Фольклор байрамы сценарий на башкирском языке

Сценарий проведения

   “Ҡышҡы Нардуған” фольклор байрамы

Маҡсат:

  • Балаларҙы башҡорт халыҡ йолалары,ғөрөф – ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы дауам итеү , “Нардуған” байрамы ,Селлә ваҡыты менән танышыу , байрамдың исемен , ғәмәлен атай белергә өйрәтеү;
  • Балаларҙың иғтибарын ,үҙләштереү , ҡабул итеүҙе , сенсор тойоу һәләтен , һорауҙарға яуап биреү оҫталығын үҫтереү;
  • Башғорт халҡының ғөрөф — ғәҙәттәренә , байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һөйөү тәрбиәләү.

Байрам барышы.

Өй күренеше.Өләсәй өйҙә нимәгәлер әҙерләнеп һөйләнеп йөрөй

Өләсәй: Э-э-э-э-э-й . ваҡыт тигәнең һиҙелмәйҙә үтеп китә шул , әле генә балаларым менән Сөмбөлә байрамына әҙерләнә инек , бына хәҙер Нардуғаны ла килеп етте…..

Өйгә бер ҡыҙ йүгереп инә , ҡыуана –ҡыуана.

Ҡыҙ : Өләсәй , өләсәй һин нимә эшләйһең ул?

Өләсәй: Һуң , ҡыҙым бөгөн бит нардуған байрамы , сәй әҙерләйем , тәмләп ҡоймаҡлап сәй эсеп алайыҡ балам.

Ҡыҙ: Өләсәй байрамға мөмкинме мин үҙемдең балалар баҡсаһынан дуҫтарымды саҡырам.

Өләсәй: Әлбиттә ҡыҙым,бар-бар саҡыр инде , байрамға Селлә бабай менән Нардуған үҙе лә килеп етерҙәр оҙаҡламай.Йүгер балам,йүгер.

Ҡыҙ йүгереп сығып китә , өләсәй өйҙә ҡала.Көй яңғырай , балалар тәрбиәсе апай менән инәләр.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ өйгә инегеҙ ҡыҙҙар , малайҙар , тышта бик һыуыҡ , буран ыжғыра!

Малай: Ысынлап та бында йылы икән , әйҙәгеҙ.

Ҡыҙ: Өләсәй беҙ байрамға һуңламаныҡмы?

Өләсәй: әйҙәгеҙ түрҙән уҙығыҙ , һеҙ байрамдың тап өҫтөнә лә килеп индегеҙ.Әйҙә , әйҙә.

Малай: Уф өшөттөрҙө өләсәй , тышта бик һыуыҡ икән.

Өләсәй: Һуң улым ҡыш етте бит .

Ҡыҙ: Беләбеҙ , беләбеҙ өләсәй ,ҡыш еткәнен һиҙәбеҙ.

Икенсе ҡыҙ: Әйҙәгеҙ булмаһа йырлап алайыҡ , беҙ бит ҡыш тураһында бик матур йыр ҙа беләбеҙ.

Йыр “Ҡыш етте”

Балалар ултыралар.

Өләсәй: Ҡышҡы Нардуған байрамы мөбәрәк булһын!Донъялар имен торһон!

Тәрбиәсе: нар — нар , нарына .

Бәхет бирһен барына!

Бала: Мал-тыуарҙар түл йәйһен!

Малдар ашһын ҡуранан!

Ашлыҡ ашһын буранан!

Илебеҙ тыныс булһын!

Күңелегеҙ киң булһын!

Өләсәй: изге теләктәрегеҙгә мең рәхмәт!

Тәрбиәсе: Юрауығыҙ юш килһен , изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Өләсәй: балалар ә һеҙ Нардуған байрамы тураһында ишеткәнегеҙ бармы?

Ҡыҙ: Өләсәй ә Нардуған нимәне аңлата ул?

Өләсәй: Улайһа тыңлағыҙ балалар. “Нар” һүҙе ҡояш ҡояш тигәнде аңлата , шулай булғас , Нардуған ул ҡояш тыуған көн .Боро – борон заманда атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә иң ҡыҫҡа көндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр: “Нар туған беҙгә йөҙөң менән борол инде!”Көндәр оҙая башлағас , ҡояш кешеләрҙе тыңлап йөҙө менән борола икән тип уйлағандар һәм шуға ышанғандар.

Малай: Ә ҡышҡы Нардуған ҡасан була ул?

Өләсәй: Ҡышҡы Нардуған декабрь айының 25-ендә башланып бер аҙна буйы дауам иткән.Был йола борон-борондан күсеп килгән.Һәр халыҡ үҙенсә был байрамды билдәләп үткән.

Ҡыҙ: Ә нисек Өләсәй?

Өләсәй: Ут аша һикергәндәр , төрлө уйындар уйналған,әйтемдәр әйтешкәндәр,йомаҡтар ҡойғандар,йырҙар йырлағанда . бейегәндәр,ә балалар урам буйлап “Нар-нар Нардуған , Нардуғанға кил туған”-тип байрамға саҡырып йөрөгәндәр.

Тәрбиәсе: Өләсәй әйҙәгеҙ балалар менән бергәләп ҡабатлайыҡ , иҫтәрендә ҡалһын.

Бергәләп: Нар-нар-Нардуған!

Нардуғанға кил туған!

Өләсәй: хәҙер һеҙҙең тауышығыҙҙы ишетеп Нардуған килеп тә етер инде балалар.

Көй яңғырай , Нардуған инә.

Нардуған: Һаумыһығыҙ балалар,һаумыһығыҙ ҡунаҡтар! Саҡырғанығыҙҙы ишетеп килеп тә еттем бына.

Нардуған мөбәрәк булһын

Тормош түңәрәк булһын

Мал-тыуарыбыҙ артһын

Игендәребеҙ уңһын!

Тәрбиәсе: Әйҙә түрҙән уҙ Нардуған.

Өләсәй: Әйҙәгеҙ балалар нардуған менән түңәрәктә йырлап-бейеп алайыҡ.

Түңәрәк уйын “Нардуған”

Нардуған: Балалар һеҙ бик матур йырланығыҙ , ә ҡыш тураһында йомаҡтар , әйтемдәр беләһегеҙме?

Балалар: эйе . беләбеҙ.

Тәрбиәсе: Нардуған беҙҙең балалар зирәктәр , уңғандар бик күпте беләләр.

Йомаҡтар ,әйтемдәр,һынамыштар.

  • Бабайым килә ҡағынып

Аҡ толобын ябынып(Ҡыш)

  • Ишектән инә лә , түргә үтә(Һыуыҡ)
  • Үкерә лә ҡотора

Бөтә ерҙе тултыра(Буран)

  • Ҡапҡаны аса ла

Ҡапҡа артына ҡаса(Ел)

Тәрбиәсе: Ә хәҙер әйҙәгеҙ һынамыш – әйтемдәр әйтәйек.

  • Бесәй ишек тырнаһа , буран була.
  • Ҡыш көнө ағас бәҫләнһә , иген уңа.
  • Эшләмәһәң йәй көнө – ни ашарһың ҡыш көнө.
  • Ҡалын ҡар ер өсөн юрған.
  • Ҡыш ҡар күп булһа , йәй ямғырлы була.
  • Ҡыш тәҙрә тирләһә , ҡар яуа.

Малай: Өләсәй , беҙҙең ҡар тураһында йырыбыҙ бар.

Өләсәй: Әйҙәгеҙ малайҙар улайһа йырлап ишеттерегеҙ әле.

Йыр “Ҡар яуа”.

Өләсәй:Һай афарин балалар,ысынлап та бигерәк шәп йыр.Эй,ноҡот һалып быйылғы йылдың уңышлыҡтарын беләйем тигән инем , ҡайҙа әле ул минең ноҡот таштарым , күрмәнеңме ҡыҙым.

Ҡыҙ: бына Өләсәй . бына ул һинең таштарың.

Өләсәй:Оҙон – оҙаҡ юл төшә

Кемдер беҙгә ашыға

Ноҡотҡа берәүҙең һыны төшә

Үҙе ҡарт , үҙе дәрт

Уның байрамда булыуы шарт.

Ноҡотҡа күп һындар төшә

Күңелле байрам көтә.

Был ноҡотҡа бер һын төшә.

Тәрбиәсе: Ә кемдең һыны һуң Өләсәй?

Өләсәй: Был беҙҙең Селлә бабай.

Нардуған: балалар ә һеҙ Селлә бабай тураһында беләһегеҙме?

Ҡыҙ: Өләсәй бәлки һин беҙгә һөйләп бирерһең?

