Сценарий ко дню победы на башкирском языке

Сценарий к мероприятию День Победы. Используются элементы народного творчества - танцы, песни и др.

Еңеү көнөнә сценарий

БЕЙЕҮ – “Еңеү көнө”

Ике алып барыусы сыға

1. Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!

    Ҡосакланы бѳгѳн илемде

    Йѳрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,

    Бар донъяның баҫып киңлеген.

2. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә

    Бер битендә моңһоу ай һаман,

     Бер күҙеңдан шатлыҡ нуры һибелә,

     Бер күҙеңдән һаман йәш тама…

1. Быйыл 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 71 йыл тулды. Тарих –ул  халыҡ  яҙмыштары  төйөнө,  заманалар һағышы.  Яҡтылыҡ  менән ҡараңғылыҡ, аң   менән томанлыҡ,  яҡшы  менән  яман  көрәше.

2.Бөйөк ватан һуғышы — оло тарихи  ваҡиға. Тарихлы  халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.

1.Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш.

Яңы һулыш иҫкән елдәрҙә.

         Ярҙарынын ташҡан йылғалар ҙа

       Керпек ҡаҡҡан сәскә- гөлдәр ҙә.

    2.Яңы һулыш һәр бер күҙәнәктә,

 Яңы һулыш һәр бер күңелдә.

      Шатлыҡ килә.еңеү майы булып,

Нисәнсе ҡат тыуған илемә.

1.Ҡәҙерле ҡунаҡтар,бөйөк ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары!   Һеҙҙе, атайҙар, олатайҙар, ағайҙар — фронтта туранан-тура ҡатнашыусылар…

2. Һеҙҙе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, әбейҙәр — фронтҡа ярҙам итеүселәр…

1. Һеҙҙе бѳгѳнгѳ кѳндѳң бәхетле йәштәре, уҡыусылар!

2. Һеҙҙе еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф , үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә,яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын.

    1.     Тарихтың һәр бите ҡәҙерле. Был элекке хаталарҙы ҡабатламаҫ, хәрби аңлашалмаусанлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кәрәк. Донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын,

    2.   9 май – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да  ҡәҙерлерәк дата юҡ. Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, һуғыш һәм тыл батырҙарына мәдхиә йырлаған 71  еңеү байрамы быйыл да районыбыҙҙа киң билдәләнә. 

1.Бөгөн беҙҙең байрамда ҡунаҡтар:

2 – се өлөш:

Алтын йыуыусылар бейеүе ( «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле )

Священная война көйөнә балалар сыға

Монтаж

   Шайморат 1.    Һуғыш башланды

                Йәшен булып осто был хәбәр:

Дошман беҙгә ҡаршы ут аскан!…

Гитлер бандалары илгә кергән,

                Яна ауыл, яна ҡала… түгелә ҡан.

Данияр 2. Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым

                  Заводтарын, шахта, тау-ерен…

                   Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман

                   Ошо ерҙә табыр ҡәберен.

Риян     3.Беҙҙең һѳйѳү кѳслѳ. Һәр бер кеше

Подвиг яһар, еңеү килтерер.

Беҙҙең нәфрәт утлы. Һәр нәфрәтле

Дошмандарын ҡырыр, кѳйҙѳрѳр.

Арслан4.Намыҫ, азатлык һәм бәхет ѳсѳн

  Ватан саҡыра беҙҙе кѳрәшкә.

                   Ватан ѳсѳн! Тыуған тупраҡ ѳсѳн!

              Алға! Еңеүҙәргә, иптәштәр!

Динислам 5.Илгә фашист ябырылғанда

Мылтыҡ буйы инек бары.

Шинель кейҙек, ҡайыш быуҙыҡ —

«Ахыр заман балалары…»

Фашист ѳңѳн туҙҙырышты

Беҙҙең быуын — ҡаты тоҡом…

 Ансар 6      Партам ҡалды,

Ҡалды китаптарым,

Үкһегәндәй булды мәктәбем,

Ауыҙ итмәгәнгә иңрәп ҡуйҙы

Ҡырҡып алған ҡара икмәгем

Юлдаш 7.Тик ҡалманы намыҫ.

Шуға һалдат

Иле ѳсѳн инер уттарға

Илем алдында ла ғорур башын

Эйә белмәҫ, һалмаҫ яттарға.

Мораҙым 8.Хуш, Башҡортостан — тѳйәгем,

Бәлки, һуңғы күреүем…

Ятып ҡалһа ла һѳйәгем,

Һиңә ҡайтыр һѳйѳүем.

Үҙем ҡалһам ятып ситтә,

Һиңә атҡынам ҡайтыр

Толпарым да ауһа яуҙа,

Ғүмерлек даным ҡайтыр.

.

Тамерлан 9.Дошман ҡаса, ҡанға буяп

Әшәке эҙен,

Европа буйлап атлай

Улдарың һинең,

Ғорурлан, илем!

     Тапап йыртҡыс фашистарҙың

Яуызлыҡ кѳсѳн,

Станлинградты ҡанға тѳрҙѳ

Улдарың һинең,

Ғорурлан, илем!

        Фәнис10.Ҡара диңгеҙ, Дон, Днепр

Һәм Днестрҙың

Азатлығын яулап уҙҙы

Улдарың һинең,

Ғорурлан, илем!

     Карпат тауҙары ҡабатлай

    Батырҙар исемен,

         Легендалар еңеүсе булды

Улдарың һинең,

Ғорурлан, илем!

Мин- башҡорт балаһы йыры

Һунарсы бейеүе

Алып барыусы   1.   Мөхәббәт, һалдат мөхәббәте.

Яҙғы килә, хәбәр итке килә

Минән һуң да йәшәр быуынға.

Беҙ бит һөйә белдек, тик ҡайһыбыҙ

Ҡайтып етә алманы туйына.

Ах, эти тучи— Латыпова Ильнара, Гайсина Нәргизә

Алып барыусы  2. Яуҙарҙа татыным мин мөхәббәтте,

                            Ул тәүгеһе һәм ул бер ине.

                            Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр үптем,

                            Һәм ул тыуған ғәзиз ер ине.

Катюша йыры

Ҡыр ҡаҙҙары-Гайсина Нәргизә

Егет егет буламы-башланғыс кластар

Алып барыусылар

1.Һуғыш, һуғыш… Күпме сабый

Быуылды күҙ йәштаренә

Выҡытһыҙ салдар ѳҫтәлә

Әсәләрҙең сәстәренә.

 Һуғыш… Мәскәүҙән Берлинғаса 2 мең саҡрым…

 Бик әҙ, дѳрѳҫмѳ? Был — әгәр поезд менән барһаң — 2 тәүлек,

самолётта 3 сәғәт тиган һуҙ.

Ә һәр ҡарыш ер ѳсѳн кѳрәшеп имгәкләп барһаң — 4 йыл…

 4 йыл-1418 кѳн!… 34 мең сәғәт!..

 Һәм 27 миллион һәләк булған кеше ғүмере…

2 мең 600 саҡрым араға 27 миллион ҡорбан.

Леночка — Йәһүҙина Лидиә

1. Ҡәҙерле туғандар! Әйҙәгеҙ бер минутҡа тын ҡалайыҡ! Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы…

 Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан,

ауырыуҙарҙан бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандырын хатергә алып тын ҡалайыҡ!

Барыһы ла баҫа. Бер минутлыҡ тынлыҡ, тик сәғәт һуғыуы ғана ишетелә.

 Рәхмәт.

2. 27 миллион ҡорбан.. Ә күпме ҡатындар — ирһеҙ, балалар —

атайһыҙ, ҡыҙҙар — һѳгән йәрһеҙ, әсәләр — улһыҙ ҡалған.

Молитва— Лилия Салимовна

Уҡыусылар һѳйләй.

Әдилә 1.Һеҙ, инәйҙәр ул саҡтарҙа

    Йәп-йәш кенә ҡыҙҙар инегеҙ

    Кѳc етмәҫлек кѳстәрҙе лә

    Күтәрҙе бит сибек иңегеҙ.

Элина2.Их, әсәләр, һуғыш йылдарында

    Теңкәгеҙгә тейҙе ауырлыҡ,

    Заман ауырлығын күтәрергә,

   Яу ҡайғыһан баштан үткәрергә

   Ҡайҙан тылсымлы кѳс таптығыҙ ҙа

   Ҡайҙан алдығыҙ сабырлыҡ.

Фәридә3.Был-был һайрауҙарын тыңлар саҡтар

    Һеҙ бит сабаталар үрҙегеҙ.

     Сабаталар үреп кейҙегеҙ ҙә

    Алабута баҫҡан яландарҙа

    Һайыр егеп Һабан һѳрҙѳгѳҙ!

1.Еңеүгә үҙ ѳлѳштәрен индергән тыл эшсәндәре: ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар! Ир-егеттәр һуғыш яландарында, ә хеҙ ауыл, ҡалаларҙа еңеү яуланығыҙ. Һеҙ күргән ауырлыҡтар, хәсрәт-ҡайғыларҙы һѳйләп, аңлатып бирерлек кенә түгел.

2.  Тылда һыцыр егеп ер һѳрѳүсе, балаларын астан үлтермәҫ ѳсѳн, баҫыуҙа серек бәрәнге, башаҡ эҙләүсе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, ололар менән бер рәттән һабан һѳргән, иген үҫтергән, урман ҡырҡып бүрәнә ағыҙған малайҙар, ҡыҙҙар, хәҙер инде олоғайып барған инәйҙәр, бабайҙар алдында баш эйәбеҙ.

1. Һалдат һуғыш яланында һеҙҙе онотманы, киреһенсә, өҙөлөп хаттар көттө, һәм хат килеп төшөү менән, ҡыуанып, шунда уҡ яуап яҙырға ултырҙы. Һеҙҙең һөйөүегеҙ көс арттырҙы һалдат йәнендә.

Землянкала- Султанов Арслан

1.  Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан артыҡ улын һәм ҡыҙын юғалтты. СССР территорияһында 1710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырылды.

2.Башҡортостандан барлығы 730 мең кеше һуғышҡа алына. Шуларҙың 370 меңе яу яланында ятып ҡала.

1.   277 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бѳтәһе 2456 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була. Шуларҙың 38-е — Башҡортостандан.

