Шишм? асыу сценарий

Тыуған ауылыбыҙ эргәһендәге шишмәләрҙең тарихы, ауылыбыҙ инәйҙәренең йырлаған таҡмаҡтары сағылыш таба был сценарийҙа.

Шишмә – йәшәү сығанағы.

(Шишмә буйы. Балалар һыу һиптерешеп уйнай. Бер яҡта көйәнтә-биҙрәләр, арыраҡ тырма-көрәктәр күренеп ята)

-Кил әле мынта, кил! Ҡойонторайым әле!

-Ҡурҡа ул, ҡурҡа!

-Минме ҡурҡам?

-Һыу пәрейе итәйем!

-Нинтэй һыу пәрейе,тей. Русалка мин! Һыуһылыу!

-әй, миңә теймәгеҙ әле, инәйем бысранмай ғына йөрө тине…

-һыуҙан кем бысрана инде! Әйҙә, малайлар, таҙартып сығарайыҡ әле, инәһе аптырап торһон! (күмәкләп күтәреп башын “бер, ике, өс!” тип һыуға тығабыҙ тигәндә…

Алып барыусы: (бәләкәс сырылдаҡ малай, свисток м-н ) команда! Мөхәмәҙғәли бабай  килә!

(Шишмәгә табан оло яугирҙың килгәне күренә, балалар һыу һибешеүҙән туҡтай)

Яугир: Арыуғынамы, баллар!

 — Һаумыһығыҙ, Мөхәмәҙғәли бабай!

— Нәмә, ямғыр саҡырып ятағыҙмы?

-Ю-у-уҡ, ямғырҙы ошолай саҡыралармы ней?

(шул арала яугирға урын әҙерләп, уны уратып тыңларға әҙерләнәләр)

Яугир:  Эйе… Бына һуғыштан һуң, 1952 йылда булһа кәрәк, ныҡ ҡоролоҡ булды был яҡтарҙа. Былай ҙа аслыҡтан интеккән халыҡҡа ныҡ ауырға тура килде. Шунан ауылдың һәр урам халҡы – бына әле һеҙ уйнаған Оҙонуй шишмәһендә оҙоной халҡы, Инйәр буйында ла, Һилеғорғо , Йөйәк йылғаһы буйында Аҡтау халҡы – барыһы һөйләшеп йыйылып, һыу сәсрәтеште.Үҙҙәре теләк теләй:

  — Ямғырым, яу, яу!…

Беҙ булайыҡ һау-һау!

Яу килмәһен иң элек!

Илдә булһын именлек!.(балалар  күмәкләп ҡушылып әйтәләр)

Яугир: мына әлеге һеҙҙең кеүек эй һибешәләр, кем үсегеп өйөнә ҡайта, шуны һөйрәтеп алып сығалар ҙа һыу менән ҡойонторалар..

 — Шунан, ағай, яуҙымы һуң ямғыр?

Яугир: яуҙы! Ике-өс көн үттеме-юҡмы, биҙрәләп ҡойҙо! Шунда ышандым мин теләктең ҡөҙрәтенә… .  Һай-ай, изгелекле кешеләр бар икән был донъяла! Ҡайһылай матур итеп тәрбиәләп ҡуйғандар!   Йыл һайын киләм мин ошо урынға. Байтаҡ ваҡыт юғалып та торҙо бит был шишмә.

Ҡыҙ: Уны, бабай, Гүзәл апай Ситдыҡова эшләтеп ҡуйҙы былтыр. Ул йәш сағында ошонда һыуға йөрөргә яратҡан булған. Оҙонуй шишмәһенә арнап шиғыр ҙа яҙған ул.

Айзилә: Ә мин уның йырын да беләм!

Яугир: йәле, йырлап ебәр әле ҡыҙым!

Айзилә бер куплетын йырлай. Бабайҙың күҙҙәрендә йәштәр.

Ҡыҙ: Олатай, ни булды?  Берәй ярҙам кәрәкме әллә?

Яугир: Юҡ, рәхмәт, балалар! Мине һуғышта ошо шишмә һыуы ҡотҡарҙы бит!

-нисек? Шишмә һыуын алып йөрөнөңмө?

Яугир: Эйе, балалар, йөрәгемдә, хәтеремдә алып йөрөнөм. Бер ваҡыт ҡаты яраланып, иҫ юғалтҡаным.  Күпме ятҡанымдыр, сарсап, һыу эске килә башланы. Ҡулымды һуҙғандай итәм. Еүеш ергә тейҙем. Ошо еүешлек тағы һаташтыра башланы.  Төшөмә ошо шишмә инде.  Рәхәтләнеп һыу эсәм икән тим.  Төштәге шул рәхәтлек ҡапыл көс бирҙе. Тороп ултырҙым. Теге еүеш урын – эргәмдә яраланып ятҡан һалдаттарҙың ҡаны булған.  Береһенең фляжкаһында һыу булған икән. Үле һалдаттың рухы миңә һыу эсергән, үҙемдең ошо шишмәм булып төшөмә ингән.

Бына, балалар, ошо еребеҙ, һыуыбыҙ тип күпме ҡан ҡойолдо. Һеҙҙең ҡулда хәҙер ер-һыуыбыҙҙы һаҡлау. Тәрбиәләп тотмаһаң, шишмәнең тағы ер аҫтына төшөп китеүе ихтимал.

Ҡыҙ: беҙ   Гүзәл апай шишмәһенең кәртәләрен буяп ҡуйҙыҡ. Гел дә  таҙартып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ. .

Яугир: Һай, афарин , балалар. Әйтәм, көрәк-тырмаларығыҙ ҙа күренә шул. Хәбәргә әүрәп, эшегеҙҙе онотоп киттек мәллә?

