Сценарий башкирской народной сказки эт узенэ нисек хужа тапкан

 Эт урманда йөрөй. Бүре эткэ осрай. Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай. Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була

                                                                                                             А. Йәғәфәрова

ЭТ НИСЕК ХУЖА ТАПҠАН

(Башҡорт халыҡ әкиәтенән)

Ҡатнашалар:  Э т.            Бүре.          Айыу.          һунарсы.

ШАРШАУ АСЫЛА.

Урман араһында Эт йөрөй, уға күңелһеҙ.

Э т. Урман эсендә яңғыҙым йөрөйөм дә йөрөйөм. Кем менән йәшәргә лә белмәйем. Берәй хужа кәрәк ине, мин уға намыҫлы хеҙмәт итер инем. Яңғыҙ йәшәү ялҡытты. Туҡта, берәйһе осрамаҫмы икән?

Уға ҡаршы Бүре килә.

Э т. Иҫәнме, Бүре?

Бүре. Нимә эшләп йөрөйһөң?

Э т. Бына, үҙемә хужа эҙләйем, мине үҙеңә ал!

Бүре. Дә… (Елкәһен тырнай.) Ярай, мин һинең хужаң булырмын. Әйҙә, бергә киттек.

Китеп баралар, ҡапыл ағас һынған тауыш ишетелә.

Бүре. Әйҙә, ҡасайыҡ, ана, Айыу килә!.. (Ҡасып китә.)

Э т. Их, һин!.. Ҡурҡаҡ икәнһең!.. (Айыу янына килә.) Иҫәнме, Айыу? Мине үҙеңә алһаңсы, мин хужа эҙләйем!

Айыу. Әйҙә, миңә хеҙмәт итерһең. Күптәнән һинең кеүек йәнлек эҙләй инем, бик яҡшы булды. Киттек.

Э т. Бына, исмаһам, хужа!.. Айыу, һин бер кемдән дә ҡурҡмайһыңмы?

Айыу. Мине урман хужаһы, тип йөрөтәләр. Тимәк, тирә-яҡта минән дө көслө хайуан юҡ.

Э т. Булды, ышаныслы хужа таптым.

Китәләр, бер аҙ барғас, Айыу шып туҡтай.

Айыу. Әйҙә, ҡасайыҡ, ана, Арыҫлан килә.

Э т. Ьин дә ҡурҡаҡмы ни, Айыу? Ниңә беҙ Арыҫландан ҡасырға тейешбеҙ?

Айыу. Ул беҙҙе ашаясаҡ.

Э т. Их, ҡурҡаҡ!., һинең менән дә йәшәп булмаҫ, ахыры…

Айыу алпан-толпан атлап китеп бара, Эт Арыҫлан янына килә.

Э т. Иҫәнме, Арыҫлан? һин бөтәһенән дә көслө икәнһең. Миңә хужа була алмаҫһыңмы?

Арыҫлан. Эйе, мин йәнлектәр батшаһы! Минән дә көслө йән эйәһе юҡ тирә-яҡта. Юҡ!..

Эт (шатлана). Хужа таптым, хужа!.. Ул бер кемдән дә ҡурҡмай!

Китәләр, бер аҡланға барып сыгалар, унда кеше йөрөй.

Арыҫлан (аҡырып ебәрә). Ана, кеше килә, беҙҙе үлтерәсәк! Әйҙә, ҡасайыҡ!

Э т. Их, һин, йәнлектәр батшаһы!.. Хужа булһаң да кешенән барыбер ҡурҡа икәнһең!

Арыҫлан урман араһына инеп китә. Эт һунарсы янына килә.

Э т. Мине үҙеңә алсы, зинһар!..

Һунарсы. Әйҙә, миңә хеҙмәт итерһең. Икәүләп һунарға йөрөрбөҙ, күңелле булыр.

Э т. Ә һин Бүре, Айыу, Арыҫландан ҡурҡмайһыңмы? һунарсы. Юҡ, ҡурҡмайым, ниңә уларҙан ҡурҡа, ти? Иптәшкә һин дә булдың, кешегә ғүмер буйы тоғро юлдаш бул!..

Э т. Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була.

Шаршау.

