгө, киләсәк сағыла. Ә әсә ҡулдары ниндәй?
Балалар:
-ҡайғыртыусан, яғымлы, йылы…

Алып барыусы:
-Әсә ҡулдары тик торорға белмәй. Улар йә тегә, йә бәйләй, йә бешерә, йә йыуа. Әсә ҡулдары мөғжизәле булыуын беҙ беләбеҙ. Берәй еребеҙ ауыртһа, беҙ әсәйгә йүгерәбеҙ. Әсә ҡулдары ҡағылыу менән ауыртыу ҙа баҫыла. Ә хәҙер бәйле күҙҙәр менән әсәй ҡулын таныйбыҙ. 
2-се конкурс
Уйын «Әсәйеңде таны»

3-сө конкурс «Ғаилә-ғаилә булмаҫ ине, уның ағзалары булмаһа». (сират буйынса ғаилә ағзаларын атау, кем һуңғы әйтә, шул еңә).

4-се конкурс «Пантонима»(мәҡәл буйынса)

1-се команда- Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
2-се команда-Ҡош һауала, ат тауҙа, егет яуҙа һынала.

5-се конкурс- «Ижади конкурс»
-Ер йөҙөндә иң яғымлы
Ул әйтсе нимә?
-Әсәйемдең йылмайыуы
Иң яҡын ….(миңә).

-Яҙғы йылы көндәр кеүек
Иркәләй, һөйә.
-Әсәкәйем беҙҙең өсөн
Һәр ваҡыт—-(көйә)

-Иң яғымлыһы нимә ул?
-Әсә ҡулдары.
Һине һәр ваҡыт ярата
Ҡыҙ һәм —-(улдарың)

6-сы конкурс-«Әкиәттә ҡунаҡта»
-Бысраҡ ике бәләкәс
Мәктәпкә барып ингәс,
Уҡытыусы саҡ ҡалған,
Йығылмайса ҡурҡыуҙан. (Айыухас менән Айыукәс мәктәптә)

-Турғай тотоп шатланған
Айыу киткән төлкөгә,
Ләкин хәйләкәр янынан
Ҡайтҡан ҡалып көлкөгә.(Төлкө һәм айыу)

-Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙе тағы ла әсәләр көнө менән ҡотлайбыҙ. 

Йоҡоһоҙ төндәр аҙ үтмәгән,
Һанап бөтөү мөмкин түгел.
Яратабыҙ, хөрмәтләйбеҙ,
Әсәкәйем, һеҙҙе беҙ гел!

Музыка яңғырай, балалар бүләктәрен бирәләр.

                                Эсэйем- берзэн- берем.

(талгын гына музыка агыла Экранда сабый hyрэте. Сабый колгэн тауыш янгырай. Микрофонга hойлэшеу бара. Алла менэн сабый hойлэшеуе.)

Бала: Бойок аллам! Мин иртэгэ ерзэ була сакмын, тизэр.Мин унда нисек йэшэрмен, мин бит бэлэкэй hэм ярзамhыз.

АЛЛА: Мин hинэ, hине котоп тороусы hэм hинен турала кайгырыусы бер фэрештэ булэк итэмен.

БАЛА:hинен янында мин йырлайым hэм колэм. Бэхет осон минэ шул еткэн.

АЛЛА:hинен фэрештэн hинэ дога ойрэтер. Шул дога аша без hинен менэн аралашабыз.

БАЛА: ер йозондэ яуызлык бар тип ишеттем. Мине кем hаклар?

АЛЛА:уз йэнен hэм гумерен кызганмайса, фэрештэн hине hаклар.

БАЛА: О, аллам, hине курмэгэс, минэ бик яманhыу булыр.

АЛЛА:фэрештэн hинэ минен турала hойлэр. Минн гел hинен янында булырмын.

БАЛА: Аллам фэрештэмден исемен эйтсе.

АЛЛА: Унын исеме бик ябай гына: ЭСЭЙ!

БАЛА: эсэээээээй!(Сабыйзын илаган, шунан колгэн тауышы ишетелэ)

(матур якты кой янгырай, башлангыс класстар сыга)

1. Эсэй!

2.Инэй!

3.Эни!

4.Мама!

5.Мамочка!

6.Эсэкэйем!

1.Айзан, кояштан кэзерле

hин ул эсэйем!

Ин ягымлы, ин ягымлы,ин hойкомле

hин ул эсэйем!

Тандар за нурлырак,

кондэр за йылырак,

кунел дэ йылырак,

янда hин булганда.

2.гэзиз эсэйем!

Ин hойкомле hуззэр-hинеке!

Йомшак, йылы кулдар-hинеке!

Ин-ин татлы hуззэр-hинеке!

Йэн изэрткес йырзар hинеке!

hинhез донъя курмэс инек,

hинhез бер ни белмэс инек,

hинhез бер ни кылмас инек,

hинhез кеше булмас инек!

3.Эсэй-бойок исем,

Нимэ етэ эсэ булырга?

Катындарзын ботон матурлыгы,

сибэрлеге эсэс булыуза.

4.кондэр якты булhын осон эсэй кэрэк!

йоко татлы булhын осон эсэй кэрэк!

Ел-ямгырзан яклар осон эсэй кэрэк!

Донъя йэмле булhын осон эсэй кэрэк!

Аштар тэмле булhын осон эсэй кэрэк!

Без бэхетле булhын осон эсэсй кэрэк!

5.»эсэй» тип язып куйзым

Яны яуган ак карга.

Тапамагыз, hис ярамай,

«Эсэй» hузентапарга.

Эсэйем, минен осон

Был донъяла бер генэ.