 Эйе шул!(бәләкәс малай һикереп тора, свисток м-н): Команда, минең арттан!

(һөйләшеп, эште бүлешеп, көрәк-тырма тотоп, шишмә буйына сәскәләр ултырталар, ҡулдарын йыуып, һыу эсәләр)

-Ҡайһылай тәмле!

Яугир: Шишмә һыуы тәмле шул! Һәр шишмәнең үҙенең тәме була, балалар.  Ошо шишмәне һағынып, ҡайҙа ғына шишмә һыуы эсеп ҡараманым, юҡ, был шишмәгә етмәй.

-ни эшләп икән, олатай?

Яугир:  Тыуған яҡ шишмәһе булғанға. Тыуған яҡтың әреме лә тәмле, ти бит халыҡ.

Бер бала: ә-ә, миңә атайым да һөйләгәйне ул:

Ауылдағы Ғәли тигән  ҡарттың  үлер алдынан Ҡанбикә шишмәһенең һыуын эскеһе килгән. Малайҙарынан шул һыуҙы әпкилеүҙәрен һораған. Малайҙары барам тиһә, шишмәгә бара торған юлды ташҡын быуған икән. Ҡанбикә  һыуы тип, Һилеғорғо шишмәһенең һыуын әпкилгәндәр аталарына. Бабай эсеп ҡарау менән Ҡанбикә  һыуы түгел икәнлеген белгән.

  • Эй ҡыйын булды инде бабайға..
  • Малайларына ла…

Ҡыҙ: Әйҙәгеҙ, ҡайттыҡ. Оҙаҡлап киттек бит. (биҙрәләренә һыу тултырам тигәндә бер егет биҙрәһен  алып ҡаса

)Егет: Эш бөткәс, уйнарға ярай!

 -Ҡыҙ: Бир мынта!

Егет: Бейеһәң  — бирәм.

Ҡыҙ: Ыһы, хәҙер бейергә торам! Бир тим!

Егет: Ботинкаһы әл-лә-лә, ботинкаһы- әл-лә-лә

             Тыпырлатып бейеп килә , эх, үҙебеҙҙең Динә! (биҙрәгә һуғып һамаҡлай)

(бүтәндәр мәрәкә күреп, уларҙы уратып алалар, күмәкләп бейей башлайҙар, малайҙар йүгертеп ҡыҙҙарҙың биҙрәләрен килтереп, тыҡылдатып, ҡумыҙ уйнап бейейҙәр).

Шишмә һыуы, шишмә һыуы,

Шишмә һыуҙары тәмле.

Шишмә һыуҙарын тәмләгәс,

Үҙебеҙ шат күңелле.

                   Әйҙә йырла, әйҙә бейе, йырлап, бейеп күңел ас.

                   Ниңә беҙгә шатланмаҫҡа, тормош күңелле булғас.

Ал да булырбыҙ әле

Гөл дә булырбыҙ әле.

Шишмә бйында тағы ла

Ос(о)рашырбыҙ әле.

  • Ҡыҙ:   Бына уйламағанда бейеп тә алдыҡ. Инде ҡайтайыҡ инде, юғалтҡандарҙыр…

Малай: Ҡыҙҙар һүҙе – закон! (свисток) Егетләр, минең арттан (биҙрәләргә ымлай, малайҙар йүгертә һалып һыу алып киләләр, көйәнтәләренә эләләр)

Яугир: Һай, маладис, егетләр! Шулай ҡыҙҙарға ярҙам итеп тороғоҙ! Беҙ һуғышта саҡта бар ауырлыҡ улар елкәһенә төштө инде. Әле ҡыҙҙарҙың яҡлаусыһы булһағыҙ,киләсәктә ғаилә һаҡсылары, ил һаҡсылары буласаҡһығыҙ! Донъялар ғына имен торһон!

Малай: шулай, олатай! (свисток) Команда! Минең арттан! (ҡуҙғалайым тигәндә): стоп! Стоп! Ҡайҙа киттегеҙ? Һыу алдығыҙ ҙа ҡайтырға булдығыҙмы? Һыуға бағышлап йыр йырлап ҡайтайыҡ!)

Бер ҡыҙ: эй алйытты ошо …командир!

Икенсе ҡыҙ: ниндәй командир? Сын полка! (көлөшәләр)

Малай (свисток) тәүҙә репетиция!  (ҡыҙҙар ризаһыҙ биҙрәләрен кире ултырталар)

“Инйәрем” йырын теҙелешеп йырлайҙар. Бер куплетынан һуң, малай:

-Бына инде ҡайтһаҡ та була…

Яугир: Һыуһағандың теләгәне һыу була, аҙашҡандың эҙләгәне юл була. Аллаға шөкөр, эсер һыуығыҙ,  тыуған йортоғоҙ бар. Ҡәҙерен белеп,  был гүзәл донъяла аҙашмай, үҙ юлығыҙҙы табып  йәшәгеҙ , балалар. Һеҙ ҡайта тороғоҙ, ә мин артығыҙҙан яйлап ҡына ҡуҙғалырмын.

-ярай, олатай! Ипләп кенә ҡайтығыҙ!

(көйәнтәләрен алып, егеттәр эш ҡоралдарын тотоп, йырҙың икенсе куплетын йырлай — йырлай ҡайтып китәләр. Яугир улар менән бергә атлай).

Поделитесь с коллегами:

Шишмә байрамы.

Йыр менән ҡыҙҙар сыға(Тау шишмәһе)

Суйыр ташлы бейек тау аҫтынан

Бөҙрәләнеп көмөш һыу аға

Сылтыр-сылтыр ағып төшә

Көмөш һыулы йылғаға.