0%

Эт үҙенә нисек хужа тапты?(әкиәт). Ҡадир Даян

From Wikisource

Jump to navigation
Jump to search

Эт үҙенә нисек хужа тапты?

 Борон-борон заманда бер эт йәшәгән. Күп йөрөгән. Күп ауырлыҡтар күргән. Эсе бошһа, олоған, өргән. Уға бик күңелһеҙ булған. Ул үҙенә хужа эҙләргә сығып киткән. Тау-урмандар, ҙур йылғалар аша үткән. Йөрөй торғас, бер ҡара урманға барып ингән. Уға бүре осраған да:
— Ҡайҙа ашығып бараһың? — тип һораған. Эт:
— Үҙемә хужа эҙләйем. Әгәр һин миңә хужа булһаң, мин һиңә тоғро хеҙмәтсе булыр инем, — тигән.
Бүре риза булған. Былар икәүләп алға киткәндәр. Бара торғас, бүре ҡапыл туҡтап ҡалған. Был хәлде күргән эт:
— Хужам, нимәнән ҡурҡтың? Ьинән көслө кем бар? — тип һораған. Бүре, ҡалтыранып:
— Күрмәйһеңме? Ана, айыу тора. Беҙҙе тотһа, харап итер бит, — тигән. Ошо һүҙҙәрҙән һуң эт бүрегә:
— һин айыуҙан да ҡурҡҡас, миңә хужа түгел. Хужа булғас, айыу кеүек көслө булһын, — тигән дә айыу ҡартҡа ҡарай сапҡан.
Айыу хәлдән тайған этте күргәс тә:
— Ҡайҙа ашығып сабаһың? — тигән. Эт, юхаланып ҡына:
— Үҙемә хужа эҙләйем. Мине үҙеңә ал әле, тоғро хеҙмәтсең булырмын, — тигән.
Айыу риза булған һәм уға:
— Әйҙә урман артына, умартаға киттек, — тигән. Шунан улар бергәләп балға киткәндәр. Улар, урман, ялан үткәс, бер көтөүгә тап булғандар. Яланда аттарҙың ярһып кешнәүҙәрен, һыйырҙарҙың мөңрәшеүен, һарыҡ-кәзәләрҙең пыр-пыр эркелешеп ҡасыуҙарын күреп, айыу аптырап ҡалған. Эт, быны күреп:
— Хужам, нимәнән ҡурҡтың? Һинән көслө кем бар? — тип һораған. Айыу, һүҙен бүлә-бүлә:
— Ипләп ҡара! Күрмәйһеңме ни? Ана, арыҫлан. Ҡара, нисек үкерә. Далала арыҫлан бөтәһенә лә хужа. Тотһа, харап итер, — тигән. Эт уға:
— Улай булғас, һин миңә хужа түгел. Хужа булғас, арыҫлан кеүек көслө булһын, — тигән дә арыҫланға ҡаршы сапҡан. Уны күргәс, арыҫлан:
— Ҡайҙа ашығып бараһың? — тип һораған. Эт, арыҫландың ялын ялап ҡына:
— Үҙемә хужа эҙләйем. Ал мине үҙеңә. Тоғро хеҙмәт итермен, — тигән. Арыҫлан шатланып риза булған.
Улар бергәләп һунарға йөрөгәндәр, тамаҡ туйҙырғандар. Бер көн шулай уңышлы һунарҙан һуң ҡайтырға юлға сыҡҡандар. Ҡапыл арыҫлан ҡурҡыуынан туҡтап ҡалған. Эт, ғәжәпләнеп:
— Хужам, нимәнән ҡурҡтың? Донъяла һинән дә көслө кем бар һуң? — тип һораған. Арыҫлан:
— Алдыңа ҡара! Кеше килә бит. Әйҙә, эт дуҫ, китәйек. Харап булырбыҙ, — тигән. Эт уға:
— Улай булғас, һин миңә хужа түгел. Хужа булғас, анау килгән кеше кеүек көслө булһын, — тигән. Арыҫлан этте тыңлап та бөтмәй ҡасып киткән. Ә эт кешегә ҡаршы сапҡан. Кеше, уны күреп:
— Ҡайҙа ашығып сабаһың? — тип һораған. Эт, уның ҡулын ялап:
— Үҙемә хужа эҙләйем. Мине үҙеңә ал. Тоғро хеҙмәтсең булырмын, — тигән. Кеше шатланып риза булған. Уны эт бик яратҡан, уға тоғро хеҙмәт иткән.
Эт һәр ваҡыт:
— Кеше донъяла иң көслө, — тип шатланған. Шунан бирле эт үҙенә хужа эҙләмәй, ти.

