Корама байрамы сценарий башкортса

"Ҡорама йола байрамы"

Автор: Лукманова Алина Юрисовна

музыкальный руководитель МБДОУ “Башкирский детский сад №221”

“Ҡорама йола байрамы”

Ҡорама йолаһы байрамы

Ҡораманан тегелгән әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолаған. Сәхнә боронғоса биҙәлгән, унда өләсәй йөн эрләп ултыра.Бала йүгереп сыға.

Бала:Өләсәй, Өләсәй!Һөйөнсө!

Өләсәй: Һөйөнсөгә – бер күлдәк тегеп бирәм, йә әйтә һал.

Бала:Әсәйем бәпәй алып ҡайта, һеңлем тыуған!

Өләсәй: Бик яҡшы һөйөнөс бит был! Бар балам, еңгәләреңде, ҡыҙҙар-малайҙарҙы өмәгә саҡыр, Ҡорама йолаһын үткәрәйек. 

(Еңгә – апайҙа, балалар инә)

Балалар: Һаумыһығыҙ!

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ!Өләсәй!

Өләсәй: Һауғынабыҙ! Түрҙән уҙығыҙ, бына минең йейәнсәрем тыуҙы, шуға ла, йәш сабый балаға ҡорама күлдәк тегергә саҡырҙым. Борон йола буйынса тыуыр балаға алдан әйбер әҙерләргә ҡушмағандар ололар. Бәпес тыуғас – беҙ уға ҡорамаларҙан  күлдәк тегәйек! Тағы ла бетеү күлдәк тегербеҙ. Ҡалған ҡорамаларҙан  бетеү юрған яһарбыҙ. Әйҙәгеҙ, ике кеше күрмәһен, икендегә етмәһен, эшебеҙ уң булһын, тип өмәгә тотонайыҡ.

(Еңгәләр тегә башлайҙар)

Тәрбиәсе: Өләсәй, беҙҙең балалар ҡорама тураһында бик матур шиғырҙар ҙа беләләр.

Шиғыр: “Нурҙар сәсә әсәйем” (З. Алтынбаева)

Ташларға тип һалған ерҙән,

Кейемдәр табып алып.

Ҡорамалар ҡорап ҡуйҙы,

Әсәйем һүтеп һалып.

“Туҡта әле”, – тип әйтте ул, 

“Икенсе йән өрәйек.

Һиңә лә кәрәге тейер,

Түшәк итеп тегәйек”.

Бына шулай буш ваҡытын,

Әрәм итмәй әсәйем.

Ҡора, тегә, бәйләй сигә

Һоҡланыуҙан сәсәйем.

Хоҙай һаулығыңды бирһен,

Сәс нурҙарың, әсәйем!

Миндә һинән фәһем алып,

Үрнәк алып йәшәйем.

Өләсәй: Афарин! 

Бала: Еңгә, һеҙ матур ғына итеп нимә тегәһегеҙ ул?

Еңгә: Ҡорама күлдәк тегәбеҙ.

Бала: Ә кемгә кейҙерәһегеҙ был күлдәкте?

Өләсәй: Яңы тыуған бәпестәр өсөн ул, балалар.

Бала: Ә ни өсөн кейҙерәһегеҙ уны?

Өләсәй: Йәш сабый балаға ҡорама күлдәк тегәбеҙ, балалар. Өйрәнеп белеп тороғоҙ. Иң тәүге  күлдәкте “бетеү күлдәк”, тиҙәр. Бетеү күлдәк көн дә һыу ҡойондорған һайын  – кейҙерелгән.  Күлдәк өсөн ҡорама әбей-бабайҙарҙың иҙеүҙәренән, яғаларынан уйып алынған ҡорама тауар киҫәге булырға тейеш. Бетеү күлдәкте ташламайҙар, һалып ҡуялар. Ул ғүмер буйы кешене һаҡлай, хатта уның бала-сағаларын да һаҡлау көсөнә эйә икән. 

Беҙҙең яҡ башҡорттары элек балаға ғүмер теләп, өс ҡорама күлдәк теккән. Тәүге күлдәк – өс төрлө ҡорама тауар ҡоршап тегелгән , икенсеһе – ете ҡораманан, өсөнсөһө ҡырҡ ҡораманан торған. Был күлдәктәрҙе, баланан ҡалғас, ағын һыуҙа ағыҙыу йолаһы булған. 

Тәрбиәсе: Ағын һыу көсөнә беҙ ҙә ышанабыҙ. Һыу менән бөтә сирҙе дауалап була. Бисмилла тип, теләк теләп йотомлап эсергә генә кәрәк. Ә ҡорама күлдәкте ағын һыуға ағыҙғандарын ишеткәнем юҡ. 

Өләсәй:Яҙ еткәс йылғалар асылғас ҡорама күлдәкте ағын һыуҙаағыҙыпебәргәндәр.

Тәрбиәсе:Беҙ Яҙ тураһында бик матур йыр беләбеҙ.

Йыр “Яҙ саҡыра” (Н. Дәүләтҡолова)

Тамсы тама: “Тып-тып, – тип, – 

Көн йылынды”, – тип-тип-тип.

Тамсы тама: “Тып-тып, – тип, 

Миңә – тышҡа сыҡ-сыҡ” – тип.

2.Ҡоштар һайрай: “Сут-сут, – тип. – 

Яҙҙар етте”, – тип-тип-тип.

Ҡоштар һайрай: “Сут-сут, – тип. – 

Тыуған яҡҡа ҡайттыҡ”, – тип.

Еңгә: Өләсәй, бетеү күлдәкте тегеп бөттөк тә инде.(Күрһәтә)

Өләсәй:Бик матур килеп сыҡҡан, килендәр! Афарин!

 Еңгә: Өләсәй, ҡорама күп ҡалды бит әле, әйҙәгеҙ юрған яһайыҡ.

Өләсәй: Дөрөҫ уйлайһығыҙ, килендәр! Бала тыуғас, әсәһе, өләсәһе, ҡәйнәһе йәки башҡа оло әбей бәпәйгә бетеүле юрған эшләгән. Был юрған да өсмөйөшлө ҡорамаларҙан торған. Бетеүле юрған баланы яман күҙҙән, ен-пәрейҙән, ауырыу эйәләренән һаҡлаған.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ өләсәйҙең әйткән һүҙҙәрен аңланығыҙмы? (Яуаптар) Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ. Таҡта янына сығып был төҫлө өсмөйөштәрҙән юрған яһап ҡарайыҡ. Әйҙә, Әмирә, һин башла! (Бала таҡта йәки мольберт янына сығып, төҫлө ҡағыҙҙан эшләнгән өсмөйөштө, магнит төймәһе менән таҡтаға йәбештерә).

Аппликация 

Тәрбиәсе: Бик ҡыҙыҡлы икән. Бетеү тигән өсмөйөш яман күҙҙе ҡурҡыта инде, улайһа. Ҡыҙҙарҙың сәс толомон ҡаплап торған елкәсуҡ та өсмөйөшлө бетеү кеүек. Ҡыҙҙар күрһәтегеҙ әле.(Күрһәтәләр)

Өләсәй:Ҡалай матур, әллә бейеп тә күрһәтәгеҙме?

Башҡорт бейеүе 

Шиғырҙар: Өләсәйҙән ҡалған мираҫ – 

Сигеүҙәр, ҡорамалар…

Һәр биҙәге нур һибә шул – 

Ах, оҫта, алтын ҡулдар!

Күңел биреп ҡорама ҡорам,

Әйтерһең йәйғор һуҙам.

Үҙемә булһа йыуаныс,

Халҡым ҡарап ҡыуаныр.

Халҡымдың был шөғөлөн

Һис ҡасан онотмайыҡ.

Матур биҙәктәр тыуҙырып

Милләт ҡотон һаҡлайыҡ.

Өләсәй: Һай, афарин! Бик матур шиғырҙар беләһегеҙ икән. Йолабыҙҙы йомғаҡлайыҡ. Һеҙгә оҡшанымы? (Йомғаҡлау)Таҙа – һау булып, бәхетле булығыҙ. Һаубулығыҙ!

«Баш7ортостан ынйылары» байрамы 0с0н

        ?орама байрамы

Ма7сат. Борондан килг2н 32м онотолоп бар4ан  7ул эшен2 32м с2н42т т0р0н2 30й01 уятыу. Ту66ыр4ансы кейм2г2н  кейемд2р62н 7орамалар 7орар4а 0йр2те1. Матурлы7ты к1р2 белерг2 0йр2те1.

?улланыл4ан 262би2т. Й2шлек  г2зите  2004 йыл, 6 ноябрь;

                                          «Лоскутные подушки и покрывала» М.Максимова.

)л2с2й:

()л2с2й балалар6ы са7ыра)

Килеге6,  балалар, 7орама байрамына,

Килеге6, 0йр2т2м 7орама серен2.

        ?орама менд2р62р, т1ш2кт2р, япмалар,        

Булыр4а тейеш 3е66е8 32р кемеге662.

?орама – баш7орт хал7ыны8 7ул эше,

Онотолор4а ул тейеш т1гел.

?орама 7орау – ул ижад эше,

Тик 7орар4а к2р2к биреп к18ел.

1-се бала.  

)л2с2й, 7ара 2ле, мине8 менд2р6е,

О7шаймы т1ш2кт2р 32м мине8 юр4ан.

«йт 2ле, ни 0с0н ата-бабалар

К18ел биреп 7орама 7ора4ан.        