Тау шишмәһен күргән һәр бер кеше

Туҡтамайса үтеп китә алмай.

Ташҡа ятып көмөш һыуын

Эсмәйенсә үтә алмай.

Егеттәр сәхнәгә сығалар.

  • Эй,ҡыҙҙар, шишмә буйына беҙҙән алда килеп тә еткәндәр.

  • Эйе, байрамға һуңларбыҙ тип ҡурҡтыҡ.

Һаумыһығыҙ ҡан ҡәрҙәштәр. Ер-әсә күкрәгендә һыйынып үҫкән малайҙар һәм ҡыҙҙар, апайҙар һәм ағайҙар. Беҙ төрки бабаларыҙҙың онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ҡайтарабыҙ тип йыраҡ сәфәргә сыҡтыҡ. Беҙҙең йыраҡ әбей-бабайҙарыбыҙ ҡыйыу, тапҡыр, хеҙмәт һөйөүсән булғандар, матурлыҡҡа, гүзәллеккә омтомғандар. Әҙәпле, итәғәтле булғандар. Әйҙәгеҙ әлебеҙ ҙә улар кеүек гүзәллек донъяһына омтолайыҡ, илаһи матурлыҡты-шишмә байрамыбыҙҙы данлайыҡ.

Шишмәләр иле һин — Тәтешлем

Алыҫҡа китмәгеҙ һыу һорап

Был яҡтан, ерҙәрҙән моң алып

Шишмәләр йәшәйҙәр сылтырап.

Шишмәләр иле һин — Тәтешлем

Зәм-зәм һыу шишмәләр, һаны юҡ

Йырлайҙар — урғыйҙар шишмәләр

Еремдең һыуһаған сағы юҡ.

  • Әйтсе шишмә, был донъяла

Нимә күркәм, нимә яҡшы.

Ауаҙ: — Мин шишмә башы

Тауҙарымдың сағыу ташы

Тыуған йорттоң усаҡ уты.

Һалҡын һыуҙар эскең килһә

Был юлдан үтеү яҡшы.

Берәй уйын.

Сәхнәгә оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп тыуған яғын һағынып ҡайтҡан, әбей һәм бабай сыға.

  • (Әбей) Эй, ҡартҡайым, иҫән-һау булғас, бына тағы ғәзиз еребеҙгә ҡайтып еттек.

  • Һаумы тыуған төйәгем, һаумы тыуған ерем. Тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан, изге ҡаным тамған ер.(Ҡулдары менән ерҙе һыйпай)

  • Һаумы алтын шишмәм. Ҡабул ит һин, сит ерҙәрҙән һине һағынып ҡайтҡан яҡташтарымды. (Шишмә һыуы менән битен йыуа).

  • (Бабай) Ошо көндәрҙе лә күрергә насип булған икән, рәхмәр ер-әсә!

  • Шишмәкәй, һин әле лә саф һыулы, көмөш һыулы икән!

Шул ваҡыт йәштәр уларҙы күреп ҡала.

Егет; -Егеттәр, ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, беҙҙең ауылға ниндәй ҙур ҡунаҡтар ҡайтҡан. Шәрифулла ағай, Сәлимә апай, һеҙ түгелме һуң.(күрешәләр)

Бабай. -Эйе уландар, беҙ, бына тыуған-үҫкән ерҙе һағынып ҡайттыҡ әле. Бигерәк һағындыра бит үҫкән ерҙәр.

Әбей. -Эйе, балалар, рәхмәт инде һеҙгә, ауылыбыҙҙың шишмәләрен ғәҙерләп, яңыртып ҡына тораһығыҙ икән. Шишмәбеҙҙе, ошо һыу буйҙарын һағынып ҡайттыҡ бит уландар.

Егет. -Бик яҡшы иткәнһегеҙ ҡайтып. Һеҙ беҙҙең өсөн бик хөрмәтле ҡунаҡтар. Рәхәтләнеп ял итеп, тыған төйәкте һағыныуҙарығыҙҙы баҫып китегеҙ. Беҙҙә бит бөгөн Шишмә байрамы.

Бабай:- Элек-электән халҡыбыҙ эсәр һыуҙарға, йылғаларға, шишмәләргә дан йырлаған. Төрлө мәҡәл, йомаҡтар уйлап сығарғандар. Ә һеҙ уларҙы беләһегеҙме!

Йәштәр:

  • Беләбеҙ, беләбеҙ.

Бабай: -Ҡыҙҙар менән егеттәр араһында ярыш үткәреп алайыҡ әле!

Йәштәр: -Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Һыуҙы эскәндә… -шишмәһен онотма

Эсәр һыуға… — төкөрмәйҙәр

Һыуҙың ҡәҙере….- шишмә ҡороғас беленә

Һыуһыҙ ерҙә…….- йорт ҡорма.

Егет: — Изге шишмәләргә төкөрһәк беҙ

Һайығыр йән, ҡорор телебеҙ

Беҙҙән һуң да селтерәп, селтерәп ҡалһын

Шишмәләрҙең ҡәҙерен белегеҙ.

Ҡыҙ. -Шәрифулла ағай, Сәлимә апай, һеҙ бик ваҡытлы ҡайтҡанһығыҙ. хәҙер шишмәгә бура һалабыҙ.

Егет. -Эйе, бөгөн байрам — шишмә байрамы.( Шишмәнең яңы бураһын индереп төҙөйҙәр.)

Бабай. — Балалар, оландар, бик изге эш эшләйһеғеҙ, Ер-әсә һеҙҙе онотмаҫ, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, йөрәгегеҙ шишмә һыуылай саф булһын.

