Поздравление учителя с днем учителя на башкирском языке

Поздравления на русском языке с переводом на башкирский

Поздравление на русском
С днем защитника Отечества! Это поистине мужской праздник, потому что защищать и оберегать любимых — это и есть удел настоящих мужчин. В этот праздник я хочу пожелать тебе силы, энергии и упорства перед жизненными трудностями, всегда и во всем быть победителем, совершать красивые и добрые поступки. Ведь именно поступки украшают мужчину. Пусть война, горе, бедность никогда не войдут в твой дом. Желаю свежих идей и мудрых мыслей для того, чтобы покорить мир. Люби своих близких, свой труд и свою Родину!

Перевод на башкирском
Ил һаҡлаусылар көнө менән! Был ысын мәғәнәһендә ир-егеттәр көнө, сөнки һаҡлау һәм яҡлау — көслөләр аманаты. Ошо байрам уңайынан, һиңә тормош ҡуйған ауырлыҡтар алдында көс, ҡеүәт һәм ныҡышмалылыҡ, тик еңеүҙәр, матур һәм изге эштәр ҡылыуыңды теләйем. Сөнки тап изге эштәр ир-егетте биҙәй. Һуғыш, ҡайғы, ярлылыҡ йортоңдо урап үтһен. Донъяны яулар өсөн, алдыңа яңынан-яңы маҡсаттар, аҡыллы фекерҙәр килеп торһон. Яҡындарыңды, хеҙмәтеңде, Тыуған илеңде ярат!

Поздравление на русском
23 февраля — праздник смелых, отважных, надежных половин человечества. Искренне поздравляю тебя с этим днем. Желаю тебе быть крепкой опорой и незаменимой поддержкой для всех, кто тебя окружает. Клясться в любви к Родине, хвастаться тем, что отслужил в армии может каждый, но лишь единицы всей душой отданы защищать свою страну: охранять не только границы, но и выращивать таких же храбрых сыновей, сажать деревья, построить дома, заботиться о благополучии народа, семьи, близких — вот что значит быть Защитником Отечества.

Перевод на башкирском
23 февраль — батырҙар, ҡыйыуҙар һәм ышаныслылар көнө. Ысын күңелдән һине ошо байрам менән ҡотлайым. Һиңә, һине уратҡан бөтә кешеләр өсөн дә ныҡлы таяныс һәм алыштырғыһыҙ терәк булыуыңды теләйем. Тыуған илде яратам тип ант итергә, әрме сафтарында хеҙмәт иттем тип һәр кем маҡтана ала, әммә тик берәүҙәр генә иле өсөн бөтә күңеле менән бар нәмәгә лә әҙер: улар ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай,ә тағы ла батыр улдар тәрбиәләй, ағас ултырта, йорт төҙөй, халыҡ, ғаилә мәнфәғәте өсөн тырыша. Бына улар ысын мәғәнәһендә лә Ил һаҡсылары!

Поздравление на русском
С праздником! В этот день, смелых и храбрых, желаю тебе крепкого здоровья, благополучия, успехов, улыбку Фортуны, любви близких, и любви своей Родины! Родина — мать. Она дала нам опору, когда мы сделали свои первые шаги, кормит нас и поддерживает в наших начинаниях. Поэтому мы должны беречь её, как зеницу ока. А кто же сделает это лучше мужчин?! Беречь во всех смыслах этого слова: не допускать, чтобы в неё наступала нога врага, не губить природу, ценить богатство земли и, конечно же, бесконечно любить. Поэтому желаю, чтобы каждый из нас был немного защитником Отечества!

Перевод на башкирском
Байрам менән! Бөгөнгө ҡыйыуҙар һәм көслөләр көнөндә һиңә ныҡлы һаулыҡ, байлыҡ, уңыштар, яҡын кешеләреңдең һәм илеңдең һөйөүен теләйем. Тыуған ил — ул беҙҙең әсә. Ул беҙгә, тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһағанда, терәк биргән, беҙҙе туйындыра һәм башланғыстарыбыҙҙа тәүәкәллек өҫтәй. Шуға күрә, беҙ уны күҙ ҡараһылай һаҡларға тейешбеҙ. Ә быны, ир-егеттәрҙән тыш, кем тағы ла яҡшыраҡ башҡара ала?! Илебеҙҙе дошман аяғы баҫыуҙан һаҡларға, тәбиғәтте юҡҡа сығармаҫҡа, ер байлығын ҡәҙерләргә һәм сикһеҙ яратырға тейешбеҙ. Шуға ла, һәр беребеҙ ил һаҡсыһы булыуын теләйем!

Поздравление на русском
Поздравляю с праздником мужественных и отважных! Пусть твоим главным оружием будет твоя улыбка, враги обходят стороной, а победы приходят во всех сферах жизни. Желаю, чтобы рядом были те, кого ты хочешь защищать и оберегать. Каждый день, рискуя своей жизнью ради нашего спокойствия в завтрашнем дне, помни, что с тобой есть любовь близких и родных. Говорят, что женщины очень слабые и беззащитные. Это правда. Ведь за спиной таких как ты, можно не бояться ничего и это дает возможность нам быть такими женственными. Оставайся всегда таким: верным, храбрым, решительным. Никогда не сдавайся и иди вперед!

Перевод на башкирском
Көслөләр һәм батырҙар байрамы менән ҡотлайым! Һинең йылмайыу — иң төп ҡоралың булһын, дошмандар урап үтһен, ә еңеүҙәр тормоштоң бөтә яҡтарынан да килһен! Һаҡларға һәм яҡларға теләгән кешеләрең һәр ваҡыт яныңда булһын. Иҫеңдә тот, көн һайын, беҙҙең тыныслыҡ өсөн үҙ ғүмерең менән рисуай иткәндә, яҡындарыңдың һәм туғандарыңдың мөхәббәте һинең менән. Ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ зат тиҙәр. Һәм был, ысынлап та, шулай. Сөнки һинең кеүек ир-егеттәр беҙгә наҙлы һәм иркә ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға мөмкинлек бирә. Һәр ваҡыт шулай тоғро, ҡыйыу, көслө булып ҡал. Бер ҡасан да бирешмә һәм тик алға ғына атла!

Поздравление на русском
С гордым восхищением поздравляем любимых наших мужчин с 23 февраля! Желаем, чтобы вы всегда были в боевой готовности в работе, в семье и среди друзей. Оставайтесь «в меру упитанными» и «в самом рассвете сил» сколько бы вам не было лет. Пусть в вашем доме всегда будут тепло, мир и вкусная еда на столе. И даже если на ваших плечах нет погонов со звездами, каждый из вас — защитник! Желаем вам, чтобы здоровье было крепким, тело в тонусе, мысли — светлые, разум — ясный, цели — достигаемы, дружба — перданной, а любовь — безграничной. Спасибо, что вы исполняете наши желания, не упрекаете за капризы, и пытаетесь понять нашу логику. С праздником, дорогие мужчины!

