Яны йыл сценарий башкортса олкандар осон 2022

Яңы йыл байрамына өлкәндәр төркөмөндә үткәреү өсөн сценарий   

Ролдәрҙә ҡатнашалар:

Ҡыш бабай

Ҡарһылыу

Мәскәй әбей

Шүрәле

Балалар залға кереп, шыршы тирәләй баҫалар. Шыршыла уттар янмай

А.б. Беҙ бөгөн шыршы янында

әйлән- бәйлән уйнарбыҙ.

Кыш бабайҙы ҡаршыларбыҙ,

Матур йырҙар йырларбыҙ.

Ниндәй матур безҙең шыршы,

Ем- ем килеп яна ул.

Башлайбыҙ шыршы байрамын,

Ҡотло булһын яңы йыл!

А.б. Шыршыбыҙ бигерәк матур биҙәлгән, тик уттары ғына нишләптер янмай. Әйҙәгеҙ кумәкләп шыршының уттарын ҡабыҙайыҡ!

Балалар: Бер ике, өс! Шыршы,шыршы, ҡабын һин!

Шыршы ҡупшы кейенгән йыр

(балалар ултырғыстарга ултыралар)

А.б. Балалар, ниндәйҙер тауыш ишетелә йырактан. Кыш бабай менән Ҡарһылыу килеп етергә тейеш ине, әллә шулар килеп тә еттеме

(Мәскәй әбей менән Шүрәле өҫтәренә Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙың кейемен кейеп килеп инәләр, тоҡто һөрәйҙәр, балаларҙы күрмәйҙәр)

М.ә. ( Шүрәлегә ) Һә, бүләктәр тоғо беҙҙә, бер туйғансы ашап алабыҙ инде хәҙер.

Шурәле. (калтырауык тауыш менән) Белмәйем инде, был бит балаларга тигән бүләктәр. Кыш бабай менән Карһылыуҙы ла алданың. Уларҙы балалар көтә бит. Шиғырҙар, бейеүҙәр, йырҙар өйрәнделәр.

М.ә. Әйҙә мыжып торма әле бында йәнемде көйҙөрөп, хәҙер үҙеңде лә кәкре ҡайынга терәтеп алдап китһәм белерһең әле бында..

(алға китеп бармаксы булалар,ҡаршыларына алып барусы сыға)

А. б. Иптәштәр, һез кемдәр булаһығыҙ?

(Мәскәй әбей һәм Шурәле югалып калалар)

М.ә. Ә- ә, бе-еҙ, беҙме? Шулар инде, Кыш бабай белән Ҡарһылыу инде беҙ ни.

Шурәле. Ә- ә- е, Кы- ыш ба- абай. Менә бүләктәр ҙә ттоооҡҡ ту-ту-тулы ыыссыыын, шу-шу-лайй.

А.б. (балаларга) Бик сәйер, балалар, Кыш бабай менән Ҡарһылыу тиҙәр. Үҙҙәре бер ҙә уларға оҡшамагандар.

М.ә. Ничек инде сәйер? Кыш бабай менән Ҡарһылыуҙы бөгөн саҡыргайнығыҙмы?

Балалар Әйе, саҡыргайныыҡ.

М.ә. Саҡырғасығыҙ ни бына килеп тә еттек. Кейемдәребеҙ бармы? Бар. Бүләктәребеҙ бармы? Баар. тағы нимә кәрәк һеҙгә, ә?

Шурәле. Әйе, нимәбеҙ оҡшамай тагы, ә?

М.ә. Хәҙер бына шыршының уттарын да ҡабыҙып ҡуябыҙ!

(Киреһенсә һүндереп ҡуялар)

Шурәле. Әйҙә, Ҡарһылыу, бейеп күрһәтәйек әле балаларга, ышанмағастар (арҡага-арҡа терәп ултыралар ҙа хырылдап йоклап та китәләр)

А.б. Балалар, әйҙәгез әле кул сабып һәм тыпырлап уятайыҡ әле сәйер кунактарыбызҙы.

(тауышка Мәскәй әбей Һәм Шурәле һикереп торалар)

А.б. Ай- һай, Кыш бабай , Ҡарһылыу әллә ауырып киттегеҙме?

Шурәле. Ни эшләп ауырыйыҡ беҙ, ә?

М.ә. Әйе?

А.б. Әйҙәгез, улай булгас, бейеп күрһәтегеҙ әле.

Мәскәй әбей һәм Шурәле бейеүе

(бейеп тирләп үҙҙәрелә һиҙмәҫтән кейемдән сисеп ыргыталар һәм үҙ ҡиәфәттәренә ҡайталар)

А.б. Алдаксылар, безҙең байрамды боҙорга булдығыҙмы? Ҡайҙа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу? ә? Әйтегеҙ әле?

М.ә. Юк.

Шурәле. Әйтмәйбеҙ

А.бБалалар, әйҙәгез әле сакырыйыҡ ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы

Саҡыралар (К. б. менән Ҡарһылыу залга керәләр, шул вакытта Мәскәй әбей һәм Шурәле тоҡто алып икенсе ишектән сығып ҡасалар).

Кыш б. Һаумыһығыҙ балалар, дуҫтар! Ҡотло булһын Яңы йыл!!!

Карһылыу Иҫәнмеһегеҙ балалар, бергә булһын Яңы йыл!!!

А.б. Нисек килеп еттегез, кәҙерле ҡунактарыбыҙ?

Кыш б. Аҙаштык бит. Яуыз Убырлынан балалар баксаһына бара торған юлды һораныҡ,ә ул безҙе гел башка юлдан бороп ебәрҙе. Йөрөй торғас һеҙҙең тауышты ишеттек. Рәхмәт һезгә! Инде иҫән һау ғына килеп еткәс бик һәйбәт. Әйҙәгез байрамды башлап ебәрәйек!

А.б. Ҡыш бабай, шыршылағы уттарҙы Шүрәле менән Убырлы һүндереп киттеләр.

Кыш б. Бер ҙә кайғырмагыҙ, сөнки минең тылсымлы таяғым бар.

Шыршы,шыршы, ҡабын һин

Уттарыңды балҡыт һин! ( уттар ҡабына)

Маленькой елочке йыр

Карһылыу. Бигрәк матур йырланыгыҙ.

Кыш б. Ә мин, балалар, бик уйнарга яратам.

Уйын Буги Буги

Кыш б. Уф, арып киттем, ҡартайғас шулай тиҙ арыта инде ул

А.б. Ҡыш бабай, ҡарһылыу һеҙ ултырып торогоҙ, ә беҙ һеҙгә йырлап һөйләп күрһәтәйек.

У меня, у тебя уйын йыр

Кыш б. Һай шәптәр, һай афариндар

А б. Беҙгә ҡәҙерле генә ҡунаҡ килгән, әйҙә сис ауыр кейемеңде Ҡыш бабай

Кыш б. Ай, әйтмә лә инде ҡыҙым, ҡар һырыған өҫтөмдө, тик сисә алмайым шул, иреп куйырмын тип куркам.

А б. Кыш бабай, Ҡарһылыу, һөйләп ебәрегеҙ әле, буш ваҡыттарығыҙҙа нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?

Кыш б. Ҡайҙа ҡар- буран, мин шунда булам.

Ҡарға әүерелеп, шыршыга ҡунам.

Һыуҙы туңдырам, Һеҙҙе туңдырам,

Туңған кешенең ҡолагын борам.

уйын Паравозик чух

КарһылыуӘ мин, балалар, ҡарҙан йондоҙҙар яһап, ер өҫтөнә яуҙырам, яуа- яуа тау була. Кызҙар, кар бөртөктәре, сыгыгыз бейергә

А. б. Ҡәҙерле ҡунактарыбыҙ, үҙегеҙҙә бейеп күрһәтегеҙ инде, ә без һеҙгә ҡул сабабыз.

Кыш бабай белән Ҡарһылыу бейей

А. б. Ҡыш бабай, беҙ Һиңә шиғырҙар һөйләп үтәйек әле. Ултырып тыңлап тор, бераҙ ял итеп тә алырһың.

Шигырҙар һөйләү (2 өлөш)

Кыш б. Ай-һай,бигерәк тырыш балалар. Байрамығыҙ бик тә оҡшаны. Беҙгә китергә лә вакыт. Беҙҙе икенсе балалар баҡсаһында ла балалар көтә.

А. б. Кыш бабай, ә һин бер нәмә лә онотманыңмы ул?

Кыш б. Ах, минең тишек башым. Балаларга тигән бүләктәрем урманда ҡалган.

А.б. Балалар, кем урланы бүләктәрҙе?

Балалар Мәскәй әбей һәм Шурәле.

Кыш б. Хәзер мин уларҙыы….

(шыршы тирәләй таяғын һуҡҡылап йөрөй башлай, баштарын аҫка эйеп

Шурәле менән Мәскәй әбей килеп инә)

М.ә. Ғәфү ит, ҡыш бабай!.

Шурәле. Туңдырма безҙе.

Кыш б. (асыуланып) Бүләктәр кайҙа?

М.ә. Ашыкма, Кыш бабай, бына ҡара.

(залга тоҡто тотоп йүгереп инә)

Бүләктәрҙе балаларга Кыш бабай балалр шигыр ятлай һәм уларга тарата

Үткәреү урыны: __

Үткәреү ваҡыты: __.12.20__, __.__ сәғ.

А.Б.:

Яңы йылды көтә бар ғәләм дә

Кәйефтәрҙе, күңелдәрҙе күтәрә

Тирә-яҡты матурлыҡҡа биҙәй

Изгелек һәм шатлыҡ килтерә

Йыр

А.Б.:

Ер әйләнә Яңы йылға табан,

Күпме бәхет, шатлыҡ күтәреп,

Секунд һайын муллыҡ артып тора

Тик сыҙаһын ғына күсәре!

А.Б.:

Уҙған йылдар бигерәк ҡәҙерле шул

Һәр көнөндә күпме иҫтәлек!

Тарихтың был данлы йылында ла

Күпме булды матур көндәре!

А.Б.:

Хәйерле кис хөрмәтле дуҫтар, туғандар, ҡунаҡтар!

А.Б.:

Һаумыһығыҙ, һеҙҙе яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙгә ошо өр яңы йыл тик ҡыуаныстар һәм изгелектәр килтерһен!

А.Б.:

Ғүмер-миҙгел бит ул, тормош – мәңге

Йылдар ҡала тарих эсендә

Гармун уйнай, йырҙар яңғырап торһон

Иҫке йылдың һуңғы кисендә

Муз.номер

А.Б.:

Яңы йылда донья тыныс булһын

Һинең, минең беҙҙең бәхеткә.

Ай бәүелгән көмөш сәңгелдәктә.

Ҡояш йөҙһөн алтын тәхеттә.

Оло юлдан маҡсаттарға етмәй

Һис яҙмаһын ине туҡтарға.

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

Муз.номерҙар

А.Б.:

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле райондаштар! Шыршы тирәләй бейеп алайыҡ

Хоровод

А.Б.:

Өмөт менән таңдар уҙыр

Бөтә ғәләм, йыһан, нурға сумыр

Яңы йыл сәләмен еткерә

Киләсәктә ырыҫ, бәрәкәтен еткерә

Бергә: Яны йыл менән! Яңы йыл менән!

А.Б.:

Ҡар яуа, ҡар яуа Ҡарҙар – улар биҙәкле

Тышта ниндәй саф һауа Ҡарҙар – улар хәбәрсе

Бөтә ергә шатлыҡ булып Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың

Күбәләктәй ҡар яуа Килеүенә сәбәпсе.

Бейеп күңел асып алдыҡ, ә бына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуыбыҙ һаманда килеп етмәгәндәр, әйҙәгеҙ әле дуҫтар бергәләп саҡырайыҡ: Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! (Ҡыш бабай менән ҡарһылыу инәләр, ҡотлайҙар)

Ҡыш бабай:

Һаумыһығыҙ дуҫтар туғандар! Бына байрам менән ҡотлайым тип алыҫ араларҙан килеп еттем! Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Яңы йыл барығыҙға ла сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге алып килһен!

Ҡарһылыу:

Ҡар бурандар осороп

Яңы йыл аяҡ баҫа.

Ниндәй гүзәл, күркәм байрам!

Күңелдәр урғып таша.

Аҡ ҡар бөртөктәре төҫлө

Алда аҡ юлдар көтһөң.

Бөгөнгө байрам шатлығы

Йыл дәүеренә етһен.

Ҡыш бабай:

Байрамдың түрен алып торған шыршының уттары ла янмаған икән!

Тылсымлы таяғым менән туҡылдатып ҡарайым әле… (3 тапҡыр туҡылдата, шыршы янмай)

Юҡ, былай булманы, әйҙәгеҙ әле бергәләшеп аяҡтарҙы тыпырҙатайыҡ! (аяҡтарҙы тыпырҙаталар)

Былай ҙа булманы әле, әйҙәгеҙ әле нығыраҡ тыпырҙатайыҡ! (шыршы уттары яна)

А.Б.: Әйҙәгеҙ бергәләп ҡыш бабай менән шыршы тирәләй йырлап бейеп алайыҡ!

Хоровод

Муз.номер.

А.Б.:

Шатлыҡ килһен һәр өйгә,

Ҡояш һәр саҡ балҡыһын,

Кешеләргә һинән бары

Матур иҫтәлек ҡалһын!

Яңы йыл ҡотло булһын!

Яңы йыл тыныс килһен,

Илгә бәхет килтерһен!

Көтөп алған байрамыбыҙ менән ҡотлау өсөн һүҙ ___ Хакимиәте башлығы ___ бирелә. Рәхим итегеҙ!

А.Б.:

Ойошмалар һәм учреждениелар араһында үткән яңы йыл байрамына эшләнгән ҡар һындары һәм байрам биҙәлешенә уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалды! Еңеүселәрҙе ҡотлап китергә рөхсәт итегеҙ!

3-сө урынды яуланылар:

2-се урын:

1-се урынды яуланы

Еңеүселәрҙе тағы ла берҙе ҡотлайбыҙ, Район сараларында актив ҡатнашыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Муз.номер

А.Б.:

Хөрмәтле дуҫтар!

__ йылы Һеҙгә күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, күңел бөтөнлөгө, яҡындар рәхмәте, туғандар фатихаһы, ныҡлы һаулыҡ, өмөтлө киләсәк, ғаилә именлеге, балалар шатлығы, ил-көн тыныслығы һәм эшегеҙҙә уңыштар насип итһен!

Муз.номер

Уйындар

Яңы йыл менән ҡотлап Һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә _____________________________

һәм ҡышбабай үҙенең күстәнәстәрен өләшә.

А.Б.:

Киләһе __ йыл – Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында ___ йылы тип иғлан ителде. Киләһе __ йылы __ сфераһында үҫтереүгә ҙур өлөш индерер тип ышанабыҙ!

Яңы йыл менән ҡотлап һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә _______________

А.Б.:

Уйын: ике бәләкәй шыршы ултыра, ике команда өсөшәр кешенән йыйыла. Өҫтәлдә ваталар, уйынсыҡтар ята, 1-2-3 биҙәй башлайҙар. Яңы йылда свит һүнгән ти, һәм һәр береһенең күҙен ябыр кәрәк. Бер йыр бөткәнсе шыршыны биҙәйҙәр һәм бөтәһенең ҡысҡырып тауыш биреүенә ҡарап еңеүсе билдәләнә.

А.Б.:

Бөгөнгө йырлы, бейеүле, уйынлы кисәбеҙҙән үҙегеҙгә дәрт, дарман алып ҡайтырһығыҙ тип ышынабыҙ.

Бөгөнгө программа менән танышып үтәйек:

1. Костюмдар парады.

2. Иң яҡшы теләктәр бәйгеһе.

3. Байрамдың Король һәм королеваһын билдәләү (иң яҡшы вальс бейеүсе пар)

А.Б.:

Хәҙер маскарад костюмдары парадын башлайбыҙ!

Парад ваҡытында Иң яҡшы теләктәр бәйгеһен дә башлайбыҙ! Теләктәрҙе әйтеп ҡалығыҙ дуҫтар!

Костюмдарға баһа биреүсе хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ:

1.

2.

А.Б.:

Костюмдарҙы бөтә яҡтан күреү өсөн, дөрөҫ баһа биреү өсөн Маскарад костюмдарын кейгәндәрҙе сәхнәлә бер урап сығыуығыҙҙы һорайбыҙ! Рәхим итегеҙ! Конкурс башланды!

Беренсе булып сәхнәгә саҡырабыҙ __! Рәхим итегеҙ!

Киләһе йыл __ йылы, әйҙәгеҙ уларҙы саҡырайыҡ!

Бесәйҙәр

Аждаһалар

Эттәр

Ҡуяндар

Төлкөләр, һ.б.

(дәртле генә /мода/ музыка китә, ҡатнашыусылар сәхнәгә менеп костюмдарын күрһәтәләр)

(жюри таблицаға балдар ҡуя, ҡатнашыусыларҙы теркәй һәм итог яһай)

А.Б.:

Ә хәҙер барығыҙы ла шыршы тирәләй бейергә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Хоровод

А.Б.:

Байрамдың Король һәм королеваһын билдәләргә ваҡыт та етте. Уның өсөн беҙ парҙарҙы сәхнә янына саҡырабыҙ!

Яңы йыл байрамы менән ҡотлап йырлай __. Талғын йыр

А.Б.:

Бөгөнгө көндөң Король һәм Королеваһын сәхнәгә саҡырайыҡ! Рәхим итегеҙ!

Һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә ____________________________________

А.Б.:

Сәхнәгә __ йылында тыуғандарҙы саҡырабыҙ! Әйҙәгеҙ дуҫтар сәхнәгә менегеҙ! Һеҙҙең арала кем иң яҡшы __? Уға иң яҡшы бүләк! Рәхим итегеҙ!

Тик Һеҙҙең өсөн генә йыр бүләк итә____________________________.

А.Б.:

Костюмдар конкурсына йомғаҡ яһау ваҡыты етте. Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ! Рәхим итегеҙ!