Әбей: — Эйе, ҡартҡайым, элек-электән үк ауыл йәштәре ихтирамлы һәм миһырбанлы ине, рәхмәт балалар.

Ҡыҙ: — Әйҙәгеҙ әле күңел асып уйнап-йырлап алайыҡ!

Ҡыҙҙар: — Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Егет: -Йәш килендәр ярышы!

Бабай: -Кем дә кем шишмә һыуын түкмәй- сәсмәй алдан килә, шуға бүләк! (ярыш)

Әбей: -Ә минән көмөш аҡса! (Ҡыҙҙар шишмәнән һыу алып ярыша башлайҙар). Егеттәр ҡыҙҙарҙы ҡеүәтләп торалар.

Бабай: -Үәт исмаһам, ҡыҙҙар! Үҙҙәре етеҙ, үҙҙәре уңған, үҙҙәре матур. Бына һеҙгә беҙҙән бүләк. Бәхетле булығыҙ ҡыҙҙар!

Әбей: -Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары шулай ул! (көмөш аҡса тарата)

Ҡыҙ: -Егеттәр, беҙ ҡунаҡтар алдында үҙебеҙҙе һынатманыҡ. Инде һеҙ һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ!

Егеттәрҙең һөнәр күрһәтеүе- уҡ атыу.

Бабай: — Үәт афарин, ҡайһа һуң минең йәш саҡтар.

Ҡыҙ: -Шишмә байрамы булғас, шишмә тураһында ҡунаҡтар хөрмәтенә берҙе йырлап алайыҡ әле!

Әйҙә иркәм алып барам, шишмәләргә…..

Бабай: -Өҙҙөрәләр генә бит ҡарсыҡ! Шулай ҙа беҙ йәш саҡта ҡыҙҙар былай уҡ матур түгелдәр ине!

Егет: — Беҙҙең ауылда бөгөн туй бара!

Ҡыҙ: — Ауылға йәш килен төштө.

Егет: — Башҡорт халҡыбыҙҙа матур йола ҡалған. Оло килен йәки еңгә йәш киленгә һыу күрһәтә.

Ҡыҙ: — Әнә улар шишмәгә килеп тә етте инде.

Оло килен менән йәш килен сыға.

Әбей: -Төклө аяғың менән килен!

Оло килен: -Бөгөнгө байрамға нур өҫтөнә нур булып ҡунаҡтар ҙа ҡайтҡан икән. Һаумыһығыҙ! Йәш киленгә шишмә юлын күрһәтергә килдек. ( Шишмәнән һыу ала ала һөйләй)

Оло килен: -Килен, мөхәббәтегеҙ шишмә һыуылай саф булһын. Бер-берегеҙҙе яратығыҙ.

Азамат: -Еңгә, еңгә, ә бүләгең ҡайҙа!

Йәш килен: — Рәхмәт изге теләктәрегеҙгә, бүләгемде ҡабул итеп алығыҙ.( бүләкте әбейгә бирә)

Оло килен: — Төшкән ерең таш булһын, эсәр һыуың таталы булһын. Ғүмерҙәрегеҙ бергә- бергә ошо туған еребеҙҙә үтһен.

Әбей: — Йылға- күлдәребеҙҙе, шишмәләребеҙҙе ҡәҙерләп, һаҡлап, балдай татлы һыуынан ауыҙ итеп йәшәгеҙ, балалар!

Оло килен, йәш килен, әбей, бабай сығып китә.

Йәштәр: -Егеттәр, ҡыҙҙар! Әйҙәгеҙ әле бөгөнгө байрамыбыҙҙы биҙәп, йырлап, бейеп алайыҡ әле!

Фазыл шишмәһе.

Сылтырап аҡҡан шишмәгә

Һыуға тип килгән инем;

Тиҙ генә әйләнеп өйгә

Ҡайтырмын тигән инем.

Өҙҙөрөп ниңә ҡараның,

Ник тоттоң силәгемдән.

Һыуҙарым түгел, ялҡыным

Түгелде йөрәгемдән.

Ҡыҙарып янған шәфәҡтән

Күҙҙәрем алалманым.

Тибрәнде телем, әйтергә

Һүҙҙәрем табалманым.

Шишмәгә төшкән һуҡмаҡтың

Ситтәре үлән генә.

Вәғҙәм бар һиңә, белмәһен

Тик күрше-күлән генә.

Суйыр ташлы бейек тау аҫтынан

Бөҙрәләнеп көмөш һыу аға

Сылтыр-сылтыр ағып төшә

Көмөш һыулы йылғаға.

Тау шишмәһен күргән һәр бер кеше

Туҡтамайса үтеп китә алмай.

Ташҡа ятып көмөш һыуын

Эсмәйенсә үтә алмай.

Әйҙә, иркәм, алып барам

Шишмәләргә, һыуҙарға;

Шишмәләрҙән һыу алғанда

Һыу сәсрәтеп уйнарға.

Ай, яный, һыуҙарҙа ла

Һыу сәсрәтеп уйнарға.

Өй эстәренә керәһең,

Гөлдәргә үреләһең;

Гөлгә ҡарайым,һиңә ҡарайым-

Һин матур күренәһең.

Әй, яный, күҙ нурым,

Һин матур күренәһең.

Аттар ектем мин санаһыҙ,

Сығып киттем сараһыҙ;

Күрер күҙгә ҙур ҙа түгел,

Сибәрлеккә самаһыҙ.

Ай, йәнем, күҙ нурым,

Сибәрлеккә самаһыҙ.

