Сценарий ауыл байрамы на башкирском языке

Cкачать: Сценарий праздника Шэжэре быуындар сылбыры

Әҙерлек

Шәжәрә—2017”Шәжәрә—быуындар
сылбыры”

Маҡсат:быуындар күсәгилешлеген,ғаилә ҡимммәттәрен,туғанлыҡ
бәйләнештәрен һаҡлау һәм нығытыу,үҙ халҡыңдың ,тыуған төйәгеңдең тарихын
өйрәнеү,халыҡ йолаларын,уйындарынтергеҙеү,шәжәрәне,легендаларҙы өйрәнеү,йәш
быуынға еткереү,ауыҙ-тел ижадын пропагандалау.

Белорет ҡалаһының 255 йыллығын
билдәләү,эстетик,патриотик,экологик тәрбиә.

Гражданлыҡ позицияһы булдырыу.

Иғлан итергә .Иғландар яҙырға “2017 йылдың 17 июнендә ауылда  “Шәжәрә
байрамы”

үткәрелә. Шуға тиклем ауыл урамдарын,йорт-ихаталарҙы тәртипкә
килтерергә.

Байрамға тиклем

һәм байрам көнөндә,аҙаҡ та спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.”

Спонсорҙар,халыҡтан  иғәнә йыйырға (Такиуллина Юлиә,Айтбаева
Әҡлимә ,Хөсәйенова Шәүрә,Мостафина Ирина)

Бүләккә баралар Тәҡиуллин Шәрифйән менән Рима,Айтбаева Әҡлимә

Концерт өсөн яуаплы: Мөхәмәтйәнова Әйсәрә менән  Мөхәмәтйәнова Рима

Ҡымыҙ  алырға(Йосопов Нурил)

Буҙа  әҙерләргә(Айтбаева Рәүфә)

Тирмә ҡороу( Лира һәм  Линур Ғәлиәкбәровтар,Гөлсәсәк һәмРифат
Ғилмановтар,Ғәлимйән Ибраһимов,Ғаян һәм Гөлфиә Баязитовтар)

4 өҫтәл әҙерләргә.  Яуаплылар            (Ибраһимова Р.В.)

1.Шөғәйепова Айгөл

2.Закирова Рәшиҙә

3.Мөхәмәтйәнова Әлиә

4.Мөхәмәтйәнова Ғәлиә

Самауырсылар билдәләргә

1.Ғарипова Рәмилә,Баязитова Земфира,ТәҡиуллинаЮлиә ,Ғәлимова
Гөлнура

2.Йыһангирова Фәриҙә,Мырҙағилдина Рәзинә,Ғилманова
Гөлсәсәк,Ғәлләмова Алина

3.Тәҡиуллина Айгөл,Фәтҡуллина Роза,Йыһангирова Разия,Мәһәҙиева
Гөлфара

4.Закирова Рәмзиә,Нәжметдинова Таңһылыу,Мөхәмәтйәнова Зөлфиә,Мостафина
Ирина

Шәжәрәләр өсөн яуаплы :Закирова Сәүиә, Айтбаева Рәүфә ,ИбраимовҒәлимйән

Грамоталарҙы яҙалар Ғәлләмова Флидә,Закирова Сәриә

Әҙерлек   планы

Етәкселәр (ауыл хакимиәте)менән һөйләшеү

Ойоштороу комиссияһы билдәләү,комиссия ағзаларына эш билдәләү

Байрам үткәреү өсөн финанс мәсәләһен хәл итеү

Саҡырыу хаттары ебәреү,иғландар биреү

Байрам барасаҡ урынды ҡарап              сығыу,ярыштар өсөн
урын әҙерләү

Конкурстар:

1.Иң төҙөк йорт

2.Иң таҙа ихата

      3.Оҫта ҡул(ир кеше )

4.Иң яҡшы өҫтәл

                                                              5.Иң
йәш ғаилә

6.Ауыл киләсәге(ауылда йәшәргә ҡалған йәш ғаиләләр)

Кристина ,Вәли Хөсәйеновтар

Сәриә,Тимур Закировтар

Рәмзилә,Элмар Ғәлләмовтар

Нәйлә,Илфир Рәхмәтовтар

Луиза,Рәсих Ғәлләмовтар

Эльвира,Линур Баязитовтар

Луиза,Руслан Мырҙағилдиндар

Люцирә,Айнур Ғималетдиновтар

Нурсилә,Надир Абдрахмановтар

Таңылыу,Илшат Мәхмүтовтар

Алина,Илдус Ғәлләмовтар

10.Оҙаҡ йәшәүсе парҙар(Туй юбилярҙары(50,55,60 йыл)Йосопов Рәис 
һәм Фәүзиә,Харис ,Сәлхиҙә Байғужиндар

Мозафар һәм  Рәйфә Абдрахмановтар

                                             
 Шаймырҙан һәм Әҡлимә Мөхәмәтйәновтар

11.Иң
оло ауылдаш—Ғәлиуллина Рәхимә Ильяс ҡыҙы

12.Иң
йәш ауылдаш

13.Тыл
ветерандары  —Шөғәйепов Насретдин Әпсәмих улы,Ғәлиуллина Рәхимә Ильяс ҡыҙы

14.Иң
һуңғы яугиры                               — Фәтҡуллин Төхбәтулла Ниғмәтулла
улы(килһә)

15. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы(Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы) Абдрахманов М.А.

16.Хеҙмәт
ветерандары

Рәсимә Хәтип ҡыҙы Фәтҡуллина

Фәриҙә  Мөхитдин ҡыҙы Ноғоманова

Гөлниса Әхмәт ҡыҙы Йыһангирова  —  Сәүиә

Хәкимов Ғисмәт Кәримович

Рәшиҙә   Усман ҡыҙыЗакирова

Вәрә  Тимерғәле ҡыҙыШөғәйепова   —Рәүфә

Рәфиға Вәрғетдин ҡыҙы Ибраһимова

Ғәлимйән Сабирйән улы Ибраһимовтар

Рәшит Әхмәҙғәле улы Ноғоманов    —Лира

Әйсәрә Йыһанур ҡыҙы  Мөхәмәтйәнова

Мырҙағилдин Фәрит Закир улы

Әнисә Закирова

Фәйзулла  Сахиулла улы Закиров                —Рәүфә

Ғилманова Фәнисә Сәфиулла ҡыҙы

Тимер юлсылар:

Йосопов Әүхәди Зариф улы

Байғужин Харис Гариф улы

Айтбаев Рәмил Ислам улы

Йыһангиров Вәкил Шәнгәрәй улы

Ғиниәтова Сабира Ғиниәт ҡыҙы               —-Лира

Шахтерҙар

Мәһәҙиев Мәҡсүт Хөсәйен улы(шахтер)  —Белорет районының почетлы
гражданины,”Почет билдәһе” миҙалы кавалеры

Мәһәҙиев Мәхмүт Хөсәйен улы(?)

Закиров Илфат Вәхит улы – Рәсәй төҙөлөшө  отличнигы   —Сәүиә         
17.Халыҡ табибы     —        Баязитова Вәжилә     

18.Ауыл
ветеринар врачы                  Хужин Зөфәр

 19.
Ауыл корреспонденттары

                                Закирова Сәүиә Шәрифулла  ҡыҙы

  20.Ауыл
патриоттары—                           Баязитов Ғаян Хәйрулла улы

                                        
                            Ғилманов Рифат Халит улы

                                                                   
Йосопов Нурил Әүхәди улы

                                      
                              Гәлләмов Дамир Ғәбитдин улы

                                              
                      Айтбаева Әҡлимә Ғәриф ҡыҙы

                                               
                      Закиров Бәҡир Әхәт улы

        
                                                            Хөсәйенова Шәүрә
Шәйхислам ҡыҙы

                                                    
               Фәтҡуллина Роза Кәшбулла ҡыҙы

                                                                    
Баязитова Ләлә Хәйрзаман ҡыҙы

                                                                   
Тәҡиуллин Шәрифйән        Йыһанур улы

                                                  
                 Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Нәжип ҡыҙы

                                                                   
Айтбаева Рәүфә Фәрит ҡыҙы

                                                                  
Мәһәҙиева Лира Мозафар ҡыҙы

 Герой-әсәләр

Ғилманова
Ләйсән Ғәмир ҡыҙы

Ғәлиәкбәрова
Лира Баязит ҡыҙы

Саликова
Ләйсән           ҡыҙы

Конкурстарҙы баһалау комиссияһы:(Йорт,ихата,оҫта ҡул)

1.Йосопов Нурил

2.Баязитов Ғаян

3.Баязитов Линур

4.Мәхмүтов Илшат

5.Айтбаев Рәмил

6.Ғилманов Рифат

7.Мостафин Дамир

8.Ғилманова Ләйсән

9.Мөхәмәтйәнова Ғәлиә

1.Мәһәҙиев
Мәҡсүт(АШ-ҺЫУ)

2.Шөғәйепова
Инзира

4.Шөғәйепова
Люциә

5.Шөғәйепова
Ғәзизә

6.Ибраһимов
Ғәлимйән

7.Мөхәмәтйәнов
Фанияз

8.Айтбаева
Рәүфә

9.Ғәлләмова
Флидә

Биҙәү : тирмә

Шарҙар

Шиғырҙар яҙылған плакаттар

“Спат-тара”эшселәре исемлеге

Ауыл тарихы яҙылған стенд

Киоск өсөн урын

Йәрминкә(теләгән кеше аш-һыу һата)

Байрам барышы:

1 рәткә саҡырылған ҡунаҡтар ултыртыла.Алға уҡ һүҙ биреүселәр
иҫкәртелә

Музыка  ҡцйыла  — ҡурай моңо

 Лира.Хәйерле көн,һаумыһығыҙ ,хөрмәтле ауылдаштар!Һаумыһығыҙ,төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар!
Һаумыһығыҙ,илһөйәр дуҫтар!Изгеләрҙән –изге тыуған төйәгебеҙ Ғәбдөгөбөҙҙә
һәммәгеҙҙе  лә иҫәнлектә ,һаулыҡта күреүебеҙгә бик шатбыҙ!

Сәүиә.Осрашыуыбыҙ
изге айға –Ураҙаға тап килеүе — айырыуса ҡыуаныслы хәл.Изге Ураҙа байрамы
менән ,хөрмәтле ауылдаштар!                           “Рамазан “йыры

Ҡотлау
һүҙе ауылыбыҙҙың муллаһы Ғималетдинов Айнурға бирелә (аҙан әйтә)

 Лира.Бөгөн
беҙҙә шәжәрә байрамы !Тимәк,туғандар байрамы,ырыуҙаштар байрамы. Һеҙҙең  күтәренке
кәйефтәр,шат йөҙҙәрегеҙ бөгөнгө байрамдың ни тиклем көтөлгән булыуын күрһәтә.

Сәүиә.Тыуған
ауылыбыҙҙа күп туғандарҙы күреп-осрашыу—оло бәхет.Бөгөнгө “Шәжәрә байрамы”ның
маҡсаты ла шунда:туғандар осрашһын,йәш быуын нәҫелен,туған-тыумасаһын белеп
үҫһен,ауыл йолалары йәшәрһен,йәшәһен,тигән теләктәбеҙ.Шулай уҡ Белорет
ҡалаһына 255 йәш булыуына  ла бағышлана.

1 а
.б.Тамыры булған  ағас ҡына үҫә,нығый,тамырһыҙы ҡорой,тиҙәр.

Илен
белмәгән— белекһеҙ,нәҫелен белмәгән—намыҫһыҙ,тигән атай-олатайҙарыбыҙ.Быуындар

сылбырын
барлау байрамына рәхим итегеҙ!              Йыр “Сәләм,дуҫтар”

 (бергә)Тантана асыҡ тип  иғлан ителә!                    

2
а.б.Хөрмәтле ауылдаштар!Бөгөнгө байрамға һәр тарафтан ҡунаҡтар ҙа саҡырҙыҡ.Ауыл
тормошонда   һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға  торған туғандарға,дуҫтарға ҙур
рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!Бер нисә ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙың исем-шәрифен атап
китергә рөхсәт итегеҙ!

