Я?ы йыл кис??ен? м? ?ни?т йортона сценарий

Иғтибарығыҙға мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы тәҡдим итәбеҙ. Ҡыҙыҡлы уйындарын да өйрәнеп алығыҙ! Авторы Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Иғтибарығыҙға мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы тәҡдим итәбеҙ. Ҡыҙыҡлы уйындарын да өйрәнеп алығыҙ!
Авторы Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева

Мәктәп уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлеге сценарийы

Ҡатнашалар:

Әкиәтсе

Ҡыш бабай

Алтын сәсле Ҡарһылыу

Ун ике Ҡар ҡыҙы

Аҡъегет

Аҡъегеттең ете ағаһы

Ҡуян

Аҡ бүре

Шүрәле

Юха

I күренеш

Зал биҙәлгән. Уртала матур итеп биҙәнгән урман һылыуы – шыршыҡай урын алған. Төрлө кейемдәрҙәге балалар байрамдың башланыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

 – Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы-буранлы һыуыҡтан ҡурҡып тормағанһығыҙ, бөгөнгө байрамға ҡыуанышып килеп еткәнһегеҙ. У-у, бында балалар ғына түгел, ҡуяндар ҙа, күбәләктәр ҙә, хатта кеше-үрмәкселәр ҙә бар икән. Ә мин – Әкиәтсе. Мин булған ерҙә мөғжизәләр тыуа, донъя үҙе әкиәткә әйләнә. Тик яуызлыҡтар ғына әкиәттә ҡала, ә изгелектәр иһә беҙҙең менән ысынбарлыҡта йәшәй. Алда беҙҙе матур әкиәт көтә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләшеп йырлашып, әйләнеп алайыҡ!

Балалар, түңәрәктәр яһап тороп, йырлай-йырлай әйләнә. Шул саҡ ҡапыл ут һүнеп, кире яна. Ҡурҡыныс ауаздар ишетелә.

Әкиәтсе:

  • Абау, ни булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында кемдер килә, ахырыһы… Бәй, яуыз Шүрәле үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Юха менән килә ята бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек! Барығыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ әле! Әпсен-төпсөн, барыһы ла бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Әкиәтсе таяғы менән һелтәнә). Булды! Улар беҙҙе бәшмәктәр үҫеп ултыра икән, тип уйлаясаҡтар.

Шүрәле менән Юха инә. Улар икеһе лә имәнес ҡиәфәттә.

Шүрәле:

  • Тә-әк, Ерҙә алтын сәсле ҡыҙҙар бөттө, тиһең инде, ә?

Юха тубыҡланып, Шүрәлегә табан шыуышып килә:

  • Эйе шул, батшам! Бер бөртөк тә алтын сәсле ҡыҙ ҡалманы…

Шүрәле уның алҡымынан матҡып тотоп ала:

  • Яңы йыл алдынан ундай ҡыҙҙарҙың алтын сәсен ҡырҡһам – ваҡыттың туҡтаясағын, ә сәстәренән арҡан ишеп, муйыныма бәйләһәм, унда күпме сәс бар – шул тиклем йылға минең ғүмеремдең оҙонаясағын һин оноттоңмо әллә? Һин үҙең дә йәшәрәсәкһең бит!

Юха:

  • Юҡ, юҡ, онотманым да ул…

Шүрәле (Юханы этеп ебәрә):

  • Улайһа, бар, хәҙер үк миңә алтын сәсле ҡыҙҙы табып килтер!

Юха:

  • Эйе, эйе, батшам… (Юха сығып барышлай) Ҡара әле, ҡайһылай бында бәшмәктәр күп икән ул. Эй, мин бәшмәк яратам да ул! (Ул шатлана-шатлана ерҙән бәшмәк йыя башлай).

Шүрәле:

  • Нимә тинем мин һиңә, алйот!!!

Юха:

  • Ә-ә, эйе, эйе, батшам. Хә-хә-хәҙер, ки-ки-килтерәм!

Юха башын аҫҡа эйеп сыға. Шүрәле тегеләй-былай йөрөй һәм сыға.

Әкиәтсе:

  • Уф, беҙҙе танырҙар икән, тип ҡотом осҡайны. Әпсен-төпсөн, тылсым бөтһөн! Балалар, һеҙ хәҙер кире үҙегеҙ булдығыҙ. Ҡарағыҙ әле, былар бит тағы ла яуызлыҡ эшләргә уйлай. Ишеттегеҙме, ваҡытты туҡтатмаҡсылар! Улайһа, беҙ Яңы йылһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит! Тороп тороғоҙ әле, Шүрәле менән Юха (улар киткән яҡҡа бармаҡ иҙәй), мин дә бар бит әле! Балалар, мин Шүрәле менән Юханың артынан китәйем. Улар яуызлыҡтар ҡылмаһын өсөн халыҡты иҫкәртәйем. Бәлки, үҙҙәре лә ҡылғандарының яҡшы түгеллеген аңлап, кире тәүбәгә ҡайтыр. Ярай, осрашҡанға тиклем һау булып тороғоҙ!

Әкиәтсе сыға.

II күренеш.

Талғын ғына көй уйнай. Залға бейей-бейей Ҡар ҡыҙҙары инә.

  • Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ ун ике Ҡар инек,

Һыуға төштөк – боҙ булдыҡ,

Утҡа индек – һыу булдыҡ,

Ҡыш бөткәйне – юҡ булдыҡ!

Ҡарһылыу инә. Ҡар ҡыҙҙары уны уратып ала.

Ҡарһылыу:

  • Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем! Беләһегеҙме, тиҙҙән Ергә тағы ҡыш киләсәк. Минең менән быйыл да Ергә төшкөгөҙ киләме?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Килә! Килә! Ҡарһылыу апай, һинең теләгән әйберҙе күрһәтә торған серле көҙгөң бар бит әле — шуны биреп тор әле! Минең Ерҙе күргем килә!
  • Минең дә!
  • Минең дә!

Ҡарһылыу:

  • Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ!

(Ярым түңәрәккә тороп алып көҙгөгә текәләләр)

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Ҡарағыҙ әле, былтырғы күрше ҡыҙының санаһын тартып алып илатҡан малай шул ҡыҙ менән баҡсала һарғайып кипкән япраҡтарҙы йыя. Ә теге, әхирәтенең матур күлдәгенән көнләшеп, уның портфеленә елем ҡойған ҡыҙыҡайсы, ҡарағыҙ, шул уҡ әхирәтенең тыуған көнөнә ҡулъяулыҡ сигеп ултыра түгелме? Ҡыҙҙар, һиҙәһегеҙме, Ерҙә яуызлыҡ бөтөп бара бит! Юҡ, бөтмәгән икән әле. Ҡара, ҡара, былтыр беҙҙән тау яһап, балаларға байрам эшләгән егетте ағайҙары рәнйетә түгелме?  Эйе шул. «Һин беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың. Ҡулыңдан бер эш тә килмәй!» – тип бигерәк  кәмһетеп ташланылар бит! Исеме Аҡъегет икән. Ни эшләп ҡулынан бер ни ҙә килмәһен, ти! Балаларға байрам бүләк итеү – иң ҙур эш бит ул!

Ҡарһылыу (ситкә китеп, ҡулдарын түшенә ҡуйып ипләп кенә):

  • Аҡъегет!!!

Шул саҡ ҡулына глобус тотҡан Ҡыш бабай килеп инә.

  • Эһем, эһем, ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Ни менән мәшғүлһегеҙ ул?

Ҡар ҡыҙҙары көҙгөнө тиҙ генә Ҡарһылыуҙың кеҫәһенә тыға.

Ҡыш бабай:

  • Бына Ерҙе күрәһегеҙме? (Ул глобусты әйләндерә). Ундағы күпселек халыҡ ҡышты көтә. Яңы йылға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Ҡыштың илселәре итеп мин һеҙҙе Ергә ебәрәм. Халыҡ байрамға нисек әҙерләнә икән?

Ҡар ҡыҙҙары:

  • Уй, рәхмәт олатай! (Ҡар ҡыҙҙары Ҡыш бабайҙы һырып алып, сикәһенән үбә). Әйҙәгеҙ, остоҡ, Ҡыҙҙар-йондоҙҙар!

Ҡыш бабай:

  • Барығыҙ, барығыҙ! Мин Яңы йыл кисендә килеп етермен! Тик һаҡ йөрөгөҙ!

Улар сыға. Талғын көй. Ҡар ҡыҙҙары кире йүгереп инә. Был юлы улар – Ерҙә. Улар көй ыңғайына бейей.

  • Бына беҙ Ерҙә! Бәй, бында балалар байрамға йыйылған бит! Беҙ үҙебеҙ байрамға саҡ-саҡ һуңламай ҡалғанбыҙ икән. Әйҙәгеҙ, балалар, уйындар уйнап алайыҡ.

Күмәк уйындар. Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу:

  • Һаумы, Ер! Һаумыһығыҙ, балалар! Бына тағы һеҙгә ҡунаҡҡа килдек. Һеҙгә тик аҡлыҡ, сафлыҡ ҡына килтерҙек. Яуызлыҡты юҡҡа сығарырға, Яңы йылды бүләк итергә тип килдек беҙ һеҙгә!

Ошо саҡта артта Юханың килеүе күренә. Ул, Ҡарһылыуҙы күреп, ҡулдарын ыуа:

  • Әһә, алтын сәсле ҡыҙыҡай!

Юха йәшенә һәм Ҡарһылыуҙың һөйләгәнен ҡулын ҡолағына ҡуйып тыңлай.

Ҡарһылыу (үҙ алдына):

  • Быйыл мин оло тулҡынланыу менән килдем! Хыялымда йөрөгән аҡ уйлы егетте күргем килә! Исеме Аҡъегет икән. Риза булһа, мин уны үҙебеҙгә – мәңге Ҡыш иленә алып китер инем. Әгәр риза булмаһа? Мин бит бында ҡала алмайым! Унһыҙ ни эшләрмен?..

Ҡарһылыу илай, уны Ҡар ҡыҙҙары йыуата. Юха шул арала ҡайҙандыр аҡ кейем табып кейә, битлеген сисеп, матур егеткә әүерелә.

Юха-Аҡъегет:

  • Һылыу, һиңә ни булды? Ни эшләп илайһың?

Ҡарһылыу ( уны күреп тертләп китә):

  • Аҡъегет?

Юха-Аҡъегет:

  • Эйе, минең исемен Аҡъегет. Ә һин ҡайҙан беләһең?

Ҡарһылыу (оялып ҡына):

  • Э-э, мин – Ҡарһылыу. Былтыр һинең балаларға ҡарҙан бейек тау эшләгәнеңде күҙәтеп торғайным…

Юха-Аҡъегет:

  • Ә, беләһеңме, мин быйыл да балаларға ҙур бүләк әҙерләнем. Ул урман ситендәге бер мәмерйәлә. Әйҙә, мин һине шунда алып барам!

Ҡарһылыу:

  • Урман ситендәге мәмерйәгә икәүләп барһаҡ, улай килешерме?

Юха-Аҡъегет:

  • Килешер, килешер. Әйҙә, әйҙә! Ул бүләктәрҙе кемгә бирергә икәнен белмәйем, һин миңә ярҙам итерһең.

Ҡарһылыу:

  • Ярай, улайһа. Мин хәҙер! (Ҡар ҡыҙҙарына) Һеҙ бында балалар менән уйнай тороғоҙ, беҙ хәҙер Аҡъегет менән бүләктәр алып киләбеҙ!

Ҡарһылыу кеҫәһенән көҙгөһөн алып, йәшереп кенә ҡарап, сәстәрен төҙәтеп ала. Әммә кеҫәһенә тыҡҡан саҡта яңылыш көҙгөһө төшөп ҡала.  Юха-Аҡъегет менән Ҡарһылыу сыға.Ҡар ҡыҙҙары балалар өсөн төрлө уйындар үткәрә.

III күренеш.

Арҡаһына мылтыҡ аҫҡан Аҡъегет килә. Үҙе һөйләнә.

Аҡъегет:

  • Эх, ағайҙарым! «Беҙгә оҡшамағанһың, бигерәк йомшаҡ күңеллеһең, ҡыҙҙар һымаҡһың», – тиһегеҙ инде. «Ҡулыңдан бер ни ҙә килмәй», имеш. Ярай, күрһәтермен әле мин һеҙгә, ағайҙар!

Шул саҡ ҡуян йүгереп үтә. Аҡъегет тиҙ генә мылтығын алып атмаҡ була. Ҡуян шундуҡ телгә килә.

Ҡуян:

  • Атма миңә, егет! Минең бәләкәстәрем бар. Мин булмаһам, уларҙы кем тәрбиәләр?

Аҡъегет:

  • Нисек? Һин һөйләшә беләһеңме ни?

Ҡуян:

  • Эйе.

Аҡъегет:

  • Ярай, улайһа. Мин һине ебәрәм.

Ҡуян:

  • Рәхмәт, егет!

Ҡуян күҙҙән юғала. Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ тәпәйе эләккән ҡапҡанды һөйрәтеп  Аҡ бүре ҡаршыға килә.

Аҡ бүре:

  • Ҡотҡар, егет! Мине һаҙлыҡ хужаһы Шүрәле ҡапҡанға ҡаптырҙы!

Аҡъегет:

  • Ҡыҙыҡ! Был урманда әллә бөтә йәнлектәр ҙә һөйләшә беләме икән? (Бүренең ҡапҡанын ысҡындыра). Башҡаса һаҡ йөрө!

Аҡ бүре:

  • Рәхмәт, егет! Изгелегеңде мәңге онотмам! Өс ҡылымды алып ҡал! Кәрәк булһам, уны өҙөрһөң, һәм мин килеп етермен.

Аҡъегет юлын дауам итә. Шул саҡ Ҡарһылыуҙың төшөп ҡалған көҙгөһөн табып ала.

Аҡъегет:

  • Был ниндәй көҙгө икән ул? Ҡайһылай матур! Ситтәре семәрле! Моғайын, берәй сибәр генә хан ҡыҙыныҡылыр инде. Эх, шул һылыуҙы күрәһе ине!

Шул саҡ матур ғына көй уйнап, көҙгө ялтырап китә. Унда Ҡарһылыу күренә.

Аҡъегет:

  • Бәй, был көҙгө тылсымлы икән дә баһа! Ҡара әле, унда һылыуҙарҙан-һылыу бер ҡыҙ күренә түгелме? Әллә Ҡарһылыу инде? Шул бит! Былтыр мин уның урманда ҡоштар менән йырлап һөйләшкәнен һоҡланып тыңлап торғайным, әммә янына барырға ҡыйыулығым етмәгәйне. Быйыл уның менән танышам, тип үҙемә һүҙ биреп, түҙемһеҙләнеп ҡыштың етеүен көттөм. Эх, Ҡарһылыу!.. Тик ни эшләп һин ҡараңғы мәмерйәлә ул? Ни өсөн ҡулдарың бәйләнгән?

Шул саҡ Ҡарһылыуҙың тауышы ишетелә:

  • Ҡотҡар, егет!

Аҡъегет:

  • Ҡотҡарам һине, Ҡарһылыуым! Тик ул мәмерйәне ҡайҙан табырға икән?

Әкиәтсе инә.

Әкиәтсе:

  • Һаумы, ҡыйыу Аҡъегет! Ҡарһылыуҙы тик һин генә ҡотҡара алаһың. Уны Юха алдаштырып, Шүрәленең мәмерйәһенә алып китте. Улар Ҡарһылыуҙың алтын сәстәрен ҡырҡып, ваҡытты туҡтатмаҡсы булалар. Һиңә ашығырға кәрәк! Әҙәм йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урманды үткәс, Шүрәленең батҡаҡлы һаҙлығын сығырһың. Унан тауҙар башлана. Шундағы мәмерйәлә Ҡарһылыу йәшеренгән. Һаҡ бул, егет!

Әкиәтсе ҡулын болғап ҡала, Аҡъегет юлын дауам итә. 

Аҡъегет:

  • Бына Әкиәтсе әйткән ҡара урман. Тик уны нисек сығырға икән?

Шул саҡ егет ҡотҡарған Ҡуян инә.

Ҡуян:

  • Мине ҡотҡарғаның өсөн мин дә һиңә ярҙам итергә килдем. Һинең килеүеңде һиҙеп, Юха менән Шүрәле юлыңа ҡаршылыҡ ҡорған. Ләкин беҙ уны хәйлә менән еңеп сығасаҡбыҙ. Шулай бит, балалар? Әйҙәгеҙ бергәләп урманды йырып сығайыҡ. Бының өсөн мин һеҙгә «Урманда төрлө ағастар үҫә. Улар бейек йә тәпәш, киң йә нәҙек» тип әйтәм. «Бейек» тиһәм һеҙ ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, «Тәпәш» тиһәм – сүкәйегеҙ. «Киң» тигәндә ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйегеҙ, ә «нәҙек» һүҙенә ҡулдарҙы бер-береһенә яҡынайтырға кәрәк. Аңлашылдымы? Әйҙә, киттек!