Йылмайганда йоззэренэн

Бар оййгэ нур hибелэ.

6.Эй hойкомло эсэкэйем!

hин минен берзэн-берем.

Байрам конондэ эйтергэ,

Бар минен бик зур серем.

Шым гына эйтэйем микэн?

Кыскырып эйтэйем микэн?

Килгэн кунактар алдында

Югалып калмак микэн?

Яратам мин, эсэйем!-

Бына шул минен серем

Бэхетле бул,кайгы курмэ,

Эсэйем берзэн берем!

(талгын гына кой агыла. Балалар артка кусэ. Сэхнэгэ эсэ сыга. Ул алга сыга)

ЭСЭ:Бар хэсрэтем, бар хэсрэтем

Бала осон.

Хормэтем дэ, хезмэтем дэ

Бала осон.

Укенузэр, утенеузэр

Баоа осон.

Тынгыhыз кон, йокоhоз тон

Бала осон.

Утка, hыуга укталыуым

Бала осон.

Сыгыр юлдатукталыуым

Бала осон.

Тандан эуэл кайнар аш та

Бала осон.

Тэгэрэгэн кайнар йэш тэ

Бала осон.

Иртэн-кисен йорэк хисем

Бала осон.

Барлык эшем, барлык косом

Бала осон.

Янам-тузэм, койэм-кунэм

Бала осон.

Горур башты тубэн эйэм

Бала осон.

Тонон якты тандар котэм

Бала осон.

Кунелемдэ йырзар йоротэм

Бала осон,

Бала осон.

(музыка)

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Хэйерле кон, хормэтле дустар, тугандар!хэйерле кон, тамашасылар!

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Барыгызга, картыгызга, ологозга, йэшегезгэ, кесегезгэ!

Хезмэт hойгэн, эштэ унган

Йыр йырларга, кой койларгэ

Оста булганбарыгызга

Кайнар сэлэм!

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Барыгызга ла исэнлек-именлек, hаулык, бэхет,шатлык-кыуаныстар гына телэйбез!

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Эсэй-ерзэ ин гэзиз, ин якшы кеше, сонкиулhине тыузырган, кукрэк hотон имезгэн, йыр койлэп бишектэ тибрэткэн, беренсе йылмайыуынды куреп кыуанган, тыуган телде ойрэткэн, халык монон кунеленэ hенднргэн. Эсэйзэрзен hинэ кылган изгелеген hанап ботороу момкинме hун?

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Кондон яктылыгы-кояшта,

Куктен матурлыгы-йондоззарза,

Ерзен гузэллеге-катын-кыззарза.

hеззе ботон ер йозон бизэгэн Эсэлэр коно менэн тэбриклэйбез.

 АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Кэзерлэйек без эсэйзэрзе, ололайык! Уларзын канаттары кайырылмаhын, тормош ауырлыктарынан индэре hыгылып тошмэhен! Катын-кыз hэр вакытта ла катын-кыз булып калhын!

(йыр)

(сэхнэгэ башлангыс класс укыусылары сыга)

1.Богон-эсэцзэр байрамы

Богон ерзэ тантна

Кояш шуга колэ буген,

Голдэр шуга шатлана.

2.Эсэйзэр байрамына,

Кыуана шулай улар

Эсэйзэрзе котлай богон

Ерзэ барлык балалар

3.Гумерем буйына

Бурыслы мин уга

Косло hин, изге hин

Бойок hин, эй-эсэ!

4.Йыгылып илаhам

Абынып тормаhам

Кулынды hузыусы

hин генэ эсэйем!

5.Эсэ ерзэ ин кэрэкле кеше,

Эсэйзэрзен бэлэкэй кэзерен

Ел-дауылдан hаклап устергэн ул

Кызганмайса ботон гумерен.

7.Унынкэнэштэре кос- дэрт остэй

Илhам бирэ минэ йэшэргэ

Бэхет-шатлык менэн hэр сак язhын

«Эсэй» тиеп уга эйтергэ.

(песенька мамонтенка)

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Яндырып бас, оззороп бас,

Сэсрэп китhен оскондар.

hин бейегэнде гумергэ

Истэрендэ тотhондар.

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Сэхнэлэ «Эй, hылыу кыз» бейеуе каршы алыгыз.

АЛЫП  БАРЫУСЫ 1.

Атай эсэйзен берзэн-бер улы була.Усмер йэшенэ еткэс, ул баш калага укырга китэ. Ойгэ укып, белем, алыуы, hэйбэт вазифала эшлэуе тураhында бер генэ  хат яза ла, бутэнсэ унан бер ниндэй зэ хэбэр булмай.

Эбей менэн бабай кон hайын улдары киткэн конбайыш якка карап, кукте кузэткэн.

-Кара эле, карт, богон кояш нисек матур байыны. Улыбыззын эштэре hэйбэт баралыр,-тип кыуанган карсык аяз кондэ.

-Кукте кара болоттар каплап алган. Балабызга бэлэ килгэндер, ахыры,-тип хэстэрлэгэн эбей йонсоу кондэ.

-Улыбыз косло, бирешмэс,-тип йыуаткан бабай.

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Ата-эсэhе улгэс кенэ кайткан егет. Куршелэре гэзиз кешелэрзен уны нисек котоузэрен, кон дэ куккэ карап, ерзен-берзэре тураhында  уйлаузарын hойлэгэн.

-Анламайым, ни осон улар куккэ караган?! Минен тормошомдон hэйбэт икэнен белэлэр ине бит,-тип аптыраган егет.

-Ата-эсэ hойоуен анлар осон узенэ бала устереп, тэрбиэлэргэ кэрэк,-тигэн шунда кемдер.