(Саҡырылған
ҡунаҡтар исемләнә)
                                        

 
Район советы депутаты                  ЯмаловБуранбай Нәсим улы

 Ауыл
хакимиәте башлығы              Салауатов Шәүҡәт Ғариф улы

                                            
           Мәктәп директоры Шәйбәков Ринат Гәрәй улы           

                                                       
Хәлилова Сәғиҙә Мәүлит ҡыҙы

Ауыл
советында эштәр менән идара итеүсе Әбсәләмова  Нәсимә Сөләймән ҡыҙы

Мырҙағилдина
Ғәзимә Сәхәүетдин ҡыҙына

Гарипова
Нәғимә Хөснулла ҡыҙына                                                        


Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар”тапшырыуы бүлек мөдире Фәтҡуллин Бәйтулла
Шәрифулла улы

Район
культура йорто режиссеры, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғилманова Гөлнара
Насретдин ҡыҙы

 Мәғариф
министрлығы белгесе  Искәнйәрова Гөлназ Ишнияз ҡыҙы

Республика
Адвакатура палатаһынан Татлыбаева Сәйҙә Хатип ҡыҙы

Район
ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе     Абзалова Зилә Минһаж ҡыҙы                                 

 
Инйәр полиция участкаһы  хеҙмәткәре Ҡаҙырбаев  Рауил Тимербай улы

 Ассы
участка больницаһынан Ноғоманова Фәриҙә Мөхитдин  ҡыҙы

Тәүге
дипломлы уҡытыусыларыбыҙҙың береһе Ноғоманов Рәшит Әхмәҙғәле улы

Архангел районы “Инйәр”район гәзите мөхәррире Закирова Гөлшат
Зөфәр ҡыҙы-            

 Аҙыҡ-түлек менән тәмьин итеүсе      Нуриева Гөлира Әхмәҙғәле
ҡыҙы

Нуриев
Тимур Фәрүәз улы

Почтальон 
Хәсәнова Рәйсә Шәйхислам  ҡыҙы —                                        

 Электриктар
Йосопов Тәлғәт Әхмәди улы—                                          

                      
Фәтҡуллин Айрат Шәрифулла улы

                       
Айтбаев Назир Сөләймән улы

Инйәр
музыка  мәктәбенән Фәтҡуллина Ләлә Шәрифулла ҡыҙы

Ҡотлау
өсөн һүҙ Йөйәк ауылы хакимиәт башлығы Салауатов Шәүҡәт Ғариф улына,район
советы депутаты Ямалов Буранбай Нәсим улына, Белорет районы Ағинәйҙәр ҡоро
етәксеһе  Абзалова Зилә Минһажетдин ҡыҙына бирелә

Һеҙҙең
иғтибарға ауыл ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән “Ерен һатҡан –илен һатҡан”тамашаһынан
өҙөк тәҡдим итәбеҙ !(Ағинәйҙәр сығышы)

1 алып барыусы

Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!

Милләттәштәр, яҡын ҡәрҙәштәр!

Ҡаршылайбыҙ һеҙҙе ҡолас йәйеп

Бүләк итеп ҡайнар сәләмдәр!

2 алып барыусы

Ҡарап тормай ара йыраҡҡа

Килдегеҙ һеҙ беҙгә ҡунаҡҡа.

Гүзәл тәбиғәтле йәнтөйәккә

Тыуған ауылыбыҙ Ғәбдөккә

1 алып барыусы

Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ!

Ғәбдөк  ауылы халҡының

Ризығын
ауыҙ итегез  “   Йыуаса”

(Жюри
 был ваҡытта аш-һыу конкурсын баһалай)

 1.Мәһәҙиев
Мәҡсүт(АШ-ҺЫУ)

2.Шөғәйепова
Инзира

4.Шөғәйепова
Люциә

5.Шөғәйепова
Ғәзизә

6.Ибраһимов
Ғәлимйән

7.Мөхәмәтйәнов
Фанияз

8.Айтбаева
Рәүфә

9.Ғәлләмова
Флидә

2 алып барыусы

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һаумыһығыҙ, таныш-белештәр!

Ауылыбыҙҙа байрамдарҙың ҙуры

Иҫтә ҡалһын әле был көндәр!

1 алып барыусы

Ауылыбыҙҙа – шәжәрә байрамы-

Ҡунаҡтарға асыҡ күңелебеҙ.

Сәләмәтлек, дуҫлыҡ-татыулыҡта,

Шатлыҡ менән үтһен ғүмеребеҙ!

Йыр “Беҙҙең
ил
”   Башҡара шөғәйепов Ильяс

1 алып барыусы

Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар,

Ҡан-ҡәрҙәштәр, ерҙәштәр!

Ҡайнар сәләм, рухташтар,

Фекерҙәштәр, серҙәштәр.

Бергә: Ҡайнар сәләм, ерҙәштәр!

2алып барыусы

Сәләм туған – нәҫелдәрен,

Ҙурлап ҡайтҡан дуҫтарға.

Тимәк, изге хәбәр еткән,

Алыҫ – яҡын остарға.

Бергә: Сәләм барса дуҫтарға!

1 алып барыусы..Ата-баба төйәгенә

Хуш киләһегеҙ, тибеҙ.

Байрамыбыҙ түренә

Рәхим итегеҙ, тибеҙ!

2 алып барыусы

Шәжәрә
— ырыу тарихы, теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы.
Шәжәрә –

борон-борондан
ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең танытмаһы
ла

булып
һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә
теркәлгән.

1
алып барыусы

Ошо
яғы менән шәжәрә — ижтимағи-сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның
өсөн дә башҡортбалаһы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған.
Бөгөн беҙ шәжәрә байрамы – туғандар байрамы, бер ата-бабанан таралған
ырыуҙаштар байрамына йыйылдыҡ. Тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау,
хөрмәтләү ҙә ул.

2
алып барыусы.
һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең
дә тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр – ул  беҙҙең кисәгекөнөбөҙ, бер йыл элек, йөҙ
йыл  элек, мең  йыл элек үткән көнөбөҙ. Ул беҙҙең тарихыбыҙ.
 Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ  иң беренсе телдән-телгә һөйләп, ә
һуңынан яҙып ҡалдырған. Беҙҙең ауылда ла үҙ нәҫелептәрен юғалтмай шәжәрә итеп
төҙөп ҡалдырыусылар бар.

1
алып барыусы                        
Был   халыҡтың
 иле  булған, теле  булған,

Рухы   бөйөк, ғорурлығы, ихтыяры.

Азатлыҡ тип көрәшеүсе батырҙары,

Йософ    менән  Зөләйхалай    матурҙары

2 алыпбарыусы

Был халыҡтың   ҡалған   беҙгә    рухы, хисе,

Шаңы            ҡалған, даны  ҡалған һәм моңдары.

                                             
Моңдар аша   хөрлөк      ҡалған

Йырҙар   аша, иман   ашамилләт тыуған.

Һеҙҙең иғтибарға ауыл һәүәҫкәрҙәренең музыкаль бүләге тәҡдим
ителә!

Концерт программаһы (клуб)

1 алып барыусы

Ә
хәҙер хөрмәтле ҡунаҡтар, ырыуҙаштар!Һәр нәҫел үҙ шәжәрәһе менән  таныштырып
уҙа.

Рәхим
итегеҙ!

Һәр аранан берәй кеше үҙенең араһы менән таныштыра.

2өлөш.

1 алып барыусы

Һиҙәһеҙме тамырҙарҙың тыуған яҡта ныҡ икәнен,

Тыуған тупраҡ, ата нигеҙе көткәнен.

Нәҫел ебе был ерҙәрҙә күп икәнен.

Туғандарҙың бик күптәре юҡ икәнен.

2 алып барыусы

Ҡайттыңмы, тип йылдар аша, ҡәрҙәштәрҙең,

                                          
Рухтары ишетәһеңме, өндәшкәнен.

                                          
Тыуған ерҙең гөл -баҡсаға тиң икәнен.

Халыҡтарҙың бер туғандай дуҫ икәнен.

Йән тартмаһа, һиҙәһеңме, ҡан тартҡанын.

Тармаҡтарҙың бер тамырға тоташҡанын.

1 алып барыу

Тыуған
ауыл, тыуған яҡ! Ниндәй изге, илаһи көскә эйә төшөнсәләр. Яҙмыш елдәре
төрлөбөҙҙө төрлө

яҡтарға
илткәндә лә, һағынып, йыраҡ араларҙы яҡын итеп ашҡынып ҡайтабыҙ һиңә, тыуған
яҡ, тыуған

ерем!

2 алып барыусы

Эйе,
ауылымдың ғорурлығы булған, Һоҡланғыс кешеләре ифрат күп. Тәү тапҡыр ошо ерҙә
ауаз һалған,

тәпәй
баҫҡан һәм яҙмышынтуған тупрағы менән бәйләгән,  халык хужалығының төрлө
тармаҡтарына бар тырышлыҡтарын һалыпэшләгән яҡташтарыбыҙ тураһында бик күп
һөйләргә була. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ.
Арабыҙҙа шундай шәхестәр булғанда, нәҫел шәжәрәбеҙҙә матур эҙҙәр ҡалыуы көн

кеүек
асыҡ.

Ойоштороусылар
сыға.(Лира,Сәүиә,Рәүфә,Әйсәрә,Рифат,Ғаян,Нурил)

Хөрмәтле
ауылдаштар!

Үҙҙәренең
фиҙаҡәр хеҙмәте менән илебеҙгә ,ауылыбыҙға күп файҙа килтереүсе оло
кешеләрҙебилдәләп үтергә рөхсәт итегеҙ!

1 ай
элек төрлө конкурстар иғлан ителгәйне(һәр номинацияға бүләктәр  тапшырыусылар

алдан
билдәләнә)           Һүҙ ойоштороу комиссияһы ағзаларына бирелә

1.Төҙөк йорт,ихата,оҫта ҡул,уңған хужа —-Нурил,Ғаян,Рифат

                              2.Иң яҡшы өҫтәл —-Рәүфә

                          
3.Ғаиләләр буйынса

                                                         
Иң йәш ғаилә —                        Лира

                                                          
Ауыл киләсәге—                      Әйсәрә

                                                           Оҙаҡ
йәшәүсе парҙар—            Сәүиә

                          
4.Иң оло ауылдаш —-                                             Нурил

                          
Иң йәш  ауылдаш

                           
5.   Тыл ветерандары,     —                                     Ғаян

                            6.Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы  — Рифат

                           
7.Хеҙмәт ветерандары —                                        Сәүиә,Рәүфә,Лира

                            8.Халыҡ табибы     —                                            Ғаян

                            
9.Ауыл корреспонденты —                                   —Әйсәрә

                            
10.Ауыл патриоттары—                                      Лира

                           
11. Саҡырылған ҡунаҡтарға рәхмәт хаттары тапшырыла

                                          
Район советы депутаты Ямалов Буранбай Нәсим улы

                                          
Ауыл хакимиәте башлығы Салауатов Шәүҡәт Ғариф улы

                                           
Мәктәп директоры Шәйбәков Ринат Гәрәй улы    —        Лира

                                            
Хәлилова Сәғиҙә Мәүлит ҡыҙы

Ауыл
советында эштәр менән идара итеүсе Әбсәләмова  Нәсимә Сөләймән ҡыҙы

Мырҙағилдина
Ғәзимә Сәхәүетдин ҡыҙына

Гарипова
Нәғимә Хөснулла ҡыҙына —-                                                           
Әйсәрә


Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар”тапшырыуы бүлек мөдире Фәтҡуллин Бәйтулла
Шәрифулла улы

Белорет
район мәҙәниәт йорто режиссеры Ғилманова Гөлнара Насретдин ҡыҙы

 Мәғариф
министрлығы белгесе   Искәнйәрова Гөлназ Ишнияз ҡыҙы

Республика
Адвакатура палатаһынан Татлыбаева Сәйҙә Хатип ҡыҙы

“Урал
“район гәзитенән Абзалова Зилә Минһаж ҡыҙы —                                Рәүфә

 
Инйәр полиция участкаһы  хеҙмәткәре Ҡаҙырбаев  Рауил Тимербай улы

 Ассы
участка больницаһынан Ноғоманова Фәриҙә Мөхитдин  ҡыҙы

Тәүге
дипломлы уҡытыусыларыбыҙҙың береһе Ноғоманов Рәшит Әхмәҙғәле улы

Архангел районы “Инйәр”район гәзите мөхәррире Закирова Гөлшат
Зөфәр ҡыҙы-             Сәүиә

 Аҙыҡ-түлек менән тәмьин итеүсе      Нуриева Гөлира Әхмәҙғәле
ҡыҙы

Нуриев
Тимур Фәрүәз улы

Почтальон 
Хәсәнова Рәйсә Шәйхислам  ҡыҙы —                                         Рифат

Электриктар
Йосопов Тәлғәт Әхмәди улы—                                           Ғаян

                      
Фәтҡуллин Айрат Шәрифулла улы

                       
Айтбаев Назир Сөләймән улы

 Инйәр
музыка мәктәбе хеҙмәткәре Фәтҡуллина Ләлә Шәрифулла ҡыҙы

Ҡотлау өсөн  һүҙ ҡунаҡтарға
бирелә.Маҡтау ҡағыҙы тапшырған саҡта әйтһәләр ҙә була.           Бүләкләшеү

3  өлөш. 
Бәйге , ярыштар.