Өләсәй: Ҡышҡы селлә ҡырҡ көн дауам итә.Ул көндәр иң сатлама һыуыҡ көндәр була.Селлә ҙур мәжлестәр , туйҙар үткәрергә ярамай һәм тағы ла йәйге селлә лә була.Йәйге селләлә көндәр ныҡ эҫе була,һыйырҙарҙың һөтө кәмей.

Тәрбиәсе: Балалар Селлә ваҡытын һеҙ киләсәктә онотмаҫһығыҙ инде.

Нардуған: Балалар бәлки Селлә бабай килгәнсе бейеп күрһәтерһегеҙ?

Тәрбиәсе:Әйҙәгеҙ парлашып “дуҫлыҡ ”бейеүен бейеп алайыҡ.

Бейеү “Дуҫлыҡ ”

Селлә бабай инә.

Селлә бабай: Һаумыһығыҙ балалар,һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!Нардуған байрамына ашығып килеп еттем ,һеҙҙең менән йырлап – бейеп күңел асырға килдем.Киң ризыҡ , киң дәүләт бирһен хоҙайым!Барыбыҙға ла һаулыҡ , сәләмәтлек теләйем!

Нардуған: Тотоноғоҙ ҡулға – ҡул

Яһайыҡ ҙур түңәрәк

Селлә бабайым менән

Әйләнәйек бергәләп.

Түңәрәк уйын “Әйләнәйек”

Ултыралар

Селлә бабай:Һай афарин күңел күтәрелеп дәртләнеп киттем.Ә хәҙер минең менән уйнап алығыҙ.бына ошо бейәләйем менән.Ул минең тылсымлы бейәләйем.Хәҙер көй уйнаһа мин бейәләйемде ебәрәм , көй туҡтағанда кемдә бейәләй ҡала , уға яза(наказ)бирелә.Әҙерһегеҙме балалар?Улайһа башлайыҡ.

Уйын “Туңдырам ”

Йыр “Егеттәр”

Шиғыр

Бейеү “Лирик”

Үсекләшеүҙәр

  • Иштуған – ҡыш тыуған

Ҡышҡыһын сана шыуған.

  • Малайҙар , малайҙар

Ҡыйыҡ башындағы ҡалайҙар.

  • Ҡыҙҙар , ҡыҙҙар

Һауалағы йондоҙҙар.

  • Илаҡ-илаҡ илле ҡолаҡ

Ҡолаҡтарын йыумаған

Күҙ йәштәрен йыумаған.

  • Сиң-сиң-сиңерткә

Ситән араһында.

Йыр “Ал бәйлә ҡулыңа”

Өләсәй: Селлә бабай , Нардуған ултырып ял итеп алығыҙ.

Селлә бабай: ҙур рәхмәт балалар ихтирамығыҙ , иғтибарығыҙ өсөн.

Нардуған: бик күп һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәттегеҙ, рәхмәт һеҙгә.

Селлә бабай: миңә ҡыҙым эҫе була башланы ,хәлем бөтә башланы.

Нардуған: Ҡайтайыҡ инде селлә бабай.

Селлә бабай: Байрамдар гөрләп торһон

Күктәр гел аяҙ булһын

Ер йөҙөндә бар балалар

Бәхетле . таҙа булһын!

Һау булығыҙ балалар,һау булығыҙ ҡунаҡтар.

Сығалар.

Тәрбиәсе:ғөрөф-ғәҙәт йолаларҙан

Ярамай шул ҡасырға

Бөгөнгөләй һәр саҡ шулай

Кәрәк күңел асырға.

Ҡыҙ: Өләсәй , мин дуҫтарымды балалар баҡсаһына оҙатып ҡуяйым.Мин хәҙер Өләсәй.

Балалар сығалар.Өләсәй өйҙә теләктәрен теләй-теләй һөйләнеп ҡала

Уйнайыҡ,
дуҫтар, бергәләп

Аделина.  
Йә, ҡыҙҙар, малайҙар, булығыҙ тиҙерәк, баҫайыҡ уйынға шәберәк.

Башлайбыҙ
уйнарға “Аҡ тирәк, күк тирәк”.

1 —
се төркөм.
 
Аҡ тирәк, күк тирәк. Беҙҙән һеҙгә ни кәрәк?

2 —
се төркөм.
 
Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк. Беҙгә йомаҡ ҡойоусы кәрәк.

1 —
се төркөм.
 
(Йомаҡсы йомаҡ әйтә). Ҡоямын һеҙгә йомаҡ, яуабын һеҙгә тапмаҡ. 1. Ҡат-ҡат
тунлы, ҡарыш буйлы. 2. Ҡатлы-ҡатлы ҡатлама, аҡылың булһа, ташлама. 3. Һыу
өҫтөндә һары май. 4. Ҡанаты бар – оса алмай. 5. Ай бирҙе, ҡояш алды.

2 —
се төркөм.
 
Ҡабул иттек. Аҡ тирәк, күк тирәк. Беҙҙән һеҙгә ни кәрәк?

1 —
се төркөм.
 
Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк. Беҙгә йондоҙ һанаусы  кәрәк.

2 —
се төркөм.
 
(Йондоҙ һанаусы  йондоҙ һанай). Һанайым йондоҙ, күктә ул һанһыҙ. Етегән.
Сулпан. Өлкәр. Сүмес. Тимерғаҙыҡ. Марс. Нептун. Юпитер. Сириус. Һәр кем күктәге
йондоҙҙо танып белергә тейеш.

1 —
се төркөм.
 
Ҡабул иттек. Аҡ тирәк, күк тирәк…

Аделина.  
Ярай, ярай, етеп торор быныһы. Башҡа берәй нәмә уйлап табайыҡ әле.

Тауыштар.  1.
Әйҙәгеҙ, черта уйнайбыҙ. 2. Юҡ-юҡ, йүгереп ярышабыҙ. 3. Мин әйтәм дөрөҫөн: туп
менән бәрешәбеҙ. 4. Уйнайбыҙ йәшенмәк.

Аделина.  
Тынысланығыҙ, дуҫтарым, мине тыңлағыҙ. Хәҙер таҡмаҡ әйтешәбеҙ. Ризамы шуға һеҙ?

Тауыштар.  1.
Ризабыҙ. 2. Бер ҡыҙыҡ булһын әле. 3. Ну баш та үҙеңдә!

Таҡмаҡ
әйтешеү башлана.

Аделина.   Бейе, бейе,
бейе9се,

И81н
буйлап й2р29се.

Бейе9сег1 398
1йтм1ге8,

Бейе9се
ш1п- беренсе.
(Юлиәгә барып баҫа)

Юлиә.  !й81, ба4айы6 1ле,

Берг1
ба4айы6 1ле,

Бейейек
т1, йырлайы6 та,

К95ел
асайы6 1ле.

(Алияға
барып баҫа).

Алия. Итек кейм1г1н
тим1,                                              

Ситек
кейм1г1н тим1,                                                     

Быймалар7а
бо88ар 6ат3а,                                            

Итек
тауышы кил1.

(Линараға
барып баҫа).

Линара.  !й81, барып
6айтайы6сы

Ауылда7ы
лавка7а.

№ине5
ке9ек матур булып,

Г2л
д1 94м1й ба6сала.

(Алинаға
барып баҫа).

Алина. Бейе, егет, бейе,
егет,  

Итект1ре5
ту8ма3ын,

Эшл1,
егет, тырыш, егет,

?9мер
буш6а у8ма3ын.

(Айтуғанға
барып баҫа).

Айтуған. И4ке л1 шырпы
6абы,                                              

Я5ы
ла шырпы 6абы,

Матур
бейей, матур ба4а,                                                 

Бейе3ен
1ле та7ы. 
(Эвелинаға
барып баҫа).

Эвелина. А7и8елг1 3ал
килг1н,

№ал
24т2нд1 мал килг1н.

2ф2л1 ю6, М1ск1981
ю6

Бе88е5
ише пар килг1н.
 
(Илһөйәргә
барып баҫа).

Илһөйәр. Тыпыр-тыпыр
тыпырлап,

Берг1
ба4айы6 1ле
!

Уйнап-к2л2п,
йырлап-бейеп,

К95ел
асайы6 1ле
!

Аделина.   Шәп
булды. Хәҙер беләһегеҙме, ни эшләйбеҙ?

Тауыштар.  1.
Белмәйбеҙ. 2. Әйтһәң, беләбеҙ. 3. Әйт инде, әйт.

Аделина.  
Хәҙерме? Хәҙер ярышабыҙ.

Тауыштар.  1.
Ярыш та ярыш. 2. Күпме ярышырға була? 3. Йә, ярай инде, ҡарап ҡарайыҡ.