Абау, бәғрем, керпегең,

Бирсе миңә бөртөгөн;

Бик йыраҡтарға китәм бит,

Төҫөң итеп йөрөтөрмөн.

Әй, йәнем, керпегең,

Төҫөң итеп йөрөтөрмөн.

Кластан тыш сара «Шишмә йәшәү сығанағы»

-Ҡыҙҙар, бында килегеҙ, бында килегеҙ. Бында еләк күп.

— Бында еләк күп икән,

Айыу- бүре юҡ икән.

— Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, һауыттарыбыҙ тиҙерәк тулыр, бер йырлашып алайыҡ.

«Йәмле Дим буйы» Халыҡ йыры. Ҡыҙҙар йырлай.

Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем,

Еләк йыйҙым туғайҙа.

Ай-й, йәмле Дим буйы,

Бик һағындым был юлы.

Матур һыуҙар бик күп булыр,

Димдән матур һыу ҡайҙа.

Ай-й, йәмле Дим буйы,

Бик һағындым был юлы.

Тыуып үҫкән Дим буйҡайы

Йәнгә яҡын барынан.

Ай-й, йәмле Дим буйы,

Бик һағындым был юлы.

— Һауыттарыбыҙҙа тулды инде.

— Сарсаныҡ, һыуһаныҡ.

— Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең шишмә яғынан ҡайтайыҡ.

— Ниндәй тәмле шишмә һыуы.

— Ниндәй саф, һалҡын шишмә һыуы.

— Әйҙәгеҙ, шишмәгә рәхмәт әйтеп, йыр йырлап алайыҡ.

«Аҡ шишмә» йыры. Ғәлеева Зөлфиә һәм Хәбибуллина Илзидә башҡара.

— Ҡыҙҙар,ҡарағыҙ әле, шишмәгә табан туй килә.

— Был шишмәгә йәш килендәрҙе һыу юлы күрһәтергә алып киләләр, тигәйне шул өләсәйем.

— Һыу – йәшәү сығанағы. Йәш килен – усаҡ хужабикәһе. Килен башҡа ауылдан төшһә лә, үҙ ауылынан булһа ла, беренсе мәртәбә һыуға үҙен генә ебәрмәгәндәр. Йола буйынса уны егеттең ҡыҙ туғандары оҙатҡан. Килен уларға үҙенең бүләктәрен өләшкән. Был йола hәр төбәктә лә үткәрелгән.

Аҡ алъяпҡыс таҡҡан килен көйәнтәгә биҙрәләрен элеп, йәш кейәү менән парлап баралар. Уларҙы туйҙа ҡатнашыусылар гармундар, йырҙар менән оҙата баралар.

Йәш киленгә һыу юлын

Күрһәтеү изге бурыс,

Тура, дөрөҫ юлдан ғына,

Килен, йөрөргә тырыш.

Һәр көн һайын таң яҡтыһы

Һирпеп битеңде үбәр,

Һин бараһы һыу юлына

Зөhрә йондоҙ нур һибәр.

Ай биҙәкле силәктәрең

Таң һыуында йөҙһөндәр,

Һандуғастар, һайрай-һайрай,

“Уңған килен”- тиһендәр.

Мөлдөрәмә тулы булһа

Һәр ваҡытта силәгең,

Ҙур бәхеткә ирешерһең,

Ҡабул булыр теләгең.

Килен шишмә һыуын силәктәренә тултырып алғандан һуң, шишмәгә көмөш аҡса ташлай.

Йыр «Һыу юлы» Халыҡ йыры. Ҡыҙҙар башҡара.

— Тәбиғәт беҙҙе ашата, тәмле һыуҙар эсерә, ял иттерә. Беҙҙә уға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Урмандары шаулап, болондары, ҡырҙары хуш еҫ аңҡытып, шишмәләре сылтырап аҡҡан ерҙә йәшәүе ниндәй ҙур бәхет, ниндәй ҙур шатлыҡ бит ул.

— Барлыҡ дуҫтарымды изге эшкә – хоҙай биргән байлыҡты һаҡлау эшенә саҡыраһым килә. Шишмәләрҙе таҙартып, тәртипкә китереп торыйыҡ. Дим буйы тәбиғәтен тағын да матурлайыҡ, байытайыҡ.

Башҡорт иле – Иҙел йылға,

Яйыҡ, Һаҡмар, Дим буйы

Улар кеүек табылмаҫтыр

Донъя буйлап ил гиҙһәң.

Урал батыр ҡалдырған һыу

Йәншишмәле – йортобоҙ.

Саф тотайыҡ һыуыбыҙҙы –

Йәншишмәләр – ҡотобоҙ.

Мөфтәхова М.А. Бишбүләк районы Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

[email protected] [email protected]

ИРО РБ ФМИ

Һыулыүҙәк шишмәһен асыу

Һыулыүҙәк шишмәһен асыу


Реализован

Планируемые затраты
55 000 ₽

Размер имеющихся средств
55 000 ₽

Срок реализации
08.07.2021

Место реализации


Буранбаево

Описание

29 мая 2021 года в деревне Буранбаево Баймакского района республики Башкортостан, на живописном берегу реки Сакмара состоялось торжественное открытие родника «Һыулыүҙәк шишмәһе». 

Инициатором по организации местного населения для ограждения территории родника, а также выделению средств для приобретения строительных материалов выступил Гаитбаев Ахият Гиниятович — заслуженный работник культуры РБ, директор Детской школы искусств имени Адигама Искужина ГО г.Уфа, председатель исполкома Курултая башкир Ленинского района г.Уфа. 

На официальное открытие были приглашены председатель исполкома Курултая башкир Р.В.Ишимбетов, глава сельского поселения Ф.А.Саитов и другие официальные лица района.