)л2с2й.   ?орама — йорт7а й2м, 7от 09т21се 2йбер.

)л2с2й62р6е8 0й0нд2 юр4ан, т1ш2кт2р, ултыр4ыс япмалары к1рг2неге6 бар6ыр 2ле, мо4айын. Беренсен2н, 7орама 2йбер62р  кешег2 к0с, д2рт,  0йг2 й2м бир2. Икенсен2н, к166е8 яуын алып тор4ан т0рл0-т0рл0 т09т2р мен2н 7ораманы 7ора3а8,  кешене т0рл0 сир62р62н дауалай ик2н, шулай у7 ябы4ыр4а тел21сел2рг2 яр6ам ит2 ик2н, тип 7ара4андар.

Йыр.( З.Сафиуллинды8 «Б2хет т0н0 » к0й0н2)

?орамалар бик матур ик2н,

К18ел биреп 7ора3а8 ик2н.

Т0рл0 сир62р62н д2 дауалай.

?орама – йорт й2ме,

?ора к1лд2ге8де.

?орама к16 тейе162н 3а7лай.

2-се бала.  )л2с2й, бе66е8 7орама к1лд2кт2р 3е6г2 о7шаймы?

)л2с2й.  О7шама3а 7ай6а 3у8. И-и-их, 7ай6а 3у8 мине8 й2шлегем. «с2йем текк2н 7орама к1лд2гемде кейеп, 7орама сумкамды тотоп урам 7ы66ырып й0р0п 7айтыр инем. ?орама к1лд2к кейеп сы73а4ы6,  кешел2р6е8 к1лд2геге6г2 и9е китеп, 16еге6г2 к16 тейм29, тел232 нинд2й сихыр 6а йо7ма9, ти тор4айны 0л2с2йем. Борон бит шундай ырымдар4а бик ны7 ышан4андар. Й2ге6 2ле, ей2нс2р62рем, к166е8 яуын алырлы7 к1лд2кт2реге66е кейеп бейеп алы4ы6 2ле.

«К1лд2к бейе1е»н баш7аралар

)л2с2й.  Был юр4ан тауар ки92кт2рен2н тегелг2н. Бе6 уны 7орама юр4ан тип 2йт2бе6. ?орама юр4ан йо7лап ят7ан баланы  яман к1662р62н, сихыр6ан 3а7лай, тиер бул4андар борон4олар.

3-с0 бала.  Эйе, бе66е8 0й62 0л2с2йебе66е8 3анды4ы 2ле л2 т1р62 ултыра. Ул да т0рл0 т09т2р мен2н буял4ан, х2с т2 7орама ке1ек.

)л2с2й.   Д0р09 2йт23е8 балам, борон 3анды7тар6ы би62г2нд2 л2 «т09т2р терапия3ы» 7улланыл4ан. А4астан эшл2нг2н 3анды7ты8 тышын тимер62н тышлап, 7орама шикелле т0рл0 т09т2рг2 буя4андар. « 09т0н2 7орама юр4андар, т1ш2кт2р, менд2р62р 0й0п, 0й608 т1рен2 3анды7ты ултыртып 7уй4андар. Был 2йбер62р  йорт7а 2йтеп б0тм29лек й2м, 7от 09т2п ултыр4ан.

4 — се бала.  )л2с2й, 7ораманы тик баш7орттар 4ына 7ора4анмы?

)л2с2й.  Донъя ким2ленд2 7орама — ул пэчворк. Пэчворк урынына квилт /квилтинг/ тие1сел2р 62 бул4ылай. ?ораманы8 тыу4ан иле тип 3аналыр 0с0н ярышма4ан ил ю7 ик2н. Англия хал7ы  пэчворкты8 1662ренд2ге тарихы 300 йыллы7 бул4аны мен2н 4орурлана, американдар 6а даулай был титулды. Унда4ы 7атын-7ы66ар пэчворк буйынса хатта халы7 — ара форумдар йыя ик2н.

 Шулай бул4ас, балалар, бе6г2, баш7орт хал7ына был 7ул эшен я8ынан 7айтарыр к2р2к. ?орама борон4о, ю77а сы4ып бар4ан 7ул эше, тиг2н 7арашты ю77а сы4арайы7. Баш7ортто8 7орама3ы 2ле л2 тере тип кен2 2йте1 етм2й, я8ы 3улыш алып, бер а6 я8ырып —  т0рл2неп, 7абат с2ск2 атырлы7 с2н42т т0р0 ул. Шу4а ла мин 3е66е б0г0н 7орама байрамына йый6ым.

5 — се бала.  )л2с2й, 7орамалар6ы кейелг2н 2йбер62р62н 7ора3а8 буламы?

)л2с2й.  ?орама экономия й232тен2н д2 7улайлы, тип ю77а 4ына 2йтм2й62р6ер инде.  Х26ер кейем к1п, ту66ыр4ансы кейм2й3е8, уны 7ыр7ып, 2лл2 н2м2л2р 7ора3а8 да була: т1ш2кт2р, юр4андар, 09т2л 32м ултыр4ыс япмалары, янсы7тар, 7улъяулы7тар 3.б.

М0мкинселегеге6 бул3а с2тин тауар6ар 3атып алып 7ора3а8, эшеге6 та4ы ла матурыра7 32м сифатлыра7 булыр.

Й2ге6, 7ораманан та4ы ним2л2р эшл2неге6, к1р32теге6 2ле ми82.

( Балалар эшл2г2н эшт2рен к1р32т2: эн2 7а6а4ыстар, картиналар, фоторамкалар, 3.б.)

)л2с2й.  Балалар, 7орама 7орау би62кт2рене8 м242н2л2ре л2 т0рл0с2. «й62ге6 берг2л2п м242н2л2рен асы7лайы7 2ле.

6 — сы бала.             Был 7орама спираль тип атала

Мозаика4а о7ша4ан.

Башват7ыс сисерг2 0йр2т2

Бик т16емле бала4а.

        7 — се бала.                   Я8ы йыл байрамы ет32 2г2р,

Был а4ас б0т23ен2 л2 к2р2к.

Шыршы7ай би62ген эшл2п

Т1рг2 элеп 7уй3а8 бик 32йб2т.

                            (Берг2л2п «Шыршы» йырын йырлап,  бейей62р)

Шыршы 7упшы кейенг2н,

Бе6г2 7уна77а килг2н.

«йл2н2бе6 тир2л2п,

Йырлашабы6 берг2л2п.

8 — се бала.

        Был 7орамала4ы би62кте

                                    Б1р2н2ле 0й ти62р.

        Урта3ында4ы уса7, й2 3ыу

                                    К1рк2м йорттар6ы би62р.

9 — сы бала.                              Уры9 квадраты – и8 арыу би62к,

                 )см0й0ш 7ара т09т2 була.

                    !62кт2ге квадрат, та9малар

                     Я7тыра7 т09т2р мен2н тула.

 10 — сы бала.                                  

                       Борон4о уры9 би62ге

  Алмаз би62кле булыр.

                     Квадрат эсенд2 квадрат                

Т09л0 би62кк2 тулыр.

 11 — се бала.                       Маймыл т2п2йе би62ге       

Б2п2й62р 0с0н 7ы6ы7лы.

«г2р берг2 тоташтыр3а8,

Булыр тул7ын орнаменты.

12 — се бала.                         К1кт2ге йондо66ар4а 7арап,

И9е8 китм2ле, ду97ай,

                                              « Йондо6 » би62кле 7орама

Бул3ын ине 32р йортта.

(Йондо6 тура3ында  я84ы6 йыр баш7арыла)

13 – с0 бала                         Шахмат би62ген2н тора

  Бе66е8 матур яулы7тар.

     Т0рл0 т09т2ге квадраттар

                                              К166е8 яуын алалар.

(Яулы7 бейе1ен баш7арыу)

)л2с2й. Шулай итеп, борон 32р би62кк2 м242н2 3алын4ан. Баш7орттар 6а баш7а халы7тар ке1ек,  би62кт2ренд2 т2би42тк2 30й01 мен2н 19емлект2рг2, хайуандар4а, ер а9ты байлы7тарына, й2ш2г2н йорттарына,  хатта к1кт2ге йондо66ар4а ла 6ур и4тибар бирг2н. Би62кт2р 62 бына шулай барлы77а килг2н.

Аула7 0й62 7орамалар 7орап,  йыр йырлап, бейеп, к18ел асып й2ш2г2нд2р борон4олар.

?ы66ар:  )л2с2й,  шаян  та7ма7 йырлап алайы7 2ле:

                                                                           ( Халы7 йыры «Сафия» к0й0н2)

Байрамы4ы6 матур ик2н

           Бе66е к0тт0г06м0 2лл2.

Килдеге6 62 ултыр6ы4ы6,

Тамыр й2й6еге6ме 2лл2.

)л2с2й, 7ара 2ле,

     Беренсе урын бе6г2.

                                  О7ша3а7, та4ы килербе6,

         Булырбы6 та4ы берг2.

)л2с2й.  Б0г0нг0 байрам4а 7орап килтерг2н 7орамалары4ы6 ми82 бик о7шаны. Та4ы ла 7орамалар 7орар4а 0йр2неге6. Б0г0нг0 байрамда 7атнаш7ан балалар6ы 7отлап 7орама 7улъяулы7тар б1л2к ит2м. Р2хм2т 3е6г2, балалар.

?ы66ар:  )л2с2й, бе6 7орама тура3ында   шаян м272лд2р 62 бел2бе6:        

Кешене 7орама3ына  7арап ба3алама, эшен2 7арап ба3ала.