Ҡуян һүҙҙәрҙе бутап әйтә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

Ҡуян:

  • Бына урманды йырып та сыҡтыҡ.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, мәрхәмәтле Ҡуян! Рәхмәт, балалар!

Ҡуян:

  • Хәйерле юл, Аҡъегет! (ҡулын болғап ҡала).

Аҡъегет артабан китә. Ә унда – һаҙлыҡ.

Аҡъегет:

  • Һаҙлыҡҡа ла еттек. Әммә уны нисек сығырға? Бәлки, Аҡ бүре өйрәтер?

Ул кеҫәһенән өс ҡылды алып өҙә. Аҡ бүре пәйҙә була.

Аҡ бүре:

  • Егет, бик хәтәр юлға сыҡҡанһың. Шүрәлегә ҡаршы тора алырһыңмы?

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыр өсөн мин барыһына ла әҙер!

Аҡ бүре:

  • Изге ниәтеңде хуплайым. Был һаҙлыҡты үтергә ярҙам итермен. Тик минең генә түгел, балаларҙың да ярҙамы кәрәк. Балалар, ярҙам итәбеҙме? Әйҙәгеҙ, улайһа, паровоз яһап, бер-беребеҙҙең биленә тотоноп  түңәрәккә торайыҡ та, алдыбыҙҙа түңгәк ята, тип күҙ алдына килтерәйек. Шулай итеп һаҙлыҡтағы «түңгәктән түңгәккә» һикерәйек. Ә мин былай тип һамаҡлайым:
  • Бер, ике, өс түңгәк,

Һаҙлыҡ тулы мең түңгәк.

Һаҙлыҡ беҙҙе тарта алмай –

Бына нисек беҙ күмәк!

Әҙерһегеҙме? Әйҙәгеҙ!

Бүре үҙе иң алдан тора ла, һамаҡлай-һамаҡлай юл башлап бара. Балалар түңәрәк буйлап һикерешә.

Аҡ бүре:

  • Афарин! Ана шулай. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Бына һаҙлыҡты ла еңел генә үттек.

Аҡъегет:

  • Рәхмәт, Аҡ бүре! Балалар, һеҙгә лә ҙур рәхмәт!

Аҡ бүре:

  • Ана, алда тау эсендәге мәмерйә күренә. Артабан мин һиңә ярҙам итә алмайым. Шүрәле менән үҙеңә көрәшергә тура киләсәк.

Шулай тип һөйләшеп, Аҡъегет менән Аҡ бүре сыға.

IY күренеш.

Шүрәле менән Юха инә.

Шүрәле:

  • Ҡыҙҙы алып килеүен килгәс, ниңә уның ҡойроғон да эйәрттең?

Юха:

  • Бәй, уның ҡойроғо бармы ни?

Шүрәле:

  • Алйот! Ҡойроҡло Ҡарһылыуҙы ҡайҙа күргәнең бар? Теге егетте ни эшләп эйәрттең, тим?

Юха (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Ә-ә, ней, Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһө төшөп ҡалған икән. Шунан күреп егет беҙҙе эҙләп килә ята. Мин уның юлына ҡаршылыҡтар ҡуйҙым. Ул урманды үтә алмаясаҡ! Урманды үткән хәлдә лә, һаҙлыҡта батып үләсәк.

Шүрәле:

  • Ахмаҡ! Ул бит Ҡарһылыуҙы оҡшатҡанға эҙләп килә! Ә мөхәббәт өсөн кәртәләр юҡ икәнен оноттоңмо ни?

Юха:

  • Улайһа, нимә эшләйек икән?

Шүрәле:

  • Хәҙер борғоланыуҙан файҙа юҡ. Ваҡытты туҡтатырға кәрәк! Теге егет бик ныҡыш күренә. Әгәр килеп етә ҡалһа, беҙгә көн бөттө! Шуға тиклем беҙгә Ҡарһылыуҙың алтын сәсен ҡырҡып, арҡан ишергә кәрәк. Бар, Ҡарһылыуҙы килтер!

Юха ҡулы бәйләнгән Ҡарһылыуҙы килтерә.

Шүрәле (мыҫҡыллы йылмайып):

  • Һаумы, Ҡыш бабайҙың ҡәҙерле ейәнсәре. Ҡарһылыумы әле исемең? Ҡурҡма, ҡурҡма! Беҙгә һин түгел, ни бары алтын сәсең генә кәрәк! Хәҙер беҙ уны ҡырҡып алырбыҙ…

Ҡарһылыу (ҡурҡа-ҡурҡа):

  • Һеҙ быны эшләргә тейеш түгелһегеҙ! Бер генә бөртөк сәсем өҙөлһә лә, ваҡыт туҡтаясаҡ, Яңы йыл килмәйәсәк! Зинһар, теймәгеҙ минең сәсемә! Балалар, бөтә халыҡ Яңы йылды көтә бит!

Шүрәле:

  • Ха-ха-ха! Ә беҙгә Яңы йылың кәрәкмәй. Ул бит кешене тағы ла бер йылға ҡартайта. Юха, һинең ҡартайғың киләме?

Юха:

  • Юҡ, юҡ, әфәндем!

Шүрәле:

  • Уның ҡарауы, бер генә сәсең өҙөлһә лә, минең ғүмерем бер йылға оҙая! (Ул Ҡарһылыуҙың сәсен услап тотоп ала) Ә бындағы сәстәр мине меңйәшәр итәсәк! Ха-ха-ха! Шунан мин һине рәхәтләнеп тороп ҡытыҡлаясаҡмын!

Шүрәле оҙон бармаҡтарын уйната. Юха ла уның ыңғайына һикерә-һикерә көлә. Шул саҡ Аҡъегет инә. Юха ҡурҡышынан ҡалтырап, тубыҡлана, Аҡъегет уны елкәһенән эләктереп ала.

Аҡъегет:

  • Ҡыуанмай тороғоҙ әле! Мин булғанда яуыз ниәтеңде атҡара алмаҫһың, Шүрәле!

Шүрәле:

  • Аҡъегет?! Һин бында нисек килдең? Һине бит ағайҙарың булдыҡһыҙ, тип атайҙар ине.

Аҡъегет:

  • Булдыҡһыҙҙы күргәнегеҙ юҡ әле! Алышмы, бирешме?

Шүрәле:

  • Алыш!

Улар һуғыша башлай. Алышҡан саҡта Аҡъегет Шүрәленең муйынынан ҡыҫып тотоп ала. Ул тубыҡлана.

Шүрәле:

 – Миңә теймә инде, зинһар! Бөтә теләгеңде лә үтәрмен!

Аҡъегет Шүрәлене Юханың эргәһенә этеп ебәрә. Улар икеһе лә теҙләнеп, баштарын иҙәнгә тейҙереп тора. Аҡъегет Ҡарһылыуҙың ҡулын ысҡындыра.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Аҡъегет! (башын егеттең түшенә терәй).

Аҡъегет:

  • Ҡарһылыуым! Мин һине ошо көҙгөң аша эҙләп таптым! (Ҡарһылыуға көҙгөһөн тапшыра).

Юха менән Шүрәле:

  • Беҙҙе үлтермәгеҙ инде! Ҡыш бабайҙың бүләктәр тулы тоғон беҙ урланыҡ. Әгәр беҙгә тейһәгеҙ, ул һеҙгә эләкмәйәсәк!

Ҡарһылыу:

  • Ни эшләйек икән, балалар? Беҙгә Ҡыш бабайҙың бүләкле тоғо кәрәк бит! Бәлки, уларҙы хәйләләп еңеп булыр? Һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, былай итәйек: мин Шүрәле менән Юхаға өс йомаҡ әйтәм. Йәнәһе, улар йомаҡтарҙы сисһә, тоҡ уларға була. Ә һеҙ уларҙан алдараҡ сисергә тырышығыҙ. Килештекме?

Шүрәле:

  • Һеҙ унда нимә тип бышылдашаһығыҙ?

Ҡарһылыу:

  • Ә беҙ ошолай итергә булдыҡ: әйҙә, кем иң беренсе булып минең йомаҡтарҙы сисә, тоҡ – шуныҡы!

Юха:

  • О-о, мин йомаҡтарҙы яратам ул! Беләһегеҙме, мин ниндәй аҡыллы?

Шүрәле:

  • Ә мин үҙемдең һаҙлығымда – иң аҡыллыһы! Күреп торорһоғоҙ: бөтә бүләктәр ҙә минеке буласаҡ!

Юха:

  • Юҡ, миңә эләгәсәк!

Шүрәле (уға ташлана):

  • Юҡ, бүләктәр минеке! (Улар көрмәкләшә башлай).

Ҡарһылыу:

  • Тороп тороғоҙ әле, мин йомаҡтарҙы әйтмәнем бит әле, ә һеҙ тоҡто бүлешә лә башланығыҙ!

Шүрәле:

  • Йә, тиҙ генә йомаҡтарыңды әйтә һал! Минең оҙаҡ көтөргә ваҡытым юҡ!

Ҡарһылыу:

  • Улайһа, тыңлағыҙ! Беренсе йомаҡ:

Ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙөн дә

Ул тәлмәрйен төҫөндә.

Терпе кеүек энәле –

Әйтеп ҡарағыҙ әле!

         Юха:

  • Тәлмәрйен!

Шүрәле:

  • Алйот, тәлмәрйендең ниндәй энәһе булһын, ти!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, тәлмәрйен төҫөндә, тинем бит. Йәки нимә йыл әйләнәһенә ҡарағусҡыл йәшел төҫтә була?

Шүрәле:

  • Белдем, белдем. Ул – мин йәшәгән һаҙлыҡ!

Юха:

  • Нимә, һаҙлығыңдың энәһе бармы әллә?

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Юха, Шүрәле, белмәнегеҙ. Нимәне, ҡыш еткәс, барыһы ла йортона ултырта, матур итеп биҙәй?

Балалар:

  • Шыршы!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Ҡарһылыу, һин минең өсөн бик ауыр йомаҡ әйтәһең. Әйҙә, ябайырағын әйт!

Ҡарһылыу:

  • Ә хәҙер икенсе йомаҡ: Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ.

Шүрәле менән Юха:

  • Тау! Беҙҙең тауыбыҙ йәйгеһен һоро, ҡышҡыһын, ҡар япҡас, аҡ була! Ур-ра!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, дөрөҫ түгел. Балалар, нимә була ул?

Балалар:

  • Ҡуян!

Ҡарһылыу:

  • Дөрөҫ!

Шүрәле:

  • Һин, Ҡарһылыу, уҫалһың, юрый беҙ белмәгән йомаҡты әйтәһең!

Ҡарһылыу:

  • Иғтибар, һуңғы йомаҡ ҡалды. Тышы шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай. Нимә була ул?

Шүрәле:

  • Белдем! Ул – Ҡыш бабайҙың бүләк тулы тоғо. Ул шар кеүек түңәрәк, үҙе ҡан кеүек ҡыҙыл, ә эсендәге тәмлекәстәре – м-м-м! – бал кеүек татлы! Мин еңдем! Мин еңдем! Тоҡ – минеке!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, Шүрәле, дөрөҫ әйтмәнең. Балалар, ни була икән ул?

Балалар:

  • Ҡарбуз!

Ҡарһылыу:

  • Афарин, балалар! Һеҙ еңдегеҙ! Шүрәле, Юха, биреләһегеҙме?

Шүрәле, Юха:

  • Ы-ыһ, ни хәл итәһең инде, биреләбеҙ. Ләкин киләһе йылда беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ! Бөтә йомаҡтарҙың да яуаптарын ятлап аласаҡбыҙ! Ул сағында тоҡ, ысынлап та, беҙҙеке буласаҡ!

Шүрәле менән Юха тоҡто сығарып бирә. Аҡъегет тоҡто ала.

Ҡарһылыу:

  • Рәхмәт, Шүрәле, Юха! Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең Яңы йыл байрамына рәхим итегеҙ! Тоҡ табылды. Ә Ҡыш бабайыбыҙ ҡайҙа икән һуң? Әллә беҙҙе эҙләп йөрөп, урман араһында аҙашып ҡалдымы икән? Әйҙәгеҙ, күмәкләп уны саҡырайыҡ!

Күмәкләп:

  • Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!

Ҡыңғырау тауышы ишетелә. Ҡар ҡыҙҙары оҙатыуында Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай:

  • Һаумыһығыҙ, балалар! О-о, ҡайһылай күмәк йыйылғанһығыҙ. Хатта Шүрәле менән Юха ла килеп еткән түгелме? Һеҙҙе бында ниндәй елдәр ташланы?

Шүрәле менән Юха:

  • Беҙҙе Ҡарһылыу был матур байрамға саҡырҙы.

Ҡыш бабай:

  • Ҡарһылыу, ҡыҙым, афарин! Шүрәле менән Юха ла изге күңеллегә әйләнгәс, Ерҙә яуызлыҡ юҡҡа сыҡҡан бит! Ҡарағыҙ әле! Мин һеҙҙең өсөн бүләктәр, күстәнәстәр һалынған йомарт тоғомдо юғалтҡанмын икән, тип ҡайғырып килһәм, ул бында булған икән! (Тоғон һөйөп ала) Һай, отҡорһоң да инде, Ҡарһылыу! Минең билемдең ауыртҡанын белеп, үҙең алып килгәнһең икән! (Ҡарһылыу шаян йылмая) Тик ни эшләп әле беҙҙең ҡупшы шыршыҡайыбыҙҙың уттары янмай? Әйҙәгеҙ, күмәкләп: «Ян, ян, ян, шыршы!» – тип әйтәйек! (Күмәкләп ҡабатлайҙар. Шыршының уттары балҡып китә) Балалар! Донъя ана ниндәй матур! Әйҙәгеҙ, бергәләшеп Яңы йылды ҡаршылайыҡ! Уйнайыҡ, көләйек, йырҙар йырлайыҡ, бейейек! (Бергәләшеп түңәрәккә тороп йырлашып әйләнәләр). Ә кем хәҙер миңә һөнәрен күрһәтергә теләй?

Балалар Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтә. Ҡарһылыу менән Аҡъегет, Ҡар ҡыҙҙары  бүләктәр тарата. Шүрәле менән Юха ла, балаларға ҡушылып, йырлап, бейеп, ҡыланып йөрөй.

Ҡыш бабай:

  • Һеҙҙең арала һәләтле балалар бик күп икән! Һай, афарин! Рәхмәт яуғыры! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Яңы йылда ла тырышып уҡығыҙ, тик яҡшы билдәләр генә алығыҙ, кешеләргә ярҙам итегеҙ, дуҫтарығыҙ менән татыу булығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырып ҡына тороғоҙ! Ә беҙгә көмөш ҡыңғыраулы боландарға ултырып ары елергә лә ваҡыт етте. Беҙҙе башҡа илдәрҙә лә һеҙҙең кеүек аҡыллы, матур, талантлы балалар көтә. Һау булығыҙ!

Ҡарһылыу:

  • Олатай, мине Аҡъегет Шүрәле менән Юханың тотҡонлоғонан ҡотҡарҙы!

Юха менән Шүрәле бөршәйеп төшә.

Икеһе бергә:

  • Ҡы-ҡыш ба-ба-бай, ғәфү ит! Беҙ ба-ба-башҡа улай и-итмәҫбеҙ!

Ҡарһылыу:

  • Юҡ, улар хәҙер үҙгәрҙе, мин уларҙы ғәйепләмәйем. Тик, әйҙә, Аҡъегетте лә үҙебеҙҙең илгә алып ҡайтайыҡ!

Ҡыш бабай:

  • Ә егет үҙе ни тип әйтер?

Аҡъегет:

  • Мин Ҡарһылыу менән ер сигенә лә китергә әҙермен!

Ҡыш бабай:

  • Афарин! Бына был, исмаһам, ысын ир-егет һүҙе!

Шул саҡ Аҡъегеттең ете ағаһы килеп инә.

Аҡъегет (аптырап):

  • Ағайҙарым? Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ?

Улар Аҡъегеттең алдына килеп тубыҡлана:

  • Аҡъегет, беҙ һинең турала хата уйлағанбыҙ икән. Һинең Ҡарһылыуҙы ҡотҡарыуың – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Зинһар, беҙҙе ғәфү ит!