Аделина.  
Был ярыш “Беҙҙең данлы яҡташ” тип атала. Аңлатам. Үҙебеҙҙең исеме тирә-яҡҡа
билдәле булған берәй шәхес тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирергә кәрәк. Кем
беренсе?

Айтуған. Мин
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бер нисә аҡыллы фекерҙәрен әйтәм. Тыңлағыҙ әле нимә тигән
Өмөтбай олатайыбыҙ. “Минең ҙур байлығым – китаптарым”.
“Һәр
халыҡтың тарихы өйрәнелһен өсөн уның үҙ Карамзины булыуы шарт”.Аҫаба башҡортҡа
өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсенән, үҙеңдең  сығышыңды йәки ырыуыңды белеү;
икенсенән, йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу; өсөнсөнән, өләңдәрҙе һәм риүәйәттәрҙе
белеү”.

Тауыштар.  1.
Вәт, маладис. 2. Ҡайҙан белеп бөттөң ул?

Алина. 
Ә
мин данлыҡлы бейеүсе Рәүилә Хажиеваны хөрмәт итәм. Ул үҙенең бейеүҙәре менән
донъяның бик күп илдәре тамашасыһын таң ҡалдырған. Хәҙер мин дә һеҙгә матур
бейеү тәҡдим итәм.

Бейей.

Тауыштар.
1.
Һай, афарин. 2. Бигерәк өҙҙөрөп баҫасы.

Алия.
Мин
данлыҡлы сөгөлдөр үҫтереүсе Раил Камалов исемен хәтерегеҙгә һалып ҡуйыуығыҙҙы 
теләйем. Ул Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған данлыҡлы
ауылдашыбыҙ.

Тауыштар.
1.
Бына кемдән өйрән! 2. Күп уҡый бит ул.

Аделина.  
Ни әйтәһең, маладистан башҡа һүҙ юҡ. Малайҙар, ҡыҙҙар, тағы маладис булғығыҙ
киләме?

Тауыштар.
1.
Килә, килә. 2. Нимә эшләргә һуң?

Аделина.  
Һис ауырлығы юҡ. Бары тик матур теләктәр әйтергә.

Тауыштар.
1.
Булдырабыҙ уны. 2. Эйе-эйе, нимәһе бар уның.

Аделина.  
Башлайым.
Тыныс
атһын һәр бер таңыбыҙ.
Ҡалғандар дауам итә.

Илһөйәр.
Имен
үтһен көнөбөҙ.

Алия.
Бәхетле
булһын ерҙә һәр кеше.

Линара. 
Шаулап үҫһен баҫыуҙарҙа игендәр.

Алина. 
Таҙа
булһын һулар һауабыҙ.

Юлиә. 
Таҙа
булһын йылға-күлдәребеҙ.

Эвелина. 
Дуҫлыҡ булһын беҙҙең арала.

Айтуған.
Һау-сәләмәт булайыҡ үҙебеҙ.

Аделина.  
Һай, маладис, дуҫтарым. Шулай булһын. Ә бының өсөн ни эшләргә?

Тауыштар.
1.
Тыныслыҡты һаҡларға. 2. Тәбиғәтте һаҡларға. 3. Изгелектәр генә ҡылырға.

Аделина.  
Рәхмәт, дуҫтарым. Мин дә шундай уйҙамын.

Күмәк
йыр.

Бүләк
итеп сәскәләр өҙмәнем,

Мин
һеҙгә иң матур йыр эҙләнем.

Ул
йырҙы таптым тыуған илемдә,

Моңло
көй оттом турғай теленән.

Әйҙәгеҙ,
дуҫтар, йырлайыҡ бергә,

Иң
матур йырҙарҙы һайлап ҡына,

Иң
матур йырҙарҙы һайлап ҡына,

Йәшәйек
донъяла һайрап ҡына.

Өләсәйҙән ҡалған һандыҡ.

Гүзәл(Янында бер нисә ҡыҙ һәм малай ултыра. Бөтәһе лә һандыҡтағы әйберҙәрҙе ҡарайҙар.)

Бына ниндәй байлыҡ ҡалдырҙы миңә өләсәйем.Үҙе янына ултыртыр ҙа, һәр әйберҙең тарихын һөйләр ине.Бигерәк һағынам үҙен.

Эй, күпме ғүмер үтеп тә киткән. Былары уның йәш саҡта сиккән ҡулъяулыҡтары. Ә быныһын инде үҫкәсерәк, (таҫтамал күрһәтә) таҫтамал ҡайый торған булғандар. Был   сигелгән әйберҙәр  кейәүгә барғанда, үҙе менән алып килгән әйберҙәре.  Таҫтамалдар, карауат башына селтәрҙәр – барыһы ла бирнәгә тип әҙерләнгән.   

 Эльвина. Гүзәл, ә был балдаҡ кемдеке?

Гүзәл. Минеке.  Ул миңә ҡәртнәйемдән ҡалды –иҫтәлек. Мин уны бик ҡәҙерләп һаҡлайым. Аулаҡ өйгә йыйылғанда, шул балдаҡ менән “йөҙөк һалыш” уйнағандар Лиана“Йөҙөк һалыш .  Беҙгә лә өйрәтегеҙ әле шул уйынды.

Гүзәл. Әйҙәгеҙ, өйрәтәм. Лиана, һин устарына йөҙөк һалғандай йөрөп сыҡ. Тик бер кешенең генә усына һалаһың. Алия, ә һин ситтән генә ҡарап, кемгә һалғанын белергә тырыш. (Алия ситкә китеп ултыра).   Һеҙ устарығыҙҙы тиҙ генә йомоп ултырығыҙ. Иптәшегеҙ йөҙөк кемдә икәнен  белһә, ул кешегә яза бирәбеҙ. Йә, ултырышығыҙ. (Лиана йөҙөк һала.) Йә, әйт әле, йөҙөк кемдә?

Алия.  Йөҙөк – Ильмирала. (Йөҙөк Риназда булып сыға)

Гүзәл.  Белмәнең! Фантик бир.  (Алия фантикты бирә, ситкә күсеп ултыра, уйнамай)

Риназ ситкә барып ултыра.  Лиана тағы йөҙөк һала.

Гүзәл. Йә, …, кемдә йөҙөк?   (Азаматҡа, Эмилға  һала.  Риназ гел дөрөҫ әйтә. Азамат менән Эмиль ситкә күсеп ултыралар.)

(Уйын шулай ике-өс фантик алғансы дауам итә)  Гүзәл. Риназ, ә хәҙер артыңа боролоп ултыр, һәр фантикка яза бирәһең. Лиана. Был фантикка ни яза? — Бейеһен. (Балалар “Шәл бәйләнем” йырын йырлайҙар. Алия бейей.) 

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, Шәлем түңәрәк түгел дә Шәлем түңәрәк түгел.

Ҡ у ш ы м т а:

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.  

Осоп барып һөйләшергә, Осоп барып һөйләшергә, Йәнем күбәләк түгел дә Йәнем күбәләк түгел.

Ҡ у ш ы м т а.

Ҡара бәрәс тиреһе лә Ҡара бәрәс тиреһе лә, Ҡама булыр тиһеңме лә Ҡама булыр тиһеңме?

Ҡ у ш ы м т а.

Һикереп төшөп бейегәндән, Һикереп төшөп бейегәндән Яҙыҡ булыр тиһеңме лә Яҙыҡ булыр тиһеңме?

Ҡ у ш ы м т а:

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә Әннә-гиҙер,әннә-гиҙер генәйем.

Лиана. Был фантикка ни яза? — Бер аяҡта һикереп килһен. (Эмиль һикереп урап сыға) Линара. Был фантикка ни наказ? — Әтәс булып ҡысҡырырға. (Азамат ултырғысҡа баҫып, әтәс булып ҡысҡыра.) (Наказ үтәлгәс кенә, һәр кем үҙ нәмәһен ала. Балалар урындарына ултырышалар.)                  Балалар Гүзәл янына   яҡыныраҡ ултыралар.

Эмиль.Гүзәл, ә тағы ниндәй уйындар уйнай торғайнығыҡ. тип һөйләй ине өләсәйең?

Гүзәл. Йырлы-бейеүле уйындарҙы күп белә торғайны ул. “Наза”, “Косилка-молотилка”, “Өслө”…  Кис етһә, уйынға сыға торғайныҡ. Шунда уйнай инек уларҙы., тип һөйләй ине  Йә булмаһа, берәйһен өйрәтәйем.

Һанашмаҡ әйтә беләһегеҙме?

Балалар. Эйе. Мин дә беләм.

Гүзәл. Йә, кем әйтә?