А.Б.:

Өмөт менән таңдар тулыр.

Тыуыр йылым киләсәгем,

Ал да көтә үтер юлым

Ышанысым һәм терәгем

А.б. Мәңге йәшә илем, мәңге балҡы

Илем, халҡым.

Һеҙҙең өсөн йырлай____________________________.

Ә хәҙер һеҙҙең менән

Етте хушлашыр мәлебеҙ

Киләһе йыл тағы ла

Осташырбыҙ әле беҙ.

Һау булығыҙ  йәнлектәр

Һау булығыҙ райондаштар

Башҡа урындарға ла

Беҙҙең бараһыбыҙ бар.

байрам концерты, бейеү көйҙәре бер бер артлы дауам итә!

запас шығырҙар:

Ниндәй матур беҙҙең шыршы

Йым-йым килеп яна ул.

Башлайбыҙ шыршы байрамын,

Ҡотло булһын яңы йыл!

Беҙ бөгөн шыршы янында

Әйлән-бәйлән уйнарбыҙ

Ҡыш бабайҙы ҡаршыларбыҙ

Яңы йырҙар йырларбыҙ.

Яңы йылға беренсе аҙым изгелек булһын

Яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән һеҙҙе!

Яңы йылдар килһен бәхет алып,

Яңы йылдар килһен йылмайып,

Күңелдәрҙә мәңге шатлыҡ булһын,

Йәшәмәгеҙ дуҫтар моңайып.

Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,

Шундай матур көн бөгөн!

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн!

Бөгөн елка-маскарад

Костюм, маска күп харап.

Төрлө-төрлө кейемдәр

Төлкө, ҡуян, тейендәр.

Беҙгә бөгөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу

Ҙур байрам бүләк итте.

“Яңы йыл байрам урыны

Ошо шыршы янында”,-тине.

Балҡығас шыршы уттары

Яҡты маяҡтар төҫлө.

Аҡ парашют кеүек ергә,

Мин үҙем килеп төштөм.

Зал түрендә күркәм ҡунаҡ-

Йәшел кейемдән

Ул да ҡотлай беҙ дуҫтарҙы

Яңы йыл менән!!!!

Бар тирә- яҡ һөттәй ап-аҡ

Ем-ем итеп ҡар көлә

Көмөш ҡыңғырауҙар тағып

Беҙгә яңы йыл килә!

Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы

Бына килде ул беҙгә

Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды

Беҙ уның менән бергә!

Иҫке йылдың һуңғы сәғәттәрен

Тарих биттәренә оҙатып.

Өр яңы йыл менән күрешербеҙ

Изге өмөттәрҙе баҙлатып.

Оло юлдан маҡсаттарға етмәй

Һис яҙмаһын ине туҡтарға.

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

Буран-ҡарҙар һепереп

Мин киләм һеҙгә.

Яңы йылды ҡаршыларға

Дуҫтарым менән бергә.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Иғтибарығыҙға мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы тәҡдим итәбеҙ. Ҡыҙыҡлы уйындарын да өйрәнеп алығыҙ!
Авторы Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева

Мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы

Ҡатнашалар:

Әкиәтсе

Ҡыш бабай

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Ун ике Ҡар ҡыҙы

Аҡъегет

Аҡъегеттең ете ағаһы

Ҡуян

Аҡ бүре

Шүрәле

Юха

I күренеш

Зал биҙәлгән. Уртала матур итеп биҙәнгән урман һылыуы – шыршыҡай урын алған. Төрлө кейемдәрҙәге балалар байрамдың башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

 – Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы-буранлы һыуыҡтан ҡурҡып тормағанһығыҙ, бөгөнгө байрамға ҡыуанышып килеп еткәнһегеҙ. У-у, бында балалар ғына түгел, ҡуяндар ҙа, күбәләктәр ҙә, хатта кеше-үрмәкселәр ҙә бар икән. Ә мин – Әкиәтсе. Мин булған ерҙә мөғжизәләр тыуа, донъя үҙе әкиәткә әйләнә. Тик яуызлыҡтар ғына әкиәттә ҡала, ә изгелектәр иһә беҙҙең менән ысынбарлыҡта йәшәй. Алда беҙҙе матур әкиәт көтә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләшеп йырлашып, әйләнеп алайыҡ!

Балалар, түңәрәктәр яһап тороп, йырлай-йырлай әйләнә. Шул саҡ ҡапыл ут һүнеп, кире яна. Ҡурҡыныс ауаздар ишетелә.

Әкиәтсе:

  • Абау, ни булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында кемдер килә, ахырыһы… Бәй, яуыз Шүрәле үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Юха менән килә ята бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек! Барығыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ әле! Әпсен-төпсөн, барыһы ла бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Әкиәтсе таяғы менән һелтәнә). Булды! Улар беҙҙе бәшмәктәр үҫеп ултыра икән, тип уйлаясаҡтар.

Шүрәле менән Юха инә. Улар икеһе лә имәнес ҡиәфәттә.

Шүрәле:

  • Тә-әк, Ерҙә алтын сәсле ҡыҙҙар бөттө, тиһең инде, ә?

Юха тубыҡланып, Шүрәлегә табан шыуышып килә:

  • Эйе шул, батшам! Бер бөртөк тә алтын сәсле ҡыҙ ҡалманы…

Шүрәле уның алҡымынан матҡып тотоп ала:

  • Яңы йыл алдынан ундай ҡыҙҙарҙың алтын сәсен ҡырҡһам – ваҡыттың туҡтаясағын, ә сәстәренән арҡан ишеп, муйыныма бәйләһәм, унда күпме сәс бар – шул тиклем йылға минең ғүмеремдең оҙонаясағын һин оноттоңмо әллә? Һин үҙең дә йәшәрәсәкһең бит!

Юха:

  • Юҡ, юҡ, онотманым да ул…

Шүрәле (Юханы этеп ебәрә):

  • Улайһа, бар, хәҙер үк миңә алтын сәсле ҡыҙҙы табып килтер!

Юха:

  • Эйе, эйе, батшам… (Юха сығып барышлай) Ҡара әле, ҡайһылай бында бәшмәктәр күп икән ул. Эй, мин бәшмәк яратам да ул! (Ул шатлана-шатлана ерҙән бәшмәк йыя башлай).

Шүрәле:

  • Нимә тинем мин һиңә, алйот!!!

Юха:

  • Ә-ә, эйе, эйе, батшам. Хә-хә-хәҙер, ки-ки-килтерәм!

Юха башын аҫҡа эйеп сыға. Шүрәле тегеләй-былай йөрөй һәм сыға.

Әкиәтсе:

  • Уф, беҙҙе танырҙар икән, тип ҡотом осҡайны. Әпсен-төпсөн, тылсым бөтһөн! Балалар, һеҙ хәҙер кире үҙегеҙ булдығыҙ. Ҡарағыҙ әле, былар бит тағы ла яуызлыҡ эшләргә уйлай. Ишеттегеҙме, ваҡытты туҡтатмаҡсылар! Улайһа, беҙ Яңы йылһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит! Тороп тороғоҙ әле, Шүрәле менән Юха (улар киткән яҡҡа бармаҡ иҙәй), мин дә бар бит әле! Балалар, мин Шүрәле менән Юханың артынан китәйем. Улар яуызлыҡтар ҡылмаһын өсөн халыҡты иҫкәртәйем. Бәлки, үҙҙәре лә ҡылғандарының яҡшы түгеллеген аңлап, кире тәүбәгә ҡайтыр. Ярай, осрашҡанға тиклем һау булып тороғоҙ!

Әкиәтсе сыға.

II күренеш.

Талғын ғына көй уйнай. Залға бейей-бейей Ҡар ҡыҙҙары инә.

  • Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ ун ике Ҡар инек,

Һыуға төштөк – боҙ булдыҡ,

Утҡа индек – һыу булдыҡ,

Ҡыш бөткәйне – юҡ булдыҡ!

Ҡарһылыу инә. Ҡар ҡыҙҙары уны уратып ала.

Ҡарһылыу:

  • Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем! Беләһегеҙме, тиҙҙән Ергә тағы ҡыш киләсәк. Минең менән быйыл да Ергә төшкөгөҙ киләме?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Килә! Килә! Ҡарһылыу апай, һинең теләгән әйберҙе күрһәтә торған серле көҙгөң бар бит әле — шуны биреп тор әле! Минең Ерҙе күргем килә!
  • Минең дә!
  • Минең дә!

Ҡарһылыу:

  • Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ!

(Ярым түңәрәккә тороп алып көҙгөгә текәләләр)

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Ҡарағыҙ әле, былтырғы күрше ҡыҙының санаһын тартып алып илатҡан малай шул ҡыҙ менән баҡсала һарғайып кипкән япраҡтарҙы йыя. Ә теге, әхирәтенең матур күлдәгенән көнләшеп, уның портфеленә елем ҡойған ҡыҙыҡайсы, ҡарағыҙ, шул уҡ әхирәтенең тыуған көнөнә ҡулъяулыҡ сигеп ултыра түгелме? Ҡыҙҙар, һиҙәһегеҙме, Ерҙә яуызлыҡ бөтөп бара бит! Юҡ, бөтмәгән икән әле. Ҡара, ҡара, былтыр беҙҙән тау яһап, балаларға байрам эшләгән егетте ағайҙары рәнйетә түгелме?  Эйе шул. «Һин беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың. Ҡулыңдан бер эш тә килмәй!» – тип бигерәк  кәмһетеп ташланылар бит! Исеме Аҡъегет икән. Ни эшләп ҡулынан бер ни ҙә килмәһен, ти! Балаларға байрам бүләк итеү – иң ҙур эш бит ул!

Ҡарһылыу (ситкә китеп, ҡулдарын түшенә ҡуйып ипләп кенә):

  • Аҡъегет!!!

Шул саҡ ҡулына глобус тотҡан Ҡыш бабай килеп инә.

  • Эһем, эһем, ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Ни менән мәшғүлһегеҙ ул?

Ҡар ҡыҙҙары көҙгөнө тиҙ генә Ҡарһылыуҙың кеҫәһенә тыға.

Ҡыш бабай:

  • Бына Ерҙе күрәһегеҙме? (Ул глобусты әйләндерә). Ундағы күпселек халыҡ ҡышты көтә. Яңы йылға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Ҡыштың илселәре итеп мин һеҙҙе Ергә ебәрәм. Халыҡ байрамға нисек әҙерләнә икән?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Уй, рәхмәт олатай! (Ҡар ҡыҙҙары Ҡыш бабайҙы һырып алып, сикәһенән үбә). Әйҙәгеҙ, остоҡ, Ҡыҙҙар-йондоҙҙар!

Ҡыш бабай:

  • Барығыҙ, барығыҙ! Мин Яңы йыл кисендә килеп етермен! Тик һаҡ йөрөгөҙ!

Улар сыға. Талғын көй. Ҡар ҡыҙҙары кире йүгереп инә. Был юлы улар – Ерҙә. Улар көй ыңғайына бейей.

  • Бына беҙ Ерҙә! Бәй, бында балалар байрамға йыйылған бит! Беҙ үҙебеҙ байрамға саҡ-саҡ һуңламай ҡалғанбыҙ икән. Әйҙәгеҙ, балалар, уйындар уйнап алайыҡ.

Күмәк уйындар. Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу:

  • Һаумы, Ер! Һаумыһығыҙ, балалар! Бына тағы һеҙгә ҡунаҡҡа килдек. Һеҙгә тик аҡлыҡ, сафлыҡ ҡына килтерҙек. Яуызлыҡты юҡҡа сығарырға, Яңы йылды бүләк итергә тип килдек беҙ һеҙгә!

Ошо саҡта артта Юханың килеүе күренә. Ул, Ҡарһылыуҙы күреп, ҡулдарын ыуа:

  • Әһә, алтын сәсле ҡыҙыҡай!

Юха йәшенә һәм Ҡарһылыуҙың һөйләгәнен ҡулын ҡолағына ҡуйып тыңлай.

Ҡарһылыу (үҙ алдына):

  • Быйыл мин оло тулҡынланыу менән килдем! Хыялымда йөрөгән аҡ уйлы егетте күргем килә! Исеме Аҡъегет икән. Риза булһа, мин уны үҙебеҙгә – мәңге Ҡыш иленә алып китер инем. Әгәр риза булмаһа? Мин бит бында ҡала алмайым! Унһыҙ ни эшләрмен?..

Ҡарһылыу илай, уны Ҡар ҡыҙҙары йыуата. Юха шул арала ҡайҙандыр аҡ кейем табып кейә, битлеген сисеп, матур егеткә әүерелә.

Юха-Аҡъегет:

  • Һылыу, һиңә ни булды? Ни эшләп илайһың?

Ҡарһылыу ( уны күреп тертләп китә):

  • Аҡъегет?

Юха-Аҡъегет:

  • Эйе, минең исемен Аҡъегет. Ә һин ҡайҙан беләһең?

Ҡарһылыу (оялып ҡына):

  • Э-э, мин – Ҡарһылыу. Былтыр һинең балаларға ҡарҙан бейек тау эшләгәнеңде күҙәтеп торғайным…

Юха-Аҡъегет:

  • Ә, беләһеңме, мин быйыл да балаларға ҙур бүләк әҙерләнем. Ул урман ситендәге бер мәмерйәлә. Әйҙә, мин һине шунда алып барам!

Ҡарһылыу:

  • Урман ситендәге мәмерйәгә икәүләп барһаҡ, улай килешерме?

Юха-Аҡъегет:

  • Килешер, килешер. Әйҙә, әйҙә! Ул бүләктәрҙе кемгә бирергә икәнен белмәйем, һин миңә ярҙам итерһең.

Ҡарһылыу:

  • Ярай, улайһа. Мин хәҙер! (Ҡар ҡыҙҙарына) Һеҙ бында балалар менән уйнай тороғоҙ, беҙ хәҙер Аҡъегет менән бүләктәр алып киләбеҙ!

Ҡарһылыу кеҫәһенән көҙгөһөн алып, йәшереп кенә ҡарап, сәстәрен төҙәтеп ала. Әммә кеҫәһенә тыҡҡан саҡта яңылыш көҙгөһө төшөп ҡала.  Юха-Аҡъегет менән Ҡарһылыу сыға.Ҡар ҡыҙҙары балалар өсөн төрлө уйындар үткәрә.

III күренеш.

Арҡаһына мылтыҡ аҫҡан Аҡъегет килә. Үҙе һөйләнә.

Аҡъегет:

  • Эх, ағайҙарым! «Беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың», – тиһегеҙ инде. «Ҡулыңдан бер ни ҙә килмәй», имеш. Ярай, күрһәтермен әле мин һеҙгә, ағайҙар!

Шул саҡ ҡуян йүгереп үтә. Аҡъегет тиҙ генә мылтығын алып атмаҡ була. Ҡуян шундуҡ телгә килә.

Ҡуян:

  • Атма миңә, егет! Минең бәләкәстәрем бар. Мин булмаһам, уларҙы кем тәрбиәләр?

Аҡъегет:

  • Нисек? Һин һөйләшә беләһеңме ни?

Ҡуян:

  • Эйе.

Аҡъегет:

  • Ярай, улайһа. Мин һине ебәрәм.

Ҡуян:

  • Рәхмәт, егет!

Ҡуян күҙҙән юғала. Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ тәпәйе эләккән ҡапҡанды һөйрәтеп  Аҡ бүре ҡаршыға килә.

Аҡ бүре:

  • Ҡотҡар, егет! Мине һаҙлыҡ хужаһы Шүрәле ҡапҡанға ҡаптырҙы!

Аҡъегет:

  • Ҡыҙыҡ! Был урманда әллә бөтә йәнлектәр ҙә һөйләшә беләме икән? (Бүренең ҡапҡанын ысҡындыра). Башҡаса һаҡ йөрө!

Аҡ бүре:

  • Рәхмәт, егет! Изгелегеңде мәңге онотмам! Өс ҡылымды алып ҡал! Кәрәк булһам, уны өҙөрһөң, һәм мин килеп етермен.

Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ Ҡарһылыуҙың төшөп ҡалған көҙгөһөн табып ала.

Аҡъегет:

  • Был ниндәй көҙгө икән ул? Ҡайһылай матур! Ситтәре семәрле! Моғайын, берәй сибәр генә хан ҡыҙыныҡылыр инде. Эх, шул һылыуҙы күрәһе ине!

Шул саҡ матур ғына көй уйнап, көҙгө ялтырап китә. Унда Ҡарһылыу күренә.

Аҡъегет:

  • Бәй, был көҙгө тылсымлы икән дә баһа! Ҡара әле, унда һылыуҙарҙан-һылыу бер ҡыҙ күренә түгелме? Әллә Ҡарһылыу инде? Шул бит! Былтыр мин уның урманда ҡоштар менән йырлап һөйләшкәнен һоҡланып тыңлап торғайным, әммә янына барырға ҡыйыулығым етмәгәйне. Быйыл уның менән танышам, тип үҙемә һүҙ биреп, түҙемһеҙләнеп ҡыштың етеүен көттөм. Эх, Ҡарһылыу!.. Тик ни эшләп һин ҡараңғы мәмерйәлә ул? Ни өсөн ҡулдарың бәйләнгән?

Шул саҡ Ҡарһылыуҙың тауышы ишетелә:

  • Ҡотҡар, егет!

Аҡъегет:

  • Ҡотҡарам һине, Ҡарһылыуым! Тик ул мәмерйәне ҡайҙан табырға икән?

Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

  • Һаумы, ҡыйыу Аҡъегет! Ҡарһылыуҙы тик һин генә ҡотҡара алаһың. Уны Юха алдаштырып, Шүрәленең мәмерйәһенә алып китте. Улар Ҡарһылыуҙың алтын сәстәрен ҡырҡып, ваҡытты туҡтатмаҡсы булалар. Һиңә ашығырға кәрәк! Әҙәм йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урманды үткәс, Шүрәленең батҡаҡлы һаҙлығын сығырһың. Унан тауҙар башлана. Шундағы мәмерйәлә Ҡарһылыу йәшеренгән. Һаҡ бул, егет!