Аҡъегет:

  • Ҡуйығыҙсы әле, ағайҙарым! Һеҙ булмаһағыҙ, мин Ҡарһылыуҙы ҡотҡара ла алмаҫ инем! Рәхмәт һеҙгә!

Туғандар ҡосаҡлаша. Ҡарһылыу Аҡъегетте етәкләп ала.

Ҡарһылыу менән Аҡъегет:

  • Һау булығыҙ, балалар! Киләһе йылда осрашҡанға тиклем!

Шүрәле менән Юха (илай яҙып):

  • Беҙгә лә китергә ваҡыт етте. Һаҙлыҡта беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде. Һеҙ беҙгә шул тиклем оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән Яңы йылды ҡаршылауы ныҡ-ныҡ-ныҡ күңелле икән! Рәхмәт беҙҙе лә үҙегеҙҙең байрамығыҙға саҡырыуығыҙға! Киләһе йылда ла саҡырырға онотмағыҙ, йәме! Беҙ килербеҙ!

Улар барыһы ла сыға. Матур көй яңғырай. Куранттар һуға.

Әкиәтсе:

  • Йылдар үткән һайын Яңы йылды

         Ҡаршылауы, никтер, серлерәк –

         Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта

         Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк.

         Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек,

         Теләктәрҙән күңел сафлана.

         Өр-Яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте –

         Шул саҡ яңы тормош башлана!

         Яңы йыл менән, дуҫтар!

         Барыһы ла бергә:

  • Яңы йыл менән!

Әкиәтсе:

  • Байрам тамам. Әкиәтем ары, ә үҙем бире киттем. Әммә был әкиәттән алған фәһемде мыйыҡтарға урап ҡуйырға онотмағыҙ, дуҫтарым!

Әкиәтсе сыға.                   

Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.

  1. «Ҡыш бабайҙы эшлә!» конкурсы.

10 кешенән торған ике команда ҡатнаша. Ҡыш бабай төшөрөлгән ике һүрәт стенаға эленә. Тик һүрәттә Ҡыш бабайҙың башы һәм кәүҙәһе генә бар. Ә ике күҙе, танауы, ауыҙы, һаҡалы, ике аяғы, ике ҡулы, тоғо пластилиндан эшләнеп, тәрилкәгә һалына. Күҙҙәре бәйләнгән ҡатнашыусылар тәрилкәлә ятҡан «ағзаларҙы» табып, һүрәттәге Ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. Ҡайһы команда алдан бөтә һәм кемеһенең һүрәте теүәлерәк сыға?

  1. «Алтын ҡапҡа» уйыны.

Ике Ҡар ҡыҙы, ҡулдарын өҫкә  күтәреп тотоношоп, ҡапҡа булып тора. Балалар түңәрәк яһап тороп, шул ҡапҡа аҫтынан үтергә тейеш (ҡапҡа булған бер Ҡар ҡыҙы түңәрәктең эсендә, ә икенсеһе – тышында тороп ҡала). Ҡар ҡыҙҙары былай тип һамаҡлай:

  • Үтәбеҙ алтын ҡапҡанан,

Эшләнгән алтын таҡтанан.

Эй, үтәбеҙ, эй, көтәбеҙ

Кемдең килеп ҡапҡанын!

«Ҡапҡанын» һүҙенә еткәс, Ҡар ҡыҙҙары ҡапыл күтәреп торған ҡулдарын аҫҡа төшөрә. Кем эләгә, шуға наказ бирелә.

  1. Ҡар осороу.

Балаларға кескәй мамыҡ киҫәктәре таратып бирелә. Улар уны тартҡылап, «ҡар» әүәләй һәм «Башланыҡ!» тигәс тә уны аҫтан өҫкә  өрөргә тейеш. Кемдең ҡары иң оҙаҡ һауала эленеп тора – шул еңеүсе.

  1. Уртаға быйма ултыртып, шунда «ҡар» (ҡағыҙ) ташлау.

7-8 бала ҡатнаша. Йыл ырыҫлы килһен өсөн ҡар күп булырға тейеш. Уйнатыусы Ҡар ҡыҙҙары балаларға ҡағыҙҙар таратып бирә. Уртаға ҙур быйма ултыртыла. Ым бирелгәс тә, балалар ҡағыҙҙы, йәғни, «ҡарҙы», йомарлап, быйма эсенә ташларға тейеш. Кем күберәк мәрәй йыя – шул еңеүсе.

  1. «Уйынсыҡты таны!»

Балалар тоҡ эсенә ҡулдарын тығып, унда ниндәй уйынсыҡ  ятҡанын танырға тейеш. Дөрөҫ әйтһә, шул уйынсыҡ уға эләгә.

  1. «Көлдөрткөс» уйыны.

Уйнатыусы Ҡар ҡыҙы балаларҙың һәр береһенең ҡолағына ҡыш, Яңы йыл менән бәйле исемдәр әйтеп сыға. Мәҫәлән, боҙ, һырғалаҡ, ҡар, шыршы, тубырсыҡ, курант һ.б. Көлдөрткөс инә һәм балаларҙың һәр береһенә яҡын килеп ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә. Мәҫәлән: «Исемең кем?»  – «Боҙ». «Нимә, тоҙ, тиһеңме?» – «Боҙ». «Ә-ә, берәй нәмәне боҙорға ҡушаһыңмы әле, ә?» – «Боҙ».  «Нимә, тутыйғош булдыңмы әллә? Йә,  тағы берәй һүҙ әйтеп ҡара әле!» – «Боҙ» һ.б. Көлдөрткөс нисек тә көлдөрөргә тырыша, тик балалар көлөргә тейеш түгел. Кем көлә – шул йә уйындан сыға, йә наказ ала.

  1. Епкә эленгән приздарҙы күҙ бәйләнгән килеш ҡырҡыу.
  2. Байрам барышында «Иң яҡшы Яңы йыл кейеме» конкурсы ойошторола. Уйындарҙың еңеүселәре урындар йәки номинациялар буйынса баһаланыуы мөмкин.

  (Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды).

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫНА СЦЕНАРИЙ ҺӘМ УЙЫНДАР

  8-11 кластар өсөн Яңы йыл кисәһе сценарийы.        2014(Ат йылы)

Зал байрамса биҙәлгән.

1)Ҡыҙҙар башҡарыуында Шәмдәр менән бейеү.

 Алып барыусы 1:Хөрмәтле дуҫтар.Хәйерле кис.Яңы йыл менән һеҙҙе.

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән. ( фон талғын көй)

Алып барыусы 2;

              Яңы йыл ул-үргә баҫҡыс

               Бәхетеңә тәҙерә

               Яңы шатлыҡ,яңы асыш

               Яңы абруй,дәрәжә

              Яңы йыл ул – күк көмбәҙендә

              Йымылдаусы ынйылар-

              Ил йөгөн иңдә йөрөтөүсе

             Арыу белмәҫ кешеләр

Алып барыусы 1;

               Өр-яңы йыл килә.Өр-яңы

                Ысынлап та яңы булһын ул

               Ҡояш кеүек,бөтә кешегә лә

               Тигеҙ көлөп торһон ул

2)(Уйын- телеграмма )

Бөгөн беҙ һеҙҙен йыл дауамында туплаған белемегеҙҙе тикшереп алырға булдыҡ  әле. Һәм  ин беренсе  беҙ башҡорт  теле дәресенә инеп сығабыҙ. (звонок яңғырай). Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы, балалар, «Сифат”. Һәм беҙгә 13  сифат төҙөргә кәрәк. Һигеҙҙәр, һеҙҙән башлайыҡ  (ведущий  записывает на заранее приготовленном листке), 9а һеҙҙең сифат, 9б  нимә менән шатландырыр, 10 һеҙҙең сират ,11 класс  иң әҙерҙәре, уларға тиҙҙән имтихан тапшырырға, яңынан 8,9а афариндар,9б  шулай уҡ гиа ға әҙер,10 класс һеҙҙең  версия,11 класс -10 сифат төҙөнөк. Әйҙәгеҙ әле уҡытыусыларыбыҙҙы ла тикшереп алайыҡ әле (йәнә өс сифат) Хәҙер ошо сифаттарҙы ҡулланып Ҡыш Бабайға телеграмма яҙабыҙ. Бына нимә килеп сыҡты.

«… Ҡыш Бабай! Бөтә … балалар һинең …килеүеңде түҙемһеҙләнеп көтәләр.
Яңы йыл ул йылдың иң  …байрамы. Беҙ һиңә   … йырҙар, … бейеүҙәр әҙерләнек! Күптән көткән … Яңы йыл етте! …уҡыу тураһында уйлағы ла килмәй  хатта.Әммә  беҙ тик … билдәләр генә алырға һүҙ бирәбеҙ.Шуға күрә … тоғоңдо ас  һәм … бүләктәреңде беҙгә тапшыра һал.

Һиңә ихтирам менән … малайҙар һәм …ҡыҙҙар!»

3) Ә хәҙер өйгә эш тикшерәйек .  9б классының музыкаль номеры.         

4)(Звонок) Киләһе дәресебеҙ- рәсем. Һэр класстан һүрәт төшөрөргә яратҡан бер уҡыусыны саҡырам.  Һәр йылдың үҙенең символы була. Э киләсәк 2014 йыл  ат йылы. Рәссамдарыбыҙ  күҙҙәре бәйләнгән килеш ат һүрәтен төшөрөргә тейеш.       (музыка  Каламбур)

5) 9 а класының сығышы

6) )(звонок) Йыр дэресенә инергә ваҡыт.  Баш түбән әйләнешкән йырҙарҙы дөрөҫләп    бер куплет йырларға.     Мәҫәлән Как жаль, что никто из них, вчера не разбрелись йырын дөрөҫләһәң ( Как здорово, что все мы здесь сегодня собрались) була.                     (Карточкалар таратыла)

1. Умерла у деда одна грустная курица (Жили у бабуси два весёлых гуся)

2.Розовый грузовик летит, не шелохнется    (Голубой вагон бежит, качается                     Скорый поезд набирает  ход

 Ах зачем же этот день кончается

Пусть бы он тянулся целый год)

3.Большому дубу
Жарко летом
                             (Маленькой елочке    Холодно зимой)

4.Листопад ему шептал марш
Вставай дуб, вставай, вставай.
         (Метель ей пела песенку Спи елочка бай бай.)

5.Во поле берёзка умерла. (В лесу родилась ёлочка)   

7) 8 класының өйгә эше

8)(Звонок)Математика дәресе  (ултырғыс, приз) һэр кластан теләүселәр. Бөгөн дәрестә беҙ өс һанын үтәбеҙ, балалар.

Бына был төргәктә еңеүсегә приз ята. Мин һеҙгә  «Раз, два, три!» тигән шиғыр уҡыйым.Һеҙ « три » тигән һүҙҙе ишетеү менән призды алып өлгөрергә тейешһегеҙ. Әммә ваҡытынан  алда призға ҡағылған кеше уйындан сыға.

Однажды щуку мы поймали, Распотрошили, а внутри Рыбешек мелких насчитали — И не одну, а целых ДВЕ. Мечтает мальчик закаленный Стать олимпийским чемпионом, Смотри, на старте не хитри, А жди команду раз, два, СЕМЬ. Когда стихи запомнить хочешь, Их не зубри до поздней ночи, А про себя их повтори Разок, другой, а лучше ПЯТЬ! Недавно поезд на вокзале Мне ТРИ часа пришлось прождать. Но что ж вы приз, друзья, не брали, Когда была возможность брать?


9)10 кластың сыгышы: Йыр  «Новогодняя» из реп. Блестящие

10) (Звонок) Химияға инергә ваҡыт.  Бөгөн беҙҙең дәрестең темаһы –«Молекула. ”Һәр кластан бер ҡыҙ, бер егетте таҡтаға саҡырам.  Һеҙ, уҡыусылар, атомдар икән тей. Ике атом молекула барлыҡҡа килтерә.

(Ары уйындың шарттары аңлатыла:

  Два человека подходят друг к другу и обнимаются одной рукой (один берет за талию партнера правой рукой, другой — левой) Получается, что у каждого из них оказывается по одной свободной руке. Затем они получают задание, которое должны выполнить так, будто это — две руки одного человека.  вырезать фигуру. 1-й участник левой рукой держит лист бумаги и правильно его направляет, второй правой рукой — режет ножницами. 2 паре -зашнуровать ботинок, положить его в коробку, 3 паре- насыпать в банку муку из пакета, закрыть ее крышкой, положить опять же в коробку, а коробку закрыть и завязать ленточкой  и т.д.    (  музыка Каламбур)

11) 11 класс сығышы.

12)(звонок) Физкультура. Бөгөн дәрестә, балалар,  беҙ  «Атты эйәрлә»  уйынын уйнайбыҙ   (һәр кластан теләүселәр)

Подготовка: украсить стулья лошадиной гривой, взади сделайте хвостик, на ножки стула изготовьте копытца.

Выбирается определенное количество участников, стульев ставится на один меньше, чем количество участников. Участникам необходимо водить хоровод вокруг стульев до тех пор пока играет музыка, желательно подобрать какую нибудь песенку про лошадку.
После того как музыка замолкает, необходимо сесть на стул (оседлать лошадку), кто не успел, тот вылетает из игры.                                                                

13) (Звонок)  Киләһе дәресебеҙ -рус әҙәбиәте. Уҡыусылар , бөгөн дәрестә беҙ  ат йылына арнап  “Сказка про Ивана и Коня его верного” исемле әкиәт сәхнәләштерәбеҙ. Һәм беҙгә һэр класстан ярҙамсылар кәрәк була.  (4 егетте алдан  әҙерләргә)                             (Аудиосказка)

14) Концовка         Алып барыусы 2:

Инде кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты тип әйтһәк тә була.Ҡәҙерле дуҫтар.Һеҙҙең барлыҡ өмөттәрегеҙ ҙә аҡланһын.Яңы йылда яңы уңыштыр теләйбеҙ.

Күктәр аяҙ,донъя имен булһын,

Ауырлыҡтар ишек ҡаҡмаһын.

Шәфҡәтле бул,бер кем был тормошта

Шатлыҡ сәсеп ҡайғы тапмаһын.

Алып барыусы 1:

Күҙ йәштәре онотолоп торһон

Артҡа китһен ҡайғы-борсоуҙар

Элеккесә уттар янып торһон

Балҡып торһон шулай шыршылар

15) Йыр      «Яңы йыл (Абба)» перевод песни на башкирском языке  

      Свечи бенгальские

Яңы йыл кисәһе

Ҡатнашалар Ҡыш
бабай, Ҡарһылыу, Яңы йыл, Төлкө, Ҡуян, Алып барыусы

Матур итеп
биҙәлгән зал уртаһында шыршы (музыкаға балалар инәләр)

Алып барыусы: Хөрмәтле
балалар, дуҫтар, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ, һәр йылдағыса, яңы йыл байрамын
ҡаршы алырға йыйылдыҡ.

                       
Ниндәй матур беҙҙең шыршы

                       
Ем-ем килеп яна ул

                       
Башлайбыҙ шыршы байрамын,

                       
Ҡотло булһын Яңы йыл

Алып барыусы: Эйе,
йылдың иң матур тылсымлы байрамы, Яңы йыл байрамына йыйылдыҡ(Шүрәленең
шыршы аҫтында ятҡанын күреп ҡала)
Ҡарағыҙ але балалар беҙҙең шыршы төбөндә
әллә кем йоҡлап ята ул?(Шүрәле уянып китә)

Шүрәле: Һеҙ
кем? Нимә миңә ҡарайһығыҙ? Был минең шыршы, ул шундай матур(һоҡланып, урап
сыға
Шүрәле)

Алып барыусы: Юҡ,
Шүрәле, был беҙҙең байрам шыршыһы.

Шүрәле :Ә,
шулаймы ней? Байрам имеш, мине саҡырмағанһығыҙ, юҡ, был шыршы минеке генә,
бирмәйем һеҙгә, матурлап биҙәгәндәр ҡупшыҡайҙы, мине саҡырмағандарт үҙҙәре,
үпкәләнем мин һеҙгә, вәт, шыршығыҙҙың уттарында һүндерәм хәҙер, әпсен-төпсөн,
шыршының уттары һүнһен(шыршы тирәләй өрөлөп сыға)шыршы һүнә.Шүрәле
көлә, көлә сығып китә.

Алып барыусы: Эх, нишләйбеҙ
инде хәҙер. Шүрәле беҙҙе тыңлап та торманы, үпкәләп сығып китте. Шыршының
уттарын яндырыр карак бит инде. Әйҙәгеҙ беҙ балалар һеҙҙең менән шыршыны маҡтап
шиғырҙар һөйләп ишеттерәйек.(Балалар шиғырҙар һөйләй).

