С новым годом поздравления на башкирском языке

Поздравление с новым годом на русском языке с переводом на башкирский язык

Поздравление на русском
С Новым годом! Желаю целый год находиться в круговороте счастья, любви, успеха и радости. Пусть чудеса случаются, а мечты всегда сбываются.

Перевод на башкирском
Яңы йыл менән! Йыл әйләнәһенә бəхет, мөхәббәт, ҡыуанысҡа төрөнөп кенә йәшәргә яҙһын. Мөғжизәләр булып торһон, хыялдар ҙа тормошҡа ашһын!

Поздравление на русском
С Новым годом! Пусть все обиды, неудачи, разочарования останутся в уходящем году, а наступающий год встретит каждого с улыбкой. Пусть исполнятся все твои сокровенные желания!

Перевод на башкирском
Яңы йыл менән! Бөтә үпкəләрең, уңышһыҙлыҡтарың, үкенестәрең үтеп барған йылда ҡалһын, ә Яңы йыл һәммәһен дә йылмайып ҡаршылаһын. Барлыҡ татлы хыялдарың тормошҡа ашһын!

Поздравление на русском
Пусть этот Новый год исполнит все желания! Наполнит жизнь невиданными чудесами, подарит яркие эмоции и впечатления! Верьте в лучшее, и любите своих близких. Будьте счастливы!

Перевод на башкирском
Яңы йыл һеҙҙең барлыҡ теләктәрегеҙҙе ысынға ашырһын! Тормошоғоҙҙо мөғжизә менән тултырһын, сағыу хис-тойғолар, тәьҫораттар бүләк итһен!

Яңы йылға беренсе аҙым изгелек булһын

Яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән һеҙҙе!

Яңы йылдар килһен бәхет алып,

Яңы йылдар килһен йылмайып,

Күңелдәрҙә мәңге шатлыҡ булһын,

Йәшәмәгеҙ дуҫтар моңайып.

Ҡотло булһын Яңы йыл!

Ҡотло булһын, Яңы йылда!

Ҡотло булһын Яңы йыл!

Бөтәбеҙгә бәхет, шатлыҡ,

Юлдаш булһындар быйыл!

Яңы йыл менән ҡотлайым,

Һеҙгә һаулыҡ һорайым.

Бәхет шатлыҡ китмәһен,

Ҡайғы-хәсрәт теймәһен.

Тик уңыштар килтерһен

Яңы йылдың аҡ ҡары.

Буралар булһын тулы,

Байрам менән, дуҫтарым!

Яңы йылда имен кистәр

Теләйем һеҙгә, дуҫтар!

Ҡайнар йөрәкле булығыҙ,

Һалҡын булһа ла ҡыштар.

Хуш киләһең, Яңы йыл,

Алһыу таңдарың менән!

Еңел булһын аяғың,

Бабайҙар шулай тигән.

Яңы йылға яңы уйҙар менән,

Саф теләктәр менән инәйек.

Бәхет арбаһына шәп ат егеп,

Тормош үрҙәренә еләйек.

Өр- яңы йыл башлана.

Байрам бөгөн, ҡыуаныслы донъя,

Һәр бер йортта шатлыҡ, тантана.

Таҙа, тыныс, татыу, сәләмәт.

Яңы йыл мөбәрәк булһын! Яңы йыл менән!

Яңы йылда теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Яңы йыл тик шатлыҡ-ҡыуаныс килтерһен! Яҡшы кәйеф менән ҡаршылағыҙ байрамды. Яңы йыл яңы шатлыҡтар менән килһен!

Яңы йыл менән Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ ҡыйыу пландарығыҙ, изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Ҡотло булһын Яңы йыл!

Гел шатлыҡтан торһон ул,

Бәхетле һәм мул тормошҡа

Күрһәтһен ул яңы юл!

Яңы йыл ҡотло булһын!

Шыршылар балҡып торһон!

Йондоҙҙар ҙа йылмайышып,

Иҙгелек теләп торһон!

Йомшаҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,

Ҡарҙар яуа ерҙе биҙәкләп.