Перевод на башкирском
Сикһеҙ ғорурлыҡ менән беҙҙең яратҡан ир-аттарыбыҙҙы 23 февраль менән ҡотлайбыҙ! Эштә, ғаиләлә, дуҫтар янында һәр саҡ хәрби әҙерлектә тороуығыҙҙы теләйбеҙ. «Самалы тулы кәүҙә» һәм «көстөң ташып торған мәле», һеҙгә нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡалһын. Йортоғоҙҙа наҙ, тыныслыҡ булһын, ә өҫтәлдәр татлы һыйҙан һығылып торһон. Яурындарығыҙҙа йондоҙло погондарығыҙ булмаһа ла, һәр берегеҙ — һаҡлаусы. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яҡты фекерҙәр, бөйөк маҡсаттар, тоғро дуҫлыҡ һәм сикһеҙ мөхәббәт теләйбеҙ. Беҙҙең теләктәрҙе үтәгәнгә, еңешеүҙәр өсөн тәнҡитләмәгәнгә ҙур рәхмәт. Байрам менән, ҡәҙерле ир-аттар!

Поздравление на русском
От души поздравляю тебя с 30-летием! Каждый юбилей — это некое подведение итогов и предопределение какими будут следующие 5 лет жизни. И пусть то, чего ты достиг до этой даты, подарит тебе силы и вдохновения для новых свершений. Желаю никогда не бояться перемен. Границы только для ограниченных. Поэтому не отказывай себе ни в чем. Не существует никаких «так должно быть!» Делись своей добротой. Творить добро классно. В разы приятнее, чем всякие драмы. Желаю почувствовать невероятные ощущения внутренней свободы и лёгкости, летать выше облаков, окунуться во все краски жизни. Пусть в твоем сердце всегда живет любовь. Лев Толстой сказал: «Все строят планы, и никто не знает, проживёт ли он до завтра», так что живи в настоящем, наслаждаясь каждым мгновением . Мира и добра тебе!

Перевод на башкирском
Ысын күңелдән 30 йәшең менән ҡотлайым! Һәр юбилей — ниндәйҙер йомғаҡ яһау һәм киләһе 5 йыллыҡ ғүмергә маҡсат ҡуйыу кеүек. Ошо датаға тиклем йыйған һәләтең, тәжрибәң яңы бейеклектәр яуларға ярҙам итһен. Үҙгәрештәрҙән бер ҡасан да ҡурҡма. Сиктәр тик сиклеләр өсөн. Шуға ла бер нимәнән дә үҙеңде мәхрүм итмә. «Шулай булырға тейеш» тигән әйбер бөтөнләй юҡ. Изгелегең менән уртаҡлаш. Изгелек ҡылыу шәп кәйеф бүләк итә. Һиңә яңы тойғолар, азатлыҡ, еңеллек, күктәрҙән дә бейегерәк осоштар теләйем. Донъяның бөтә сағыу буяуҙарына сумып йәшә. Йөрәгеңде мөхәббәт ташламаһын. Лев Толстой: «Барыһы ла пландар ҡора, әммә берәү ҙә иртәгә йәшәрен-йәшәмәҫен белмәй»,- тигән. Шуға әлеге ваҡытты тойоп, һәр мәл менән һоҡланып йәшә. Изгелек һәм тыныслыҡ һиңә!

Поздравление на русском
Такая дорогая дата — 65 лет. Сегодня смотрим на вас и не перестаем восхищаться, как может в одном человеке совмещаться столько хороших качеств — ум, обаяние, ловкость, доброта, искренность и превосходное чувство юмора. Вы из тех людей, которым нужно равняться. Вы тот человек, который одним своим харизматичным взглядом, может очаровывать людей. К таким, как вы, тянется и молодое, и взрослое поколение. Оставайтесь всегда таким же. Пусть ваши дни будут полны приятными сюрпризами, радостью и счастьем. Время беспощадный товарищ, но мы вам желаем сдружиться с ним. Не грустите по поводу уходящих год. Зимы уходят и приходят, а у человека остаются дела, поступки. Пусть ваши близкие безумно гордятся вами, уважают от всего сердца, а вы были счастливы видеть счастье своей семьи. Желаем вам ещё много-много раз собирать всех родных на свой юбилей.

Перевод на башкирском
65 йәш — шундай ҡәҙерле дата. Бөгөн беҙ һеҙгә ҡарайбыҙ ҙа, һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Бер кеше эсенә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлек, сослоҡ, изгелек, шаянлыҡ, саф күңел… Һеҙгә тиңләшке килә. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйәһегеҙ. һеҙҙең кеүектәргә йәштәр ҙә, оло быуын да тартыла. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ. Көндәрегеҙ бүләктәргә, ҡыуаныстарға, бәхеткә тулы булһын. Ваҡыт, әлбиттә, аяуһыҙ, әммә беҙ һеҙгә уның менән дуҫлашыуығыҙҙы теләйбеҙ. Үткән йылдар өсөн ҡайғырмағыҙ, ҡыштар килә лә китә, ә кешенең эшләгән эше ҡала. Яҡындарығыҙ һеҙҙең менән ғорурланырлыҡ, бөтә йөрәктән хөрмәт итерлек булһын. Ә үҙегеҙгә, ғаиләгеҙҙең бәхетен күреп, ҡыуанырға яҙһын. Тағы ла күп тапҡырҙар барлыҡ туғандарығыҙҙы юбилей кисәһенә йыйыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Поздравление на русском
Искренне рады поздравить с 45-летием! Вы сегодня снова стали ягодкой. 45 лет — это новая пора жизни. Пора творить, реализовывать идеи и совершать сумасшедшие поступки. Впереди ожидают новые вершины, которых нужно покорять, новые победы. Пусть в вашей груди горит огонь, в жилах бурлит кровь и заставляет тянуться ко всему новому. Та мудрость, что накопилась за эти годы, послужит вам выжимать от жизни всё! Женщине очень важно в любом возрасте оставаться красивой. Желаем вам всегда покорять сердца мужчин, излучать красоту, нежность и доброту. Чтобы даже в зимние морозы, у ваших ног лежали розы!

Перевод на башкирском
45 йәшлек юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 45 йәш — ғүмерҙең өр-яңы мәле. Ижад итеү, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу, баш әйләндергес эштәр башҡарыу мәле. Алда яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр көтә. Һеҙҙең күкрәктә, барлыҡ яңылыҡтарға тартылған ут дөрләп янһын, тамырҙарҙа ҡанығыҙ ҡайнап торһон. Йылдар буйына йыйылған аҡыл тормоштан бөтәһен дә һығып алырға ярҙам итһен. Ҡатын-ҡыҙға һәр йәштә лә матур булыу мөһим. Һеҙгә гел дә шулай ир-аттың йөрәгендә уттар тоҡандырып, донъяға матурлыҡ, наҙ, изгелек сәсеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла, аяҡ аҫтында раузалар ятһын.

Поздравление на русском
Дорогой юбиляр! Тебе сегодня исполнилось 25 лет! Это четверть века, это самая красивая дата. Именно с этого момента ты по-настоящему вступаешь во взрослую жизнь. Впереди тебя ждет увлекательное приключение под названием Жизнь. Желаю быть богатым на любовь дорогих тебе людей, на счастье, радостных дней, бурных ночей, на множество судьбоносных встреч и на билеты банка России, а может даже и США. Знай же, что всё в твоих руках, всё зависит только от тебя. Ты, и только ты, несёшь ответственность за свою жизнь. Ты вправе жить так, как сам хочешь. Желаю во всех начинаниях добиваться успеха, быть здоровым, независимым и жизнерадостным. Чтобы невзгоды, разочарования боялись того позитива, что исходит от тебя.