2.  Тылда хеҙмәт иткән 161 мең кеше «1941-1945 йылдарҙағы Бѳйѳк Ватан һуғышында курһәткән хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән бүләкләнә.

1. Дан, мәңгелек дан!

Һуғыш тураһында йырҙарҙан поппури – малайҙар вокал ансамбле

Уҡыусылар:

Шайморат  Тѳҙәлә инде, тѳҙәлә

        Ил тәнендәге яра,

       Еңеүселәр һаны ғына

        Йылдан йыл кәмей бара

  1. Еңеү кѳнѳнә арнап

           Шиғырҙар ҙа ятлайым,

           Ветеран олатайымды

          Байрам менән ҡотлайым.

  1. Олатайҙар күкрәгендә

           Миҙалдары сыңлайҙыр.

           Илгә именлек яулаған

           Батырҙарҙы данлайҙар

  1. Батырҙарын ҡала-ауыл халҡы

            Һәр йыл һайын иҫкә алалар,

           Онотмаҫтар һеҙҙемәңге-мәңге

           Быуын-быуын килгән балалар,

           Тыныс ҡына торһон донъялар.

  1. Беҙ еңеүгә уттар аша килдек,

            Арыҫландар кеүек һуғышып

            Бына шуның ѳсѳн, шуның ѳсѳн

            Беҙгә бик-бик ҡиммәт ты-ныс-лыҡ!

 Алина, Фәридә,Илсиә Ильгизовна — Ҡурай бейеүе

Азамат бейеүе Йәйғор бейеү ансамбле

День Победы йыры

Егет. Ҡәҙерле Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар!

Ҡыҙ. Хѳрмәтле тыл ветерандары!

Егет. Бѳтә йѳрәктән һеҙҙе һоҡланғыс байрам — Бѳйѳк Еңеүҙең 71

йыллығы менә ҡотлайбыҙ. Баһалап бѳткѳһѳҙ батырлығығыҙ ѳсѳн Һеҙгә

ҙур рәхмәт!

Ҡыҙ. Еңеүҙең 71-се яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып килһен.

Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ1

.

Бѳтәһе бергә:

Атай булһын, әсәй булһын,

Тыныс булһын һәр саҡ Ер шары!

                               Программа

Вступ. Часть

Военный танец

Выступления гостей

Концерт:

1.Золотари

2.Монтаж- мин- башҡорт балаһы— малайҙар

3.Һунарсы-Ильдар

4.Ах эти тучи— Нәргизә, Ильнара

5.Катюша

6.Ҡыр ҡаҙҙары-Нәргизә

7.Егет, егет буламы— башланғыс кл.

8.Леночка-Лидиә

9.Молитва-Лилиә С.

10.Әдилә, Элина, Фәридә- шиғырҙар

11.Землянка— Арслан

12.Поппури-малайҙар- шиғырҙар

13.Алина, Фәридә,Илсиә И.- Азамат

14.День Победы

 Сценарий «Еңеү көнө»

Маҡсат:

1.Уҡыусыларҙа Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ветерендарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.

2. Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡбыҙҙың еңеү өсөн индергән

өлөшөн, һуғыш һәм хеҙмәт батырлығын күрһәтеү, рухи ҡиммәттәрҙең мөһимлеген

аңлатыу

Сәхнә темаға ярашлы биҙәлгән. Һуғыш алды йылдарында популяр булған йырҙарҙан

попурри яңғырай.

Музыка аҫтында алып барыусылар сыға.

1-се алып барыусы. 

Ҡәҙерле ҡунаҡтар, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм

уҡыусылар! Һеҙҙе Еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.

2-се алып барыусы .

Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын. Һеҙҙең өсөн , хөрмәтле ҡунаҡтар, 9 класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль кисәне ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

1-се алып барыусы .  

Памяти павших, памяти вечно молодых солдат и офицеров, оставшихся на фронтах Великой Отечественной войны, посвящается. Славным ветеранам Великой Отечественной войны, победившим, подарившим миру жизнь и счастье – посвящается!

2-се алып барыусы. 

Тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан быуынға бағышлана. Кемдәргә бөгөн 17 йәш, уларға.

Кемдәр һуғыштың нимә икәнен белмәй, уларға бағышлана. Аңлаһындар өсөн…

Онотмаһындар өсөн…

1-се алып барыусы. 

Мы расскажем сегодня о наших ровесниках, которым в 1941 году исполнилось семнадцать. О тех, кто из-за школьной парты бесстрашно и гордо шагнул в зарево войны, в грохот канонады.

2-се алып барыусы.

Шул көндәрҙе иҫкә алып үтәйек. Тарих биттәренә күҙ һалайыҡ.

1-се алып барыусы.

Прошло 77 лет, как закончилась Великая Отечественная война, но эхо её до сих пор не затихает в людских душах, потому что у времени есть своя память – история.

Так давайте же перелистаем несколько страниц той далёкой войны и вспомним, как всё это было…

2-се алып барыусы.

22 июня…Этот день вечно будет отбрасывать нашу память к 1941 году…

Июнь …клонился к вечеру закат.

И белой ночи разливалось море.

И раздавался звонкий смех ребят,

Не знающих, не ведающих горя.  

1-се  алып барыусы.  

 Соцализм идеялары сәскә атҡан осор ине.

2-се алып барыусы.  

 Илебеҙҙә күңелле йырҙар, байрамдар мәле ине.

Беҙҙең көндәребеҙ яҡты һәм тыныс ине.

1-се алып барыусы.      

      Тарих… 22 июнь 1941 йыл. Таң атып килә. Ауылдар, ҡалалар йоҡоға талған. Тәмле тѳштәр күреп балалар йоҡлай.

2-се алып барыусы.  

 Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре бара ине.

Рио-рита” музыкаһы аҫтында лицей уҡыусылары “Сығарылыш кисәһе” күренешен күрһәтә.

1-се ҡыҙ:

Эх, ниндәй иртә! Ниндәй таң! Бер ҡасан да ошо төн бөтмәһен ине. Беҙҙең сығарылыш кисәһе мәңгелек булһын ине.

1-се егет:

Бөтә нимәнең дә аҙағы була һәм был насар түгел, сөнки беҙҙе алда ысын оло тормош юлдары көтә.

2-се егет:

Бына бала саҡта үтте. Һау бул, мәктәп, һау булығыҙ, уҡытыусылар, класташтар!

Беҙҙе алда ниҙәр көтә икән? Билдәһеҙлек…

2-се ҡыҙ:

Ни өсөн билдәһеҙлек? Һин капитан буласаҡһың, ә мин башланғыс класстар уҡытыусыһы.

3-сө ҡыҙ:

Егеттәр, ҡыҙҙар! Мин күҙ алдына килтерәм: биш йылдан беҙ бөтәбеҙҙә юғары белемле буласаҡбыҙ, институт тамамлаясаҡбыҙ. Бәлки кемдәрҙер кейәүгә сығыр.

3-сө егет:

Бәлки, өйләнер. Юҡ, былар барыһы ла һуңынан. Мин геолог булам, тайгаға китәм. Романтика!

4-се ҡыҙ:

Ә мин химия буйынса булған өслө арҡаһында ни эшләргә лә белмәйем.

4-се егет:

Айһылыу, күңелеңде төшөрмә. Бер өс алғандан ғына тормош бөтмәй.

1-се егет:

Егеттәр, ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ фотоға төшәйек әле иҫтәлеккә.

(Барыһы ла “ Әйҙәгеҙ” тип фотоға төшөргә теҙеләләр)

2-се егет:

Иғтибар!Тарихи ваҡыт, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, 1941 йылдың 22 июнь таңы . .

1-се егет:

Беҙ йәшбеҙ , бәхетлебеҙ.

2-се ҡыҙ:

Беҙ хыялланабыҙ…

3-сө ҡыҙ:

Беҙ биш йылдан врачтар, уҡытыусылар,геологтар булырға хыялланабыҙ …

2-се ҡыҙ:

Минең хыялым уҡытыусы булыу.

3-сө егет:

Күңел асып, бейеп алайыҡ, әле дуҫтар!

Вальс бейейҙәр

Ҡапыл һуғыш темаһына музыка уйнап ебәрә,  СВЯЩЕННАЯ ВОЙНА” ,1 куплет. Диктор Ю.Левитан һуғыш башланыуы тураһында иғлан итә.

Сәхнәлә ҡыҙҙар егеттәргә баштарына пилотка кейҙерәләр, фронтҡа оҙатып

ҡалалар.

1-се алып барыусы.  

  1941 йылдың 22 июнь көнө салт аяҙ ине. Көтмәгәндә радиолар аша шомло хәбәр таралды: илебеҙгә бөгөн немец фашистары баҫып инде…

2-се алып барыусы.  

 Йәшен булып осто был хәбәр,

Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан.

Гитлер бандалары илгә кергән.

Яна ауыл, ҡала…Түгелә ҡан.

1-се алып барыусы.  

 Сәскәле болондарҙа бесән сабып йөрөгән ағайҙар өйҙәренә ашыҡты.

2-се алып барыусы.  

 Бөтә ил дәррәү аяҡ үрә баҫты. Ошо көндән алып  Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 

1-се алып барыусы. 

Һуғыш! Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла. Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы телеп үткәндәй.

2-се алып барыусы. 

Ранним, солнечным утром в июне,

В час, когда пробуждалась страна.

Прозвучало впервые для юных

Это страшное слово «война».

Шамиғолов Фирғәт“Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” шиғырын уҡый

1-се алып барыусы. 

Чтоб дойти до тебя, сорок пятый,

Сквозь лишения, боль и беду,

Уходили из детства ребята

В сорок первом, далёком году.

2-се алып барыусы. 

Һуғыш!

Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы.

Ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек.

1-се алып барыусы. 

Беҙҙең ҡораллы көстәребеҙ сафында күп милләтле илебеҙҙә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың да улдары һәм ҡыҙҙары ҡыйыу һуғышты.

2-се алып барыусы.   

 Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур батырлыҡ күрһәткән яугирҙаргә илебеҙҙең иң юғары хәрби наградаһы – Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелгән. Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шулар араһынан 277 яугир Советтар Союзы Герой исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәйевкә был исем ике тапҡыр бирелә.