?ораманы8 матурлы4ы т090н2 7арап, кешене8 матурлы4ы эшен2 7арап.

?улы8дан эш кит32, 0й08д2н 7орама кит2.

О9та 1л32, 7орама3ы 7алыр.

?ораманы байрамда 3анай6ар.

Тауары8 мен2н ма7танма, 7орама8 мен2н ма7тан.

«крен 7орама3ын тегер, 7ы6ыу ебен б0т0р0р.

О9та кешег2 етмеш т0рл0 7орама ла а6.

?орама 0й62, кеше хе6м2тт2 к1рен2.

?орама3ы6 – донъя й2м3е6.

)л2с2й.  Балалар, баш7орттар6ы8 йола3ы буйынса  32р бер байрам к18елле с2й эсе1 мен2н тамалан4ан. Р2хим итеге6, т2мле с2й табынына.

Зилдә «хм26и2 7ы6ы М21литова

т2рби21и эшт2р буйынса директор урынба9ары,

башлан4ыс кластар у7ытыус ы3ы,

Учалы районы М29к21 урта м2кт2бе

Милләт ҡото – ҡорама

 Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсебенә, йола байрамына  әүерелеп киткән. Энә, еп һәм иҫке күлдәктәрҙең, яулыҡтарҙың, түшәк-ҡаралтыларҙың арыуыраҡ урындары, күлдәк тектереүҙән ҡалған  ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра халҡыбыҙ.???????????????????????????????????? Ҡорама ул ябай ҡаралты ғына түгел. Ул тотош хәтер юрғаны. Өләсәйҙәребеҙҙең, ҡәртәсәйҙәребеҙҙең яратып кейгән күлдәктәренән һырылған ҡорамалар быуындар хәтерен генә түгел,  милли асылыбыҙҙы ла һаҡлар гәүһәрҙәр ул.???????????????????????????????????? Халҡыбыҙҙың йола кәсептәрен тергеҙеү, йәш быуынға еткереү, халҡыбыҙҙы милли асылын танытыу, “Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы иғлан иткән ҡорама конкурсына күберәк халыҡты йәлеп итеү, бәйгелә ҡатнаштырыу маҡсаты менән  Күгәрсен районы башҡорттары Ҡоролтайы һәм Ағинәйҙәр ҡоро тарафынан 7 апрелдә “Ҡорама байрамы”  үткәрелде. ????????????????????????????????????

Унда район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Гөлфиә Янбаева, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм районыбыҙҙың 13 ауылынан ағинәйҙәр ҡоро ағзалары ҡатнашты.???????????????????????????????????? Ауылдарҙа 20 ғинуарҙан алып ойошторола башлаған ағинәйҙәр ҡороноң тәүге осрашыуы, тәүге сараһы ла нәҡ ошо боронғо шөғөлөбөҙҙө- ҡорама ҡорауҙы тергеҙеүгә арналыуы ла юҡҡа түгел: ҡырҡ төрлө холоҡ, ҡырҡ төрлө кеше берләшеп, милләтебеҙҙең рухи юрғанын булдыра. Сараның  төп маҡсаты иһә  ағинәйҙәрҙе бергә туплау, тәжрибә уртаҡлашыу, йүнәлештәр билдәләү, ағинәйҙәр эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.???????????????????????????????????????????????????????????????????????? Районыбыҙҙа 113 ауыл. 113 ауылда үҙенә генә хас  йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр бар, шуларҙың барыһын да тергеҙеп, халыҡ кәсептәрен йәйелдереп ебәрһәк, тотош бер төҫлө милли хәрәкәт барлыҡҡа килә лә ҡуя. Был хәрәкәттең әһәмиәте иһә ауылдарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, боронғо шөғөлдәребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлауға йүнәлтелгән.???????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????? Йыл башынан 113 ауылдың 13 ауылында ағинәйҙәр хәрәкәте йәнле эш башланы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ойошоп, ең һыҙғанып дәррәү эшкә тотонған  ағинәйҙәр ҡоро милли ризыҡтарҙан, ҡорама, бәйләнгән, сигелгән төрлө сағыу  ҡул эштәрен күргәҙмәгә лә ҡуйҙы.????????????????????????????????????Иң матур эштәр “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө  башлап ебәргән ҡорама конкурсына тәҡдим ителде.

 Ағинәйлек ҡартлыҡ билдәһе түгел

 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  урынбаҫары, ғаилә, әсәлек, атайлыҡ, балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Гөлфиә Янбаева ағинәйҙәрҙе тәбрикләп, милләт өсөн, иле, теле өсөн янып йөрөгән зыялылар булған саҡта, илебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулда,тип билдәләне.????????????????????????????????????– Боронғоларҙың бер аҡылы булыр был: кәңәш бирә йөрөгөҙ, кәңәш ала йөрөгөҙ. Шөкөр, ул йола бәҫһеҙләнә төшһә лә, ил-йорт эсендә кәңәш бирә йөрөр аҡһаҡалдарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ бөтмәгән, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыр иманлылар ҙа бихисап. Тап ошо йолабыҙҙы бар тулылығында, урын-еренә еткереп терелтеү, уны йәшәйешебеҙҙең төп ҡанундарының береһенә әүерелдереү мөҙҙәте етте хәҙер. Ул йоланы атҡарыуҙың төп шарты – халҡыбыҙҙы иманға өндәү. Өндәүселәр – үҙҙәре иманлы йәшәү рәүеше өлгөһө булған ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар. Улар өлгөһө, улар тәжрибәһе аша йәштәребеҙ, балаларыбыҙ, урта быуын аңына, иманлылыҡ күп мәсьәләләрҙе үҙенән-үҙе хәл итә, тигәнде һеңдереү. Шуның өсөн дә һәр районда, һәр ауылда ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар хәрәкәтен тергеҙеү, уларҙың кәңәш ҡорон эшкә егеү Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ошо бурысты атҡарыуға ең һыҙғанған Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләре буйынса комиссияһының эш планына төп пункт булып индерелгән.???????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????????? Күгәрсен районында ағинәйҙәр ҡорон гөрләтеп эшләтеп ебәреүебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайым. Ул, әлбиттә, бөгөн генә уйлап сығарылған хәрәкәт түгел, улар эшләйҙәр ине. Ғөмүмән, башҡорт донъяһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ағинәйлек, тәрбиәсе булыу, донъя ҡотон һаҡлау, донъя усаҡтарын һаҡлау- йәшәү рәүеше ул. Ни бары ошо  йүнәлешкә, бурыстарыбыҙға ниндәйҙер рәсми төҫ кенә бирелде ағинәйҙәр ҡорон ойоштороу.???????????????????????????????????????????????????????????????????????? Ауыл яҙмышын хәл итеү ауыл һәм район хакимиәттәре кимәлендә башҡарылырға тейешле бик яуаплы эш. Ә  ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, тәү сиратта, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнарға, был йүнәлештә эшләүсе дәүләт структураларына оло ярҙамсы булырға тейеш. Әле күптән түгел генә ауылдарҙағы бар мәсьәләләр күмәкләп йыйылып, йыйылыштарҙа тикшерелә, хәл ителә ине. Етәкселәр ҙә иң тәүҙә халыҡтың, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙең фекерен, кәңәшен тыңланы. Әле бына шундай кәңәш ҡорҙары юҡҡа сыҡты. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар хәрәкәте бына шундай матур йоланы аяҡҡа баҫтыра, ауыл халҡын берҙәмлеккә, файҙалы эштәргә саҡыра, етәкселәрҙе лә үҙ һүҙенә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итә ала. Ағинәйлек – ул ҡартлыҡ билдәһе түгел, ағинәйлек – рухиәт билдәһе, ул абруй, ул дәрәжә. Әгәр ҙә үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә, эшләтә, үҙ һүҙен һанлата ала икән, 30 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙы ла беҙ ағинәй тип атай алабыҙ,- тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.

????????????????????????????????????

 Тормош һабаҡтары –милләт дәреслеге

 Мәрйәм Бураҡаева, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы:
– Халҡыбыҙҙың бай традицияларын тергеҙеүҙе бынан 25 йыл элек  мәктәптәргә “Тормош һабаҡтары” тигән предмет индереп, башлағайныҡ.  Шуныһы ҡыуаныслы: был предметты иң беренселәрҙән булып Күгәрсен районы мәғариф бүлеге күтәреп алды. Шунан бирле Күгәрсен районында халыҡ тардицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү йәнле бара. Ағинәйҙәр ҡоро була тип саҡырғастары, бик ихлас ризалаштым. Был йәнлелек һаман дауам итә микән, нисек дауам итә икән тигән уйҙар менән килдем һәм күрәм- шөкөр. Рәхмәт Күгәрсен ағинәйҙәренә, милләтебеҙҙең ҡотон ҡайтарыуға бик ҙур өлөш индерәләр. Бер теләгем бар: күберәк йәштәр һәм балалар менән эшләргә кәрәк. Сөнки, баланың ауылда йылы, рухлы хәтирәләр һаҡлаған, иҫкә ала торған төйәге булырға тейеш. Шул ваҡытта улар ситкә китһәләр ҙә, тыуған ауылдарына ашҡынып торасаҡ, йылдар үтеү менән рухы нығынған төйәгенә әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә балаларыбыҙҙың ауылда төпләнеүе –беҙҙең милләт өсөн бигерәк тә мөһим.
Киләсәгебеҙҙең рухлы булыуын теләһәк, балаларыбыҙҙың күңеленә рух һалырға кәрәк.  Шул осраҡта ғына беҙ халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡала алабыҙ.
Тағы ла шуны билдәләп үткем килә: ағинәйҙәр ҡороноң нигеҙендә “Тормош һабаҡтары” предметын өйрәнгән быуын тора.