Перевод на башкирском
Ҡәҙерле юбиляр! Һиңә бөгөн 25 йәш тулды. Был сирек быуат, был иң матур дата. Тап ошо мәлдән алып һин оло юлға аяҡ баҫаһың. Алда һине Тормош тип аталған ҡыҙыҡлы мажаралы юл көтә. Һиңә ҡәҙерле кешеләреңдең һөйөүенә, бәхеткә, ҡыуаныслы көндәргә, шаулы төндәргә, яҙмышлы осрашыуҙарға һәм дә Рәсәй банкыһының, бәлки хатта АҠШ-тыҡылыр ҙа, билеттарына бай булыуыңды теләйем. Барыһы ла үҙ ҡулыңда, барыһы ла тик үҙеңдән генә тора. Һин, бары тик һин генә, ғүмерең өсөн яуаплы. Нисек теләйһең, шулай йәшәргә хоҡуҡлыһың. Бөтә башланғыстарыңда ла уңыш йылмайһын. Һау, бәхетле, сая бул. Бәләләр һәм рәнйеүҙәр һинең дәртлелектән ҡасып, урап үтһендәр.

Поздравление на русском
50 лет. Поздравляю с замечательной круглой датой. Говорят, что после 49 (7х7) пятидесятый год становится священным, начинается новая жизнь. Пятьдесят лет — это возраст мудрости. Ты ещё остаёшься молодым, ты полон сил, энергии и в то же время за плечами уже огромный опыт. Ты уже знаешь что такое хорошо, а что такое плохо, тебя не так-то просто обвести вокруг пальца, ты разбираешься в людях и точно знаешь чего ты хочешь от жизни. Так пусть же в дальнейшие года были одни удовольствия, яркие эмоции, грандиозные праздники и близкие люди рядом с тобой. Желаю здоровья, силы, ловкости и бодрости. И помни, человеку столько лет, на сколько он себя чувствует, а календари придумали люди. Оставайся всегда таким же молодым, красивым и энергичным. С юбилеем!

Перевод на башкирском
Күркәм байрамың — юбилейың менән ҡотлайым. 49 йәште (7х7) уҙғандан һуң, илленсе йыл изге датаға әйләнә тиҙәр. Яңы тормош башлана. Илле йәш — ул аҡыл йәше. Һин әлегә йәш һаналаһың, көсөң ташып тора, әммә шул уҡ ваҡытта елкәңдә оло тәжрибә ята. Һине еңел генә кәкре ҡайынға терәп булмай, кешеләрҙе үтәнән-үтә күрәһең, тормоштан нимә алырға теләгәнеңде лә беләһең. Шуға күрә, әйҙә, артабанғы йылдарыңда шатлыҡ-ҡыуаныстар, сағыу хистәр, күркәм байрамдар һәм эргәңдә яҡындарың булһын. Һиңә һаулыҡ, көс-ҡеүәт, сослоҡ һәм дәрт теләйем. Шуны онотма: кеше үҙен нисә йәшлек итеп тоя, күңелендә лә шунса йәш, ә календарь халыҡ уйлап тапҡан әйбер. Һәр ваҡыт йәш, матур һәм дәртле булып ҡал. Юбилейың менән!

Ҡотлау шиғырҙары

Дуҫ-иштәрен, яҡындарын тыуған көн менән ҡотлау өсөн шиғырҙар һорап мөрәжәғәт итеүсе төркөмдәштәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып,бер аҙырағын сайтҡа тупларға булдыҡ. Рәхим итеп ҡулланығыҙ!

Ҡотло булһын Тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һәр бер килер көнөң.

***
Шатлыҡ менән тыуһын таңдар,
Бәхет үҙе сыҡһын юлыңа.
Һин бәхетле!
Ышан был донъяла,
Һаулыҡтан ҙур бәхет юғына…

Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.

***
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Был көн шундай күнеллелер
Һин тыуғанға,
Был донъя шундай яктылыр
Һин булғанға.
Бөтә йыһан шатланғандыр
Һин тыуғанда.
Тирә-яҡта һәр сак байрам
Һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкемле бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре уҫкәндә лә,
Яҙ япрактар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә карҙар яуғанда ла!

Ҡотло булһын тыуган көнөң!

*** – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, ***,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.

***
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.

***
ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерең,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен!
***
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарарҙарға.
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.

***
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын,
Килә, туған, бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең,
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
***
Өй түрендә бәхетле юбиляр,
Күтәрәбеҙ тулы бокалдар.
Эй хоҙайым бәхет һаулыҡ, оҙон ғүмер
Бир инде,тиеп теләй туғандар.
…Бөгөн байрам беҙҙең күңелдә,
Ҡалһын шулай матур ғүмергә.
Барыр юлдарыбыҙ айрылмаһын,
Тимер юлдар кеүек гел бергә!

Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
***

Күпме булһа ерҙа изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек,бары шатлыҡтар!

Тыуған көнөңдәге һымаҡ,
Дуҫтар һәр саҡ булһын янда.
Һайрап ҡына уятһындар
Ҡоштар һине һәр бер таңда.
Бөгөнгә тиклем ашмаған,
Теләктәрең булһын ҡабул.
Пак күңелле,һау-сәләмәт,
Тәүфиҡлы ғына һин бул!!!

Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин — бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ — һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисектермәй ысынға ашһын,
Беҙҙең күркәм теләктәр!

Тыуған көнөң һинең йән дуҫҡайым,
Ғүмереңдең сәскә саҡтары.
Теләктәрҙең һиңә иң изгеһе —
Йөрәк түрҙәрендә ятҡаны.

Һуйыр таштай сыҙам, түҙемле бул
Тормош күперҙәрен үткәндә,
Йән һөйгәнең яндарыңда булһын
Яҙмыш һуҡмаҡтарын һүткәндә.

Бәхеттәрҙең теләйем бер-бер артлы
Шатлыҡ нуры һирпеп килгәнен.
Күҙҙәреңдең гел балҡыуын теләйем,
Йылмайғанын теләйем, көлгәнен.

… ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Ҡайғы еле һиңә теймәһен.
Теләр теләктәрең ҡабул булһын,
Өмөттәрең һис кем өҙмәһен.

Донъя тип — донъя ҡыуабыҙ,
Тартабыҙ тормош йөгөн.
Онотоп тор мәшәҡәтең,
Бөгөн бит тыуған көнөң!

Һинең өсөн генә бөгөн
Иң матур гөлләмәләр.
Ҡотлай дуҫ-иш, туғандарың,
Яуа изге теләктәр!

Бер йыл үтте, тағы тиеп,
Календарға зарланма.
Алда көтә яҡты йылдар,
Үткәнен һин парлама.

Тыуған көн үтә лә китә,
Алда тора иң шәбе.
Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен,
Һүнмәһен ғүмер шәме!

Һинең өсөн генә бөгөн,
Йылмаялар сәскәләр.
Алда әле, иркәләнеп,
Уянаһы иртәләр.

Тыуған көнөң менән ҡотлап елдәр һиңә
Минең сәләмемде илтһендәр.
Ҡояштан ал ҡайнар һөйөүемде,
Гөлдәр ҡосағыңа инһендәр.
Ҡотло булһын һине тыуҙырған көн,
Ҡотло булһын алда ғүмерең.
Бәхетле бул бөгөн,һәр көн
Ожмахыңда күңел түренең!

Ғүмереңдең иң-иң сағыу,
Иң матур мәле еткән!
Тыуған көнөң менән ҡотлап
Мин һине тәбрик итәм.
Тормош юлың алға барһын,
Көндәрең үтһен имен.
Яҡты булһын бар уйҙарың,
Һау булһын йәнең, тәнең.
Шатлан, һөйөн! Һин бәхетле!
Һинең ғүмер байрамың!
Кемдер өсөн иң ҙур бүләк,
Иң ҙур шатлыҡ булғаның!