1 алып барыусы

Юллап ҡайтҡандарға рәхмәт

Туғанлыҡ тамырҙарын.

Беләбеҙ – бында ҡайтҡандар

Йән дауа табырҙарын.

2 алып барыусы

Беҙ түгел ерҙә исемһеҙ,

Тарихты байҡа ғына.

Рәхим ит түрҙән, аҡһаҡал

Шәжәрә байрамына.

1 алып барыусы

Ырыу ағасы ҡоромаҫ

Йәш быуын барҙа ғына.

Рәхим ит, иң йәш ырыуҙаш,

Шәжәрә бәйгеһенә.

2 алып барыусы

Һис тап ҡунмаҫ, тоғро булһаҡ,

Шәжәрә байрағына.

Ил – ерһаҡсыһы, рәхим ит

Шәжәрә бәйгеһенә.

1
 алып барыусы

Ә хәҙер бәйгеләрҙе уҙғарыу комиссияһы менән таныштырып үтәм:

                                      
1.Баязитов Ғаян,Баязитов Линур(арҡан)

2.Йосопов Нурил,Хужин Зөфәр(көршәк ватыу)

3.Ғәлләмова Флидә,Ғәлләмов Данир(эстафета)

      4.Шөғәйепова Айгөл,Мостафина Ирина(йомортҡа)

                  5.Мырҙағилдина Луиза,Ғәлиәкбәрова Лира(әйбер
ҡырҡыу)

                                     
6.Айтбаева Рәүфә,Мәхмүтов Илшат(уҡ атыу)

                     7.Шөғәйепова Люциә,Шөғәйепова Ғәзизә(тоҡ
менән йүгереү)

2 алып барыусы

Ойоштору комиссияһы һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ошо иҫтәлекле көн, шәжәрә
байрамы менән ҡайнар ҡотлай. Бөтә уйындарҙа ҡатнашығыҙ, уйнағыҙ, көлөгөҙ.

Ә хәҙер инде ,хөрмәтле ҡунаҡтар,һеҙҙе һый- хөрмәтле өҫтәл көтә.Тәмле,экологик
яҡтан таҙа һыулы Инйәр һыуынан сәй эсәйек,хәл-әхүәлдәрҙе белешәйек,күрешәйек,серләшәйек!

Флешмоб                —          Рәүфә

Гармунсылар ярышы

Йыр-моң ярышы

Жюри:

Шөғәйепова Вәрә

Шөғәйепова Ғәзизә

Шөғәйепов Мәжит

                                                          Баязитова
Ләлә

Хөсәйенова Шәүрә

Спорт ярыштары башлана.Шунда уҡ бүләкләшеү

Бүләкләүҙәр,күмәк бейеүҙәр “Наза”,”Аҡ
тирәк “уйыны 

                          Йомғаҡлау һүҙе

.Ҡунаҡтарға,ойоштороусыларға,ауылдаштарға
 Рәхмәт һүҙе

 Лира .     Ауыл өҫтөнән, ҡанатарын елпеп осҡан ҡош кеүек,
көндәр, айҙар үтә, миҙгелдәр алышынып — ҡыш яҙҙы, яҙ йәйҙе, йәй көҙ айҙарын
еткереп йылдар үтә тора. Киләсәк быуындар беҙҙе лә ошо шәжәрәгә индереп,
беҙҙең менән ғорурланып һөйләһен өсөн беҙ нимә эшләйбеҙ, ниндәй яҡты эҙ
ҡалдырырға тырышабыҙ. Ошоноң тураһында уйланырға кәрәк тип уйлайбыҙ.
   Сәүиә. Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң , шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

 Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин дә ятма: ҡор ояңды.Үр шәжәрә!

 Лира.Һеҙҙең менән хушлашырға

Матур һүҙҙәр эҙләйбеҙ,

Тормошоғоҙ гүзәл булһын

 Аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!


Һеҙгә таҙалыҡ-һаулыҡ, күп шатлыҡтар һәм ҙур уңыштар, бәхетле ғүмер теләп
хушлашабыҙ.

 Иҫән-һау осрашҡанға тиклем!

Шәжәрә байрамы программаһы

1.Ҡунаҡтарҙы
ҡаршылау

2.Тантаналы
асыу

3.Сценарий “Илен һатҡан –ерен һатҡан”

4.Концерт
программаһы

5.Нәҫел
шәжәрәләре менән танышыу

6.Бүләкләүҙәр

7.Сәй
табыны

8.Флешмоб

9.Гармунсылар
бәйгеһе

10.Йыр-моң
бәйгеһе          

11.Спорт
уйындары

12.Күмәк 
бейеүҙәр

13.Салют

8.Йыр-моң
бәйгеһе

9.Гармунсылар
бәйгеһе

10.Спорт
уйындары

11.Күмәк
бейеүҙәр

12. Салют

Архангель
районы ЛТЗ-һы “Спат-тара” МСО (Московская сырьевая отрасль) заводы эшселәре 
исемлеге

1.Абдрахманов Шәрифулла Талха улы

2.Айтбаев Сөләймән Ильяс улы

3.Баязитов Хәйрулла Сәғәҙәт улы

4.Баязитов Сәмиғулла Сәғәҙәт улы

5.Баязитов Тимерғәли Шәйәхмәт улыы

6.Баязитов Нурғәле Шәйәхмәт улы

7.Ғилманов Хәлит Иҫәнғәле улы

8.Ғәлләмов Ғәбитдин Саҙретдин улы

9.Закиров Әхәт Мөхәмәтулла улы

10.Закиров Вәхит Мөхәмәтулла улы

11.Исламов Зәйет Ғәле улы

12.Мөхәмәтйәнов Шаймырҙан Ниғмәтйән улы

           13.Мөхәмәтйәнов Әхмәтйән Ниғмәтйән улы

14.Мөхәмәтйәнова Сәмсиямал Ялал ҡыҙы

15.Мырҙағилдин Фәрит Закир улы

16.Мырҙағилдин Ғөбәйтулла Закир  улы

17.Рәхмәтов Исламетдин Сибәғәт улы

18.Рәхмәтов Юлай Исламетдин улы

19.Тәҡиуллин Йыһанур Ғибәтулла улы

20.Фәтҡуллин Шәрифулла Ниғмәтулла улы

21.Әхтәрйәнов Әбделмән Зөлҡәрнәй улы

22.Садыков Ғиззәт Әҙелбай улы

23.Саликов Мирсаяф Бәҙретдин улы

24.Нәжметдинов Әхмәҙғәлим Мамали улы

25.Низамов Заһретдин Саҙретдин улы

26.Йыһангиров Фәсхетдин Ғәйнетдин улы

27.Йосопов Әүхәди Зариф улы

28.Йосопов Шәфиҡ Гәриф улы

29.Йомағужин Шәйхислам  Ғүмәр улы

30.Йомағужина Сания    Ғүмәр ҡыҙы

31.Ғәлиуллин Исламетдин Шәйхислам улы

32.Мухамедьянов Таһир Ялал улы

33.Гәлләмов Әнүәрр Ғәбитдин улы

Шәжәрәлә — сал тарих.

1 өлөш.

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы  алыу.

1 алып барыусы

Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!

Милләттәштәр, яҡын ҡәрҙәштәр!

Ҡаршылайбыҙ һеҙҙе ҡолас йәйеп

Бүләк итеп ҡайнар сәләмдәр!

2 алып барыусы

Ҡарап тормай ара йыраҡҡа

Килдегеҙ һеҙ беҙгә ҡунаҡҡа.

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле

Тирәкле еренә.

1 алып барыусы

Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ!

Тирәкле ауылы халҡының

Ризығын ауыҙ итегеҙ!

(икмәк, сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу)

2 алып барыусы

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һаумыһығыҙ, таныш-белештәр!

Ауылыбыҙҙа байрамдарҙың ҙуры

Иҫтә ҡалһын әле был көндәр!

1 алып барыусы

Ауылыбыҙҙа – шәжәрә байрамы-

Ҡунаҡтарға асыҡ күңелебеҙ.

Сәләмәтлек, дуҫлыҡ-татыулыҡта,

Шатлыҡ менән үтһен ғүмеребеҙ!

Йыр “Әссәләмәғәләйкүм”   Башҡара——————————————

1 алып барыусы

Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар,

Ҡан-ҡәрҙәштәр, ерҙәштәр!

Ҡайнар сәләм, рухташтар,

Фекерҙәштәр, серҙәштәр.

Бергә: Ҡайнар сәләм, ерҙәштәр!

2алып барыусы

Сәләм туған – нәҫелдәрен,

Ҙурлап ҡайтҡан дуҫтарға.

Тимәк, изге хәбәр еткән,

Алыҫ – яҡын остарға.

Бергә: Сәләм барса дуҫтарға!

1 алып барыусы

Ата-баба төйәгенә

Хуш киләһегеҙ, тибеҙ.

Байрамыбыҙ түренә

Рәхим итегеҙ, тибеҙ!

2 алып барыусы

 Шәжәрә — ырыу тарихы, теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә — борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бкр туған кешеләрҙең танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән.

1 алып барыусы

Ошо яғы менән шәжәрә — ижтимағи-сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған. Бөгөн беҙ шәжәрә байрамы – туғандар байрамы, бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамына йыйылдыҡ. Тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә ул.

2 алып барыусы

һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр – ул  беҙҙең кисәгекөнөбөҙ, бер йыл элек, йөҙ йыл  элек, ме йыл элек үткән көнөбөҙ. Ул беҙҙең тарихыбыҙ.  Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ үҙ нәҫелен иң беренсе телдән-телгә һөйләп, ә һуңынан яҙып ҡалдырған. Беҙҙең ауылда ла үҙ нәҫел ептәрен юғалтмай шәжәрә итеп төҙөп ҡалдырыусылар бар.

1 алып барыусы

Был халыҡтың иле булған, теле булған,

Рухы бөйөк, ғорурлығы, ихтыяры.

Азатлыҡ тип көрәшеүсе батырҙары,

Йософ менән Зөләйхалай матурҙары.

2 алып барыусы

Был халыҡтыү ҡалған беҙгә рухы, хисе,

Шаңы ҡалған, даны ҡалған һәм моңдары.

Моңдар аша хөрлөк ҡалған

Йырҙар аша, иман аша милләт тыуған.

1 алып барыусы

Ә хәҙер хөрмәтле ҡунаҡтар, ырыуҙаштар! Мозафаровтар нәҫеле шәжәрәһе менән яҡыныраҡ танышып уҙайыҡ. Рәхим итегеҙ!

  1. Һәр аранан берәй кеше үҙенең араһы менән таныштыра.
  2. Йоланан өҙөк күрһәтеү.

 2өлөш.

1 алып барыусы

Һиҙәһеҙме тамырҙарҙың тыуған яҡта ныҡ икәнен,

Тыуған тупраҡ, ата нигеҙе көткәнен.

Нәҫел ебе был ерҙәрҙә күп икәнен.

Туғандарҙың бик күптәре юҡ икәнен.

2 алып барыусы

Ҡайттыңмы, тип йылдар аша, ҡәрҙәштәрҙең,

Рухтары ишетәһеңме, өндәшкәнен.

Тыуған ерҙең гөлбаҡсаға тиң икәнен.

Халыҡтарҙың бер туғандай дуҫ икәнен.

Йән тартмаһа, һиҙәһеңме, ҡан тартҡанын.

Тармаҡтарҙың бер тамырға тоташҡанын.

1 алып барыусы

Эйе, ауылымдың ғорурлығы булған, Һоҡланғыс кешеләре ифрат күп. Тәү тапҡыр ошо ерҙә ауаз һалған, тәпәй баҫҡан һәм яҙмышын

туған тупрағы менән бәйләгән,  ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарына бар тырышлыҡтарын һалып эшләгән яҡташтарыбыҙ тураһында бик күп һөйләргә була. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ. Арабыҙҙа шундай шәхестәр булғанда, нәҫел шәжәрәбеҙҙә матур эҙҙәр ҡалыуы көн кеүек асыҡ.

2 алып барыусы

Тыуған ауыл, тыуған яҡ! Ниндәй изге, илаһи көскә эйә төшөнсәләр. Яҙмыш елдәре төрлөбөҙҙө төрлө яҡтарға илткәндә лә, һағынып, йыраҡ араларҙы яҡын итеп ашҡынып ҡайтабыҙ һиңә, тыуған яҡ, тыуған ерем!