1-се алып барыусы. За подвиги, совершённые в годы Великой Отечественной войны, высокого звания Героя Советского Союза удостоено 11 тысяч 657 человек , в том числе дважды — 108. В числе Героев Советского Союза, участников Великой Отечественной войны — 90 женщин.

2-се алып барыусы.  Дәүләт Оборона Комитеты рөхсәте менән 1941 йылдың декабрь айында Башҡортостанда 2 милли башҡорт атлы дивизияһы төҙөлдө. 112-се дивизияның командиры итеп полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнде.

1-се алып барыусы.  

 Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы.Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы: бик һирәк була торған ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.

9а класы уҡыусылары башҡарыуында “Шайморатов генерал”йыры

2-се алып барыусы.  Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп башҡорт яҙыусылары фронтҡа китә.

1-се алып барыусы.     Һуғыш бик күп талантлы яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ғүмерен өҙә.Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Мәлих Харис һәм башҡалар батырҙарса һәләк була.

2-се алып барыусы.

 Һуғыш яландарынан – еңеүсе исемен күтәреп ҡайтҡан яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ: Мостай Кәрим , Назар Нәжми, Шәриф Биҡҡол һәм башҡалар . 

В исполнении девушек прозвучит песня “Катюша

1-се алып барыусы.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең республика 5 меңдән ашыу автомобиль, 750 трактор, 71 мең ат, 13 мең арба һәм аҙыҡ-түлек оҙатты.  Белорет металлургия комбинаты танк һәм артиллерия заводтары өсөн ҡорос, нефть эшкәртеү заводтары хәрби машиналар өсөн яғыулыҡ сығара башланы.

2-се алып барыусы.  

 Белоретта, Өфөлә авиация бомбалары, мина һәм снарядтар, реактив миномет (катюшалар) корпустары яһалды.

1-се алып барыусы.  

Арба, сана, саңғы, поход кухнялары, кейемдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Башҡортостан колхоздары һәм совхоздары дәүләткә 160 млн. бот  иген, 980 мең центнер ит продукттары тапшырҙы.

 2-се алып барыусы.  

Республика 1944 йылдың аҙағына тиклем 600 мең яугир ебәрҙе.  

Яғымлы музыка дауам итә.

1-се алып барыусы.  

Ауыр, фажиғале ине йылдар,

Һай, дәһшәтле ине ул заман.

Ҡорал тотоп, көрәш юлына сыҡты

Үҙ иленән уҙаман.

2-се алып барыусы.  

Ил улдарын тоғро көтөп алған тылдағы хеҙмәтсәндәргә лә, бөйөк әсәләргә  лә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

1-се алып барыусы.   

Борондан йырланған йырҙар бар

Егетен яуҙарға оҙатҡан,

Һылыуҙар хаҡында ул йырҙар.

Ирҙәрен яуҙарға оҙатҡан,

Ҡатындар хаҡында ул йырҙар.

2-се алып барыусы.  

Мең йылдар йырланған йырҙар бар,

Ҡайғынан таш һынға әйләнгән

Әсәләр хаҡында ул йырҙар.

Таш һынға әйләнмәй

Тормошто гел алға әйҙәгән

Әсәләр хаҡында ул йырҙар.

1-се алып барыусы.    Һеҙҙең иғтибарға Рафиков Рәмзил һәм Фәнзил башҡарыуында йыр“Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”

2-се алып барыусы.  

Тотош ил буйынса 27 миллион ҡорбан, 1710 ҡала ,70меңдән артыҡ ауыл яндырыла. Беҙҙең Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу яугир ҡатнашып,шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала.

1-се алып барыусы.   

Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,

Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,

Ауылымдан киткән ир- егеттәр

Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа

Ауылымдан киткән ир-егеттәр,

Юғалдығыҙ ҡайһы яҡтарҙа

Юғалдығыҙ, ләкин өлгөрҙөгөҙ

Илебеҙҙе уттан һаҡларға.

2-се алып барыусы.  

Һуғыш бөтөп, ергә еңеү килде,

Күп һалдаттар кире ҡайтманы.

Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар

Окоптарҙан яҙған хаттары.

Ә хәҙер Казакулова Рәсилә башҡарыуында йыр “ АХ ЭТИ ТУЧИ В ГОЛУБОМ”

1-се алып барыусы.   

Бөйөк Еңеү! Һин бит беҙҙең өсөн

Яҙғы гөлдәй йәшһең, күркәмһең.

Ләйсән төҫлө сафһың.

Ә бит үҙең

Тамуҡ яфалары күргәнһең.

2-се алып барыусы.

День победы — это праздник общий.
Девятое мая — красный день календаря.
С нами гости дорогие,
Мы от души поздравить Вас хотим.

1-се алып барыусы .

Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә — моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама.

2-се алып барыусы.

Немало песен и стихов посвящено победе.
Действительно великий праздник.
Для нас и для всей страны.
Мы от души поздравим ветеранов,
Спасибо Вам за подвиг Ваш огромный,
Что совершили для страны.

1-се алып барыусы.   

9 май — Еңеү көнө…Бөгөнгө йәш быуын өсөн ул – Хәтер көнө. Нисек кенә атаһаҡ та, был көн һуғыш менән бәйләнгән.

2-се алып барыусы.

Ҡәҙерле туғандар!Әйҙәгеҙ, бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Һуғышта ятып ҡалған олатай-бабайҙарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың исемдәрен әйтеп, уларҙың рухтарына тыныслыҡ теләйек.

1-се алып барыусы.   

Тын ҡалайыҡ…тылда һыйыр егеп ер һөрөүсе,балаларын астан үлтермәҫ өсөн,баҫыуҙа серек бәрәңге, башаҡ эҙләүсе,бар ауырлыҡтарға үс итеп,атай-әсәйҙәребеҙҙе үҫтереүсе өләсәйҙәребеҙ алдында баш эйәйек.

2-се алып барыусы.

Многие, кто погиб сражаясь в Великой Отечественной Войне до сих пор числятся пропавшими без вести. Война не щадила никого: ни мужчин, ни женщин, ни детей. До сих пор не подсчитано точное количество людей, которые погибли во время Великой Отечественной войны.Но благодаря труду каждого человека победа осталась за нами. Давайте почтим память погибших героев минутой молчания, а затем вознесём цветы к памятнику. Мы не забудем Вас, Герои!

БЕР МИНУТ ТЫНЛЫҠ (МЕТРОНОМ).

( Уҡыусылар һәйкәлгә сәскәләр алып сығалар)

1-се алып барыусы.

Ҡәһәрле һуғыш 1418 көн һәм төн дауам иткән.Күпме әсәләр — улһыҙ,балалар — атайһыҙ, ҡыҙҙар — һөйгән йәрһеҙ,ҡатындар — ирһеҙ ҡалған.Яуҙа ятып ҡалған һалдаттар һәйкәлдәр булып әйләнеп ҡайтты көткәндәр янына.

2-се алып барыусы.

Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,

Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,

Ауылымдан киткән ир- егеттәр

Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа.

1-се алып барыусы.

Килегеҙ һәйкәлдәр янына,

Сәсәкәләр килтерегеҙ.

Яуҙа үлгән һалдатты

Иҫтәргә төшөрөгөҙ.

Ҡарағыҙ ҙа уйланығыҙ

Мәңгелек ут янында:

Илен яҡлап үлгәндәр

Йәшәй мәрмәр ташында.

Һуғыш йылдан – йыл йырағая бара, ә ветерандарҙың, һуғышта ҡатнашыусыларҙың сафтары һирәгәйә.

2-се алып барыусы.

1945 йылдың Еңеү көнөндә 18- 20 йәштә булған ир- егеттәр, бөгөн 93-95 йәш. Әйҙәгеҙ, уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ, беҙ был тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән Һеҙгә бурыслыбыҙ, хөрмәтле ветерандар!

Еңеү! Ниндәй матур хәбәр!

Көрәш тә юҡ, тынды һуғыш та.

Күп батырҙар яуҙа ятып ҡалды,

Илен яҡлап һуңғы һулышта.

Миҙалдары сыңлай күкрәктәрҙә,

Шундай туған, шундай яҡындар.

Рәхмәт һеҙгә, батыр ил улдары,

Еңеү алып ҡайтҡан өсөн,

Яу эсенән, утлы ялҡындан.

Аликбаева Алина “Бөйөк Еңеү” исемле үҙенең шиғырын уҡый.

  1-се алып барыусы.   

Тыуған тѳйәгебеҙҙе нурлап яҙ килде. Ҡоштар оя ҡора, бала сығара.  Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә кѳләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был кѳндѳ беҙгә ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш

 9 Май кѳнөндә Совет иленең  еңеүе менән  тамамланды. Илебеҙгә 75-се тапҡыр яңы һулыш, яңы кѳс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә.

                Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү «Бөрйән ҡыҙҙары»

2-се алып брыусы.  

 Беҙ хѳрмәтле ветерандарыбыҙға доньяға йәм биреп  йәшәүҙәре ѳсѳн рәхмәт әйтергә, уларҙың алдында баш эйергә тейешбеҙ. Бѳгѳнгѳ сараны Советтар Союзы Геройы маршал Г.К. Жуковтың һүҙҙәре менән тамамлағы килә.

Ҡәҙерле уҡыусылар! «Һеҙҙең менән бергә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләр йәшәй. Уларҙы  байрамдарҙа ғына түгел, кѳндәлек тормошта ла ихтирам итегеҙ. Һуғыш ветераны һеҙҙән ярҙам һорамаҫ – автобуста, урамда, ғаиләлә үҙегеҙ иғтибарлы булығыҙ. Бының менән 1941-1945 йылдарҙа улар һеҙҙең ѳсѳн эшләгәндең бик бәләкәй ѳлѳшѳн генә ҡайтарырһығыҙ»

Тагирова Лилиә һәм Саттарова Диана башҡарыуында йыр“О той весне” .

1-се алып барыусы.   

Сейчас я предлагаю исполнить всем вместе самую известную и красивую песню о Дне Победы с одноимённым названием. (Ведущие тоже поют)

День Победы, как он был от нас далек
Как в костре потухшем таял уголек.
Были версты, обгорелые, в пыли
Этот день мы приближали как могли.

Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!

Дни и ночи у мартеновских печей
Не смыкала наша Родина очей
Дни и ночи битву трудную вели
Этот день мы приближали как могли

Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!