Жители деревни Буранбаево славятся своими талантами. На празднике приняли участие фольклорный ансамбль д.Буранбаево «Ғәүһәркәй», женский танцевальный ансамбль под руководством заслуженного работника культуры З.Аралбаевой, артист Сибайского концертно-театрального объединения Г.Гаитбаев и многие другие.

Таким образом, жители деревни получили живописное место для проведения традиционных праздников и народных гуляний.  Надеемся, что данная инициатива будет поддержана жителями других сел республики. 

В чем феномен деревни Буранбаево? Не только в родниках, окружающих местность со всех четырёх сторон, но и в людях, безгранично любящих свою малую Родину.

Новости проекта

Новости других проектов

02.02.2023

Посылка односельчанину

Жительницы деревни Новый Янзигит
активно подключились к сбору посылки
солдатам. Собрали теплые вещи. Кто
принес консервы…

01.02.2023

Фестиваль платков и шалей

Проект завершен. В фестивале приняло
участие 31 команда. Лучшие 7 команд,
представившие презентации и широкое
разнообраз…

                                        
 О
белиск асыу тантанаһы

 Музыка
уйнай.    

ПОЧЕТНЫЙ КАРАУЛ

Ғәзизә

 ҺУҒЫШ!
!!

Ҡәһәрле был
һалҡын  һүҙҙе ишетеү менән,
йөрәктәр
ҡыҫыла.Меңәрләгән
әсәләрҙең күҙ йәше
күңелде өтөп алғандай,гонаһһыҙ
сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы к
үңелде телеп үткәндәй.

Факил

ҺУҒЫШ!  Биш кенә
хәрефтән торган был һүҙҙә
мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы,
ватылған- емерелгән яҙмыш, өҙөлгән
ғүмер, йәтимлек.

    Ғәзизә    
   
Йәшен булып осто был хәбәр:

                  
Дошман бе
ҙгә  ҡаршы ут аскан!…

                    
Гитлер бандалары илг
ә кергән,

                  Яна ауыл, яна    ҡала… түгелә ҡан.

   
 Факил  

                  
Илгә фашист ябырылғанда

                   
Мылтыҡ буйы ине бары.

                  
Шинель
кей
ҙе, ҡайыш быуҙы

                  
«Ахыр
заман балалары..

     Арслан / уҡыусы/             Партам ҡалды,

           
                      
Ҡалды китаптарым,

                 
                
Үкһегәндәй булды мәктәбем,

                  
         
Ауыҙ итмәгәнгә иңрәп ҡуйҙы

       
                   
Ҡырҡып алған ҡара икмәгем

Ғәзизә: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ауылдаштар! Яу
яландарында ятып ҡалған , һуғыштан  иҫән
ҡайтып вафат булған   ауылдаштарыбыҙ, үҙ
көстәре менән еңеүҙе яҡынайтыусы тыл
ветерандары, һуғыш осоро балалары иҫтәлегенә  ҡоролған
 обелиск асыу тантанаһын асыҡ тип  иғлан итәм.  

ГИМН 
РБ

Факил. 

Тәбрикләү
өсөн һүҙ
Бәрйән
районы муниципаль район Советы рәйесе
Кинйәбаев
Тәлғәт Талха
 улына бирелә.                 

Ғәзизә: Еңеүгә үҙ
ѳлѳштәрен индергән тыл эшсәндәре:
ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар! Ир-егеттәр
һуғыш яландарында, ә
һеҙ баҫыу ҡырҙарында еңеү
яуланығыҙ. Һеҙ күргән ауырлыҡтар,
хәсрәт-ҡайғыларҙы һѳйләп,
аңлатып бирерлек кенә түгел.

Факил.  Тылда һыйыр егеп ер һѳрѳүсе, балаларын астан
үлтермәҫ ѳсѳн, баҫыуҙа серек
бәрәңге, башаҡ эҙләүсе
әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр,
ололар менән бер рәттән һабан һѳргән,
иген үҫтергән, урман ҡырҡып
бүрәнә ағыҙған малайҙар,
ҡыҙҙар, хәҙер инде олоғайып барған
инәйҙәр, бабайҙар алдында баш эйәбеҙ.

Ғәзизә: Һалдат һуғыш яланында
һеҙҙе онотманы, киреһенсә,
өҙөлөп хаттар көттө, һәм хат
килеп төшөү менән, ҡыуанып, шунда уҡ яуап
яҙырға ултырҙы. Һеҙҙең
һөйөүегеҙ көс арттырҙы һалдат
йәнендә.

УҠЫУСЫ
уҡый

  Ҡарт-ҡоро,
ҡатын-ҡыҙ, ауыл йәштәре һәм
уҡыусы балалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда
төп көскә әйләнә, фиҙаҡәр
хеҙмәте менән улар Тыуған илгә сикһеҙ
тоғролоҡтарын күрһәтә,
иңдәренә көс  еткеһеҙ
ҡыйынлыҡтар төшөүенә
ҡарамаҫтан, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Нығынмаған яурындарына һуғыштың бар
ауырлыҡтары ятҡан, балалығы урланған бала-саға ла
мең михнәт кисерә, ғазаптарға дусар була. Улар
аслыҡтан һәм һыуыҡтан интегә,
етемлектең йән өшөткөс тынлығынан яфалана.

  Ваҡыт
аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә
миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын
емергән, йәнен һәм тәнен
зәғифләгән, өмөтөн
һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы
тамамланыуға ете тиҫтәнән ашыу ваҡыт
үтте.  Һуғыш тарих биттәрендә урын
алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы
мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың
ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте
ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки
Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән
ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.