-Минен улым бар, лэкин ундай юк-бар менэн булмайым,-тип яуаплаган егет.

АЛЫП БАРЫУСЫ 1. …Куп йылдар уткэн. Ишек алдында зур ускэн агас янында ултырган карт:

-Элдэ ошо агасты касандыр улым менэн бергэ ултартканбыз,- тип hойлэп, кытыршы кайырынан hыйпаган.-Хэзер баламикенсе илдэ йэшэй, тик бер генэ хаты килде. Кисэ hинен бер hабагын  hынганын кургэс, хэуефhезлэнгэйнем. Улым бэлэгэ  тарынымы икэн эллэ, тип. Богон, шокор, япракиарын йэшэреп ултыра, тимэк, улымдын да эштэре hэйбэт баралыр…

(йыр)

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Ер йозондэ берзэн-бер булган эсэлэрзе рэнйеимэйек. Нурлы куззэренэн кайгы йэштэре таммаhын, ауыр hуззэр эйтеп кунелдэрен яраламайык. Йылы, ягымлы hуззэребез улар осон  булэк, йылы ямгырзан hун  аяз кукте балкыткан шат йэйгор кеуек донъябыззы  эсэйзэрзен бэхетле куззере нурландырhын.

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Оло бэхет,hулмас матурлык, ныклык hаулык hэм именлек телэйбез. Йортогоз hэр  сак йылы,  куркэм булhын, ир-аттар hезгэ куркэм сэскэлэрзе, ин матур hуззэрзе hэр вакыт булэк итhен. Тормош hезгэ бары тик бэхетле якты кондэр, гаилэ усагын йылылк hэм муллык менэн тултырhын, яратыгыз, яратылыгыз, hойокло булыгыз.

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Эй, hылыу за буйзары

Серле лэ караштары

Улар бейей башлаhа

Китер исен-хуштарын

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Сэскэ кеуек  кыззарыбыззан  булэккэ бейеу кабул итегез. Каршы алыгыз!

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Эсэ! Ниндэй  бойок исем! Донъяла эсэйзэрзэн дэ гэзиз, изге зат  юктыр . Купме наз, купме йылылык бар был hуззэ. Сабый донъяга килгэн сэгэтэн ук эсэhенен йомошак кулдарын hизеп , ягымлы карашын тойоп йэшэй. Эсэ осон бала ер йозондэ бер нэмэ менэн дэ тинлэй алмаслык йорэк пэрэhе. Йылдар утеп, сэстэргэ сал керhэ лэ, гэзиз эсэйзэребез осон без hэр вакыт бала булып калабыз.

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Донъянын рэхэтен, тормоштон михнэтен, кунледен сафлыгын, намыстын паклыгын анларга ойрэтеусе,уз йэне аша уззырып, кукрэк hото менэн Иман индереусе эсэй. Без сырхаулап ятканда, кукрэгенэ кысып, йэн емешем, балам тип, ысын кунелдэн борсолоусы эсэйебез. Эсэй булмаhа, без ояhыз кош, монhоз йыр,йырhыз hандугас кеуек йэшэр инек, тормошобоззон йэме лэ, тэме лэ булмас ине.

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Балала, эсэйзэрегеззен кулына куз hалганыгыз бармы hеззен? Йыйырсыкланып, ауыр эштэнсойэлэнеп, китап битенэ тошкэн языу юлдары кеуек hызгысланып боткэн улар. Э шулай за, hине иркэлэгэндэ, башынды hыйпаганда, ул кулдарзан да йомшагырак, йылырак, шифалырак кулдар юктыр донъяла! Эсэйзэребез кулдарынан узган эштэрзе тау итеп ойhэн, юл итеп hузhан уны узырга бер гумер кэрэк булы ине. Ул гумер-ысын хезмэт юлы.

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Рэхмэт яуhын беззен эсэйзэргэ

Уларгазыр ботон ауырлык

Эсэйзэргэ якты йондоззарзан

Йэ кояштан hэйкэл hалырлык!

hезгэ булган беззен хормэтебез

Урын алhын йорэк турендэ.

Шатлык  hэм  кыуаныс, зур бэхеттэр

Юлдаш булhын hеззгэ гумергэ.

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

hеззен алдыгызза йыр. Каршы алыгыз.

АЛЫП БАРЫУСЫ 2.

Эсэ hэм бала! Улар бер ботон, айырылгыhыз. Кэзерле эсэлэр! Был бер ботонлок, бергэлек балагыз ускэн hайын тагын да ныгыhын, бер-берегеззе бер hуззэн, бер караштан анлап, бэхеттэ йэшэргэ яэhын.

АЛЫП БАРЫУСЫ 1.

Байрамыбызза катнашыуыхгыз  осон барыгызга ла рэхмэт. hэззе  тагын бер кат байрам  менэн котлайбыз! Эсэлэр кононэ арналган концертыбыз азагына ла якынлашты. Хормэт итеп килеуегез осон зур рэхмэт. hезгэ килэсэктэ hаулык , озон гумер, гауилэ бэхете телэп калабыз.hау булыгыз!!!

Сценарий праздника, посвященного

«Дню Матери»

1 ведущий:

— Хэерле кон кэзерле эсэйзэр,hэм олэсэйзэр, хормэтле укытыусылар hэм укыусылар! Барыгыззы ла богонго байрамда куреуебезгэ шатбыз!
 Богон ин матур кондэрзен береhе – Эсэйзэр коно. Эсэй – ер йозондэ hэр балага ин якын , гэзиз кеше эсэйзэрзе без яратабыз хормэт итэбез!