Һинең тыуған көнөң бөгөн,
Мин йондоҙҙарҙы тирәм.
Йондоҙҙарҙың гөлләмәһен
Бүләгем итеп бирәм.
Һинең тыуған көнең бөгөн,
Ҡояш нурҙарын өҙәм.
Аллы-гөллө нурҙар менән
Мөхәббәт һүҙен теҙәм.
Һинең тыуған көнөң бөгө ,
Бүләк булһын бар йыһан
Икһеҙ-сикһеҙ бәхет -донъя
Ер йөҙөндә һин булһаң.

Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.

Бөгөн һинең тыуған көнөң,
Көтөп алған күңел байрамың.
Йөрәгеңә бәхет ҡошо ҡунып,
Иң-иң гүзәл йырын һайраһын!

Бөгөн һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен!

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.

Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.

50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
50 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Олатайҙар булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.

50 йәш ул-ярты ғүмер
Етегеҙсе йөҙгәсә.
Барлыҡ яҡындарың менән
Шатланып йәшә ерҙә.

Ҡыуаныстар артып торһон
Бәхеттәр килһен йөҙөп.
Яҡындарың һөйөнһөндәр
Йәшә йылмайып, көлөп.

Гөлләмәләр бүләк итәм
Һинең илле йәшеңә.
Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ
Теләйем кәйеф һиңә.

Тормош дуҫың менән тигеҙ
Тормош юлын үтегеҙ!
Илле йәшкә еткәнһегеҙ
Йөҙ йәшкә лә етегеҙ!

Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Тыуған көнөң менән!

Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр тыуған көн үтhен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта!

Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.

Шатлыҡ,ҡыуаныс hәм бәхет
Юлдаш булhын үҙеңэ.
Һис ҡартайма мәңге йәш бул
Йәшә гел көлөп кенә.

Оҙон ғүмер,ныҡлы hаулыҡ
Дуҫым hиңә теләйем.
Ҡайғы күрмә рәхәт йәшә
Яҡты булһын көндәрең.

Тыуған көнөң менән ҡотлап
Бүләк итәм гөлләмә.
Был доньяла рәхәтләнеп
Гөрләп ҡыуанып йәшә!

Әсәкәйем минең! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!

Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тиеп йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең!

Күҙ нурҙарын түгеп,күңел биреп,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең,
Хәҙер һинең ғәзиз балаларың
шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен.

Һинең көнөң бөгөн, Әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә!

Ныҡлы һаулыҡ бирһен Хоҙай үҙеңә,
Көс, дәрт ташһын йәш күңелеңдә.
Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә,
Беҙ бәхетле булғанға был ерҙә!

Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.

Әсәй бит ул өйҙөң йылыһы,
Әсе елдән ҡаплай балаһын.
Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә,
Һаҡлай беҙҙе һинең фатихаң.

Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхет, әсәй
Тән сихәтен, күңел тыныслығын.
Оҙон ғүмер, яҡты тормош юлың
Шатлыҡ ҡыуаныстарға тулһын!

***
Сал сәстәрең араһында
Мин ағартҡан сәс тә бар.
Һинһеҙ әсәй ,тормош йәмһеҙ.
Һинһеҙ,әсәй,донъя тар.
Оҙон ғүмер ,һаулыҡ бирһен хоҙай
Баш эйәмен һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш ҡына көлһөн ғүмер таңыңда!

Һөйөүемде һинән йәшермәйем,
Һинең алда башым эйәмен.
Минең ғүмерем бит һинән бүләк,
Рәхмәт һиңә, әсәй, тиәмен.
Ал таңдарҙы бирҙең миңә, әсәй,
Үҫтерҙең тик бәпләп ҡәҙерләп.
Ғәзиз әсәкәйем, һиңә ҡалам
Иң ҙур бәхеттәрҙе мин теләп.

Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!

Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп!

Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла.

Һин бит, әсәй, беҙҙең
өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып
йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әсәй,
мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын
кешебеҙ!
Наҙлап ҡына үҫтерҙең
бит беҙҙе,
Керпек ҡаҡмай, һөйөп
ҡулыңда.
Һинең ғүмер балҡый
маяҡ булып
Беҙ үтәһе тормош
юлында!

Тыуған көн менән!

Кемделер ҡотлау өсөн матур һәм үҙенсәлекле ҡотлау тексын эҙләйһегеҙме? Беҙҙең сайтыбыҙҙан ала алағыҙ…

1) Хөрмәтле …. һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәммәһелә ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.

2) Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрең тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

3) Бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым, донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйем! Барыһы ла һәйбәт булһын!

4) Юбилейың менән ҡотлайым! Бәхетле бул! һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тап, яныңда яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың булһын!

5) Ҡәҙерле дуҫҡай! Тыуған көнөң менән ҡотлайым һине! Һинән дә яҡын, һинән дә тоғро дуҫым юҡтыр, шуға күрә һиңә ысын күңелемдән киләсәктә лә үҙеңдә булған гүзәл сифаттарыңды һаҡларға теләйем. Һине таҙалыҡ-һаулыҡ, яҡты киләсәк, бәхетле матур көндәр көтһөн, дуҫ-иштәрең, тыуған-тыумасаларың, ғаиләң тик һине һөйөндөрһөн, дуҫым! Һине хөрмәт иткән дуҫың…

6) “Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!”

7) Тәбрикләйем һине тыуған көнөң менән! Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйем. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр һиңә ихлас күңелдән.

8) Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә! Балаларың …. (исеме).

Атайҙы ҡотлау:

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,

Бар нәмәгә булдың түҙемле.

Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,

Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.

Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,

Күтәренке булһын күңелең.

Именлектә, беҙҙең менән бергә

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,

Ҡылған эшең — бары изгелек.

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,

Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.

Балҡып торған йөҙөңде күреп,

Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын

Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың

Етмеш йәш ул — ҡартлыҡтың уртаһы,

Әсәй иҫән, балаларың янда,

Бәхетле һин, атай, донъяла.

Һинең кеүек һис кем ярата алмай,

Һинең кеүек һис кем бирә алмый

Иркәләүҙе, һөйөү һәм наҙҙы.

Ауырлыктар килһә, йылмаяһың,

Нур сәсә күҙҙәрең көлгәндә.

Беләһеңме, атай, һин бит безҙең—

Күпме генә бәхет теләһәк тә,

Бик аҙ булыр кеүек тойола.

Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙың,

Шәфҡәтле һин һәр бер балаңа.

Шуға һине бары ла яраталар,

Дуҫ-иштәрең йөрөй килгеләп.

Һау-сәләмәт булып, туҡһанды ла

Үткәрергә язһын бергәләп.

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәрте булһын күңелдә.

Беҙ теләгән шатлык, бәхет, атай,

Юлдаш булсын һиңә ҡартлыкта.

Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ

Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан

Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына

Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,

Шатлыҡтарға илткән юл ғына

Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән

Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!

Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,

Беҙ бәхетле ерҙә һин барға.

Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Тыуған көнөң менән ҡотларға.

Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,

Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып

Ҡотлау шиғырҙары:

Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен

Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.

Томбойоҡло күңел күлдәреңдең

Тормош юлың балҡып торһын,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон гүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер кайғыһыҙ үтһен ғүмерең.