Алып барыусы: Юҡ,
килеп сыҡманы балалар, әйҙәгеҙ булмаһа бейеп алайыҡ.

(Бейеү.Яңы йыл
бейеүе) (бейеп бөткәс балалар ултырылар).

Музыка уйнай Ҡуян
менән Төлкө баҫтырышып инәләр.Ҡуяндың ҡулында хат, Төлкөнән ҡурҡып Ҡуян Алып
барыусының артына йәшенә)

Төлкө: Эй,
ҡотҡарығыҙ, төлкөнө тиҙ тотоғоҙ.

Алып барыусы: Кил
бында Ҡуянҡайым, артыма ҡас, ҡаплайым, нисек оят түгел һи ңә, башҡаларҙы
рәнйетергә улай булғас төлкөнө байрамға алмайыҡ балалар.Ни эшләп һин уны
баҫтыраһың?

Төлкө: Миңә
ошо хат ҡына кәрәк ине.Минеңдә байрамға килгем килә(илай) Ғәфү итегеҙ
мине балалар.

Ҡуян
Телеграмма, телеграмма, мин һеҙгә телеграмма алып килдем.

Алып барыусы: Алабыҙмы
төлкөнө байрамға балалар?

Балалар:Эйе.

Алып барыусы: Әйҙә
ҡуян хатты уҡыйыҡ әле (асып уҡый)

     Юлға
сыҡтым, көтөгөҙ, килермен оҙаҡламай. Сәләм менән Ҡ.БАБАЙ.

     Ҡ.Бабай килә,
ә Ҡарһылыу берҙә хәбәр яҙмаған.

Эмилия: Ҡара
әле тәҙрәгә

                 
Бейешеп матуп көйгә,

                 
Ҡарт бөртөктәре елпенә,

                  
Ашыға беҙҙең янға

Вальс: (балалар
ултыралар).

(Музыка, Ҡарһылыу
менән Шүрәле инәләр)

Шүрәле: Ул яҡҡа
түгел, был яҡҡа

Ҡарһылыу: Юҡ
Шүрәле, һин мине юрый яңылыштыраһың, был яҡҡа.

Шүрәле:Юҡ,
Ҡарһылыу, яңылыш киттең был яҡҡа(алып сығып китергә уйлай)

Ҡарһылыу: Шүрәле
ҡара әле, бында балалар йыйылған шыршы байрамына, шыршы ниндәй матур, дөрөҫ
килгәнбеҙ бит.

Шүрәле: Эйе,
эйе дөрөҫ(һөйләнә, һөйләнә шыршы төбөнә ултыра)

Ҡарһылыу:Һаумыһығыҙ
балалар!

Балалар:Һаумы
Ҡарһылыу!

Ҡарһылыу: Байрамығыҙ
ниндәй матур икән, тик шыршығыҙҙың ниңәлер уттары янмай бит.

Алып барыусы: Эйе
Ҡарһылыу, Шүрәле һүндереп китте(Шүрәле шым ғына ҡасып бара)

Ҡарһылыу: Шүрәле
ни эшләп балаларҙың байрамын боҙаһың, йә яндыр инде шыршының уттарын.

Шүрәле:Мин ней
белмайем шул. Ғәфү итегеҙ инде мине зинһар балалар.Асыуланып, үпкәләп
һүндерҙемдә ул, тик кире яндыры белмайем( илай)

Минелә
байрамығыҙға алығыҙсы балалар, һеҙҙә күңелле.

Алып барыусы:Ғәфү
итәйекме Шүрәлене балалар?Байрамға алайыҡмы?

Балалар:Эйе,
алайыҡ.

Шүрәле:рәхмәт

Ҡарһылыу:Ә хәҙер
шыршының уттарын ҡабыҙайыҡ инде, әйҙәгеҙ балалар бергәләп Янсы, янсы
шыршыҡай, янсы, янсы матурҡай(музыка уйнай, шыршы яна)

Шүрәле:Балалар
мине байрамға алғас һеҙҙең менән уйында уйнап алайыҡ әле(темпҡа уйын)

Алып барыусы:Әйҙәгеҙ
балалар түңәрәккә баҫып шыршыҡайға йыр йырлап алайыҡ(В лесу родилась
елочка)йырлап бөткәс балалар ултыралар.

Ҡарһылыу: Ҡыш
бабай күренмәй бит балалар, әйҙәгеҙ бергәләп саҡырайыҡ Ҡ.бабай, килсе, килсе
Ҡ.бабай (3тапҡыр)

Ҡыш бабай:
………..Шиғырҙар һөйләйҙәр Ҡ.Бабайға

Алып барыусы:(Тек,
тек итеп сәғәт һуға)
йырына баҫалар

Йыр бөткәс шиғыр
һөйләйҙәр

Алып барыусы:Бейеү “Сысҡандар”

Ҡарһылыу:Бик оҫта
икәнһегеҙ, күп һөнәр беләһегеҙ, эшләгәндә лә ошолай талмаһын беләгегеҙ.

Алып барыусы: Ә хәҙер
беҙҙең йыр Әйҙә әле Ҡ.бабай

Алып барыусы: Яңы йыл
яңы бәхеттәр, шатлыҡтар килтерһен.

Бергәләшеп Яңы йыл
менән!

Ҡарһылыу: Балалар
Ҡ.бабай һеҙгә бүләктәрендә биреп ебәрҙе, урындарығыҙға ултырығыҙ әле.(бүләктәр
таратыу, фотоға төшөү Ҡарһылыу менән һәм хушлашыу)

Үткәреү урыны: __

Үткәреү ваҡыты: __.12.20__, __.__ сәғ.

А.Б.:

Яңы йылды көтә бар ғәләм дә

Кәйефтәрҙе, күңелдәрҙе күтәрә

Тирә-яҡты матурлыҡҡа биҙәй

Изгелек һәм шатлыҡ килтерә

Йыр

А.Б.:

Ер әйләнә Яңы йылға табан,

Күпме бәхет, шатлыҡ күтәреп,

Секунд һайын муллыҡ артып тора

Тик сыҙаһын ғына күсәре!

А.Б.:

Уҙған йылдар бигерәк ҡәҙерле шул

Һәр көнөндә күпме иҫтәлек!

Тарихтың был данлы йылында ла

Күпме булды матур көндәре!

А.Б.:

Хәйерле кис хөрмәтле дуҫтар, туғандар, ҡунаҡтар!

А.Б.:

Һаумыһығыҙ, һеҙҙе яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙгә ошо өр яңы йыл тик ҡыуаныстар һәм изгелектәр килтерһен!

А.Б.:

Ғүмер-миҙгел бит ул, тормош – мәңге

Йылдар ҡала тарих эсендә

Гармун уйнай, йырҙар яңғырап торһон

Иҫке йылдың һуңғы кисендә

Муз.номер

А.Б.:

Яңы йылда донья тыныс булһын

Һинең, минең беҙҙең бәхеткә.

Ай бәүелгән көмөш сәңгелдәктә.

Ҡояш йөҙһөн алтын тәхеттә.

Оло юлдан маҡсаттарға етмәй

Һис яҙмаһын ине туҡтарға.

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

Муз.номерҙар

А.Б.:

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле райондаштар! Шыршы тирәләй бейеп алайыҡ

Хоровод

А.Б.:

Өмөт менән таңдар уҙыр

Бөтә ғәләм, йыһан, нурға сумыр

Яңы йыл сәләмен еткерә

Киләсәктә ырыҫ, бәрәкәтен еткерә

Бергә: Яны йыл менән! Яңы йыл менән!

А.Б.:

Ҡар яуа, ҡар яуа Ҡарҙар – улар биҙәкле

Тышта ниндәй саф һауа Ҡарҙар – улар хәбәрсе

Бөтә ергә шатлыҡ булып Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың

Күбәләктәй ҡар яуа Килеүенә сәбәпсе.

Бейеп күңел асып алдыҡ, ә бына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуыбыҙ һаманда килеп етмәгәндәр, әйҙәгеҙ әле дуҫтар бергәләп саҡырайыҡ: Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! Ҡыш бабай! (Ҡыш бабай менән ҡарһылыу инәләр, ҡотлайҙар)

Ҡыш бабай:

Һаумыһығыҙ дуҫтар туғандар! Бына байрам менән ҡотлайым тип алыҫ араларҙан килеп еттем! Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайым! Яңы йыл барығыҙға ла сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге алып килһен!

Ҡарһылыу:

Ҡар бурандар осороп

Яңы йыл аяҡ баҫа.

Ниндәй гүзәл, күркәм байрам!

Күңелдәр урғып таша.

Аҡ ҡар бөртөктәре төҫлө

Алда аҡ юлдар көтһөң.

Бөгөнгө байрам шатлығы

Йыл дәүеренә етһен.

Ҡыш бабай:

Байрамдың түрен алып торған шыршының уттары ла янмаған икән!

Тылсымлы таяғым менән туҡылдатып ҡарайым әле… (3 тапҡыр туҡылдата, шыршы янмай)

Юҡ, былай булманы, әйҙәгеҙ әле бергәләшеп аяҡтарҙы тыпырҙатайыҡ! (аяҡтарҙы тыпырҙаталар)

Былай ҙа булманы әле, әйҙәгеҙ әле нығыраҡ тыпырҙатайыҡ! (шыршы уттары яна)

А.Б.: Әйҙәгеҙ бергәләп ҡыш бабай менән шыршы тирәләй йырлап бейеп алайыҡ!

Хоровод

Муз.номер.

А.Б.:

Шатлыҡ килһен һәр өйгә,

Ҡояш һәр саҡ балҡыһын,

Кешеләргә һинән бары

Матур иҫтәлек ҡалһын!

Яңы йыл ҡотло булһын!

Яңы йыл тыныс килһен,

Илгә бәхет килтерһен!

Көтөп алған байрамыбыҙ менән ҡотлау өсөн һүҙ ___ Хакимиәте башлығы ___ бирелә. Рәхим итегеҙ!

А.Б.:

Ойошмалар һәм учреждениелар араһында үткән яңы йыл байрамына эшләнгән ҡар һындары һәм байрам биҙәлешенә уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалды! Еңеүселәрҙе ҡотлап китергә рөхсәт итегеҙ!

3-сө урынды яуланылар:

2-се урын:

1-се урынды яуланы

Еңеүселәрҙе тағы ла берҙе ҡотлайбыҙ, Район сараларында актив ҡатнашыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Муз.номер

А.Б.:

Хөрмәтле дуҫтар!

__ йылы Һеҙгә күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, күңел бөтөнлөгө, яҡындар рәхмәте, туғандар фатихаһы, ныҡлы һаулыҡ, өмөтлө киләсәк, ғаилә именлеге, балалар шатлығы, ил-көн тыныслығы һәм эшегеҙҙә уңыштар насип итһен!

Муз.номер

Уйындар

Яңы йыл менән ҡотлап Һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә _____________________________

һәм ҡышбабай үҙенең күстәнәстәрен өләшә.

А.Б.:

Киләһе __ йыл – Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында ___ йылы тип иғлан ителде. Киләһе __ йылы __ сфераһында үҫтереүгә ҙур өлөш индерер тип ышанабыҙ!

Яңы йыл менән ҡотлап һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә _______________

А.Б.:

Уйын: ике бәләкәй шыршы ултыра, ике команда өсөшәр кешенән йыйыла. Өҫтәлдә ваталар, уйынсыҡтар ята, 1-2-3 биҙәй башлайҙар. Яңы йылда свит һүнгән ти, һәм һәр береһенең күҙен ябыр кәрәк. Бер йыр бөткәнсе шыршыны биҙәйҙәр һәм бөтәһенең ҡысҡырып тауыш биреүенә ҡарап еңеүсе билдәләнә.

А.Б.:

Бөгөнгө йырлы, бейеүле, уйынлы кисәбеҙҙән үҙегеҙгә дәрт, дарман алып ҡайтырһығыҙ тип ышынабыҙ.

Бөгөнгө программа менән танышып үтәйек:

1. Костюмдар парады.

2. Иң яҡшы теләктәр бәйгеһе.

3. Байрамдың Король һәм королеваһын билдәләү (иң яҡшы вальс бейеүсе пар)

А.Б.:

Хәҙер маскарад костюмдары парадын башлайбыҙ!

Парад ваҡытында Иң яҡшы теләктәр бәйгеһен дә башлайбыҙ! Теләктәрҙе әйтеп ҡалығыҙ дуҫтар!

Костюмдарға баһа биреүсе хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ:

1.

2.

А.Б.:

Костюмдарҙы бөтә яҡтан күреү өсөн, дөрөҫ баһа биреү өсөн Маскарад костюмдарын кейгәндәрҙе сәхнәлә бер урап сығыуығыҙҙы һорайбыҙ! Рәхим итегеҙ! Конкурс башланды!

Беренсе булып сәхнәгә саҡырабыҙ __! Рәхим итегеҙ!

Киләһе йыл __ йылы, әйҙәгеҙ уларҙы саҡырайыҡ!

Бесәйҙәр

Аждаһалар

Эттәр

Ҡуяндар

Төлкөләр, һ.б.

(дәртле генә /мода/ музыка китә, ҡатнашыусылар сәхнәгә менеп костюмдарын күрһәтәләр)

(жюри таблицаға балдар ҡуя, ҡатнашыусыларҙы теркәй һәм итог яһай)

А.Б.:

Ә хәҙер барығыҙы ла шыршы тирәләй бейергә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Хоровод

А.Б.:

Байрамдың Король һәм королеваһын билдәләргә ваҡыт та етте. Уның өсөн беҙ парҙарҙы сәхнә янына саҡырабыҙ!

Яңы йыл байрамы менән ҡотлап йырлай __. Талғын йыр

А.Б.:

Бөгөнгө көндөң Король һәм Королеваһын сәхнәгә саҡырайыҡ! Рәхим итегеҙ!

Һеҙгә үҙенең йырҙарын бүләк итә ____________________________________

А.Б.:

Сәхнәгә __ йылында тыуғандарҙы саҡырабыҙ! Әйҙәгеҙ дуҫтар сәхнәгә менегеҙ! Һеҙҙең арала кем иң яҡшы __? Уға иң яҡшы бүләк! Рәхим итегеҙ!

Тик Һеҙҙең өсөн генә йыр бүләк итә____________________________.

А.Б.:

Костюмдар конкурсына йомғаҡ яһау ваҡыты етте. Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ! Рәхим итегеҙ!

А.Б.:

Өмөт менән таңдар тулыр.

Тыуыр йылым киләсәгем,

Ал да көтә үтер юлым

Ышанысым һәм терәгем

А.б. Мәңге йәшә илем, мәңге балҡы

Илем, халҡым.

Һеҙҙең өсөн йырлай____________________________.

Ә хәҙер һеҙҙең менән

Етте хушлашыр мәлебеҙ

Киләһе йыл тағы ла

Осташырбыҙ әле беҙ.

Һау булығыҙ  йәнлектәр

Һау булығыҙ райондаштар

Башҡа урындарға ла

Беҙҙең бараһыбыҙ бар.

байрам концерты, бейеү көйҙәре бер бер артлы дауам итә!

запас шығырҙар:

Ниндәй матур беҙҙең шыршы

Йым-йым килеп яна ул.

Башлайбыҙ шыршы байрамын,

Ҡотло булһын яңы йыл!

Беҙ бөгөн шыршы янында

Әйлән-бәйлән уйнарбыҙ

Ҡыш бабайҙы ҡаршыларбыҙ

Яңы йырҙар йырларбыҙ.

Яңы йылға беренсе аҙым изгелек булһын

Яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән һеҙҙе!

Яңы йылдар килһен бәхет алып,

Яңы йылдар килһен йылмайып,

Күңелдәрҙә мәңге шатлыҡ булһын,

Йәшәмәгеҙ дуҫтар моңайып.

Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,

Шундай матур көн бөгөн!

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн!

Бөгөн елка-маскарад

Костюм, маска күп харап.

Төрлө-төрлө кейемдәр

Төлкө, ҡуян, тейендәр.

Беҙгә бөгөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу

Ҙур байрам бүләк итте.

“Яңы йыл байрам урыны

Ошо шыршы янында”,-тине.

Балҡығас шыршы уттары

Яҡты маяҡтар төҫлө.

Аҡ парашют кеүек ергә,

Мин үҙем килеп төштөм.

Зал түрендә күркәм ҡунаҡ-

Йәшел кейемдән

Ул да ҡотлай беҙ дуҫтарҙы

Яңы йыл менән!!!!