 Хакимиәт башлығының ҡорама күлдәк кейгәне

 Район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусиндың да фекерен ишетеп, күптәр хайран ҡалғандыр. Халҡыбыҙҙың ҡорама тип аталған аҫыл шөғөлө уның тормошонда иң мөһим ролдәрҙең береһен үтәгән тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
– Беҙҙең нәҫелдә ир балалар тыуып торған, үлеп торған. Мин тыуғас, өләсәйем мине һаҡлап ҡалыр өсөн ҡырҡ ҡораманан күлдәк тегеп кейҙергән һәм шул рәүеште мине һаҡлап алып ҡалған, – тине ул.
Ысынлап та, борон көньяҡ башҡорттары балаға ғүмер теләп өс ҡорама күлдәк теккән: тәүгеһе – өс, икенсеһе –ете, өсөнсөһө –ҡырҡ ҡораманан. Был күлдәкте бер аҙ кейҙергәс, “сир-сорон алып кит” тип, ағын һыуға ағыҙғандар. Ҡорама юрған да ябай ҡаралты ғына түгел, башҡорт мифологияһында ул һаҡлау, дауалау көсөнә эйә юрған тип иҫәпләнгән. Бала ныҡ йүтәлләп ауырыһа, уға ҡырҡ ҡорама юрған япҡандар. Белеүегеҙсә, ҡырҡ һаны ла башҡорттарҙа изге һандарҙың береһе булып иҫәпләнә.

Ҡораманың бер биҙәге

 Ағинәйҙәр ҡоро районда иң беренсе булып Ялсы ауыл биләмәһендә ойошто, сөнки был йүнәлештә уларҙың бер ни тиклем тәжрибәһе лә бар: былтыр улар “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашты, ауыл халҡын төрлө сараларға әүҙем йәлеп итте, йола байрамдарын үткәрҙе.
Вәсилә Ҡарағужина, Ялсы ауылы:
– Ағинәйҙәр ҡорон ойоштороуға яңы ныҡлап тотона башланыҡ.  “Ҡорама байрамына” әҙерләнгәндә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ихласлығын, дәртлелеген күреп, ҡыуандыҡ. Хәҙер ҡатын-ҡыҙ замана менән бергә атлай, үҙҙәре машинала рәхәтләнеп йөрөй. Шуға  транспорт мәсьәләһен дә тиҙ генә хәл иттек. Беҙҙең ағинәйҙәребеҙҙең күптәре йәштәр. Ҡырылмаһа ҡырҡ эшебеҙ ятһа ла (ҡыҙҙарыбыҙҙың барыһы ла ишле мал аҫрай, өсәр бала тәрбиәләй,  шулай ҙа бөтә ергә –концерт булһынмы, йәмәғәт саралары булһынмы, кисәләр булһынмы – һәр сараның уртаһында ҡайнай), донъя мәшәҡәтенән бер аҙ арынып, халҡыбыҙҙың ҡото булған йола байрамдарын үткәрергә дәррәү генә килеп ҡайттыҡ.  Уңған килендәребеҙҙең икеһе бер туғандар,  Ейәнсуранан. Ә ҡорамалар хәҙер инде утыҙ йыл Ялсы килене булған Әбйәлил ҡыҙы Мөслимә Зәйнәғәбдинова менән Һапаш килене Баймаҡ ҡыҙы  Алһыу Ишкининаныҡы.  Улар ҡорамасы ғына түгел, оҫта бәйләй ҙә, тәмле итеп аш-һыу ҙа бешерә. Бәйләм оҫталары Фәриҙә апай Ишкинина, Зөлфиә Мусина ла үҙҙәренең матур-матур ҡул эштәрен күргәҙмәгә ҡуйҙы.????????????????????????????????????
Байрамдан ниндәйҙер бер аңлатып бөтә алмаҫлыҡ хис-тойғолар, күтәренке рух менән ҡайттыҡ.  Аҙ ғына булһала, ауылдаштарыбыҙға, халҡыбыҙға изгелегебеҙ, файҙабыҙ тейерлек эштәр эшләргә ине тигән ҙур хыялдар менән янабыҙ хәҙер.  Теләүембәт ауыл биләмәһе ағинәйҙәренә һоҡланып бөтә алмайбыҙ: улар күптән эшләй, был йүнәлештә бай тәжрибә лә туплап өлгөргәндәр. Гөлфиә Янбаева, Мәрйәм апай Бураҡаеваның сығыштарын илһамланып тыңлап ултырҙыҡ. Бына бит, бар шундай милләт, тел тип ут йотоп йөрөүселәр! Тик был байрам ваҡытлыса шау-шыу ғына булып ҡалмаһын ине, халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә арналған тағы ла ошондай күркәм ҡорҙар үткәрелһен ине киләсәктә.

 Бәндәбикә вариҫтары

 Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәре хаҡында ла әйтмәй булмай.
Ҡорама байрамына саҡырыу алғас та, иң беренсе байрамға күлдәк тегеп кейгән улар.
Таңһылыу ВӘЛИЕВА, Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәр ҡоро рәйесе:
– Бындай эшмәкәрлек беҙҙә күптән бара. Тик беҙ ағинәйҙәр исеме аҫтында ғына эшләмәгәнбеҙ икән. Ҡорға сағырыу алғас, күлдәкһеҙ булмай тип, ҡаланан күлдәклек туҡыма һайлап алып ҡайттым. Күлдәклеккә лә мәғәнә һалдыҡ. Ил инәһе Бәндәбикә рухы, милләтебеҙҙең булмышы сағылырға тейеш тип, сәскәле йәшел туғайлыҡты, йәйге сәхрәләрҙе хәтерләткән сағыу төҫлө туҡыма һайланыҡ, башыбыҙға ап-аҡ яулыҡ ябынырға һөйләштек. Шулай итеп, үҙебеҙгә байрам күлдәге тегеп кейҙек.
Ҡорама байрамы тип аталғас,үҙенсәлекле ҡорама һырырға ла кәрәк тип, Бәндәбикә кәшәнәһенең макетын төшөрөп, шул һүрәткә ярашлы төҫтәр һайлап, атлас туҡыманан кәрәкле ҡорамалар киҫеп, матур итеп, еренә еткереп Бәндәбикә кәшәнәһен ҡорап та ҡуйҙыҡ. Был эшебеҙҙе үҙебеҙҙең ағинәйҙәр ҡоро исеменән “Башҡортостан ҡыҙы” журналы бәйгеһенә тәҡдим итәбеҙ.
Милли ризыҡтар күргәҙмәһенә беҙгә йәшелсәнән милли һәм заманса ризыҡтар әҙерләү йөкмәтелгәйне, был йөкләмәне лә лайыҡлы атҡарып сыҡтыҡ тип иҫәпләйем. Биҙәп тороп төрлө салаттар эшләнек, йәшелсәнән бәлештәр бешерҙек. Тоҙло, маринадлы йәшелсә салаттарын да алып килдек.

????????????????????????????????????

Байрам шул тиклем оҡшаны, күңелдәребеҙ күтәреле, йәшәү дәртебеҙ артып киткәндәй тойолдо.
Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәре бик йәнле эшләй. Иртәле-кисле бергәләшеп, урамда йәйәү йөрөп, йүгереп ҡайтабыҙ, Ҡөрьән уҡырға, намаҙға өйрәнәбеҙ. Үҙебеҙҙең артыбыҙҙан башҡаларҙы ла йәлеп итәбеҙ. Әле бик ныҡ эскән бер ҡатын-ҡыҙҙы шефлыҡҡа алдыҡ, уның менән матур итеп әңгәмәләшәбеҙ, айыҡ йәшәү рәхәтлеге тураһында һөйләйбеҙ. Һүҙебеҙ үтә, ағинәйҙәреҙең абруйы бар, тимәк, артабан да ошо юҫыҡта эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ.

 Ҡорама ҡомартҡыларын
 Онотмайыҡ, һаҡлайыҡ!

 Яңауыл ауылы ағинәйҙәренең эшмәкәрлеге тураһында артыҡ һөйләп тормаһаҡ та, гәзит биттәрендәге мәҡәләләр аша белеп тораһығыҙ. Ағинәйҙәрҙең тәүге рәсми сараһы – ауыл халҡы менән берлектә үтәрелгән йәрминкә. Һатыуҙан килгән аҡсаны улар Йомағужа балалар йортона тапшырҙы. Ағинәйҙәр ҡорона ла улар шул тиклем ентекле әҙерләнгән – күргәҙмәгә нисәмә төрлө милли ризыҡ (күргәҙмәгә тип ҡорама бәлеш тә бешергән ине улар!), нисәмә төрлө ҡул эше ҡуйылғанлығын яңауылдар үҙҙәре генә беләлер. Борҡотоп самауыр ҡайнатып тороп, ҡунаҡтарҙы, ағинәйҙәрҙе таҡмаҡ әйтеп, тәмле сәйҙәре менән һыйлауҙары инде айырып маҡтауға лайыҡ.
Зөлфирә Ҡайсарова байрамға арнап таҡмаҡ та сығарған:
Кис ултырып күлдәк тектем,
Байрамдарҙа кейергә.
Ҡалған ҡорамаһынан
Һуҙма тектем йәйергә.