Ҡотлау һүҙҙәре.

3  өлөш.
Бәйге , ярыштар.

1 алып барыусы

Юллап ҡайтҡандарға рәхмәт

Туғанлыҡ тамырҙарын.

Беләбеҙ – бында ҡайтҡандар

Йән дауа табырҙарын.

2 алып барыусы

Беҙ түгел ерҙә исемһеҙ,

Тарихты байҡа ғына.

Рәхим ит түрҙән, аҡһаҡал

Шәжәрә байрамына.

1 алып барыусы

Ырыу ағасы ҡоромаҫ

Йәш быуын барҙа ғына.

Рәхим ит, иң йәш ырыуҙаш,

Шәжәрә бәйгеһенә.

2 алып барыусы

Һис тап ҡунмаҫ, тоғро булһаҡ,

Шәжәрә байрағына.

Ил – ерһаҡсыһы, рәхим ит

Шәжәрә бәйгеһенә.

1  алып барыусы

Ә хәҙер бәйгеләрҙе уҙғарыу комиссияһы менән таныштырып үтәм:

1.

2.

2 алып барыусы

Ойоштору комиссияһы һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ошо иҫтәлекле көн, шәжәрә байрамы менән ҡайнар ҡотлай. Бөтә уйындарҙа ҡатнашығыҙ, уйнағыҙ, көлөгөҙ.

1 алып барыусы

Ә хәҙер бәйге төрҙәре менән таныштырп үтәм:

  1. Көрәш
  2. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү
  3. Көйәнтә, биҙрә менән йүгереү.
  4. Сүлмәк ватыу.
  5. Армспорт (ҡул көрәше)
  6. Гер күтәреү.
  7. Тоҡ кейеп йүгереү.
  8. Тоҡ менән бәрешеү.
  9. Арҡан тартышыу.

12

Шәжәрә байрамы.

Маҡсат:

  1. шәжәрә тураһында төшөнсә биреү һәм уҡыусыларҙың белемдәрен дөйөмләштереү (камилаштырыу);

  2. телмәрҙе, һүҙ байлығын үҫтереү;

3) уҡыусыларҙа башҡорт халыҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, туғандарға һөйөү, үткәндәргә ихтирам тәрбиәләү,шәжәрәләрен өйрәнеү теләген булдырыу,йәш быунға зауыҡ, әхлаҡи тәрбия биреү.

Йыһазландырыу: уҡыусыларҙың шәжәрәләре, компьютер, презентацион таҡта, аудиояҙма,фотоһүрәттәр.

Байрам барышы.

Талғын ғына ҡурай моңо яңғырай. 2 уҡыусы сәхнәгә сыға.

1-cе алып барыусы: Иҫләйһеңме, Рәмил, ике йыл элек беҙҙең ҡалала шәжәрә байрамы үткәйне.

2-cе алып барыусы: Эйе, Айһылыу, 23-сө мәктәп уҡыусылары шул байрамда ҡатнашып икенсе урын яулап ҡайтҡайнылар.

1-cе алып барыусы:Әйҙә ,ете ырыу балаларын йыйып мәктәптә шәжәрә байрамын үткәрәйек.

2-cе алып барыусы: Әйҙә!

1-cе алып барыусы: Улар бөгөн беҙгә ҡунаҡта! Әйҙәгеҙ,егеттәр,ҡыҙҙар сәхнәгә рәхим тиегеҙ!

Сәхнәгә төрлө ырыу балалары менә. Балаларҙың ҡулдарында ырыу тамғалары,һыйлар өсөн күстәнәстәр.

1-се бала : Олы байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла

Ата-бабалар мираҫы-

Шәжәрә байрамына.

2-се бала:Бер- береңә тоғролоҡҡа

Бөгөн анттар бирегеҙ,

Күршеләрҙе күрегеҙ!

Ҙурлау булһын һүҙегеҙ.

3-се бала:Ил хәлдәрен белегеҙ,

Туғандарҙы белегеҙ!

Кипмәһен ырыу ағасы –

Тере һыуҙар һибегеҙ!

4-се бала:Ырыу ағасы ҡоромаҫ,

Беҙ ,йәштәр барҙа ғына,

Рәхим итегеҙ, туғандар ,

Шәжәрә байрамына! 1-cе алып барыусы: Ырыуың кем?

— Үҫәргән

-Юрматы

-Ҡатай

-Табын — Бөрйән

-Тамьян

-Ҡыпсаҡ

Бергәләп: Илебеҙ Башҡортостан.

Балалар сәхнәнән төшәләр ҙә залга үтеп ата-әсәләре әҙерләгән баурһаҡ,сәк-сәк,бал…менән һыйлайҙар. Был ваҡытта ҡурай моңо яңғырай.Балалар залда урын алалар.

Алып барыусы: — Һаумыһығыҙ ҡәҙерле, дуҫтар, ҡунаҡтар! Беҙ һеҙҙе мәктәптең шәжәрә байрамында тәбрикләйбеҙ!

1-се уҡыусы: Тәмле һыу, тәмле һауа,

Көмөш ямғырҙар яуа.

Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ,

Урманы өҫкә яуа.

Был минең тыуған ерем,

Был минең тыуған илем.

2-се уҡыусы: Тыуған еремдә халҡым,

Йәшәгән ырыу-ырыу,

Тарихы урау-урау.

Шәжәрә — баш йорттары.

3-сө уҡыусы: Ғәйнәләр, Танып, Төйҙә

Үҙ ерендә ул, өйҙә.

4-се уҡыусы: Данлы, батыр Юрматы –

Йүгәнле Аҡбуҙаты.

Һаҡмар, Яйыҡ араһы,

Үҫәргән күҙ ҡараһы.

5-се уҡыусы: Иң боронғо Бөрйәндәр –

Ер-һыу менән бер йәндәр.

6-сы уҡыусы: Түңгәүерҙәр, Тамьяндар

Ҡыпсаҡҡа таянғандар.

Дим тармағында Меңдәр

Әйле, Ҡатайға тиңдәр.

7-се уҡыусы: Дәртле, күмәк Табындар –

Һалйоттарға туғандар.

Тарих хәтерен һаҡлай,

Яңы быуатҡа атлай.

1,2,3 уҡыусы (бергә): Ете быуынын белмәгән – етемлектең билдәһе.

4,5,6,7 уҡыусылар (бергә): Нәҫелен белмәгән нәсәпһеҙ.

Алып барыусы:

— Нимә ул шәжәрә? Кем белә?

— Хәҙерге заманда үҙ нәҫелеңде белеү бик актуаль мәсьәлә. Шәжәрә (ғәрәпсә — ағас) – ырыу-ҡәбилә тарихына бәйле ваҡиғалар, нәҫел-нәсәптең таралыуы, ата-бабалар исемлеге теркәлгән ҡулъяҙма ҡомартҡы. Элек башҡорттар ата-бабаларының исемдәрен 10-15 быуынға тиклем белергә тейеш булған.(слайд)

1-cе алып барыусы:

В древние времена башкиры , как и многие другие народы жили племенами. Одно племя обычно состояло из нескольких родов. Каждое племя и каждый род имели свои казвания. Наиболее древними были, например, Усерган,Кипчак,Юрматы, племена Бурзян, Мин, Катай Табын. У башкир издавна существовал писать историю своего рода. Она называлась родословной.

2-cе алып барыусы:

Шәжәрә-ул ырыу тарихы. Борон башҡорттар ырыу- ҡәбиләләргә бүленеп йәшәгән. һәр ырыуҙың үҙ исеме булған. Башҡорт халҡы элек-электән үҙ ырыуының тарихын яҙып ҡалдыра барған. Шәжәрәлә бөтә ир-ат исемдәре күрһәтелгән.

1-cе алып барыусы:

Слово “шежере” означает “родословная. Как могучая и бурная река берет силу с маленьких ручейков, так и наша республика обогащается семьями, родами. В более широком смысле слова шежере- не только генеалогическая летопись, не только родословная, но и бесценный источник для изучения историии башкирского народа, летопись важнейших событий и фактов.

2-cе алып барыусы:

Шәжәрә, ғәрәп телендә”ағас ” тигән һүҙ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу- бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ни өсөн ағас. Ағас борон башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, Ер аҫтын берләштеререүсе билдә булған. Халыҡтың тормошон сағылдырған. Тамыры- үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбөҙ,тармаҡ – ботаҡтары-киләсәгебеҙ.

1-се уҡыусы:

— Башҡорт халҡында ағас күкте (һауа), ерҙе һәм ер аҫтын символлаштырған. Ағас – кеше ғүмеренең күрһәткесе лә булған(слайд):

ағастың тамыры – үткәне

ағастың һыны – хәҙергеһе

ағас ботаҡтары – киләсәге

2-се уҡыусы:

— Йыш ҡына шәжәрәләрҙе ағас һәм схема формаһында күрергә була.(слайд) Ә бына 4в класы уҡыусыһы Шәрәфетдинов Роберт үҙ шәжәрәһен координаттар системаһына һалып сәскә формаһында төшөргән.

3-сө уҡыусы:

— Бик күп шәжәрәләр ғәрәп телендә яҙылған (слайд), сөнки ХХ быуатҡа тиклем башҡорттар ғәрәп графикаһы менән яҙғандар.

4-се уҡыусы:

— Шәжәрәләрҙең яҙма ҡомартҡы булараҡ тыуа башлаған осорондағы реаль ваҡиғалар унда тулыраҡ сағылып ҡалған. Ошондай ваҡиғаларҙың береһе – башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә ҡушылыуы.Был туралабеҙ ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһенән уҡып белдек.

5-се уҡыусы:

— Һәр кеше үҙенең шәжәрәһен белергә тейеш, сөнки шәжәрәнән халыҡтың, республиканың, илдең тарихын белеп була.(слайд)

Бергә: Ете быуынын белмәгән етемлектең билдәһе.

6-сы уҡыусы:

— Хәҙерге заманда, шәжәрәне өйрәнеү ҙур һәм актуаль мәсьәләрҙең береһе. Был һорауҙы дәүләт кимәлендә лә ҡарайҙар (тикшерәләр). Ҡалаларҙа, райондарҙа һәм ауылдарҙа ҙур шәжәрә байрамдары үткәрелә.(слайд) Мәҫәлән, башҡорт теле уҡытыусыһы Адршина Гөлнур Фәнил ҡыҙы үҙенең ауылында “Шәжәрә байрамында” актив ҡатнаша. (Сәхнәгә саҡырыла Адршина Г.Ф.)

Адршина Гөлнур Фәнил ҡыҙының сығышы:- Һәркемдең тыуған ере,тыуған ауылы була.Тыуған ере,тыуған ауыл-иң ҡаҙерле һүҙҙәр. Кешеләрҙе тыуған ере ашата ,үҫтерә,гүҙәл тәбиғәте менән иркәләй, йәшәргә шарттар тыуҙыра.Тыуған ере уның тураһында ҡайғырта, уҡыта, белем бирә,уны кеше итә, хеҙмәткә өйрәтә.Ҡошҡа осар өсөн ҡанат, балыҡҡа йөҙәр өсөн йылға, үләнгә үҫәр өсөн тупраҡ нисеҡ кәрәк булһа, кешегә йәшәр өсөн тыуған ил кәрәк,туғандар кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙең үткәнебеҙҙе белергә тейешбеҙ. Мин ауылда үткәрелгән шәжәрә байрамында актив ҡатнашып, үҙем өсөн шундай һығымта яһаным: шәжәрә байрамдарын үткәреү, уны өйрәнеү изге эш тип уйлайым, сөнки яҙылған шәжәрәләрҙән беҙ үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы белә алабыҙ, туғандарыбыҙ тураһында күп мәғлүмәттәр һөйләй алабыҙ. Мәҫәлән мин һеҙғә алты быуынымды әйтеп бирә алам. Атайым –Фәнил, олатайым – Мифтахетдин, ул Хөснөтдин улы, шунан Фаттахетдин, Сөләймән, Әбүбәкир. Фаттахетдин ,Сөләймән указлы мулла булғандар. Мин мең ырыуынан булам. (Уҡытыусы һөйләгәндә байрам күренштәре менән фотолар күрһәтелә.)

7-се уҡыусы:

-Еләндәре сағыу ҡояш

Меңлеләр уйнай һорнай.

Тыпырлатып оҫта баҫа

Һис тә оялып тормай.