Здравствуй, мама, возвратились мы не все
Босиком бы пробежаться по росе
Пол-Европы прошагали, пол-Земли
Этот день мы приближали как могли
Этот день Победы
Порохом пропах
Это праздник
С сединою на висках
Это радость
Со слезами на глазах
День Победы, День Победы, День Победы!

2-се алып брыусы.    

Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,

Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!

Хужалары илдең үҙебеҙ,

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!!!

Кисәбеҙ тамам, һау булығыҙ!!!

Еңеү көнө – бөйөк байрам

Под песню «День Победы», муз. Д.Тухманова, дети торжественным маршем заходят в зал.

Алып барыусы: Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн бөйөк байрамды – Еңеү көнөн билдәләргә йыйылдыҡ. Йыл һайын 9 май фашистарҙы еңеп, 4 йыл буйына дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған көн тип билдәләнә. Һәр ғаиләлә уңалмаҫ яра, эҙ ҡалдырған был һуғыш. Һуғыш татамланыуға бик күп йылдар ңтте, кешелек донъяһы имен тормошта матур йәшәүен дауам итә.

Мин һине, илем, Мәңге йәшә һин,

Бирмәм һис кемгә. Тыуған илгенәм.

Һинһеҙ тормош юҡ, Балҡы һин, ҡояш,

Йәшәү юҡ беҙгә. Яҡтыр көнгөнәм

Земли нет прекрасней,

Дороже с рожденья,

Тебя воспеваю я,

Родина – мать!

Несут ту любовь сквозь века поколенья,

Ее никогда никому не отнять!

Выходят бабушка, внук и внучка. Садятся. Рядом стоит сундук. Все сценки и рассказы сопровождаются показами слайдов.

Ейән: Миңә әле 6 ғына йәш. Әйтегеҙ әле, ниндәй көн ул 9 май?

Өләсәй: 4 йыл буйы барған һуғыш 73 йыл элек Еңеү менән тамамланды.

Ейәнсәр: Мин дә был һуғыш тураһында әҙерәк беләм. Был һуғышта минең ҡартатайым да башын һалған.

Өләсәй: Эйе, барыһы ла имен-һау әйләнеп ҡайтырға теләгәйне лә шул. Ләкин ҡәһәрле һуғыш бер кемде лә аяманы.

Ейән: Ҡәҙерле өләсәйем, һөйлә әле беҙгә шул турала. Мин бит фотолар, кинолар аша ғына беләм был һуғыш тураһында.

Өләсәй: Кешелек хәтерендә 1941 йылдың 22 июне һәм 1945 йылдың 9 майы мәңгелеккә уйылып ҡалған. 1418 көн һәм төн бара был һуғыш.. Был һуғыш миллионлап кешенең ғүмерен алып китә.

Звучит «Марш» С.Чернецкого. Девочки машут платочками, мальчики, построившись в колонну, идут вдоль стен зала, делая перестроения. По окончании мелодии строятся в три колонны, на экране демонстрируется фото сражений. Бабушка, внук и внучка сидят на месте.

1-се һалдат:

Бөгөнгөләй хәтеремдә,

Күтәрелдек атакаға,

Тыуған илде һаҡларға.

2-се һалдат:

Өҫкә яуҙы пулялар,

Ынтылдыҡ беҙ гел алға.

Өлгөрҙөк беҙ һаҡларға

Сталинградты һәм Курскты.

3-сө һалдат:

Беҙ Ватаныбыҙ хаҡына

Эйелдек һәм бөгөлдөк.

Ләкин һынманыҡ,

Илебеҙҙе һаҡланыҡ.

Өләсәй: Беҙҙең илебеҙҙә һуғыш шауҡымы теймәгән бер генә ер ҙә юҡтыр. Тыуған илебеҙҙе 4 йыл буйына фронтта һәм тылда һаҡланылар.

Алып барыусы: Балалар, бәлки һеҙ ҙә үҙегеҙҙең олатайҙарығыҙ тураһында һөйләрһегеҙ. (1-2 баланан һөйләтеү)

Алып барыусы: Рәхмәт, балалар. Ә хәҙер бер минут тынлыҡ менән яу яланында ятып ҡалғандарҙы иҫкә алайыҡ. (1 мин. тынлыҡ)

Ейәнсәр: Байрам булғас, әйҙәгеҙ өйҙә йыйыштырып алайыҡ. Бына ошо һандыҡтан башлайыҡ.

Өләсәй: Балалар, был һандыҡҡа тейергә ярамай. Был һандыҡта һуғыш йылдары, минең йәшлегем тураһында иҫтәлектәр һаҡлана. (Һандыҡтан шлем ала.) Был минең ағайымдың фронтҡа киткәндә кейгән шлемы. Ул ошо шлем менән бөтә һуғышты үтә. Ә уның һуғышта кем булғанын белер өсөн йомаҡ сисегеҙ.

Гөбөргәйел шыуыша, тимерҙәндер кейеме, ҡурҡыу белмәй. (танк)

А.б. Беҙҙең балалар “Өс танкист” йырын да беләләр. Әйҙәгеҙ бергәләп йырлайыҡ.

Йыр “Три танкиста”

А.б. Һуғыш – балалар эше түгел. Әммә ләкин аяуһыҙ һуғыш йылдарында, өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа илебеҙ һағына баҫҡан. Улар фронт өсөн йылы кейемдәр әҙерләгәндәр, партизанлыҡҡа киткәндәр. Еңеү өсөн уларҙың күбеһе яу яланында ҡалған. Күпме балалар ғаиләһеҙ ҡалған. Ғаиләһеҙ балаларҙы һалдаттар үҙҙәре янына алғандар, һәм улар полк ҡыҙы йә улы булып киткәндәр.

Бейеү “А закаты алые”

Ейәнсәр: Ә был ниндәй сумка?

Өләсәй: Был сумка түгел, ә офицер планшеткаһы. Әйҙәгеҙ унда нимә булғанын ҡарайыҡ. Был карта. Унда ғәскәрҙәр хәрәкәтен билдәләгәндәр. Бындай карталар летчиктарҙа, разведчиктарҙа, пограничниктарҙа булған. Ә беҙ карталар менән дөрөҫ эшләй беләбеҙме икән?

Игра «Собери карту» (дети собирают карту по образцу)

Өләсәй: Ә был сумка менән минең дуҫ ҡыҙым бөтөн һуғышты үткән. Ул һуғышта шәфҡәт туташы булған. Улар һалдаттарҙы ҡотҡарған. Йәш кенә ҡыҙҙар һуғыш яланынан һалдаттарҙы алып сыҡҡан. Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ, һеҙ бинт менән бәйләй беләһегеҙме икән?

Игра «Перевяжи раненого» Игра на скорость и качество выполнения задания. Усложнить игру можно, предложив на старте детям конверт с картинкой – изображение части тела, которую нужно перевязать.

Өләсәй: Бик күп ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттар менән бер рәттән һуғыштың башынан аҙағынаса үтә. Улар хөрмәтенә “Катюша” тип аталған атыу ҡоралы беҙҙең ғәскәрҙәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Ошо һуғыш барған мәлдә “Катюша” тигән йыр ҙа сығаралар.

А.б. Әйҙәгеҙ, беҙ ул йырҙы тыңлап үтәйек. (ТЫҢЛАУ)

А.б. Һуғыш барған ваҡытта ла, нисек кенә ауыр булмаһын, һалдаттар бер-береһенең күңелен асырға тырышып, йырлап-бейергә лә көс тапҡандар.

Өләсәй: Ә былары инде минең өсөн иң ҡәҙерлеһе – фронттан килгән хаттар. Был хаттарҙы минең атайым әсәйемә яҙған. “Һаумы, Зөһрәм! Һиңә алыҫ фронт елдәре аша сәләмәмде ебәрәм. Балаларға күп сәләм. Сәлимә ҡыҙымды, Урал улымды минең өсөн ҡыҫып ҡосаҡла. Бер минутҡа ғына булһа ла янығыҙға ҡайтҡым килә. Фронтта әлегә тыныс. Ебәргән посылка өсөн ҙур рәхмәт. Ҙур яуға әҙерләнәбеҙ. Һеҙҙең янығыҙға имен-һау ҡайтырға тыпышырмын, ҡәҙерлеләрем! Һеҙҙе яратам. Яуап хаты көтөп ҡалам. 10 июнь, 1943 йыл.” Ә ҡартатайым 1943 йылдың 16 июлендә һәләк була…

Ейән: Минең өләсәйем һуғышта ҡатнашмаған, ләкин тылда хеҙмәт иткән. Улар фронтҡа бик ҙур ярҙам күрһәткән.

Ейәнсәр: Өләсәй, һиңә ҙур рәхмәт! Һин бик ҡиммәтле, иҫтәлекле ҡомартҡылар һаҡлағанһың.

Бала:

Олатайҙар күкрәгендә

Миҙалдары сыңлайҙар.

Илгә именлек яулаған

Батырҙарҙы данлайҙар.

Йыр “Олатайым миҙалдары”

А.б. 1945 йылдың майы беҙҙең илгә генә түгел, Польша, Болгария, Венгрия, Чехия, Словакия, Югославия һәм башҡа Европа илдәренә еңеү алып килгән. Был илдәрҙә лә совет ғәскәрҙәренә һәйкәлдәр, обелискылар ҡуйылған.

Бала:

Килегеҙ һәйкәлдәр янына,
Сәсәкәләр килтерегеҙ.
Яуҙа үлгән һалдатты
Иҫтәргә төшөрөгөҙ.
Ҡарағыҙ ҙа уйланығыҙ
Мәңгелек ут янында:
Илен яҡлап үлгәндәр
Йәшәй мәрмәр ташында.

Бала:

Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,
Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!
Хужалары илдең үҙебеҙ,
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!!