   Ерҙә йәшәгән
һәр кемгә лә иң мөһиме –
Тыныслыҡ! Бөгөнгө матур, тыныс тормошта
йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш
һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү
яҡынлаштырырға көстәрен
йәлләмәгән
өләсәйҙәребеҙгә
 бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!

Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары
беҙҙең йөрәк түрендә
мәңге һаҡланырға тейеш. Ә
беҙҙең төп бурысыбыҙ — ололарҙы
хөрмәт итеү, яҡшы итеп уҡыу һәм
илебеҙҙең ысын патриоттары булыу !

Килер көндәребеҙ яҡты булһын, ер
йөҙөндә бер ваҡытта ла һуғыш
сыҡмаһын!!!

Беҙҙең батырҙарыбыҙға мәңгелек
дан!  Беҙ уларға ҙур ихтирам һәм
рәхмәт белдерәбеҙ.

     Обелискты асыу хоҡуғы Район
хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы
Шәриповҡа
,ауылыбыҙ
аҡһаҡалы, тыл ветераны Ҡарағолов
Ғәббәс Дәүләтҡол улына, уҡыу
алдынғыһы Арыҫлан Шамил улы Ҡолбирҙингә бирелә
 

Музыка. Алҡыштар.

 А.Б.

Бөйөк
Ватан һуғышы тамамланыуға 74 йыл .һуғыш яралары
һаман да һыҙлай, күңел яралары
тынғылыҡ бирмәй. Беҙҙең яҡты тормош,
аяҙ күк йөҙө өсөн үҙ
йәндәрен, көстәрен   йәлләмәгән
тыл ветерандары
һәм
һуғыш йылдары балалары хөрмәтенә
 асылған обелискка веноктар
һәм сәскәләр һалайыҡ. /Вахутинский
маршы, Сәскәләр һалыу/

 Ғәзизә: 

Ҡәҙерле туғандар!
Әйҙәгеҙ бер минутҡа тын ҡалайыҡ!
Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған
атай-олатайҙарыбыҙҙы… Һыуыҡ окоптарҙа
бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙарҙан
бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп
етә алмай үлеп ҡалған һуғыш, тыл
ветерандырын х
әтергә алып тын ҡалайыҡ!

       Факил: Эйе,
бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Һуғыш яланында ятып
ҡалған,һуғыштан ҡайтып вафат булған, тыныс
тормошта бар ғүмерҙәрен бала
тәрбиәләүгә биргән уҡытыусы-
коллегаларыбыҙҙы,
хеҙмәткәрҙәребеҙҙе  лә хәтерләп
тын ҡалайыҡ!  Бөтәһен дә
иҫләйек! Бер минутҡа!!!…  / Тынлыҡ./

Ғәзизә: 

Беҙҙең Бөйөк Еңеү
хаҡындағы иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын,
бар доньялағы тыныслыҡ һөйөүсе
кешеләрҙе берләштерһен. Бөйөк
Еңеү өсөн ғүмерҙәрен
аямаған батырҙарға мәңгелек дан! Байрам
менән ҡәҙерле дуҫтар!

Обелиск асыу тантанаһын ябыҡ тип  иғлан
итәм.

 /“День Победы” йыры / 

Автор: Субхангулова Райля Ураловна

Уҡытыусыға һәйкәл асыу тантанаһының  сценарийы.

Сценарийҙың авторы Әбйәлил районы

 Байым урта мәктәбенең

тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары

 Собханғолова Рәйлә Урал ҡыҙы

«Йөрәгемде балаларға бирәм!»

Үткәреү урыны: Әбйәлил районы Байым урта мәктәбе

Ваҡыты: 06.10.2022йыл, сәғәт 11.00.

Майҙансыҡ  байрамса биҙәлгән. Мәктәп тураһында  йырҙар  яңғырап тора.

Уҡытыусыға һәйкәл аҡ  туҡыма менән ҡапланған.

Сәғәт 11.00. –  1,11 –се класс уҡыусылары мәктәп формаһында,  2-4-се кластар хәрби кейемдәрҙә, 5-се кластар шайморатовсыларҙың махсус  костюмдарында, сәнғәт мәктәбе, “Шатлыҡ”бейеү ансамле тәрбиәләнеүселәре башҡорт милли кейемдәрендә  “Башҡортостан – тыуған илем” бейеүҙәр флешмобы менән ҡунаҡтарҙы ҡаршылай.

Флешмоб аҙағында “йәнле “ коридор барлыҡҡа килә. Ҡунаҡтар һәйкәл янына үтәләр.

Фанфары алып барыусылар өсөн

Сараны алып баралар:   Сәйетғәлин Марс  Мөҙәрис улы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;

                                              Собханғолова Рәйлә  Урал ҡыҙы- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

1-се алып барыусы:

 Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.

 2-се алып барыусы:

Уҡытыусым!
Ғәжәп оло мәғәнә
Ябай ғына ошо бер һүҙҙә! —
Ҡояш булып балҡый һинең исем,
Уҡыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә!

 1-се алып барыусы:

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, педагогик хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар.

 2-се алып барыусы:

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, ырыуҙаштар, милләттәштәр!

 1-се алып барыусы:

Бөгөн беҙҙә, Байым ерлегендә, оло байрам – мәңгелек һөнәр эйәләре, үҙ эше оҫталары – Уҡытыусы хеҙмәтенә  арналған һәйкәл асыу тантанаһы.