Буй һуҙманы йәйәбеҙ,
Урындыҡтың үренә.
Инәйҙәр ҡунаҡлаһындар
Урындыҡтың түренә.

Халҡыбыҙҙың был шөғөлөн,
Һис ҡасан онотмайыҡ.
Ҡорама ҡомартҡыларын
Һәр ваҡыт та һаҡлайыҡ!

Ҡорама байрамы бөгөн,
Тәүәкән  ауылында.
Хоҙай беҙгә һаулыҡ бирһен
Осрашырға тағы ла!

 Күгәрсендәр, һеҙҙе бәйге көтә!

 “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ ҠОТОЕВА бәйге тураһында ентекле аңлатып үтте:
–  Ҡорама юрған, ултырғыс ябыуы, мендәр тышы, япмалар… Бөгөн быларға боронғо ысулды файҙаланып һәм яңыса һулыш өрөп эшләнгән аш-һыу бүлмәһе кәрәк-ярағы, кейем-һалым, сумка, диуарҙарҙы биҙәр паннолар… Тағы әллә күпме нәмәләрҙе өҫтәргә булыр ине. Ҡорама ҡорау – боронғонан килгәнде дауам итеү ҙә, заман менән бергә атлау ҙа ул. Күҙ нурҙары түгеп, күңел йылыһы һалып, зауыҡ менән биҙәлгән ҡул эштәре күҙҙе иркәләп, нур һибә. Һеҙҙең арала был боронғо шөғөл менән мауыҡҡандарҙың күп булыуын тойомлап, беҙ “Бәйләнештә” сайтының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә “Ҡорамасылар бәйгеһен” асырға ҡарар иттек. Өләсәйҙәрҙән өйрәнгәнсә ҡоралған юрғанмы, әллә “һуңғы мода буйынса” тегелгән күлдәк-итәкме – мөһим түгел, ижади хыялығыҙҙы эшкә егегеҙ генә! Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ҡорама ҡул эштәренең фотоларын йәки видеояҙмаһын редакция адресына ғәҙәти хат менән йәки электрон почта аша, “Бәйләнештә” сайтының “Башҡортостан ҡыҙы” йәки “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмдәрендәге махсус темаға ла һалырға мөмкин. Үҙегеҙ, шөғөлөгөҙ тураһында ла яҙып ебәрегеҙ, ҡорама ҡорау тураһындағы йылы иҫтәлектәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Еңеүселәрҙең исеме журналдың декабрь һанында донъя күрәсәк.
Ә ағинәйҙәр ҡорона килгәндә инде, тәьҫораттар ныҡ сағыу. Бер һүҙ йә һөйләм менән генә яҙып та булмай. Шул хәтлем ашҡынып килгәйнек, юҡҡа булмаған икән. Халыҡ иҫ киткес ихлас, дәртле. Уларҙың шундай лидерҙары булыуын белеү ҡыуаныслы булды. Шатлыҡ артынан шатлыҡ өҫтәлде, күңел бөтәйеп, рухланып, үҙебеҙ ҙә дәртәләнеп, яңы пландар менән ҡанатланып ҡайттыҡ. Күгәрсендәр эшләй ҙә,эшләтә лә белә икән! “Башҡортостан ҡыҙы” ойошторған ҡорама конкурсы район ағинәйҙәрен тупларға сәбәпсе булған икән, тимәк, беҙҙең һүҙҙең дә көсө, әһәмиәте бар.
Беҙ үткәргән бәйгеләргә күгәрсендәр дәррәү ҡушылыр, әүҙемлек күрһәтер, еңеү яулар тигән өмөттәмен.

Теләүембәт ауыл биләмәһендә лә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлгөнә Исмәғилева, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Сәриә Ғәлиеваның тырышлығы менән ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡоро ойошторолоп, матур  итеп эшләп килә. Бикес ауылы ағинәйҙәре эште айыҡлыҡ комиссияһын булдырыуҙан, көмөшкә ҡыуып һатыусыларҙың өйөнә барып, улар менән әңгәмәләшеп, аңлатыуҙан башлаған. Хәмер һатып, тиҙ байырға теләүселәрҙең күңелдәренә үтеп инә алғандар, күрәһең, көмөшкә менән мауығыусылар бер аҙ кәмегән, тиҙәр, Бикестә. Байрамға яңы ойоша башлаған Дауыт-Ҡайып, Аҙнағол ауылы ағинәйҙәре лә килде.
Миңлегөл РӘХИМОВА, Дауыт-Ҡайып ауылы:
– Ҡорама байрамы була тигәс, аптыраңҡырап ҡалғайныҡ, онотола барған шөғөл бит бит инде ул. Бик матур байрам булды,ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Беҙҙең ауыл ағинәйҙәре дәртләнеп ҡайтты,ҡорама ҡороуҙы өйрәнеүҙе дауам итергә, ҡыҙҙарыбыҙға өйрәтергә һөйләштек. Байрамға үҙебеҙгә ҡораманан алъяпҡыстар ҡорап, кейеп барҙыҡ. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүҙә ағинәйҙәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ икәнлегенә инанып ҡайттыҡ.
 Шулай итеп, Күгәрсен районы ағинәйҙәренең иң тәүге сараларының береһе –Ҡорама байрамы  йөрәктәребеҙгә дәрт һалып, күңелдәрҙе дөрләтеп, асылыбыҙҙы аңлатып, күңелдәргә милли рух тойғоһон һалып үтеп тә китте. Осҡондан-ялҡын, ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, милләт ҡото шулай яйлап булһа ла, ҡайта ул.

Милләт ҡотон һаҡлай ағинәйҙәр

 Район үҙәге ағинәйҙәре лә күптән дәртле генә эшләп йөрөй. Улар “Сәләмәтлек” клубын ойоштороп, аҙна һайын  табиптар менән осрашыу үткәрә, сирҙәрҙе иҫкәртеү, дауалау ысулдарын халыҡҡа еткерә. Шулай уҡ балалар менән һырғалаҡ шыуыу уйынын да тергеҙеп ебәрҙеләр, милли аш-һыуҙарҙы бешереү серҙәрен өйрәнеү маҡсаты менән ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһен саҡырышып, күмәкләп халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарын әҙерләйҙәр, Әҙәбиәт йылы сиктәрендә “Зәйнәб Биишева уҡыуҙары” үткәрҙеләр. Ҡар ирегәнсе туң күтәрткән ваҡытта тауға сығып, рәхәтләнеп һырғалаҡта шыуҙылар, балаларға ҡаҙан аҫып ҡабыҡлы (мундирлы) картуф бешереп ашаттылар, тәмле самауыр сәйе менән һыйланылар.
Баланы компьютерҙан айырып булмай тип зарланған ата –әсәләргә был өлгө булырлыҡ тәрбиәүи сара ла ул.
Баланы виртуаль донъянан айырып, ысынбарлыҡҡа йәлеп итер өсөн,  шул бушлыҡты тултырырлыҡ яңылыҡ тәҡдим итергә кәрәк икәнлеген Мораҡ ауылы ағинәйҙәре яҡшы белә. “Сәләмәтлек” клубы етәксеһе табип -терапевт Лариса Баваддинованың  балаларҙы үҫтереүсе уйындар, күнегеүҙәр өсөн үҙ ҡулдары менән эшләгән уйынсыҡтар күргәҙмәһе эргәһенән йәш әсәләр ҙә, оло инәйҙәр ҙә өҙөлмәне. Ололар: “Беҙҙең заманда бындай уйынсыҡтар булманы, балалар ағастан эшләнгән уйынсыҡтар уйнатты”,- тип хәтирәләргә бирелһә, йәш әсәләр Ларисанан уйынсыҡтар эшләү өлгөләрен һорашты.

????????????????????????????????????

– Баланың аң кимәле уйын менән асыла, уйын менән үҫешә. Ғалимдар иҫбатлауынса, баланың телмәр үҫеше ҡул суҡтарының һәм бармаҡтарҙың нескә хәрәкәттәр башҡара алыу кимәле менән тура бәйләнештә тора. Бармаҡ хәрәкәттәре үҫешкән булһа, баланың телмәре лә юғары кимәлдә  була. Шуның өсөн мин бармаҡ уйындарына өҫтөнлөк бирәм. Бармаҡ уйындары беҙгә борондан, быуаттар аша килгән. Хәтерегеҙҙә булһа, элек-электән өләсәйҙәр, ҡәртәсәйҙәр баланы һамаҡлап һикерткән, баланы әүрәтеү өсөн бармаҡ уйындарын йыш ҡулланғандар. Күптәребеҙ бала саҡта яратып уйнаған “Әбей бутҡа бешерә…” уйынын ғына алайыҡ. Өләсәйҙәр, әсәйҙәр аша килгән ошо ябай ғына уйынды беҙ хәҙер үҙебеҙ ҙә яратып балаларға өйрәтәбеҙ. Уйын барышында дәртле милли көйҙәр ҙә уйнатып ебәрһәң, ул инде үҙе бер милләт мәктәбе була ла ҡуя.
Мәрйәм апай Бураҡаева әйтмешләй, рухһыҙ өлкәндәргә рух һалам тип, диуарға борсаҡ бәргәндәй үтеп инеп булмай тип зарланмайыҡ, эште балаларҙан башлайыҡ. Милләт ҡотон тергеҙеү балалар аша башҡарыу, ысынлап та,  отошло ул.
Һүҙҙе йомғаҡлап
 Тәүәкән ауылында үткән байрамдан сирбайҙар айырыуса рухланып ҡайтҡан. Оҙаҡҡа һуҙып та торманылар, шул аҙнаның йомаһында “Һыйлы көнөң һыйырҙа” тигән бик матур сара үткәреп ебәрҙеләр. Сирбайҙарҙың һөттән нисәмә төр ризыҡ эшләй белеүҙәре тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Post navigation

Классный час на тему:
Ҡорама ҡорау байрамы — йолаһы

Предварительный просмотр документа:

Название файла:
korama_korau_bayramy.doc.