9 Май­ Е5е9 к2н2н1 6арата сценарий
Я88ар 9теп й1мле й1й81р килде,
Тыу7ан я7ым к9мелде с1ск1г1.
41-не5 й1йен халы6 6аршылай
*ур 2м2тт1р ба7ып кил1с1кк1.
А6 болоттар 2й2р2н тирб1теп
Йылы елд1р та7ы и4тел1р.
:ояш нуры мен1н би81лешк1н
К9б1л1кт1р осоп 9ттел1р.
К9кр1к киреп г2лд1р тажын елпей,
К9реге8, к9р бе88е тиг1нд1й.
Тойолалар улар с1л1м юллап,
Бер-бере3ен1 башын эйг1нд1й.
Шул ирт1л1 бес1н сабыу 2с2н
Ауыл хал6ы сы6ты болон7а.
К9м1кл1шеп, 2м1 я3ап эшл19-
Шундай 7181т борон-борондан.
№ы87аныулы 6улда сал7ы,
Эх, ул й1шел бес1н е4т1ре.
Эшк1 д1рт 31м 6ул7а д1рт бир1
Тыу7ан я6ты яратыу хист1ре.

— Бес1нсел1р бейе9е
— Левитан тауышы.
— «Свящённая война» к2й2, презентация
— «Мин фронт6а кит1м, ипт1шт1р» ( М.К1рим)
Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронҡа китәм, иптәштәр.
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙатым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында. Йыуырмын мин фашист ҡаны менән
Илем күкрәгенең яраһын,
Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа
Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.
Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронҡа китәм, иптәштәр.
!с1.
№ау бул, улым, ситк1 ос 3ин,
Б1хет яу3ын юлы5а.
Ауылы5 2с2н тыныс бул 3ин,
!с1йе5 6ала урыны5а.
Ыласындай ос 3ин, улым,
Дошманды 6ыу илен1.
Й1шен ташы булып ос 3ин,
Ос 3ин фашист 24т2н1.
С1л1м хаты5 килг1н 3айын
Байрам к9лд1ген кей1рмен.
Мине5 улым батыр8арса
Бурысын 9т1й тийермен.
Музыка
№у7ыш…Биш кен1 х1рефт1н тор7ан был 39881 м15ге
у5алма4 ер яра3ы, к95ел яра3ы, ватыл7ан-емерелг1н я8мыш,
282лг1н 79мер, яралы м2х1бб1т, й1тимлек.
Й1шен булып осто был х1б1р,
Дошман бе8г1 6аршы ут ас6ан.
Гитлер бандалары илг1 керг1н,
Яна ауыл, 6ала…т9гел1 6ан.
Ир-егетт1р яу7а у9т1рел1,
№а6лап бе88е5 71зиз Ватанды.
Аямайса улар 98 й1нд1рен :ыйраталар яуыз дошманды.
Бер кемг1 л1 бирм14 мине5 хал6ым
Заводтарын, шахта, тау-ерен.
(лемен 3и8еп 6оторон7ан дошман
Ошо ер81 табыр 61берен.
Бе88е5 32й29 к2сл2. №1р бер кеше
Подвиг я3ар, е5е9 килтерер.
Бе88е5 н1фр1т утлы. №1р н1фр1тле
Дошмандарын 6ырыр, к2й82р2р.
Намы4, азатлы6 31м б1хет 2с2н
Ватан са6ыра бе88е к2р1шк1.
-Ватан 2с2н, Тыу7ан тупра6 2с2н
-Ал7а, е5е981рг1, ипт1шт1р.
Шайморатов генерал» к2й2.
№алдат форма3ында 2с у6ыусы егет сы7а
Илг1 фашист ябырыл7анда
Мылты6 буйы инек бары.
Шинель кей8ек, 6айыш быу8ы6-
«Ахыр заман балалары»
Фашист 252н ту88ырышты
Бе88е5 быуын- 6аты то6ом…
Партам 6алды,
:алды китаптарым,
(к3ег1нд1й булды м1кт1бем,
Ауы8 итм1г1нг1 и5р1п 6уй8ы
:ыр6ып ал7ан 6ара икм1гем.
Тик 6алманы намы4. Шу7а 3алдат
Иле 2с2н инер уттар7а.
Илем алдында ла 7орур башын
Эй1 белм14, 3алма4 яттар7а.
Хуш, Баш6ортостан- т2й1гем,
Б1лки, 3у57ы к9ре9ем
Ятып 6ал3а ла 32й1гем,
№и51 6айтыр 32й29ем.
(8ем 6ал3ам ятып ситт1,
№и51 ат6ынам 6айтыр
Толпарым да ау3а яу8а,
?9мерлек даным 6айтыр.
«Батыр8ар йыры»
№у7ыш, 3у7ыш…К9пме сабый
Быуыла к98 й1шт1рен1.
Ва6ыт3ы8 салдар 24т1л1
!с1л1р8е5 с1ст1рен1.
№у7ыш…М1ск1981н Берлин7аса 2600 са6рым
!г1р поезд мен1н бар3а5, 2 т19лек, самолётта 3 с171т тиг1н
398
№1р 6арыш ер 2с2н к2р1шеп, имг1кл1п бар3а5- 4 йыл…
4 йыл
1918 к2н
34000 с171т
№1м 27миллион 31л1к бул7ан кеше 79мере.
27миллион 6орбан… ! к9пме 1с1л1р- ул3ы8, балалар-
атай3ы8, 6ы88ар- 32йг1н й1р3е8, 6атындар- ир3е8 6ал7ан.
:18ерле ту7андар. !й81ге8 бер минут6а тын 6алайы6.
№у7ышта яу яланында ятып 6ал7ан олатай- бабай8арыбы88ы5, атай8арыбы88ы5 исемд1рен 1йтеп,
улар8ы5 рухтарына тыныслы6 тел1йек.
№ыуы6 окоптар8а бар 3аулы7ын ю7алтып, яу яраларынан,
ауырыу8ар8ан б2г2нг2 щатлы6лы к2нд1рг1 килеп ет1 алмай
вафат бул7ан 3у7ыш ветерандарын х1терг1 алып тын
6алайы6. Бер минут6а зин3ар тын 6алайы6.
Бер минут тынлы6.
:а88ар т9гел ине-3алдаттар,
Т9шт1ренд1 сы5лай ми8алдары,
Шинелд1рен т2р2п тот6андар.
-№аумы, ту7ан, ти81р,
-Бе88е, -ти81р,-
Онотманымы 1ле я6таштар?
№е881н бе8г1 бер ни к1р1к т9гел,
Тик шу7а 3е8 6ола6 3алы7ы8.
Онтма7ы8 бе88е. Онот3а7ы8…
:айталмабы8 6а88ар булып та.
Йыр. Оло юлдан яу7а китк1н са6та
Та5 елен1н томан таралды.
Ауыл ситенд1ге к9к нарат6а
Аттар 8а бит боролоп 6араны.
№ауалар8а торна тауыштары,
Ишетел1 6анат 6а7ыштары.
:оштар8а ла кеше я8мыштары
Сит ер81рг1 китеп барыштары.
№у7ыш б2т2п илг1 е5е9 килде,
К9п атай8ар кире 6айтманы.
№анды6 т2пт1ренд1 3ар7ай8ылар
Окоптар8ан я87ан хаттары.
:айтыр тиг1н 2м2т мен1н 6алды
Я6ындары, тыу7ан я6тары.
! бе8г1 тик и4т1лекк1 6алды
«см2й2шл2 атай хаттары.
Ал нур8ар7а т2р2н2п 6ояш байый,
(тк1н юлдар кил1 к95елг1.
Е5е981р8е яулап ал7ан к2нд1р
Онотолма4 79ме-79мерг1. Ю7алтыу8ар алып килде 3у7ыш,
К9пие ир81р 6айтмай 6алдылар.
Шул ир81р8е5 йо6оларын 3а6лап,
А6 6айындар мо53оу шаулай8ар.
№е8, ин1й81р, ул са6тар8а
Й1п-й1ш кен1 6ы88ар инеге8.
К2с етм14лек эшт1р8е л1
К9т1р8е бит сибек и5еге8.
Их, 1с1л1р, 3у7ыш йылдарында
Те5к1ге8г1 тей8е ауырлы6.
Заман ауырлы7ын к9т1рерг1
Яу 6ай7ы3ын баштан 9тк1рерг1
:ай8ан тылсымлы к2с тапты7ы8 8а
:ай8ан алды7ы8 3у5 сабырлы6.
Былбыл 3айрау8арын ты5лар са6та
№е8 бит сабаталар 9р8еге8.
Сабаталар 9реп кей8еге8 81
Алабута ба46ан яландар8а
№ыйыр егеп 3абан 32р82г28.
Е5е9г1 98 2л2шт1рен индерг1н тыл эшс1нд1ре- 6арт-6оро,
6атын-6ы8, балалар. Ир-егетт1р 3у7ыш яландарында, 1 3е8
ауыл, 6алалар8а е5е9 яуланы7ы8. №е8 к9рг1н ауырлы6тар,
х1ср1т- 6ай7ылар8ы 32йл1п, а5латып бирерлек кен1 т9гел.
Тылда 3ыйыр егеп ер 32р29се, балаларын астан 9лтерм14
2с2н, ба4ыу8а серек картуф, баша6 э8л19се 1с1й81р,
2л1с1й81р, ололар мен1н бер р1тт1н 3абан 32рг1н, иген
94терг1н, урман 6ыр6ып б9р1н1 а7ы87ан малай8ар, 6ы88ар,
х18ер инде оло7ай7ан ин1й81р, олатай8ар алдында баш
эй1бе8.
Болондар8ы к9меп май8ы5
Н1фис г2л2н1.
Е5е9 к2н2 бал6ып килде
Тыу7ан илем1. Тик е5е9 98ен1н 98е
Килм1не ерг1.
Уны яулап 6а3армандар
К2р1ште берг1.
Атай-олатай8ар яу8а
Е5е9 яуланы.
Фашистар8ы д2м2кт2р2п
Илен данланы.
Йыр «Олатайым ми8алдары»
Б2й2к Е5е9.№ин бит бе88е5 2с2н
Я87ы г2лд1й й1ш3е5, к9рк1м3е5.
Л1йс1н т24л2 саф3ы5. ! бит 98е5
Таму6 яфалары к9рг1н3е5.
Е5е9. :ояш бал6ый бер бите5д1
Бер бите5д1 – мо53оу ай 3аман.
Бер к98е5д1н шатлы6 нуры 3ибел1,
Бер к98е5д1н 1се й1ш тама.
Бейе9 «Катюша»
Батыр8арын 6ала-ауыл хал6ы
№1р йыл 3айын и4к1 алалар.
Онотма4тар 3е88е м15ге-м15ге
Быуын-быуын килг1н балалар.
Атай бул3ын, 1с1й бул3ын
Тыныс бул3ын 31р са6 Ер шары.
Бе8 е5е9г1 уттар аша килдек,
Ары4ландар ке9ек 3у7ышып.
Бына шуны5 2с2н, шуны5 2с2н
Бе8г1 бик-бик 6имм1т ты-ныс-лы6.
Йыр «№1р ва6ыт бул3ын 6ояш»
Музыка «День Победы»
Х2рм1тле тыл ветерандары.
Х2рм1тле 6уна6тар, ата-1с1л1р, у6ыусылар.
Б2т1 й2р1кт1н 3е88е 3о6лан7ыс байрам- Б2й2к Е5е98е5 72 
йыллы7ы мен1н 6отлайбы8. Е5е98е5 72 –се я8ы 3е8г1 тик я6шы к1йеф 31м шатлы6 алып
кил3ен.Б1хет, именлек 31м о8он 79мер тел1йбе8.