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,

Ошо бәхет ситләп үтмәһен.

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.

Ер йөҙөнең бөтә матурлығын

Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә

Һиңә һис тә еңел булмағандыр

Оҙон ғүмер, һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ

Теләй һиңә ҡыҙ һәм улдарың.

Йылмай һин — бәхетле бул!

Йәмле йылдар, йәмле көндәр

Һис кисекмәй ысынға ашһын

Тормыш юлың һәр саҡ балҡып торһон,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.

Тыуған көнөң менән, дуҫым,

Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын,

Тыныс булһын кисең, төндәрең.

Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә

Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,

Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.

Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын

Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.

Һеҙгә насип булған бәхет-шатлыҡ,

Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,

Шуныһы бигерәк ситләп үтмәһен.

Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,

Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.

Кәңәш һорап һеҙгә ҡағылабыҙ,

Ҡылған изгелең ерҙә ятмаҫ,

Ауырыу белмәй оҙаҡ йәшәгеҙ!

Әй, һөйөклөм, берҙән берем,

Һин булмаһаң, һөйөклөм тип

Минең сикһеҙ шатлығым да,

Тыуған көнөң – бер биҙәге

Һин тыуған көн бик күңелле булған,

Тыуған көнгә күркәм теләктәрҙе

Юллайым әле, дуҫым, ҡуш услап.

Бер ҡасан да һаулыҡ ташламаһын,

Бәхеттәрең булһын түңәрәк.

Шатлыҡ артынан шатлыҡ килһен,

Тораһың да сал сәсеңде һыйпап,

Ҡартайылған инде, тейәһең.

Һәр береһенә башты эйәһе.

Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Башҡортса ҡотлауҙар

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!

Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булганга.

Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!

Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,

Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!

Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре Үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
Булһын тормош күгендә.

Ғине ғажап тормош көтә,
Алларыңда юлдың олоһо булһын.
Ғандуғастар бары юлдаш булһын,
Балам, бөгөнгеләй йылмайып йәшә,

Күңелеңдә нурлар уйнаһын,
АуырлыктарҺы һистә тойма һин.
Көнөң яќты булһын,
Төнөң татлы булһын.
Уйна ла көл, әле йәш сағыңда.

Һинең әле шундай сағың
Паҡлы, сибәр сағың.
Онотма шундай сағыңды,
Ҡабатланмаҫ ул тағын.

Ҡабатланмаҫ сағыңдың һин
Ҡәҙерен белеп кенә йәшә бер үк,
Был донъяла һөйөп-һөйөлөп кенә.
Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,
Йәйҙәрҙән сафлыҡ алып,

Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан
Йәнеңә паҡлыҡ алып.
Шулай йәшәһәң генә
Гүмерең гөрләп уҙар.

Бәхет ҡошо ҡулын һуҙып,
Ҡаршыңа килеп сығыр!

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Сценарий на день учителя 2021

ТЕКСТ СЦЕНАРИЯ:

На сцене ученики 5б класса

Выходят ведущие

ВЕДУЩИЙ 1
Гордое слово «УЧИТЕЛЬ»,
Мы слышим всегда и везде.
Для нас он как путеводитель,
В чужой незнакомой стране.
Большое спасибо УЧИТЕЛЬ,
За веру, за ласку, за век,
Которые нам подарили,
Любимый вы наш человек!!!

ВЕДУЩИЙ2

Кем яҡты ҡояш шикелле,

Күңелдәребеҙҙе наҙлап йылыта?

Кем ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,

Сабыр һүҙе менән йыуата?

Кем әсәй кеүек наҙлы була белә,

Әсәй кеүек беҙҙе ярата?

Кем күп ишектәр беҙгә аса,

Барған юлыбыҙҙы яҡтырта?

Әлбиттә, беҙҙең яратҡан уҡытыусыларыбыҙ! Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, килгән  ҡунаҡтар,   ҡәҙерле уҡытыусылар,   уҡыусылар!

ВЕДУЩИЙ 1 Здравствуйте,  наши дорогие учителя, уважаемые гости! 

Сегодня, 5 октября, в школе солнечно от улыбок, дуют цветочные ветры. К середине дня ожидаются порывы радостных аплодисментов, возможны теплые кратковременные слезинки и ожидается фронт хорошего настроения. ( На экране презентация с фото нашей школы).

( 5б шиғырҙар һәм «Уҡытыусыма» йыры)

ВЕДУЩИЙ 1

Для вас, дорогие учителя, сейчас прозвенит звонок на веселую перемену. Приглашаем принять участие в веселых конкурсах.

1 конкурс

Участникам предлагаются детские фотографии учителей, необходимо узнать по детским лицам – учителей – предметников.

ВЕДУЩИЙ2  Хөрмәтле уҡытыусылар һеҙҙең өсөн……………………………….

башҡарыуында……………………………………………………………………………….

Ученик:
Учителя, учителя…
Профессии нет добрей!
Стоите твердо у руля,
Открыв ребенку дверь.
Учитель – самый верный друг,
Не выдаст, не предаст;
А если что случится вдруг,
Он руку всем подаст.
Спасибо вам, учителя,
Ведь заняты вы делом самым важным.
На вас издревле держится земля,
Вы для нее растите юных граждан !

2 конкурс

Вопросы:
– Будете ли писать записки родителям о плохом поведении их детей?
– Появятся ли в скором времени любимчики в классах?
– Будете ли будить ученика, заснувшего на вашем уроке?
– Будете ли вы вызывать родителей в школу?
– Будете ли вы время от времени на уроках рассказывать анекдоты?
– Часто ли вы будете опаздывать на уроки?
– Разрешите ли вы пользоваться шпаргалками?
– Собираетесь ли вы использовать указку как холодное оружие?

Ответы:
– Нет, ни в коем случае!
– Даже в мыслях такого никогда не было!
– Может быть. Я над этим еще подумаю.
– Не дождетесь!
– Ишь чего захотели!
– Да! Я об этом давно мечтаю.
– Возможно. Это будет зависеть от моего настроения.
– А почему бы и нет? Кому-то можно, а мне нельзя!

Хөрмәтле уҡытыусылар Һеҙҙең өсөн ,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,,……………

ВЕДУЩИЙ2

Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.

Һеҙҙең өсөн бейей………………………………………………………………

ВЕДУЩИЙ1

Викторина №1 ко Дню учителя (с ответами)

Приветствуем всех на викторине.