Риназ. Мин!  Мин! (Йүгереп тора ла бөтәһен дә һанай башлай.)

Аладан-баладан,

Бесәй йөрөй йылғанан.

Сәүкә, сыпсыҡ,

Һин ҡал, был сыҡ!

Ильмира, һин сыҡ!

Гүзәл. Һеҙгә “Наза” уйынын өйрәтәйем, улай булғас.  Парлап баҫығыҙ әле. Ильмираа, һин алға баҫ. Ә йыры ошолай була.

Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

Йәгеҙ, кем башлай? (Балалар парлашып сығып ҡул тотошоп торалар. Улар янына башҡалар ҙа шул рәүешле торалар һәм оҙон парҙар теҙмәһе яһайҙар. Уйын таҡмаҡтар менән оҙатыла.) Балалар  «Наза» көйөнә таҡмаҡ әйтәләр, ә Ильмира теҙелеп торған балалар араһынан береһен алып, уртанан бейеп үтәләр, ә парһыҙ ҡалған кеше алға сыға һәм ул да икенсене алып, уртанан бейеп үтә.)

Наза тигән ҡыҙ баланың

Бөрлөгәне түгелгән.

Көн дә «Наза» уйнағанға

Наза сыҡмай  күңелдән.

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

Сума өйрәк, сума ҡаҙ,

Тәрән күлде ярата.

Мәҙинәбеҙ пар һайлай,

Белмәйем кемде ярата.

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

Роза, Роза,

Роза – гөлдөң сәскәһе.

Хәҙерге матур тормоштоң

Күңелле киләсәге.

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

Беҙҙең ауылдың ҡыҙҙары

Янып тора күҙҙәре.

Төҫкә матур, эшкә батыр

Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары.

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

Сепарат әйләндерә,

Сепарат әйләндерә.,

Клубтарға килеп инһә,

Клубты йәнләндерә.

Ҡушымта: Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш, Наза уңған,

Наза – ударник бала.

            (Уйын туҡтала. Балалар барыһы ла Гүзәл янына йыйыла.)

Гүзәл.  Һай! Өләсәйем иҫкә төшөп китте. Күңелле инеуның менән. Йәш сағығыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ инде, балаҡайҙар, тип әйтеп ҡалдырҙы ул миңә. Күпме күңел байлығы  ҡалдырҙы.

Балалар. Рәхмәт, Гүзәл. Матур уйын өйрәттең һин беҙгә.Өләсәйеңә лә ҙур рәхмәт

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының муниципаль автономиялы Дөйөм белем биреү учреждениеһы Аҡъяр ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

Сәғит ауылының Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе

«Ҡатыҡ тәмләшеү» йолаһы

(фольклор байрамына арналған кисә сценарийы)

Уҡытыусы Абдуллина С. З.

башланғыс кластар уҡытыусыһы

2014

Маҡсат: халыҡ йолалары, байрамдары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына, таҡмаҡтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу, көйҙө дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтеү, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: сәскәләр, ноутбук, ҡалаҡтар, ҡатыҡлы табаҡ.

Ҡатнашалар: ҡыҙҙар, малайҙар, әбейҙәр.

Байрам барышы:

Музыка яңғырай. Болонға ҡыҙҙар инә.

1-се ҡыҙ. Аҡ сәскәләр, күк сәскәләр,

Күп сәскәләр яланда.

2-се ҡыҙ. Беҙ исемен белмәй торған

сәскәләр ҙә күп бында.

3-сө ҡыҙ. Кем буяған, нисек улар

күп төрлө төҫкә кергән!

4-се ҡыҙ. Яҙғы миләүшә сәскәһен

танып була күҙенән.

5-се ҡыҙ. Бына быныһы ынйы сәскә,

хуш еҫ аңҡый үҙенән.

6-сы ҡыҙ. Ҡалай матур сәскәләр!

1-се ҡыҙ. Ялан хуш еҫкә күмелгән!

2-се ҡыҙ. Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, иртәгә ошо болонға ҡатыҡ тәмләшергә киләйек!

3-се ҡыҙ. Минең ҡатығым юҡ.

4-се ҡыҙ. Беҙгә кил, беҙҙең ҡатыҡ күп, өләсәйем бирер.

5-се ҡыҙ. Беҙ күстәнәс тоторбоҙ,

Яңы йырҙар оторбоҙ.

6-сы ҡыҙ. Ҡатыҡ етер һәр кешегә,

Иреп юғалыр телдә.

1-се ҡыҙ. Ҡайһы ергә сығайыҡ?

2-се ҡыҙ. Айғыр тауға сығайыҡ. Барабыҙға ла яҡыныраҡ булыр.

3-сө ҡыҙ. Балитәкле күлдәк кейәйек,

тәңкәләрҙе камзулға теҙәйек.

4-се ҡыҙ. Таҫмалар – сәстә,

Яулыҡтар – башта.

5-се ҡыҙ. Беләҙек, йөҙөк, муйынсаҡтар ҙа онотолмаһын!

6-сы ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, киттек! Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Ҡыҙҙар сығалар. Малайҙар инә.

1-се малай.Малайҙар, иртәгә ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшергә сығалар.

2-се малай.Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә киләйек!

3-сө малай.Мин дә ҡалмайым. Мин дә сығам.

4-се малай.Әйҙәгеҙ.

Малайҙар сығалар.

Алып барыусы. Ҡатыҡ тәмләшеү – бер урам ҡыҙҙарының байрамы. Ул яландар сәскәләргә күмелеп, һыйырҙың һөтө тәмләнгәс, үткәрелгән. Уйында бер нисә оло кеше ҡатнаша торған булған. Ҡыҙҙар, киске уйын ваҡытында һөйләшеп, вәғәҙә бирешкәндәр. Байрамға егеттәр ҙә килгән.

Күңелле музыка. Болонға шаулашып ҡыҙҙар инә, күлдәктәрен өйөрөлөп күрһәтәләр. Бейешеп әйләнгәндә малайҙар килеп инә.

1-се малай. Ҡыҙҙар, беҙ һеҙҙең менән уйнайыҡ әле?

1-се ҡыҙ. Эй был малайҙар! Бер үҙҙәре генә уйнай алмайҙар!

2-се малай. Уйнайыҡ инде һеҙҙең менән?

2-се ҡыҙ. Сәстән тартмаһағыҙ…

3-сө малай. Ю-ю-юҡ!

3-сө ҡыҙ. Хәрәмләшмәһәгеҙ…

4-се малай. Ҡайҙа инде!

Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны

4-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, малайҙар таҡмаҡ әйтешеп алайыҡ.

Ҡыҙҙар. (йырлайҙар)

Эй малайҙар, малайҙар!

Бәләкәй генә малайҙар.

Ҡатыҡ ашап үҫегеҙ,

Артһын һеҙҙең көсөгөҙ.

Малайҙар. (ҡулдарында ҡалаҡтар)

Батыр булып үҫербеҙ,

Киң булһын күңелегеҙ.

Ах, ниндәй малайҙар тиеп,

Ҡыҙыр әле күҙегеҙ!

Ҡыҙҙар. Эй малайҙар, малайҙар!

Түбәләге ҡалайҙар.

Ҡатыҡтарын ашап бөткәс,

Табаҡ төбөн ялайҙар.

Малайҙар. Әле ҡатыҡ ҡапманыҡ,

Ҡатыҡта ҡаймаҡ тапманыҡ.

Әсе ҡатыҡ ашап булмай,

Сеүәтәне алманыҡ.

Алып барыусы. Ҡайһылай оҫта йырлайҙар! Малайҙар шаяныраҡ булып сыҡты. Ҡатыҡтары юҡ, ә ҡалаҡ алырға онотмағандар. Ярай, хәҙер һеҙгә ҡыҙҙар ҡатыҡ әҙерләп тәмләттерерҙәр, ултырып тороғоҙ.

Ҡыҙҙарҙың ҡулында сеүәтә. Бейейҙәр.

Бергә. Ҡулыбыҙҙа сеүәтә,

Бөтәбеҙ таҡмаҡ әйтә.

Тәмле ҡатыҡ йырлата,

Йырлата ла бейетә.

1-се ҡыҙ. Ҡатыҡ ашап ҙурайҙым,

Бигерәк оҙонайҙым.

Йөҙөм түп-түңәрәк,

Тулған айҙай түңәрәк.

Йыр “Айҙар ғынайым”

2-се ҡыҙ. Һөйөнсө, һөйөнсө!

1-се малай. Һөйөнсөгә ҡолағың!

1-се ҡыҙ. Һөйөнсө! Һөйөнсө!

1-се малай.Ауыҙыңа бал да май!

1-се ҡыҙ. Килде таҡмаҡсы әбей,

Таҡмаҡ әйтә лә бейей.