Бар тирә- яҡ һөттәй ап-аҡ

Ем-ем итеп ҡар көлә

Көмөш ҡыңғырауҙар тағып

Беҙгә яңы йыл килә!

Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы

Бына килде ул беҙгә

Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды

Беҙ уның менән бергә!

Иҫке йылдың һуңғы сәғәттәрен

Тарих биттәренә оҙатып.

Өр яңы йыл менән күрешербеҙ

Изге өмөттәрҙе баҙлатып.

Оло юлдан маҡсаттарға етмәй

Һис яҙмаһын ине туҡтарға.

Аҡ теләктәр менән беҙ баҫайыҡ

Яңы йылда яуған аҡ ҡарға.

Буран-ҡарҙар һепереп

Мин киләм һеҙгә.

Яңы йылды ҡаршыларға

Дуҫтарым менән бергә.

Хуш кил14е6, Я6ы йыл — Ђт1с йылы єђѓљ!

Іатнашалар:

Беренсе бала-

Икенсе бала-

Јс7нс7 бала-

Т7лк7-

Ђт1с-

Маймыл-

Іар4ылыу-

Іыш бабай-

Би31лг1н зал.

Йыйылыу. Йыр .

Сы2ыштар,5отлау3ар.

Беренсе бала.

Бына та2ы йыйылды5 бе3

Й1мле шыршы янына.

Іаршылайбы3 Я6ы йылды

Йырлап- г7рл1п та2ы ла.

Икенсе бала.

Хуш е8ле й1шел шыршы

Й1мл1й ап-а5 урманды.

М1кт1пк1 5уна5 йый3ы,

Т9р31н ул урын алды.

Јс7нс7 бала.

Шыршы элеп фонарен,

Іуй2ан йомро шар3арын.

Я6ы йыл мен1н 5отлар2а,

Са5ыр2ан 5уна5тарын.

Йыр.

Т7лк7 ин1,шыршыны 5арай: Эх, нинд1й матур шыршы! Кем булып кейенерг1 ик1н байрамда? Ѕайы85ан ним1 тине 1ле? Маймыл йылын о3атабы3, 1 урынына 1т1с йылы кил1 тинеме 1ле? Эх-х…мине6 д1 батша бул2ым кил1. Ђлл1 байрам2а 1т1с булып кейенеп килерг1ме ик1н,1?

(Іулын ауы3ына 5уйып 1т1с булып 5ыс5ыра)

Балалар ин1.

Маймыл. Я6ы 2ына 1т1с бе33е са5ырып 5ыс5ыр3ы т9гелме ?

Беренсе бала. Быйыл Ђт1с я6ы йылды алып кил1ме? Њ3е к9ренм1й.Іай3а ик1н?

Т7лк7. Ђт1с тама2ы б7тк1нсе 4е33е са5ыр3ы ла, бере4е л1 к9ренм1г1с Я6ы йылды алып килм1йем тип 9пк1л1п 5айтып китте.

Икенсе бала. Ним1 эшл1йбе3 инде? Кем бе3г1 Я6ы йылды килтер1 инде?

Т7лк7.Ђй31ге3 йыл батша4ы мин булайым.

Маймыл. Ту5та- ту5та ,Т7лк7, нишл1п 4ин батша булыр2а уйлай4ы6?

Т7лк7. Мин 4е33е 1т1с ке9ек ирт1 мен1н уятма8 инем.Та2ы-ы…Б7т1ге33е алдар инем, к96елле булыр ине , 5ы3ы5 булыр ине….(5ыуана)

Беренсе бала. Т7лк7 4ин алдаша4ы6, алдар2а ярамай.

Икенсе бала. Ђки1тт1ге Йомро икм1кте тотоп ашаны6.

Јс7нс7 бала. Б9рене балы5 тот5анда 5ойро54о3 5алдыр3ы6.

Беренсе бала. Іуянды 7й7н1н 5ыуып сы2ар3ы6.

Икенсе бала. Ђт1с йо5осолар3ы яратмай.

Јс7нс7 бала. Ирт1 тор2ан кешене6 эше ирт1 б7т1.

Беренсе бала. Ю5,Т7лк7 батша булма4ын. Кем барып Ђт1сте байрам2а алып кил1?

Маймыл. Њ3ем1 алмашты мин барып алып кил1йем.

Т7лк7. Ю5, ю5. Ђт1сте мин барып алып кил1йем. Мин 4е3 1йтк1нс1 насар т9гелмен. Ышаны2ы3.

Маймыл. Ярай,тик алдашып торма.Ђ бе3 йырлай торайы5.

(Т7лк7 сы2ып кит1)

Йыр, бейе9

Ђт1с. Ки-ки-ри-к9к… Ки-ки-ри-к9к …Юл биреге3 ми61 бер9к….

Ђт1с кил1 Я6ы йыл2а,

Іар3ар бейеп яу2анда.

Б9л1к тулы то2ом бар,

Ни31р ген1 ю5 унда…Ки-ки-ри-к9к

Т7лк7.

Ѕаумы, Ђт1с ду85айым!К9пт1н 4ине к7т1бе3. Я6ы 2ына 4ин йырлай ине6ме? Ай- 4ай ,матур йырлай4ы6!!!Тауышы6 5алай матур!! Ђ туны6 4у6, туны6!! Килешеп тора 93е61.Іай3а то2о6до тотоп торайым, 1йл1неп к9р41т 1ле..

(Ђт1с ма5тау2а иреп кит1, то2он Т7лк7г1 бир1 л1, бер- икене 1йл1неп к9р41т1.Ђ Т7лк7 то5то алып 5аса.)

Ђт1с. То2ом 5ай3а, биреге3?!

(Илай. Уны6 тауышына балалар килеп ин1.)

Беренсе бала. Ђт1с ду85ай, ни булды?

Ђт1с. Ун ике йыл буйы йый2ан б9л1кт1ремде Т7лк7 алып 5асты. Ђ мин б9л1к4е3…(Илай)

Икенсе бала.Т7лк7г1 ышанма85а бул2ан, б9л1кт1р3е алып 5ас5ан.

Ђт1с. Б7т1 балалар Я6ы йылды к7т1. Ђ мин б9л1к4е3…(Илай)

Икенсе бала.

Іай2ырма2ы3 1ле, ду8тар,

Я6ы йыл б7г7н килер.

Ѕ1мм1бе33е6 й7р1кт1ре

Іыуанап д7п-д7п тибер.

Беренсе бала. Б9л1кте табыр2а кем яр3ам итер???

Икенсе бала. Ђй31ге3 тылсым к7с7н1 эй1 бул2ан Іыш бабай3ы са5ырайы5. Ул бе3г1 яр3ам итер.

Маймыл. Эйе шул. Іыш бабай б7т14ен д1 эшл1й ала. Ђй31ге3 барыбы3 3а берг1л1п са5ырайы5.

Хор мен1н: Іыш бабай, Іыш бабай.Ти3ер1к кил инде.

Іыш бабай, Іыш бабай.Ти3ер1к кил инде.

(Іыш бабай, Іар4ылыу,Т7лк7н7 ет1кл1п килеп ин1л1р.)

Іыш бабай. Э4е-4ей …мин кил1м..Ѕаумы4ы2ы3, ду8тарым, й1нлект1рем, 5оштарым…

Хор мен1н. Ѕаумы, 4аумы, Іыш бабай! Ѕаумы, 4аумы, Іар4ылыу!

Іар4ылыу.

Ете3 боландар3а елеп,

Іар- буранды ту33ырып.

М1кт1пк1 байрам2а килдек

Ер- 4ыу3ар3ы 5ы3ырып.

Іыш бабай.

Іар4ылыу мен1н берг1

К9п ер31р3е й7р7н7к.

Балалар3ы6 бейег1нен

Йырла2андарын белдек.

Ђй31ге3 1ле берг1л1п шыршы тир1л1й бейеп- йырлап алайы5

Йыр,бейе9

Іыш бабай. (Ђт1сте к9реп 5ала ла) : Ђ ни61 4е3 к96ел4е3? Ила2ан да ке9ек4е3?

Ђт1с.Т7лк7 мине6 к9ст1н1сле то2омдо алып 5асты.

Іыш бабай. Ту5та- ту5та, Ђт1с ду8, ошо Т7лк7 т9гелме?

Барса халы5 байрамда,1 ул я62ы3 урманда.

Байрам б7т14е 7с7н, шу2а Т7лк7н7 л1 алып килдек.

Ђт1с.Ошо- ошо!!!Бына мине6 то2ом. То2ом табылды!Ур-а-а!!!

Т7лк7. Ѓ1ф9 итеге3 мине. Хаталандым. Мине6 д1 батша бул2ым килг1йне..(башын а85а эй1)

Іыш бабай. Булдырабы3 бе3 уны. Іай3а ,5ы3ым Іар4ылыуым, то2омдо алып бир 1ле. (То5тан корона алып Т7лк7г1 кей3ер1)

Маймыл. ( С121т тотоп к9р41т1)

Ту5та2ы3сы!

Нитк1н эш ул?

Ва5ыт бит 9теп бара.

Ми61 алмаш килм141 И8ке йылда 5алабы3!!!!!

Іыш бабай. Іабаланма2ы3, ду8тар,

Сабырлы55а ни ет1?!

Я6ы йыл — Ђт1с йылы

Х13ер тантана ит1.

(Ђт1ск1 єђѓљ тип я3ыл2ан корона4ын кей3ер1)

Маймыл. Р1хм1т 4и61, Іыш бабай.Ѕаумы, 4аумы, Я6ы йыл!!!

Хор мен1н: Ѕаумы, 4аумы,Я6ы йыл!!!

Ђт1с. Р1хм1т 4и61, Іыш бабай!

Р1хм1т 4е3г1, балалар.

Я6ы йыл булып килдем

Б1хет килтер1м тимен.

Йыр, бейе9

Іар4ылыу. Эй, Іыш бабай, йомарт бабай,

Я2ымлы 47йл1ш14е6

Алып килг1н б9л1кт1р3е

Кемд1рг1 7л1ш14е6?

Іыш бабай.

Кемд1р матур ши2ыр 47йл1й,

йырлай й1 бейей бел1?

Р1хим итеге3, балалар,

б9л1кт1р 4е33е к7т1.

(Ѕ7н1р31р к9р41те9)

Іыш бабай. Р1хм1т 4е3г1 ,балалар! Талантлы ик1н4еге3.Быйыл2ы йылда ла 4ынатма2ы3! Баш5а ер31 л1 бе33е к7т7п торалар.Ѕау булы2ы3!

Хор мен1н: Ѕау бул, 4ау бул, Іыш бабай! Ѕау бул, 4ау бул, Іар4ылыу!

Зал матур итеп биҙәлгән. Иң уртала күркәм шыршы. Күңелле башҡорт бейеү көйө уйнала. Шул көйгә бейей-бейей төрлө кейем кейгән балалар сыға.

Алып барыусы. Ап-аҡ яландар,

Ап-аҡ болондар,

Ап-аҡ ағастар,

Ап-аҡ олондар.

Тып-тын урманда

Саңғы шыуғанда

Шыршыҡай күреп

Мин ҡалдым таңға.

Саҡырҙым уны

Беҙгә ҡунаҡҡа,

Ултырттым әле

Иң ҙур түр яҡҡа.

Матур биҙәлгән,

Хәҙер ул – ҡунаҡ,

Уның янында

Йөрөйөк уйнап.

Ҡыш бабай килер,

Бүләктәр бирер,

Барса балалар

Шатланып бейер.

Дәртле йыр менән

Барыҫ йылы килһен,

Именлек, бәхет

Һәм муллыҡ бирһен!

Ялпылдап Буран килеп инә.

Буранғол. Балалар! Мин – уҫал Буран,

Ҡай саҡ йомшарған булам,

Асыуыма ныҡ тейһәләр,

Көрттәргә тула урам.

Йәшел матур шыршыҡайҙы

Килтергәстен урмандан,

Һоҡланығыҙ ҡупшыҡайға,

Һеҙгә бүләк Бурандан.

Бөгөн – мин йомшаҡ күңелле,

Итәйек әле байрам,

Дуҫлашайыҡ уйнап-көлөп,

Бар донъя ҡалһын хайран.

Уйнаҡлап Төлкө килеп сыға.

Төлкө. Нимә?! Дуҫлашайыҡ, тиме?! Кем менән?

Балалар күмәк бейеү башлайҙар. Аһ та уһ килеп Мәсекәй әбей килеп сыға.

Мәсекәй (аптырап). Ат-а-аҡ, ҡара һин уны! Минһеҙ, әйтмәй-нитмәй, кәңәшләшмәй байрам итеп яталарсы?!

Төлкө (уға зарланып). Ай-бай, ҡайһылай шатланған булалар бит әле, эйеме? Ә был бөтөп барған йылды – үгеҙ, һыйыр йылы, тигән булалар бит әле. Минең йылым булды ул.

Мәсекәй. Китсәле, Төлкө, һөйләүең көлкө. Нишләп һинеке булһын инде ул?! Минең йылым булды лаһа.

Буранғол. Әйҙә әле, балаларҙан һорайыҡ. Һеҙҙең йыл булды микәнни үткән йыл, ә? Балалар, ниндәй йыл булды үткән 2021 йыл?

Балалар. Һыйыр йылы. Башҡорт теле йылы. Башҡортостан тарихы йылы.

Алып барыусы. Афарин, балалар. Ниндәй саралар уҙғарылды әле беҙҙең республикабыҙҙа?

Балалар. Фольклориада байрамы, Башҡорт тарихы йылы, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл… һ.б.

Мәсекәй. Э-э-э, минең дә йылым булды, белгегеҙ килһә. Күпме насар сирҙәр тараттым… Барса халыҡты ҡалтыраттым…

Балалар. Ә беҙ сирләмәнек, спорт менән шөғөлләндек, саф һауала йөрөнөк…

Төлкө (үпкәләп). Минең бер кемгә лә кәрәгем ҡалманы, ахырыһы… Үҙемде үҙем маҡтамаһам, мине бер кем маҡтамаҫ (ҡыланып).

Мин – матур Төлкөбикә,

Барығыҙҙан, барсағыҙҙан

Сибәрмен күпкә, күпкә.

Шундай гүзәл туным да,

Һомғол, зифа буйым да!

Мәсекәй. Етте, етте. Күпме генә ҡыланһаң да, һинең йылың юҡ. Ә һин енең һөймәй аулаған хатта сысҡандың да йылы бар, үәт!

Төлкө. Уның ҡарауы хәйлә яғынан миңә еткән зат юҡ!

Мәсекәй. Әйҙә, улай хәйләкәр булғас, өйрәт әле, нисек итеп Ҡарһылыуҙы байрамда ҡатнаштырмаҫҡа, ә? (Быш-быш һөйләшәләр.)

Буранғол. Бөгөн күңел асабыҙ,

Матур итеп баҫабыҙ

Әйҙә бейейек күмәкләп,

Туҙһын итек-ҡатабыҙ!

Күмәк бейеү.

Һайыҫҡан йүгереп килеп сыға.

Һайыҫҡан. Шырыҡ-шырыҡ-шыҡырыҡ,

Тыңлағыҙ бар тыҡырыҡ!

Минән сәләм йыраҡҡа,

Килгән һәр бер ҡунаҡҡа!

Телеграмма!

Телеграмма!

Телеграмма!

Тыңлағыҙ, тыңлағыҙ, тыңлағыҙ,

Ишетмәнек, белмәнек, тип тормағыҙ!

Телеграмма!Телеграмма!

Барыһы бергә. Кемдән? Ниндәй хәбәр?

Һайыҫҡан. Кемдән булһын? Алыҫ-алыҫ Ирәмәлдән,

Ҡыш бабай төйәгенән. (Уҡый.)

«Һеҙгә ашығып килгәндә,

Миңә эҫе тойолдо,

Толобомдо сискәнемдә

Бүләктәрем ҡойолдо.

Ейәнсәрем Ҡарһылыуҙы

Алдан ебәрә торам,

Имен-аман барып етһен,

Ыжғырмай торһон Буран!

Байрам итә тороғоҙ,

Ейәнсәрем ҡаршылап,

Күрешеп ике ҡуллап,

Һөйләшегеҙ яҡшылап.

Күк Ирәмәл тауынан

Аҡбуҙатымда елеп

Етермен тиҙҙән килеп. (Ҡыш бабай.)

Мәсекәй. Ишеттең, Төлкө апай,

Ҡарһылыуҙы йәшерәйек,

Әй, эҙләһен Ҡыш бабай.