2 ведущий:

Есть в календаре замечательный день – День матери. День хранительницы домашнего очага.  Это не просто дань глубокого уважения и любви детей. Это огромная благодарность Матерям за все лучшее, что есть на свете.

Сегодня мы хотели бы подарить минуты радости нашим милым и ласковым мамам, любящим и любимым бабушками дарим им наш не большой концерт.

— Э хэзер котлау hуззэрен беззен лицей директорына бирэбез. (Выступление директора лицея- интерната).

Ведущий1:

— День матери, этот светлый, волнующий праздник появился в нашем календаре 30 января 1998 года, указ о его учреждении был подписан президентом России. Теперь День Матери отмечается ежегодно в последнее воскресенье ноября. В этот день мы хотим согреть вас, передать вам свое тепло и нежность. И все самые добрые слова, слова признательности и любви, будут сегодня звучать в ваш адрес, дорогие мамы. Именно вам посвящается наш концерт.

Ведущий2:

—  Эсэй..hэр кешегэ, оломы ул, кесеме – доньяла ин якын, кэзерле кеше. Эсэй – безгэ якты , матур донья биргэн. Без эсэйзэргэ хэр вакыт бурыслы hэм эсэйзэр менэн горурланабыз.

Ведущий 1:

Слово для поздравления мамочек предоставляется учащимся 5 в класса. (Стихи и песня « Мама»)

Воспеваю то, что вечно ново,

И хотя совсем не гимн пою,

Но в душе родившееся слово

Обретает музыку свою…

     Слово это — зов и заклинанье,

     В этом слове — сущего душа,

     Это — искра первого сознанья,

     Первая улыбка малыша.

Ведущий 2:

Эсэй бит ул хэр кешегэ

Гумер булэк итеусе,

Эсэй тиеп эйтеу менэн

Донья нурга кумелэ

Сэхнэлэ Сынгизов Данияр башкарыуында « Башкорт бейеуе» .

Ведущий 1:

— Сегодня мы отмечаем День матери. А многие ли из нас в этот день говорят теплые слова своим мамам? Мы помним о них, когда нам становится плохо, мы вспоминаем их, когда у них день рождения, а в остальные дни? Так ли легко быть матерью? Нет. Это самый тяжелый труд. Ведь мама отвечает не только за физическое состояние своего ребенка, но и за его душу.

Ведущий 2:

— Эсэй, ерзэ ин гэзиз, якын кеше, сонки ул хине тыузырган, кукрэк хотон имезгэн, йыр койлэп бишектэ тибрэткэн, беренсе йылмайганынды куреп кыуанган, тыуган телде ойрэткэн, халык монон кунеленэ хендергэн. Эсэйзэрзен хинэ кылган изгелеген ханап ботороу момкин тугелдер.

Ведущий 1:

Стихи посвященные нашим дорогим мамам читают учащиеся 6 класса.

Ведущий 1:

В России выделять День матери стали сравнительно недавно. Хотя по сути это праздник вечности из поколения в поколение, для каждого мама – главный человек. Становясь матерью женщины открывает в себе лучшие качества: доброту, заботливость, любовь

Ведущий 2:

Эсэй – ул, изге зат. Эгэр биттэрендэн назлы елдэр иркэлэhэ,hандугасhайраузары, агас япрактары леперзэткэн ауаздар , йорэгенэ кереп, бэгеренде озhэ ,бел- был эсэен рухы булыр. Эгэр хин шатланhан ,бэхетенде тапhан бел- ботэhе лэ эсэенден йокоhоз тондэренэн. Эсэйзэрзен караштарына кулэгэ тошормэек, якшы укыуыбыз, матур йэшэуебез, изгелекле эштэребез менэнhойондорэек.

Ведущий 2:

Мама! Как емко, как прекрасно это слово! Максим Горький писал: «Без солнца не цветут цветы, без любви нет счастья, без женщины нет люб­ви, без матери нет ни поэта, ни героев.

Ведущий 1:

Эсэhэм бала! Улар бер ботон ,айырылгыхыз. Кэзерле эсэйзэр! Был ботонлок, берзэмэлек балагыз ускэн хайын тагын да ныгынхын, бер берегеззе бер хуззэн, бер караштан анлап, бэхет шатлыкта йэшэргэ язхын.

Э хэзер эсэйзэрзе котлап утэ Хафизова Гульминаз «Курай « бейеуе.

Ведущий 2:

 Все самое доброе, лучшее

                  Согрето теплом ваших глаз!

                  Говорим спасибо мы, родные, вам

                  Ведь земля красива добротою мам!

Ведущий 1:

 Xезгэ булган хормэтебез

Урын алхын йорэк турендэ!

Шатлыкhэм кыуаныс ,зур бэхеттэр

Юлдаш булhынhезгэ гумергэ!

Ведущий 1:

—  Мама, мамочка. Сколько тепла таит это магическое слово, которое называет человека самого близкого, дорогого, единственного. Материнская любовь греет нас до старости. Мама учит нас быть мудрыми, дает советы, заботится о нас, передает свои песни, оберегает нас. В народе живет много хороших, добрых слов о матери.

Современный танец при исполнении ученицы 5 в класса Ивановой Екатерины.

Ведущий 1:

Айзан , кояштан кэзерле –хин ул эсэем!

Ин ягымлы ,ин хойкомло – хин ул ,эсэем!

Тандар за нурлырак, кондэр зэ, кунел дэ йылырак ,

Янда хин булганда Эсэем!

Ведущий 2: 

— Пусть ваши лица устают только от улыбок, а руки от букетов цветов. Пусть ваши дети будут послушны, а мужья внимательны! Пусть  ваш домашний очаг всегда украшают уют, достаток, любовь. Счастья вам дорогие мамы.