2-се алып барыусы:

Йөрәгемде балаларға бирәм, тип Уҡытыусы ғалимдарҙы, ябай эшселәрҙе, өйрәнсекте, һөнәрсене, игенсене, ташсыны, космонавты, малсыны, йәғни беҙҙе, тәрбиәләй, киләсәкте әүәләй.

Көслө фанфары

.

 1-се алып барыусы:

         Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу  тантанаһын асыу өсөн Рәсәй Федерацияһының дәүләт  флагын күтәреү хоҡуғы – уҡыу һәм йәмәғәт эше алдынғыһы, спортсмен, физкультура фәне буйынса  Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһында  региональ этап призеры –Әғзамов Инсаф Руслан улына бирелә.

 2-се алып барыусы: Рәсәй  Федерацияһының ң  дәүләт гимны яңғырай

РФ- ң  гимны

1-се алып барыусы: Башҡортостан Республикаһының  дәүләт  флагын күтәреү хоҡуғы – уҡыу һәм йәмәғәт эше алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте  фәндәре  буйынса  Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһында  региональ  этап еңеүсеһе –Хәлилова Гөлфиә Фәиз ҡыҙына  бирелә.

2-се алып барыусы:  Башҡортостан Республикаһының  дәүләт гимны яңғырай .

БР-ң  гимны

1-се алып барыусы: Уҡытыусыға һәйкәл асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашалар:

-Әбйәлил районы хакимиәт  башлығының социаль үҫеше буйынса урынбаҫары Ғафаров Вадим Фәнил улы.

— Мәғариф бүлеге начальнигы – Илһамов Батыр Харис улы.

— Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу  инициаторы, ойоштороусы. Әбйәлил районы ветерандар советы рәисе  Төлкөбаев Ансар Ғаттар улы

2-се алып барыусы: Шулай уҡ, мәғариф ветерандары, район мәктәптәре директорҙары,Байым  ауыл хакимиәтенән вәкилдәр, Байым урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары коллективы, ата-әсәләр  ҡатнашалар.

1-се алып барыусы: Иң көслө, рухлы,  талантлы уҡытыусының  һыҙаттарын һынландырған һәйкәлдең тап Әбйәлилдә урын алауы бөтөн район өсөн оло ҡыуаныс һәм сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уята.

 2-се алып барыусы: Йола буйынса, баш һүҙҙе  район  етәкселегенә — Әбйәлил районы хакимиәте  башлығының социаль үҫеше буйынса урынбаҫары Гафаров Вадим Фәнил улына,

1-се алып барыусы: Мәғариф бүлеге начальнигы Илһамов Батыр Харис улына,

2-се алып барыусы: Район ветерандар советы рәисе Төлкөбаев Ансар Ғаттар улына бирелә

Ҡунаҡтарҙың сығыштары

1-се алып барыусы: Тантананың иң тулҡындандырғыс моментына килеп еттек!

Уҡытыусығы ҡуйлған һәйкәлде рәсми рәүештә  асыу хоҡуғы –

Әбйәлил районы хакимиәте  башлығының  социаль үҫеш буйынса урынбаҫары Гафаров Вадим Фәнил улына,

2-се алып барыусы: Район мәғариф бүлеге начальнигы Илһамов Батыр Харис улына

1-се алып барыусы: Район ветерандар советы рәисе Төлкөбаев Ансар Ғаттар улынана

2-се алып барыусы: Байым урта мәктәбе директоры Зарипова Зилә Шәғәли ҡыҙына  тапшырыла.

                 Һәйкәлгә ябылған япма алына. ФАНФАРЫ

ЙЫР  “ УҠЫТЫУСЫМА” (А .Ҡобағошов көйө, М.Кәрим һүҙҙәре)

1-се алып барыусы:  Уҡытыусыға асылған  һәйкәлгә , тәүге тере  гөлләмәләрҙе  Байым урта мәктәбенең  15 – се сығырылыш уҡыусылары, класташтар, коллегалар, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары,  Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре, Байым урта мәктәбенең уҡытытыусылары Гельмитдинова Г.Й. , Абдрафикова Ә.Б.  илтәләр. 

СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫУ. ФАНФАРЫ

1-се алып барыусы: Уҡытыусы исеме мәңге ғорур яңғыраһын, юғары  абруйы  һәр бала йөрәгендә мәңге һаҡланһын.

 2-се алып барыусы: Һүҙ педагогик хеҙмәт ветерандарына — Өлкән уҡытыусы,   РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, почет билдәһе ордены кавалеры Мәүлидә Әбүзәр ҡыҙына  һәм  РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Н.К. Крупская исемендәге премия лауреаты Магасумов Миҙхәт Мортаҙа улына бирелә.

Ветеран уҡытыусыларҙың сығыштары

1-се алып барыусы: Уҡытыусым!

Халҡың менән бергә-бергә

Өләшәһең зиннәт, эҙләнеп.

Оло хеҙмәт өсөн, уҡытыусым,

Баш эйәмен һиңә теҙләнеп!

Бар уҡыусың ғалим булмаһа ла,

Кеше булһын, ҡылһын изгелек.

Һәр дәресең шуға хеҙмәт итһен,

Шөғөлөң бит һинең мәңгелек.

Һәр саҡ уңыш, еңеү килһен,

Мәктәп, ғилем юлында.

Онотмағыҙ: Башҡортостан киләсәге

Уҡытыусы ҡулында!..

2-се алып барыусы: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ошоноң менән тантана  тамам, Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Ҡунаҡтар менән ФОТО төшөү

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Школьный квн шутки про школу сценарий
  • Школьные весенние праздники
  • Шишкин лес юбилей праздник каждый день
  • Школьный квн сценарий музыкальный конкурс
  • Школьные вайны сценарий