Уның әйткән таҡмағына

Беҙҙең күңелдәр ирей.

Табаҡ тотоп 3 әбей инә. Бейейҙәр

1-се әбей. Ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшә тигәс, килдек әле. Борон заманда беҙҙең өләсәйҙәр беҙгә ҡуйылтмаҡ яһап ялата торғайны (бармағы менән табаҡ төбөн һыпырып ялай. Ҡыҙҙар менән малайҙар уға эйәрә).

2-се әбей. Тәмлеме?

Малайҙар. Тәмле, тәмле, тәмлекәс!

Ҡыҙҙар. Инәй, уны нисек эшләйҙәр?

5-се ҡыҙ. Ә мин беләм, уны өләсәйем ялата.

1-се әбей. Тәүҙә ҡорот әҙерләргә кәрәк. Ҡоротто нисек ҡуйырға өйрәтәйемме?

Ҡатыҡ ҡойҙом ҡаҙанға,

Ҡатыҡҡа ике аҙна.

Эркет ҡайнай ҡаҙанда,

Ҡабармай болғағанда.

Эркет ҡайнаны урғып,

Һөҙҙөм иләкте алып.

Ултырҙы ул тонғансы,

Тағы бер кис ҡунғансы.

Тап-таҙа тоҡҡа ҡойҙом,

Баш түбән аҫып ҡуйҙым.

Эркет һыуҙары аҡты,

Аҡ ташты һалдым тағы.

Тоҡто асһам, ап-аҡ ҡорот,

Услап-услап уны тот.

Юҡ икән тоҙо, кәрәк,

Тоҙһоҙ сөсө бигерәк.

3-сө әбей. Ҡорот йомарлаған саҡта табаҡ төбөнә йәш ҡорот ҡалдырып, һөт ҡойоп ҡуяһың.

2-се әбей. Уны тәмле булһын тиһәң,

Яңы һөттө ҡояһың.

Ҡаймаҡ ҡушһаң, бигерәк шәп,

Их, ялап бер туяһың.

1-се әбей. Бына, балалар, ҡуйылтмаҡ шулай яһала.

2-се әбей. Был матур йоланы онотмай, уйнап йөрөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, балалар.

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, хәҙер бер аҙ уйнап алайыҡ.

Бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Йөҙөк һалыш” уйыны.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/303178-scenarij-folklornogo-meroprijatija

Автор: Исхакова Диля Адигамовна
Должность: учитель башкирского языка и литературы

Учебное заведение: МОБУ СОШ с.Тубинский Баймакского района, Республики Башкортостан
Населённый пункт: Республика Башкортостан, Баймакский район, с. Тубинский
Наименование материала: Разработка башкирского национального праздника «Ҡарға бутҡаһы»
Тема: Сценарий башкирского национального праздника «Ҡарға бутҡаһы»

Раздел: среднее образование

Ҡарға бутҡаһы

1-се күренеш

Сәхнә ауыл урамына оҡшатып биҙәлгән. Магнитофон таҫмаһынан «ауыл

тауышы»

ишетелә:

һыйыр

ҡысҡырған,

кәзә-һарыҡ

баҡырған,

аттар

кешнәгән,

әтәстәр

ҡысҡырған

тауыштар…

Ҡош-ҡорт

тауышы

ҡурай,

ҡумыҙ моңо менән ҡушыла. Йыраҡтан бала-сағаның «Ҡарға бутҡаһы!

Ҡарға

бутҡаһынан

ҡалмағыҙ!»,

«Ҡар-р»,

«Ҡар-р!»

тигән

тауыштары

ишетелә. «Эх, матур яҙ килә!» йыры менән балалар сәхнәгә үтәләр. Улар

яланаяҡтан, ҡайһы берҙәре салбар балағын һыҙғанып ҡуйған. Бер малай

ҡолға

күтәргән,

ҡолғала

һөлгөләр,

ҡулъяулыҡтар,

күбеһе

ҡулдарына

янсыҡ, бүрек тотҡандар. Малайҙар шаулашып, ҡарға кеүек итеп ҡулдары

менән ҡағыналар:

Ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р

Ҡарға туйына бар-р, бар-р

Ҡарға туйына бармағандың

Күңелең булыр тар-р, тар-р,

Ҡарға туйына бар-р, бар-р.

Уларҙың тауышы ҡурай, ҡумыҙ, думбыра тауышына күмелеп ҡала.

Сәхнәгә шаулаша-шаулаша төрлө яҡтан ҡыҙҙар, йәш килендәр, өлкәнерәк

апайҙар, әбейҙәр инә. Малайҙар апайҙарға ҡарап таҡмаҡ әйтә:

1-се малай.

Һөлгө йыям, күрегеҙ,

Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып,

Ҡарға туйға килегеҙ.

2-се малай.

Өйҙәһегеҙ бит, апай ,

Тиҙерәк бир йомортҡа.

Миңә бирһәң бер йомортҡа

Тауығың һалыр йөҙ йомортҡа.

3-сө малай.

Май кәрәк, ярма кәрәк

Ҡарға туйына барыһы ла кәрәк.

Тағы булһа, он сығар.

4-се малай.

Шәкәр кәрәк, тоҙ кәрәк,

Сығар, апай, тиҙрәк!

Һинең кеүек уңған апай

Был донъяла бик һирәк.

Балаларҙың арҡаһынан һөйә-һөйә, ҡатын-ҡыҙҙар ҡолғаларға төрлө төҫтәге

сепрәктәр,

таҫмалар,

яулыҡтар

һ.б.

бүләктәр

тағалар,

бүректәренә

йомортҡа, ярма тултыралар. Хуплау тауыштары ишетелә.

Бер әбей. Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал да май.

Малайҙар. Рәхмәт әбей! Рәхәт йәшә.

Малайҙар ҡарҡылдаша-ҡарҡылдаша сәхнәнән сыға башлайҙар:

Ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р

Ҡарға туйына бар-р, бар-р.

(Уларҙың

тауышы

магнитофон

таҫмаһынан

ишетелгән

ҡош-ҡорт

һәм

ҡурай, ҡумыҙ, думбыра тауыштары менән ҡушыла.)

II күренеш

Сәхнә түбәндәгесә биҙәлгән: артҡы планда тауҙар, ағаслыҡтар, бер-ике

ҡыуыш

күренә;

алғы

планда,

тау

итәгендә,

өсаяҡлы

таған,

бүләктәр

бәйләнгән ҡолға тора. Сәхнәнең бер яғында гармунсы, ә икенсе яҡта

ҡурайсы, халыҡ көйөн уйнайҙар. Шул көйгә биҙрә сиртә-сиртә ҡыҙҙар,

апайҙар килеп инә, Улар күңелле шаулашалар. Берәүҙәре табаҡ менән

ярма, икенселәре самауыр, өсөнсөләре батмус менән сынаяҡтар тотҡан,

ҡайһы

берҙәре

һыу

көйәнтәләгән.

Ике

яҡтан

ҡолаҡлы

ҡаҙан

тотоп

үтеүселәр ҙә бар.

(«Ҡарға бутҡаһы» көйө яңғырай.)

Башлап йөрөүсе (башҡорт халҡының милли кейемендә):

— Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн

тыуҙы.

Башҡалар. Көн тыуҙы, көн тыуҙы!

Башлап йөрөүсе. Сәлимә менән Хәлимә ана тегендә (ҡулы менән ишара

яһай) ҡаҙан аҫып, бутҡа бешерһендәр, ә һеҙ, бер нисә малай, ярҙамға

барығыҙ. Ҡалғандарыбыҙ, бутҡа бешкәнсе, йырлап-бейеп алайыҡ әле.

(Күмәкләп таҡмаҡ әйтәләр, башлап йөрөүсе бейей.)

Бейе әле, бейе әле

Бейегәнең юҡ әле.

Бейегәнең булмаһа ла

Матур бейейһең әле.

Йәш еңгәй йырлай-йырлай бейей:

Ондо һатып алһаҡ та

Икмәк үҙебеҙҙеке.

Нисә төшөп бейеһәк тә

Тәпәй үҙебеҙҙеке.

Бергә. Алмағастың алмаһын

Ҡарға-ҡоҙғон алмаһын.

Йәш ваҡытта бейеп ҡалайыҡ

Үкенескә ҡалмаһын.

Ҡытайский әфлисун

Килә икән йәшниктә.

Ҡартайғастын үкенербеҙ

Төшөп бейейек йәшлектә.

Башлап йөрөүсе балалар араһында төрлө уйындар, ярыштар ойоштора.