:отлау.

31.03.2015

Сценарий мероприятия «Встреча с ветераном ВОВ» ( на башкирском языке)

Залилова Розалия Ахметовна

Сценарий встречи с ветераном ВОВ

Оценить★★★½

4851

Содержимое разработки

Бөйөк Еңеүгә-70 йыл

Еңеү яҙы килә тыуған илгә”

Әҙерләне:РозалияРафаэль ҡыҙы Заһитова

Аургазы районы,Толбазы башҡорт

гимназияһы тәрбиәсеһе

Толбазы-2015

Маҡсат:Тыуған илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;

һуғыш ветерандарын хөрмәт ,ихтирам итеү;

балаларҙың характерында ыңғай һыҙаттар,илһөйәрлек

тойғолары тәрбиәләү;

Йыһазландырыу:«Бөйөк Еңеүгә-70 йыл», «1941-1945»тигән

яҙыуҙар,Еңеү ордены һүрәте,байрамға арнап

сығарылған гәзиттәр,стендтар ҡуйыла,

сәскәләр,шарҙар менән биҙәлә.

Кисә барышы

1-cе алып барыусы.Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ветерандар,атайҙар, олатайҙар,

ағайҙар- фронтта туранан-тура ҡатнашыусылар…

2-се алып барыусы.Һаумыһығыҙ, апайҙар,әсәйҙәр- өләсәйҙәр бөгөнгө көндөң

бәхетле йәштәре,уҡыусылар !

1-cе алып барыусы .Һеҙҙең барығыҙҙы ла тантаналы байрам –Бөйөк Еңеүҙең

70йыллығы менән ҡотлайбыҙ!

2-се алып барыусы.Илебеҙ күгенең 70-се йыл аяҙ булыуы менән беҙ һеҙгә

бурыслы.Оҙон ғүмер ,тыныс көндәр насип булһын

барығыҙға ла!

1-cе алып барыусы.

Матурлығы өсөн был көндәрҙең

Кемдәр генә ҡорбан булмаған !

Исемдәрен тарих беҙгә үҙе

Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан.

Тыуған ил хаҡына ,тыуған ер хаҡына

Ауылдаштар башын һалдылар.

Беҙҙең ғүмер өсөн улар

Мәңгегә сит илдә ҡалдылар!

2-се алып барыусы.Хөрмәтле ветерандар!Бөгөн беҙ һеҙҙең батырлыҡҡа тағы

ла бер тапҡыр һоҡланыр өсөн ,һеҙгә дан һәм мәҙхиә

йырлар өсөн ,һеҙҙең түҙемлегегеҙ ,сабырлығығыҙ

алдында баш эйәбеҙ.

1-cе алып барыусы.Бөгөн яуҙа ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә

дошманды тар-мар итеп иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан

хөрмәтле ветерандарға ,тылда ас-яланғас килеш ҡар

һыуҙарын йырған ,ел-бурандар аҫтында барлыҡ

сәләмәтлектәрен ,ғүмерҙәрен биргән ҡатын-ҡыҙҙар һәм

шул осор үҫмерҙәре алдында хөрмәт менән баш

эйәбеҙ.Бөгөнгө сығышыбыҙ һеҙгә бағышлана ,ҡәҙерле

яҡташтар!

2-се алып барыусы.Хөрмәтле ветерандар!Был еңеү ҙур ҡорбандар аша

яуланды һәм бына 70 йыл инде илебеҙ халҡы тыныс

тормошта йәшәй.4йыл дауам иткән һуғышта халҡыбыҙ

күрһәткән батырлыҡтар һәм кисергән ҙур ғазаптар70йыл

буйына ла ,100йылдан һуң да оноторлоҡ

түгел.Ҡаһармандар даны мәңгелек!Халыҡ күңелендә лә

улар мәңге һаҡланыр!

1-се бала. Еңеү Һағындырған данлы еңеү!

Ҡосаҡланы бөгөн илемде

Йөрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,

Бар доңъяның баҫып киңлеген.

(Ф.Бикбаев)

2-себала. Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә

Бер битендә моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә ,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама…

(М.Кәрим)

1-се бала.1941йылдың22июне …Был көн совет кешеләре өсөн ҙур ҡайғы

алып килде.

Йәшен булып осто был хәбәр :

Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан!..

Гитлер бандалары илгә кергән,

Яна ауыл,ҡала …түгелә ҡан.

Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым

Заводтарын,шахта ,тау-ерен…

Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман

Ошо ерҙә табыр ҡәберен.

(Х.Кәрим)

(Фонограмма.Һуғыш башланыуы хәбәр ителә.)

(“Изге һуғыш” (В.Лебедев-Кумач һүҙҙәре,А.В. Александров көйө) йыры яңғырай.)

1-cе алып барыусы. Һуғыш!!! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге

уңалмаҫ ер яраһы,күңел яраһы,ватылған-емерелгән

яҙмыш,өҙөлгән ғүмер,яралы мөхәббәт,йәтимлек…

2-се алып барыусы. Һуғыш!!!Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән

йөрәктәр ҡыҫыла,меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше

күңелде өтөп алғандай,гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк

өҙгөс ауазы телеп үткәндәй…

(“Һалдаттар “йыры яңғырай (Р.Әхмәтйәнов

һүҙҙәре,Ф.Әхмәҙиев көйө))

1-cе алып барыусы. Ҡыҙыл Армия һалдаттары1418 көн һәм төн бығаса

тарихта тиңе булмаған батырлыҡтар күрһәтте.Яуызлығы

һәм яһиллығы бер ниндәй үлсәүҙәргә һыймаған аяуһыҙ

дошманды тар-мар иткәндә бик күптәрҙең исеме

легендаға әүерелде,улар бөгөн дә киләсәк быуын өсөн

һоҡланғыс өлгө булып йәшәүҙәрен дауам итәләр.

2-се алып барыусы.

Беҙ ҡайтырбыҙ ,тиеп киткән юлдан

Китһәләр ҙә ,улар ҡайтманы.

Улар өсөн бары елдәр генә

Асып-ябып йөрөй ҡапҡаны.

1-cе алып барыусы. “Бер ҡайтмаһаҡ,бер ҡайтырбыҙ әле”,-тип китһәләр ҙә

күпме яҡташтарыбыҙ сит тупраҡта ятып ҡалдылар.Ә

күпме әсәләр- улһыҙ, балалар – атайһыҙ,ҡыҙҙар-һөйгән

йәрһеҙ,ҡатындар-ирһеҙ ҡалдылар.

2-се алып барыусы.Беҙҙең тыуған еребеҙ өсөн башын һалған

батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.Улар беҙҙең

менән,беҙҙең арала.

1-се бала. Илдә иҫән ҡалған батыр улың,

Йәшәй халҡы менән ул бергә.

Тыныс тормош өсөн тырыша ул,

Йырлап иген игә ул ерҙә.

1-cе алып барыусы. Хөрмәтле ҡунаҡтар,ветерандар!

Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ,сабыйҙарыбыҙҙың тыныс

йоҡоһо өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән

яҡташтарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ!

(Бер минут тынлыҡ.)

Барыһы ла аяғүрә баҫа.Бер минутлыҡ тынлыҡ,тик сәғәт

һуғыуы ғына ишетелә.

2-се алып барыусы.Рәхмәт.“Йылдар аша баш эйәбеҙ”йыры

яңғырай.(Ф.Чанышева һүңҙҙәре ,С.Садыҡова көйө.)

1-се бала Һуғыш бөтөп,илгә еңеү килде,

Күп атайҙар кире ҡайтманы.

Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар

Окоптарҙан яҙған хаттары.

2-се бала. Ҡайтыр тигән өмөт менән ҡалды

Яҡындары,тыуған яҡтары.

Ә беҙгә тик иҫтәлеккә ҡалды.

Өсмөйөшлө атай хаттары.

1-cе алып барыусы.

Хаттар…Хаттар…Араларҙың алыҫлығын яҡынайтыусы

улар,төрлө хәбәр-хәтер килтереүсе лә.Ә бит хат образы

ҡанлы һуғыш йылдары менән ныҡ бәйле.Сөнки

фронттағылары менән тылдағыларҙың хәлдәрен бер-

береһенә еткереүсе – шул уҡ өскөл хаттар.Әлеге көнгә

тиклем һаҡланған һалдат хаттарының һәр береһендә

фашизмға,Гитлергә ҡаршы нәфрәт тойғоһо сағыла.

(Һуғыш яланынан яҙылған хат.Хат уҡыу)

2-се алып барыусы.Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта саҡырылған һуғыш һәм хеҙмәт

ветерандары ла ошо Бөйөк Еңеүгә үҙҙәренең тос

өлөштәрен индергән.Бөгөнгө кисәлә беҙҙә ҡунаҡта

Мусағитов Шәриф Һаҙый улы һәм Зайнағутдино Рәшид

Сирәжетдин улы саҡырылды.

1-cе алып барыусы.Хөрмәтле, ҡәҙерле ветерандар!!!Хәҙер һалдат иҫтәлеге

биттәрен асайыҡ.Үҫеп килгән йәш быуынға хәтерегеҙҙә

ҡалған бер нисә ваҡиға тураһында һөйләп үтһәгеҙ.