Әкиәтсе ҡулын болғап ҡала, Аҡъегет юлын дауам итә. 

Аҡъегет:

  • Бына Әкиәтсе әйткән ҡара урман. Тик уны нисек сығырға икән?

Шул саҡ егет ҡотҡарған Ҡуян инә.

Ҡуян:

  • Мине ҡотҡарғаның өсөн мин дә һиңә ярҙам итергә килдем. Һинең килеүеңде һиҙеп, Юха менән Шүрәле юлыңа ҡаршылыҡ ҡорған. Ләкин беҙ уны хәйлә менән еңеп сығасаҡбыҙ. Шулай бит, балалар? Әйҙәгеҙ бергәләп урманды йырып сығайыҡ. Бының өсөн мин һеҙгә «Урманда төрлө ағастар үҫә. Улар бейек йә тәпәш, киң йә нәҙек» тип әйтәм. «Бейек» тиһәм һеҙ ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, «Тәпәш» тиһәм – сүкәйегеҙ. «Киң» тигәндә ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйегеҙ, ә «нәҙек» һүҙенә ҡулдарҙы бер-береһенә яҡынайтырға кәрәк. Аңлашылдымы? Әйҙә, киттек!

Ҡуян һүҙҙәрҙе бутап әйтә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

Ҡуян:

  • Бына урманды йырып та сыҡтыҡ.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, мәрхәмәтле Ҡуян! Рәхмәт, балалар!

Ҡуян:

  • Хәйерле юл, Аҡъегет! (ҡулын болғап ҡала).

Аҡъегет артабан китә. Ә унда – һаҙлыҡ.

Аҡъегет:

  • Һаҙлыҡҡа ла еттек. Әммә уны нисек сығырға? Бәлки, Аҡ бүре өйрәтер?

Ул кеҫәһенән өс ҡылды алып өҙә. Аҡ бүре пәйҙә була.

Аҡ бүре:

  • Егет, бик хәтәр юлға сыҡҡанһың. Шүрәлегә ҡаршы тора алырһыңмы?

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыр өсөн мин барыһына ла әҙер!

Аҡ бүре:

  • Изге ниәтеңде хуплайым. Был һаҙлыҡты үтергә ярҙам итермен. Тик минең генә түгел, балаларҙың да ярҙамы кәрәк. Балалар, ярҙам итәбеҙме? Әйҙәгеҙ, улайһа, паровоз яһап, бер-беребеҙҙең биленә тотоноп  түңәрәккә торайыҡ та, алдыбыҙҙа түңгәк ята, тип күҙ алдына килтерәйек. Шулай итеп һаҙлыҡтағы «түңгәктән түңгәккә» һикерәйек. Ә мин былай тип һамаҡлайым:
  • Бер, ике, өс түңгәк,

Һаҙлыҡ тулы мең түңгәк.

Һаҙлыҡ беҙҙе тарта алмай –

Бына нисек беҙ күмәк!

Әҙерһегеҙме? Әйҙәгеҙ!

Бүре үҙе иң алдан тора ла, һамаҡлай-һамаҡлай юл башлап бара. Балалар түңәрәк буйлап һикерешә.

Аҡ бүре:

  • Афарин! Ана шулай. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Бына һаҙлыҡты ла еңел генә үттек.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, Аҡ бүре! Балалар, һеҙгә лә ҙур рәхмәт!

Аҡ бүре:

  • Ана, алда тау эсендәге мәмерйә күренә. Артабан мин һиңә ярҙам итә алмайым. Шүрәле менән үҙеңә көрәшергә тура киләсәк.

Шулай тип һөйләшеп, Аҡъегет менән Аҡ бүре сыға.

IY күренеш.

Шүрәле менән Юха инә.

Шүрәле:

  • Ҡыҙҙы алып килеүен килгәс, ниңә уның ҡойроғон да эйәрттең?

Юха:

  • Бәй, уның ҡойроғо бармы ни?

Шүрәле:

  • Алйот! Ҡойроҡло Ҡарһылыуҙы ҡайҙа күргәнең бар? Теге егетте ни эшләп эйәрттең, тим?

Юха (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Ә-ә, ней, Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһө төшөп ҡалған икән. Шунан күреп егет беҙҙе эҙләп килә ята. Мин уның юлына ҡаршылыҡтар ҡуйҙым. Ул урманды үтә алмаясаҡ! Урманды үткән хәлдә лә, һаҙлыҡта батып үләсәк.

Шүрәле:

  • Ахмаҡ! Ул бит Ҡарһылыуҙы оҡшатҡанға эҙләп килә! Ә мөхәббәт өсөн кәртәләр юҡ икәнен оноттоңмо ни?

Юха:

  • Улайһа, нимә эшләйек икән?

Шүрәле:

  • Хәҙер борғоланыуҙан файҙа юҡ. Ваҡытты туҡтатырға кәрәк! Теге егет бик ныҡыш күренә. Әгәр килеп етә ҡалһа, беҙгә көн бөттө! Шуға тиклем беҙгә Ҡарһылыуҙың алтын сәсен ҡырҡып, арҡан ишергә кәрәк. Бар, Ҡарһылыуҙы килтер!

Юха ҡулы бәйләнгән Ҡарһылыуҙы килтерә.

Шүрәле (мыҫҡыллы йылмайып):

  • Һаумы, Ҡыш бабайҙың ҡәҙерле ейәнсәре. Ҡарһылыумы әле исемең? Ҡурҡма, ҡурҡма! Беҙгә һин түгел, ни бары алтын сәсең генә кәрәк! Хәҙер беҙ уны ҡырҡып алырбыҙ…

Ҡарһылыу (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Һеҙ быны эшләргә тейеш түгелһегеҙ! Бер генә бөртөк сәсем өҙөлһә лә, ваҡыт туҡтаясаҡ, Яңы йыл килмәйәсәк! Зинһар, теймәгеҙ минең сәсемә! Балалар, бөтә халыҡ Яңы йылды көтә бит!

Шүрәле:

  • Ха-ха-ха! Ә беҙгә Яңы йылың кәрәкмәй. Ул бит кешене тағы ла бер йылға ҡартайта. Юха, һинең ҡартайғың киләме?

Юха:

  • Юҡ, юҡ, әфәндем!

Шүрәле:

  • Уның ҡарауы, бер генә сәсең өҙөлһә лә, минең ғүмерем бер йылға оҙая! (Ул Ҡарһылыуҙың сәсен услап тотоп ала) Ә бындағы сәстәр мине меңйәшәр итәсәк! Ха-ха-ха! Шунан мин һине рәхәтләнеп тороп ҡытыҡлаясаҡмын!

Шүрәле оҙон бармаҡтарын уйната. Юха ла уның ыңғайына һикерә-һикерә көлә. Шул саҡ Аҡъегет инә. Юха ҡурҡышынан ҡалтырап, тубыҡлана, Аҡъегет уны елкәһенән эләктереп ала.

Аҡъегет:

  • Ҡыуанмай тороғоҙ әле! Мин булғанда яуыз ниәтеңде атҡара алмаҫһың, Шүрәле!

Шүрәле:

  • Аҡъегет?! Һин бында нисек килдең? Һине бит ағайҙарың булдыҡһыҙ, тип атайҙар ине.

Аҡъегет:

  • Булдыҡһыҙҙы күргәнегеҙ юҡ әле! Алышмы, бирешме?

Шүрәле:

  • Алыш!

Улар һуғыша башлай. Алышҡан саҡта Аҡъегет Шүрәленең муйынынан ҡыҫып тотоп ала. Ул тубыҡлана.

Шүрәле:

 – Миңә теймә инде, зинһар! Бөтә теләгеңде лә үтәрмен!

Аҡъегет Шүрәлене Юханың эргәһенә этеп ебәрә. Улар икеһе лә теҙләнеп, баштарын иҙәнгә тейҙереп тора. Аҡъегет Ҡарһылыуҙың ҡулын ысҡындыра.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Аҡъегет! (башын егеттең түшенә терәй).

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуым! Мин һине ошо көҙгөң аша эҙләп таптым! (Ҡарһылыуға көҙгөһөн тапшыра).

Юха менән Шүрәле:

  • Беҙҙе үлтермәгеҙ инде! Ҡыш бабайҙың бүләктәр тулы тоғон беҙ урланыҡ. Әгәр беҙгә тейһәгеҙ, ул һеҙгә эләкмәйәсәк!

Ҡарһылыу:

  • Ни эшләйек икән, балалар? Беҙгә Ҡыш бабайҙың бүләкле тоғо кәрәк бит! Бәлки, уларҙы хәйләләп еңеп булыр? Һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, былай итәйек: мин Шүрәле менән Юхаға өс йомаҡ әйтәм. Йәнәһе, улар йомаҡтарҙы сисһә, тоҡ уларға була. Ә һеҙ уларҙан алдараҡ сисергә тырышығыҙ. Килештекме?

Шүрәле:

  • Һеҙ унда нимә тип бышылдашаһығыҙ?

Ҡарһылыу:

  • Ә беҙ ошолай итергә булдыҡ: әйҙә, кем иң беренсе булып минең йомаҡтарҙы сисә, тоҡ – шуныҡы!

Юха:

  • О-о, мин йомаҡтарҙы яратам ул! Беләһегеҙме, мин ниндәй аҡыллы?

Шүрәле:

  • Ә мин үҙемдең һаҙлығымда – иң аҡыллыһы! Күреп торорһоғоҙ: бөтә бүләктәр ҙә минеке буласаҡ!

Юха:

  • Юҡ, миңә эләгәсәк!

Шүрәле (уға ташлана):

  • Юҡ, бүләктәр минеке! (Улар көрмәкләшә башлай).

Ҡарһылыу:

  • Тороп тороғоҙ әле, мин йомаҡтарҙы әйтмәнем бит әле, ә һеҙ тоҡто бүлешә лә башланығыҙ!

Шүрәле:

  • Йә, тиҙ генә йомаҡтарыңды әйтә һал! Минең оҙаҡ көтөргә ваҡытым юҡ!

Ҡарһылыу:

  • Улайһа, тыңлағыҙ! Беренсе йомаҡ:

Ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙөн дә

Ул тәлмәрйен төҫөндә.

Терпе кеүек энәле –

Әйтеп ҡарағыҙ әле!

         Юха:

  • Тәлмәрйен!

Шүрәле:

  • Алйот, тәлмәрйендең ниндәй энәһе булһын, ти!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, тәлмәрйен төҫөндә, тинем бит. Йәки нимә йыл әйләнәһенә ҡарағусҡыл йәшел төҫтә була?

Шүрәле:

  • Белдем, белдем. Ул – мин йәшәгән һаҙлыҡ!

Юха:

  • Нимә, һаҙлығыңдың энәһе бармы әллә?

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Юха, Шүрәле, белмәнегеҙ. Нимәне, ҡыш еткәс, барыһы ла йортона ултырта, матур итеп биҙәй?

Балалар:

  • Шыршы!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Ҡарһылыу, һин минең өсөн бик ауыр йомаҡ әйтәһең. Әйҙә, ябайырағын әйт!

Ҡарһылыу:

  • Ә хәҙер икенсе йомаҡ: Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ.

Шүрәле менән Юха:

  • Тау! Беҙҙең тауыбыҙ йәйгеһен һоро, ҡышҡыһын, ҡар япҡас, аҡ була! Ур-ра!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, дөрөҫ түгел. Балалар, нимә була ул?

Балалар:

  • Ҡуян!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Һин, Ҡарһылыу, уҫалһың, юрый беҙ белмәгән йомаҡты әйтәһең!

Ҡарһылыу:

  • Иғтибар, һуңғы йомаҡ ҡалды. Тышы шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. Нимә була ул?

Шүрәле:

  • Белдем! Ул – Ҡыш бабайҙың бүләк тулы тоғо. Ул шар кеүек түңәрәк, үҙе ҡан кеүек ҡыҙыл, ә эсендәге тәмлекәстәре – м-м-м! – бал кеүек татлы! Мин еңдем! Мин еңдем! Тоҡ – минеке!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Шүрәле, дөрөҫ әйтмәнең. Балалар, ни була икән ул?

Балалар:

  • Ҡарбуз!

Ҡарһылыу:

  • Афарин, балалар! Һеҙ еңдегеҙ! Шүрәле, Юха, биреләһегеҙме?

Шүрәле, Юха:

  • Ы-ыһ, ни хәл итәһең инде, биреләбеҙ. Ләкин киләһе йылда беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ! Бөтә йомаҡтарҙың да яуаптарын ятлап аласаҡбыҙ! Ул сағында тоҡ, ысынлап та, беҙҙеке буласаҡ!

Шүрәле менән Юха тоҡто сығарып бирә. Аҡъегет тоҡто ала.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Шүрәле, Юха! Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең Яңы йыл байрамына рәхим итегеҙ! Тоҡ табылды. Ә Ҡыш бабайыбыҙ ҡайҙа икән һуң? Әллә беҙҙе эҙләп йөрөп, урман араһында аҙашып ҡалдымы икән? Әйҙәгеҙ, күмәкләп уны саҡырайыҡ!

Күмәкләп:

  • Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!

Ҡыңғырау тауышы ишетелә. Ҡар ҡыҙҙары оҙатыуында Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай:

  • Һаумыһығыҙ, балалар! О-о, ҡайһылай күмәк йыйылғанһығыҙ. Хатта Шүрәле менән Юха ла килеп еткән түгелме? Һеҙҙе бында ниндәй елдәр ташланы?

Шүрәле менән Юха:

  • Беҙҙе Ҡарһылыу был матур байрамға саҡырҙы.

Ҡыш бабай:

  • Ҡарһылыу, ҡыҙым, афарин! Шүрәле менән Юха ла изге күңеллегә әйләнгәс, Ерҙә яуызлыҡ юҡҡа сыҡҡан бит! Ҡарағыҙ әле! Мин һеҙҙең өсөн бүләктәр, күстәнәстәр һалынған йомарт тоғомдо юғалтҡанмын икән, тип ҡайғырып килһәм, ул бында булған икән! (Тоғон һөйөп ала) Һай, отҡорһоң да инде, Ҡарһылыу! Минең билемдең ауыртҡанын белеп, үҙең алып килгәнһең икән! (Ҡарһылыу шаян йылмая) Тик ни эшләп әле беҙҙең ҡупшы шыршыҡайыбыҙҙың уттары янмай? Әйҙәгеҙ, күмәкләп: «Ян, ян, ян, шыршы!» – тип әйтәйек! (Күмәкләп ҡабатлайҙар. Шыршының уттары балҡып китә) Балалар! Донъя ана ниндәй матур! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп Яңы йылды ҡаршылайыҡ! Уйнайыҡ, көләйек, йырҙар йырлайыҡ, бейейек! (Бергәләшеп түңәрәккә тороп йырлашып әйләнәләр). Ә кем хәҙер миңә һөнәрен күрһәтергә теләй?

Балалар Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтә. Ҡарһылыу менән Аҡъегет, Ҡар ҡыҙҙары  бүләктәр тарата. Шүрәле менән Юха ла, балаларға ҡушылып, йырлап, бейеп, ҡыланып йөрөй.

Ҡыш бабай:

  • Һеҙҙең арала һәләтле балалар бик күп икән! Һай, афарин! Рәхмәт яуғыры! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Яңы йылда ла тырышып уҡығыҙ, тик яҡшы билдәләр генә алығыҙ, кешеләргә ярҙам итегеҙ, дуҫтарығыҙ менән татыу булығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырып ҡына тороғоҙ! Ә беҙгә көмөш ҡыңғыраулы боландарға ултырып ары елергә лә ваҡыт етте. Беҙҙе башҡа илдәрҙә лә һеҙҙең кеүек аҡыллы, матур, талантлы балалар көтә. Һау булығыҙ!

Ҡарһылыу:

  • Олатай, мине Аҡъегет Шүрәле менән Юханың тотҡонлоғонан ҡотҡарҙы!

Юха менән Шүрәле бөршәйеп төшә.

Икеһе бергә:

  • Ҡы-ҡыш ба-ба-бай, ғәфү ит! Беҙ ба-ба-башҡа улай и-итмәҫбеҙ!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, улар хәҙер үҙгәрҙе, мин уларҙы ғәйепләмәйем. Тик, әйҙә, Аҡъегетте лә үҙебеҙҙең илгә алып ҡайтайыҡ!

Ҡыш бабай:

  • Ә егет үҙе ни тип әйтер?

Аҡъегет:

  • Мин Ҡарһылыу менән ер сигенә лә китергә әҙермен!

Ҡыш бабай:

  • Афарин! Бына был, исмаһам, ысын ир-егет һүҙе!

Шул саҡ Аҡъегеттең ете ағаһы килеп инә.

Аҡъегет (аптырап):

  • Ағайҙарым? Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ?

Улар Аҡъегеттең алдына килеп тубыҡлана:

  • Аҡъегет, беҙ һинең турала хата уйлағанбыҙ икән. Һинең Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыуың – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Зинһар, беҙҙе ғәфү ит!

Аҡъегет:

  • Ҡуйығыҙсы әле, ағайҙарым! Һеҙ булмаһағыҙ, мин Ҡарһылыуҙы ҡотҡара ла алмаҫ инем! Рәхмәт һеҙгә!

Туғандар ҡосаҡлаша. Ҡарһылыу Аҡъегетте етәкләп ала.

Ҡарһылыу менән Аҡъегет:

  • Һау булығыҙ, балалар! Киләһе йылда осрашҡанға тиклем!

Шүрәле менән Юха (илай яҙып):

  • Беҙгә лә китергә ваҡыт етте. Һаҙлыҡта беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде. Һеҙ беҙгә шул тиклем оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән Яңы йылды ҡаршылауы ныҡ-ныҡ-ныҡ күңелле икән! Рәхмәт беҙҙе лә үҙегеҙҙең байрамығыҙға саҡырыуығыҙға! Киләһе йылда ла саҡырырға онотмағыҙ, йәме! Беҙ килербеҙ!