 В начале нашей викторины я хочу загадать вам загадку. О ком идёт речь?
Он приходит в школу рано,
У него большие планы:
Научить детей писать,
Думать, вычислять, решать.
Ответ:  учитель

1. Кто автор следующей фразы?
«Сейте разумное, доброе, вечное,
Сейте! Спасибо вам скажет сердечное
Русский народ…»
В.А.Жуковский
В.Г.Белинский
Н.А.Некрасов +

2. Кто автор рассказа «Уроки французского»?
Валентин Распутин +
Алексей Толстой
Лев Кассиль

3.Кто из перечисленных великих людей не был учителем?
А) А.М. Горький

Б) А.С. Пушкин+
В) Л.Н. Толстой
Г) С.Я. Маршак

4.Название фильма, который действительно существует?
А) Короткий урок
Б) Большая перемена+
В) Совмещенный урок
Г) Короткая перемена

5 Шпора в школе это?
А) Шторы на окнах
Б) Шпроты в столовой на обед
В) Шпаргалка+
Г) Шоколад

6. Продолжите пословицу — ученье свет…
А) А не ученье мгла
Б) А не ученье тьма+
В) А все остальное плохо
Г) А не ученье плохо

7.Какая болезнь реально существует
А) Морская+
Б) Звёздная
В) Межгалактическая
Г) Подземельная
8.Какая фамилия самая «музыкальная»?
А) Иванов
Б) Бах
В) Сидоренко
Г) Бетховен
Ответ: Сидоренко, там сразу три ноты: СИ – ДО – РЕ

ВЕДУЩИЙ2

Ҙур рәхмәт викторина ла ҡатнашыусыларға! Афарин! Бөтәгеҙгә лә «5»

Һеҙҙе ҡотлап йырлай …………………………………………………………………………………………

ВЕДУЩИЙ1

Душою красивы и очень добры,
Талантом сильны Вы и сердцем щедры.
Все Ваши идеи, мечты о прекрасном,
Уроки, затеи не будут напрасны!
Вы к детям дорогу сумели найти,
Пусть ждут Вас успехи на этом пути!
Пусть не сломят Вас неудачи,
Больше будет подарков судьбы.
Улыбаться желаем Вам чаще
И свои все невзгоды забыть.
Долгих лет и успехов в работе

Пожелать Вам все дети хотят,
Пусть удачные долгие годы
Вместе с птицами счастья летят!

И наш музыкальный подарок! Песня для вас!

ВЕДУЩИЙ2

“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.
Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы.

Ғилманов Камиль башҡарыуында шиғыр бүләк.

ВЕДУЩИЙ 1

От А до Я, к любым открытиям
Путь начинается с тебя.
Да будет славен труд учителя,
Ваш день учителя….
Мы на уроках, может быть нечасто,
Вас радуем поднятием руки,
Но в этот день немало слов прекрасных
Вам высказать хотят ученики.

Для Вас выступают Якупов Радмир и…………………………………………………

ВЕДУЩИЙ 2

Уҡытыусы – яҡты ҡояш,
Тылсым тулы нурҙары.
Йәш кешене Кеше итеү –
Уның хыял-уйҙары…

Һеҙҙең өсөн ………………………………………………………………………………………

ВЕДУЩИЙ1

Спасибо вам от всех от нас
За наш просторный светлый класс,
За долгожданный тот звонок,
Что собирал нас на урок .

Мы будем помнить вас, родные,
Штурмуя дали голубые,
Пусть солнце дарит вам улыбки,
И счастье будет пусть в избытке!

 ВЕДУЩИЙ2

Ҡәҙерле уҡытыусылар! Иңдәрегеҙҙә оло яуаплылыҡ! Үҫеп килгән быуындың яҡты киләсәге өсөн уҡытыусы ла, сәйәсмән дә, сәсән дә, тарихсы ла булыу яҙмышын һайлағанһығыҙ! Һеҙ — ижад кешеһе, туҡтауһыҙ янып торған факел!!! Ныҡлы белем, оҫталыҡ, фантазия талап иткән бөйөк һөнәр эйәләре! Ҡәҙерле уҡытыусылар, оло йөрәгегеҙгә, тәрән аҡылығыҙға, сабырлығығыҙға рәхмәт! Байрамығыҙ ҡотло булһын! Иленә, тарихына хеҙмәт иткән кеше бәхетле ул! Ошоноң менән Байрам концертыбыҙ тамам. Һау булығыҙ!

Тосты, поздравления и пожелания на свадьбу, юбилей и день рождения на башкирском языке

Ниже представлен сборник свадебных башкирских тостов и поздравлений на башкирском языке. Можете выбрать для себя что-то из них или заказать персональное пожелание у нас, как и выбрать любую услугу для организации башкирской свадьбы и другого праздника.

— на свадьбу
— на юбилей
— на день рождения

Поздравление с днем рождения на башкирском языке

Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһын,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон гүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер кайғыһыҙ үтһен гүмерең.

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,

Ошо бәхет ситләп үтмәһен.

*  *  *

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,

Ҡылған эшең — бары изгелек.

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,

Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.

Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,

Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

*  *  *

Ер йөҙөнең бөтә матурлығын

Килә hиңә буләк итәhе.

Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә

Иң йылыhын килә әйтәhе.

*  *  *

Яҙ байрамы төҫлө, наҙлы шул һеҙ,

Куҙ алмаҫлыҡ, хуш китерлек —

матур бит һеҙ

Нескә күңелле, ысын саф һәм көслө

Яҙ ҡояшындай йылы, нурлы бит һез

Бөгөн күркәм байрам көндө

Нурлы булып янһын һеҙҙең күҙҙәр.

Ысын йөрәктән ҡотлайым һеҙҙе

Һеҙҙең менән тормош йәмлерәк.

*  *  *

Һинең әле шундай сағың

Паҡлы, сибәр сағың.

Онотма шундай сағыңды,

Ҡабатланмаҫ ул тағын.

Ҡабатланмаҫ сағыңдың һин

Ҡәҙерен белеп кенә йәшә бер үк,

Был донъяла һөйөп-һөйөлөп кенә.

Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,

Йәйҙәрҙән сафлыҡ алып,

Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан

Йәнеңә паҡлыҡ алып.

Шулай йәшәһәң генә

Гүмерең гөрләп уҙар.

Бәхет ҡошо ҡулын һуҙып,

Ҡаршыңа килеп сығыр!

*  *  *

Ҡояш ҡалҡа – Ай байый,

Ғүмер утә көн һайын.

Ай ҡалка -Ҡояш байый,

Һағынам һине көн һайын.

Йөрәк тибә минут һайын,

Һиңә тибә! – Һөйәм тибә.

Йылдар үтә ай һайын,

Көтәм һине минут һайын.

Улым!

Ғине ғажап тормош көтә,

Алларыңда юлдың оҺоно булһын.

Ғандуғастар бары юлдаш булһын,

Балам, бөгөнгеләй йылмайып йәшә,

Күңелеңдә нурлар уйнаһын,

АуырлыктарҺы һистә тойма һин.

Көнөң яќты булһын,

Төнөң татлы булһын.

Уйна ла көл, әле йәш сағыңда.

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле ағайым!

Тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлай¬быҙ.

һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ булып яҡтыртып тора.

Иҫән-һау гына булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш

булһын тормош күгендә.

*  *  *

Аҡ, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер

һәм ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа,

беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай,

дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә.

Тыуған көндәр менән ҡотлауҙар

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын

Йәшәр йылдарыңдың ағышы.

Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың

Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.

Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен

Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.

Томбойоҡло күңел күлдәреңдең

Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!

*  *  *

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш

булһын, Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.

*  *  *

Хөрмәтле …. һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәммәһелә ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.

*  *  *

Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

*  *  *

Бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым, донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйем! Барыһы ла һәйбәт булһын!

*  *  *

Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

*  *  *

Юбилейың менән ҡотлайым! Бәхетле бул! һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тап, яныңда яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың булһын!

Поздравление папы на башкирском языке
Атайга котлау

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,

Бар нәмәгә булдың түҙемле.

Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,

Хоҙай ололаһын үҙеңде.

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,

Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.

Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,

Иң яҡыны беҙгә һин генә.

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,

Күтәренке булһын күңелең.

Именлектә, беҙҙең менән бергә

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

*   *   *

Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,

Был донъя шундай яҡты һин булғанда.

Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.

Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.

Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!