(Ҡәҙерле ветерандар һүҙ һеҙгә бирелә)

2-се алып барыусы.Рәхмәт.Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ,Бөйөк Ватан һуғышы һәм

хеҙмәт Ветерандары!!!Һеҙҙе Еңеү байрамы менән ысын

йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ,ныҡлы һаулыҡ,үҙегеҙгә һәм

ғаилә ағзаларығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.Еңеүҙең70-се

яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып

килһен.Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.Донъяға

йәм биреп йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!

1-cе алып барыусы.Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм

тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!Һеҙҙең өсөн

хөрмәтле ҡунаҡтар,йыр яңғырай “Еңеү көнө”.

Музыка аҫтында композицияла ҡатнашыусы уҡыусылар

ветерандарға сәскәләр һәм бүләктәр тапшыралар.

Байрам тантанаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелискҡа сәскәләр һалыу менән тамамлана.

Адрес публикации: https://www.prodlenka.org/metodicheskie-razrabotki/120009-scenarij-meroprijatija-vstrecha-s-veteranom-v

Также вас может заинтересовать

  • Урок мужества: «Поклонимся великим тем годам»
  • Литературно – музыкальная композиция, посвященная Великой Победе русского народа в Великой Отечественной войне.
  • Методическая разработка сценария к 70-летию Сталинградской битвы.
  • Сценарий литературно — исторической композиции к 70-летию Сталинградской битвы
  • Сценарий праздника для ветеранов «Этот праздник со слезами на глазах»

Свидетельство участника экспертной комиссии

«Свидетельство участника экспертной комиссии»

Оставляйте комментарии к работам коллег и получите документ
БЕСПЛАТНО!

Асыҡ класс сәғәте.

Абузарова Динара Мухаметгалеевна

</

Тема. Бер кем дә онотолмаған,

бер нәмә лә онотолмаған.

Маҡсат: Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы тураһында

төшөндөрөү, тел , халыҡ,ил тойғоһо
төшөнсәләренең һәр

кемгә изге бурыс булыуын төшөндөрөү, Тыуған ил
яҙмышына битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдары, ил ҡыҙҙары

тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: комьютер презентацияһы, интерактив таҡта,

китаптар күргәҙмәһе, фотолар.

  1. Слайд 1

» Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә

Бер битеңдә моңһоу ай һаман!

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама…

(М.Кәрим)

2. Маҡсатҡа сығыу. Слайд 2

Шиғыр юлдарынан күренеүенсә, беҙ бөгөн класс сәғәтендә нимә
тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә — 70 йыл. Тимәк, бөгөнгө темабыҙ —
«Бөйөк Еңеүгә -70 йыл! » тип атала. Һәм дәрестең эпиграфы итеп ошо
һүҙҙәрҙе тәҡдим итәм » Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай».

3. Маҡсатты хәл итеү.

Һуғыш!..» тигән ҡәһәрле һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр
ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай,
гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп үткәндәй
була. Ғәзиз иле, ата-әсәһе, балалары, бөтә кешелек өсөн йәнен аямай
ут эсенә ташланған яугирҙар күҙ алдынан үтә. Күпме кешенең ғүмерен
ҡыйҙы, күпме сабыйҙы етем ҡалдырҙы, бәхетен селпәрәмә килтерҙе был
һуғыш!.. Быларҙы иҫәпләп тә, барлап та бөтөп булмай…

1941й 22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан
итеп тормайынса беҙҙең илгә һөжүм итә. Ф ашистик Германия менән
Адольф Гитлер идара иткән була. Улар Советтар Союзын баҫып алыр
өсөн «Барбаросс»планы төҙөйҙәр, йәғни беҙҙең илебеҙҙе 2 ай эсендә
баҫып алып илебеҙҙең бөтә байлыҡтарына хужа булып, кешеләрҙе ҡол
итергә йә үлтереп бөтөргә теләй ул.

Тыуған илде һаҡлау , яҡлау өсөн бөтә халыҡ күтәрелә. Фронтҡа
йәштәр ҙә, ололар ҙа китә. Көн һайын эшелондар фронтҡа кешеләр —
һалдаттар алып китә , ә ул ваҡытта һуғыштың 4 йылға һуҙылырын бер
кем дә белмәгән әле. Бөтә ерҙә «Священная война» тигән йыр
йырлатылған. Ул йыр радионан да ишетелгән, урамдарҙа йөрөгән,
һуғышҡа киткән кешеләр ҙә шул йырҙы йырлаған. Әйҙәгеҙ, шул йырҙы
тыңлап ҡарайыҡ.

Йыр. » Священная война»

Балаларҙың сығышы:

Арина

  1. Фашистар иң тәүҙә ил сигенә һөжүм итә. Брест крепосын
    фашистар айҙан ашыу утҡа тоталар. Дошман шул тиклем көслө, шул
    тиклем күп була, әммә герой- пограничниктар һуңғы патронғаса,
    гранатағаса , хәлдәре бөткәнгә тиклем ҡаршы һуғышалар. Ошо
    ваҡиға ғына совет кешеләренең ниндәй патриоттар икәне, көслө
    рухлы икәнен күрһәтеп тора.

Азалия

  1. Һуғыштың тәүге айҙары. Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙең Армия
    сигенергә мәжбүр була. Сөнки беҙҙең илебеҙ һуғышҡа әҙер булмай.
    Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙекеләр 3500 самолет, 6000 танкы,
    20000 миномет, күп һалдаттарын юғалта.

Дим

  1. Мәскәү эргәһендә һуғыш. Гитлер «Мәскәүҙе алһам — совет
    халҡын еңәм!» тигән. Мәскәүҙе баҫып алыу планын гитлеровсылар »
    Тайфун» тип исемләгән. Әммә , ҡыуанысҡа ҡаршы, Гитлерҙың был
    планы тормошҡа ашмай.

Рәмил

  1. Ленинград блокадаһы. 1941 йылдың 8 сентябрендә немецтар
    Ленинградты блокадаға ала. Был блокада 900 көн һәм төн дауам
    итә. Бындай иң ҡурҡыныс, иң ҡот осҡос блокада бөтә донъяла бер
    ваҡытта ла булғаны юҡ.

Нургиз

  1. Смоленск эргәһендәге һуғыш — ҡурҡыныс алыштарҙың береһе. И ң
    яҡшы 4 дивизияға «Гвардейские» исеме бирелә.

Аделия

  1. Сталинград алышы.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы иң ҡаты, иң аяуһыҙ алыш ул. Бер
туҡтауһыҙ янғын, өҙлөкһөҙ пушка, орудиеларҙың тауышы аҫтында һәр
бер өй, йорт, һәр бер метр өсөн совет һалдаттары 200 көн буйына
һуғыша. Һәм — беҙҙекеләр- Совет һалдаттары еңә!

Эльвина

  1. Курск һуғышы. Курск һуғышы — 50 көн дауам иткән. Ҡаты һуғыш
    ерҙә лә, һауа ла барған. 12 июлдә Прохоровка эргәһендә 2 — се
    донъя һуғышының иң билдәле танкылар алышы була. Был һуғышта ла
    совет танкистары еңә.

Фидалия

  1. Тылда. Еңеү өсөн көрәш фронтта ғына түгел, тылда ла барған.

Меңләгән кеше заводтарҙа,колхоз баҫыуҙарында, цехтарҙа көнө —
төнө эшләгән. Был ауыр эштәр балалар, ҡатын- ҡыҙҙар, әбей- бабайҙар
елкәһенә төшә. » Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтәһе еңеү өсөн!» тигән
лозунг аҫтында эшләгәндәр улар. Балалар өлкәндәрҙең нормаһына
еткереп эшләргә тырышҡандар. Тылдағы кешеләр асыҡһа-асыҡҡан,
кейенмәһә кейенмәгән, әммә бөтә нәмәне фронтҡа оҙатҡан.

Айтуған

  1. Берлин өсөн һуғыш. Совет һалдаттары алдында иң төп бурыс
    фашистик Германияның баш ҡалаһын Берлинды алыу торған.

Фашистар ҡаршылыҡ күрһәтһәләр ҙә 1945 йылдың 1 майында
рейхстагҡа Еңеү байрағы ҡуйыла. 8 майҙың кисендә фашистик
Германияның еңелеүе тураһында актҡҡа ҡул ҡуйыла. Ә 9 май көнө бөтөн
донъяға Советтар союзының фашистик Германияны еңеүе тураһында хәбәр
ителә!

Запись Левитана » О капитуляции Германии» слайд 3

Эйе, һуғыш ҡот осҡос, емергес, күҙ йәше тинек. О шо һуғышта
һеҙҙең кеүек балалар ҡатнаштымы икән?

Немец илбаҫарҙарына ҡаршы аталары, ағай- апайҙары менән бер
рәткә йәш патриоттар- пионерҙар ҙа баҫа. Г ерой -пионерҙарҙың
ҡылған батырлыҡтары, уларҙың исемдәре бер ваҡытта ла онотолмаһын
ине. ә гәр ҙә бөгөнгө дәрестә беҙ уларҙы иҫләп, исемдәрен әйтеп,
өйрәнеп китмәһәк яҙыҡ булыр ул, балалар.

-Герой кем була ул?

-ниндәй кешеләргә герой тип әйтәләр?

— Советтар Союзы Геройы тигән исемде кемдәргә генә бирәләр икән?

Герой -пионерҙар.

Һуғышҡа тиклем балалар ҡәҙемге малай һәм ҡыҙҙар булған. Мәктәптә
уҡыған, өйҙә ата-әсәһенә ярҙам иткән, уйнағандар, шаярғандар.уларҙы
тик туғандары һәм класташтары ғына белгән. У л алыҫ ваҡыттарҙа
мәктәптәрҙә пионер ойошмалары эшләй ине. Пионерға иң яҡшы уҡыған,
тәртип боҙмаған, ололарға кесесекле, кескәйҙәргә оло була
белгәндәрҙе генә пионерға алалар ине. Пионерҙар муйындарына ҡыҙыл
галстук тағып йөрөй торғайнылар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас
балалар ҙа немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнашырға теләк
белдерәләр, ләкин йәштәре бәләкәй булғас уларҙы армияға алмайҙар.
Шулай ҙа кескәй генә пионерҙар йә партизан отрядттарында, хатта
регуляр армияла ла ҡатнашалар.