Аҡ ҡарҙар менән Яңы йылым

Бәхет алып килһен етәкләп.

Теләйем һеҙгә Яңы йылда, иң тәү сиратта,

Сәләмәтлек һәм таҙалыҡ – бәхет нигеҙе шунда.

Яҡындарығыҙ һәр ваҡыт булһын яндарығыҙҙа

Өләшегеҙ бәхетен дә, ҡалдырмағыҙ ҡайғыла ла.

Кем үҙенең мөхәббәтен тапҡан инде күптән

Яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ, борсолоу ҡалһын үткәндә.

Кемдәр әле осратмаған үҙенең һөйгән йәрен,

Булыр әле, Алла бирһә, онотма уның барын!

Яңы йылда яңы бәхеттәр, яңы асыштар көтә,

Барлыҡ борсолоуҙарҙы иҫке йыл алып китә.

Бәхетле булығыҙ дуҫтар, ҡайғы-хәсрәт ситләһен,

Йылмайыуҙар йөҙөгөҙҙән мәңгегә китмәһен!

(Р.Ғәләүетдинов)

Шатлыҡ килһен һәр өйгә,

Ҡояш һәр саҡ балҡыһын,

Кешеләргә һинән бары

Матур иҫтәлек ҡалһын!

Яңы йыл ҡотло булһын!

Яңы йыл тыныс килһен,

Илгә бәхет килтерһен!

Яңы йылға яңы уйҙар менән,

Саф теләктәр менән инәйек.

Бәхет арбаһына шәп ат егеп,

Тормош үрҙәренә еләйек.

Тик уңыштар килтерһен

Яңы йылдың аҡ ҡары.

Буралар булһын тулы,

Байрам менән, дуҫтарым!

Пусть этот Новый год исполнит все желания! Наполнит жизнь невиданными чудесами, подарит яркие эмоции и впечатления! Верьте в лучшее, и любите своих близких. Будьте счастливы!

Яңы йыл һеҙҙең барлыҡ теләктәрегеҙҙе ысынға ашырһын! Тормошоғоҙҙо мөғжизә менән тултырһын, сағыу хис-тойғолар, тәьҫораттар бүләк итһен!

С Новым годом! Желаю целый год находиться в круговороте счастья, любви, успеха и радости. Пусть чудеса случаются, а мечты всегда сбываются.

Яңы йыл менән! Йыл әйләнәһенә бəхет, мөхәббәт, ҡыуанысҡа төрөнөп кенә йәшәргә яҙһын. Мөғжизәләр булып торһон, хыялдар ҙа тормошҡа ашһын!

Яңы йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.

Яңы – 2021 йылды иртәнге көнгә ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ.

Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Яңы йыл, яңы бәхет менән!

Ҡәҙерле яҡташтар!

Яңы йыл беҙгә тик шатлыҡ-һөйөнөстәр генә килтерһен! Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт кенә булайыҡ!

Яңы йыл, яңы бәхет менән!

шатлыҡ-ҡыуаныс, ныҡлы һаулыҡ һәм ҙур-ҙур уңыштар һеҙгә! Яңы йыл, яңы бәхет менән!

Етеп килгән Яңы йыл менән, дуҫтар!

Ап-аҡ ҡарға күмеп бар донъяны,Ынйы һибеп, сафлыҡ нуры бөркөп,Өр-яңы ҡыш килде тыуған ергә-Яңы өмөт тулды күңелгә.Яңы йылға яңы уйҙар менән,Саф теләктәр менән инәйек.Бәхет арбаһына шәп ат егеп,Тормош үрҙәренә еләйек. Сибай ҡалаһы Әкиәт балалар баҡсаһы барлыҡ ата-әсәләрҙе, балаларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлай! 2021 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен. Яңы 2021 йылды ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

Яңы йыл менән, ҡәҙерле ватандаштар!

Мин барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым һәм һеҙгә уңыштар теләйем.

Ҡотлау шиғырҙары

Дуҫ-иштәрен, яҡындарын тыуған көн менән ҡотлау өсөн шиғырҙар һорап мөрәжәғәт итеүсе төркөмдәштәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып,бер аҙырағын сайтҡа тупларға булдыҡ. Рәхим итеп ҡулланығыҙ!