Стихи для вас читают Латыпов Давид, Сарбаев Наиль

«Кавказский танец» , в исполнении Диньмухаметова Азамата.

Ведущий 1:

— Мы гордимся нашими мамами, радуемся их профессиональным достижениям. Но гораздо больше – тому, что они вкусно готовят, создают уют в доме, согревают всех своею заботою и любовью. Ведь самое главное в жизни каждого человека – это его семья, которая дает ему опору на всю жизнь, а разве может быть полноценной семья без мамы?

Давайте не будем ограничиваться поздравлениями в этот день, а просто постараемся ежедневно делать жизнь наших мам немного легче и праздничнее, постараемся их не огорчать. Давайте будем любить наших мам, ведь только тот по настоящему счастлив, кто любит и любим!

Ведущий :

— Хормэтле эсэйзэр! Хез тыйнак та, хойкомло лэ, хез эшсэн дэ, туземле лэ, хез иманлы ла, дарманлы ла. Хез ойзэребеззен йэме, аштарыбыззын тэме. Донья йогон хез кутэргэнхегез, гаилэ усагын хундермэйсэ, хурелдермэйсэ, дорлэтеп торахыгыз. Хеззе тагы бер кат байрам менэн ысын кунелдэн котлайбыз! Эсэлэр кононэ арналган концертыбыз азагына ла етте.

Ведущий :

Дорогие Мамы наше праздничное мероприятие подходит к концу. Желаем вам бесконечного семейного счастья, крепкого здоровья, самых послушных и любимых вам деток. До новых встреч!

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/499865-scenarij

Поделитесь с коллегами:

«Изгеләрҙән изге әсәләр»

Әсәләр көнөнә арналған кисәнең сценарийы.

Маҡсат. Уҡыусыларҙа әсәләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, әсәләрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтеү, балаларға үҙ таланттарын асырға ярҙам итеү.

Сәхнә байрамса биҙәлгән. Презентация.

( ҡотлау открыткалары)

Сәхнәгә ике алып барыусы сыға.

1-се алып барыусы

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,
Күңелебеҙ шундай шатлана.

2-се алып барыусы

Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

1-се алып барыусы

Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар!

2-се алып барыусы

Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәләр!

1-се алып барыусы

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Әсә көнөнә бағышланған байрам кисәһендә ҡайнар сәләмләйбеҙ.

2-се алып барыусы

Рәсәйҙә 1998 йылдан башлап Рәсәй Президенты ҡарары буйынса ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе Әсә көнө тип билдәләп үтелә.

1-се алып барыусы

Әсә көнөнә арналған « Изгеләрҙән изге әсәләр » тип аталған кисәбеҙҙе башларға рөхсәт итегеҙ.

2-се алып барыусы

Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ уҡыусыларға бирелә!

Рәвил: Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

Ләйлә: Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Мансур: Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

Земфира: Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Аделина: Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

«Әсәй»тиеп уға әйтергә.

Азамат; Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

Эмиль: Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Аш — һыуына, тәм — томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.

Рузалина: Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Арсен: Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

Эльза: Бар донъяны яҡтыртҡан ҡояштан
Йылыраҡтыр әсә күҙҙәре.
Бала — әсәләргә биргән ғәзиз,
Иң ҡәҙерле Хоҙай бүләге.

Илһөйәр : Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

Нияз: Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

Йыр «Бәхет өсөн»

1-се алып барыусы

Эй, һылыу ҙа буйҙары,

Серле лә ҡараштары

Ул бейей башлаһа инде

Китер иҫең-хуштарың.

Яндырып баҫ, өҙҙөрөп баҫ,

Сәсрәп китһен осҡондар.

Һин бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

Һеҙҙең алдығыҙҙа башҡорт бейеүе менән 2 класс уҡыусыһы Аделина.

2-се алып барыусы

Әсә күңеле дингеҙ, тиҙәр,

Унда күпме ынйы бар!

Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән

Бала өсөн саф мөхәббәт

Ынйылары бит улар!

1-се алып барыусы

Әсә күңеле сәхрә, тиҙәр,

Унда күпме хозурлыҡ?

Нисек һүҙҙәр табырға һуң

Ошо сихри хозурлыҡты

Йырҙа тасуир ҡылырлыҡ?!

2-се алып барыусы

Ҡәҙерле Әсәләр! Һеҙҙе барығыҙҙы ла Әсә көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек,тыныс , матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

1-се алып барыусы

Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк

Күстәнәсем башҡа юҡ минең ,- ти

Луиза һәм һеҙгә «Әсәйемә» исемле йырын бүләк итә.

2-се алып барыусы

Әсәй бит ул һәр кешегә

Ғүмер бүләк итеүсе.

Әсәй тиеп әйтеү менән

Донъя нурға күмелә.

Ябай ғына был һүҙҙән

Мәрхәмәтлек бөркөлә.

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ!

Әсәйгә дан йырлайыҡ!

1-се алып барыусы

Мәрхәмәтле беҙҙең әсәләр!
Ергә матурлыҡты, илгә батырлыҡты,
Һеҙ бирәһегеҙ, гүзәл әсәләр.
Һеҙҙә йәшәй һүрелмәҫлек хистәр,
Йөҙөгөҙҙә шәфҡәт нурҙары.
Һеҙҙең йырҙар аша күсә беҙгә
Туған халҡыбыҙҙың моңдары.

2-се алып барыусы

Әйтәһебеҙ килә

Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,

Шатлыҡ йыры илем күгендә

Әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап,

Ҡоштар йырлай тыуған еремдә.