Бейеү

7-се уҡыусы:

— Беҙҙең ҡалала ла матур итеп шәжәрә конкурстары, байрамдары үткәрелә. Салауат ҡалаһының 23-сө урта мәктәп уҡыусылары ла был конкурстарҙа ҡатнашалар. Мәҫәлән, Тимербулатов Алмаз 2009 йылда, 2010 йылда Хәсәнова Эльвира үҙҙәренең шәжәрәләре менән 1-се урындарҙы яулайҙар.Шул уҡ конкурста Байғузина Айһылыу 4-се урында була. (слайд)

Алып барыусы:

— Ә хәҙер әйҙәгеҙ Айһылыуға һүҙ бирәйек. Үҙенең шәжәрәһен өйрәнеү уға нимә бирҙе икән? Беҙҙең менән үҙенең тәҫьораттары менән уртаҡлашһын.

Байғузина Айһылыу һөйләй.(слайд)

1-cе алып барыусы:

Ғәйнә ырыуы егеттәрен ҡаршы алайыҡ, улар “Шайморатов генерал ” йырын башҡаралар. Әйҙәгеҙ, егеттәр! Сәхнә һеҙҙеке!

1-cе алып барыусы:

Ҡыпсаҡ ырыуы егете Рөстәм үҙенең ырыуы менән генә түгел, ә тыуған ере Башҡортостан менән дә ғорурлана.

Шиғыр.

1-cе алып барыусы: -Бөгөн Табын ырыуынан да ҡунаҡтар килгән, ул- Ғаитҡоловтар ғаиләһе. Рәхим итегеҙ!

Йыр

1-cе алып барыусы:-Азат, ә һин беләһеңме, беҙҙең мәктәптә Юрматы ырыуынан ҡаһым түрә нәҫеленән Зөлкәрнәйова Рәйсә Миңнеғол ҡыҙы эшләй. Әйҙә, уға һүҙ бирәйек. Рәхим итегеҙ.

Зөлкәрнәйева Рәйсә Миңнеғол ҡыҙы шәжәрәһен һөйләй.

Алып барыусы:— Хәҙер беҙҙең конкурсанттарыбыҙға һүҙ бирәйек. Улар беҙҙе үҙ шәжәрәләре менән таныштырып китһендәр. Сәхнәгә 7а класс уҡыусыһы Ибраһимов Вадимды саҡырабыҙ.

1-се уҡыусы сығышы.

Алып барыусы: — Беҙҙең “Шәжәрә байрамына” уҡыусылар концерт номерҙары ла әҙерләгән. Әйҙәгеҙ уларҙы ҡайнар алҡыштар менән тәбрик итәйек. Беренселәрҙән булып сәхнә түренә 4а класс уҡыусыларын саҡырабыҙ “Яратам мин илемде” тигән йыр менән.

Алып барыусы:— Сәхнәгә икенсе конкурсантыбыҙҙы саҡырабыҙ. 3б класс уҡыусы Насырова Анастасия.

2-се уҡыусы сығышы.

Алып барыусы:-5а класс ҡыҙҙары “Бишбармаҡ” бейеүе менән. Ҡаршы алығыҙ!

Алып барыусы:— Ә хәҙер үҙенең шәжәрәһе менән 4в класс уҡыусыһы Шәрәфетдинов Роберт сығыш яһай.

3-сө уҡыусы сығышы.

Алып барыусы:-Һеҙҙең алда “Башҡортостан –дуҫлык иле” тигән шиғыры менән ҡала конкурсында еңеүсе, 2а класс уҡыусыһы Данилова Снежана сығыш яһай.

Алып барыусы:

— Ә хәҙер һуңғы конкурсантыбыҙҙы сәхнәгә саҡырабыҙ

Алмаҡаева Диана, 8б класы уҡыусыһы :

Оҙон сәсле, ҡара ҡашлы

Мин башҡорт ҡыҙы булам.

Елән, ҡамзул кеймәһәм дә,

Үҙ шәжрәмде беләм.

Ата –бабам тамырҙары

Үҫәргән ырыуынан.

Ғорурмын һәм бәхетлемен

Саф башҡорт булыуымдан!

Алып барыусы:— Беҙҙең конкурс аҙағына ла яҡынлашты. Жюри ағзалары еңеүсене һайлағансы, беҙ һеҙҙең менән 5в класы уҡыусыһы Банникова Аняның башҡарыуында флейтала татар халыҡ көйөн тыңлайыҡ.

— Һеҙҙең алда Байғужин Айбулат һәм Ҡасимов Альберт Ҡәҙим Аралбаевтың “Шәжәрә” шиғыры менән.

Шәжәрә-ул байрам ғына түгел,

Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше.

Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,

Уттар аша ғүмер кисеше.

Шәжәрә- ул йәшәүтантанаһы.

Һулар һауа ,тупраҡ,ғәзиз ер.

Ул тамырым буйлап аҡҡан аҡ ҡан,

Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге.

Шәжәрә –ул бөйөк изге йортоң,

Уға тейеш һин бер ҡайтырға.

Унда һине туғаныңа Ер ҙә,

Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда

Йәшәргә лә әле йәшәргә!

— Хәҙер жюри ағзаларына һүҙ бирәйек.

Жюри ағзаларының сығышы.

Алып барыусы:— Ошоноң менән беҙ байрамдың аҙағына ла килеп еттек. Бөгөн байрамда сығыш яһаусыларҙы алҡышлайыҡ. Һеҙ ҙә, балалар, үҙ ғаиләгеҙҙең тарихын өйрәнегеҙ, шәжәрәләр төҙөгөҙ. Ә беҙ һеҙҙең менән киләһе йылда тағы ла осрашырбыҙ. Киләһе осрашҡанға тиклем, ҡәҙерле дуҫтар! Һау булығыҙ!

1-се алып барыусы:

Кешелектең үҙе шикелле үк,

Боронғонан килгән йолалар.

Шатлыҡтарын байрам итә кеше,

Йолаларҙа олы йәм дә бар.

2-се алып барыусы:

Йолаларҙа бәхет тантанаһы,

Йән сафлығы, күңел яҡтыһы.

Ғүмер буйына оҙата барһын беҙҙе

Был байрамдың күңел паҡлығы.

Башҡорт телдәре уҡытыусыларының “Йолаларҙы һаҡлап, киләсәккә бағабыҙ”

район семинары сценарийы

Сценарийҙың төҙөүсеһе Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылы мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урын баҫары Үтәгәнова Гүзәл Наил ҡыҙы

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу

Башҡа ҡатнашыусылар ҡунактарҙы ике яктан баҫып ҡаршы алалар.

Ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алыусылар милли кейемдә.

1-се ҡаршы алыусы:

Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!

Милләттәштәр, яҡын ҡәрҙәштәр!

Ҡаршылайбыҙ һеҙҙе ҡолас йәйеп

Бүләк итеп ҡайнар сәләмдәр!

2- се ҡаршы алыусы:

Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ!

Наумовка ауылы халҡының

Ризығын ауыҙ итегеҙ!

1-се ҡаршы алыусы:

— Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе һеҙҙе ихлас сәләмләй!

2- се ҡаршы алыусы:

-Яҙҙың ошо матур көнөндә беҙҙең мәктәбебеҙ оло йыйын йыя, мәртәбәле ҡунаҡтар саҡыра.

1-се ҡаршы алыусы:

-Бөгөн үткәреләсәк һәр күренеш күңелегеҙгә хуш килер, йөрәк түрегеҙҙә йылы иҫтәлек булып һаҡланыр тип өмөт итәбеҙ.

2- се ҡаршы алыусы:

— Рәхим итеп Наумовка ауылы уңғандарының аш-һыуынан ауыҙ итегеҙ!

Ҡарға бутҡаһы” байрамы сценарийы

Байрам үткәрелә торған ялан байрамса биҙәлгән: тирмә ҡуйылган,тирмә эсе биҙәлгән, сәхнә эшләнгән, самауыр ҡайнатырға кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән, ҡаҙан аҫылған, милли уйындар, көрәш өсөн майҙансыҡтар билдәләнгән. Байрамға килеүселәргә төҫлө таҫмалар таратыла.

Байрам барышы

Сәхнәгә өс инәй сыға.

1-се инәй:

Килеп еттек яланға,

Сәләмләйек ер-һыуҙы.

Имен-аман йәшәнек,

Бына тағы йыл уҙҙы.

Сәхнәгә һөлгө,ҡулъяулыҡ, таҫмалар тағылған ҡолға тотоп балалар сыға.

1-се бала.

Һөлгө йыям, күрегеҙ.

Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып

Ҡарғатуйға килегеҙ!

(1-се инәй ҡолғаға яулыҡ бәйләй, ҡунаҡҡа килеүселәр һөт, май, ярмаларын балаларға бирәләр, кемдер яулыҡ, таҫтамал бәйләй)

2- се инәй ( батмусҡа бал, май һалынған ике сынаяҡты тотоп сыға): Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам.

3-сө инәй:

Хәйерле хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға һары май! (Балаларға бал,май ҡаптыралар. Рәхмәттәр әйтеп халыҡ араһына бүләктәр, аҙыҡ-түлек йыйырға инеп китәләр)

2-се инәй:

Рәхмәт ,айым ,нурҙарыңа!

Рәхмәт,ҡояш нурҙарыңа!

Рәхмәт,шифа биргән һыуым!

Ҡаныр тағы һыуһыным.

3 се инәй.

Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы.

2-се инәй:. Инде яуҙар булмай, имен- аман ғүмер итергә яҙһын!

Бөтәһе бергә. Шулай шул, шулай!

1- се инәй: Әйҙәгеҙ, илдә тыныслыҡ, ерҙә бәрәкәт булһын өсөн ултырып доға ҡылып алайыҡ! (Ситтәрәк торған эскәмйәгә ултырып доға ҡылалар)

Ат-тинйә, фиттин-йә, әхирәтә-хәсәнәтә уаһина ҡаҙабынар.

Йә Аллам йә рәхим, теләктәребеҙҙе ҡабул ҡыл. Амин. Аллаһыәппәр.

Сәхнәгә ҡурай моңона ҡарға костюмдарында 4 бала сыға.
Бергә:Ҡарр-ҡарр-ҡарр!

Ҡарға туйға барр-барр!

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тарр-тарр!

Ҡарға туйға барр-барр!

Ҡарғалар сәхнә артына инеп китәләр һәм сәхнәгә ҡояшты символлаштырып таҫмалар тототҡан Яҙ образындағы ҡыҙҙы алып сығалар.

Яҙ:

Һаумы ҡояш, һаумы яҡты көн!

Һаумы урман, ҡамышлы күл!

Һаумыһығыҙ болан-туғайҙар!

Аҫыл ҡанат, һабантурғайҙар!

Йомшаҡ елдәр,рәхмәт һеҙгә,

Ямғыр һыуын килтер беҙгә.

Рәхмәт һиңә,хәтфә ерем,

Һыйҙарыңды тәтей ирен.

Ҡарғалар хәрәкәттәр яҫап осалар.

1-се ҡарға:

Асылды аҡ ҡалын юрған.

Иҫә яҙғы елдәр ҙә

Беҙ ҡайтабыҙ, һағындырған

Тыуған үҫкән ерҙәргә.

2-се ҡарға:

Көндәрҙе юлда үткәреп,

Ҡыуанышып һеҙгә остоҡ

Ҡанаттарға күтәреп

Һеҙгә яҙ алып ҡайттыҡ.

Ҡар-ҡар-ҡар (осоп китәләр)

Алып барыусы:

Ҡарға бутҡаһы — башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған йылда үткәрелә торған күркәм байрамы. Ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сыҡҡандар. Бер көн алда ауыл кешеләренән йыйған аҙыҡ-түлек килтерелгән. Ҡолға тотҡан балалар өй һайын йөрөп, бүләктәр йыйғандар, ҡарға бутҡаһына саҡырғандар. Уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән арпа, тары, бойҙай ярмаларынан ҡарға бутҡаһы бешергәндәр.. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелгән: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сыҡҡандар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйткәндәр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡырған. Байрамда ярыш ойошторғандар, милли уйындар уйнағандар. Бөгөн беҙҙең байрамбыҙ түренә мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. Әйҙәгеҙ һүҙҙе уларға бирәйек.

Ҡунактарға һүҙ бирелә.

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ , бутҡа бешкәнсе , тәнде яҙып, уйнап, бейеп алайыҡ!

Концерт номерҙары:

  1. «Наумовка ҡалаҡсылары»

  2. Ҡыҙҙар бейеүе.

  3. «Тыуған ер” йыры менән “Илһам” ансамбле.

  4. Асадуллаева Самира башҡарыуында “ Һыу буйында” бейеүе.