Бөгөнгөләй бәхетле бул:

Йәй гөлдәре Үҫкәндә лә,

Яҙ япраҡтар ярғанда ла,

Көҙ елдәре иҫкәндә лә,

Ергә ҡарҙар яуғанда ла!

*  *  *

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Изге йөрәкле ул, хәс тәрлекле атай, булдыҡлы гаилә башлығы, таянырлыҡ ағай булыуың менән һоҡлан дыраһың һин беҙҙе. ышаныслы дуҫ, көслө ихтыярлы шәхес булыуыңа, тәүәккәл һәм дөрөҫлөктө яратыуыңа ғорурланабыҙ. Тәбиғәткә көҙ һарыһы һырыла башлаған осорҙа донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙгә тормош һуҡмаҡтарынан ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә.

Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙа-рың менән йәнәш атларға яҙһын.

Поздравление мамы на башкирском языке.
Әсәйгә котлаулар

Тик әсәйҙәрҙә,

Юҡ уға тиңдәр.

Әсәйҙәр күҙе — иэ матур күҙҙәр,

Әсәйҙәр һүҙе — иэ наҙлы һүҙҙәр.

Улар бирәләр иэ дөрөҫ кәңәш,

Улар булалар иң яҡшы серҙәш.

Иң нескә күңел, иң саф, ҙур йөрәк,

Иң ҡайнар һөйөү, иң изге теләк.

Иң йылы ҡуйын — Тик әсәйҙәрҙә.

Бәхет бар улар булган өйҙәрҙә.

Йәшәү йәмен һеҙ биргән бит беҙгә.

Әсәйҙәр, рәхмәт, мең рәхмәт һеҙгә!

*  *  *

Әсәйемә мин тормошомда һуңғы емеш, һуңғы емеш.

Күпме балалар араһында иң һуңғыһы, һуңғы өлөш.
Иң ҡәҙерлем, иң һөйөклөм, иң яғымлым, әсәйем, һин.

Рәхмәтемде белдерергә тагы ниҙәр әйтәйем һуң?
Ҡуйыныңда ғына үҫтерҙең гүмерең буйы айырманың.

Ай ҡояштан алған кеүек, һүрелмәҫлек нурҙар алдым.
Күҙҙәреңдең яҡтылығы хәтерләтте аяҙ күкте.

Изгелекте, игелекте улар миңә бирҙе күпме.

*  *  *

Эй, ҡәҙерле әсәкәйем,

Бер үҙеңә өс бала.

Өс бала, өс яҙмыш

Күңелеңә һыя ала.

Әсәйем, ҡәҙерлем,

Һиңә рәхмәт йырын йырлайым.

Оҙон ғүмер һиңә теләйем,

Әсәйем, ҡәҙерлем.

Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп,

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин күрәһең.

Ҡайғыларҙы таратырлыҡ

Һүҙҙәр табып, көс бирәһең.

*  *  *

Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,

Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.

Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,

Беҙ бәхетле һинең яныңда.

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,

Тормош йәмле тик һин булғанға!

*  *  *

Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,

иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!

Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!

Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,

Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.

Тырышлығың, эшкә ихласлығың,

һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,

Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.

Ер йөҙөндә күнме кеше йәшәй,

Иң яҡыны беҙгә һин генә.

Поздравления с юбилеем на башкирсом языке
Юбилей менән котлаузар

20 йәш!

20 йәш ул, май айының үҙе кеүек, иң дәртле,

иң көслө, иҫ китмәле шәп, гүзәл, күңелле сағы.

Бәхетең тулы, ул көндән көн артһын, мәхәббәт шишмәң саф булһын.

Йөрәгеңә лә, беләгеңә лә ил таянырҙай көс ҡеүәт өҫтәлһен.

Рәхмәт һиңә һәр ваҡыт яҡты йөҙөн, тәмле һүҙҙәрең менән ҡаршылағаның өсөн.

Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, ауырлыҡтар килмәһен.

Балаларың башлы-күҙле булып үҙең кеүек матур тормош ҡорһон.

Өйөң бәхеттән нурга сумһын.

45 йәш!

Ҡәҙерлебеҙ! һине 45 йәшлек матур юби лейың — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осороң етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәрғә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк- таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!

Тормош һуҡмағынан ғорур атла, Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама, һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә Яҡындарың менән йәнәшә.

50 йәш

50 йәш — ул ҡартлыҡ түгел,

Ә ғүмерҙең матур сағы.
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,

Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.

Ә ғүмереңде әле йәшәп туймаҫ,

Гөрләп торған елле саҡтары.

*  *  *

Тәбрикләйбеҙ юбилейығыҙ менән,

50 йәш — ул сәскә саҡ ҡына!

Донъя имен, йәнегеҙ тыныс булып

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,

Һин булғанда ҡояш нур сәсә.

Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,

Йәшә һин шулай йөҙгәсә.

55 йәш

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! 55 йәш ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына,

тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына.

Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы,

күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшә үеңде теләйбеҙ.

Кешелекле бит һин, изге йәнле,

Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.

Һинән гәзиз кеше бармы икән.

Беҙ бәхетле тик һин булганга.

Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар

Килһен һиңә ҡояш, нур булып.

Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,

Ҡыуаныстар килһен урғылып!

*  *  *

55 йәш күп тә, аҙ ҙа түгел,

Күңелгенәң һис тә төшмәһен,

Һиңә насип булған бәхет, шатлыҡ,

Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.

Илле бишең ҡотло булһын,

Хоҙай һиңә һаулыҡ бирһен.

Барыр юлың ырыҫлы булһын,

Алтмышта ла, етмештә лә

Дуҫ-иштәре ишле булһын,

Рухи донъяң көслө булһын.

*  *  *

Ҡәҙерлебеҙ! һине ысын күңеллән 55 йәш лек юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ,

һиңә киләсәк тормошоңда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүеңде теләйбеҙ, әлегеләй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып, изгелектәр күреп кенә йәшәһәң ине.

Кешелекле бит һин, изге йәнле,

Ярҙамсыл һин дуҫҡа,

туганға, һинән ғәзиз кеше бармы икән,

Беҙ бәхетле тик һин булғанға.

70 йәш!

Ынйы ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндә-ренең береһендә

беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кешебеҙ 70 йәшлек

Күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һинән көс һәм илһам алабыҙ.

Бар мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйын,

йышыраҡ һинең янға ҡайтырға ашығабыҙ,

һин беҙҙе һәр ваҡыт нурлы йөҙөң,

телеңде йоторлоҡ ризыҡтарың менән ҡаршы алаһың,

йөрәгең тулы наҙыңды беҙгә өләшәһең.

Поздравления на свадьбу на башкирском языке.

Башкирские поздравления на свадьбу

Туй көнө менән! С днем свадьбы!

Ҡайһы арала үҫеп еттегеҙ һуң?
Һеҙме һуң был? Ышанмай күңел…
Туй көнөгөҙ, улым, ҡотло булһын,
Өйләнеү ул – уйын эш түгел.

*  *  *

Йәшлек мөхәббәте мәңге булһын,
Гел бер булһын барыр юлығыҙ.
Аҡ бәхеттәр генә яуып торһон,
Ҡотло булһын никах туйығыҙ.

***
Йондоҙ һибә Йыһан, бәхет теләп,
Йөҙөгөҙҙә көн дә нур атһын.
Берегеҙ өсөн берегеҙ терәк булып,
Берегеҙ өсөн берегеҙ йән атһын!