Һыйыр йылы тағы ҡалһын,

Килмәһен Ҡуян – малай!

Мәсекәй әбей менән Төлкөбикә быш-быш һөйләшеп сығып китә.

Буранғол. Ҡаршы алырбыҙ, һыйларбыҙ.

Ирәмәлдән аҡ боланға

Ултырып елһен генә!

Беҙҙең байрамға йәм биреп

Тиҙерәк килһен генә!

Ҡарһылыу булып кейенгән Мәсекәй әбей инә.

Мәсекәй. Ә бына – мин! Килеп тә еттем!

Буранғол. Һин кем?

Мәсекәй. Әстәғин… Кем тип ни… мин… ни теге ниҙең ейәнсәре булам инде…

Буранғол. Балалар, таныйһығыҙмы?

Балалар. Юҡ! Танымайбыҙ!

Буранғол. Кемдең ейәнсәре тинең әле?

Мәсекәй. Әй, әттәгенәһе… Кемдеке тип ни… Кем һуң әле шуның исеме… (Үҙ алдына һөйләнә.) 300 йәшкә еткәс ни, хәтерең тигәнең… Ә-ә-ә, һаҡалтай бабайҙыҡы инде. Шүрәле, тиһәм, Шүрәле түгел инде… (Елкәһен тырнай. Башынан кәпәсе төшөп китә лә, сәстәре туҙып килеп сыға.) Һуң, телеграмманы алдығыҙ ҙаһа?

Буранғол (хәйләкәр йылмайып, балаларға күҙ ҡыҫа). Алдыҡ, уҡыныҡ. Тимәк, һин Ҡарһылыу булаһың инде?

Мәсекәй. Әлбиттә, Ҡарһылыу инде. Ҡарһылыу булмай, суртым да түгел!

Буранғол. Әйҙәгеҙ, балалар, улай булғас, сәләмләйек Ҡарһылыуҙы.

Барыһы бергә. Һаумы, Ҡарһылыу!

Мәсекәй. Һау булмаһам, духтыр түгелһеҙҙер әле!

Буранғол. Имен-аман килеп еттеңме, һылыу?

Мәсекәй. Һеперткемде һепертеп,

Килемде ныҡлы ҡосоп.

Ен-бәрейҙәр сүплегенән

Тиҙ килеп еттем осоп.

Буранғол. Балалар, нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең алда, ысынлап та, Ҡарһылыу микән?

Балалар. Юҡ!!!

Буранғол. Ә-ә-ә, һин Мәсекәй әбей! Кит бынан, алдаҡсы! Оло башың менән бала-саға кеүек шаярмаҡ булдыңмы беҙҙең менән?!

Мәсекәй. Ҡарһылыу минең өйөмдә,

Мейестә ул ултыра,

Хәҙер уны иреткәнсе

Эсерәсәкмен һыра.

Тәмәке лә тарттырам,

Эҫе ҡуҙға баҫтырам.

Әкиәттәр һөйләтермен,

Йырҙар ҙә йырлатырмын,

Тамам иреп һыу булғансы

Мин уны уйнатырмын!

Буранғол. Балалар, нишләйбеҙ? Ҡарһылыу иреп бөтә бит инде?!

Алып барыусы. Балалар, Ҡарһылыуға тәмәке тартырға, һыра эсергә яраймы?

Балалар. Юҡ, ярамай! Әтеү ағыулана, һәләк була!

Буранғол. Мәсекәй әбей, ни теләһәң, шуны һора, тик Ҡарһылыуҙы харап итә күрмә!

Мәсекәй. Минең шартым шул. Кем дә кем мин ҡойған йомаҡты сисә, шул Ҡарһылыуҙы ҡотҡара ала.

Буранғол. Балалар, һеҙ ризамы?

Балалар. Риза, риза!

Буранғол. Әләйһәң, ҡой йомағыңды!

Мәсекәй. Талғын ғына яуа ҡарҙар,

Әйтерһең дә еткән яҙҙар,

Яуа кеүек аҡ ромашка,

Ниндәй гүзәл шул тамаша,

Ем-ем аҡлыҡ – күҙ ҡамаша.

(Ҡыш).

Мәсекәй.

Тау-тау булып өйөлдө,

Яҙ еткәнгә көйөндө,

Йырғанаҡ булып аҡты,

Ергә һеңде лә, батты,

Шунда уҡ үлән ҡалҡты…(Ҡар).

Мәсекәй.

Йомшаҡ ҡына, аҡ ҡына,

Сана шыуыр саҡ ҡына,

Урамда оҙаҡ йөрөһәң –

Битте семтей саҡ ҡына.

Һыуыҡлығы көйҙөрә,

Бейәләйҙәр кейҙерә,

Тик ятмай ул гел генә,

Исеме уның нимә? (Ҡар).

Мәсекәй.

Тәҙерәгә мөғжизәле

Үлән, япраҡ төшөрә,

Буран ыжғырып торғанда

Йәйҙе иҫкә төшөрә.

Уның исеме ябай –

Был бит беҙҙең…(Ҡыш бабай).

Мәсекәй.

Берәү уның бармағы,

Нәҡ тә ағас тармағы,

Бәйләйҙәр уны ептән,

Йөндән йәки дебеттән.

Ҡыш уға ҡул эйәләй,

Йылыҡай шул… (Бейәләй).

Мәсекәй.

Туҡылдап тамағы туҡ,

Ашай бөжәктәр табып,

Ағас дауалай – табип,

Үҙе һала йомортҡа,

Ҡош исеме – … (тумыртҡа).

Мәсекәй.

Тәҙрәләрҙә гөл-япраҡ,

Кемдер төнөн төшөргән,

Шыршыларға бәҫ ҡунған,

Ә сәпсектәр өшөгән.

Бейәләйһеҙ сыҡҡан инем,

Мине индерҙе ҡыуып.

Был нимә һуң –

Оҫта рәссам,

Исеме уның … (һыуыҡ).

Мәсекәй. Сайыр ағыҙып илай,

Шиғырҙар, йырҙар тыңлай.

«Күлдәгем энәле, йәшел

Ҡышын һәм йәй көнө, ти –

Бер көн байрам итер өсөн,

Зинһар, киҫмә мине, ти.

Уны уратыр бейеүсе,

Уны уратыр йырсы,

Ул беҙҙең йәшел … (шыршы).

Мәсекәй. Әй, әттәгенәһе, йомаҡтарым бөттө лә баһа.

Буранғол. Булды, булды. Ете йомаҡ ҡойолдо,

Ҡойолдо ла сиселде,

Йыр муҡсайы тишелде,

Йыр йырлайыҡ,

Ҡарһылыу ишетһен,

Аҡ болан етеҙ елһен,

Шыршы-байрамға килһен!

Күмәк йыр.

(Ринат Хәйбуллин көйөнә «Мәрйендәр» йыры башҡарыла):

Мәрйендәр түгелгән ҡарға,

Һибелеп-сәселеп киткән,

Ап-аҡ ҡарҙы биҙәкләп,

Ут-ҡыҙыл балаҫ иткән.

Кем юғалтҡан мәрйендәрен?

Кемдәр өҙөп төшөргән?

Буҙ турғайҙар сүпләй уны

Һикерәңләп өшөүҙән.

Уттай муйынсаҡ баландың

Күстәнәсе ҡоштарға,

Шул емеште сүпләй-сүпләй,

Мөмкин булһын ҡышларға.

Мәсекәй. Ярар инде, шундай матур йырлағас та, Ҡарһылыуҙы ебәрәйем. (Өс тапҡыр сәпәкәй итә.)

Ен-бәрейҙәр, убырлы шайтандар, ен алмаштырғандар, Ҡарһылыуҙы аҡ боланы менән күҙ-асып йомғансы бында килтерегеҙ!

Ҡарһылыу килә.

Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, балалар!

Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар!

Балалар. Һаумы, һаумы, Ҡарһылыу!

Бейеү көйө уйнала. Шыршы тирәләп Ҡарһылыу бейеп үтә.

Алып барыусы (йырлай). Беҙҙең байрамға ҡунаҡҡа

Матур Ҡарһылыу килгән,

Күлдәгенең итәгенә

Ынйы-йондоҙ сигелгән.

Әйҙә әле, Ҡарһылыу,

Арымай-талмай баҫ әле,

Уйнап-көлөп үҙебеҙсә

Күңелдәрҙе ас әле!

Ҡарһылыуҙың баҫыуы

Ап-аҡ мамыҡтай еңел,

Беҙ ҙә шатланып бейейбеҙ

Шатлыҡҡа тула күңел.

Бигерәк оҫта баҫа,

Ҡарҙары оса талғын,

Именлек-һаулыҡ килтерһен,

Сырхауҙар ситтә ҡалһын!

Ҡарһылыу (бейеп туҡтағас). Балалар, ә олатайым – Ҡыш бабайым килеп етмәгәнме ни әле? Бер-бер хәл килеп сыҡманы микән?

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, күмәкләп саҡырайыҡ әле Ҡыш бабайҙы.

Бөтәһе бергә. А-һа-һай, Ҡыш бабай, һин ҡайҙа?

12 башлы йылан Зәрҡүм килеп инә.

Зәрҡүм. Кем мине саҡырҙы?

Балалар. Беҙ һине саҡырманыҡ.

Зәрҡүм. Ай-һай, әҙәм аҡтыҡтары, матур байрам үткәрмәкселәр, имеш. Көтөп тороғоҙ әле! (Һыҙғыра.)

Ен-бәрейҙәр, убырлылар ҡырағай тауыш менән ҡысҡырышып сығалар.

Беренсе бәрей. Беҙ ҙә байрамға килдек,

Миндегебеҙҙә елдек,

Саҡырмағас байрамға

Беҙ үс алырға булдыҡ!

Икенсе бәрей. Үс алайыҡ күмәкләп,

Үрт һалайыҡ имгәкләп,

Һыу ташырҙар күнәкләп,

Байрамдарын боҙайыҡ,

Ут төртәйек, уҙайыҡ!

Балалар. Китегеҙ! Байрамыбыҙҙы боҙмағыҙ!

Ҡарһылыу. Ҡуйығыҙ әле, балалар, бергә-бергә байрам итәйек. (Зәрҡүм эргәһенә килеп ике ҡуллап күрешә.) Һаумыһығыҙ, Зәрҡүм олатай! Имен-аман ғына килеп еттегеҙме?

Зәрҡүм. Һау булмаһам, им-томсо әбей түгелһеңдер әле! Һау! Һау!

Буранғол. Тормошоғоҙ, бала-сағаларығыҙ иҫән-һауҙармы?

Зәрҡүм (иламһырап). Имен булыу ҡайҙа инде ул?! 12-се башым ауырта, 11-се күҙем һыҙлай, 10-сы ауыҙымды тыйып булмай, бызлай ҙа бызлай, 9-сы ауыҙ китмәксе төтәп, бар ерҙе үртәп…

Буранғол. Табипҡа күренергә кәрәк, олатай! Коронавирус тигән нәмәҫтәкәй түгелме икән?

Зәрҡүм. Тәүбә, тәүбә, ауыҙыңдан ел алһын! Табип та табип, тиҙәр,

Ул миңә ҡылыр ниҙәр?

Ни генә һуң ҡылайым,

Тыйылмайса илайым?!

Табип инә.

Табип. Мине кемдер саҡырҙы түгелме?

Алып барыусы. Эйе, эйе… Бына Зәрҡүм олатайҙың башы ауырта, теше һыҙлай…

Табип. Ҡана-ҡана, температураңды үлсәйек әле, корона тигәнде йоҡторманың микән?

Зәрҡүм. Әстәғин, тәүбә тиген. Бөтә 12 башыма ла битлек кейеп йөрөнөм…

Табип (температурһын үлсәгәс). Юҡ, бер ниндәй сире лә юҡ.

Әйҙә, Зәрҡүм олатай,

Бейесе зыңҡылдатып!

Бар сирҙәрең юғалһын,

Иҙәндәре һығылһын!

Зәрҡүм (бейей). Уф, арыным!

Бейеп торам сыҙамай,

Ауыҙым да бызламай,

Күҙ ҡабағым асылды,

Ярһыуҙарым баҫылды.

Һикереп ҡуян килеп сыға.

Ҡуян. Беҙҙең йомарт Ҡыш бабай,

Хәҙер үк килеп етер,

Әйҙәгеҙ бер йырлайыҡ,

Ул юлын бик тиҙ үтер.

Башҡорт халыҡ йыры «Аҡ ҡуян» башҡарыла.

Аҡ ҡуяндың балаҡайы

Мамыҡ ҡына була икән…

Ҡушымта: Тәйә-тәти-рәтирәм.

Балаларҙың уйындары

Зауыҡ ҡына була икән.

Ҡушымта.

Шылтыр-шылтыр эләйек тә,

Шылтыратып кейәйек.

Ҡушымта.

Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп

Уйнайыҡ та көләйек.

Ҡушымта.

Ҡарһылыу. Ҡайҙа булды һуң ул минең Ҡыш бабаҡайым?

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ әле күмәкләп саҡырайыҡ Ҡыш бабайҙы!

Бөтәһе бергә. Һа-һа-һаһай, һин ҡайҙа, яратҡан Ҡыш бабай?!!

Аҡбуҙатҡа ултырып ел,

Кил инде байрамға, кил!!!

Ҡыш бабай ( килеп инә). Тауҙар һәм урмандар аша

Һеҙгә ашҡынып килдем,

Байрамға һуңламайым, тип,

Аҡбуҙатымда елдем.

Мәғрүр Ирәмәл тауында

Уралымда төйәгем,

Һәр үҫемлеге ҡәҙерле,

Яратам һәр кейеген.

Һаумыһығыҙ, ололар!

Сәләм һеҙгә, балалар!

Һаумыһығыҙ ҡош-ҡорттар,

Һыуһылыуҙар, аҡҡоштар,

Гүзәл ҡар бөртөктәре,

Клоундар, эт, ҡуяндар!

Байрамыбыҙҙы биҙәп

Матур шыршы ҡуйғандар.

Һеҙҙең менән бергә-бергә

Күңелдәр күтәрелһен,

Байрамыбыҙ һәр тарафта

Тик күркәм үткәрелһен!

Барыһы бергә. Амин, шулай ғына була күрһен!

Алып барыусы. Бына, Ҡыш бабай, балалар күп итеп шиғыр, йыр-бейеү әҙерләгән…

Ҡыш бабай. Шулаймы ни? Әйҙәгеҙ әле, тыңлап-күреп ҡалайыҡ.

Оҫта башҡарыусыларға минең күстәнәстәрем дә күп кенә. (Сәпәкәй итә.) Айыуҙар, минең һандығымды индерегеҙ әле.

Ике айыу һандыҡ индерә.

Артабан балаларҙың сығышы.

Балаларҙың сығышы тамамланыуға залда ыҙғыш, шау-шыу китә.

Зәрҡүм. Мин асыҡтым! Мин талсыҡтым! Мин хәҙер берәйһен тотам да ашайым! (Балаларҙы баҫтыра башлай.)

Ҡыш бабай. Әйҙә әле, Зәрҡүм ҡорҙаш,

Икебеҙгә меңәр йәш,

Уҫаллыҡты ташлайыҡ,

Тыпыр-тыпыр тыпырҙатып,

Күмәк бейеү башлайыҡ! Мә, һиңә ҙур көлсә, тамаҡ ялғап ал да бейергә төш! (Көлсә тоттора.)

Ҡарһылыу йүгереп килеп Зәрҡүмде бейергә алып төшә.

Мәсекәй әбейҙе Ҡыш бабай бейергә саҡыра.

Күмәк бейеү.

Ҡыш бабай. Арыным, булды!

Хатта күңелем тулды, эҫеләп киттем!

Зәрҡүм. Әҙерәк ҡыҙып киттем. Һыуыныр кәрәк, янам! Янам! Янам!

Ҡыш бабай. Ҡайҙа әле минең ейәнсәрҙәрем – ҡар бөртөктәре? Әҙерәк еләҫлек биреп әйләнһендәр әле.

Ҡар бөртөктәре бейеүе.

Ҡарһылыу. Олатай, ә ниңә беҙҙең шыршыбыҙҙа йондоҙҙар тоҡанмай ул?

Ҡыш бабай. Килтерегеҙ әле минең тылсымлы таяғымды.

Мәсекәй әбей (ялп итеп килеп сыға ла таяҡты эләктерә һала).

Ярылған минең килем,

Хәҙер ауырта билем,

Таяғыңа атланып,

Осам мин ҡанатланып!