Алып барыусы:

-Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, шундай бер йола бар, ул “ Һыу һибешеү” тип атала. Бала- саға, йәштәр, ҡарт- ҡоро урамға сығып, ямғыр апайға теләктәр әйтеп, һыу һибешкәндәр. Был йола ямғыр ваҡытында яуһын, уңыш мул булһын өсөн эшләнгән. Әйҙәгеҙ, беҙҙә һыу һибешеп алығыҙ әле!

Ҡыҙҙар һыу һибешәләр.(һамаҡлайҙар).

Яу,яу ямғырым!

Яу,яу, ямғырым!

Иртәнсәк тә, кис ҡырын

Илгә ҡытлыҡ килмәһен!

Игендәрҙе үҫтерһен!

Ямғыр яу, яу!

Беҙ булайыҡ һау, һау!

Инәй 1-се: Балалар, уйнап арығанһығыҙҙыр инде, әйҙәгеҙ, күңелдәрҙе күтәреп, әүһәләй эйеп алайыҡ!

Алып барыусы: Әүһәләй эйеү ҡарға бутҡаһы байрамында үткәрелә торған матур йолаларҙың береһе. Был йола аша йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең бер-береһенә битараф түгеллеген белдереп, әүһәләй эйергә саҡырғандар.

Шул һүҙҙәрҙән һуң, бер егет ҡыҙҙы әүһәләй эйергә саҡыра. Сәхнәгә ҡыҙҙар сыға һәм “ Әүһәләй» йырын башҡаралар..
Алып барыусы: Хөрмәтле ҡунактар! Хәҙер таҫмаларыбыҙҙы матур теләктәр теләп, ағастарға бәйләп ҡуяйыҡ. Һуңынан бөтәгеҙҙе лә башҡорт халҡының милли уйындарын ҡарарға, оҫталыҡ майҙансыҡтарында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ”

Инәй 2 -се: Ярай, балалар,рәхмәт!Бар изге теләктәребеҙ ҡабул булһын.! Әйҙәгеҙ, бисмилла әйтеп, таҫмаларыбыҙҙы эләйек, илебеҙгә именлек, донъябыҙға тынысыҡ теләйек.( Таҫмалар эленә)

Алып барыусы:

Сылтырашып торһондар !

Елберләшеп торһондар !

Беҙҙе иҫләп торһондар !

Ҡотто һаҡлап торһондар !

Яман күҙҙән һаҡлаһындар!

Татыулыҡты — маҡтаһындар !

Ғәҙеллекте – яҡлаһындар !

Именлекте — теләһендәр!

3 –сө инәй: Әйҙәгеҙ, балалар, күңел асып, уйындар уйнап алайыҡ!

Майҙансыҡтарҙа милли уйындар үткәрелә: “Аҡ тирәк-күк тирәк», тоҡ менән йүгереү, йомортҡаны ҡалаҡҡа һалып йүгереү, көршәк ватыу(тупҡа сәкән менән һуғыу). көрәш, уҡ атыш. Төрлө оҫталыҡ майҙансыҡтары эшләй.

Сәхнәгә 1-се инәй һәм балалар сыға.

1 –cе инәй: Эй, балалар, бутҡа бешкәндер инде.

1-се бала: Тәмле микән бутҡаһы,

Ауыҙ итәйек әле.

Матур яҙҙы ҡаршылап

Байрам итәйек әле!

2-се бала: Һалҡын ағай, кит-кит,

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ.

Һөтлө һыйыр яланда,яланда,

Майлы бутҡа ҡаҙанда,

Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа.

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ!

Бутҡа таратыла. Ашайҙар.

2-се инәй: Малайҙар , ҡыҙҙар! Кемдә бутка артып ҡалды? Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.

3-сө инәй:

Бутҡа ҡарға аҙығы,

Бутҡа ҡарға аҙығы,

Шул бутҡаны хурлаһаң,

Башыңа төшөр яҙығы.

Ал ризыҡты, ал.

Аша ҡарғам, аша.

Ағас төптәренә ҡалған бутҡаларҙы һалып сығалар.

Сәхнәлә:

1- се инәй: Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,

Һәммәгеҙҙән һорайым:

Яуындар яуһын,яуһын,

Аллам рәхмәтен һалһын,

Икенсе йылға ошо ерҙә

Йыйылайыҡ тағы бергә.

2-се инәй: Эй, хоҙайым, һинән һорайым,

Сәскәләрең нурлы булһын,

Үләндәрең күпереп торһон,

Йылғаларға һыуҙар тулһын,

Балыҡтарың һыуға сумһын,

Мал тыуарҙар ишәйһендәр,

Бәхетлеләр ишләнһендәр,

Яуыз уйлы, ҡара эстәр

Терһәктәрен тешләһендәр.

3-сө инәй: Эй,ҡөҙрәтле хоҙайҡайым,

Һәммәбеҙгә етә көсөң.

Балаларың ҡыуанһындар

Изге итеп үҙенең көсөн.

Үҙ икмәген үҙе игеп,

Ҡара тиркәйҙәрен түгеп,

Үҙе ашап үҙ икмәген,

Аллам, ҡабул ит теләгем,

Ҡушыла барлыҡ йөрәгем.

«Ҡарға бутҡаһы” йыры йырлана..

Алып барыусы:

Кәмәләре һәңгелсәк,

Арбалары ҡалтырсаҡ.

Ҡарға туйы булды тамам,

Инде килде ҡайтыр саҡ

Имен торһон донъялар,

Күрешербеҙ яҙ һайын,

Хушығыҙ,хушығыҙ!

Гелий менән тултырылған, ҡағыҙҙан эшләнгән ҡарғалар берәктерелгән шарҙар осороу.

«Быуындар сылбыры өҙөлмәһен»(Шәжәрә байрамы сценарийы.)

Цели: 1. Формирование у учащихся любви и уважения к своей семье
и к своему Отечеству.

2. Привлечение внимания учащихся к своей родословной, истории
края.

3. Повышение интереса к национальным традициям, обычаям народов,
живущих в селе.

4. Воспитание уважения к родителям, к своим предкам, к семейным
традициям.

Оформление: сцена оформлена в виде старинной комнаты. Выставка
рукоделий, выставка национальных блюд, книжная выставка,
Родословные семьи подготовленные учащимися школы. Оснащение:
интерактивная доска, слайды, видеофильм «Башкирское шэжэрэ»,
магнитофон, аудиокассеты, диски.

(звучит курай)

— Добрый день дорогие друзья, гости! Мы рады видеть вас в нашем
уютном зале на семейном празднике родословной «Шежере байрам».

-Хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ! Бөгөнгө сарабыҙ
«Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!», йәғни » Туғанлыҡ тамырҙарын бел »
тип атала.Тамырҙар… Беҙҙең тамырҙарыбыҙ, йәғни, туғандарыбыҙ,
яҡындарыбыҙ кемдәр? Минең сығышым ҡайҙан? Беҙ бөгөн ошо һорауҙарға
яуаптар эҙләп эшләгән эштәребеҙ менән таныштырырға тип , шәжәрә
байрамы үткәрергә йыйылдыҡ. Был туғандар байрамы, бер ата-бабанан
таралған ырыуҙаштар байрамы ғына түгел, ә тарихи тамырҙарыбыҙҙы
иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә ул.

— Слово для приветствия предоставляется директору… ( Ф.И.О.)

(звучит курай)

-Бөгөн , хатта бер туғандарҙың да бер- береһен танымаған
рәхимһеҙ заманда , шәжәрә байрамдарының тәрбиәүи роле айырыуса
күтәрелә. Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Һуңғы
йылдарҙа шәжәрәне өйрәнеүгә ,шәжәрә байрамдарын ойоштороуға
иғтибарҙың бермә-бер артыуы — ҡыуаныслы күренеш. Башҡортостан
етәкселеге был мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәргән икән, тимәк,
халҡыбыҙға дәррәү ҡуҙғалып, тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеү эшен тағы ла
йәнләндерергә генә ҡала.

выход ведущих:

— Һаумыһығыҙ, тип сәләмләйбеҙ,

Тыуған ауыл кешеләрен.

Йылы һүҙҙәр кинәндерһен

Ололарын, кеселәрен.

— Хөрмәтле ауылдаштар! Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе ҡунаҡсыл Ҡандра
ерендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ.

Оло байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла

Ата- бабалар мираҫы-

Шәжәрә байрамына!

-Нимә ул шәжәрә?

— Шәжәрә- теге йәки был ырыу — ҡәбиләнең быуындан- быуынға
аманатлап тапшырылған коллектив тарих яҙмаһы ул.Уның барлыҡҡа
килеүенә һәм йәшәүендә әллә нисә быуын вәкилдәре хеҙмәт күрһәткән.

-Термин («Шежере» имеет арабское происхождение и обозначает
«родословная» «генеология» .Знание человеком своего шежере
,т.е.корней предков, родовой символики( дерево, птица,
оран(клич),тамга),делало его полноценным членом рода, семьи,
достойным продолжателем традиции своих предков, ответственным за
свои поступки и дела перед своими сородичами, односельчанами,
соплеменниками и народом.

-Борондан күп халыҡта ырыу һәм ҡабилә тарихын күҙ ҡараһылай
һаҡлау, уның бер тамсыһын да сайпылдырмай быуындан быуынға еткереү
кеүек изге йола йәшәп килгән.

— Открыть бы солнечные корни

Своих истоков и надежд.

И, притяженью их покорной,

Преодолеть времен рубеж.

Найти бы в книге родословной

Генеалогию судьбы,

Фундаментальную основу

Своей души, своей любви.

Откуда? Как? За кем?..

-Әҙәм балаһына үҙенең 7-10 быуын бабаһын белеү фарыз. Шул
ваҡытта ғына кеше тыуған иленең, тыуған төбәгенең, тыуған йортоноң,
үҙ халҡының сығышын белә. Шуның өсөн дә бөгөн беҙ үҙ нәҫелебеҙҙе-
шәжәрәбеҙҙе белергә, улар донъя көткән тыуған еребеҙҙең тарихын,
тыуған ауылыбыҙҙың үткәнен белеү кәрәклеген аңлайбыҙ…

— Беҙ исемһеҙ түгел ерҙә,

Үткәнде байҡа ғына.

Тарихҡа сәфәр ҡылайыҡ

Шәжәрә байрамында.

Хәтерләүҙән ҡурҡма һин!

Онотма һин үткәнең!

Бел һин, йыраҡ бабаларың

Нисек донъя көткәнен.

(ведущие уходят) сценка ( «первопоселенцы»)

(виды природы вокруг озера Кандрыкуль) — диск № 1

(Әйберҙәр күтәренеп бабай,әбей һәм балалары керә)

Бабай- Балалар, эҙләгән еребеҙҙе таптыҡ, буғай.

Ҡыҙ- Олатай, әсәй, ҡарағыҙ әле. Ниндәй матурлыҡ, ниндәй
гүзәллек!

Әбей- Эйе, ҡыҙым. Бесән сабайым тиһәң киң ,йәшел үләнле яландар;
зәңгәр күктәргә ашҡан бейек тауҙар; ҡара урмандар, мул һыулы күл …
Хоҙайҙың рәхмәте менән күпме муллыҡҡа юлыҡтыҡ.

Бабай- Күп ерҙәр үттек, күп һыуҙар кистек, ә бындай хозурлыҡты
бында ғына күрәбеҙ. Төпләнеп донъя көтөр өсөн ошонан да ҡулай урын
булмаҫ, балаҡайҙар. Изге сәғәттә! (сығып китәләр)

-Был ваҡиға ун һигеҙенсе быуат аҙағында була.

(ҡурай тауышы)

-…Һәр нигеҙҙең, һәр ауылдың

Һәр ҡаланың үткәне бар.

Ғибрәт алырлыҡ мираҫтың

Ҡалғаны бар, киткәне бар.

Хәтерләүҙән ҡурҡма һин,

Үткәнеңде онотма һин.

—Любимую землю

Где мы родились и живем,

Мы родиной светлой

Мы родиной милой

Мы Родиной нашей зовем.

— Родина, родная деревня, родное село! Слова близкие сердцу. У
каждого из нас есть дом, где мы родились, и родная деревня, родное
село, где прошли наши лучшие годы детства, юность.

— Наша малая Родина — это родное село Кандры. У него богатая и
интересная история.( краткий рассказ истории с. Кандры)- диск № 2

Выход ведущих.

-Дорогие друзья ,сегодня мы с вами собрались чтобы рассказать о
своих корнях .Свои родословные сегодня представят:

(представление конкурсантов)

(представление жюри)

Слово предоставляется

</<font face=»Times New Roman, serif»>1-м конкурсантам
— семье ….. ( конкурсные работы чередуются концертными номерами)
Ҡушымта 1.