Ҡотло булһын Тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һәр бер килер көнөң.

***
Шатлыҡ менән тыуһын таңдар,
Бәхет үҙе сыҡһын юлыңа.
Һин бәхетле!
Ышан был донъяла,
Һаулыҡтан ҙур бәхет юғына…

Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.

***
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Был көн шундай күнеллелер
Һин тыуғанға,
Был донъя шундай яктылыр
Һин булғанға.
Бөтә йыһан шатланғандыр
Һин тыуғанда.
Тирә-яҡта һәр сак байрам
Һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкемле бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре уҫкәндә лә,
Яҙ япрактар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә карҙар яуғанда ла!

Ҡотло булһын тыуган көнөң!

*** – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, ***,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.

***
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.

***
ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерең,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен!
***
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарарҙарға.
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.

***
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын,
Килә, туған, бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең,
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
***
Өй түрендә бәхетле юбиляр,
Күтәрәбеҙ тулы бокалдар.
Эй хоҙайым бәхет һаулыҡ, оҙон ғүмер
Бир инде,тиеп теләй туғандар.
…Бөгөн байрам беҙҙең күңелдә,
Ҡалһын шулай матур ғүмергә.
Барыр юлдарыбыҙ айрылмаһын,
Тимер юлдар кеүек гел бергә!

Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
***

Күпме булһа ерҙа изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек,бары шатлыҡтар!

Тыуған көнөңдәге һымаҡ,
Дуҫтар һәр саҡ булһын янда.
Һайрап ҡына уятһындар
Ҡоштар һине һәр бер таңда.
Бөгөнгә тиклем ашмаған,
Теләктәрең булһын ҡабул.
Пак күңелле,һау-сәләмәт,
Тәүфиҡлы ғына һин бул!!!

Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин — бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ — һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисектермәй ысынға ашһын,
Беҙҙең күркәм теләктәр!

Тыуған көнөң һинең йән дуҫҡайым,
Ғүмереңдең сәскә саҡтары.
Теләктәрҙең һиңә иң изгеһе —
Йөрәк түрҙәрендә ятҡаны.

Һуйыр таштай сыҙам, түҙемле бул
Тормош күперҙәрен үткәндә,
Йән һөйгәнең яндарыңда булһын
Яҙмыш һуҡмаҡтарын һүткәндә.

Бәхеттәрҙең теләйем бер-бер артлы
Шатлыҡ нуры һирпеп килгәнен.
Күҙҙәреңдең гел балҡыуын теләйем,
Йылмайғанын теләйем, көлгәнен.

… ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Ҡайғы еле һиңә теймәһен.
Теләр теләктәрең ҡабул булһын,
Өмөттәрең һис кем өҙмәһен.

Донъя тип — донъя ҡыуабыҙ,
Тартабыҙ тормош йөгөн.
Онотоп тор мәшәҡәтең,
Бөгөн бит тыуған көнөң!

Һинең өсөн генә бөгөн
Иң матур гөлләмәләр.
Ҡотлай дуҫ-иш, туғандарың,
Яуа изге теләктәр!

Бер йыл үтте, тағы тиеп,
Календарға зарланма.
Алда көтә яҡты йылдар,
Үткәнен һин парлама.

Тыуған көн үтә лә китә,
Алда тора иң шәбе.
Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен,
Һүнмәһен ғүмер шәме!

Һинең өсөн генә бөгөн,
Йылмаялар сәскәләр.
Алда әле, иркәләнеп,
Уянаһы иртәләр.

Тыуған көнөң менән ҡотлап елдәр һиңә
Минең сәләмемде илтһендәр.
Ҡояштан ал ҡайнар һөйөүемде,
Гөлдәр ҡосағыңа инһендәр.
Ҡотло булһын һине тыуҙырған көн,
Ҡотло булһын алда ғүмерең.
Бәхетле бул бөгөн,һәр көн
Ожмахыңда күңел түренең!