1988 йыл


СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Была в сети 17.11.2020 11:02

Гильметдинова Гульнур Ильгамовна

учитель башкирского языка и литературы

54 года

рейтинг607
место60 750

Местоположение

Россия, Республика Башкортостан село Верхние Киги

Эт үҙенә нисек хужа тапты? (Башҡорт халыҡ әкиәте)

28.02.2020 16:55

Нажмите, чтобы узнать подробности

Презентация өсөнсө кластар өсөн тәғәйенләнә. Башҡорт  халыҡ әкиәтен төплө,  аңлы үҙләштереү өсөн ҡулланыла. 

Просмотр содержимого документа

«Эт үҙенә нисек хужа тапты? (Башҡорт халыҡ әкиәте)»

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Минкульт РБ

Республиканский центр народного творчества

  • Реестр ОНКН
  • Культура народов РБ
  • Блог
  • О проекте
  • Контакты

Культура народов Республики Башкортостан

Башкирские сказки (аудиокниги)

Сборник:

Башкирские сказки (аудиокниги)

QR код материала

Qr Code

О проекте

Единый портал башкирской культуры является той площадкой, на которой есть возможность ознакомиться с объектами нематериального культурного наследия Башкортостана. 

подробнее

Обратная связь

Вы можете сообщить нам о материалах, предположительно нарушающих Ваши интеллектуальные права. Для решения данных вопросов, пожалуйста, обратитесь в службу поддержки: contact@bashmusic.net

«Башҡортостан ынйылары» Республика балалар фольклор конкурсы

(«Борон — борон заманда…» башҡорт халыҡ әкиәттәрен, риүәйәттәрен һәм легендаларын сәхнәләштереү фестиваль — конкурсы )

Башҡорт халыҡ әкиәте «Бүре һәм кәзә»

Режиссер һәм сценарий авторы: Стәрлебаш районы Первомайский урта дөйөм белем биреү мәктәбенең I категориялы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, драма түңәрәге етәксеһе Рәжәпова Сөмбөл Фәрүәз ҡыҙы.

2007 йыл.

Хөрмәтле тамашасылар!

Стәрлебаш районы Первомайский урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һеҙгә башҡорт халыҡ әкиәте буйынса яҙылған «Бүре һәм кәзә» пьесаһын тәҡдим итә.

Маҡсатыбыҙ:

көнсығыш — славян халыҡтарында популяр булған әкиәттең башҡортса вариантын күрһәтеү.

Реквизиттар:

1 — се пәрҙә: һике, балаҫ,мендәрҙәр, юрған, бәпес — ҡурсаҡ, ситән ҡойма;

2 — се пәрҙә: ултырғыс, ағастар;

3 — сө пәрҙә: һике, балаҫ,мендәрҙәр, юрған, бәпес — ҡурсаҡ, ситән ҡойма;

4 — се пәрҙә: ултырғыс, ағастар;

5 — се пәрҙә: һике, балаҫ,мендәрҙәр, мейес, асылмалы ишек, кәрзин, биш сынаяҡ, ике биҙрә, сигелгән таҫтамал, алты түмәр.

Костюмдар буйынса режиссер ярҙамсыһы Роза Мирхәйҙәрова.

Музыкаль биҙәлеш:

» Бишек йыры» Т. Миңнуллин һүҙҙәре, Р. Сәхәүетдинова музыкаһы, » Бәрәстәр йыры» Г. Ишҡыуатованың » Бәләкәй генә артист» йыры көйөнә А. Йосопов ( 5 — се синыф) һүҙҙәре; ҡоштар, малдар тауышы, бүре олоуы,бәпес көлөүе фонояҙмалары.