Ҡалаҡҡа йомортҡа ҡуйып йүгереү, ҡапсыҡ кейеп йүгереү, бағана башына

менеү шикелле ярыштар, «Селтәр элдем ситәнгә», «Аҡ тирәк, күк тирәк»,

«Йөҙөк һалыу» кеүек таҡмаҡлы уйындар башҡарыла. Уҡыусылар милли

кейемдәрҙә

бейейҙәр,

йырлайҙар

үҙҙәренең

һөнәр-оҫталыҡтарын

күрһәтәләр.

Башлап

йөрөүсе.

И-и-и!

Уйын-көлкөләр

менән

бутҡаны

бөтөнләй

онотҡанбыҙ бит. Бутҡа бешкәндер инде, балалар.

Бөтәһе бергә.

Тәмле микән бутҡаһы

Ауыҙ итәйек әле.

Матур яҙҙы ҡаршылап

Байрам итәйек әле.

III күренеш

Сәхнәгә һауыттар, ҡалаҡтар тотҡан малайҙар, ҡыҙҙар күтәрелә.

I төркөм.

Әпәләмә, түпәләмә

Һауытҡайым, тулып кит.

II төркөм.

Ашып сыҡ, тулып сыҡ

Ҡайҙан сыҡһаң шунан сыҡ.

Түңәрәкләнеп ултырып бутҡа ашай башлайҙар. Ашап бөткәс, һауыттарын

күтәреп, ҡалаҡтары менән шаҡылдап, таҡмаҡлайҙар.

I төркөм.

Бығыр-бығыр бутҡа бешкән,

Уртаһына аҡ май төшкән.

Яу, ямғырым, яу, яу,

Яу, яу, ямғыр яу!

II төркөм.

Ямғырҡайым, яу, яу!

Майлы бутҡа бирермен.

Майлы бутҡа ҡаҙанда,

Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа.

Ямғырҡайым, яу, яу,

Яу, яу, ямғырым.

I төркөм.

Иртәнсәк тә, кисен дә

Илгә ҡытлыҡ килмәһен.

Игендәрҙе үҫтерһен,

Беҙгә туҡлыҡ килтерһен,

Ямғырҡайым, яу, яу,

Беҙ булайыҡ һау, һау.

1-се ҡыҙ. Малайҙар, ҡыҙҙар, кемдә бутҡа бар?

2-се ҡыҙ. Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар.

3-сө ҡыҙ. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.

(Ағас төптәренә бутҡа һалғандай итәләр һәм таҡмаҡлайҙар.)

Бергә.

Ҡара ҡарға ашаһын,

Ала ҡарға ашаһын.

Ҡара ҡарға ашамаһа

Ала ҡарға ашаһын.

Ҡарға килмәй — ҡар китмәй,

Ҡарға килмәй — яҙ етмәй,

Ҡабул итеп йыйынды,

Ҡабул итеп һыйымды,

Беҙгә ямғыр яуҙырһын.

Битен йыуһын тау-ҡырҙың.

1-се

ҡыҙ.

Әйҙәгеҙ

әле,

ҡайтып

киткәнсе

«Алырмын

Алма

ҡош»он

уйнайыҡ.

— Алырмын алма ҡош.

— Бирермен Бирмә ҡош (отолған себешкә яза бирелә.)

— Айгөл тотолдо, яза бирәбеҙ, яза бирәбеҙ.

— Бейеһен, бейеһен!

(«Гөлнәзирә» көйөнә бейей, ҡалғандар ҡул сабып йырлайҙар.)

Күршеләргә ҡунаҡ килгән

Инде ни хәл итәйем.

Туҡмаҡ ҡойроҡ, ҡара бәрәс

Һуйып ҡунаҡ итәйем.

Ҡушымта.

Һай эйелмәй, бөгөлмәй,

Матур баҫа түгелме?

Матур баҫып бейегәндә,

Күңел аса түгелме.

Кара бәрәс тиреһе лә

Ҡама булыр тинеңме.

Һикереп төшөп бейегәндә

Яҙыҡ булыр тиһеңме?

Ҡушымта шул уҡ.

2-се ҡыҙ.

Көймәләре сәңгелсәк

Арбалары калтырсак.

Бергә.

Ҡарға туйы булды тамам

Инде килде ҡайтыр саҡ.

Башлап йөрөүсе.

Арғы яҡта — һаҙ һайын

Бирге яҡта — аҙ ҡайын.

Бергә.

Имен торһон донъялар

Күрешербеҙ яҙ һайын.

Йырлай-йырлай, бейей-бейе тарала башлайҙар, сәхнә ябыла.

Скачать (PPTX, Неизвестный)

Сәк-сәк байрамы

 Залда башҡорт аш –һыу төрҙәре тип аталған стенд, өҫтәл милли колоритлы таҫтамалдар менән биҙәлгән, унда  ҡамырҙан бешерелгән аш төрҙәре.

Сара  Радик Юлъяҡшин башҡарыуында йыр менән башлана

Гөлнара Рәшитова һүҙҙәре,

Музыка: Урал Султанов

1 слайд

“Сәк-сәк”

1) Бер байрам да үтмәй беҙҙә

Йырҙарһыҙ һәм бейеүһеҙ,

Бер табын да булмай беҙҙә

Сәк-сәксәкһеҙ, тәмле сәйһеҙ.

Үҙе баллы, үҙе татлы

Ирендәрең төҫлө,

Әллә сәк-сәк яратҡанға

Күңелем бигрәк  хисле.

Ҡушымта:

Сәк-сәк, эх, татлы ла,

Сәк-сәк, эх, баллы ла!

Сәк-сәк, эх, тәмле лә,

Телдәрҙе йоторлоҡ.

Сәк-сәк, эх, татлы ла,

Сәк-сәк, эх, баллы ла!

Сәк-сәк, эх, тәмле лә,

Доньяны он(о)торлоҡ.

2) Баллы ризыҡ яратҡандар-

Асыҡ күңеллеләр,

Кәйефтәре күтәренке,

Һәр саҡ һөйкөмлөләр.

Шуның өсөн сәк-сәк менән

Сәйҙе йыш эсһәгеҙ,

Йөҙкәйегеҙ гел шат булыр,

Артасаҡ   көсөгөҙ.

2 слайд

1 Алып барыусы:

Сәк-сәк кеүек тәмле ризыҡ
Өҫтәлдәрҙе биҙәгән,
Шуға күрә беҙҙең халыҡ
Өҫтәленән өҙмәгән.

2 Алып барыусы:

Сәк-сәкте һуң кем яратмай,

Бик тәмле бит ул сәк-сәк.

Ниндәй ҙә шат булыр инек,

Көндә сәк-сәк бешерһәк.

Сәк-сәк байрам һыйы ғына,

Көндә дә байрам буламы,

Аш ашап өйрәнгән кеше

Сәк-сәк ашап туямы?

Шуға уның исеме лә

Аҙ ғына , сәк-сәк кенә.

Ана, майҙа бешеп сыҡты,-

Көтөп тор саҡ-саҡ ҡына.

Г. Юнысова

Башҡорт бейеүе. Сәк-сәк бешереү элементтарын ҡулланып башҡарыла.

1 Алып барыусы:

Башҡорт халҡының милли ризыҡтары бик күп. Шуларҙың затлыһы,
моғайын, сәк-сәктер. Уны төрлө тантаналы сараларға, бигерәк тә, никахҡа, туйға, балаға исем ҡушыу, Ҡөрьән уҡытҡанда, дини байрамдарҙа бешерәләр. Уны иң дәрәжәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғанда ҡулланалар. Ҡунаҡтарға бүләк итеп тапшырыу ҙа матур күренеш.

3 слайд

2 Алып барыусы: Шулай шул. Леонид  Якубовичтың “Мөғжизә яланы” тапшырырыуына күстәнәскә  ла төрки телле халыҡтар вәкилдәре сәк-сәк, бауырһаҡ бешереп алып бара.  Тапшырыуҙы алып барыусы ла беҙҙең аш –төрө икәнен белеп бөткән. Әйткәндәй, Башҡортостандан Азат Атанғолов “Мөғжизә яланы” уйынына барып, бер юлы ике музыка ҡоралында уйнап ҡайтты. Хатта Якубович та түҙмәй бейергә төшөп китә. Аҙаҡ Азат сәк-сәк бүләк итте.

4-5 слайдтар

1 Алып барыусы:  Афарин егет тип әйтергә генә ҡала инде Азат тураһында!  Эй, ҡара әле, ниндәй матур зауыҡлы итеп биҙәлгән сәк-сәктәр! Биҙәүҙәренә шул хәтлем күҙ ҡыҙа. Ирекһеҙҙән, теләһәң дә теләмәһәң дә ҡул үҙенән үҙе сәк-сәккә үрелә. Әммә уларҙы һәр кем дә оҫта бешерә, затлы итеп биҙәй белмәй шул. Арабыҙҙа ундайҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына.