Бына шуларҙың береһе Леня Голиков. Слайд4

Лукино тигән ауылда үҫә ул. Ауылды дошмандар баҫып алғас- Леня
партизандар отрядына ҡушыла. Разведкаға йөрөй, файҙалы мәғлүмәттәр
алып килә. Бер ваҡыт ул юлда немец машинаһын күреп ҡала һәм уға
граната ташлай. Машинана немец генералы ҙур портфель менән килеп
сыға ла ҡаса башлай. Леня уның артынан төшә. 1 км тирәһе уның
артынан бер тотам ҡалмай йүгерә ул. Һәм Леня уны юҡ итеп портфелен
партизан отрядына алып килә. Портфелдә бик мөһим документтар булған
була. Хатта был документтарҙы генарал штабына- Мәскәүгә ебәрәләр.
Ләкин күп тә үтмәй фашистар менән бер алышта Леня һәләк була. Һәм
1944 йылдың 2 апрелендә Леня Голиковҡа Советтар Союзы геройы исеме
бирелә.

Зина Портнова. Слайд 5

Зина Зуя каникулда булғанда һуғыш башланып китә. «Юные мстители»
исемле подпольный ойошмаға ҡабул ителә. Улар фашистарға ҡаршы
өндәгән листовкалар тараталар, төрлө диверсиялар эшләйҙәр. Бер
көндә фашистар Зинаны тотоп алалар һәм подпольный ойошманың
етәкселәрен белер өсөн язалай башлайҙар. Зина нәмә лә әйтмәй.
Фашистар унан бер нисек тә әйттерә алмағас Зинаны үлтерәләр. Уның
батырлығын Тыуған иле онотмай- ул үлтерелгәс, Зина Портноваға
Советтар Союзы геройы исеме бирелә.

Марат Казей. Слайд 6

Марат әсәһе менән йәшәгән ауылды ла фашистар баҫып ала. Көҙ
еткәс Марат мәктәпкә 5 класҡа уҡырға бара алмай, мәктәпте фашист
илбаҫарҙары үҙҙәренең өйө итеп алалар. Марат партизандар отрядына
китә. Уны разведчик итеп ҡуялар. Фашистар менән ҡаршы һуғыштарҙа
ҡатнаша. Бер көндө фашистар менән алышта ул һәләк булып ҡала. Бына
нисек була ул. Марат һуңғы патроны бөткәнсе атыша. Ә һуңғы
гранатаһы ҡалғас, немец фашистарын яҡыныраҡ үҙе эргәһенә ебәрә лә
уларҙы ла, үҙен дә шартлата. Ошо батырлығы өсөн Марат Казейға
Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Минск ҡалаһында уға арнап
һәйкәл дә ҡуйылған.

Валя Котик. Слайд 7

Ул йәшәгән ауылға фашистар килгәс, Валя иптәштәре менән
фашистарға ҡаршы көрәшә башлайҙар. Валяны связной һәм разведчик
итеп һайлап ҡуялар. Валя партизандар менән бәйләнеш тә булдыра. 14
йәшлек кенә малай өлкәндәр менән бер рәттә һуғыша. Ул 6 дошман
эшелонын шартлата, Гитлер офицерын да юҡ итә. Ошо батырлыҡтары өсөн
«Ватан һуғышы партизаны» тигән миҙал, шунан орден менән бүләкләнә,
ә фашистар менән тиңһеҙ алышта һәләк булғас , Валя Котикка Советтар
Союзы геройы исеме бирелә.

Ошо Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 100-ләгән пионер «Бөйөк
Ватан һуғышы партизаны» миҙалы, 15 меңе — «За оборону Ленинграда»
миҙалы, 20 мең пионерға » За оборону Москвы» миҙалы менән
бүләкләнә. Ә 4 пионерға- Леня Голиков, Марат Казей, Валя Котик,
Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Ә йҙәгеҙ,
уларҙы хәтерләп, ошо ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙҙар менән малайҙарға арнап
«Песня о пионерах- героях» тигән йырҙы баҫып йырлайыҡ.

«Песня о пионерах- героях». Слайд 8

Музыка А. Пахмутовой, слова С. Гребенникова и Н. Добронравова.

Шумела гроза над землею,

Мужали мальчишки в бою…

Знает народ: пионеры — герои

Навечно остались в строю!

Припев:

Шли они сквозь бурю,

Шли они сквозь ветер,

И ветер песню, песню их сберег:

«У нас один, один лишь путь — к победе!

И нету других дорог!»

Шагают они на параде,

Равняя невидимый ряд,

Правофланговыми в каждом отряде

Ребята — герои стоят!

Припев.

Мы в жизни, мой друг и ровесник,

Дорогой героев пойдем.

Подвиги их мы запомним, как песню,

И сами ее допоем!

Припев.

Был фашистик Германия менән һуғыш һәр өйгә тиерлек ҡағылды. Һәр
ғаиләлә тиерлек кемдер һәләк булған, кемдер хәбәрһеҙ юғалған,
кемдер яраланған, кемдер аяҡ- ҡулһыҙ ҡалған. Беҙҙең илебеҙ был ҡот
осҡос һуғышта 27 млн кешеһен юғалтты. Ә күпме яндырылған ауылдар,
ҡалалар, емереклектәр… Аслыҡ, ялағаслыҡ . Еңеү көнөн бөтә халыҡ
1418 көн көттө. 1418 төн буйы әсәләр — улдарын — ҡыҙҙарын, ирҙәрен
— ағаларын, йәш ҡыҙҙар егеттәрен, ә балалар — атайҙарын өмөтләнеп
көттө.

Шуның өсөн дә Еңеү көнө ҙур шатлыҡ, күҙ йәштәре аша килгән
шатлыҡ, ҡыуаныс. Ысынлап та, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай
Кәрим юҡҡа ғынамы үҙенең шиғырында : слайд 9

» Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә

Бер битеңдә моңһоу ай һаман!

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама… тимәгән.

Һуғыш тамамланыуға быйыл 9 майҙа 70 йыл тула. Күпме ул, әҙме ул?

Әммә бер ваҡытта ла ошо Тыуған ил, өсөн ғүмерен йәлләмәгән, бөтә
йәне-тәне менән Тыуған ере өсөн көрәшкән Совет кешеләрен бер
ваҡытта ла онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ, ошо һуғышта һәләк булғандарҙы һәм
ветерандарҙы хөрмәтләп 1 минутҡа тын ҡалайыҡ.

(бер минут тынлыҡ)

Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә

Арина 1) Һеҙ ҡайҙарҙа ятаһығыҙ икән,

Ниндәй тупраҡ, ниндәй ерҙәрҙә?

Ҡайтабыҙ тип киткәйнегеҙ бит,

Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә.

Айтуған 2) Яу ҡырҙары күптән инде тынды,

Шул ҡырҙарҙа мәңге ҡалдығыҙ.

Һеҙ үлемһеҙ, үлемегеҙ менән

Еңеү булып балҡый данығыҙ.

Нургиз 3) Дан һеҙгә, ил улдары,

Ватан йырлай һеҙгә дан!

Дан һеҙгә, ил ҡыҙҙары,

Хөрмәтләй һеҙҙе Ватан!

Слайд 10

9 май- Бөйөк еңеү көнө. Был байрам һәр берегеҙгә шатлыҡ, ҡыуаныс
менән бер рәттә ғорурланыу тойғоһон да алып килһен. Һәр берегеҙ,
балалар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл ветерандары алдында
баш эйһен ине һәм рәхмәтен белдерһен ине.

Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡыҙыл ҡағыҙ киҫәктәре ята. Ошо ҡағыҙ
киҫәктәренән ут телдәре эшләйек һәм Мәңгелек утты тоҡандырып
ҡуяйыҡ. Мәңгелек ут Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған,
беҙҙең көндәргә тиклем йәшәй алмаған барлыҡ ветерандарға ла
арналһын!

(«День победы» йыры аҫтында плакат, йондоҙ төшөрөлгән, ситтәренә
ялҡын телдәре йәбештереү. )

Еңеүҙең 70 йыллығына арналған класс сәғәтен тамамлап бәләкәй
генә викторина үткәреп алайыҡ. Слайд 11

  1. Бөйөк Ватан һуғышы ҡасан башланған?

  2. Советтар Союзына ниндәй ил баҫып ингән?

  3. Фашистик Германия ниндәй маҡсат менән Советтар Союзын баҫып
    ала?

  4. Иң беренсе фашистар менән кемдәр алышҡа инә?

  5. Мәскәүҙе алыу планын гитлеровсылар нисек атай?

  6. Ленинград блокадаһы нисә көн дауам итә?

  7. Сталинград өсөн күпме ваҡыт һуғышалар?

  8. Тыл фронт нисек ярҙам ярҙам иткән?

  9. Ниндәй көндә рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағы ҡуйыла?

  10. Фашистик Германия капитуляцияға ҡасан ҡул ҡуя?

  11. Бөтәһе нисә пионерға Советтар Союзы геройы исеме бирелә?

  12. Уларҙың исемдәрен әйт.

Хөрмәтле уҡыусылар! Ерҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын. Күк
йөҙөн

ҡара болоттар ҡапламаһын.

Һәр бер әсә ғүмер бүләк
итә

Балаһына оҙаҡ йәшәргә

Һәм балаһын яуға
оҙатҡанда

Бер үк төрлө илай
әсәләр.

Дуҫтар, дуҫтар, һиҙгер
булайыҡсы,

Сыланмаһын әсә керпеге.

Яуҙан улын көтөп
ағармаһын

Әсә сәстәренең бөртөгө.

Уҡыусы. Фидалия слайд 12

Уҡыйыҡ «4»-кә һәм
«5»-кә,

Тормош аҡ бәхеткә
тулһын.

Көнөбөҙ яҡтыраҡ
балҡыһын,

Илемдә бар кеше
шат булһын!

Йомғаҡлау.

Балалар! Һеҙ һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары
менән ғорурланып йәшәгеҙ.

улар Ватан өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәне. Һеҙ ҙә үҙ Ватанығыҙҙы
яратығыҙ, ке

шелекле һәм кеселекле булып үҫегеҙ.

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Сценарий ко дню родословной
  • Сценарий ко дню победы беларусь
  • Сценарий ко дню победы 9 мая
  • Сценарий ко дню пищевика
  • Сценарий ко дню пирога