Ҡыш бабай. Атлана ғына күрмә, Мәсекәй, әтеү үҙең боҙға әйләнерһең, йөрәгең туңыр.

Мәсекәй әбей таяҡты үҙенә ҡыҫа ла ҡатып ҡала.

Ҡыш бабай (өтәләнеп). Ай, әттәгенәһе! Нишләнең һин, Мәсекәйямал?! Боҙға әйләндең бит!!!

Буранғол. Уны уятырға бер генә мөмкинлек бар. Әгәр ҙә мәгәр балалар донъялағы иң яғымлы һүҙҙәрҙе әйтеп, уның һынына ҡағылһа, Мәсекәй әбейҙең йөрәгендәге боҙ ирер, сөнки һәр йән эйәһенә лә йылы ҡараш, яҡшы мөғәмәлә кәрәк.

Ҡарһылыу. Әйҙәгеҙ, балалар, үҙем башлайым, булмаһа. Һөйөклө Мәсекәйямал инәй! Беҙ һине яратабыҙ!

Балалар. Беҙ һине яратабыҙ! Һин беҙҙең әкиәттәребеҙҙә йәшәйһең!

Буранғол. Иң-иң матур, моңло ыжғырыусы әбекәйебеҙ!

Ен-бәрейҙәр. Аҫылдарҙан-аҫыл затыбыҙ!

Зәрҡүм (мыҫҡыллап). Иң-иң йәш, иң-иң саф, иң-иң һомғол билле мең дә унбиш йәшлек кенә ҡыҙыбыҙ бит һин! (Барып ҡосаҡлай.)

(Балалар мөмкин тиклем күберәк яғымлы һүҙҙәр әйтергә тейеш.)

Ҡыш бабай. Иң-иң яҡын ҡорҙашым минең!

Мәсекәй әбей (һикереп китә). Ҡайһылай рәхәт! Мең-мең рәхмәт! Бындай яғымлы һүҙҙәрҙе һис ҡасан ишеткәнем юҡ ине әле. Һүҙҙәрегеҙ йөрәгемә ағылды, май булып яғылды, тәндәрем хатта яҙылды. Мә, бабаҡайым, таяғың, төклө булһын аяғың!

Ҡыш бабай (таяғы менән шыршыға ҡағыла). Шыршы, шыршы, ян инде,

Матурлап тоҡан инде,

Йондоҙҙар балҡып янһын,

Сыҡмаһын ғына янғын!

Алыҫта-алыҫта мырлап үкереү ишетелә.

Ҡарһылыу. Олатай, Юлбарыҫ йылы етеп килә түгелме һуң?

Алып барыусы. Далаларҙан, тауҙан, урмандарҙан

Елеп-сабып килә пар аттар.

Илебеҙҙең барлыҡ мөйөшөнән

Йыйылдылар бында ҡунаҡтар.

Буранғол. Бында бейей Ҡарһылыу ҙа,

Кескәй ялтыр ҡарҙар,

Кейек-хайуан, ҡош-ҡорттар ҙа

Байрамда барҙар.

Ҡарһылыу. Ҡулды-ҡулға тотоношоп,

Шыршыны уратайыҡ,

Барыҫ йылын ҡаршылап,

Бәхеттәр юратайыҡ.

Йүгереп Юлбарыҫ малай сыға.

Юлбарыҫ. Һаумыһығыҙ! Һаумыһығыҙ! Бында ҡалай халыҡ кү-үп!

Ҡыш бабай (Юлбарыҫ малайҙы күтәреп ала). Бына, һинең йылың да тыуҙы, һаумы, һаумы, Юлбарыҫ!

Юлбарыҫ. Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!

Ҡыш бабай, Селлә бабай!

Бик күп сер белгән бабай,

Үҙе йомарт, үҙе бай,

Үҙе ифрат та ябай!

Алып барыусы. Бәхетле Яңы йыл елә,

Елкенеп, ҡанатланып,

Барыҫ йылы беҙгә килде,

Ҡаршылайбыҙ шатланып!

Юлбарыҫ. Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, балалар!

Һеҙгә бәхет, һеҙгә шатлыҡ,

Һеҙгә яңы бәрәкәт!

Имен-аман ошо йылда

Йәшәйек һап-һау, рәхәт!

Ҡыш бабай. Ҡотло булһын, ҡотло булһын,

Башлана Барыҫ йылы,

Барыбыҙға ла килтерһен

Һаулыҡ һәм бәхет тулы!

Алып барыусы.

(Р. Янбулатова шиғыры.)

Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар

Йылтырайҙар шыршыла,

Их, күңелле, бик күңелле

Яңы йылды ҡаршылау.

Ҡарһылыу. Шыршы матур, шыршы матур,

Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел,

Энәләрен ҡоймай бер ҙә,

Һәр ваҡыт та йәп-йәш ул.

Ҡыш бабай. Шыршы матур биҙәлһә,

Мин дә ифрат яратам.

«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип,

Һеҙгә бүләк таратам.

Буранғол. Төклө аяғың менән,

Барыҫ йылы – Яңы йыл!

Гел «биш»легә уҡыһындар

Ҡыҙҙар, малайҙар быйыл!

Ҡыш бабай. Короновирус туҡтаһын бар ерҙә!

Торһон донъялар имен!

Яңы йыл бәхет килтерһен,

Шатлыҡлы булһын, тимен!

Мәсекәй әбей.

Барыҫ йылы – байлыҡ,

Зәрҡүм. Барыҫ йылында – барын сәс,

Һис булмаһа – тары сәс!

Алып барыусы. Барса халыҡ туҡ булыр,

Бала-саға шуҡ булыр.

Юлбарыҫ. Барығыҙға, барығыҙға

Шатлыҡ-бәхет өләшәм,

Донъялар матур торһон, тип

Кешелеккә өндәшәм.

Барыһы бергә. Аяҡ баҫһын Юлбарыҫ йылы

Бәхет нурҙары менән!

Байрамыбыҙ дауам итһен

Шатлыҡ йырҙары менән!

(Кисә Г.Юнысова һүҙҙәренә З.Мамалиев көйө «Яңы йыл» йыры башҡарылып тамамлана).

Ҡулланылған әҙәбиәт: «Башҡорт халыҡ ижады» 1-3 томдар, Г.Юнысова, Р.Янбулатова, Ф.Ғөбәйҙуллина шиғырҙары..

Айһылыу Сәлмәнова музыкаһы, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һүҙҙәре

Шыршы уратып

Баҫ, баҫ әле, Ҡыш бабай,

Баҫаһың елле, ҡалай,

Күңелдәрең күтәрелер,

Бейеп алһаң бер талай.

Баҫ, баҫ әле, Ҡарһылыу,

Тәндәреңде яҙ, һылыу,

Бигерәк тә килешә

Һиңә бейеүсе булыу.

Тыпыр-тыпыр тыпырлатып,

Бейе шыршы уратып,

Ялындырмайса баҫ әле,

Ҡул сабабыҙ яратып.

Ҡыш бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа

Бергә күңел асабыҙ,

Бәхет, ырыҫ, шатлыҡ теләп

Яңы йылға баҫабыҙ.

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

[b]Ҡатнашалар:Шайтан.Мәскәй әбейҠар бөртөктәреБүреАйыуТөлкөҠуянТейенҠыш бабайҠарһылыу

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )


Ҡатнашалар:
Шайтан.
Мәскәй әбей
Ҡар бөртөктәре
Бүре
Айыу
Төлкө
Ҡуян
Тейен
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу

Сәхнәлә талғын ғына көй уйнай. Уртала биҙәләгән шыршы аҫтында Шайтан йоҡлап ята. Ҡапыл уянып, тороп ултыра, күҙҙәрен ыуалап, кирелеп -һуҙыла.

Шайтан. Оҙаҡ йоҡлап киткәнем! Ух, үҙем йоҡларға яратам да инде! (ҡапыл биҙәлгән шыршыны күреп ҡала) Уй-уй-й-й-й, ҡайһылай ҙа матур! (Уйынсыҡтарын тотоп ҡарай- ҡарай шыршыны уратып сыға. )У-у-у, ниндәй генә уйынсыҡ юҡ! Семәрле, төрлө — төрлө биҙәкле, янып, ялтырап торғандары! Уттары һуң, нисек нур сәсәләр! ( Башын сайҡап, оҙаҡ һоҡланып ҡарап тора. Ҡапыл күңелһеҙләнеп) Кем биҙәгән был шыршыны ?! (Тамашасыларҙан һорай) Кемдәр биҙәгән икән был һылыуҡайҙы, һеҙ күрмәнегеҙме!?( Иламһырап) Миңә лә әйтмәгәндәр. Уянмаһам, бер нәмә лә белмәй йоҡлап ятып ҡалыр инем! Ух, күрһәтәйем әле мин һеҙгә! ( Ике ҡулын һелтәп)
Әпсен- төпсөн, әпсен –төпсөн
Шыршылағы уттар һүнһен.
( Уттар һүнмәгәс, тағы ҡабатлай) Был ни хикмәт! Нимә булған? Былай булма-а-а-ай! Дуҫымдан ярҙам һорайым әле! ( Кеҫә телефонын сығарып шылтырата башлай). Дуҫ, тиҙерәк килеп ет! Миңә ярҙам кәрәк! (Телефонын кеҫәһенә кире һала, тамашасыларға ҡарап) Минең дуҫ көттөрә торғандарҙан түгел! Хәҙер үк килеп етер!(Ҡулын болғап улай-былай йөрөй)
(Һеперткеһенә атланып, һыҙғырып, Мәскәй әбей килеп инә.Ҡосаҡлашып күрешәләр.)
[b]Мәскәй әбей. Һауғынаһыңмы, Шайтан дуҫ! Тағы нимә булған!
Мәскәй әбей.
Күреп тораһыңдаһа һау икәнемде!(Иламһырап) Ана, ҡара! Ҡайһылай матур итеп шыршыны биҙәгәндәр, ә беҙгә әйтмәгәндәр ҙә. Бына әле уянып китмәһәм, мин йоҡлап, ә һин ситтә йөрөп ҡала инең ( Иламһырап) Моғайын, берәй байрамға әҙерләнгәндерҙер әле!
Мәскәй әбей. Шәп! Бик шәп биҙәгәндәр!(Шыршыға ҡарап).
Шайтан. Ана, һин дә шулай итеп әйтәһең! (Хәйләкәр ҡарап) Әйҙә , шыршының уттарын һүндерәйек!
Мәскәй әбей. Булдырабыҙ уны! ( Шыршы тирәләп йөрөй, ҡулдарын ыуып-ыуып устарына төкөрә).
Әпсен- төпсөн, төпсөн- әпсен,
Елдәр иҫегеҙ, ендәр, килегеҙ.
Ҡупшы шыршының, уттарын
Хәҙер үк, хәҙер үк һүндерегеҙ!
Шайтан. Һүнмәй бит!Һүнмә-ә-әй!(Илай башлай).
Мәскәй әбей. Ух, уттар һүнмәне, был ни эш? Илама, дуҫҡай! Хәҙер беҙ уны, хәҙер һүндерәбеҙ! (Төкөрә-төкөрә устарын усҡа һуға).
Әпсен- төпсөн, төпсөн- әпсен.
Уттар һүнһен, уттар һүнһен! ( Уттар һүнә)
Шайтан менән Мәскәй әбей ҡыуанышып, устарын усҡа һуғып һикерешә
Мәскәй әбей, Шайтан: Булдырҙыҡ, булдырҙыҡ! ( Һеперткегә атланып, һыҙғырып, залдан сығып китәләр.Айыу, бүре, ҡуян, төлкө залға инә, аптырашып шыршы тирәләп йөрөйҙәр).
Бүре. Нимә булған? Ни эшләп шыршыбыҙҙа ут юҡ?
Төлкө. Кемдең эше? Айыу ағай, һин нимә уйлайһың?
Айыу. Былай аптырашып, көтөп тороп булмай, әйҙә, һүндереүсене эҙләп, юлға сығыйыҡ !
Бүре. Эйе, Айыу ағай, дөрөҫ әйтәһең, эҙләп юлға сығайыҡ!Һылыуҡайҙың уттарын яңынан ҡабыҙайыҡ (Залдан сығалар).
Талғын ғына музыка уйнай. Ҡар бөртөктәре бейей-бейей инә. Бер ҡар бөртөгөнөң ҡулында – Ҡыш бабайҙың таяғы. Шыршы тирәләп өрөлөп бейейҙәр.
1-се ҡар бөртөгө.Бына Ҡыш бабайҙың таяғын алып килдем.
2-се ҡар бөртөгө.Тиҙҙән үҙе лә килеп етер.Таяғын шыршы төбөнә һалайыҡ.
Бөтәһе бергә.Эйе, эйе шыршы төбөнә һалайыҡ.
1-се ҡар бөртөгө (Таяҡты шыршы төбөнә һала) Ни эшләп һылыуҡайыбыҙҙа ут юҡ? (Аптырап шыршыға ҡарайҙар).
2-се ҡар бөртөгө.( күңелһеҙ генә) Ни эшләп ҡупшыҡайыбыҙ балҡып тормай?
3-се ҡар бөртөгө. Моңаймайыҡсы, һылыуҙар. Әйҙә, шиғыр һөйләп, бейеп, йырлашып алайыҡ!
1-се ҡар бөртөгө: Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре ,
Дуҫыбыҙ – һалҡын елдәр.
Әйҙәгеҙ бергә уйнайыҡ,
Һыуыҡтан ҡурҡмай кемдәр!
2-се ҡар бөртөгө: Йондоҙ кеүек күбебеҙ,
Боҙ һарайҙан өйөбөҙ. Баҫтырышып уйнайбыҙ.
Тик тормайбыҙ үҙебеҙ.
3-сө ҡар бөртөгө: Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,
Йымылдашҡан бөртөктәр.
Күктә елпенеп осһаҡ,
Һоҡлана беҙгә күптәр.

4-се ҡар бөртөгө: Беҙ аҡ ҡар бөртөктәре
Һибелеп төштөк күктән.
Осрашыу минуттарын
Һағынып көттөк күптән.

Шыршы тирәләй бейеп йөрөйҙәр. Шул саҡ Мәскәй әбей менән Шайтан инә.
Шайтан. Былар кемдәр? Ҡайҙан килгәндәр?
Мәскәй әбей. Туҡта! Эште боҙоп ҡуйма! Һорашайыҡ! (Йөҙ ҡифәттен һыйпап, Мәскәй әбей күлдәген тартҡылап төҙәтә һәм йомшаҡ тауыш менән) Эй, балаҡайҙарым, һеҙ ҡайһы яҡтарҙан килдегеҙ?
1-се ҡар бөртөгө. Аҡ бурандар иленән,
Килдек һеҙгә үҙебеҙ.
Аҡ теләктәр генә,
Һеҙгә әйтер һүҙебеҙ.
4-се ҡар бөртөгө. Беҙ – аҡ ҡар бөртөктәре,
Ҡыш бабай була хужабыҙ.
Муллыҡ, именлек теләп,
Йыл һайын ергә төшәбеҙ.
Әле беҙ хужабыҙҙы
Тағы һағынып көтәбеҙ.
Шайтан.(Ҡар бөртөктәренең биттәрен һыйпап тотоп ҡарап һоҡлана -һоҡлана ) У-й-й, ҡайһылай һин матурһың. (Икенсеһенә) и-и-и , ҡайһылай һин сибәрһең. (Өсөнсөһөнә). Ә һин шундай гүзәлһең.
(Мәскәй әбей ҙә башын сайҡай-сайҡай һоҡланып артынан йөрөй.Ҡар бөртөктәре биттәрен сира-сира тороп ҡала).
Мәскәй әбей. (юхаланып) Ҡыш бабайҙы көтәһегеҙме?!

Ҡар бөртөктәре. Эйе, эйе. Ҡыш бабайҙы көтәбеҙ!Тик шыршыбыҙҙа ут янмай (Күңелһеҙ генә).
Шайтан. Ә-ә-ә, эшегеҙҙе белдек?Беҙһеҙ байрам итмәксе булдығыҙмы!( Сәпәкәйләп, һикерә-һикерә)Утты һүндереп, шәп иттек!Шәп иттек!

Мәскәй әбей. Туҡта!Туҡта, тим! ( Шайтанды еңенән тартып туҡтата, ҡар бөртөктәренә ҡарап, итәғәтле йылмайып). Ярай, беҙгә китергә ваҡыт, һау булығыҙ!

Мәскәй әбей менән Шайтан һеперткегә атланып, һыҙғырып сығып киткән була ла, шыршы аҫтына йәшенә).