Краткое описание:
Классный час на тему:
Ҡорама ҡорау байрамы — йолаһы

Нравиться файл? Нажми лайк!

Комментарии пользователей к документу:

Случайные документы:

  1. План-конспект занятия по физкультуре (старшая группа) на тему: Физкультурно-оздоровительное занятие «Что бывает осенью?»
  2. План-конспект занятия по физкультуре (средняя группа) по теме: КОНСПЕКТ НЕПОСРЕДСТВЕННО ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ С ДЕТЬМИ СРЕДНЕГО ДОШКОЛЬНОГО ВОЗРАСТА
  3. Статья по физкультуре на тему: Плавание — как одно из эффективных средств развития дошкольников
  4. Методическая разработка по физкультуре (подготовительная группа) по теме: «Малые Олимпийские игры»
  5. Консультация по теме: Рекомендации для родителей
  6. Консультация по теме: Рекомендации для родителей
  7. Проект по физкультуре (подготовительная группа) на тему: Проект «Быстрее! Выше! Сильнее!»
  8. Статья по физкультуре (старшая группа) на тему: спортивное развлечение для старшей группы
  9. Рабочая программа по физкультуре на тему: Индивидуальный план
  10. План-конспект занятия по физкультуре (старшая, подготовительная группа) по теме: Конспект спортивного досуга «Презентация мяча» для детей старшего дошкольного возраста

Сценарий

Ҡорот байрамы

Маҡсат: Балаларҙы башҡорттарҙың милли-ашы менән таныштырыу. Һөйөү, ғорурлыҡ хисен тәрбиәләү, милли-ашҡа, ҡорот эшләгән кешеләренә ихтирам тойғоһон уятыу. Балаларҙың физик, музыкаль һәләтен үҫтереү. 

Байрам барышы

Башкорт көйөнә Алып барыусы һәм балалар инә.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, балалар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән байрамға йыйылдыҡ. Ә ниндәй байрам икән, кем белә? Шунын тураһында мин һеҙгә шиғыр уҡыйым.

ҠОРОТ

Әсәй көн дә һөт ойотоп, 
Ағас көбөгә ҡойҙо. 
Һауыт тулғас та, эркетте 
Бер көн ҡайнатып ҡуйҙы. 
Киндер тоҡҡа һалды ла ул, 
Һыуын һарҡыта элде. 
Хуш еҫтәре өйгә тулған, 
Йоторлоҡ хатта телде. 
Өс көн үткәс, әсәй уны 
Ҡамыр кеүек тасҡаны. 
Самалап ҡына тоҙ һалды, 
Өҫтәмәне башҡаны. 
Өҫтәл тулы ҙур йомғаҡтар, 
Табынға ҡуйһаң, әҙер. 
Байтағын ул ыҫланы, 
Ыҫлайҙар һирәк хәҙер. 
Ҡулға алған һайын китә 
Ауыҙ һыуҙары ҡороп. 
Әй, татлы ла, хуш еҫле лә 
Әсәй эшләгән ҡорот. 
(С.Ғәләүетдинов)

Алып барыусы: Әйе , ҠОРОТ байрамы.

Алып барыусы: Бөгөн байрамға беҙгә Аҡ инай ҡунаҡҡа килде. Ҡаршы алайыҡ.

Алып барыусы: Балалар ҡорот нимә була ул?

Балалар яуаптары

Аҡ инай: Башҡорт халҡының бик тәмле һәм файҙалы риҙығынын береһе — ул ҡорот тип атала. Кемдең ашағаны бар? Ҡоротто дауа өсөн файҙаланалар һыуыҡ тейгәндә, ашҡаҙан ауыртҡанда, йөрәк йыш ҡаҡһа ҡорот ярҙамға килә. Ул витаминға бай. Уның файҙаһы кеше өсөн шул тиклем ҙур, баһалап бөткөһөҙ.

Ул аҡһымға, углеводтарға, төрлө ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел. Һалҡын тейгәндә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсеү тирләтә, хәл индерә. Күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ярҙам итә, аппетитты аса, көс-ҡеүәт бирә. Элек ҡышын урманға ҡорот менән ҡаҙы алып йөрөр булғандар – туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ризыҡтарыбыҙ һалҡынға бирешмәҫкә көс биргән. Ҡороттоң үҙе генә түгел, эркет һыуы ла ифрат шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта. Кендек инәләре борон был һыу менән яңы тыуған бәпестең кендеген эшкәрткән. Ҡуйы булып үҫһен, йылҡылдап торһон өсөн, һылыуҙар сәсен йыуған. Эркет һыуы менән баҫҡан ҡамыр ҙа уңмай ҡалмай. Борон ҡорот ҡайнатмаған ҡатын-ҡыҙ булмағандыр.

Аҡ инай: Мин кустәнәскә һөт алып килдем. Эйҙәгеҙ бергәләп ҡорот эшләйек! Ҡорот эшләр алдынан ҡатыҡ эшләйҙәр. Ҡатыҡ – башҡорттарҙың һәр урында ла киң файҙаланылған һәм яратып ҡабул ителгән хөрмәтле ризығы. Ул былай әҙерләнә: һөттө талғын утта ҡайнатабыҙ. Һөт ҡайнап сыҡҡас, һыуытырға ҡуябыҙ. Яңы һауылған һөт кимәленә еткәс, 
ойотҡо һалабыҙ да, йылы ергә ултыртабыҙ. Ойоп сыҡҡас та, өҫкә ҡалҡҡан һыуын ала биреп, һалҡынға ҡуябыҙ.

( ҡатыҡ әҙерләү)

Алып барыусы: Ҡатыҡ әҙерләнгәнсе, әйҙәгеҙ йомаҡтар сисеп алайыҡ!

1. Аҡ шишмәнән тамсы булып тама, 
Һауытҡа ҡойһам – ҡуйы булып ҡала. (Ҡатыҡ) 
2. Бәләкәй генә йомроҡайҙың мине туҡландырғыһы килә. 
Уны иҙгәндәр, һыҡҡандар, ваҡыт биргәндәр – киптерергә ҡуйғандар. 
(Ҡорот) 
3. Була ҡыҙыл, була аҡ. 
Балалар уны бигерәк ярата. 
Уның менән аҙыҡланһа, 
Һөйәк-тештәре ныҡ була. (Эремсек) 
4. Һәүкәш ҡайтҡас көтөүҙән, 
Әсәй сепарат айыртҡан. 
Килеп сыҡты тәмле аҙыҡ 
Уның исеме ….(ҡаймаҡ) 
5. Кеше икмәккә һылай. 
Унһыҙ хатта табын ҡормай. 
Бутҡа өҫтөндә ялтырай. 
Ул – һап-һары ғына …..(май) 

Аҡ инай: “Ағы барҙың туғы бар”, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, халҡыбыҙ тормошонда борон-борондан аҡтан эшләнгән ризыҡ айырым урын алып торған. Башҡорт халыҡ аштарына күҙ йүгертһәң, иң оҫта, шул уҡ ваҡытта дауалау йәһәтенәндә бик файҙалы аҙыҡтар һыйыр ағынан яһала. 
Ҡорот — байтаҡ төрки халыҡтарға хас һөт ашамлығы. Башҡорттарҙан башҡа ҡаҙаҡ, монгол, ҡырғыҙ, төркмән һәм башҡа милләт кешеләре лә ҡоротто бик яратып ҡуллана.Азербайджанда – “гурут”, ҡаҙаҡса – “курт”, ҡырғыҙса – “курут”, 
Татарса – “корт”,төрөкмәнсә “”гурт” тип атала. 

Алып барыусы: Файҙаллы мәғлүмәттәр! Аҡ инай, бына беҙҙең ҡатыҡ әҙер!

Аҡ инай: Ҡатыҡ – көндәлек ризыҡ. Уны оҙаҡ һаҡлап булмай, 2- 3 көндән ул әсей, күпсей башлай. Күпереп әсегән ҡатыҡ (эркет) йәнә бер ҡәҙерле һәм ҡиммәтле ризыҡ – ҡорот яһау өсөн ҡулланылған. Ул былай әҙерләнгән: эркетте талғын ғына утта ҡайнаталар. Төйөрһөҙ генә ҡайнатып алғандан һуң, һыуытырға ултыртаһың һәм һыуынып сыҡҡас, киндер йәки таҫтамалдан тегелгән тоҡҡа ауҙараһың.

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ ошо тоҡта һарҡытайыҡ һәм ял итәйек!

(тоҡҡа һарҡытыу) Беҙҙең балалар йыр әҙерләнеләр!

Йыр “Мин үҙемде яратам”

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ эшебеҙҙе дауам итайек.