Ролдәрҙе башҡарҙылар:

Әбей, әкиәтсе — Гөлнәзирә Әһлиуллина ( 3 синыф);

Бабай , әкиәтсе— Айнур Йосопов ( 5 синыф);

Кәзә — Роза Мирхәйҙәрова ( 8 синыф);

Бүре — Айнур Ҡасимов ( 6 синыф);

Бәрәстәр: Ҙур бәрәс — Ҡәҙриә Бәхтейәрова,

Бәләкәс — Рита Мирхәйҙәрова,

Бөҙрәкәй — Әлфиә Мөхәмәтйәрова,

Шаян — Радик Ҡадиров,

Һөҙгәк — Айҙар Ғәлин,

Эт — Айнур Ситдиҡов.

1 — се пәрҙә

Төн. Бәпес илай. Әбей бәпесте ҡулына ала.

Әбей: Ә — ә — ә итә, бәпес йоҡоға китә. Әлли бәлли бәү итә.

(Йырлай)

Әлли — бәлли, бәллием,

Йоҡла, балам, йом күҙең.

Тәмләп йоҡла, бәпәйем,

Һаҡта тора әсәйең.

Әлли — бәлли, әлли — бәү

Әлли — бәлли, әлли — бәү.

Урталарына һала, йоҡлап китәләр.

2 — се пәрҙә

Ут бүрегә күсә. Ул түмәрҙә ултыра.

Бүре. У — у — у! Төн буйы олоп сыҡтым. Нисә көн ашаған юҡ. Эх, йәш сағым булһа, былай асығып оломаҫ инем… Көтөүе менән быуып сыға инем.

Былай олоп ҡына эш сыҡмаҫ. Ауылға юл тотайым. Иң ситтәге өйҙә биш кәзә һәм тәмле ат ите менән һыйланып ҡайтайым.(Сығып китә)

Әкиәтсе. » Әбей менән бабай

Ғыр — ғыр йоҡлай.

Яндарында бер бәпес

Һикереп төшөп уйнай.

Арандағы биш кәзә

Мырт — мырт көйшәй.

Һарайҙағы сыбар тай

Сыр — сыр кешнәй.

Соландағы ялбыр көсөк

Ләүек — ләүек өрә.

Биш кәзәнең береһен

Ашарға ине миңә» — тип йырлай — йырлай бүре ауылға яҡынлашҡан.

Бүре керә. Әкрен генә кәртәгә инә башлай. Мал — тыуар уяна. Тауыш башлана.

Әбей . Әстәғәфирулла, нимә булды? ( Баланы күтәрә)

Бабай. Бүре керҙе, ҡороғоро! Үләт ҡырғыры! ( Таяҡ менән бүрене ҡыуып сығара).

3 -сө пәрҙә

Шаршау.Артта кәзә өйөн эшләйҙәр. Алғы планда түмәрендә бүре ултыра.

Бүре. Тамаҡты ялғайым тип башһыҙ ҡала яҙҙым..нишләйем икән, у -у -у ! Ҡан эсеп һыйланыу түгел, итен дә ашап булманы. Бабай ҙа таяҡ тәмләтте. Ҡуян кеүек үлән ашап ҡынайәшәйем микән? (Ашап ҡарай, төкөрә). Тфү! Был үлән менән әйҙә ҡуян менән кәзә туҡланһын. Миңә үлән ашаусының ите лә бата. Туҡта, кәзә тигәндән, тау башында биш балалы кәзә йәшәй ҙә инде, тик элек — электән уның ишеген асып булмай ине.

4 — се пәрҙә

Кәзә уртала таҫтамал сигеп ултыра. Кәзә бәрәстәре йырлай — йырлай бейейҙәр.

Эй бейейем тыпырҙатып,

Иҙәндәре бөгөлә.

Һуғышмағыҙ, һөҙөшмәгеҙ,

Минең бейейһем килә.

Тауҙа беҙҙең өйөбөҙ,

Бигерәк матур көйөбөҙ.

Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ,

Тик тороп сыҙамайбыҙ.

Һөҙөп ебәрәйемме лә,

Башымда мөгөҙ булғас,

Әйтәйемме, кем булырмын?