2-се Ҡар бөртөгө. Тимәк, утты Мәскәй әбей менән Шайтан һүндергән.
3-сө Ҡар бөртөгө (Бер-береһенә ҡарап ). Әйҙәгеҙ, был хаҡта тиҙерәк Айыу менән Бүре ағайға хәбәр итәйек (сығалар).

(Шайтан шыршы аҫтынан ҡапыл ҡысҡырып ебәрә.)
Шайтан.Әлеү-әле-е-еү!
Мәскәй әбей. Тағын нимә булды?
Шайтан. Ҡулым өшөй!Был нимә ул?
Мәскәй әбей. Ҡайҙа ҡарайыҡ, нимә икән? (Ах та ух килеп, икәүләшеп таяҡты һөйрәп сығаралар).
Мәскәй әбей. Был бит Ҡыш бабайҙың таяғы! (Шайтан: ”Эйе-эйе!”– тип ҡеүәтләп тора). Ишеттеңме, ҡар бөртөктәренең нимә һөйләгәнен? Ҡыш бабай бында юлланған, тиҙәр бит!
Шайтан.
Хәҙер нимә эшләйек инде?( Иламһырап).
Мәскәй әбей. Әйҙә, дуҫ, Ҡыш бабайҙың таяғын урлайыҡ, юлын быуайыҡ!
Шайтан. Эйе-эйе, бик шәп! Киттек! (Ҡыуанышып шыршы тирәләй һикерә-һикерә бейеп сығып китәләр).
Ҡуян, төлкө, тейен инә
Ҡуян. Шыршыбыҙҙа ут юҡ! (Күңелһеҙ генә).
Тейен. Ҡыш бабай ҙа етеп киләлер.
Төлкө. Бойоҡмағыҙ! Бер нәмәһен уйларбыҙ!

Шул саҡ Бүре Шайтанды, Айыу Мәскәй әбейҙе етәкләп, улар артынса ҡар бөртөктәре инә.
Бүре. Шыршы уттарын һеҙ һүндерҙегеҙме?
Айыу. Дөрөҫөн әйтегеҙ? (Таяҡты күреп)Был бит Ҡыш бабайҙың таяғы!
1-се Ҡар бөртөгө. Эйе-эйе, был Ҡыш бабайҙың таяғы!
2-се Ҡар бөртөгө.Ҡыш бабай таяҡ эҙләйҙер,
Ел-дауылдар осороп.
Таба алмай ҡаңғыралыр,
Беҙҙең өсөн борсооп.
Бүре.
Хәҙер үк бирегеҙ бында! Урлашырға ярамай! (Таяҡҡа талашып, тартҡылашалар, “Юҡ ул беҙҙең таяҡ, бирмәйбеҙ, беҙҙеке, тибеҙ, бирмәйбеҙ!”– тигән Мәскәй әбей менән Шайтандың ҡысҡырышҡан тауыштары ишетелә.Таяҡты Айыу тартып алып, ҡар бөртөгөнә бирә)
Айыу. Урлашырға, алдашырға ярамай! Дөрөҫөн һөйләгеҙ! Юғиһә үҙегеҙҙе урмандан ҡыуабыҙ!
Мәскәй әбей менән Шайтан (тубыҡланып.) Зинһар өсөн ҡыумағыҙ!?
Шайтан
. Беҙ, беҙҙе байрамға саҡырмағанығыҙ өсөн үпкәләгәйнек. Зинһар , беҙҙе ғәфү итегеҙ!
Мәскәй әбей. Эйе, эйе беҙҙе ғәфү итегеҙ! Башҡа улай итмәйбеҙ!
Айыу. Ғәфү итәбеҙме?! ( Балаларға ҡарап) ( Барыһы ла, эйе, эйе , тиҙәр) Ярай, улай булғас! Бөтәһе лә риза ! Ғәфү итәбеҙ. Ә хәҙер шыршыбыҙҙа утты яндырығыҙ!
Шайтан. Ул! Ул! ( Бармағы менән төртөп Мәскәй әбейгә күрһәтә)
Мәскәй әбей. Шыршы уттары, ҡабынығыҙ! Э-э-э, тылсымлы һүҙҙәр кәрәк бит әле! (Балаларға ҡарап). Зинһар, ярҙам итегеҙ! Әйҙәгеҙ бергәләп: “Ҡабын, шыршы, ҡабын!” – тип әйтәйек! (Күмәкләп)Ҡабын, шыршы!Ҡабын!
(Шыршыла уттар ҡабына. Талғын көй аҫтында бөтәһе лә ҡыуанышып шыршы тирәләй бейеп йөрө.
Музыка аҫтында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу инә.

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, барығыҙ ҙа!
Барыһы ла. Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!
Ҡар бөртөгө.
Ап-аҡ ҡарҙар менән,
Ап-аҡ бәхеттәр яуһын.
Нурланып тоһон илебеҙ,
Тыныс булһын күгебеҙ!(Таяҡты Ҡыш бабайға бирә)

Ҡыш бабай. Рәхмәт, ҡыҙым!Донъялар тыныс булһын,
Яңы йыл ҡотло булһын!
Ҡарһылыу Төклө аяғың менән,
Хуш киләһең, яңы йыл”

Артабан байрам дауам итә.

Линиза ШАКИРОВА.
Белорет ҡалаһы.

«Кис ултырыу» йолаһына арналған сценарий

Предмет: Другое
Категория материала: Конспекты
Автор:

Сигеү сигә ҡыҙҙар
Ҡыҙҙар сигеү сигеп ултыра.
Ҡыҙҙар йыры. Ай юғары, ай юғары,
Айға менәһем килә.
Айға үрләп, ергә ҡарап,
Һине күрәһем килә.
Таңдан тороп һыуҙар һиптем
Баҡсалағы түтәлгә.
Күҙем төшһә, күңелем төшмәй
Һинән башҡа бүтәнгә.
Оҙон ҡара сәстәреңә
Таҫма кәрәк үрергә.
Өҙөлөп һөйгән йәрең килгән,
Сыҡсы, зинһар, күрергә.
1-се ҡыҙ. Бәй, ҡыҙҙар, ниңә шулай моңайышып ултырабыҙ әле? Балтаһы һыуға төшкән кешеләй.
2-се ҡыҙ. Эйе лә баһа. Әйтерһең, донъя бөтөп бара.
3-сө ҡыҙ. Эй, ҡыҙҙар, ысынлап та. Өләсәйем әйтә, донъя бөтөргә лә мөмкин, ти. Донъя бөтөп ҡуйһа, ни эшләрбеҙ икән, ҡыҙҙар?
4-се ҡыҙ. Их, ҡыҙҙар, иңдәреңә ҡанаттар үҫһен дә, һауаларға осаһы ла китәһе ине. Ете диңгеҙ аръяғында ла донъя бар, ти бит. Осор инем шул яҡҡа.
5-се ҡыҙ. Ҡафтау артында ла кеше аяғы баҫмаған, кеше күҙе күрмәгән илдәр бар икән. Китер ҙә барыр инем шул тарафтарға.
2-се ҡыҙ. Ә мин ете ят ерҙәрҙә түҙә алмаҫ, һағыныуҙан һарғайыр инем.
3-сө ҡыҙ. Мин дә сит ерҙә йәшәй алмаҫмын ул. Шуға күрә донъя бөтә башлаһа, Шеүәҙеләге бейек ҡарағайҙар башына менермен дә ултырырмын инде. Үҙ ерең үҙ ерең инде ул.
1-се ҡыҙ. Эй, бынауҙарҙы, керештеләр. Әкиәт тиһәң, һеҙгә генә ҡуш. Донъя бөтә тиме ни? Быға тиклем бөтмәгәнде бөгөн дә, иртәгә лә, унан һуң да бөтмәҫ.
2-се ҡыҙ. Эй, Аллам, бөтмәһә генә ярар ине. Исмаһам, бынау ҡулъяулығымды сигеп бөтөрөр инем.
3-сө ҡыҙ. Йә, йә, шунан ни эшләр инең?
4-се ҡыҙ. Ни эшләһен, быныһын бөтөрөр ҙә яңыһына тотонор ине.
2-се ҡыҙ. Эй, ошоларҙы. Һүҙ әйтһәң, көлөргә генә торалар. Бүтән өндәшмәҫ тә ҡуйырмын.
3-сө ҡыҙ. Өндәшмәһәң дә беләбеҙ. Тиҙерәк кейәүгә сығырға талпынаһың.
4-се ҡыҙ. Эйе шул, ана, күҙҙәре үҙе әйтеп тора.
2-се ҡыҙ. Сыҡһам ни, сығырмын да. Маңлайға яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай.
5-се ҡыҙ. Бәй, әхирәттәр, былай булғас, беҙгә лә ҡулъяулыҡтарыбыҙҙы тиҙләтергә кәрәк инде. Кешенән ҡалышып булмаҫ.
1-се ҡыҙ. Эй, киттеләр бынауҙар, эй киттеләр. Әйтерһең, күктән әмер төшкән. Һәр кемгә яҙғаны үҙ ваҡыты менән килер, тигән боронғолар. Ҡоралайҙай ирекле мәлдәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
2-се ҡыҙ. Дөрөҫ тә баһа, ҡыҙҙар. Йәшлек үтә лә китә ул.
3-сө ҡыҙ. Өләсәйем әйтә, ҡыҙ бала ата-әсә йортонда ҡунаҡ ҡына бит ул, ти.
4-се ҡыҙ. Ошолай кис ултырыуҙарыбыҙ һағындырыр әле бер заман.
5-се ҡыҙ. Илайым хәҙер, ҡыҙҙар, илайым. Әйҙәгеҙ әле, күңеллерәк нәмә хаҡында һөйләшәйек.
1-се ҡыҙ. Вәт, быныһы дөрөҫ, исмаһам. әйтерһең, бында балауыҙ һығырға йыйылғанбыҙ. Йәгеҙ әле, дәртле генә йыр йырлап алайыҡ.
Ҡыҙҙар йыры. Түңәрәк күл, түңәрәк күл,
Түңәрәк күл туғайҙа,
Ебәк ҡамыш, һыуы көмөш,
Бындай күлдәй күл ҡайҙа?
Күл өҫтөндә тәңкә –тәңкә Томбойоҡ сәскәләнә,
Алтын сабаҡ һикереп-һикереп
Ҡояшта иркәләнә.
Нисек урап йырламайһың,
Күле түңәрәк булғас,
Нисек бейемәй түҙәһең,
Күңел күбәләк булғас?
3-сө ҡыҙ. Әйт шуны. Үҙ күңелеңде үҙең күрмәһәң, бүтәндәр күрмәҫ. Кеше ҡайғыһы төштән кире, ти минең өләсәйем.
4-се ҡыҙ. Өләсәйең асыуланмаһа, әллә бейеп тә ебәрәһе инде, тим. Табандар ҡысытып китте ләсе.
5-се ҡыҙ. Әйҙә әле, беҙ ҡумыҙ сиртербеҙ.
4-се ҡыҙ. Их, ҡурай ҙа булғанда, зәһәр сығыр ине.
Шул саҡ ҡурай тауышы ишетелә. Уйнаусы үҙе лә күренә.
1-се ҡыҙ. Бына һиңә мөғжизә! Кем һин? Әүлиәме әллә?
Ҡурайсы. Әүлиә түгелмен. Мин – һеҙҙең хыялдағы ҡурайсы. Ҡурайым да ябай түгел — тылсымлы.
4-се ҡыҙ. Ҡыҙыҡ. Бәлки минең алдан күреү һәләтем барҙыр?
3-сө ҡыҙ. Минең өләсәйем әйтә, үлеп ғашиҡ булған ҡыҙҙарҙың юрағаны юш килеп, һәр теләге тормошҡа аша, ти. Тимәк, һин ғашиҡтарҙың ғашиғы.
Ҡурайсы. Ҡурайымда минең
Күңелдәрҙе елкетер,
Моңһоҙҙарға моң бирер,
Ҡыйыуһыҙға дәрт бирер,
Баҙнатһыҙға сәм бирер,
Ғашиҡтарҙың күңелен
Дөрләтерлек ут бирер
Шундай сихри көс бар.
4-се ҡыҙ. Улай икән, бик яҡшы. Тылсымлы ҡурайыңды тартып, бер бейетеп ал әле.
5-се ҡыҙ. Күп һүҙ китапҡа яҡшы, әйҙә, уйна, давай.
Ҡурайсы. Төш, һылыуым, ҡурай тартам,
Тыпырлатып баҫ.
Ҡурай тартҡан егеткә, һылыуым,
Бер генә күҙеңде һал.
Ҡурай уйнай. 4-се ҡыҙ бейей.
Ҡурайсы. Һеҙ саҡырҙығыҙ – мин килдем,
Теләнегеҙ – бейеттем,
Күңелегеҙ булғандыр –
Хәҙер инде мин киттем.
Сыға.
2-се ҡыҙ. Әллә төш булды, булдымы әллә өн?
3-сө ҡыҙ. Күренде лә юҡ булды, әйтмәне лә исемен.
4-се ҡыҙ. Булһын ине булғас, ана шундай егетең.
5-се ҡыҙ. Ысындарға ашһа икән хыялдағы өмөтөң
1-се ҡыҙ. Онотолоп китмәгеҙ әле,
Төшөгөҙ ҡабаттан ергә.
Өлөшөнә төшкән көмөшө
Килер бер саҡ һәр кемгә.
Йә-йә, моңайышмағыҙ.
Башлайым хәҙер таҡмаҡ,
Һеҙгә уны дауам итергә кәрәк.
Бейе, бейе, бейеүсе,
Иҙән булап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп – беренсе. (2-се ҡыҙ алдына баҫа). Дауам ит.
2-се ҡыҙ. Тыпыр-тыпыр тыпырлап,
Бергә баҫайыҡ әле.
Уйнап- көлөп, йырлап-бейеп,
Күңел асайыҡ әле. (3-сө ҡыҙ алдына баҫа). Дауамы һинән.
3-сө ҡыҙ. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары
Аҡлы күлдәк кеймәйҙәр.
Егет булһа, уңған булһын,
Ялҡауҙарҙы һөймәйҙәр. (4-се ҡыҙ алдына баҫа). Хәҙер һиңә сират.
4-се ҡыҙ. Стенала сәғәт һуға
Минутын белеп кенә.
Төштәремә һин керәһең
Йылмайып-көлөп кенә. (5-се ҡыҙ алдына баҫа). Әйттер әле, әйҙә.
5-се ҡыҙ. Итек кеймәгән тимә,
Ситек кеймәгән тимә.
Быймаларға боҙҙар ҡатһа,
Итек тауышы килә. Бергәләп.
Бергәләп. Иҫке лә шырпы ҡабы,
Яңы ла шырпы ҡабы.
Матур бейей, матур баҫа,
Бейеһен әле тағы.
Әйҙә, баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле,
Бейейек тә, йырлайыҡ та,
Күңел асайыҡ әле.
1-се ҡыҙ. Йә, ҡыҙҙар, бейенек. Тағы ла ҡул эшенә тотоноп алайыҡ әле.
2-се ҡыҙ. Аулаҡ тип егеттәр йөрөй торған.
3-сө ҡыҙ. Бимазалап йөрөмәһендәр әле.
4-се ҡыҙ. Килһәләр – ишек асыҡ. Килмәһәләр, яулыҡ һалыр уйым юҡ.
5-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, егеттәр килгәнсе ваҡытыбыҙҙы әрәм итмәйек. Сигер, ҡайыр эштәребеҙҙе барлайыҡ.
Ултырышалар. Тәүге йырҙы яй ғына көйләйҙәр.
2 декабрь, 2013 й.

Тип материала: Документ Microsoft Word (docx)
Размер: 20.11 Kb
Количество скачиваний: 368

Скачать

Просмотров: 665

Похожие материалы

  • Классный час по теме «Правила поведения в школе»
  • Воспитательное мероприятие «Природа- наш дом»
  • Введение в программу «спортивное ориентирование»
  • Классный час «Россия – Родина моя»
  • Внеклассное мероприятие «Языки и их развитие»
  • Рабочая программа по шахматам
  • «Сценарий Дня Святого Валентина»
  • Классный час на тему: «Умеем ли мы прощать?»
  • Беседа с родителями: «Не хлебом единым, жив человек!»
  • Внеклассное мероприятие «Родина моя — Башкортостан мой»

Понравилась статья? Поделить с друзьями:
  • Я подарю тебе ганжа что означает
  • Я?гыр тел?? йоласы сценарий
  • Я подарю тебе ганжа что значит ганжа
  • Я эту землю родиной зову сценарий
  • Я подарю тебе боль что была моей я подарю тебе волны холодной тоски