Ғүмереңдең иң-иң сағыу,
Иң матур мәле еткән!
Тыуған көнөң менән ҡотлап
Мин һине тәбрик итәм.
Тормош юлың алға барһын,
Көндәрең үтһен имен.
Яҡты булһын бар уйҙарың,
Һау булһын йәнең, тәнең.
Шатлан, һөйөн! Һин бәхетле!
Һинең ғүмер байрамың!
Кемдер өсөн иң ҙур бүләк,
Иң ҙур шатлыҡ булғаның!

Һинең тыуған көнөң бөгөн,
Мин йондоҙҙарҙы тирәм.
Йондоҙҙарҙың гөлләмәһен
Бүләгем итеп бирәм.
Һинең тыуған көнең бөгөн,
Ҡояш нурҙарын өҙәм.
Аллы-гөллө нурҙар менән
Мөхәббәт һүҙен теҙәм.
Һинең тыуған көнөң бөгө ,
Бүләк булһын бар йыһан
Икһеҙ-сикһеҙ бәхет -донъя
Ер йөҙөндә һин булһаң.

Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.

Бөгөн һинең тыуған көнөң,
Көтөп алған күңел байрамың.
Йөрәгеңә бәхет ҡошо ҡунып,
Иң-иң гүзәл йырын һайраһын!

Бөгөн һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен!

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.

Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.

50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
50 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Олатайҙар булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.

50 йәш ул-ярты ғүмер
Етегеҙсе йөҙгәсә.
Барлыҡ яҡындарың менән
Шатланып йәшә ерҙә.

Ҡыуаныстар артып торһон
Бәхеттәр килһен йөҙөп.
Яҡындарың һөйөнһөндәр
Йәшә йылмайып, көлөп.

Гөлләмәләр бүләк итәм
Һинең илле йәшеңә.
Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ
Теләйем кәйеф һиңә.

Тормош дуҫың менән тигеҙ
Тормош юлын үтегеҙ!
Илле йәшкә еткәнһегеҙ
Йөҙ йәшкә лә етегеҙ!

Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Тыуған көнөң менән!

Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр тыуған көн үтhен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта!

Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.

Шатлыҡ,ҡыуаныс hәм бәхет
Юлдаш булhын үҙеңэ.
Һис ҡартайма мәңге йәш бул
Йәшә гел көлөп кенә.

Оҙон ғүмер,ныҡлы hаулыҡ
Дуҫым hиңә теләйем.
Ҡайғы күрмә рәхәт йәшә
Яҡты булһын көндәрең.

Тыуған көнөң менән ҡотлап
Бүләк итәм гөлләмә.
Был доньяла рәхәтләнеп
Гөрләп ҡыуанып йәшә!

Әсәкәйем минең! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!

Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тиеп йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең!

Күҙ нурҙарын түгеп,күңел биреп,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең,
Хәҙер һинең ғәзиз балаларың
шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен.

Һинең көнөң бөгөн, Әсәй!
Йылмай, көл тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр бәхет төшөрһөн
Ҡояш төҫлө сағыу йөҙөңә!

Ныҡлы һаулыҡ бирһен Хоҙай үҙеңә,
Көс, дәрт ташһын йәш күңелеңдә.
Мең-мең рәхмәт, Әсәй, тик һиңә,
Беҙ бәхетле булғанға был ерҙә!

Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.

Әсәй бит ул өйҙөң йылыһы,
Әсе елдән ҡаплай балаһын.
Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә,
Һаҡлай беҙҙе һинең фатихаң.

Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхет, әсәй
Тән сихәтен, күңел тыныслығын.
Оҙон ғүмер, яҡты тормош юлың
Шатлыҡ ҡыуаныстарға тулһын!

***
Сал сәстәрең араһында
Мин ағартҡан сәс тә бар.
Һинһеҙ әсәй ,тормош йәмһеҙ.
Һинһеҙ,әсәй,донъя тар.
Оҙон ғүмер ,һаулыҡ бирһен хоҙай
Баш эйәмен һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш ҡына көлһөн ғүмер таңыңда!