Улар барыһы ла сыға. Матур көй яңғырай. Куранттар һуға.

Әкиәтсе:

  • Йылдар үткән һайын Яңы йылды

         Ҡаршылауы, никтер, серлерәк –

         Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта

         Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк.

         Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек,

         Теләктәрҙән күңел сафлана.

         Өр-Яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте –

         Шул саҡ яңы тормош башлана!

         Яңы йыл менән, дуҫтар!

         Барыһы ла бергә:

  • Яңы йыл менән!

Әкиәтсе:

  • Байрам тамам. Әкиәтем ары, ә үҙем бире киттем. Әммә был әкиәттән алған фәһемде мыйыҡтарға урап ҡуйырға онотмағыҙ, дуҫтарым!

Әкиәтсе сыға.                   

Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.

  1. «Ҡыш бабайҙы эшлә!» конкурсы.

10 кешенән торған ике команда ҡатнаша. Ҡыш бабай төшөрөлгән ике һүрәт стенаға эленә. Тик һүрәттә Ҡыш бабайҙың башы һәм кәүҙәһе генә бар. Ә ике күҙе, танауы, ауыҙы, һаҡалы, ике аяғы, ике ҡулы, тоғо пластилиндан эшләнеп, тәрилкәгә һалына. Күҙҙәре бәйләнгән ҡатнашыусылар тәрилкәлә ятҡан «ағзаларҙы» табып, һүрәттәге Ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. Ҡайһы команда алдан бөтә һәм кемеһенең һүрәте теүәлерәк сыға?

  1. «Алтын ҡапҡа» уйыны.

Ике Ҡар ҡыҙы, ҡулдарын өҫкә  күтәреп тотоношоп, ҡапҡа булып тора. Балалар түңәрәк яһап тороп, шул ҡапҡа аҫтынан үтергә тейеш (ҡапҡа булған бер Ҡар ҡыҙы түңәрәктең эсендә, ә икенсеһе – тышында тороп ҡала). Ҡар ҡыҙҙары былай тип һамаҡлай:

  • Үтәбеҙ алтын ҡапҡанан,

Эшләнгән алтын таҡтанан.

Эй, үтәбеҙ, эй, көтәбеҙ

Кемдең килеп ҡапҡанын!

«Ҡапҡанын» һүҙенә еткәс, Ҡар ҡыҙҙары ҡапыл күтәреп торған ҡулдарын аҫҡа төшөрә. Кем эләгә, шуға наказ бирелә.

  1. Ҡар осороу.

Балаларға кескәй мамыҡ киҫәктәре таратып бирелә. Улар уны тартҡылап, «ҡар» әүәләй һәм «Башланыҡ!» тигәс тә уны аҫтан өҫкә  өрөргә тейеш. Кемдең ҡары иң оҙаҡ һауала эленеп тора – шул еңеүсе.

  1. Уртаға быйма ултыртып, шунда «ҡар» (ҡағыҙ) ташлау.

7-8 бала ҡатнаша. Йыл ырыҫлы килһен өсөн ҡар күп булырға тейеш. Уйнатыусы Ҡар ҡыҙҙары балаларға ҡағыҙҙар таратып бирә. Уртаға ҙур быйма ултыртыла. Ым бирелгәс тә, балалар ҡағыҙҙы, йәғни, «ҡарҙы», йомарлап, быйма эсенә ташларға тейеш. Кем күберәк мәрәй йыя – шул еңеүсе.

  1. «Уйынсыҡты таны!»

Балалар тоҡ эсенә ҡулдарын тығып, унда ниндәй уйынсыҡ  ятҡанын танырға тейеш. Дөрөҫ әйтһә, шул уйынсыҡ уға эләгә.

  1. «Көлдөрткөс» уйыны.

Уйнатыусы Ҡар ҡыҙы балаларҙың һәр береһенең ҡолағына ҡыш, Яңы йыл менән бәйле исемдәр әйтеп сыға. Мәҫәлән, боҙ, һырғалаҡ, ҡар, шыршы, тубырсыҡ, курант һ.б. Көлдөрткөс инә һәм балаларҙың һәр береһенә яҡын килеп ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә. Мәҫәлән: «Исемең кем?»  – «Боҙ». «Нимә, тоҙ, тиһеңме?» – «Боҙ». «Ә-ә, берәй нәмәне боҙорға ҡушаһыңмы әле, ә?» – «Боҙ».  «Нимә, тутыйғош булдыңмы әллә? Йә,  тағы берәй һүҙ әйтеп ҡара әле!» – «Боҙ» һ.б. Көлдөрткөс нисек тә көлдөрөргә тырыша, тик балалар көлөргә тейеш түгел. Кем көлә – шул йә уйындан сыға, йә наказ ала.

  1. Епкә эленгән приздарҙы күҙ бәйләнгән килеш ҡырҡыу.
  2. Байрам барышында «Иң яҡшы Яңы йыл кейеме» конкурсы ойошторола. Уйындарҙың еңеүселәре урындар йәки номинациялар буйынса баһаланыуы мөмкин.

  (Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды).

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

[b]Ҡатнашалар:Шайтан.Мәскәй әбейҠар бөртөктәреБүреАйыуТөлкөҠуянТейенҠыш бабайҠарһылыу

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )


Ҡатнашалар:
Шайтан.
Мәскәй әбей
Ҡар бөртөктәре
Бүре
Айыу
Төлкө
Ҡуян
Тейен
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу

Сәхнәлә талғын ғына көй уйнай. Уртала биҙәләгән шыршы аҫтында Шайтан йоҡлап ята. Ҡапыл уянып, тороп ултыра, күҙҙәрен ыуалап, кирелеп -һуҙыла.

Шайтан. Оҙаҡ йоҡлап киткәнем! Ух, үҙем йоҡларға яратам да инде! (ҡапыл биҙәлгән шыршыны күреп ҡала) Уй-уй-й-й-й, ҡайһылай ҙа матур! (Уйынсыҡтарын тотоп ҡарай- ҡарай шыршыны уратып сыға. )У-у-у, ниндәй генә уйынсыҡ юҡ! Семәрле, төрлө — төрлө биҙәкле, янып, ялтырап торғандары! Уттары һуң, нисек нур сәсәләр! ( Башын сайҡап, оҙаҡ һоҡланып ҡарап тора. Ҡапыл күңелһеҙләнеп) Кем биҙәгән был шыршыны ?! (Тамашасыларҙан һорай) Кемдәр биҙәгән икән был һылыуҡайҙы, һеҙ күрмәнегеҙме!?( Иламһырап) Миңә лә әйтмәгәндәр. Уянмаһам, бер нәмә лә белмәй йоҡлап ятып ҡалыр инем! Ух, күрһәтәйем әле мин һеҙгә! ( Ике ҡулын һелтәп)
Әпсен- төпсөн, әпсен –төпсөн
Шыршылағы уттар һүнһен.
( Уттар һүнмәгәс, тағы ҡабатлай) Был ни хикмәт! Нимә булған? Былай булма-а-а-ай! Дуҫымдан ярҙам һорайым әле! ( Кеҫә телефонын сығарып шылтырата башлай). Дуҫ, тиҙерәк килеп ет! Миңә ярҙам кәрәк! (Телефонын кеҫәһенә кире һала, тамашасыларға ҡарап) Минең дуҫ көттөрә торғандарҙан түгел! Хәҙер үк килеп етер!(Ҡулын болғап улай-былай йөрөй)
(Һеперткеһенә атланып, һыҙғырып, Мәскәй әбей килеп инә.Ҡосаҡлашып күрешәләр.)
[b]Мәскәй әбей. Һауғынаһыңмы, Шайтан дуҫ! Тағы нимә булған!
Мәскәй әбей.
Күреп тораһыңдаһа һау икәнемде!(Иламһырап) Ана, ҡара! Ҡайһылай матур итеп шыршыны биҙәгәндәр, ә беҙгә әйтмәгәндәр ҙә. Бына әле уянып китмәһәм, мин йоҡлап, ә һин ситтә йөрөп ҡала инең ( Иламһырап) Моғайын, берәй байрамға әҙерләнгәндерҙер әле!
Мәскәй әбей. Шәп! Бик шәп биҙәгәндәр!(Шыршыға ҡарап).
Шайтан. Ана, һин дә шулай итеп әйтәһең! (Хәйләкәр ҡарап) Әйҙә , шыршының уттарын һүндерәйек!
Мәскәй әбей. Булдырабыҙ уны! ( Шыршы тирәләп йөрөй, ҡулдарын ыуып-ыуып устарына төкөрә).
Әпсен- төпсөн, төпсөн- әпсен,
Елдәр иҫегеҙ, ендәр, килегеҙ.
Ҡупшы шыршының, уттарын
Хәҙер үк, хәҙер үк һүндерегеҙ!
Шайтан. Һүнмәй бит!Һүнмә-ә-әй!(Илай башлай).
Мәскәй әбей. Ух, уттар һүнмәне, был ни эш? Илама, дуҫҡай! Хәҙер беҙ уны, хәҙер һүндерәбеҙ! (Төкөрә-төкөрә устарын усҡа һуға).
Әпсен- төпсөн, төпсөн- әпсен.
Уттар һүнһен, уттар һүнһен! ( Уттар һүнә)
Шайтан менән Мәскәй әбей ҡыуанышып, устарын усҡа һуғып һикерешә
Мәскәй әбей, Шайтан: Булдырҙыҡ, булдырҙыҡ! ( Һеперткегә атланып, һыҙғырып, залдан сығып китәләр.Айыу, бүре, ҡуян, төлкө залға инә, аптырашып шыршы тирәләп йөрөйҙәр).
Бүре. Нимә булған? Ни эшләп шыршыбыҙҙа ут юҡ?
Төлкө. Кемдең эше? Айыу ағай, һин нимә уйлайһың?
Айыу. Былай аптырашып, көтөп тороп булмай, әйҙә, һүндереүсене эҙләп, юлға сығыйыҡ !
Бүре. Эйе, Айыу ағай, дөрөҫ әйтәһең, эҙләп юлға сығайыҡ!Һылыуҡайҙың уттарын яңынан ҡабыҙайыҡ (Залдан сығалар).
Талғын ғына музыка уйнай. Ҡар бөртөктәре бейей-бейей инә. Бер ҡар бөртөгөнөң ҡулында – Ҡыш бабайҙың таяғы. Шыршы тирәләп өрөлөп бейейҙәр.
1-се ҡар бөртөгө.Бына Ҡыш бабайҙың таяғын алып килдем.
2-се ҡар бөртөгө.Тиҙҙән үҙе лә килеп етер.Таяғын шыршы төбөнә һалайыҡ.
Бөтәһе бергә.Эйе, эйе шыршы төбөнә һалайыҡ.
1-се ҡар бөртөгө (Таяҡты шыршы төбөнә һала) Ни эшләп һылыуҡайыбыҙҙа ут юҡ? (Аптырап шыршыға ҡарайҙар).
2-се ҡар бөртөгө.( күңелһеҙ генә) Ни эшләп ҡупшыҡайыбыҙ балҡып тормай?
3-се ҡар бөртөгө. Моңаймайыҡсы, һылыуҙар. Әйҙә, шиғыр һөйләп, бейеп, йырлашып алайыҡ!
1-се ҡар бөртөгө: Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре ,
Дуҫыбыҙ – һалҡын елдәр.
Әйҙәгеҙ бергә уйнайыҡ,
Һыуыҡтан ҡурҡмай кемдәр!
2-се ҡар бөртөгө: Йондоҙ кеүек күбебеҙ,
Боҙ һарайҙан өйөбөҙ. Баҫтырышып уйнайбыҙ.
Тик тормайбыҙ үҙебеҙ.
3-сө ҡар бөртөгө: Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,
Йымылдашҡан бөртөктәр.
Күктә елпенеп осһаҡ,
Һоҡлана беҙгә күптәр.

4-се ҡар бөртөгө: Беҙ аҡ ҡар бөртөктәре
Һибелеп төштөк күктән.
Осрашыу минуттарын
Һағынып көттөк күптән.

Шыршы тирәләй бейеп йөрөйҙәр. Шул саҡ Мәскәй әбей менән Шайтан инә.
Шайтан. Былар кемдәр? Ҡайҙан килгәндәр?
Мәскәй әбей. Туҡта! Эште боҙоп ҡуйма! Һорашайыҡ! (Йөҙ ҡифәттен һыйпап, Мәскәй әбей күлдәген тартҡылап төҙәтә һәм йомшаҡ тауыш менән) Эй, балаҡайҙарым, һеҙ ҡайһы яҡтарҙан килдегеҙ?
1-се ҡар бөртөгө. Аҡ бурандар иленән,
Килдек һеҙгә үҙебеҙ.
Аҡ теләктәр генә,
Һеҙгә әйтер һүҙебеҙ.
4-се ҡар бөртөгө. Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,
Ҡыш бабай була хужабыҙ.
Муллыҡ, именлек теләп,
Йыл һайын ергә төшәбеҙ.
Әле беҙ хужабыҙҙы
Тағы һағынып көтәбеҙ.
Шайтан.(Ҡар бөртөктәренең биттәрен һыйпап тотоп ҡарап һоҡлана -һоҡлана ) У-й-й, ҡайһылай һин матурһың. (Икенсеһенә) и-и-и , ҡайһылай һин сибәрһең. (Өсөнсөһөнә). Ә һин шундай гүзәлһең.
(Мәскәй әбей ҙә башын сайҡай-сайҡай һоҡланып артынан йөрөй.Ҡар бөртөктәре биттәрен сира-сира тороп ҡала).
Мәскәй әбей. (юхаланып) Ҡыш бабайҙы көтәһегеҙме?!

Ҡар бөртөктәре. Эйе, эйе. Ҡыш бабайҙы көтәбеҙ!Тик шыршыбыҙҙа ут янмай (Күңелһеҙ генә).
Шайтан. Ә-ә-ә, эшегеҙҙе белдек?Беҙһеҙ байрам итмәксе булдығыҙмы!( Сәпәкәйләп, һикерә-һикерә)Утты һүндереп, шәп иттек!Шәп иттек!

Мәскәй әбей. Туҡта!Туҡта, тим! ( Шайтанды еңенән тартып туҡтата, ҡар бөртөктәренә ҡарап, итәғәтле йылмайып). Ярай, беҙгә китергә ваҡыт, һау булығыҙ!

Мәскәй әбей менән Шайтан һеперткегә атланып, һыҙғырып сығып киткән була ла, шыршы аҫтына йәшенә).

2-се Ҡар бөртөгө. Тимәк, утты Мәскәй әбей менән Шайтан һүндергән.
3-сө Ҡар бөртөгө (Бер-береһенә ҡарап ). Әйҙәгеҙ, был хаҡта тиҙерәк Айыу менән Бүре ағайға хәбәр итәйек (сығалар).

(Шайтан шыршы аҫтынан ҡапыл ҡысҡырып ебәрә.)
Шайтан.Әлеү-әле-е-еү!
Мәскәй әбей. Тағын нимә булды?
Шайтан. Ҡулым өшөй!Был нимә ул?
Мәскәй әбей. Ҡайҙа ҡарайыҡ, нимә икән? (Ах та ух килеп, икәүләшеп таяҡты һөйрәп сығаралар).
Мәскәй әбей. Был бит Ҡыш бабайҙың таяғы! (Шайтан: ”Эйе-эйе!”– тип ҡеүәтләп тора). Ишеттеңме, ҡар бөртөктәренең нимә һөйләгәнен? Ҡыш бабай бында юлланған, тиҙәр бит!
Шайтан.
Хәҙер нимә эшләйек инде?( Иламһырап).
Мәскәй әбей. Әйҙә, дуҫ, Ҡыш бабайҙың таяғын урлайыҡ, юлын быуайыҡ!
Шайтан. Эйе-эйе, бик шәп! Киттек! (Ҡыуанышып шыршы тирәләй һикерә-һикерә бейеп сығып китәләр).
Ҡуян, төлкө, тейен инә
Ҡуян. Шыршыбыҙҙа ут юҡ! (Күңелһеҙ генә).
Тейен. Ҡыш бабай ҙа етеп киләлер.
Төлкө. Бойоҡмағыҙ! Бер нәмәһен уйларбыҙ!

Шул саҡ Бүре Шайтанды, Айыу Мәскәй әбейҙе етәкләп, улар артынса ҡар бөртөктәре инә.
Бүре. Шыршы уттарын һеҙ һүндерҙегеҙме?
Айыу. Дөрөҫөн әйтегеҙ? (Таяҡты күреп)Был бит Ҡыш бабайҙың таяғы!
1-се Ҡар бөртөгө. Эйе-эйе, был Ҡыш бабайҙың таяғы!
2-се Ҡар бөртөгө.Ҡыш бабай таяҡ эҙләйҙер,
Ел-дауылдар осороп.
Таба алмай ҡаңғыралыр,
Беҙҙең өсөн борсооп.
Бүре.
Хәҙер үк бирегеҙ бында! Урлашырға ярамай! (Таяҡҡа талашып, тартҡылашалар, “Юҡ ул беҙҙең таяҡ, бирмәйбеҙ, беҙҙеке, тибеҙ, бирмәйбеҙ!”– тигән Мәскәй әбей менән Шайтандың ҡысҡырышҡан тауыштары ишетелә.Таяҡты Айыу тартып алып, ҡар бөртөгөнә бирә)
Айыу. Урлашырға, алдашырға ярамай! Дөрөҫөн һөйләгеҙ! Юғиһә үҙегеҙҙе урмандан ҡыуабыҙ!
Мәскәй әбей менән Шайтан (тубыҡланып.) Зинһар өсөн ҡыумағыҙ!?
Шайтан
. Беҙ, беҙҙе байрамға саҡырмағанығыҙ өсөн үпкәләгәйнек. Зинһар , беҙҙе ғәфү итегеҙ!
Мәскәй әбей. Эйе, эйе беҙҙе ғәфү итегеҙ! Башҡа улай итмәйбеҙ!
Айыу. Ғәфү итәбеҙме?! ( Балаларға ҡарап) ( Барыһы ла, эйе, эйе , тиҙәр) Ярай, улай булғас! Бөтәһе лә риза ! Ғәфү итәбеҙ. Ә хәҙер шыршыбыҙҙа утты яндырығыҙ!
Шайтан. Ул! Ул! ( Бармағы менән төртөп Мәскәй әбейгә күрһәтә)
Мәскәй әбей. Шыршы уттары, ҡабынығыҙ! Э-э-э, тылсымлы һүҙҙәр кәрәк бит әле! (Балаларға ҡарап). Зинһар, ярҙам итегеҙ! Әйҙәгеҙ бергәләп: “Ҡабын, шыршы, ҡабын!” – тип әйтәйек! (Күмәкләп)Ҡабын, шыршы!Ҡабын!
(Шыршыла уттар ҡабына. Талғын көй аҫтында бөтәһе лә ҡыуанышып шыршы тирәләй бейеп йөрө.
Музыка аҫтында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу инә.