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы,

Бөгөн — ҙур бер тамаша.

Бөгөнгө теләктәребеҙ, йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ — барыһы ла ысын йөрәктән,

күңелдәрҙең иң-иң түренән — әсәйҙәр өсөн.

1-се алып барыусы

Һеҙҙең өсөн 1-4-се класс малайҙары башҡарыуында бейеү.

2-се алып барыусы

Әсә! Ошо һүҙҙә күпме тәрән мәғәнә ята. Беҙҙең бар булмышыбыҙ уға бәйләнгән. Ул беҙгә ҡояш, тыныслыҡ һүҙҙәре кеүек яҡын. Яҡын ғына түгел, алтын һүҙ.

1-се алып барыусы

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә,

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ.

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан,

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныстар, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

Һеҙҙең өсөн 7 класс Йылмайып алайыҡ әле миниатюраһы менән сығыш яһай.

2-се алып барыусы

Матур булһын ерҙә һәр бер нәмә,

Матур булһын уйҙар — хыялдар,

Матур, ихлас булһын йылмайыуҙар

Шул саҡ хистәр бергә үрелер.

Әсә бәхете-балала.Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә терәк,таяныс булырҙай балалар үҫтерә алған әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ.Ундай әсәләр беҙҙең арала бик күптәр һәм улар бөгөн беҙҙең менән.

Был йырым һеҙҙең өсөн ти Юсупова Гөлсибәр ————————————————-

1-се алып барыусы

Һөйҙөргән дә бала, көйҙөргән дә бала,- ти халыҡ. Тыуған илде үҙҙәренең хеҙмәттәре менән данларлыҡ, егәрле, күркәм холоҡло балалар үҫтереү — һәр әсәнең бурысы. Бала изгелеген күреү — ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет.

2-се алып барыусы

Ғаилә — ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә — ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар — көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

1-се алып барыусы

Ә хәҙер 8а класы уҡыусыһы «Әсә һәм бала» исемле шиғыр уҡыясаҡ.

Әсә һәм бала

Бар донъяны яҡтыртҡан ҡояштан
Йылыраҡтыр әсә күҙҙәре.
Бала — әсәләргә биргән ғәзиз,
Иң ҡәҙерле Хоҙай бүләге.

Бала башҡайына бәлә килһә,
Әсә бөйөк Урал тауындай,
Бар хәленсә ярҙам юлын эҙләй,
Ғазап упҡынында ҡалдырмай.
Йомшаҡ елдәй һыйпай сәстәренән,
Йырҙар йырлап бишек тирбәтә,
Үҫә килә, балаҡайын әсә
Тәрбиәгә, эшкә өйрәтә.

Ваҡыт үтә, күпме һыуҙар аға,
Балалар ҙа үҫеп етәләр,
Тик әсәгә әле һаман кескәй,
Иркә генә сабый кеүектәр.
Әсә менән бала — ике ҡояш,
Илаһи көс бәйләй уларҙы,
Бер-береһенә ярҙам, терәк булып
Үтә улар ауырлыҡтарҙы.

Алыҫ йылдар, юлдар ята, бала
Һәр саҡ һиҙә әсә йылыһын,
Ул ашҡына ғәзиз кешеһенә
Еткерәм тип күңел яҡтыһын.

2-се алып барыусы

Тәрбиәле бала- өйҙөң күрке,
Ата-әсәйҙәрҙең көҙгөһө.
Нигеҙендә әҙәп, иман булған
Матур ғаилә һәр саҡ өлгөлө.
Тәрбиәһе өсөн балаларҙың
Атай-әсәйҙәр бит яуаплы.
1-се алып барыусы

Әсәләр хаҡында бик күп әҫәрҙәр, поэмалар, йырҙар яҙылған. Улар тураһында күпме генә һөйләнһә лә, йырланһа ла, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бирә белеүсе әҫәр һаман юҡ кеүек.

2-се алып барыусы

Берҙән-берем, күҙ нурым, тип

Сирләгәндә төн йоҡламай,

Иркәләй һине, һөйә,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул — һөйөклө әсәй.

1-се алып барыусы

Әйе, әсәй һәр бер кеше өсөн дә иң яҡшыһы, иң ҡәҙерлеһе. Әсә — ул донъяла иң изге кеше! Уларҙың ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек!

2-се алып барыусы

2 класс уҡыусыһы Фахретдинова Ләйлә » » исемле йыр бүләк итә.

1-се алып барыусы

— «Әсәй, әсәкәйем!» Ошо һүҙ эсендә генә әллә күпме хис-тойғолар йәшеренгән. «Әсәй» тигән һүҙҙе ишетеү менән, күңелдәр йылынып, нурланып китә.

2-се алып барыусы
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бөтә күрке әсә булыуҙа, тибеҙ. Әсә булыу — ҙур яуаплылыҡ. Барыбыҙ ҙа ғәзиздәрҙән-ғәзиз бөйөк әсәйҙәргә баш эйәбеҙ. Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, данлайыҡ, бер ҡасан да рәнйетмәйек.

1-се алып барыусы

Йыр үлемһеҙ, йәшәй, көрәшә.

Бар доньяға шатлыҡ өләшә.

2-се алып барыусы

4-се класс уҡыусылары барлыҡ әсәләргә » » йырын бүләк итәләр.

1-се алып барыусы

Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

2-се алып барыусы
Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,
Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.
Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,
Тик ырыҫтан торор тыуған ер.

1-се алып барыусы.
2 класс уҡыусылары башҡарыуында « » бейеүе.
2-се алып барыусы

Иң йомшаҡ ҡулдар,
Иң көслө иңдәр-
Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.