…….

Йыр » Туғандарҙың ҡәҙерен бел» Р.Сурағол һүҙ. Р.Тимербаев муз.

Ведущая: На этом зональный конкурс шежере закончился. Жюри
просим подвести итоги.

-Песня-Башкортостан . (видеоролик «Башкирские шежере» )

Для подведения итогов конкурса слово предоставляется
председателю жюри …..

-БР хөкүмәтенең 2006 йылдағы 10 майындағы Шәжәрә байрамы үткәреү
тураһындағы 121 -се ҡарары халыҡтың нәҫел- зат тамырҙарына ҡарата
ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеүгә һәм милли йолаларҙың тергеҙеүенә, һис
шикһеҙ, ҙур этәргес булды. Хәҙер күп урындарҙа шәжәрә байрамдары
ойошторола ,бик күптәребеҙ үҙенең ырыу , ара, ғаилә шәжәрәләрен
асыҡлап, ата-бабаларының кем булыуын танып, ошоғаса белмәгән туған-
тыумасаларын таба. Ләкин байрамдар була ла үтә, ә ете быуын
ҡәрҙәшеңде таныу , бөгөн йәнәшәңдә һәм сит- ят яҡтарҙа йәшәгән
туғандарыңды табыу кеүек йән талабы үтмәҫ, үҙенең әхлаҡи һәм
тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаҫ. Беҙҙең бөгөн үткәрелгән сарабыҙ —
ошоға дәлил.

— Сегодня интерес к изучению родословной необычайно высок, ведь
она дает возможность проследовать историю своих предков. А это
очень интересно!

Интересуйтесь жизнью, историей своего рода, помните свои корни,
потому что сила народа — в его корнях.

— Ваҡыт үтә. Ергә яңынан- яңы быуындар килә. Тормош дауам итә,
итһен! Тик быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Ул минән, һинән, беҙҙән
тора. Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел,тигән
боронғолар, Тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ, үҙегеҙҙең нәҫелегеҙгә генә
хас булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ. Туғандарығыҙға, халҡығыҙға
кәрәкле кешеләр булып йәшәгеҙ.

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Атай һәм әсәй кәрәк!

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Яҡты йылы өй кәрәк!

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Бишек йырҙары кәрәк!

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Мәңге йәшәр тел кәрәк!

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Тыуған- үҫкән ер кәрәк!

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Мәңге имен ил кәрәк!

-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Быуын ныҡлығы кәрәк.

(«Яратығыҙ тыуған илегеҙҙе

Яратығыҙ тыуған ерегеҙҙе…» йыр).

Ххх

Ҡушымта 1

Выступление семьи Бирюзовых.

Кто твои дед и бабушка? Чем они занимались?

В наши дни , когда многие духовные и нравственные ценности
утеряны, эти вопросы повергают молодых и даже некоторых немолодых
людей в легкое замешательство. Увы, сегодня немногие из нас знают
кого- то старше своих бабушек и дедушек .

Сам я воспитываюсь в семье, где чтят память о предках, и хранят
семейные реликвии. Рассматривая семейный альбом, я натолкнулся на
несколько старинных фотографий. На вопрос « кто это?» папа ответил,
что фотографии сделаны в начале 20-го века, и на нем изображены
наши прапрадедушка Никитин Никита Харитонович и его брат Никитин
Пётр Харитонович. Мне захотелось больше узнать о них и о прошлом
своей семьи. При помощи папы и мамы мы по крупицам собирали данные
о наших предках. Прадедушка Бирюзов Яков Михайлович работал в
органах НКВД,а его сын ,мой дедушка Бирюзов Леонид Яковлевич служил
в органах МВД, за отличную службу был награжден именными часами,
вышел в отставку в звании капитана.

Не менее горжусь другим своим дедушкой , Махмутовым Фанисом
Закариевичем, который всю свою жизнь трудился в нефтяной отрасли, и
был награжден за самоотверженный труд правительственным наградами.
Когда держу в руках его орден Ленина, меня переполняет гордость от
того, что принадлежу к семье Махмутовых.

В будущем хочу обратиться к архивным данным для того, чтобы
больше узнать о своих предках. Мой отец создал поисковый отряд на
базе дворца культуры «Юбилейный» с.Кандры.

08.01.2014

праздник родословной «Шэжэрэ байрамы»

Султанова Рушания

учитель начальных классов

Праздник родословной посвящен учащимся начальных классов и их семьям. На праздник приглашаются семьи одного рода. Цель: воспитание любви к своему роду, истории своего народа

Оценить




2273

Содержимое разработки

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫГЫ

Башҡортостан Республикаһы Балтас районы

муниципаль район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге

Туғанлыҡтың

ҡәҙерен белһәң ҡәҙерле булырһың!

Шәжәрә байрамы

Сара үрнәген Тусыбай

мәктәбәнең башланғыс кластар

уҡытыусыһы Солтанова Р.Ф. төҙөнө

2013

Туғанлыҡтың ҡәҙерен белһәң,

ҡәҙерле булырһың!”

ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ

Маҡсат: гөрөф – ғәҙәттәргә, ғаилә традицияларына ҡыҙыҡһыныу

уятыу, быуындар бәйләнеше, исем, фамилиялар килеп

сығышы, әһәмиәте тураһында күҙаллауҙы тирәнәйтеү;

үҙ нәҫелең менән ғорурланыу хистәре, Ватаныбыҙҙың

үткәненә, өлкәндәргә ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: плакаттар, шәжәрә тураһында китаптар

күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың шәжәрәләре.

Байрамда ҡатнашалар: 1 – 9 –сы синыф уҡыусылары, уҡы-

тыусылар, килгән ҡунаҡтар – Солтановтар ғаиләһе.

БАЙРАМДЫҢ БАРЫШЫ:

1. Башланғыс синыф уҡытыусыһы Солтанова Рушания Фәрит

ҡыҙының байрам менән ҡотлауы.

2. Әҙәби – музыкаль композиция “Туғанлыҡтың ҡәҙерен белһәң,

ҡәҙерле булырһың!” Башланғыс синыф уҡыусыларының

сығышы.

3. Уҡыусыларҙың төзөгән шәжәрәләре менән сығышы.

4. Ауыл тарихы менән танышыу.

5. Һүҙҡунаҡтарға.

6. Башланғыс синыф уҡыусыларының концерт номерҙары.

7. Йомғаҡлау һүҙе.

Төйәгем — Урал,

Илем — Башҡортостан,

Ырыуым — ҡыр Танып,

Батырым — Батырша,

Йылғам — Танып,

Тауым — Бейектау,

Иманым — дуҫлыҡ,

Милләтем — башҡорт.

1. Оло байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла

Ата-бабалар мираҫы –

Шәжәрә байрамына.

2. Бер-береңә тоғролоҡҡа

Бөгөн анттар бирегеҙ.

Күршеләрҙе күрегеҙ.

Ҙурлау булһын һүҙегеҙ.

3. Ил хәлдәрен белегеҙ,

Туғандарҙы белегеҙ!

Кипмәһен ырыу ағасым –

Тере һыуҙар һибегеҙ!

4. Ырыу ағасы ҡоромаҫ,

Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

Рәхим итегеҙ, туғандар,

Шәжәрә байрамына!

5. “Атайыңдан алып, ете быуыныңды бел”, — ти халыҡ. Әүәл оло йәштәгеләр “Кем нәҫеле?” — тип һорашыр булғандар. Ете быуын атай-олатаһын әйтеп биргәс кенә уны иҫәпкә алғандар.

Ғорур һүҙ әйт, һораһалар,

Ҡайһы ырыу, ниндәй заттан?

Киләсәккә айыҡ ҡарар

Үҙ тарихын белгән яттан!

6. (Ауыл тарихы тураһында)

Юғары Ҡанһөйәр ауылы тарихы

Юғары Ҡанһөйәр ауылы урынлашҡан урын бынан 300 йылдар элек ҡуйы урманлыҡ булған. Ауылға беренсе килеп ултырыусылар урманды киҫеп үҙҙәренә ҡаралты һалғандыр. Ауылда ағасты төпләп үҙҙәренә сәсеүлек ер әҙерләгәндәр.

Ошо урындан һуғыш менән Хан һәм Ҡабан исемле кешеләр уҙып барышлай, был урынды бик яратҡандар. Хан ошо урында үлеп ҡалған. Шуның өсөн был урынға Хан һөйәр тип исем биргәндәр. Был исем телдән-телгә күсеп Ҡанһөйәр исеме алған. Юғары урында урынлашҡаны өсөн Юғары Ҡанһөйәр тип йөрөтөлә. Һуңға табан халыҡтар Ҡазандан һәм Ҡушманаҡтан күсеп килгәндәр һәм үҙҙәренә ҡаралты һалып йәшәй башлаған-дар. Был урынға беренсе күсеп килеү һәм ауылға нигеҙ һалыу бынан 275 йылдар элек (1733 йылдар) була.

Юғары Ҡанһөйәр ауылы Танып йылғаһының уң яҡ ярынан 4 километр алыҫлыҡта, ҡалҡыулыҡ урында урынлашҡан. Ауылдың тәбиғәте бик матур: тирә-яғын иген баҫыуҙары, бесәнлек һәм урмандар уратып алған. Ауылдың уртаһында кескенә йылға бар. Ул йылға үҙенең башланғысы итеп һыуҙы ауыл уртаһындағы көмештәй саф һыулы шишмәнән ала. Ауылдың төнъяғында, ауылдан ярты километр йыраҡлыҡта Башки йылғаһы аға. Йылға аръяғында япраҡлы һәм ылыҫлы ағастарҙан торған урманлыҡ башлана.

7. Беҙ исемһеҙ түгел ерҙә,

Үткәнде байҡа ғына.

Тарихҡа сәфәр ҡылайыҡ

Шәжәрә байрамында.

Хәтерләүҙән ҡурҡма һин!

Онотмаһын үткәнең!

Бел һин, йыраҡ бабаларың

Нисек донъя көткәнен.

8. “Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржимә иткәндә “нәҫел”, “генеалогия” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Ҙур шәжәрәләр быуындан-быуынға тапшырылып килгән.

Шәжәрә үҙенә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә (географик ата-маһын да күрһәтеп) тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхләҡҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбияте тураһында бай материал туплай. Тамырҙарыңды, ырыуыңдың тамғаларын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙҡылыҡтары һәм өәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы, эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғын бирә.

9. “Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәҫәпте, ата-бабаларыбыҙҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡ-ландырып яҙа барған. Ни эшләп ағас һымаҡ төшөргәндәр икән? Ағас бороңғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған, халыҡтар тормошон да сағылдырған. Тамыры — үткәнебеҙ, кәүҙәһе — бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары — киләсәгебеҙ. Һәр ағас үҙ тамыры аша ғына һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Кешелек донъяһы ла шулай уҡ. Бына ни өсөн халҡыбыҙ шәжәрәне ағас рәүешендә яҙып ҡалдырған”, — икән.

10. Уҡыусыларҙың төҙөгән шәжәрәләре менән сығыштары:

Солтанова А. (3 класс), Ғилмуллина Г. (4 класс), Ғиләжева А. (6 класс), Сәләхов Д. (7 класс), Нуримов И. (8 класс), Исламғалиева И. (9 класс).

Солтанова Айгөлдөң сығышы:

Тыуып – үҫкән, тәпәй баҫҡан, тәүге аҙымдарҙы яһаған изге төйәгем ул — Түбән Ҡанһөйәр. Бында минең ата – бабаларым ғүмер кисергән, ошо ерҙең хужалары булып, шәжәрә ағасын тармаҡ-ландырып, киләсәк быуынына йәшәү биргән. Шуға ла үҙ ырыуы-быҙҙы, ырыу тарихын белеү — беҙҙең бурысыбыҙ.

Шәжәрәңде төҙөү, белеү кешегә ата – бабалары йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойорға, ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғын бирә. Шәжәрәңде белеү — иң изге йолаларҙың береһе. Мин дә, шәжәрәмде белеү өҫтөндә эҙләнеүләр алып барам.