2 Алып барыусы: Ә бөгөн беҙҙә шундай оҫтабикәләр йыйылған. Улар әҙерләгән был затлы аҙыҡҡа ҡарап, ауыҙҙан һыуҙар килә. Беҙ уларға бөгөн һүҙҙе бирәбеҙ. Башта уларҙың бешереү оҫталығына баһа биреү өсөн жюри ағзалары менән таныштырып китәбеҙ.

Улар:

1.

2.

3.

1 Алып барыусы: Хәҙер һүҙҙе хужабикәләргә бирәбеҙ. Улар үҙҙәренең визиткаһы менән сығыш яһап, сәк-сәк бешереү оҫталығы менән бүлешәсәк.

Визитка өсөн темаға ярашлы шиғыр юлдары, бейеү, йыр алырға мөмкин.

2 Алып барыусы: Бына оҫтабикәләребеҙ сығыш та яһап бөттө. Жюри ағзалары эштәрен башҡарғансы шиғырҙар тыңлап алайыҡ.

6 слайд

Бер ҡыҙ бала һөйләй:

Сәк-сәк

Рәсимә Ураҡсина

Рәхмәт өләсәйгә,

Ярҙам итә әсәйгә,

Сәксәк бешерә сәйгә.

Мин өйрәнәм, ҡарайым,

Яйын белеп ҡалайым.

Сәксәк йөҙ йомортҡаға!

Ҡоҙағыйға, ҡоҙаға.

Бешерҙек өс көн, өс төн,

Ябып торҙоҡ та өҫтөн.

Өләсәй ҡамыр баҫа,

Үҙе беҙгә сер аса:

— Сей йомортҡа ҡамырға

Ап-аҡ онға һалырға.

Ҡамыры була йомшаҡ,

Тәгәрәтеүгә бушаҡ.

Йөҙ йомарламға бүлдем,

Һанап һалғанда белдем.

Йомарламдар һуҙыла,

Йомро «бауҙар» теҙелә.

«Бау» киҫелә шаҡмаҡлап

Бешерәбеҙ таҡмаҡлап:

«Сәскә килен сәксәге,

Килен туйҙың сәсәге.

Уңып бешһен сәксәге,

Уң булыр киләсәге!»

1 Алып барыусы:  Ә һин беләһеңме,  шундай рекорд —  6 метрлы бер тонна сәк-сәк — Ҡазанда ҡаланың 1000 йыллығын билдәләгәндә ҡуйылғайны. Был сәк-сәкте эшләү өсөн 3550  йомортҡа,  330 он,  2 кг тоҙ, 128 кг- шәкәр, 400 кг бал кәрәк булды. Сәк-сәк барыһына ла етте. 100 граммлы порция итеп бүлһәң дә 10 мең кешене ашатып туйҙырырға була.

7 слайд

2 Алып барыусы:12.02.2016 йылда беҙҙең Башҡортостанда уларҙан да арттырып ебәрҙеләр хатта. Сәк-сәктән  яһалған алтын төҫөндәге ҡурай сәскәһе Башҡортостандың символы һәм мәҙәни коды булыу ихтималлығына эйә. Рекордты Рәсәйҙең Рекордтар китабы вәкилдәре теркәне. Сәк-сәк өсөн 700 килограмм он, 7500 йомортҡа, 670 литр көнбағыш майы тотонолдо. Сәк-сәк өсөн Бөрйән балы һайланған. Ете тажлы татлы ҡурай сәскәһе өсөн 6 феләк бал сарыф ителгән.Ҡурай сәскәһе берәр метр бейеклектә, өсәр ҡат шайбанан ҡоролған. Улар үҙ-ара метр оҙонлоҡтағы һабаҡтар менән  тоташтырылған. Сәк-сәк оҫталары бер айлыҡ эште аҙна дауамында башҡарған. Өфө оҫталары бешергән донъяның иң ҙур сәк-сәген Ғашиҡтар көнөндә  «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында ғашиҡтар ҙа, ғашиҡ булырға теләүселәр ҙә  тәмләгән.

8-9 слайдтар

1 Алып барыусы:

 Ҡазан халҡы Донъя Чемпионатына арнап, футбол тубы рәүешендә  4 тонна  26 килограмм ауырлығында сәк-сәк әҙерләне. Был сәк-сәкте әҙерләү өсөн туғыҙ мең йомортҡа, берәр тонна он һәм бал кәрәк булды. Туптың ҡара элементтары шоколад мастикаһынан эшләнгән.

10 слайд

1 Алып барыусы:

 Ә һин беләһеңме төрки телле халыҡтарҙа сәк –сәк төрлөсә аталғанын? Пешмене төрөкмәндәр бешерә. Таджиктар сәк-сәкте бешергәндә,  фисташка һәм грек сәтләүеге ҡуллана. Бохар калеве лә бешерә. Үзбәк халҡы һарыҡ майын да ҡушып ебәрә. Ҡырғыҙҙарҙа сәк-сәккә яҡын аҙыҡ төрө  тан-мошо,  санза тип атала.

11-12-13 слайдтар

2 Алып барыусы: Эйе, башҡорт халҡы борондан- борон аш-һыуға маһир булған. Бөгөн дә улар оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Хәҙер һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ.

Жюри ағзаларының еңеүселәрҙе билдәләүе.

Бүләкләү.

1 Алып барыусы:

Төбәгебеҙҙә йәшәүсе халыҡтың башҡорт милли аш-һыу йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәш быуынды халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ылыҡтырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу бөгөнгө сарабыҙҙың төп маҡсаттарының береһе. Әле йәшәгән ауылыбыҙҙан килгән ҡәйнәләр, килендәр, еңгәләр, үҫмер ҡыҙҙар, уңған хужабикәләр тәмле май еҫтәрен таратып милли ризыҡтар- сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡтарын үҙ рецебына таянып бешереп килтерҙе. Бында ниндәй генә ҡамыр аштарын күрмәҫһең! Ә сәк-сәктең ниндәй генә төрө юҡ! Биҙәкләп тә, баллап та! Аш-һыуға, милли мираҫҡа ихтирам уятҡан, милли рухты үҫтергән ошо матур сара аша башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының уңғанлығын күрәбеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәҡ тә, ниндәй тарафтарҙа йөрөһәк тә, тыуған илебеҙҙе хөрмәт итергә,  йолаларын белеп торорға, ә иң мөһиме- онотмаҫҡа, алдағы быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Йолаһын белгән кеше, имен кеше. Күңеле  бай кеше.  Киләсәк быуын үҙ милләте йолаларында үҫһә, киләсәгебеҙҙә имен буласаҡ.

2 Алып барыусы: Бөгөнгө сарабыҙ тамамланыуға бара. Хәҙер тамашасыларыбыҙҙы, килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы сәк-сәк менән сәй эсергә саҡырабыҙ.

14 слайд

Визиткалар өсөн шиғыр юлдары:

Ауыҙ итегеҙ ашымдан,

Сәк-сәк оҡшаш ҡурайға.

Күстәнәсебеҙ булып төшһөн ул

Беҙҙән һеҙҙең табынға.

******************************

Бешерелгән тәмле сәк-сәк

Ап-аҡ бойҙай ононан,

Йомортҡаға баҫылған да,

Тәмле балға ҡойонған.

******************************

Татлы, баллы сәк-сәгемде

Хөрмәт менән тапшырам,

Күңелдәргә хуш килер, тип

Саф күңелдән ышанам.

********************************

Бауырһаҡ. Тамара Ғәниева

Ун йомортҡа һыт та, иләп, он ҡуш,
Бер стакан аҡ май иретеп һал.
һеркә ҡушҡан семтем сода өҫтә,
Балғалаҡ тоҙ. Ҡамыр яһа шунан.
йә булдымы? Ваҡ-ваҡ киҫкелә лә
Тәгәрләтеп яһа оҙонса бау.
Борсаҡ-борсаҡ уны ҡырҡҡылап сыҡ,
Үткер бысаҡ менән йәтеш турау!
Ҡыҙғанмайҙа шыжлап бешкәнендә
һөҙгө менән бутап, болғатып тор.
Ашыҡтырма! Бауырһағың алһыу
Төҫкә инһә, табын үтә матур.
Баллап өйөп ҡуйһаң, сәк-сәк була,
Ҡалай иткәндә лә ҡотло-затлы.
Юҡҡамы ни, туйҙың иң зиннәтле
Күстәнәсе, тиҙәр бауырһаҡты.