1-се алып барыусы
Әсәйҙәр күҙе —

Иң матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе-

Иң наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр
Иң дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар
Иң яҡшы серҙәш.

2-се алып барыусы

Әсәкәйем,
Һин наҙлап йылыңды өләштең,
Һоҡландың беҙ үҫеп буй еткәс.
Талпынып оҙатып ҡалғанда,
Күҙҙәрең сыланды беҙ киткәс.
Һеҙҙең өсөн Калимуллина Наҙгөл башҡарыуында йыр » » .

1-се алып барыусы

Әсә наҙы — ерҙә ул мәңгелек,
Мәңгелек йыр — бишек йырығыҙ.
Беҙ уҙаһы юлда маяҡ булып
Ғүмер буйы балҡып тороғоҙ.

2-се алып барыусы
Йәшәү йәмен һеҙ
Биргән бит беҙгә,
Әсәйҙәр, рәхмәт,
Мең рәхмәт һеҙгә!

1-се алып барыусы

Әйе, Әсә — бөйөк исем,

Нимә етә әсә булыуға!

Шуға күрә

Ҙур ғорурлыҡ менән

Беҙ һөйләйбеҙ Әсә хаҡында.

2-се алып барыусы

Ни булыр ине доньяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа

Кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа.

Ә хәҙер һеҙҙең өсөн ___________________________________________________

1-се алып барыусы

Әсә күңеле кеүек йылы, нурлы

Күк йөҙөндә ҡояш, йондоҙ юҡ.

Әсә һөйөүе кеүек сикһеҙ тәрән

Ер йөҙөндә һис бер диңгеҙ юҡ.

Һинең турала ҡайғыртыусы әсәң булыуы ниндәй ҙур бәхет ул. Уны яратыу ғына етмәй, уның ҡәҙерен белергә, һүҙен тыңларға, яҡшы уҡыуың, үҙеңде үрнәк тотоуың, эшкә өйрәнеп үҫеүең менән уны шатландырырға кәрәк.

2-се алып барыусы

Ишетелһен беҙҙең сәләмебеҙ

Әсә торған барлыҡ йорттарға.

Йыйылдыҡ ҡәҙерле әсәләрҙе

Әсә көнө менән ҡотларға.

1-се алып барыусы

Ҡәҙерле тәрбиәселәребеҙ, уҡытыусыларыбыҙ, әсәйҙәребеҙ!

Әсә көнө -һеҙҙең көнөгөҙ.

Һеҙ тәрбиәләгән балаларҙан бөгөн

Ҡайнар ҡотлау ҡабул итегеҙ.

2-се алып барыусы

______________________________________________________________________

1-се алып барыусы

Әсә һәм бала! Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

2-се алып барыусы

Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!

Рәвил: Ғүмерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

Ләйлә: Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Мансур: Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

Земфира: Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Аделина: Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

«Әсәй»тиеп уға әйтергә.

Азамат; Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

Эмиль: Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Аш — һыуына, тәм — томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.

Рузалина: Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Арсен: Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

Илһөйәр : Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

Нияз: Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

Внеурочная деятельность (конкурсные работы)

Дошкольное образование

Внимание! Администрация сайта rosuchebnik.ru не несет ответственности за содержание методических разработок, а также за соответствие разработки ФГОС.

Кечкенәләр төркемендә әниләр бәйрәме сценариясе.

Максат: балаларда әниләргә карата игътибарлылык, мәрхәмәтлелек, ярату тәрбияләү; бию, җырлау күнекмәләрен ныгыту; балаларда зәвык, иҗади сәләт үстерү.

Алдан ясалган эш: әниләргә бүләкләр.

Алдан әзерлек: шигырьләр, җырлар, биюләр өйрәнү.

Зал бәйрәмчә бизәлгән. Бәйрәмгә әниләр чакырыла. Ишектән кергәндә тылсымлы тартмадан фигуралар алалар. Кызыл төстәгеләр бер якка, яшел төстәгеләр икенче якка утыра бара. Өстәл өстенә гөлләр, чәчәкләр куела, шарлар эленә. Музыка уйный. Бәйрәмдә катнашучы балалар чәчәкләр тотып кереп, ярым-түгәрәк ясап бииләр. Биеп бетергәч чәчәкләрне кәрзингә җыялар.

Бәйрәм барышы:

Күмәк чәчәкләр биюе

Алып баручы.

Һәр ел саен килә бу бәйрәм
һәр көн туган кояш шикелле.
Еллар саен данлый бу бәйрәм,
Гүзәл кеше — әни кешене!

Алып баручы. Кадерле әниләр! Сезне чын күңелдән бәйрәмегез белән котлыйбыз. Сезгә сәламәтлек, шатлык, озын гомер телибез.

Балалар белән бергә сөйләү:

Әни — ул һава! (кулларны өскә күтәрү)

Әни — ул яктылык! (кулларны өскә күтәреп фонариклар ясау)

Әни — ул бәхет! (кулларны күкрәккә кую)

Әни — ул әкият! («Во!»дип баш бармакны күрсәтү)

Әни — ул елмаю! (елмаеп күрсәтү, көлү)

Әни — ул ярату! (әниләргә “воздушный поцелуй” җибәрү )

Җыр “Җырлыйм әнием турында”

Алып баручы: әниләр, бүгенге көн сезгә багышлана. Бүгенге күңел ачу чарасы сезнең барлык мәшакатьләрне оныттырып, яхшы кәеф алып килсен иде.

Әниләргә бүген безнең Иң
кадерле сүзебез.
Шат биюләр, матур җырлар, уеннарны
Сезгә дип әзерләдек.
Бүләк итеп үзебез.