Аҡ инай: Ҡоротто тоҡтан алыбыҙ, ҙур табаҡҡа ауҙарабыҙ да баҫабыҙ. Озаҡ 
һаҡларға, ашҡа һалырға кәрәк булһа, тоҙ һалаһырға мөмкин. Баҫҡас, йомғаҡҡа әүәләйбеҙ дә киптерәбеҙ.

1-се бала: беҙҙ шиғыр әҙерләнек “Ҡорот” тураһында

Ойом-ойом, ойомос, 
Ҡатыҡ булды ойомос. 
Тәмле ҡатыҡ тамаҡҡа, 
Бейеп киттем таҡмаҡҡа. 
Ҡатыҡ ҡаймаҡ ярата, 
Ҡаймаҡ ҡатыҡҡа бата. 
Ҡалаҡ ҡатыҡ ашата, 
Ҡаймаҡ ҡалаҡ ярата. 
Ҡатыҡ эстем ҡалаҡлап, 
Ҡатыҡ эстем ҡаймаҡлап. 
Күңелем көр, ҡыуанам,
Бейеп торам уйнаҡлап.

2 –се бал:

Юл йөрөү ҙә ауыр түгел, 
Кеҫәлә булһа ҡорот. 
Юлда – юлдаш, яуҙа – яуҙаш 
Башҡортҡа – кипкән ҡорот.

3-се бала:

Ҡатыҡ ҡойҙоҡ ҡаҙанға, 
Ҡатыҡ ҡайнай ҡаҙанда. 
Тап-таҙа тоҡҡа ҡойҙоҡ, 
Ҡоротто теҙеп ҡуйҙыҡ.

Аҡ инай: Балалар, әйҙәгеҙ ҡортто тәмләп алайыҡ!

Әйе,бик тәмле ҡорот килеп сыҡты!

Алып барыусы: Балалар , әйҙәгеҙ күңел асып алайыҡ, бейеп алайыҡ!

Бейеү “Шатлыҡ”

Алып барыусы: Ҡорот эшләү бик мәшәҡәтле, ауыр эш. Уны тик сабырлы, уңған ҡатын-ҡыҙ ғына атҡарып сыға ала. Әммә инәйҙең әйткәндәренән, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, файҙаһы бик ҙур!

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының муниципаль автономиялы Дөйөм белем биреү учреждениеһы Аҡъяр ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

Сәғит ауылының Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе

«Ҡатыҡ тәмләшеү» йолаһы

(фольклор байрамына арналған кисә сценарийы)

Уҡытыусы Абдуллина С. З.

башланғыс кластар уҡытыусыһы

2014

Маҡсат: халыҡ йолалары, байрамдары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына, таҡмаҡтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу, көйҙө дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтеү, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: сәскәләр, ноутбук, ҡалаҡтар, ҡатыҡлы табаҡ.

Ҡатнашалар: ҡыҙҙар, малайҙар, әбейҙәр.

Байрам барышы:

Музыка яңғырай. Болонға ҡыҙҙар инә.

1-се ҡыҙ. Аҡ сәскәләр, күк сәскәләр,

Күп сәскәләр яланда.

2-се ҡыҙ. Беҙ исемен белмәй торған

сәскәләр ҙә күп бында.

3-сө ҡыҙ. Кем буяған, нисек улар

күп төрлө төҫкә кергән!

4-се ҡыҙ. Яҙғы миләүшә сәскәһен

танып була күҙенән.

5-се ҡыҙ. Бына быныһы ынйы сәскә,

хуш еҫ аңҡый үҙенән.

6-сы ҡыҙ. Ҡалай матур сәскәләр!

1-се ҡыҙ. Ялан хуш еҫкә күмелгән!

2-се ҡыҙ. Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, иртәгә ошо болонға ҡатыҡ тәмләшергә киләйек!

3-се ҡыҙ. Минең ҡатығым юҡ.

4-се ҡыҙ. Беҙгә кил, беҙҙең ҡатыҡ күп, өләсәйем бирер.

5-се ҡыҙ. Беҙ күстәнәс тоторбоҙ,

Яңы йырҙар оторбоҙ.

6-сы ҡыҙ. Ҡатыҡ етер һәр кешегә,

Иреп юғалыр телдә.

1-се ҡыҙ. Ҡайһы ергә сығайыҡ?

2-се ҡыҙ. Айғыр тауға сығайыҡ. Барабыҙға ла яҡыныраҡ булыр.

3-сө ҡыҙ. Балитәкле күлдәк кейәйек,

тәңкәләрҙе камзулға теҙәйек.

4-се ҡыҙ. Таҫмалар – сәстә,

Яулыҡтар – башта.

5-се ҡыҙ. Беләҙек, йөҙөк, муйынсаҡтар ҙа онотолмаһын!

6-сы ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, киттек! Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Ҡыҙҙар сығалар. Малайҙар инә.

1-се малай.Малайҙар, иртәгә ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшергә сығалар.

2-се малай.Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә киләйек!

3-сө малай.Мин дә ҡалмайым. Мин дә сығам.

4-се малай.Әйҙәгеҙ.

Малайҙар сығалар.

Алып барыусы. Ҡатыҡ тәмләшеү – бер урам ҡыҙҙарының байрамы. Ул яландар сәскәләргә күмелеп, һыйырҙың һөтө тәмләнгәс, үткәрелгән. Уйында бер нисә оло кеше ҡатнаша торған булған. Ҡыҙҙар, киске уйын ваҡытында һөйләшеп, вәғәҙә бирешкәндәр. Байрамға егеттәр ҙә килгән.

Күңелле музыка. Болонға шаулашып ҡыҙҙар инә, күлдәктәрен өйөрөлөп күрһәтәләр. Бейешеп әйләнгәндә малайҙар килеп инә.

1-се малай. Ҡыҙҙар, беҙ һеҙҙең менән уйнайыҡ әле?

1-се ҡыҙ. Эй был малайҙар! Бер үҙҙәре генә уйнай алмайҙар!

2-се малай. Уйнайыҡ инде һеҙҙең менән?

2-се ҡыҙ. Сәстән тартмаһағыҙ…

3-сө малай. Ю-ю-юҡ!

3-сө ҡыҙ. Хәрәмләшмәһәгеҙ…

4-се малай. Ҡайҙа инде!

Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны

4-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, малайҙар таҡмаҡ әйтешеп алайыҡ.

Ҡыҙҙар. (йырлайҙар)

Эй малайҙар, малайҙар!

Бәләкәй генә малайҙар.

Ҡатыҡ ашап үҫегеҙ,

Артһын һеҙҙең көсөгөҙ.

Малайҙар. (ҡулдарында ҡалаҡтар)

Батыр булып үҫербеҙ,

Киң булһын күңелегеҙ.

Ах, ниндәй малайҙар тиеп,

Ҡыҙыр әле күҙегеҙ!

Ҡыҙҙар. Эй малайҙар, малайҙар!

Түбәләге ҡалайҙар.

Ҡатыҡтарын ашап бөткәс,

Табаҡ төбөн ялайҙар.

Малайҙар. Әле ҡатыҡ ҡапманыҡ,

Ҡатыҡта ҡаймаҡ тапманыҡ.

Әсе ҡатыҡ ашап булмай,

Сеүәтәне алманыҡ.

Алып барыусы. Ҡайһылай оҫта йырлайҙар! Малайҙар шаяныраҡ булып сыҡты. Ҡатыҡтары юҡ, ә ҡалаҡ алырға онотмағандар. Ярай, хәҙер һеҙгә ҡыҙҙар ҡатыҡ әҙерләп тәмләттерерҙәр, ултырып тороғоҙ.

Ҡыҙҙарҙың ҡулында сеүәтә. Бейейҙәр.

Бергә. Ҡулыбыҙҙа сеүәтә,

Бөтәбеҙ таҡмаҡ әйтә.

Тәмле ҡатыҡ йырлата,

Йырлата ла бейетә.

1-се ҡыҙ. Ҡатыҡ ашап ҙурайҙым,

Бигерәк оҙонайҙым.

Йөҙөм түп-түңәрәк,

Тулған айҙай түңәрәк.

Йыр “Айҙар ғынайым”

2-се ҡыҙ. Һөйөнсө, һөйөнсө!

1-се малай. Һөйөнсөгә ҡолағың!

1-се ҡыҙ. Һөйөнсө! Һөйөнсө!

1-се малай.Ауыҙыңа бал да май!

1-се ҡыҙ. Килде таҡмаҡсы әбей,

Таҡмаҡ әйтә лә бейей.

Уның әйткән таҡмағына

Беҙҙең күңелдәр ирей.

Табаҡ тотоп 3 әбей инә. Бейейҙәр

1-се әбей. Ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшә тигәс, килдек әле. Борон заманда беҙҙең өләсәйҙәр беҙгә ҡуйылтмаҡ яһап ялата торғайны (бармағы менән табаҡ төбөн һыпырып ялай. Ҡыҙҙар менән малайҙар уға эйәрә).

2-се әбей. Тәмлеме?

Малайҙар. Тәмле, тәмле, тәмлекәс!

Ҡыҙҙар. Инәй, уны нисек эшләйҙәр?

5-се ҡыҙ. Ә мин беләм, уны өләсәйем ялата.

1-се әбей. Тәүҙә ҡорот әҙерләргә кәрәк. Ҡоротто нисек ҡуйырға өйрәтәйемме?

Ҡатыҡ ҡойҙом ҡаҙанға,

Ҡатыҡҡа ике аҙна.

Эркет ҡайнай ҡаҙанда,

Ҡабармай болғағанда.

Эркет ҡайнаны урғып,

Һөҙҙөм иләкте алып.