Кәзә булам ҙур булғас.

Кәзә булып тыуғанғамы

Бөҙрә йөнлө туныбыҙ.

Һөҙөшөргә яратһаҡ та,

Яҡшылыҡта уйыбыҙ.

Кәзә йыр аҙағында тороп эшен ҡуя ла, кәрзинен ала ( эсендә балаларына һөткә 5 һауыт).

Кәзә. Балаҡайҙарым, шаянҡайҙарым! Мин һөт, бал йыйырға тау итәгенә төшәм. Һеҙ ишекте элеп матур ғына ултырығыҙ. Берәүгә лә ишекте асмағыҙ!

Шаян. Ярай, әсәй, бер кемгә лә асмаҫбыҙ.

Һөҙгәк. Тиҙерәк ҡайт әсәй, һинһеҙ беҙгә бик ҡыйын.

Ҙур бәрәс. Әйҙәгеҙ, туғандарым, уйнап алайыҡ: ваҡыт та үтер, күңелле булыр.

Бәләкәс. Йомаҡ ҡойошайыҡ.

Ҙур бәрәс. Юҡ, әбәк — көбәк уйнайыҡ.

Бәләкәс. Әйҙәгеҙ, мин һорайым, һеҙ яуап бирегеҙ.

  • Ҡуян, ҡайҙа бараһың?

  • Әбейҙәргә барамын.

  • Унда ниңә бараһың?

  • Ҡаҙ ботона барамын.

  • Уны ҡайһа ҡуяһың?

  • Ҡулъяулыҡҡа төрәмен.

  • Бысранһа, нишләрһең?

  • Ағиҙелдә йыуырмын.

  • Ағып китһә нишләрһең?

  • Һыуға кереп алырмын.

  • Тота алмаһаң, ни эшләрһең?

  • Үкереп илап ҡалырмын.

Бөҙрәкәй. Мин дә һорайым:

  • Бында май бар ине, ул ҡайҙа?

  • Сысҡан ашаған.

  • Сысҡан ҡайҙа?

  • Бесәй ашаған.

  • Бесәй ҡайҙа?

  • Һалам аҫтында.

  • Һалам ҡайҙа?

  • Үгеҙ ашаған.

  • Үгеҙ ҡайҙа?

  • Тирмән аҫтында.

  • Тирмән ҡайҙа?

  • Утҡа янған.

  • Ут ҡайҙа?

  • Көл булған.

  • Көл ҡайҙа?

  • Күккә осҡан.

Бүре ( ҡалын тауыш менән). Ишекте асығыҙ, һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Ҙур бәрәс. Хәҙер мин бер нәмә һөйләйем, һеҙ һәр һүҙгә «мин дә» тип әйтеп барығыҙ.

Бәрәстәр. Ярай.

Ҙур бәрәс:

— Барҙым урманға. ( Мин дә)

  • Йыйҙым сәтләүек.

  • Һалдым улаҡҡа.

  • Сусҡалар ашап ҡалды.

Бүре ( нәҙек тауыш менән). Ишекте асығыҙ, һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Бүре тағы китә.

Бәләкәс. Уйнап та, бейеп тә алдыҡ. Әсәйҙе һағындым!

Шаян. Илама, Бөҙрәкәй! Мин һиңә әкиәт һөйләйем.

Борон — борон заманда булған ти бер бай. Булған ти уның ике өйө. Береһе ағастан, икенсеһе таштан. Һөйләйемме баштан?

Бәләкәс. Һөйлә. ( Көләләр)

Бүре тағы килә, туҡылдай.

Бүре. Мә — мә! Асығыҙ ишекте, мин ҡайттым!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Бүре. Миңә кәзәнең ҡайтып ишек ҡаҡҡанын ғына күҙәтәһе ҡалды. Ана, кәзә үҙе лә ҡайтып килә. ( Бүре йәшенә)

Кәзә (йырлай)

Балтырғандан бал йыйҙым,

Һөтлөгәндән һөт йыйҙым,

Тауҙан — тауға йөрөнөм мин,

Еләк — емеш тирҙем мин,

Һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты,

Тәмле һөт алып ҡайтты.