*******************************

Бауырһаҡты кем белмәй, кем ашамай,

Кем күрмәй?! Йә, кем белмәй?!!
Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, хатта яҡын күрәбеҙ.
Бауыр-бауыр бауырһаҡ тип,талымһаҡ та
ҡабымһаҡ тип,танһыҡ аш тип һөйәбеҙ,

Табын түрен йәмләп торған тәмле аш, тип беләбеҙ.

Автор: Лукманова Алина Юрисовна

музыкальный руководитель МБДОУ “Башкирский детский сад №221”

“Ҡорама йола байрамы”

Ҡорама йолаһы байрамы

Ҡораманан тегелгән әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолаған. Сәхнә боронғоса биҙәлгән, унда өләсәй йөн эрләп ултыра.Бала йүгереп сыға.

Бала:Өләсәй, Өләсәй!Һөйөнсө!

Өләсәй: Һөйөнсөгә – бер күлдәк тегеп бирәм, йә әйтә һал.

Бала:Әсәйем бәпәй алып ҡайта, һеңлем тыуған!

Өләсәй: Бик яҡшы һөйөнөс бит был! Бар балам, еңгәләреңде, ҡыҙҙар-малайҙарҙы өмәгә саҡыр, Ҡорама йолаһын үткәрәйек. 

(Еңгә – апайҙа, балалар инә)

Балалар: Һаумыһығыҙ!

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ!Өләсәй!

Өләсәй: Һауғынабыҙ! Түрҙән уҙығыҙ, бына минең йейәнсәрем тыуҙы, шуға ла, йәш сабый балаға ҡорама күлдәк тегергә саҡырҙым. Борон йола буйынса тыуыр балаға алдан әйбер әҙерләргә ҡушмағандар ололар. Бәпес тыуғас – беҙ уға ҡорамаларҙан  күлдәк тегәйек! Тағы ла бетеү күлдәк тегербеҙ. Ҡалған ҡорамаларҙан  бетеү юрған яһарбыҙ. Әйҙәгеҙ, ике кеше күрмәһен, икендегә етмәһен, эшебеҙ уң булһын, тип өмәгә тотонайыҡ.

(Еңгәләр тегә башлайҙар)

Тәрбиәсе: Өләсәй, беҙҙең балалар ҡорама тураһында бик матур шиғырҙар ҙа беләләр.

Шиғыр: “Нурҙар сәсә әсәйем” (З. Алтынбаева)

Ташларға тип һалған ерҙән,

Кейемдәр табып алып.

Ҡорамалар ҡорап ҡуйҙы,

Әсәйем һүтеп һалып.

“Туҡта әле”, – тип әйтте ул, 

“Икенсе йән өрәйек.

Һиңә лә кәрәге тейер,

Түшәк итеп тегәйек”.

Бына шулай буш ваҡытын,

Әрәм итмәй әсәйем.

Ҡора, тегә, бәйләй сигә

Һоҡланыуҙан сәсәйем.

Хоҙай һаулығыңды бирһен,

Сәс нурҙарың, әсәйем!

Миндә һинән фәһем алып,

Үрнәк алып йәшәйем.

Өләсәй: Афарин! 

Бала: Еңгә, һеҙ матур ғына итеп нимә тегәһегеҙ ул?

Еңгә: Ҡорама күлдәк тегәбеҙ.

Бала: Ә кемгә кейҙерәһегеҙ был күлдәкте?

Өләсәй: Яңы тыуған бәпестәр өсөн ул, балалар.

Бала: Ә ни өсөн кейҙерәһегеҙ уны?

Өләсәй: Йәш сабый балаға ҡорама күлдәк тегәбеҙ, балалар. Өйрәнеп белеп тороғоҙ. Иң тәүге  күлдәкте “бетеү күлдәк”, тиҙәр. Бетеү күлдәк көн дә һыу ҡойондорған һайын  – кейҙерелгән.  Күлдәк өсөн ҡорама әбей-бабайҙарҙың иҙеүҙәренән, яғаларынан уйып алынған ҡорама тауар киҫәге булырға тейеш. Бетеү күлдәкте ташламайҙар, һалып ҡуялар. Ул ғүмер буйы кешене һаҡлай, хатта уның бала-сағаларын да һаҡлау көсөнә эйә икән. 

Беҙҙең яҡ башҡорттары элек балаға ғүмер теләп, өс ҡорама күлдәк теккән. Тәүге күлдәк – өс төрлө ҡорама тауар ҡоршап тегелгән , икенсеһе – ете ҡораманан, өсөнсөһө ҡырҡ ҡораманан торған. Был күлдәктәрҙе, баланан ҡалғас, ағын һыуҙа ағыҙыу йолаһы булған. 

Тәрбиәсе: Ағын һыу көсөнә беҙ ҙә ышанабыҙ. Һыу менән бөтә сирҙе дауалап була. Бисмилла тип, теләк теләп йотомлап эсергә генә кәрәк. Ә ҡорама күлдәкте ағын һыуға ағыҙғандарын ишеткәнем юҡ. 

Өләсәй:Яҙ еткәс йылғалар асылғас ҡорама күлдәкте ағын һыуҙаағыҙыпебәргәндәр.

Тәрбиәсе:Беҙ Яҙ тураһында бик матур йыр беләбеҙ.

Йыр “Яҙ саҡыра” (Н. Дәүләтҡолова)

Тамсы тама: “Тып-тып, – тип, – 

Көн йылынды”, – тип-тип-тип.

Тамсы тама: “Тып-тып, – тип, 

Миңә – тышҡа сыҡ-сыҡ” – тип.

2.Ҡоштар һайрай: “Сут-сут, – тип. – 

Яҙҙар етте”, – тип-тип-тип.

Ҡоштар һайрай: “Сут-сут, – тип. – 

Тыуған яҡҡа ҡайттыҡ”, – тип.

Еңгә: Өләсәй, бетеү күлдәкте тегеп бөттөк тә инде.(Күрһәтә)

Өләсәй:Бик матур килеп сыҡҡан, килендәр! Афарин!

 Еңгә: Өләсәй, ҡорама күп ҡалды бит әле, әйҙәгеҙ юрған яһайыҡ.

Өләсәй: Дөрөҫ уйлайһығыҙ, килендәр! Бала тыуғас, әсәһе, өләсәһе, ҡәйнәһе йәки башҡа оло әбей бәпәйгә бетеүле юрған эшләгән. Был юрған да өсмөйөшлө ҡорамаларҙан торған. Бетеүле юрған баланы яман күҙҙән, ен-пәрейҙән, ауырыу эйәләренән һаҡлаған.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ өләсәйҙең әйткән һүҙҙәрен аңланығыҙмы? (Яуаптар) Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ. Таҡта янына сығып был төҫлө өсмөйөштәрҙән юрған яһап ҡарайыҡ. Әйҙә, Әмирә, һин башла! (Бала таҡта йәки мольберт янына сығып, төҫлө ҡағыҙҙан эшләнгән өсмөйөштө, магнит төймәһе менән таҡтаға йәбештерә).

Аппликация 

Тәрбиәсе: Бик ҡыҙыҡлы икән. Бетеү тигән өсмөйөш яман күҙҙе ҡурҡыта инде, улайһа. Ҡыҙҙарҙың сәс толомон ҡаплап торған елкәсуҡ та өсмөйөшлө бетеү кеүек. Ҡыҙҙар күрһәтегеҙ әле.(Күрһәтәләр)

Өләсәй:Ҡалай матур, әллә бейеп тә күрһәтәгеҙме?

Башҡорт бейеүе 

Шиғырҙар: Өләсәйҙән ҡалған мираҫ – 

Сигеүҙәр, ҡорамалар…

Һәр биҙәге нур һибә шул – 

Ах, оҫта, алтын ҡулдар!

Күңел биреп ҡорама ҡорам,

Әйтерһең йәйғор һуҙам.

Үҙемә булһа йыуаныс,

Халҡым ҡарап ҡыуаныр.

Халҡымдың был шөғөлөн

Һис ҡасан онотмайыҡ.

Матур биҙәктәр тыуҙырып

Милләт ҡотон һаҡлайыҡ.

Өләсәй: Һай, афарин! Бик матур шиғырҙар беләһегеҙ икән. Йолабыҙҙы йомғаҡлайыҡ. Һеҙгә оҡшанымы? (Йомғаҡлау)Таҙа – һау булып, бәхетле булығыҙ. Һаубулығыҙ!

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Фольклорный праздник завалинка
  • Фоллаут 4 сценарий серебряного плаща
  • Фокусы от деда мороза сценарий
  • Фольклорный праздник жаворонки весну кличут
  • Фокусники иллюзионисты на праздник