Беҙҙең нәҫелдең башы Хәмәюлдаш исемле кеше булған. Уның ике улы Хәйретдин һәм Фәхретдин йәштән үк эшһөйәр кешеләр бу-лып үҫкәндәр. Фәхретдин бабам аслык йылдарында йәшәгән, мал тотҡан, ер эшкәрткән. Фәхретдин бабамдың улы Шәйхисолтан. Оло кешеләр әйтеүенсә ул бик уңған, эшлекле, аҡыллы кеше булған. Иртүк кеше йоҡонан торғансы, ул бесәндән ҡайткан. Бик ҙур утары булған. Унда ат аҫраған. Иркен, бай тормошта йәшәгән-дәр. Шәйхисолтан олатайымдың ғаиләһе ишле булған. Тик ул иртә 45 йәшендә үк донъя ҡуйған. Фәтхиә, Әхмәтнур, Сәлимә, Мәғәнәүи, Маһира, Сәғитйән, Сөғҙә, Орхәбзә исемле балалары булған. Улар араһында минең ҡартатайым Шәйхисолтанов Хәмитйән дә була. Ҡартатайым 1909 йылғы булған. Ул бик уңған, алтын ҡуллы кеше булған. Уны ауыпдаштары тимерсе, оҫта балтасы, мейес сығарыусы, быйма баҫыусы итеп беләләр.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына һәм 1946 йылда ғына иҫән-имен тыуған ауылына ҡайта. Һуғышҡа алынғансы Гөлсирә ҡарт-әсәйем менән сәстәрен бәйләй. Уларҙың Рәлиф, Маһиян исемле улдары тыуа. Һуғыштан һуң 2 игеҙәк малай Алберт һәм Ҡамил, Әлфирә исемле ҡыҙ бүләк итә Гөлсирә ҡартәсәйем.

Ҡартатайым Маһиян 1940 йылда тыуған. Ул күп йылдар колхозда төрлө эштәрҙә лә, комбайнер булып та эшләй, балта оҫтаһы, оҫта быйма баҫыусы ла. 1974 йылда улар ҡартәсәйем Ҡәҙриә менән өйләнешәләр. Уларҙың улы Мәснәүи, минең атайым, Гөлшат һәм Гөлфинә исемле ҡыҙҙары тыуа. Әлеге көндә беҙҡартәсәйем һәм ҡартатайым менән бер ғаилә булып тыныс тормош көтәбеҙ. Улар беҙҙең кәңәшселәребеҙ, терәгебеҙ. Беҙҙә улар кеүек уңған, эшсән булып үҫәрбеҙ.

(9-сы синыф уҡыусыһы Солтанова Айгөл нәҫел ағасы менән таныштыра)

11. Йондоҙҙар күктә янарлар,

Кешеләр ерҙә балҡый.

Илем, ерем, халҡым, тиеп,

Янырҙар ғүмер баҡый.

12. Кешелектең үҙе шикелле үк,

Боронғонан килгән йолалар.

Шатлыҡтарын байрам итә кеше,

Йолаларҙа оло йәм дә бар.

Йолаларҙа бәхет тантанаһы,

Йән сафлығы, күңел яҡтыһы.

Ғүмер буйы оҙата барһын беҙҙе

Был байрамдың күңел паҡлығы.

13. Ваҡыт үтә. Ергә яңынан-яңы быуындар кидә. Тормош дауам итә. Тик быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Ул минән, һинән, беҙҙән тора.

Ҡәҙерле балалар, тамырларығыҙҙы онотмағыҙ, үҙегеҙҙең нәҫеле-геҙгә генә хас булган күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ. Туғандарыбыҙҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булып йәшәгеҙ.

14.- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Әсәй һәм атай кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Яҡты, йылы өй кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Бишек йырҙары кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Мәңге йәшәр тел кәрәк.

Тыуған-үҫкән ил кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Мәңге имен ил кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Быуын ныҡлығы кәрәк.

15. Беҙ был ерҙә гөлдәр үҫтерәбеҙ,

Ихтирамға лайыҡ халҡыбыҙ.

Еребеҙҙең күпме ғүмере булһа,

Шул ҡәҙәре йәшәү хаҡыбыҙ.

16. “Илен белмәгән – игелекһеҙ, халҡын белмәгән – холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән – нәсәпһеҙ”, — ти халыҡ. Беҙ игелекле лә, холоҡло ла, нәҫел- нәсәпле лә булып йәшәһәк ине.

17. Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда,

Йәшәргә лә әле йәшәргә.

18. Ҡунаҡтар сығышы. Һүҙ Солтанов Маһиян Хәмитйән улына бирелә. Ул уҡыусыларға үҙенең тормош юлы тураһында әйтеп үтте. Уҡыусыларға тырышып уҡырға, ата-әсәләрен тыңларға ҡушты. Уның тормош иптәше Ҡәҙриә апай ҙа уҡыусыларҙы байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен әйтте.

19. Шәжәрә — ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәз,

Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!…

Шәжәрәмдә — сал тарихы бабаларҙың,

Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ

Шәжәрәһе — башҡортомдоң ал ҡанында!

20.Шәжәрә — ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәз,

Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр щәжәрә!…

Шәжәрәмдә — сал тарихы бабаларҙың,

Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ

Шәжәрәһе — башҡортомдоң ал ҡанында!

21. Башланғыс синыф уҡыусыларының концерт номерҙары.

22. Йомғаҡлау һүҙе.

ШӘЖӘРӘ (Ҡәҙим Аралбаев)

Шәжәрә — ул байрам ғына түгел,

Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,

Мең ғаҙаптар аша ҡан тартыуы,

Уттар аша ғүмер киҫеше.

Шәжәрә — ул йәшәү тантанаһы,

Һыулар һауа, тупраҡ, ғәҙиҙ ер,

Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,

Бороңғо ла, йәш тә, хәҙерге.

Шәжәрә — ул моңло “Буранбай”ҙай,

Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай,

Буш тромаған бала бишегендәй,

Арҡа терәр мәғрур Уралдай.

Шәжәрә — ул бөйөк, изге йортоң.

Үға тейеш һин бер ҡайтырға.

Унда һине туғаныңа Ер ҙә,

Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Свидетельство участника экспертной комиссии

«Свидетельство участника экспертной комиссии»

Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!

“Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын”

Беренсе алып барыусы. Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан ауылдарҙың вәкилдәре!

Икенсе алып барыусы. Хөрмәтле ауылдаштар, яҡташтар, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе ҡунаҡсыл тыуған төйәгебеҙҙә “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” байрамында күреүебеҙгә бик шатбыҙ.

Беренсе алып барыусы. Эйе, бөгөн беҙ изге байрамға йыйылдыҡ. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйен эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы үлән сәйҙәрен баллап –тәмләп эсергә яратҡан халҡым.

Икенсе алып барыусы. Боронғо йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын , уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлау, ихтирам

итеү маҡсатында бөгөнгө “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” байрамы ойошторолдо.

Беренсе алып барыусы. Бөгөнгө байрамда “Самауырым ҡайнаны, әҙер,сәй менән һыйлайым хәҙер” ырыуҙар, нәҫелдәр, ғаиләләр, дуҫтар төркөмдәре әҙерләгән самауыр бәйгеһе –төп бәйге ойошторола, улар эшенә йомғаҡ яһағансы , халыҡ өсөн “Башҡортом һылыуҙары, их, һыу алыуҙары” исемле йәш ҡыҙҙар, килендәр һәм ҡәйнәләрҙең көйәнтәләп һыу алып килеү конкурсы , ”Самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы” самауыр артында күңелле мәҙәктәр, самауырға бәйле кем иң күп йомаҡтар белә, “Серле самауыр”зирәктәр, отҡорҙар бәйгеләре, “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” исемле маһирҙар, даланлылар өсөн самауыр, һыу юлы, ҡунаҡсыллыҡ йолаһына бәйле йырҙар, таҡмаҡтар конкурсы ойоштороласаҡ. Рәхим итегеҙ, ауылдаштар, яҡташтар, туғандар!

Икенсе алып барыусы. Ә хәҙер “Самауырым ҡайнаны, әҙер,сәй менән һыйлайым хәҙер” тип хөрмәтле ҡунаҡтар һеҙҙе ырыуҙар, нәҫелдәр, ғаиләләр, дуҫтар төркөмдәре әҙерләгән самауыр бәйгеһе көтә.

Түңәрәк яһап, ҡатнашыусыларҙың тирмәһе урынлаштырылған.

Халыҡ һәм баһа ҡуйыусылар төркөмдәрҙең самауыр ҡайнатып, милли ризыҡтар менән тултырылған һый-табынын баһалай.

1. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу йолаһы

2. Үҙҙәренең нәҫел-ырыуы менән бай йөкмәткеле оригиналь таныштырыу самауырҙың нисәнсе йылғы, кемдән ҡалған ҡомартҡы булыуын бәйән итеүе

3. Милли ризыҡтарҙы бешереү, әҙерләү оҫталығы, өҫтәлдең биҙәлеше

4. һәр төркөмдән бер оҫтабикә самауыр ҡайната. Кемдең самауыры тиҙ ҡайнар икән? (нимәләр һалып ҡайната-реклама)

5. Самауыр ҡайнағансы һәр төркөмдән иң сағыу талант үҙ һөнәрен күрһәтә

6. Үлән сәйҙәренә реклама яһау, йәки рецептарын өйрәтеү маһирлығы, самауырҙы таҙартыу оҫталығын уртаҡлашыу

7. Ҡунаҡтарҙы йырлап һыйлау конкурсы

Баһа ҡуйыусылар йомғаҡ яһағансы, халыҡ өсөн төрлө ярыштар ойошторола.

1. “Башҡортом һылыуҙары, их, һыу алыуҙары” исемле йәш ҡыҙҙар, килендәр һәм ҡәйнәләрҙең көйәнтәләп һыу алып килеү конкурсы.

–Шишмәнән кем сүмесләп биҙрәләргә беренсе һыу тултыра

–Шишмәгә һыу өсөн теләк теләү

–Биҙрәләрҙе сайпылтмай, һыуын түкмәй генә оҫта финишҡа килеп етеү

2.”Самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы” самауыр артында күңелле мәҙәктәр бәйгеһе

3.. Самауырға бәйле кем иң күп йомаҡтар белә, зирәктәр өсөн “Серле самауыр” бәйгеһе.

1. Кескенә ҡыҙ бала, йөрәгемә ут һала.

4. Һарай эсендә һандуғас һайрай.

5. Алтын һарай эсендә аҫыл ҡош һайрай.

6. Алтын бишек, арҡаһы тишек.

8. Еҙ һарайым эсендә еҙнәм аты кешнәй.

9. Һары айғырым һарнап кешнәй,

11.Көлөн сәсеп, ҡарт әбей

4.“Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” исемле самауыр, һыу юлы, ҡунаҡсыллыҡ йолаһына бәйле йырҙар, таҡмаҡтар конкурсы

Алып барыусылар хужаларға, байрамды ойошторосыларға һүҙ бирәләр һәм бәйгегә йомғаҡ яһала.

Беренсе алып барыусы. Ә хәҙер баһа ҡуйыусыларҙы сәхнә түренә саҡырайыҡ.

Ойоштороусылар йәки хужа ҡотлай, төп еңеүсе төркөмдө билдәләй һәм “Еҙ самауыр”, “Ҡомартҡы самауыр”, “Боронғо самауыр”, “Ҡәйнәм самауыры”, ”Заман самауыры”, “Байрам самауыры” номиницияларында еңеүселәрҙе бүләкләй. Еңеүселәр самауырҙары менән сәхнәгә сыға.

Беренсе алып барыусы. Барығыҙҙы ла бөгөнгө матур байрамды биҙәүегеҙ өсөн ҡотлайбыҙ, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эйе, Ирәндек буйын тултырып, ауыл-ауыл ырыуҙаштар ирәйеп йәшәһен, үҙ-ара татыу булһындар, бер-берен танып, бер-беренә таянып, Ирәндек буйын гөрләтеп дан булып йәшәргә яҙһын. Самауырҙар боронғобоҙҙо ла, бөгөнгөбөҙҙө лә, киләсәгебеҙҙе лә маҡтап йырлаһын, янына ҡунаҡсыл милләттәштәрен йыйһын!

Беренсе алып барыусы. “Аш-hыу – тәнгә шифа, дуҫлыҡ-татыулыҡ – йәнгә шифа…” Ғаиләләр ишле булһын, ғаиләләр көслө булһын, Ғаиләләр татыу, теүәл булһын! Самауыр артында татыу ғаилә йыйылып, матур йырҙар йырлаһын, тыуған ерен данлаһын! Хөрмәтле,ҡунаҡтар! Гел шулай самауырҙар йырлап торһон, халҡым моңо тынмаһын!

Самауыр, сынаяҡтар менән дәртле бейеү менән тамамлана.

Ә.Р. АЛДЫРХАНОВА, Сибай гимназия-интернаты уҡытыусыһы,

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Сценарий армянской помолвки
  • Сценарий аулак ой олылар коненэ
  • Сценарий армянского праздника вардавар
  • Сценарий аулак ой на русском языке
  • Сценарий армянского нового года