Асығыҙ, балаҡайҙарым!

Өйгә керә. Балаларына һөт тарата. Сығып китә.

Ҙур бәрәс. Әйҙәгеҙ, ҡасышлы уйнайыҡ!

Бәрәстәр. Әйҙә. ( Уйнайҙар)

Кәзә йырын йырлап, бүре килеп сыға. Ҙур бәрәс ишекте аса. Бүре бәрәстәрҙе ашап сығып китә, бәләкәйе ҡасып ҡала. Йырлап кәзә ҡайта. Өйгә керә.

Кәзә. Балаҡайҙарым, ҡайҙа ҡасып бөттөгөҙ? Йәшенмәгеҙ инде! Бәрәскәйҙәрем! ( Илап ултыра)

Бәләкәс. ( Мейес артынан килеп сыға) Әсәй, беҙгә бүре килде. Апайҙарымды — ағайҙарымды ашап китте.

Кәзә. Бүре? Ах, дөмөккөрө! Нишләп мине тыңламанығыҙ, ишекте астығыҙ?

Бәләкәс. Ул һин булып йырланы, әсәй! Мин ҡурҡам! Йәшер мине, әсәкәйем!

Кәзә. Балам, иламайыҡ. Беҙгә һинең апайҙарың — ағайҙарың өсөн үс алырға кәрәк.

Балам! Беҙ ишек алдындағы баҙға һыу тултырайыҡ. Өҫтөн ҡаплайыҡ. Ул һине янға тағы ла килер.Һин ишекте асырһың да ситкә һикерерһең .Ул һыуға төшөп батып үлер.

Бәрәс.Юҡ, әсәй,ул мине ашар.Мин ҡурҡам.

Апай — ағайҙарыңды ашаған бүрене хөкөмһөҙ ҡалдырайыҡмы ни?

Бәрәс. Ярай, әсәй.

Кәзә ике биҙрә менән һыу ташый.Бәрәс ишек алдындағы балаҫты асып яба.Кәзә тағы китә.Кәзә көйөнә бүре тағы килә. Бәләкәс ишекте асып ситкә һикерә. Бүре бата башлай. Кәзә өйгә керә.

Бүре. Ай, батам, һыу мине билемә етте. Кәзәм, тояғыңды һуҙ! Һис ҡасан теймәм. Өйө дө әйләнеп үтәсәкмен. Батам. Һыу муйынымдан булды!Балаңа ла, үҙеңә лә хатта нәҫел — нәсәбеңә теймәм! Ҡотҡар, кәзәкәйем!

Кәзә. Ә һин балаларымды ашағанда уларҙы йәлләнеңме һуң, уҫал бүре? Мине ҡан илатҡанда рәхәт инеме? Ә хәҙер үл, бат!

Әкиәтсе. Шулай итеп, кәзәгә ялбара — ялбара бүре батып үлгән, ти. Ә кәзә һәм уның бәрәсе үҙҙәренең өйҙәрендә һаман да бәхетле йәшәп яталар, ти.

Б ө т т ө .

Дәреснең темасы: А. Алиш ”Эт үзенә ничек хуҗа эзләгән”

Максат: 1.Халык авыз иҗатын өйрәнүне дәвам итү, белемнәрне ныгыту,тирәнәйтү.

2.Укучыларның әсәрне аңлап укуларына ирешү, җаваплылык хисе тәрбияләү. әкиятләрнең тәрбияви яклкрын күрсәтү;

3.Сәнгатьле уку күнекмәләрен һәм бәйләнешле сөйләм үстерү, китап укуга омтылыш, китапка мәхәббәт тәрбияләү.

Җиһазлау : Китаплар күргәзмәсе, әсәр буенча эшләнгән рәсемнәр, слайдлар, аудиоязма

Дәреснең барышы

I.Психологик уңай халәт тудыру.

-Укучылар, узган дәресләрдә без сезнең белән халык авыз иҗатын өйрәнә башлаган идек. Әйдәгез, бергәләп искә төшереп үтик әле. Нәрсә соң ул халык авыз иҗаты? Аңа нәрсәләр керә?