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, барығыҙ ҙа!
Барыһы ла. Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!
Ҡар бөртөгө.
Ап-аҡ ҡарҙар менән,
Ап-аҡ бәхеттәр яуһын.
Нурланып тоһон илебеҙ,
Тыныс булһын күгебеҙ!(Таяҡты Ҡыш бабайға бирә)

Ҡыш бабай. Рәхмәт, ҡыҙым!Донъялар тыныс булһын,
Яңы йыл ҡотло булһын!
Ҡарһылыу Төклө аяғың менән,
Хуш киләһең, яңы йыл”

Артабан байрам дауам итә.

Линиза ШАКИРОВА.
Белорет ҡалаһы.

Яңа ел кичәсе – 2020 ел.

Жыр «Яна ел вальсы» , «Лэйсэн» хатын кызлар вокал ансамбле жырлый.

1.Якты өмет сыман, Тузгый ап-ак буран.

Шатлык белән тулы йөрәкләр.

Өр яңа ел килә бәхет керсен илгә .

Телик әле изге теләкләр

2.Ил гел тыныч булсын, Сабыйлар күп тусын.

Кавышсыннар өзлеп сөйгәннәр.

Яшәсеннәр бергә Һәркемдә бит җиргә

Рәхәт яшәр өчен туганнар. ак карлар ява бурап — бурап

1.Хәерле кич, хөрмәтле дуслар, туган нигезләрен сагынып кайтучы кунаклар! Яңа ел белән сезне!

2.Бусагадан атлап керергә әзер торган  2020 нче ел котлы булсын. Зур сөенечләр, иминлек, беркайчан да бетмәс бәхетләр алып килсен!!! 

1.Күңелләргә нур өстәп, иң матур көннәре, игелекле, бәрәкәтле эшләре белән 2019 нче ел илебездән китә. Яңа елга кергәндә без гадәт буенча иске елда узган юлга әйләнеп карыйбыз…

2.Ә хәзер кыскача гына башкарган эшләргә йомгак ясау һәм бәйрәм белән котлау өчен сүзне Кодаш авыл советы биллэмэсе башлыгы Габсалямов Азат Финарат улына бирәбез. Рәхим итегез!.. 

1.Кар болытын җилләр сүтеп бара,

Ел арты ел шулай үтеп бара.

Уралса да уйлар ак хыялга,

Уза гомер, уза, атлый алга.

2.Ярдан дулкын каккан көймә кебек,

Бер ел чикте дисбе төймә кебек.

Чигәләргә сылап карның агын,

Бер ел шулай узып китте тагын… 

Концерт номеры……(1.жыр Алсу Каримова. 2 бию Илюза Хисматова.)

(Уен или Жыр)

1.Петр 1 фәрманы белән Яңа ел 1700 нче елда 1 гыйнварда үткәрелә башлый. Яшебез ничә дә булса да, 8 яшьтәме, 18 дәме, 50 дәме, 70 тәме, мөһим түгел. Яңа елга зур өметләр баглый. Кышның салкын айларында үтүенә карамастан бу бәйрәмне чиксез яратабыз, котеп алабыз.

2.Димәк, бәйрәм җыр – биюсез, әлбәттә инде, уеннарсыз булмый…

Хәзер сәхнәгә кызыклы уенга чакырам. Чама белән 5 кешене.

ничек 
Уен: Кайберәүләрнең перчатка белән капчыкка… кар тутырганнары бар, ә менә шырпы кабына шырпы тутырганнары бар микән? 

Перчатка белән шырпы тутыру уены. 

1.Ап — ак карлар ява бурап — бурап,

Уй — гамьнәрем кайта урап — урап,

Урап кайта б ә х е т көткәннәргә,

Китеп бара ерак үткәннәргә. 
Бурап — бурап ап — ак карлар ява,

Аклыклары күңелләргә дәва.

имин юллар гына

Концерт номеры ….(1.Жыр Флорида Хузина,2.Бию Кошки.)

Кадерле дуслар эйдэгез эле бездэ узебезчэ татарча берне оздереп биеп алыйк.

татар биюе  башкарыла, биюгә тамашачылар да чакырыла.

1.Дуслар, үзенең Кар кызын ияртеп, яраткан җәнлекләрен, н и к т ер, 

үзе белән алмыйча

, мәңге яшь Кыш бабабыз да килеп җиткән. Әйдәгез аларны кул чабып каршы алыйк…

Рәхим итегез, Кыш бабай. Кар кызы,Яна ел!

Кыш бабай. Исәнмесез, улларым, кызларым! Исәнмесез, килгән кунаклар! Котлы булсын Яңа еллар! Яңа ел сезнең барыгызга да бәхет, шатлык, сәламәтлек алып килсен. Күңелләрегез мәңге яшь булып калсын! Юлда килгәндә бик арыдым.

Мин бераз утырып ял итеп алыйм, ә кызым син сөйли тор. Кар кызы. 

Дуслар җыелды кичәгә, 

Балкый бәйрәм утлары! 

Дөнья якты! Бу галәмнең 

Җырлаган минутлары! 

Сөен, күңел! Уйна да көл, 

Килде бәйрәм сәгатең 

Куансыннар картлар, яшьләр, 

Белеп шатлык сәгатен!.. 

1.Йә, рәхим ит, Яңа ел, төкле аягың белән. 

Яңа ел. Исемем минем — Яңа ел 

Мин бәхет таратучы. 

Җир йөзендә һәр нәрсәне 

Өзелеп яратучы. 

Сезне өзелеп сагынганга 

Килдем мин яныгызга. 

Бәхет, шатлык, 

сәламәтлек 

Телим мин барчагызга. 

Үз илемдә, үз телемдә 

Бәйрәм белән котлыйм Сезне. 

2020 нче елның 

Имин булсын һәрбер көне 

2.Рэхмэт амин шулай булсын,эйдэ эле яна ел оздереп берне биептэ курсэт.

(яна ел биюе)


2.Кыш бабай, син ял ит, без сиңа үзебезнең чыгышыбызны күрсәтеп китик әле. 


Кон.номер.1. Жыр Фларида Хузина. «Сандугач», 2.Сказка.

2.Уенга рэхим итегез дуслар.Кыш бабай белән берлектә “Фикер йөртү” уены 5-6 кешене чакырабыз. Әйдәгез, Кыш бабай киткәнче аның белән уйнап калыгыз.  

Кыш бабай, уен синнән башлана. Үз гомереңдә күп җирләрдә йөрдең, янәшәңдә һәрчак г ү з ә л зат — Кар кызы булды. Син үзең яратып дәшкән иң матур хатын – кыз исемен әйт әле. (Кыш бабай яраткан хатын кыз исемен әйтә. Калганнар чират буенча соңгы хәрефтән башланган хатын-кыз исемен әйтәләр. Кем әтә алмый –шул уеннан чыга бара.Азаккы кеше җиңүче була.) 

……М ә с ә л ә н, 

1.Хупҗамал – Ландыш – Шаһидә – Әнисә – Әдип – Петр – Раил – Ленар – Рәис – Сәлим- Мостафа –Айрат – Таһир –Рәфис-Сәйдәр – Рифкат – Тәкый – Йолдыз – Зариф – Фаил – Ләбиб – Булат – Таҗи – Ирек- Камил –

ягыннан килдем мин

-Маскалар керә. (киенеп килучелэр булса)

1. Менә Кыш бабай адаштырып калдырган җәнлекләрең дә килеп җитте.

— Әйдәгез, хәзер Кыш бабай белән Кар кызын үзенең якыннары белән биетеп алыйк.


Бию көе куела. 

2.Кыш бабай, еллар гасырларга тупланса да, дәртең, яшьлегең һаман арта гына бара. Күңелгә чиксез өметләр, ышаныч, җирдә яшәргә көч бирәсең. Рәхмәт сиңа. Киләсе елларда да сине шулай көтеп алсыннар.


Бию мышки


Кыш бабай. Улларым, кызларым! Сезнең белән бәйрәм бик күңелле булды. Безнең китәр вакытыбыз да җитте. Мин сезнең янда үземнең оныгымны — Яңа елны калдырам. 2020 нче елда барыгыз да аның белән дус булырга тырышыгыз. Яңа ел илебездәге тынычлыкны сакласын, барыбызга да сәламәтлек алып килсен. Оныгым, син кайда кил бирегэ сүз хәзер сиңа.

Кыш бабай белән Кар кызы чыгалар.  1.Әйдәгез, безгә өр яңа ел калдырган, күңелле бәйрәм мизгелләре бүләк иткән Кыш бабай белән Кар кызын алкышлап озатыйк. Сау булыгыз.сәламәтлек 


Сказка «Три девицы»

2.Чираттагы уенны тәкъдим итәбез.  (жебегэн )

1.Яңа елда исән — мул тормышка

Аяк бассак иде, йа Рабби!

Кил, Яңа ел, изгелегең белән

Явызлыкны беркем яратмый. 


2.Күкләр аяз, 
дөнья имин булсын,

Авырлыклар ишек какмасын.

Шәфкатьле бул, беркем бу тормышта

Шатлык чәчеп, кайгы тапмасын.


1.Иңнәренә тормыш авырлыгын

Күтәрмәсен ялгыз аналар.

Ата — ана тигезлеге белән

Пар канатлы үссен балалар.


Э хэзер барыгызныда яна ел валсына чакырабыз.


Жыр «Лэйсан» хатын кызлар вокал ансамбле.


2.Дөнья матур, илләр имин булсын,

Тыныч булсын туган җиребез.

Сәламәтлек, бәхет, шатлык белән

Узса икән һәрбер көнебез. 

1.Хөрмәтле дуслар , кунаклар, бүгенге бәйрәм кичәсендә актив катнашканнар!.. Якынлашып килүче 2020 нче елда барыгыз да сау – сәламәт булыгыз. Кышкы аклыкка. Язгы сафлыкка, җәйге җылылыкка, 

көзге муллыкка сөенеп, тормыштан тәм табып, өмет белән яшәгез. Кайгы — хәсрәтләр, борчу — мәшәкатьләр сезне ерактан урап узсын. Яңа елда гына түгел, ә ел буе кәефләрегез һәрвакыт күтәренке булсын.  Сау булыгыз!

Хуш киләһең, Яңы йыл!

Яңы йыл кисәһе өсөн сценарий.

Ҡатнашалар:

Алып барыусы.

Ҡуяндар.

Айыу.

Шайтан.

Әбйәлил.

Бүре.

Сусҡа балалары.

Терпе.

Әтәс.

Тауыҡтар.

Төлкө.

Мәскәй.

Ҡыш бабай.

Ҡарһылыу.

Яңы йыл.

Байрамса зал. Уртала биҙәлгән шыршы, музыка уйнай. Төрлө йәштәге,төрлө кейемдәге балалар йыйыла.

Алып барыусы.

Аҡбуҙ аттар сабып килә

Минең тыуған яҡтарҙан.

Дуғаһына еҙ ҡыңғырау,

Дуғаһына йөҙ ҡыңғырау

Таҡҡан етеҙ аттарҙа.

Шулай килә ҡыштың туйы

Аҡ ялан юлдарынан.

Уңға- һулға ҡарҙар оса

Үрелгән ялдарынан.

Хөрмәтле тәрбиәселәр, уҡытыусылар, ҡыҙҙар һәм малайҙар, Яңы йыл кисәһен башлайыҡмы? Әллә урмандан киләсәк ҡунаҡтарҙы көтәйекме? (Башлайыҡ- тигән тауыштар.)

Ике ҡуян йүгереп килеп инә.

Ҡуяндар. Киләләр, барыһына ла әйттек! Хәҙер киләбеҙ,тинеләр.

Айыу (инә). Нимә тип мине был Шешҡолаҡ ҡыш уртаһында йоҡонан уятып йөрөй?

Ҡуяндар. Беҙ бит һине байрамға, Яңы йыл байрамына, саҡырҙыҡ.

( Ҡулына арҡан тотҡан Әбйәлил килә, артынан Шайтан инә.)

Шайтан. Әбйәлил, зинһар, аҫма инде күлемде. Мин нимә эшләрмен, минең балаларым, туғандарым ҡайҙа уйнарҙар? Улар бит унда көн дә сумып- сумып уйнайҙар.

Әбйәлил. Юҡ, аҫам, күккә аҫып ҡуям. Торһон балыҡтары ҡойолоп. Юҡһа һеҙ беҙҙең балаларҙы ҡурҡытаһығыҙ, йә һыу инәһе булаһығыҙ, йә ҙур балыҡ булып ҡыланаһығыҙ.

Шайтан. Әбйәлил, бына бит күреп тораһың, минән бер бала ла ҡурҡмай. (Балаларҙы ҡосаҡлап яратырға итә.) Мин һиңә ни теләһәң, шуны бирермен, ни ҡушһаң, шуны эшләрмен. Бына ниндәй һөнәрҙәрем бар! ( Тәкмәс атып, бейеп, йығылып, тәгәрәп күрһәтә.)

Әбйәлил. Эй, Шайтан, шулмы һөнәрең? Ярай бөгөнгә аҫмай торам, бөгөн Яңы йыл байрамы! Шулай бит, балалар? Бөгөнгә бөтәбеҙ ҙә Шыршы байрамын ҡарайыҡ. Әгәр тағы шайтанланып йөрөһәгеҙ, күлегеҙҙе күккә аҫам.

( Шул ваҡыт сырылдашып йүгерешеп Сусҡа балалары инә, улар артынан Бүре йүгерә.)

Алып барыусы. Ни эшләп йүгерешәһегеҙ, йомро морондар, кемдән ҡурҡаһығыҙ?

Сусҡалар. Бүре килә! Бүре артыбыҙҙан ҡыуа. Ул беҙҙе ашай!

Алып барыусы. Ни эшләп Бүребай һин уларҙы ҡурҡытаһың?

Бүре. Юҡ, мин ҡурҡытмайым, уларҙы Шыршы байрамына саҡырырға иткәйнем. Улар үҙҙәре ҡурҡып ҡастылар.

Алып барыусы. Һеҙ йүгерешеп килеп бик һәйбәт иткәнһегеҙ, хәҙер бында байрам- Шыршы байрамы башлана. Шуға күрә бөгөн бер кем бер кемде лә ашамай, туҡмамай, бер кем бер кемде лә рәнйетмәй.

Терпе йүгереп килеп инә.

Терпе. Киләләр! Киләләр! Ҡунаҡтар килә. Урман-ҡырҙарҙан ғына түгел, ауылдан да киләләр.

Ки-ки-ри күк- тигән тауыш.

Әтәс. Беҙ ҙә килергә булдыҡ шыршы байрамына. Төлкөнән, Ябалаҡтан да ҡурҡып торманыҡ… Ки-ки-ри-к-к-к, көт-көт-кө! (Йүгерешеп тауыҡтар инә.) Башым тараҡ, ҡойроғом ураҡ, ҡулымда салғы. Төлкөнән ҡурҡмайбыҙ.

Төлкө инә.

Төлкө. Ҡурҡмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, хөрмәтле күршеләрем. Һеҙ булмаһағыҙ, мин ни эшләрмен. Күпме халыҡ йыйылған шыршы байрамына. Ә шулай ҙа иң яҡшы хәбәрҙе мин алып килдем…

Алып барысы. Ниндәй хәбәр ул?

Төлкө. Ә һөйөнсөһөнә миңә ҡыҙҙырылған тауыҡ бото!

Әтәс. Нимә?!

Төлкө. Юҡ, юҡ, тауыҡ бото-окорочканы яратмайым да, кәрәкмәй ҙә, һуңғы ваҡыт миңә ҡоймаҡҡа уралған, ҡаймаҡҡа манылған ҡаҙ бото оҡшай башланы.

Алып барыусы. Һөйөнсө хаҡын һорап алмайҙар, хәйләкәр! Нимә бирәләр, шуға риза булалар. Ниндәй һөйөнсө?

Төлкө. Оҙаҡламай бында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килә.

Алып барыусы. Ҡайҙан беләһең, ҡайҙа күрҙең уларҙы?

Төлкө. Күрмәнем… Ана бит, шыршы ултыра, биҙәлгән… Оҙаҡламай Яңы йыл етә, шулай булғас, килерҙәр инде.

Алып барыусы. Ах һин, хәйләкәр! Был бит һөйөнсө булмай. Уларҙың килере былай ҙа билдәле. Йә, ярай, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәнсе бындағы йыйылған ҡунаҡтар менән йырлашып, бейешеп алайыҡ, әйҙәгеҙ әле, тотоношайыҡ. Шыршы, Яңы йыл тураһында йырҙар йырлайыҡ, шиғырҙар уҡыйыҡ, табышмаҡтар әйтәйек.

Шыршы тирәләй әйләнеү. Йырҙар, бейеүҙәр, төрлө уйындар. Геүләгән тауыш ишетелә. Мәскәй әбей килеп инә.

Мәскәй. Эй-й, һеҙ бындамы ни, ә мин һеҙҙе урмандан осоп эҙләнем, яландарҙы үттем, һеҙ бында икәнһегеҙ, әлдә үҙемдең осҡосом бар! (Һеперткеһен күрһәтә.) Был булмаһа, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу кеүек ҡарҙа, буранда ҡалған булыр инем. (Һеперткеһен үбә.) Эй, онотоп торам! Һеҙгә бит телеграмма ебәрҙеләр!