Һөйөүемде һинән йәшермәйем,
Һинең алда башым эйәмен.
Минең ғүмерем бит һинән бүләк,
Рәхмәт һиңә, әсәй, тиәмен.
Ал таңдарҙы бирҙең миңә, әсәй,
Үҫтерҙең тик бәпләп ҡәҙерләп.
Ғәзиз әсәкәйем, һиңә ҡалам
Иң ҙур бәхеттәрҙе мин теләп.

Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!

Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп!

Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла.

Һин бит, әсәй, беҙҙең
өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып
йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әсәй,
мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын
кешебеҙ!
Наҙлап ҡына үҫтерҙең
бит беҙҙе,
Керпек ҡаҡмай, һөйөп
ҡулыңда.
Һинең ғүмер балҡый
маяҡ булып
Беҙ үтәһе тормош
юлында!

Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Поздравления на башкирском в прозе

Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ – әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе – әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге – иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.

Әйҙә әле, рәхмәт һүҙен яҙып,
Алдарыңа таждар сәсәйем.
Ғүмеремә һиңә бурыслымын,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Әйҙә, алтын ҡояш нурҙарынан
Юлдарыңа келәм йәйәйем,
Ҡояшы ла һинһеҙ яҡты түгел,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Бейек күктән йондоҙҙарҙы урлап,
Һиңә генә бүләк итәйем.
Йондоҙҙар ҙа хатта бурысымды
Ҡаплап бөтә алмаҫ, әсәйем…

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!

Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һире яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!

Тыуған көнөң менән!!!!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һиндәй ағай менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.

Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлығтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдыү изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит

Атай һәм әсәй, бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн мең рәхмәтлебеҙ! Һеҙ беҙгә кәрәк тә, терәк тә, үрнәк тә! Киләсәктә лә туғандарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың ихтирам – иғтибарын тойоп, ҡәҙер – хөрмәттә йәшәгеҙ! Барлыҡ эшләгән яҡшылыҡ һәм излелектәрегеҙ сауап булып ҡайтһын, һеҙгә бәхетле ҡартлыҡ насип итһен! Ауырымай – һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, оҙон – оҙаҡ йәшәгеҙ! Беҙ һеҙ булғанға бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын

Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!

-Ҡәҙерлеләребеҙҙе тыуған көндәре менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Fүмер миҙгелдәренең матур байрамында атай-әсәйебеҙгә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп.
Иң изге теләктәр менән – ҡыҙҙарығыҙ

Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

Тормош юлың һинең балкып торһон,
Бәхет, шатлык булһын күңелдә.
Һаулык, озон гүмер теләп
Булайык бергә гүмер-гүмергә.

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

В Национальном музее Республики Башкортостан открывается выставка «С Новым годом!», знакомящая посетителей с миром новогодних игрушек советского времени.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейында «Яңы йыл менән!» күргәҙмәһе асыла. Ул музейға килеүселәрҙе совет осорондағы яңы йыл уйынсыҡтары донъяһы менән таныштыра.

Екатерина Лахова пообщалась с женщинами Башкирии и поздравила их с Новым годом

Екатерина Лахова Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары менән аралашты

В Башкирии с нового года введут упрощённое налогообложение для самозанятых

Башҡортостанда яңы йылдан үҙмәшғүлдәр өсөн ябайлаштырылған һалым индерәләр

С нового года в стране вступили в силу новые правила в сфере ЖКХ.

Яңы йылдан илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде.

С нового года в Башкирии увеличится ежемесячное пособие на содержание приемного ребенка

Яңы йылдан Башҡортостанда тәрбиәгә алынған баланы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

Кроме того, с нового года за услуги региональных операторов придется платить всем, в том числе и жителям деревень.

Бынан тыш, яңы йылдан төбәк операторҙары хеҙмәттәре өсөн бөтәһенә лә, шул иҫәптән ауылдарҙа йәшәүселәргә лә түләргә тура килә.

С нового года в силу вступил соответствующий закон, на протяжении нескольких лет разрабатывавшийся в Рособрнадзоре.

Рәсәй мәғариф надзорында нисәмә йылдар дауамында эшкәртелеп килгән ярашлы закон яңы йылдан үҙ көсөнә инде.