(слайд ачыла)(укучылар җавабы)

-*Табышмаклар

*Мәкаль һәм әйтемнәр

*Мәзәкләр

*әкиятләр

Халкыбызның бай рухлы, кешеләрне киләчәккә рухландыручы әкиятләре, киң сулышлы җырлары, тапкыр һәм зирәк мәкальләре, үзенчәлекле табышмаклары, мәзәкләре бар.

Әкиятләрдә дөньяда булмаган вакыйгалар, геройлар, хәлләр турында сөйләнә.

әкиятләр халык авыз иҗатының бер төре. Сез инде әкиятләр белән сабый чактан ук таныш.әкиятләрне сез әти-әниләрегездән, әби-бабаларыгыздан, тәрбияче апаларыгыздан ишетеп тә,ә кечкенәрәк классларда үзегез укып та таныштыгыз.

Әкиятләрдә халыкыбызның тормышка карашы, хыялы, омтылышлары чагыла. Әкият уйландыра, миһербанлы булырга, батырлыкка, матурлыкка чакыра.

Ә хәзер, әйдәгез, бергәләп әкиятләр иленә сәяхәт итеп алыйк.

Слайдка карап әкиятнең исемен һәм 1-2 җөмлә белән генә эчтәлеген әйтеп үтәргә (слайд)

*Без карап киткән әкиятләрнең геройлары кемнәр?

* әкиятләр ничек тәмамланды?

*Бу әкиятләрнең авторлары бармы?

II Яңа теманы аңлату

Без бүген өйрәнәсе әкиятебез дә халык авыз иҗатына керә.(слайд) Ул мингрел халык әкияте «Эт үзенә ничек хуҗа эзләгән». Бу әкиятне татар теленә бөек әкиятче А.Алиш тәрҗемә иткән.   А.Алиш — балалар әдәбиятын үстерү юнәлешендә зур тырышлык куйган, төрле жанрларда эшләгән һәм татар әдәбиятында югалмас эз калдырган әдип. Беренче чиратта, әкиятче ул

III Сүзлек өстендә эш

Әкиятне тыңлаганчы слайдка күз салыйк. Монда сезнең өчен авыр аңлаешлы сүзләр бирелгән(укучылар укый). әкиятне укыган вакытта игътибарлы булыгыз , әгәр тагын да аңлашылмаган сүзләр булса сорарсыз.

— Әкиятне аудиоязмада тыңлау

IV Физкультминут

V Белем һәм күнекмәләрне ныгыту

а) Мин сезгә (слайд) рәсемнәр күрсәтәм, сез әкияттән шушы рәсемгә туры килгән өлешен табып , рольләргә бүлеп укыгыз.

( Укучылар рәсемнәр буенча табып , рольләргә бүлеп укыйлар)

ә) Ә хәзер тактада бирелгән рәсемнәрне әкиятнең эчтәлеге буенча эзлекле тәртиптә тезегез.

( Рәсемнәрне эчтәлеге буенча эзлекле тәртиптә тезәләр)

б) Әкиятнең эчтәлегеннән чыгып алдагы сорауларга җавап бирик

*Эт ни өчен аюны, бүрене, арысланны ташлап китә?

*Ни өчен ул үзенә хуҗа итеп кешене сайлады?

өньяда иң көчлесе кем?

* Җәнлекләр, җир, су, үсемлекләр дөньясы өчен дә кем җаваплы булыр?

VI Дәресне йомгаклау.

Хәзерге көндә дә эт кешеләрнең янәшәсендә. Алар кешеләрнең ярдәмчесе, дусты, сакчысы. Дәресебезне Антуан де Сент-Экзюпериның «Нәни принц» әсәрендәге җөмләсе белән йомгаклыйсы килә.

син үзнең ияләштергән һәркем өчен һәрвакыт җаваплы икәнеңне истән чыгарма…

(Антуан де Сент-Экзюпери)

VII Өй эше. Эт турында әкият яисә хикәя язып килергә.

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Сценарий белорусского фольклорного праздника
  • Сценарий башкирского фольклорного праздника
  • Сценарий белорусского праздника дожинки
  • Сценарий башкирского праздника сабантуй
  • Сценарий белорусского обряда встречи гостей