Алып барыусы. Ҡәҙерлеләрем! Беҙ бер-ике көндән килеп етербеҙ. Буран юлға ҡалын ҡар һалған, самолет осмай. Аттар арыны. Ҡар санаһы саҡырттым. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай.

Мәскәй. Бына шул-шул. Һеҙ бында рәхәтләнеп байрам итеп, йырлап, бейеп йөрөйһөгөҙ.

Төлкө. Бөтә күстәнәстәрҙе үҙҙәре генә ашап бөтә инде.

Айыу. Һин, хәйләкәр, юҡты һөйләмә әле.

Бүре. Былай булмай бит инде, йәмәғәт, ни эшләйбеҙ?

Ҡуян. Әллә мин саптырып ҡына барып киләйемме? (Барыһы ла уйлайҙар.)

Терпе. Таптым, таптым, уйлап таптым.

Айыу. Йә, һөйлә, Энәбай.

Терпе. Мәскәй инәй бар бит әле бында, ул һеперткеһе менән осоп ҡына барып, юлдарын һепереп, юл күрһәтеп бында алып килһен.

Айыу. Һай, Энәбай, үҙеңдә лә баш бар икән…

Бүре. Мин энәгә генә баймы тиһәм, аҡылға ла бай икән.

Мәскәй. Юҡ, юҡ. Мин бармайым, телеграмма килтергән дә еткән, заправкам да юҡ, етмәһә, йәмһеҙмен…

Айыу. Бигерәк сибәр, бигерәк һылыуһың инде, Мәскәй, ул йөҙөң, ул танауың, ул һеперткең. (Мәскәй быға иреп китә, ул шат.)

Мәскәй. Йә, ярай инде, шул тиклем маҡтағас, остом, көтөгөҙ! (Бейеп сығып китә.)

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, дуҫтар, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәнсе беҙ ҙә йырлашып, бейешеп алайыҡ. (Музыка,йыр, бейеү, һөнәрҙәр.)

( Мәскәй шыжлап килеп инә.)

Мәскәй. Һөйөнсө! Киләләр!

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, дуҫтар, беҙ уларҙы саҡырайыҡ, йә икенсе яҡҡа үтеп китерҙәр. (Ҡыш бабайҙы саҡырыу, төрлө тауыштар, музыка… Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Яңы йыл килеп инәләр. Шыршыны ҡарап әйләнеп сығалар, ҡунаҡтар менән иҫәнләшәләр.)

Ҡыш бабай.

Илем менән күсә-күсә,

Төрлө ерҙәрҙе үттек.

Ҡар бурандарҙы туҙҙырып,

Бында ла килеп еттек.

Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, дуҫтарым минең! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Һеҙҙе һағынып, бына, көскә килеп еттек. Яңы йылды ла үҙебеҙ менән алып килдек. Ул әлегә бик йәш әле, бер йылдан ул да минең кеүек ҡартайып китер.

Ҡарһылыу. Олатайым, ҡарасы, шыршы нисек матур биҙәлгән, ә күпме ҡунаҡтар, матур-матур кейемле малайҙар-ҡыҙҙар.

Ҡыш бабай. Ҡыҙым, беҙ нисек йырлай инек әле?

Ҡарһылыу. Ә-ә, иҫемә төштө, олатай, былай.

Йәшел шыршы матурлана,

Уйынсыҡтар тағылһа.

Алтын-көмөштәй нурлана,

Киске уттар ҡабынһа.

Тирәһендә әйләнәбеҙ,

Күмәкләшеп йырлайбыҙ.

Ҡыш бабай ҙа йырлай бергә,

Бергәләшеп уйнайбыҙ.

Ҡыш бабай. Дөрөҫ, ҡыҙым, әйҙә әле, тәүҙә шыршының уттарын ҡабыҙайыҡ, унан бергәләшеп уйнарбыҙ, йырларбыҙ.

Ҡарһылыу. Дөрөҫ, олатай, әйҙә, тылсымлы таяғыңды эшкә ҡуш. (Ҡыш бабай таяғы менән шыршыға ҡағыла, уттар тоҡана.) Йәгеҙ әле, дуҫтарым, хәҙер бергәләп йырлап, бейеп алайыҡ. Кемдең ниндәй һөнәре бар, шуларҙы күрәйек, кем ниндәй кейемдәр кейгән, шуларға баһа бирәйек.

Ҡарһылыу.

Үҙебеҙҙе көтә ауыл, ҡалаларҙа

Йәштәре лә, ололар ҙа, балалар ҙа.

Беҙ килһәк шыршыларҙа шаулап уттар яна,

Эй, шатланып, шаулап дуҫтар ҡаршы ала.

Уйындар, конкурстар, табышмаҡтар.

Алып барыусы. Йә, әйтегеҙ әле, балалар, Ҡыш бабайҙан тағы нимәләр көтәһегеҙ. (Төрлө тауыштар.) Дөрөҫ, дуҫтарым, Ҡыш бабай Яңы йыл бүләктәре менән килә. Кем күрҙе икән уларҙы, эҙләп алайыҡ әле. ( Ҡыш бабай Яңы йыл күстәнәстәре тарата.)

Ҡыш бабай ( Яңы йылды етәкләп.)

Әлегә исемең һан ғына,

Әлегә юҡ даның, дәрәжәң.

Илемдә исемде эш бирә,

Рәхим ит, Яңы йыл, хужа бул!

Яңынан-яңы уныштар теләйем һинә. Ҡаршы алдылар ҙурлап. Рәхмәт хөрмәтегеҙгә.

Бына инде һеҙҙең менән айырылышыу ваҡыттары етте. Сөнки беҙҙе башҡа ауыл-ҡалаларҙа икенсе дуҫтар-туғандар көтә. Һау булығыҙ, бәхетле булығыҙ, дуҫтар-туғандар, киләһе йылға тиклем!

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән хушлашайыҡ, балалар. Рәхмәт, Ҡыш бабай, рәхмәт, Ҡарһылыу! Хуш булығыҙ! Киләһе йылға һеҙҙе тағы көтәбеҙ!

Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.

  1. Ҡыш бабайҙы эшлә! конкурсы.

Ун кешенән торған ике команда ҡатнаша. Ҡыш бабай төшөрөлгән ике һүрәт стенаға эленә. Тик һүрәттә Ҡыш бабайҙың башы һәм кәүҙәһе генә бар. Ә ике күҙе, танауы, ауыҙы, һаҡалы, ике аяғы, ике ҡулы, тоғо пластилиндан эшләнеп, тәрилкәгә һалына. Күҙе бәйләнгән ҡатнашыусы тәрилкәлә ятҡан ағзаны табып, һүрәттәге Ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. Ҡайһы команда алдан бөтә һәм кемеһенең һүрәте теүәлерәк- шул енеүсе.

2. Алтын ҡапҡа уйыны.

Ике кеше, һыңар ҡулдарын күтәреп, тотоношоп, ҡапҡа булып тора. Балалар түңәрәк яһап,музыкаға, шул ҡапҡа аҫтынан үтергә тейеш (ҡапҡа булған бер кеше-түңәрәктең эсендә, икенсеһе тышында тороп ҡала).Өҫкә күтәрелгән ҡулдар ҡапыл аҫҡа төшөрөлә, музыка туҡтатыла. Кем эләгә, шуға наказ бирелә.

3. Ҡар осороу.

Балаларға кескәй мамыҡ киҫәктәре таратып бирелә. Улар уны тартҡылап, ҡар әүәләй һәм башланыҡ-тигәс, уны аҫтан өҫкә өрөргә тейеш. Кемдең ҡары оҙағыраҡ һауала эленеп тора-шул еңеүсе.

4. Шарҙар менән бейеү.

Уртаға биш пар(биш малай, биш ҡыҙ) саҡырыла.Һәр парға шар таратып бирелә. Шарҙы ике маңлай уртаһына, артабан- арҡа араһына ҡуйып музыкаға бейергә кәрәк буласаҡ. Кем шар менән оҙағыраҡ бейей — шул еңеүсе.

5. Уртаға быйма ултыртып, шунда ҡар (ҡағыҙ) ташлау.

Ете- һигеҙ бала ҡатнаша.Уйнатыусы балаларға аҡ ҡағыҙҙар таратып бирә. Уртаға ҙур быйма ултыртыла. Ым бирелгәс тә, балалар ҡағыҙҙы, йәғни ҡарҙы, йомарлап, быйма эсенә ташларға тейеш. Кем күберәк мәрәй йыя- шул еңеүсе.

6. Уйынсыҡты таны!

Балалар тоҡ эсенә ҡулдарын тығып, унда ниндәй уйынсыҡ ятҡанын танырға тейеш. Дөрөҫ әйтһә, шул уйынсыҡ уға эләгә.

7. Мандаринлы ожмах.

Ете- һигеҙ кешенән торған ике команда ҡатнаша. Уларға берәр мандарин бирелә. Алып барыусы уйынды башлап ебәреүгә барыһы ла мандаринды таҙартырға һәм янындағы кешене һыйларға тейеш. Беренсе кеше икенсене, икенсе өсөнсөнө һ.б. Мандаринды беренсе булып ашап бөтөүсе команда- еңеүсе.

8.Епкә эленгән бүләктәрҙе күҙ бәйләнгән килеш ҡырҡыу.

Ҡатнашыусылар һаны бүләктәрҙең күпме булыуына ҡарап билдәләнә.

Раҫлайым

Дәүләт бюджет дөйөм белем биреү

учреждениеһы В.И. Ленин исемендәге

2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернаты

директоры

____________________ И.М. Ҡәйепҡолов

Хуш киләһең, Яңы йыл!

(Яңы йыл кисәһе өсөн сценарий)

Эшләне:

11б класы тәрбиәсеһе

Арылбаева Г.Ф.

2016 йыл

ЯҢЫ ЙЫЛ СЦЕНАРИЙЫ

Әбей – Розалина

Бабай – Фәнзил

Печкин – Ғилман

Йомро икмәк – Рәзинә

Доктор Айболит – Ильяс

Ҡыҙыл ҡалпаҡ – Луиза

Ҡыш бабай – Айсыуаҡ

Ҡарһылыу – Регина

Звучит новогодняя музыка. На ее фоне слышен голос из-за кулис.

Регина. Сказка, сказка, начинайся!

Торопи нас в дальний путь!

Сквозь преграды пробивайся,

Смелой будь, веселой будь!

Сказка, будь смешной немножко,

Помоги нам не скучать,

Научи дружить с хорошим,

О неправде не молчать.

Помоги нам встретить праздник,

Что потеряно – найти!

Пожелай нам интересного и доброго пути!

Айсыуаҡ. Добрый, добрый, добрый вечер

Всем, кто любит Новый год!

Как мы рады нашей встрече,

В сказку праздник нас зовет.

Звездной россыпью расшит,

Снегом запорошен,

К нам на всех парах спешит

Год вестей хороших!

Нужно гостя встретить так,

Чтоб улыбок – море,

Чтоб какой –нибудь чужак

Нос не вешал в горе.

И поэтому сейчас –

За работу дружно!

Әбей менән бабай инә.

Әбей. Уф-ф, ныҡ арытты, бабай, тыным ҡыҫыла, хәлем бөттө.

Бабай. Ҡара әле , әбей һинең хәлде белергә тип, табип сыҡҡан юлға.

Әбей. Ниндәй табип, ти, ул бит духтыр Айболит. Ул хайуандарҙы дауалай ҙа баһа.

Д. Айболит . Саҡырһалар, мин бик тиҙ киләм, мин бит – Доктор Айболит…

Әбей. Кит әле, кит! Миңә доктор кәрәкмәй. Әлегә һау-сәләмәтмен. Беҙ йомро икмәкте эҙләп сыҡҡан инек.

Әбей, бабай бергәләп. Йомро тәмлекәсебеҙ,

Һине эҙләргә сыҡтыҡ беҙ.

Бар ерҙе лә ҡараныҡ,

Бер ерҙә лә юҡһың ник?

Әбей, бабай һөйләнә-һөйләнә эскәмйәгә барып ултыралар. Доктор сыға.

Хат ташыусы Печкин шиғыр һөйләп килеп инә.

Иртән иртүк торам да

Сумкады мин аҫам да,

Тура почтаға юл тотам,

Яңы йыл менән ҡотлап

Телеграмма, бүләк таратам.

Печкин. Туҡ-туҡ!

Бабай. Кем унда?

Печкин. Был мин, хат ташыусы Печкин. Һеҙгә хат алып килдем.

Әбей. Әйттем бит мин һиңә, улыбыҙҙы ҡараҡтар урлағандыр, тип. Моғайын уға хаҡ һорарға килгәндәрҙер.

Печкин. Бер минут, хәҙер беләбеҙ. Был ауыл Простоквашиномы?

Бабай. Юҡ, был Иҫке күл ауылы.

Печкин. Һеҙ эҙләгән малайҙың исеме кем?

Бабай. Йомро икмәк.

Печкин. Йомро икмәк? Ҡайһылай ҡыҙыҡ исем.

Әбей. Әйҙә, бабай, йомро икмәкте башҡа ерҙән эҙләйек. Бик сәйер күренә был әҙәм.

Сығалар.

Печкин. Ҡыҙыҡ кешеләр…

Сыға.

Йомро икмәк керә.

Башҡаса тәҙрә төбөндә түҙеп ята алмайым. Йә эте, йә бесәйе һөжүм итә. Әле мин иректә. Ҡайҙа теләһәм шунда барам. Ә байрамға мин ҡарттарһыҙҙа йөрөйөм. Миңә аҡыл өйрәтеп маташҡансы, йыр тыңлағыҙ. Йырлай. Мине – Йомро икмәкте,

Барыһы ашарға итә.

Ә мин хәйләкәрерәк,

Ҡасып китәм әлбиттә.

Әле мин ашығам, дуҫтар,

Яңы йыл ҡаршыларға.

Ҡыш бабайҙың фатихаһы кәрәк,

Яңы йылға аяҡ баҫырға.

Хуш киләһең , Яңы йыл,

Ап-аҡ ҡарҙарың менән.

Төклө булһын аяғың,

Бабайҙар шулай тигән.

Печкин ишек шаҡый.

Ҡыҙыл башлыҡ. Кем унда?

Печкин. Был мин, хат ташыусы Печкин. Һеҙҙең малайҙан хат бар.

Ҡ.башлык. юҡ был хат ташыусы булып кейенгән бүре ,буғай. Һаумы, бүре ағай! Маскарад костюмдаһың шикелле. Хатта килешә, танырлыҡ та түгел. Беренсе урынды бирерҙәр әле үҙеңә.

Печкин. Мин бүреме?

Ҡ. Башлыҡ. Эйе.

Печкин. Бер кем булып та кейенмәгәнмен. Мин – хат ташыусы Печкин. Мин барыһы хаҡында ла беләм. Һин – ҡыҙыл башлыҡ, простоквашино ауылына өләсәйеңә китеп бараһың. Унда һинең өләсәйеңде бүре ҡабып йотҡан. Әле һине көтөп ята.

Ҡ.башлыҡ. юҡ. Бүре ағай – хат ташыусы Печкин, минең өләсәйем Простоквашинола түгел, ә урман ситендә йәшәй. Һине тура юлды беләһең бит, әйҙә күрһәт. Яңы йылды ҡаршыларға ашығайыҡ.

Сығалар.

Алып барыусы сыға. Балалар, һеҙ ниндәй әкиәт, мультфильм геройҙарын танынығыҙ? Исемдәрен әйтә алаһығыҙмы? Кемдәр таныны, белә, яуаптарын әйтегеҙ ҙә байрамда ҡатнышыу хоҡуғын алығыҙ.

Яуаптар тыңлана.

Балалар елка янына матур көй аҫтында сығалар, елка тирәләй әйләнәләр.

Персонаждар сыға.

Печкин. Беренсе булып урмандан

Килде байрамға шыршы.

Уйынсыҡтар ҙа элгәс,

бөгөн ул ниндәй ҡупшы.

Бабай. Иҫәнме, шыршы, иҫәнме?

Яңы йыл килеп етте.

Күңелле шыршы байрамын

Балалар күптән көттө.

Д. Айболит. Иң бейектә йондоҙ яна

Шыршыбыҙға йәм биреп.

Ҡыш бабай аҙашмай килер

Беҙҙең шыршыны күреп.

Й. Икмәк. Шыршы матур биҙәлһә,

Ҡыш бабайҙа ярата.

-ҡотло булһын Яңы йыл, -тип,

Беҙгә бүләк тарата.

Ҡ. Башлыҡ. Һин килдең бөгөн кейенеп,

Биҙәнеп, матурланып,

Беҙгә, кескәй дуҫтарыңа,

Күңелле йырҙар алып.

Ат тояҡтары, ҡыңғырау тауышы ишетелә. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу инә.

Бергә. Һаумы, һаумыҠыш бабай,

Ниңә оҙаҡлап киттең?

Беҙ һине ныҡ көткәнгә,

Төштәргә инеп бөттөң.

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу бергә. Ат бик тә тырыш булды,

Йылыбыҙ яҡшы үтте.

Йыл тәхетен тапшырырға

Уға ла ваҡыт етте.

Ҡарһылыу. Ҡыш бабай! Әгәр һеҙ риза булһағыҙ, йыл тәхетен һарыҡҡа тапшырыр инем.

Ҡыш бабай. 2015 йылды һарыҡ(кәзә) йылы тип иғлан итәйек.

Бөтәһе лә ризалыҡтарын белдереп, ҡул саба.

Һарыҡ. Яңы йыл. Ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Теләктәрегеҙҙе аҡлармын, үҙегеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлармын.

Ҡ. Башлыҡ. Рәхим ит беҙгә, Яңы йыл,

Һиңә бүләгебеҙ бар.

Яңы йырҙар әҙерләнек,

Ҡотлау һүҙҙәребеҙ бар.

Печкин. Теләгебеҙ шул һиңә:

Бәхет, шатлыҡ алып кил.