Алып баручы: бүгенге бәйрәм гади генә булмас, бүген без әниләребезне дә уеннарда катнашырга чакырабыз. Кергәндә төрле төстәге фигуралар алып, икегә бүленеп утыру юкка гына булмады. Уеннар булгач бәяләүче жюри да булырга тиеш. Жюри составында булачак. Балаларыбыз сезнең өчен җан атып үзләренең һөнәрләрен күрсәтерләр. Уеннарда актив катнашып бергәләп күңел ачып ял итик.

Әниләр белән уеннар

Беренче бирем: һәр команданың үзенә исем кирәк. Әйдәгез озакка сузмыйча бер исем уйлыйбыз.

Икенче бирем: ә хәзер сезгә 3 минут вакыт бирелә. Шул вакытта сезгә

“Ниса” белән беткән татар хатын-кызлар исемнәрен уйларга кирәк. Кайсы команда күбрәк исем табар?

Алып баручы: сез исемнәр уйлаган арада Асель белән Нәргизә

башкаруында “Мин әнигә булышам” җырын тыңлап китик.

Вакыт чыкты, әйдәгез әниләребезгә сүз бирик.

Өченче бирем: уеннарны дәвам итәбез, хөрмәтле әниләрбез. Өченче бирем төсле кәгазьдән бер матуркатлаулы булмаган открытка ясарга. Вакыт чикле. Ә без ул арада кызларыбыз Диана, Алия, Дәлия башкаруында “Дәү әнигә бүләккә” җырын тыңлыйк.

Дүртенче бирем: уен өчен һәр командадан берәр әни кирәк. Җырлый- җырлый мисаллар чишәсе була.

Клоун керә. Бишенче биремне уйната.

Бишенче бирем: чираттагы уенны уйнау өчен шулай ук һәр командадан берәр әни кирәк була. Гәзитне күчерә-күчерә барып билгеле бер аралыкны узасы.

Алтынчы бирем: чираттагы уеныбыз “әниеңне киендер” дип атала. Командадан берәр әни белән баласы бирегә чакырыла. Бала бирелгән муенсалар, ленталар, браслетлар белән әнисен киендерә.

Җиденче бирем: “Сүзсез сәхнә” дип атала. Жирәбә буенча бирелгән ромашка таҗларын алып сүзсез генә шунда язылганны аңлатасы.

  •  Газда кулың пеште.
  •  Балаңа дәрес каратасың.
  •  Сөйгәнеңне эштән каршы алу.
  •  Кунакка әзерләнәсең.
  •  Елаган баланы юату.
  •  Эшкә соңга калу

Сез әзерләнгән арада малайлар башкаруында “Гөмбәләр биюе”н карыйбыз.

Сигезенче бирем: бу уенны уйнау өчен әниләр акчаларны саный-саный, сорауларга җавап бирергә һәм хисапта ялгышмаска тиеш булалар.

  • Балагызның исеме ничек?  
  • Балагызның фамилиясе ничек? 
  • Балагызга ничә яшь?
  • Балагызның әтисе ни исемле?
  • Балагызның аяк киеме размеры нинди?
  • Балагызның туган көне кайчан?
  • Балагызның күз төсе нинди?
  • Балагыз нинди группага йөри?
  • Балагыз ничәгә кадәр саный белә?

Кызларыбыз башкаруында “Яулыклар юабыз ” биюе.

Уеннар беткәч балалар “Подари улыбку миру ” җырына шарлар тотып кереп, әниләренә үзләре ясаган бүләкләрне бирәләр.

Алып баручы.

Бәйрәм бүләксез булмый ул,
Барыгыз да беләсез.
Безнең ничек тырышканны,
Хәзер менә күрерсез.

(Балалар ясаган бүләкләрен әниләргә бирәләр)

Бергә:

Көннәр һәрчак аяз булсын,
Кояш гел көлеп торсын.
Әниләр дә кояш кебек
Озын гомерле булсын.

Ведущий:

Күмәкләшеп барыбыз бергә
Биеп алыйк, әйдә әле.
Котлы булсын, гөрләп торсын
Әниләрнең бәйрәме!

Жюри әниләрнең уенына нәтиҗә чыгара.

Интеллектуаль сораулар:

  •  Шалканны чәчәләрме? (юк, орлыкны)
  •  Бер мичкәдә ике төрле сыеклык? (йомырка)
  •  Нинди сорауга “әйе” дип җавап биреп булмый (йоклыйсынмы?)
  •  Табышмак сүзен ничек укырга? (сулдан уңга)
  •  Җансыз җанлыны уята (будильник)
  •  Иң кирәктән — иң кирәк (саулык)

Алып баручы: Әйе, тормышта иң кирәге әллә нинди байлыкларга да сатып алып булмый торган — саулык. Кадерле әниләребез, сезгә ныклы сәламәтлек, тигез канатлы гаиләләребездә һәрчак балаларыбызның менә

шундый бәхетле, шат, сәламәт, иманлы, миһербанлы булуларына сөенеп кенә яшәргә насыйп булсын.

Жюри нәтиҗә чыгара

Алып баручы: Кадерле әниләребез, сезгә бүгенге бәйрәмдә катнашуыгыз өчен зур рәхмәт, тагын бер кат барыгызны да бәйрәм белән котлыйбыз.

Шуның белән безнең бәйрәмебез тәмам.

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Эсэйзэр коненэ сценарий башкортса тамада
  • Эссе про праздник наурыз на английском
  • Эссе про национальные праздники
  • Эсэйзэр коненэ сценарий башкортса балалар бакчасында
  • Эссе про любимый праздник