*  *  *

Йәй көнөндә һеҙҙең туйҙарығыҙ,
Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Туйҙарығыҙҙы бергә үткәреп
Һеҙгә атап йырҙар йырлайбыҙ.
Аҡ бәхеттәр һеҙгә юлдаш булһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ,
Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Үтһен ине бөтөн ғүмерегеҙ.

*  *  *

Туй конегез һеҙҙен ҡотло булһын,
Кутэренке булһын кунелдэр!
Бер ҙә йылмайып, бэхет, шатлыҡ белэн
Тигеҙлек утһен гомерлэр.
Туй балдағын алтын нурҙары
Тормош күгегеҙҙең биҙһен.
Күҙегеҙҙе хисе сою
Беркайчан да берук сунмэсен.

Буген һеҙҙен туй конегез,
Бэхеттэрзен ырыҫы,
Ғүмер буйы дорлэп янһын
Һеҙҙен йорэк ылыҫы.
Бэхетле булып йәшим тиһэн,
Бер — берене анлау кирэк.
Херота һеҙ булығыҙ
Бер — берегезгэ оло терэк.

Бэхет, шатлыҡ, муллыҡ яҙмыш булһын,
Иҫән — сэлэмэт итегеҙ бик кәрәкле.
Матур ул матур хэм кыз устереп,
Аҙ тигэндэ йозгэ итегеҙ.
Буген жирдэ яна гаилэ тыуа,
Яна тормош бездэ башлана.
Берук күркәм булһын,
Берук ныҡ булһын!
И Алла, узен ташлама!

*  *  *

Туй көнө менән! С днем свадьбы!
Ҡайһы арала үҫеп еттегеҙ һуң?
Һеҙме һуң был? Ышанмай күңел…
Туй көнөгөҙ, улым, ҡотло булһын,
Өйләнеү ул – уйын эш түгел.
Шуға, улым, һин беренсе көндән
Хужа итеп той ҙа үзеңде,
Атайыңдан үрнәк алып раҫла
Ғаиләлә һәр бер һүзеңде.
Балаларың булһын һау-сәләмәт,
Мал-мөлкәтең булһын, алтының.
Был бит – минең ирем тиеп,балҡып,
Ғорурланып торһон ҡатының.
Шулай итеп матур йәшәһәгеҙ,
Беҙ ҙә бик һөйөнөп йәшәрбеҙ.
Ҡатыныңа килен тип түгел,
Ҡыҙым тиеп һөйөп йәшәрбеҙ.
Бөгөн һеҙҙең бик тә иҫтәлекле
Һәм бәхетле ҡыҙыл туйығыҙ.
Көмөш, алтын, яҡут туйларғаса,
Бергә булһа ине уйығыҙ.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һеҙгә,
Ҡайғы еле бер ҙә теймәһен.
Заман ҡоралдары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Йөҙләрҙә йылмайыу янһын,
Табынға йыр ҡуй, әйҙә.
Бөтөн яҡтан теләк яуһын,
Килен менән кейәүгә.
Бик тә еңел йөрөшөгөҙ,
Бик пар килгән буйығыҙ.
Гөрләп үтһен тормошоғоҙ,
Гөрләгәндәй туйығыҙ.
Һеҙҙең өҫтәлдә һәр вакыт
Һый-хөрмәт тулып торһон.
Һыйлағыҙ дуҫты яратып,
Дуҫтар гел килеп торһон.
Таҫма телдәр менән һеҙгә
Дошмандар һыйынмаһын.
Яҡты нур һүнмәһен йөҙҙә,
Мәхәббәт һыуынмаһын.
Пар балдаҡтар балҡышынан
Күҙҙәребеҙ сағыла,
Һеҙ бөгөн – иң гүзәл пар
Сәскәләр ҡосағында!
Йылдар уҙһын бәхеттә,
Таҙалыҡта-һаулыҡта,
Шатлыҡта, мәхәббәттә,
Иминлектә, муллыҡта!

*  *  *

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе ысын күңелебеҙҙән иң
бәхетле көнөгөҙ менән!
Һеҙгә алдағы көнөгөҙҙә аҡ бәхет,
ныҡлы сәләмәтлек, тигеҙ, тыныс тормош,
саф мәхәббәт теләйбеҙ.
Оло юлға һеҙ сығаһығыҙ бөгөн,
Бергә ҡушып ике йөрәкте.
Юл алдынан әйтәйек һеҙгә
Ысын күңелдән изге теләкте.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә
Айырылмаһын тормош юлығыҙ.
Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта
Алдашмағыҙ, зирәк булығыҙ!
Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,
Ғашиҡ парҙар булғаныһығыҙ.
Сәсте сәскә бәйләшергә
Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.
Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,
Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.
Һөйөшөп кенә йәшәгеҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ!
Беҙҙән һеҙгә изге теләк:
Бергә типһен һеҙҙең йөрәк.
Түрә булһын түрегеҙҙә –
Мәхәббәт бер-берегеҙҙә.
Тәбрик итәм ҡауышыу көнөгөҙ менән,
Бер-берегеҙгә яҡын булығыҙ.
Оҙон ғүмер, һүнмәҫ бәхет менән
Яңы тормош ҡороғоҙ.
Алда һеҙҙе бәхет ҡаршы алһын,
Ғүмер юлын тигеҙ үтегеҙ.
Бер-берегеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп кенә
Тигеҙ матур тормош итегеҙ.
Йәй көнөндә һеҙҙең туйҙарығыҙ,
Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Туйҙарығыҙҙы бергә үткәреп
Һеҙгә атап йырҙар йырлайбыҙ.
Аҡ бәхеттәр һеҙгә юлдаш булһын,
Күтәренке булһын күңелегеҙ,
Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Үтһен ине бөтөн ғүмерегеҙ.

Поздравления на свадьбу на башкирском языке в прозе

Һеҙҙе туй тантанаһы – матур байрамдарығыҙ менән тәбрикләп, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы, бергә үтер юлығыҙ оҙон, һикәлтәһеҙ булһын. Ата-әсәйегеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, хөрмәт итеп, һөйөп, һөйөлөп һәм һөйөнөп йәшәгеҙ.

*  *  *

Ғүмерҙәрегеҙҙәге иң иҫтәлекле гүзәл байрамдарығыҙ менән тәбрикләп, һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ваҡытында табыштығыҙ, үҙ мәлендә ҡауыштығыҙ. Бер-берегеҙгә булған ҡайнар хистәрегеҙҙе һаҡлап, туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, матур ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә. Ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы булһын. Бәхетле ғаилә тормошо һеҙгә!

*  *  *

Һеҙҙе иң ҡыуаныслы байрамдарығыҙ – законлы никахтарығыҙ уңайынан ихлас тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Һөйөүгеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә, бер-берегеҙҙе һаҡлап, терәк-таяныс булып, тыныс, имен тормошта йәшәргә насип булһын һеҙгә. Зат-ырыуығыҙҙың ҡот-ырыҫын арттырып ғүмер итегеҙ.

*  *  *

Тормошоғоҙҙоң иң бәхетле көндәре – законлы никахтарығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын. Күңелдәрегеҙҙең илаһи һөйөү хисенең ҡәзерен белеп, тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып үтегеҙ. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, ныҡлы булһын!

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Поздравление фитнес тренеру с днем рождения женщине в прозе
  • Поздравление учителя с днем рождения от ученицы начальной школы
  • Поздравление фитнес студии с днем рождения
  • Поздравление учителя с днем рождения от учеников стихотворение
  • Поздравление фитнес клуба с днем рождения в прозе