Айдар Галимов поздравил детей из приюта с Новым годом

Айҙар Ғәлимов приютта тәрбиәләнеүселәрҙе Яңы йыл менән ҡотланы

В Уфе с нового года врачам скорой помощи будут помогать с покупкой жилья

Өфөлә яңы йылдан ашығыс ярҙам табиптарына торлаҡ һатып алырға ярҙам итәләр

Рима Баталова поздравила воспитанников детского приюта с Новым годом

Рима Баталова бала приютында тәрбиәләнеүселәрҙе Яңы йыл менән ҡотланы

Владимир Путин заявил о росте пенсий с нового года.

Владимир Путин яңы йылдан пенсияның артыуы тураһында белдерҙе.

Поздравляю Вас с Новым годом

Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым

К выпуску этой продукции на предприятии приступят с нового года.

Предприятиела был продукцияны сығарыуға яңы йылдан тотонасаҡтар.

С Новым годом детей поздравила министр образования РБ Гульназ Шафикова.

Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы.

Владимир Путин заявил о росте пенсий с нового года

Владимир Путин яңы йылдан пенсияның артыуы тураһында белдерҙе

С нового года автомобили должны быть оснащены системой «ЭРА-ГЛОНАСС» Фото: avtovzglyad.ru

Яңы йылдан автомобилдәр «ЭРА-ГЛОНАСС» системаһы менән йыһазландырылырға тейеш Фото: avtovzglyad.ru

С нового года в Башкирии увеличится ежемесячное пособие на содержание приемного ребенка Фото: Андрей Старостин

Яңы йылдан Башҡортостанда тәрбиәгә алынған баланы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла Фото: Андрей Старостин

В Башкирии с нового года компенсация взносов на капремонт многоквартирных домов касается граждан предпенсионного возраста, сообщает Минтруда РБ.

Башҡортостанда яңы йылдан күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн түләүҙе компенсациялау пенсия алды йәшендәге граждандарға ҡағыла, тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы.

МРОТ с нового года увеличится до 11 280 рублей.

Хеҙмәткә минималь түләү яңы йылдан 11 280 һумға тиклем арта.

Башкирия присоединилась к всероссийской акции «С Новым годом, ветеран!»

Башҡортостан «Яңы йыл менән, ветеран!»

Поздравляю Вас с Новым годом.

Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым.

В Уфе полицейские поздравили с Новым годом детей погибших коллег

Баш ҡалала полиция хеҙмәткәрҙәре һәләк булған хеҙмәттәштәренең балаларын Яңы йыл менән ҡотланы

Республика Башкортостан присоединилась к всероссийской акции «С Новым годом, ветеран!».

Башҡортостан Республикаһы «Яңы йыл менән, ветеран!» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Дед Мороз. С Новым годом поздравляю, Счастья, радости желаю.

Ҡыш бабай. Эй, Яңы йыл, Яңы йыл! Хуш киләһең, Яңы йыл!

Основатель группы «Ялла» Фаррух Закиров поздравил жителей Башкирии с Новым годом

«Ялла» төркөмөн ойоштороусы Фәррух Закиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотланы

Тыуған көн менән!

Кемделер ҡотлау өсөн матур һәм үҙенсәлекле ҡотлау тексын эҙләйһегеҙме? Беҙҙең сайтыбыҙҙан ала алағыҙ…

1) Хөрмәтле …. һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәммәһелә ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.

2) Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрең тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

3) Бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым, донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйем! Барыһы ла һәйбәт булһын!

4) Юбилейың менән ҡотлайым! Бәхетле бул! һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тап, яныңда яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың булһын!

5) Ҡәҙерле дуҫҡай! Тыуған көнөң менән ҡотлайым һине! Һинән дә яҡын, һинән дә тоғро дуҫым юҡтыр, шуға күрә һиңә ысын күңелемдән киләсәктә лә үҙеңдә булған гүзәл сифаттарыңды һаҡларға теләйем. Һине таҙалыҡ-һаулыҡ, яҡты киләсәк, бәхетле матур көндәр көтһөн, дуҫ-иштәрең, тыуған-тыумасаларың, ғаиләң тик һине һөйөндөрһөн, дуҫым! Һине хөрмәт иткән дуҫың…

6) “Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!”