Ултырҙы ул тонғансы,

Тағы бер кис ҡунғансы.

Тап-таҙа тоҡҡа ҡойҙом,

Баш түбән аҫып ҡуйҙым.

Эркет һыуҙары аҡты,

Аҡ ташты һалдым тағы.

Тоҡто асһам, ап-аҡ ҡорот,

Услап-услап уны тот.

Юҡ икән тоҙо, кәрәк,

Тоҙһоҙ сөсө бигерәк.

3-сө әбей. Ҡорот йомарлаған саҡта табаҡ төбөнә йәш ҡорот ҡалдырып, һөт ҡойоп ҡуяһың.

2-се әбей. Уны тәмле булһын тиһәң,

Яңы һөттө ҡояһың.

Ҡаймаҡ ҡушһаң, бигерәк шәп,

Их, ялап бер туяһың.

1-се әбей. Бына, балалар, ҡуйылтмаҡ шулай яһала.

2-се әбей. Был матур йоланы онотмай, уйнап йөрөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, балалар.

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, хәҙер бер аҙ уйнап алайыҡ.

Бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Йөҙөк һалыш” уйыны.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/303178-scenarij-folklornogo-meroprijatija

ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ.

«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ »

Сәхнә байрамса биҙәлгән, шат балалар тауышы ишетелә.

Сценка. 8 синыф

Говорил нерожденный малыш:
-Я боюсь приходить в этот мир…
Столько здесь неприветливых, злых
Глаз колючих, усмешек чужих…

Я замерзну, я там заблужусь,
Я промокну под сильным дождем…
Ну к кому я тихонько прижмусь?
С кем оставшись, побуду вдвоем?…

Отвечал ему тихо Господь:
— Не печалься, малыш, не грусти…
Ангел добрый, он будет с тобой,
Пока будешь мужать и расти…

Будет он тебя нежить, качать,
Наклонясь, колыбельные петь.
Будет крепко к груди прижимать,
Будет крыльями бережно греть.

Первый зуб, первый шаг видеть твой.
И ладошкой слезинки стирать.
А в болезни, склонясь над тобой,
Жар губами со лба убирать…

И когда, начиная взрослеть,
Ты дорогу отыщешь твою,
Ангел будет вослед лишь смотреть,
Повторяя молитву свою…

— Как же Ангела имя? Скажи…
Как его мне средь тысяч узнать?
— Это вовсе не важно, малыш…
Мамой будешь ты Ангела звать.

Анелия: Добрый вечер, говорим мы вам. Мы не случайно собрались сегодня в этот ноябрьский вечер, в нашем уютном зале. Ведь именно в ноябре мы отмечаем такой праздник, как Мамин День. Приветствуем всех мам и бабушек, кто пришел на наш вечер, который мы посвятили самым добрым, самым чутким, самым нежным, заботливым, трудолюбивым, и, конечно же, самым красивым, нашим мамам.

 Инсаф

-Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

Анелия:
День особенный мы отмечаем,
И всех мам мы сейчас поздравляем,
Всем желаем любви, красоты,
Чтобы близкие вас берегли!

Инсаф:

-Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға,  йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған әсәйҙәргә

Ҡайнар сәләм!

Анелия:

Любому, кто живет на белом свете,
Любить, кто может, думать и дышать,
На нашей голубой планете
Роднее слова нет, чем мать.

Инсаф:

«Әсәйҙәр көнөнә арналған «ӘСӘЙҘӘР-ТОРМОШ БИҘӘГЕ»- тип аталған кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.

Анелия:

Любимая мама, тебя поздравляю,
В День мамы я счастья, здоровья желаю.
Ты в сердце моём, даже, если в разлуке,
И помню всегда твои теплые, нежные руки.

Инсаф:

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

  • Байрам менән ҡотлау өсөн һүҙ Ырғыҙлы мәктәбе директоры һәм Ырғыҙлы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Лилиә Миңлеғәле ҡыҙына бирелә. Рәхим итегеҙ. (Лилиә Миннигалиева ҡотлай)

  • Әсәйҙәр байрамына арналған иншалар конкурсы еңеүсеһе 9 синыф уҡыусыһы Көҫәпова Земфира үҙенең иншаһын уҡып ишеттерә.

Анелия:

Самый лучший день на свете —
Поздравляют мам всех дети!
Счастья вам, родные наши.
Нет Вас лучше, нет вас краше!

— Для вас поют самые маленькие учащиеся начальных классов кл. руководители Сайфуллина Гузяль Миннибаевни и Сайфуллина Василя Исхаковна.

Песня “Мамочка”

Инсаф:

Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.

  • Башланғыс синыф ҡыҙҙары башҡарыуында йыр “Топни ножкой”.

Анелия:

Что за день сегодня теплый,
Очень ласковый и добрый —
Мамин день в календаре,
Вот и солнце на дворе,
Пусть для мам всегда оно
Дарит ласку и добро

  • Наши мальчишки из начальных классов дарят вам песню “Һыбайлылар”.

Инсаф:

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

“Әсәй” тиеп уға әйтергә

  • Ҡәҙерле әсәйҙәр һеҙгә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе башланғыс синыф ҡыҙҙары үҙҙәренең “Нағышсылар” бейеүен бүләк итә. Етәкселәре Газина Айгөл Султановна.

Анелия:

  • Дорогие мамы, учащиеся 9 класса Янбердин Риф, Рысбаева Амина и Галина Зульхиза дарят вам стихи собственного сочинения. (читают стихи)

  • А теперь для вас танцуют девочки 8 класса кл. рук. Газина А.С.

Инсаф:

  • Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
    Шат бейеүҙәр, матур йырҙар
    Һеҙгә бүләк итеп
    Әҙерләндек үҙебеҙ.

  • Хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙҙең өсөн йырлайҙар 5-се синыф егеттәре. Синыф етәкселәре Абдульманова Альбина Раилевна. Йыр “Эх, егеттәр, егеттәр”.

Инсаф:

Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

Һырлап сәскә төшөрә.

  • Һеҙгә, ҡәҙерле әсәйҙәр, 6-сы синыф егеттәре “Бишбармаҡ ” әҙерләнеләр, әйҙәгеҙ ауыҙ итәйек.

Анелия:

  • Пусть День матери подарит
    Волшебство, надежду, веру!
    В сердце нежности добавит,
    Доброты, любви без меры.

    — Для вас поют парни вокального ансамбля “Бүгәсәү”, руководитель Газина Айгуль Султановна, “Башҡортостан”.

Инсаф:

Әсәй ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен.

  • Ҡәҙерле әсәйҙәр, һәр саҡ матур, йәш, зауыҡлы булып ҡалығыҙ. Һеҙҙең өсөн 6-сы синыф ҡыҙҙары “Беләҙегем-йөҙөгөм” бейеүен бүләк итә.

Анелия:

Мама — лучшее из слов!
Это значит: чистый дом,
Вкусный на столе обед,
Добрый искренний совет.

  • Для вас поют девочки 5 класса, песня “Әсәйемә”.

Инсаф:

6-с ы синыф уҡыусыһы Хөснөтдинов Айгиз ,7-се синыф уҡыусыһы Ғәйнуллина Аҙилә һәм 8 – се синыф уҡыусыһы Мостафина Рәмилә , һеҙгә үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын бүләк итә. (шиғыр уҡыйҙар)

Инсаф:

  • Бөрөләрҙе тирбәлдереп,

Йылы, йомшаҡ елдәр иҫә,

әсәләрҙең наҙлы һүҙе

Бәхетле һәм көслө итә.

  • 10 синыф уҡыусыһы Галина Юлиә һеҙгә “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен бүләк итә.

Анелия:

  • Для вас, прекрасные мамы, выступает ученица 7-го класса Зарипова Ильвина. (стих)

Инсаф:

Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Һеҙҙең өсөн “Бүгәсәү” ансамбле егеттәре йырлай “Беҙ ауылдың шәп егеттәре”.

Анелия:

Мамочка моя родная,
В День я твой тебе желаю
Быть счастливой и веселой,
И всегда-всегда здоровой

  • Для вас танцует ученица 10 класса Йәнбирҙина Гөлкәй “Оҙон сәс”

Анелия:

Как хорошо, когда есть мама,

Её улыбка — так чудесно,

Когда она всегда есть с нами.

Друзья, ведь это так прелестно!

-И хочется танцевать, говорят учащиеся 7-го класса и дарят вам зажигательный танец кл. руководитель Ккульдавлетова Елена Николаевна.

Инсаф:

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

— Һеҙҙең өсөн “Бүгәсәү” ансамбле егеттәре йырлай “Иҙел буйы һары сәскә”.

  • Беҙҙең әсәйҙәр матурлыҡ алиһәһе беҙ уларға таждар әҙерләнек. Әйҙә Виталий !

Виталий:

Для единственной на свете 
Эту песню я пою.
Я сегодня поздравляю
Маму милую свою.
Много женщин на планете, 
Но для меня милее ты,
Потому что моя мама —
Королева красоты!

А я одной тобой любуюсь, 
И сама не знаешь ты,
Что красотой затмишь любую
Королеву красоты.
И я иду к тебе навстречу,
И я несу тебе цветы
Как единственной на свете 
Королеве красоты!

УЙЫНДАР.

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Коралловая свадьба сценарий проведения дома
  • Корал тревел тц праздник
  • Кораблик доброты сценарий
  • Корабли штурмуют бастионы сценарий
  • Копирка тц праздник часы работы