Тыныс булһын көндәрең,

Балҡып торһон Тыуған ил.

Әбей. Кәзә йылы йылы булһыр,

Йылы булһа, иген уңыр.

Мул уңыш менән келәттәр,

Буралар ҙа тулып торор.

Бабай. Йылы булыр ҡараштар ҙа,

Тойғолар ҙа йылы булыр.

Тыуып үҫкән илебеҙҙә

Бәхет-шатлыҡ тулып торор.

Әйҙәгеҙ , балалар уйын-көлкөнө дауам итәйек.

Балаларҙы етәкләп, елка тирәләй йырлап өйрөләләр.

(маленькой елочке

холодно зимой

из лесу елочку

взяли мы домой)

Утверждаю

Директор школы ___________

/Р.Г.Шайбаков/

НОВОГОДНИЙ СЦЕНАРИЙ

“СКАЗКА, СКАЗКА, НАЧИНАЙСЯ!”

Подготовила учитель МАТЕАТИКИ И ФИЗИКИ

МОБУ СОШ с. ЗУЯКОВО

Магадеева Лира Музафаровна

2013 ГОД

Достарыңызбен бөлісу:

УЙЫНДАР

Яңы йыл – ғаилә байрамы тиҙәр, уны нисек үткәреү үҙегеҙҙең теләктән тора, әммә уйындар һәм конкурстар ойоштороу кисәгеҙҙе йәмләр һәм иҫтә ҡалырлыҡ итер. Түбәндә бирелгән ҡыҙыҡлы уйындарҙы уйнау өсөн әллә ни ҡатмарлы шарттар кәрәкмәй, уның ҡарауы күпме күңелле минуттар бүләк итәсәк! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!

Яңы йыл – ғаилә байрамы тиҙәр, уны нисек үткәреү үҙегеҙҙең теләктән тора, әммә уйындар һәм конкурстар ойоштороу кисәгеҙҙе йәмләр һәм иҫтә ҡалырлыҡ итер. Түбәндә бирелгән ҡыҙыҡлы уйындарҙы уйнау өсөн әллә ни ҡатмарлы шарттар кәрәкмәй, уның ҡарауы күпме күңелле минуттар бүләк итәсәк! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!

Көй аҫтында алып барыусы килеп сыға –“Леонид Якубович”: пинжәктә, күлдәктә, муйынында ҡара күбәләк һәм мотлаҡ мыйыҡтар!

– Хәйерле кис, ханымдар һәм әфәнделәр! Бөгөн беҙҙең кисәбеҙ бары Яңы йылға арнала, яңы йыл төнөндә үтә һәм мин студияға тәүге өс бәйгесене саҡырам. Бөгөн айырыуса тылсымлы кисә, шуға күрә лә шарттарҙы бер аҙ үҙгәртәбеҙ. Һеҙ күрергә күнеккән барабан бөгөн юҡ. Уны бына был ябай ике кубик алмаштыра, йәғни уйын һөйәктәре. Уларҙа “плюс”, “шанс”, “приз” секторҙары ла, “банкрот”, “ноль” тигәндәре лә юҡ! Байрамда уйын көйлө барырға тейеш. Шулай итеп, һеҙҙең алда беренсе уйынсы…, икенсе уйынсы…, өсөнсө уйынсы. Һөйәктәрҙе ташлағыҙ ҙа үҙегеҙ менән таныштырығыҙ. Һеҙгә … мәрәй төштө, әйткәндәй. Бөтә уйынсыларҙың да мәрәйҙәре автоматик рәүештә10 мәртәбәгә арта. Ә хәҙер һорауҙарҙы тыңлағыҙ!

– Ҡайһы илдә беҙҙең Ҡыш бабайҙың ише, Вайнахтеман исемен йөрөтә? (Австрия).

– Ҡайһы илдә Яңы йылға шыршы түгел, ә бамбук биҙәйҙәр? (Вьетнам).

– Ҡайһы илдә Яңы йыл төнөндә дуҫтарға мотлаҡ балсыҡ фигуралар бүләк итергә кәрәк? (Венгрия).

– Ҡайһы илдә йорт хужаһына хөрмәт йөҙөнән күстәнәскә ҡуҙ тотоп киләләр һәм уны һуңынан мейескә ырғыталар (Шотландия).

– Бер минут эсендә Яңы йыл тыуыуы хөрмәтенә бер көнгә матриархат урынлаштырылған илде атағыҙ (Сардиния).

Конкурс өсөн ике төрлө тышлы кәнфиттәр, ҡағыҙсыҡтар, ултырғыс, кәстрүл, аш ҡалағы кәрәк. Кәнфит – “фарш”, ҡағыҙ – “ҡамыр йәймәһе”, ике командаға бер ҙур кәстрүл.

Ике команданан вәкилдәр сыға, уйынсыларҙың икеһе билмән эшләй, ҡалған икәү әҙер “билмән”де бик алыҫта ултырған һауытҡа аш ҡалағы менән елләй. Кәстрүлгә тура ғына барып ятҡан һәр “билмән”гә бер мәрәй яҙыла бара. Еңеүсе командаға бер килограмм ысын билмән бүләк ителә.

Уйын өсөн фарфор тәрилкә һәм ваҡ аҡсалар кәрәк. Командала спорт снарядтарын бүлешеп алалар – тәрилкәләрҙе, тиндәрҙе.

Партнерҙар 1.5-3 метр алыҫлыҡта бер береһенә ҡаршы торалар. Берәү ташлай, икенсеһе мотлаҡ тәрилкә ярҙамында ғына аҡсаны тоторға тырыша. Кем күберәк тәрилкә менән аҡса йыя ала – шул команда еңеүсе.

Команданан ике кеше сыға. Уларға ике ултырғыс һәм яҫы, оҙон таҫтамал тәҡдим ителә. Таҫтамалдың бер осон бер ултырғысҡа, икенсе осон икенсе ултырғысҡа һалып бәйгеселәр ултыра, сигнал буйынса һәр кем туҡыманы үҙ яғына тарта. Таҫтамал тәүҙә тартыла, тора-бара кемдең ҡулы көслөрәк – шул яҡта ҡала. Еңеүсегә “Иң ултыраҡ” почетлы исеме бирелә.

Уйынсылар хәрәкәтле уйындарҙан арып киткән осраҡта урындан ғына ултырып түбәндәге әйтемдәрҙә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе әйтеп мәрәй йыя ала.

Күп күргәнде … (күрә) алмайҙар.

Ҡабалан эш … (ҡабаттан) эшләнә.

Телдең оҙонлоғо … (аҡыл) ҡыҫҡалығынан.

Битһеҙҙең … (йөҙө) ҡыҙармай.

Ныҡ күтәрелгән … (танау) күҙҙе ҡаплай.

Тунһыҙға ҡыш … (йыш) килгән һымаҡ.

Юха йылан … (ҡуйынға ) ингәс саға.

Тик тороу өсөн дә … (ваҡыт ) кәрәк.

Һүҙ күтәрә алмау арҡаһында йыш ҡына … (тауыш) күтәрелә.

Дан күтәрә алмай … (имгәнеүселәр) бар.

Түрәләр менән һөйләшкәндә баш кәрәк: өҙлөкһөҙ … (ҡағып) торорға.

Күңелең тар икән, ишегең … (киңлеге) нимәгә.

Иртән ҡайтыу … (иртә) ҡайтыуҙы аңлатмай.

2018 йыл – Эт йылы, шуға командалар менән уйнағанда әлеге уйын мәҙәк өҫтөнә мәҙәк кенә өҫтәр. Ике команда ағзалары икегә бүленеп, дүрт аяҡланып, “эт” ҡиәфәтен ала. Алып барыусы “Һөс” тип әйтеү менән ярыш башлана. Билдәле арауыҡты тиҙ генә үтеп ҡабат урынға әйләнеп ҡайтыуҙа көс һынашалар.

Отошһоҙ байрам байрам түгел, Яңы йыл кисәһендә лотерея үткәреү бигерәк тә яҡшы. Һәр килгән ҡунаҡ ҡулына һан яҙылған карточка бирергә була. Йә махсус рәүештә лотерея яһатып һатыу, йә бүләк итеү – ысулдар күп. Приздарҙы һәм уларға аңлатмаларҙы түбәндәге исемлектән ҡарап алырға була.

Салфетка (“Ҡағыҙ” фирмаһынан универсаль туҙан таҙартҡыс), блокнот (“Шыршы” компанияһынан оператив хәтер блогы), брелок (асҡыс юғалтыуҙан “Росгосстрах” компанияһынан страховка), йомшаҡ уйынсыҡ (балалар баҡсаһынан иң яҡшы дуҫ), зажигалка (“Утлы” фирмаһынан газ плитәһе), көҙгө (билдәһеҙ рәссамдың билдәһе әҙәмгә портреты), теш пастаһы (“Хлоркислобытхим” фирмаһынан аҡты һәм һарыны универсаль таҙартыу сараһы), календарь (склероздан импорт витамин), көшөлөк (“Мани” фирмаһынан ҡиммәтле ҡағыҙҙар һаҡлау сейфы), маркер (юйылмай торған косметика), һабын һауыты (“Сыр” фирмаһынан фотоаппарат), ҡайсы (“Буш” фирмаһынан газон ҡырҡҡыс), открытка (Дәүләт Эрмитажынан натюрморт), бәҙрәф ҡағыҙы (Үҙәк телеграфтан фирма бүләге), пакетлы сәй (“Чифирр” фирмаһынан нервы системаһын тынысландырыусы стимулятор), губка (“Мойдодыр” фирмаһынан бактерияларға ҡаршы терминатор, башлы һарымһаҡ (“Антивампирин” препараты), Ҡыяр һыуы (йәшлек эликсиры), кәрт (Казинонан уйын автоматы), тиҙ әҙерләнеүсе вермишель пакеты (“Тәмлетамаҡ” фирмаһынан үҙенсәлекле приз), уйынсыҡ автомобиль (“Авто–капут” фирмаһынан төп приз), ҡунаҡтарҙың барыһын үбеп сығыу хоҡуғы (“Эротомания” фирмаһынан акция бүләге), 2 һум (“Доллар” фирмаһынан кеҫә инкубаторы), ябай сылбыр (Ювелир магазинынан антиквар биҙәүес), бер бокал шампан шарабы (“Ләззәт” фирмаһынан эске йылытҡыс), линейка (“Ҡыҫҡа” фирмаһынан лазер үлсәгес), блокнот (“Хәйләкәр” фирмаһынан бөтә донъя телефон справочнигы), компьютер дискыһы (“Серле материалдар” банкы призы), флешка (“Элвин Грей” фирмаһынан персональ концерт).

Киң билдәле Яңы йыл йыры – “В лесу родилась елочка” яңғырай, ҡунаҡтар ултырған залға Ҡыш бабай инә. Мыйығы-һаҡалы, бүләк һалған моҡсайы ҡәҙимге Ҡыш бабайҙыҡы кеүек. Ҡалған кейеме – заманса. Ҡыш бабай:

– Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Көттөгөҙмө? Мин һеҙгә бүләктәр килтерҙем. Бына был тоҡта приздар, ә бына кеҫәлә – уларҙы нисек тотоноу буйынса инструкция. Шартым былай – бер ҡунаҡ сыға ла күршеһенә тоҡтан приз алып бирә. Ә бүләк алыусы быны нимә эшләтәсәген инструкциянан уҡып әйтә. Ҡағыҙҙарым кеҫәлә буталып бөткән, шулай ҙа ҡулығыҙға эләккән күрһәтмәне генә уҡырға тейешһегеҙ, юғиһә бүләк башҡаға эләгәсәк!

Сәғиҙулла Байегет фотоһы; Гөлдәр Ишҡыуатова фотоһы; шоколад; кулон; сәскә заколка; “Сникерс”; шампан шарабы; ҡәләм ослағыс; чупа-чупс; ручка; теш щеткаһы; брелок; бәҙрәф ҡағыҙы; лимон; бутерброд; йомшаҡ уйынсыҡ; тәмәке; шәм; ҡалаҡ; диск; наклейка; ҡурсаҡ; ирен буяғыс; сынаяҡ; сәй.

“Улар менән нимә эшләргә?” исемлеге:

Мин уны үбәсәкмен; шампан шарабына һалып йотам; 10 секунд һайын танауымды һөртәсәкмен; бәләкәй киҫәктәргә бүлеп ашаясаҡмын; арҡанға үткәреп муйынға аҫып йөрөйөм; сәсемә ҡуям; осороп ебәрәм; бының менән бандиттарҙан нисек ысҡынырға икәнен күрһәтәм; өлөштәргә бүлеп, төҙөлөшөн ҡарайым; тешемде шуның менән таҙартам; салатҡа турап һалып, майонез менән бутап ашайым; 5 минутҡа шампан шарабына һалып ебетеп, төнәтмәне эсеп ҡуям; ҡабымлыҡ итеп файҙаланам, яңағыма ышҡыйым; тәмәке итеп тартам; уға ҡарап көнө-төнө ғибәҙәт ҡыласаҡмын; ҡалаҡ урынына ҡулланасаҡмын; маңлайыма йәбештереп, башҡаларға маҡтанам; бының менән 5 бейеүҙе рәттән бейейәсәкмен; бишек йырын йырлап, йоҡларға һалам; муйынына бау бәйләп, яратҡан көсөгөм итеп тотам; уның менән өҫтәл тирәләй ырғып йөрөйөм; уң яғымдағы күршемә эт булып өрөп бирәм; аяғыма бау менән бәйләп һелкетеп ултырам.

Әфәнделәр, гений булыуы ауырмы, шул хаҡта уйланғанығыҙ бармы? Кемегеҙ гений икән? Әйҙәгеҙ, асыҡлайыҡ! Айырым скульпторҙар, йә тотош ижади командалар ярыша ала. Уйын шарты – эш ҡоралы сүрәтендә тештәрегеҙҙе ҡулланып, алмала һүрәт төшөрөү. Юнысҡаларығыҙҙы, йәғни алма ҡабығын ташларға ярамай, эш барышында сәйнәп, йотоп барығыҙ. Башланыҡ!

Илебеҙҙең байлығы – нефть! Хәҙер һеҙҙе быраулаусы эшендә үҙегеҙҙе һынап ҡарарға саҡырабыҙ. Ике командаға бүленеп, ҡайһы коллектив көслө икәнен тикшереп алайыҡ! (берәмләп сығып һәр кем “быраулап” ҡарай. Ҡапҡаслы яғы иҙәнгә төкәлгән буш пластик һауыт – “тәрәнгә быраулау аппараты”. 3 кешенән торған “комиссия” мәрәйҙәр ҡуйып бара.

Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттән миллионер яһай аламы? Ала. Әгәр ул миллиардер булһа. Эйеме? Эйе, аҡсаны барыһы ла ярата, бигерәк тә банкирҙар. Әйҙәгеҙ, кемегеҙҙең банкир булыу һәләте бар икән, тикшереп, уйнап алайыҡ. Ике команданан икешәр кеше сығып ҡара-ҡаршы ултырып уйнай.

Ҙур фарфор тәрилкәгә 13 тинлек һалына. Бәйгеселәр алдарындағы бәләкәй тәрилкәләренә сәй ҡалағы менән дөйөм тәрилкәнән мөмкин тиклем күп тинлек алып һалырға тырыша. Бер ҡул менән генә уйнайҙар, тинлек ҡаршылағы кешегә эләкмәһен өсөн бер-береһенә ҡамасаулайҙар. Мәрәйҙәр буйынса еңеүсе билдәләнә.

Алып барыусы уйынсыға күршеһе хаҡында “бәйләнсек” һорауҙар бирә. Уйынсы тиҙ генә яуап бирергә тейеш, әммә шарт бар – барлыҡ яуаптары ла уң яғындағы күршеһенең исеменең баш хәрефенә башланырға тейеш. 5 секунд эсендә яуап бирә алмаһа – наказ үтәп йырлап-бейеп күрһәтә.

— Күршеңдең төп етешһеҙлеге ниҙә?

– Унан нисек үс аласаҡһығ0ыҙ?

– Уны отпускыға ҡайҙа ебәрәсәкһегеҙ?

– Уны ниндәй транспортҡа ултыртып ебәрәсәкһегеҙ?

– Эргәһенә кемде ултыртаһығыҙ?

– Юлда уға нимә ашатырһығыҙ?

– Өҫтөнә нимә кейҙереп алып бараһығыҙ?

– Күршегеҙҙе нимә менән ғәжәпләндерер, ҡыуандырыр инегеҙ?

– Куршегеҙҙең ҡайһы сифаты ҡыуандыра?

Уртаға 8 бейеүсе саҡырыла. 7 ултырғысты түңәрәкләтеп теҙәләр. Бейеү көйө ебәрелгәс, барыһы ла бейей башлай, көйҙө ҡапыл туҡтатҡас, барыһы ла үҙенә ултырғыс табып ултырырға тырыша. Урын таба алмаған уйынсы уйындан сығарып ебәрелә, бер ултырғыс ситкә алына. Иң аҙаҡтан ҡалған бейеүсегә приз эләгә.

Уйынсылар бер рәткә теҙелеп тора. Алып барыусы иң баштағы уйынсының ҡолағына шыбырлап берәй хәбәр әйтә, ыңғайына ҡул һәм аяҡ хәрәкәттәре менән аңлата. Был уйынсы нимә ишеткәнен һәм хәрәкәттәрҙә хәтерләп өлгөргәнен күршеһенә еткерә. Сылбыр буйлап был күренеш дауам итә. Иң аҙаҡтан алып барыусы үҙенең нимә тип әйткәнен һәм күрһәткәнен яңынан ҡабатлай. Беренсе вариант менән аҙаҡҡы вариант араһында ҙур айырмалыҡ булыуы тамашасыларҙа көлкө уята. “Йүкә телефон” аша хәбәрҙең нисек үҙгәреүе нәҡ ошо уйында асыҡ ярылып ята!

Байрамығыҙ күңелле үтһен, Эт йылы йылмайып килһен!