7) Тәбрикләйем һине тыуған көнөң менән! Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйем. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр һиңә ихлас күңелдән.

8) Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә! Балаларың …. (исеме).

Атайҙы ҡотлау:

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,

Бар нәмәгә булдың түҙемле.

Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,

Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.

Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,

Күтәренке булһын күңелең.

Именлектә, беҙҙең менән бергә

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,

Ҡылған эшең — бары изгелек.

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,

Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.

Балҡып торған йөҙөңде күреп,

Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын

Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың

Етмеш йәш ул — ҡартлыҡтың уртаһы,

Әсәй иҫән, балаларың янда,

Бәхетле һин, атай, донъяла.

Һинең кеүек һис кем ярата алмай,

Һинең кеүек һис кем бирә алмый

Иркәләүҙе, һөйөү һәм наҙҙы.

Ауырлыктар килһә, йылмаяһың,

Нур сәсә күҙҙәрең көлгәндә.

Беләһеңме, атай, һин бит безҙең—

Күпме генә бәхет теләһәк тә,

Бик аҙ булыр кеүек тойола.

Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙың,

Шәфҡәтле һин һәр бер балаңа.

Шуға һине бары ла яраталар,

Дуҫ-иштәрең йөрөй килгеләп.

Һау-сәләмәт булып, туҡһанды ла

Үткәрергә язһын бергәләп.

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәрте булһын күңелдә.

Беҙ теләгән шатлык, бәхет, атай,

Юлдаш булсын һиңә ҡартлыкта.

Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ

Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан

Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына

Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,

Шатлыҡтарға илткән юл ғына

Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән

Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!

Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,

Беҙ бәхетле ерҙә һин барға.

Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Тыуған көнөң менән ҡотларға.

Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,

Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып

Ҡотлау шиғырҙары:

Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен

Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.

Томбойоҡло күңел күлдәреңдең

Тормош юлың балҡып торһын,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон гүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер кайғыһыҙ үтһен ғүмерең.

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,

Ошо бәхет ситләп үтмәһен.

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.

Ер йөҙөнең бөтә матурлығын

Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә

Һиңә һис тә еңел булмағандыр

Оҙон ғүмер, һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ

Теләй һиңә ҡыҙ һәм улдарың.

Йылмай һин — бәхетле бул!

Йәмле йылдар, йәмле көндәр

Һис кисекмәй ысынға ашһын

Тормыш юлың һәр саҡ балҡып торһон,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.

Тыуған көнөң менән, дуҫым,

Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын,

Тыныс булһын кисең, төндәрең.

Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә

Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,

Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.

Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын

Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.

Һеҙгә насип булған бәхет-шатлыҡ,

Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,

Шуныһы бигерәк ситләп үтмәһен.

Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,

Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.

Кәңәш һорап һеҙгә ҡағылабыҙ,

Ҡылған изгелең ерҙә ятмаҫ,

Ауырыу белмәй оҙаҡ йәшәгеҙ!

Әй, һөйөклөм, берҙән берем,

Һин булмаһаң, һөйөклөм тип

Минең сикһеҙ шатлығым да,

Тыуған көнөң – бер биҙәге

Һин тыуған көн бик күңелле булған,

Тыуған көнгә күркәм теләктәрҙе

Юллайым әле, дуҫым, ҡуш услап.

Бер ҡасан да һаулыҡ ташламаһын,

Бәхеттәрең булһын түңәрәк.

Шатлыҡ артынан шатлыҡ килһен,

Тораһың да сал сәсеңде һыйпап,

Ҡартайылған инде, тейәһең.

Һәр береһенә башты эйәһе.

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • С новым годом 2021 картинки с поздравлениями
  • С новым годом 2015 поздравление с новым годом
  • С новым годом 2013 год поздравление с
  • С наступающим праздником днем водителя прикольные поздравления
  • С новым годом поздравления красивые открытки скачать бесплатно