Хуш киләһең, Яңы йыл – Сысҡан йылы!

Яңы йыл байрамына сценарий кәрәкме? Бихисап уҡыусыларыбыҙҙың һорауы буйынса, Яңы йыл байрамына сценарийҙы тулыһынса сайтыбыҙға һалабыҙ.#Шоңҡаржурналы #Яңыйыл #сценарий

Ҙур зал матур итеп биҙәлгән, уртала шыршы ултыра.

Алып барыусы. Урал иңләп ҡарҙар яуа,

Һикерәңдәп ҡуян килеп сыға.

Ҡуян. Яңы йылды ҡаршылайым,

Тейен, тумыртҡа, һайыҫҡан

Дуҫтар менән хатта йөҙ йыл

Бүренән дә ҡурҡмайым мин,

Бүре. Йәшереп ҡуймаһын әле,

Алып барыусы. Ҡуйығыҙсәле, бер-берегеҙҙең маҙаһына теймәй генә Яңы йылды матур ҡаршылайыҡ. Хәҙер башҡа хайуан-йәнлектәр ҙә, балалар ҙа килеп етерҙәр.

Вальс уйнай. Матур итеп кейенгән балалар көйгә әйләнеп бейеп сығалар. Бүре менән Ҡуян да бергәләшеп бейеп китәләр. Жираф сыға.

Жираф. Бында ниндәй уйын-көлкө,

Алып барыусы. Бына, Жираф ағай,

Жираф. Бындай байрам күргәнем юҡ

Алып барыусы. Ул ҡом түгел, ап-аҡ ҡар,

Бүре. Был ниндәй һонтор тағы!

Ете бәрәсен эйәртеп, Кәзә килеп сыға.

Бүре шатлыҡтан ҡулдарын ыуа-ыуа сәпәкәй итеп олоп ебәрә.

Бүре. У-у-у, о-о-о! Кәзә-кәзә-кәзәкәй,

Бәрәстәрҙе баҫтыра башлай.

Кәзә. Мәккә-кә лә, мәккә-кә,

Бүре (ҡурҡып). Әстәғин, мин шаяртам!

Кәзә. Йөрөмә беҙҙең арттан!

Убырлы ҡарсыҡ. Әһ-һә, бында ҙур табын,

Алып барыусы. Һаумы, Убырлы инәкәй!

Балалар етәкләшеп шыршы тирәләй әйләнә, йырлай.

(К. Кинйәбулатова һүҙҙәренә С. Низаметдинов көйө.)

Убырлы ҡарсыҡ. Һеҙҙең йырлағанды тыңлап,

Бүре (олой). У-у-у, о-о-о-у!

Ҡәһ-ҡәһә. Кем мине саҡырҙы?

Бында ниндәй шатлыҡ тағы!

Убырлы Ҡарсыҡ. Ҡәһ-ҡәһә, Ҡәһ-ҡәһә,

Ҡәһ-ҡәһә. Байрамды боҙоу еңел,

Убырлы ҡарсыҡ. Хәҙер ниндәй батыр булһын!

Алып барыусы. Балалар, беҙҙең арала шундай ҡунаҡтар бармы икән? Тәмәкесе, һүгенеүсе, һыра һемереүселәр юҡтыр ул беҙҙең арала?

Убырлы ҡарсыҡ (Ҡәһ-ҡәһәгә). Былар хәҙер Ҡыш бабайҙарын саҡырасаҡ,

Әйҙә мин бабай булам, һин булырһың Ҡарһылыу…(Сығалар.)

Алып барыусы. Балалар, әйҙәгеҙ, шыршыны уратып, таҡмаҡ әйтеп, бейеп алайыҡ әле. Кемегеҙ ҡыҙыҡ таҡмаҡ әйтер, шуға бүләк тапшырырбыҙ.

Беренсе бала. Әйҙә, Бүре, баҫ әле,

Икенсе бала. Баҫ әле, Оҙонғолаҡ,

Уртаға берәүҙе саҡырып, таҡмаҡ әйтеп бейетәләр.

Ул туҡтап, үҙе таҡмаҡ әйтеп, икенсе баланы саҡыра.

Таҡмаҡ әйтә белмәһә, шиғри юлдар әйтергә мөмкин.

Өсөнсө бала. Байрамға килгән һарыҡ,

Бүре. Ҡайҙа Убырлы ҡарсыҡ?

Берәй тауыҡ сыҡмаҫмы, тип,

Алып барыусы. Балалар, беҙҙең Ҡыш бабайыбыҙ ҙа юҡ, Ҡарһылыу ҙа һаман килеп етмәгән. Бер-бер хәл булманы микән? Ҡәһ-ҡәһә менән Убырлы инәйебеҙ ҙә юҡҡа сыҡты…

Ишек шаҡыған тауыш ишетелә. Ҡыш бабай булып кейенгән Убырлы ҡарсыҡ инә.

Убырлы-Ҡышбабай. Һаумыһығыҙ, балалар!

Һеҙгә тиҙерәк киләм, тиеп,

Ҡәһ-ҡәһәнән уҙҙырып (ауыҙын баҫа),

Әй, әттәгенһе, яңылыш ысҡынды ла.

Алып барыусы. Һаумы, Ҡыш бабай!

Балалар. Һаумы, Ҡыш бабай!

Убырлы бабай. Һау-һауларға мин эт түгел,

(Ирештереп) Мин – Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,

Алып барыусы. Аһ-аһ, олатай,

Бүләктәрҙе һин үҙең килтерәһең түгелме?

Убырлы бабай (ирештереп). Йола шулай, йола былай,

Алып барыусы (балаларға күҙ ҡыҫа). Олатай, ә ҡайҙа һуң Ҡарһылыу?

Убырлы бабай. Уның ҡайҙалығын суртым да белмәй.

Ҡәһ-ҡәһ…Ҡәһ-ҡәһ… Әй, әттәгенәһе,

Ҡыҙыҡай, йөрөйҙөр урман ҡыҙырып,

Ҡәһ…Ҡәһһылыу, килеп етсе, Ҡарһылыу!

Ҡәһ-ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, Убыр бабай!

Балалар. Һаумы, Ҡарһылыу!

Алып барыусы. Балалар, әйҙәгеҙ, таҡмаҡ әйтеп бейетәйек әле Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы.

Балалар (таҡмаҡ әйтә). Имәнме иҙәнегеҙ,

Убыр бабай менән Ҡәһ-ҡарһылыу бейей башлайҙар. Убыр бабайҙың аяғында тауыҡ тәпәйенә оҡшаған аяҡ кейеме.

Убыр бабай. Тәпәйҙәрем үҙемдеке,

Балалар. Аяҡтарың ник кәкрәйгән, Ҡарһылыу?

Танауҙарың ник тыржайған, Ҡарһылыу?

Аҙау тештәрең ыржайған, Ҡарһылыу,

Бармаҡтарың ник кәкере, Ҡарһылыу?

Ҡәһ-Ҡарһылыуҙы таҡмаҡ әйтеп бейетәләр.

Ҡәһ-ҡарһылыу. Һеҙҙе ашағым килгәнгә, ҡәҙерле балалар.

Балаларҙы икәүләшеп баҫтыра башлайҙар.

Алып барыусы. Ярамай! Ярамай! Был бит шыршы байрамы, дуҫлыҡ байрамы. (Таҡмаҡ әйтә). Бейетәбеҙ, бейетәбеҙ,

Ҡуян Ҡәһ-ҡәһә менән Ҡәһ-ҡарһылыуға йүгертеп кишер тоттора.

Алып барыусы. Балалар, былар ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булманылар бит.

Ҡуян. Әйҙәгеҙ, батырҙарыбыҙҙы саҡырайыҡ.

Балалар. Аҡъял батыр! Әбйәлил!

Аҡъял батыр, Әбйәлил. Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, атай-әсәйҙәр! Һаумы, о-о-о, Убырлы инәй! Һаумы, Ҡәһ-ҡәһә!

Балалар. Һаумыһығыҙ, батырҙар!

Әбйәлил. Бында ниндәй тауыш, сыр-сыу?

Ҡәһ-ҡәһә. Мин… мин.. ней…теге Яңы йылда… ней маскарад, тип ней…ней Ҡарһылыу булып кейенгәйнем… Ҡош-ҡорттарҙы яратам шул…ифрат.

Убырлы ҡарсыҡ. Эйе, мин дә. Шул балалар бүләктәре күбәйеп, күстәнәс-кәнфиттәре артып китһә-нитһә, тештәре һыҙлап интекмәһендәр, тип уларҙы ҡайғыртып йөрөгән баш инде. Үҙемдең ауыҙымда бына ике генә тешем бар әле, шулай ҙа.

Аҡъял батыр. Ишетһен ҡолағығыҙ,

Әбйәлил (ҙур арҡанын күрһәтеп). Батырҙар иҫән сағында

Алып барыусы. Балалар, әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең ысын Ҡыш бабайыбыҙҙы саҡырайыҡ.

Аҡъял батыр. Ҡыш бабай тиҙерәк килеп етһен өсөн сәсәндәр ярышы ойошторайыҡ.

Әбйәлил. Эйе шул. Быйылғы йылды республикабыҙ йылы тип әйтһәк тә була. Аҡмуллалай сәсәндәр бармы икән арағыҙҙа?

Ҡәһ-ҡәһә. Һөйләйһегеҙ тағы. Ҡайҙан булһын ул сәсәнлек! Ҡыш бабайығыҙ ҙа килмәйәсәк. Бына күреп тороғоҙ. Йә, әйтегеҙ әле, «Иң әүәл кәрәк нәмә»?

Беренсе бала. Иң әүәл кәрәк нәмә – иман, тигән.

Әхирәт эштәренә инан, тигән.

«Хоҙай, кисер!» – тигән менән эш бөтмәйҙер,

«Иман шарты»н өйрәнмәһә – Иван, тигән.

Ҡәһ-ҡәһә. Икенсе ҡиммәт нәмә –…

Икенсе бала. … – күңел, тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән.

Ҡәһ-ҡәһә. Өсөнсө ҡиммәт нәмә… –

Өсөнсө бала. …– аҡыл, тигән,

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән,

Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,

Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе бала. Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән,

Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер» тигән – хурлыҡ,

Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

Бишенсе бала. Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән

Әҙәп тигән мөхәббәткә сәбәп, тигән.

Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,

Әҙәпһеҙҙә иман тотоу ғәжәп, тигән.

Алтынсы бала. Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән,

Сабыр кеше моратын табыр, тигән.

Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ,

Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе бала. Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән,

Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.

Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:

Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас – юлдаш тигән.

Аҡъял батыр. Һай афарин, балалар! Бар икән әле сәсәндең тоҡомдары, ҡоромаған халыҡ тамырҙары!

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, сәсәндәр! Һаумыһығыҙ, батырҙар! Һаумыһығыҙ, ата-әсәләр! Һаумы, Убырлы ҡорҙаш!

Балалар бергә. Хуш киләһең, олатай! Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!

Алып барыусы. Олатай, бик һуңлап киттең бит әле.

Ҡыш бабай. Аҡ толпарыма атланып

Кәзә. Әй, олатай, алдаған бит һине Ҡәһ-ҡәһә. Аллаға шөкөр, үҙем дә, бәрәскәйҙәрем дә иҫән-һауҙар, байрам итеп ятабыҙ.

Ҡыш бабай. Мин шат, мин шат. Балалар, ә минең ейәнсәрем Ҡарһылыу килеп етмәнеме ни әле? Ул бит алтын тояҡ күк боланға ултырып, күптән юлға сыҡҡайны. Ни хәл булды икән? Яуыздарға осрап, бәлә-ҡаза тейә күрмәһен.

Ҡәһ-ҡәһә. Әһ-һә-һә, әһ-һә-һә,

Убырлы ҡарсыҡ. Ерҙә дуҫлыҡ булмаһын!

Ҡәһ-ҡәһә. Мин тик үҙем, бер үҙем

Убырлы ҡарсыҡ. Шашмай тор әле, мине ҡайҙа ҡуяһың!

Ҡурҡмамын һис, мин бит Убыр!

Аҡъял батыр. Балалар, быларҙың яһиллығына ҡаршы бик ҙур көс бар, ул – дуҫлыҡ, берҙәмлек, тоғролоҡ.

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ , балалар, дуҫлыҡ турында йырҙар йырлап алайыҡ әле. Моғайын, яуыз көстәрҙе еңә алырбыҙ ул.

«Бергә» бейейек йыры башҡарыла. (Р. Ниғмәтуллин һүҙҙәре, Д. Хәсәншин көйө)

Тып-тып-тып, тып-тып-тып!

Балалар. Һаумы, һаумы, Ҡарһылыу!

Барса халыҡ. Һаумы Ҡарһылыу!

Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар! Һаумы, олатай! Һаумы, Ҡәһ-ҡәһә олатай! Һаумы, Убырлы өләсәй! Байрамға килә ятҡанда ни хикмәт менәндер таш һымаҡ ҡаттым да ҡалдымсы! Алға ла атлай алмайым, артҡа ла сигенеп булмай. Ҡар бөртөктәрем дә әллә ҡайҙа юҡ булды ла ҡуйҙыларсы! Шунан алыҫтан «Дуҫлыҡ, дуҫлыҡ, дуҫлыҡ», тигән ауаз яңғырап, йылы, рәхәт булып йомшарҙым да күк боланым менән елеп килеп тә еттем.

Ҡыш бабай. Әләйһәң, тағы ла дуҫлыҡ тураһында шиғыр-йырҙар башҡарығыҙ әле, балалар, ейәнсәремә тағы ла рәхәтерәк булһын.

Алып барыусы. Әйҙә, олатай, ейәнсәрең менән бергә үҙең дә бергә баҫ әле, күңелдәрең ас әле.

Күмәк йыр. Шыршы тирәләй.

(Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һүҙҙәре, Айһылыу Сәлмәнова көйө,

Ҡыш бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа

Бәхет, ырыҫ, шатлыҡ теләп

Ҡарһылыу. Олатай, ә ниңә шыршыбыҙ һаман тоҡанмаған ул?

Ҡыш бабай. Әйҙәгеҙ, күмәкләшеп бейеһәк, дуҫлыҡ ялҡыны үҙенән-үҙе тоҡандырыр беҙҙең шыршыҡайыбыҙҙы.

Балалар бейей башлау менән шыршыла уттар тоҡана. «Шыршыҡай» йыры башҡарыла.

(Ш. Биҡҡол һүҙәре, Н. Ғәлиев көйө)

Сусҡа (мырҡылдап илай). Миңә китергә кәрәк,

Ҡыш бабай. Эй, Дуңғыҙҡайым! Һин ифрат та бәхетле! Һинең йылда күпме изге эштәр эшләнде. Яңы республика башлығы һайланды, күпме мәктәптәр һалынды, юлдар төҙөкләндерелде, яңы фатирҙарҙа күпме ғаиләләр өй ҡотланы, сабыйҙар донъяға килде, Республикабыҙҙың 100 йыллығы. Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең юбилей йылы – шул үҙе бәхет түгелме ни!?

Сусҡа. Ысынлап та, бик бәхетлемен икән шул. Тик…тик, һеҙҙең менән бер генә лә айырылышҡым килмәй ҙә.

Ҡарһылыу. Рәнйештәрең ҡасыр йөрәгеңә

Бар донъяға етер һөйөү тулһа.

Мин – бәхетле! – тиеп сал бөркөттәй

Тормош ҡаяһынан ҡарап торһаң.

Ҡояш кеүек ҡайнар бәхетеңдең

Эҫелеген күңелеңдә тойһаң…

Сусҡа. Аңланым, барыһын да аңланым, хушығыҙ! Ун ике йылдан мин тағы ла килермен әле һеҙгә яңы бәхет-шатлыҡтар менән! (Китә.)

Алыҫтан Сысҡан сыйылдағаны ишетелә.

Алып барыусы. Сусҡа йылы менән хушлаштыҡ,

Сысҡан. Һаумыһығыҙ, балалар!

Ҡыш бабай (уны күтәреп ала). Һаумы, һаумы шуҡ малай, ифрат етеҙһең ҡалай! Һинең менән ергә именлек килһен! Шатлыҡ-бәхеттәр, изге теләктәр тормошҡа ашһын! Төклө аяғың менән!

Балалар. Һаумы, һаумы, Яңы йыл – Сысҡан йылы! Дуҫлыҡ, туғанлыҡ йылы!

Ҡарһылыу. Олатай, ә күстәнәстәребеҙҙе онота яҙғанбыҙ ҙаһа.

Ҡыш бабай. Әй, әттәгенәһе! (Сәпәкәй итә.) Айыу туғандар, индерегеҙ әле минең һандығымды, күстей-бүләктәрем күп.

Убырлы ҡарсыҡ, Ҡәһ-ҡәһә. Ә беҙгә бармы?

Ҡыш бабай. Әлбиттә, бар. Шыршы байрамында бер кем дә бүләкһеҙ ҡалмаҫ.(Бүләктәр тарата.)

Алып барыусы. Яңы йылдың төнгө табынында

Беҙ ярата торған уртаҡ моңдо

Эстән генә, эстән көйләнем.

Ҡарһылыу. Иҫке йылдан өмөттәрҙе алдыҡ,

Беҙ бәхетле туған илебеҙҙә,

Беҙ бәхетле тоғро дуҫ барҙа.

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, балалар, тағы ла бер йырлап алайыҡ әле.

Бүре (кәзәне вальсҡа саҡыра).

Барыһы ла йырлай. Наҙлы ҡулдарың

(Сценарийҙа М. Аҡмулла, Ф. Туғыҙбаева, М. Хисамова, Л. Һаҡмар, Ш. Биҡҡол, Р. Ниғмәтуллин, К. Кинйәбулатова, Ф. Ғөбәйҙуллина шиғырҙары һәм башҡорт халыҡ әкиәттәре ҡулланылды.)

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Январские праздники до какого дня
  • Яны йыл сценарий башкортса балаларга балалар бакчасы
  • Январские праздники всемирные
  • Яны йыл сценарий башкортса балалар осон
  • Январские праздники вднх